Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2012 йылғы лауреаттары

Евразия Яҙыусылар берлеге һәм «Ағиҙел» журналы Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара II хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә. Темаһы – ирекле. Региондарҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем.

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

ӨМӨТЛӨ ҠӘЛӘМ

Сибайҙар сәләме

Журналыбыҙҙың уҙған һанында беҙ Сибай ҡалаһы ҡәләм тирбәтеүселәренең күстәнәстәренән ауыҙ иттергәйнек. Шунда уҡ  Сибайҙа балалар араһында Таңсулпан Ғарипова исемендәге конкурс үткәрелеүе тураһында мәғлүмәт тә булды. Был һанда беҙ шул бәйгелә ҡатнашҡан уҡыусыларҙың шиғри өлгөләре менән таныштырабыҙ. 

Беҙ тыныслыҡ яҡлы
Ҡоштар һайрай тал-тирәктә,
Елдәр иҫә иркәләп.
Донъя шулай матур булһын,
Тыныс булһын иртәләр.

Тыныслыҡ, Дуҫлыҡ, Туғанлыҡ
Булһындар гел йәнәшә.
Тыуған илем – бәхет илем,
Гел шатлыҡта һин йәшә.

Әҙилә Әйүпова,
8-се Сибай урта мәктәбенең
8-се класс уҡыусыһы.
Етәксеһе – Г. Мөхәмәтғәлина.

Турғай
Тәҙрәм төбөндә турғай,
Сырҡылдай ҙа сырҡылдай.
“Нимә булды?” – тигәйнем,
“Сәғәт нисә?” – тип һорай.

“Сәғәт ете”, – тип әйткәйнем,
Турғайым рәхмәт әйтте.
Иртә әле, типтер инде,
Өйөнә инеп китте.
Айгизә Юлғотлина,
8-се Сибай урта мәктәбенең
8-се класс уҡыусыһы.
Етәксеһе – З. Рәхимова.

Ҡыш килде
Ергә ап-аҡ юрған ябып
Һалҡын ҡыш килеп етте.
Һыуыҡ тип тормай балалар,
Семетһә лә ул битте.

Аҡ ҡар күҙҙе ҡамаштыра,
Тын алыуҙары рәхәт.
Тауҙан шыуыу бик файҙалы,
Тәнгә бирә күп сихәт.

Ҡыш көндәре бик күңелле,
Ҡар бабайҙар яһайбыҙ.
Ҡарлы көндәр бик ҡыҫҡа шул,
Уйнап ҡына туймайбыҙ!
Эльвира Алсынова,
Сибай гимназия-интернатының
7-се класс уҡыусыһы.
Етәксеһе – Г. Ҡотлобаева.

“Ирәндек айыуы”
Радик апама
Йәмле Ирәндек – хазина,
Әйтәләр: алтынға бай.
Бигерәк матур тәбиғәте,
Халҡы ҡунаҡсыл, ябай.

Радик апам шул ерҙәрҙән
Ҙур алтын табып алған.
Байлыҡты һис үҙләштермәй,
Музейға илтеп һалған.

Радик апам йөрәгендә
Йәшәй ғәҙеллек, намыҫ.
,,Ирәндек айыуы” тиҙәр,
Таралды даны алыҫ.
Гөлйемеш Үтәғолова.

Һеңлем-йондоҙом
Һеңлем бөгөн иртә торҙо,
Битен йыуҙы, һөртөндө.
Барыһын да үҙе эшләй, –
Ул бит хәҙер ҙур инде!

Ярҙамсы ул әсәйемә,
Ҡустымды ла ҡарай ул.
Эштәр бөткәс, бер аҙ ғына
Уйнарға ла ярай шул!
Миләүшә Дәүләткилдина,
Сибай гимназия-интернатының
6-сы класс уҡыусыһы.
Етәксеһе – Г. Ҡотлобаева.

Ҡарҙар яуа
Елбәҙәкләп ҡарҙар яуа,
Яман уйҙарҙы ҡыуа.
Ап-аҡ ҡарҙарға ҡыуанып,
Күңелдә йырҙар тыуа.

Ашҡынып тышҡа йүгерәм,
Түҙеп булмай ултырып,
Ҡыштың саф һауаһы менән
Тын аламын тултырып.

Бурай-бурай ҡарҙар яуа,
Юлдарҙы ҡаплап һала.
Әкиәттәй серле был ҡыш
Мәңге хәтерҙә ҡала.
Гөлдәр Рысаева.
Сибай ҡала гимназияһы.
Етәксеһе – Р. Үтәшева.

Һабырым!
Тау башында ултыра,
Гүзәл ерем – Һабырым!
Һомғол ҡайындар уратҡан,
Минең тыуған ауылым!

Уның йәмле тәбиғәте
Илһам бирә күңелгә.
Ауылымдың һәр кешеһе
Яҡын, ҡәҙерле миңә.
Сит яҡтарға юлға сыҡһам,
Хуш, тиеп ҡала кеүек.
Ауылыма килеп инһәм,
Сәләмен бирә кеүек.

Алтын-көмөш яуған ерҙән
Яҡын тыуған ауылым.
Онотмамын мәңге һине,
Тыуып үҫкән Һабырым!

Тәнзилә Таһирова,
Йылайыр районы Һабыр урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы.
Етәксеһе – Р. Ҡудашева.

Ямғыр яуа
Ә бөгөн тышта һыуыҡ,
Йәшенләп ямғыр яуа.
Ҡустым ҡурҡмай ямғырҙан,
Таяҡ тотоп, ҡаҙ ҡыуа.

Ата ҡаҙ ҙа ямғырҙа
Рәхәтләнеп йыуына.
Әйтерһең дә, ул икәү
Ямғыр тиеп ҡыуана.

Гөлйемеш Хәйбуллина,
Сибай гимназия-интернатының
11-се класс уҡыусыһы.
Етәксеһе – А. Йосопова.

Сәскә
Тәҙрә төбөндәге гөлөм
Тағы ла сәскә атты,
Уның матурлығын күреп,
Дуҫтарым да шаҡ ҡатты.

Гөлдәр матур үҫһен өсөн,
Кәрәк уға тәрбиә.
Һыуҙар һибеп, саңын һөртһәм,
Бүлмәм тағы йәмләнә.
Ләйсән Йәнтүрина,
Сибай гимназияһының
10-сы класс уҡыусыһы.
Етәксеһе – Р. Үтәшева.