Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Мөҙәрис МӨСИФУЛЛИН

МӘҢГЕЛЕК ҺОРАУ

Хикәйә

Зыяратҡа ғәйәт күп халыҡ йыйылды. Ҡалала йәшәгән Хәбипте, әйткән васыяты буйынса, тыуған ауылына ҡайтарып ерләнеләр. Үҙенең яман сирҙән һауыға алмаясағын аңлап, һуңғы үтенесен әйтеп өлгөргән, ти, мәрхүм.
Мулла үҙ вазифаһын белеп башҡара. Доға уҡый, дөрөҫ йәшәргә өйрәтә, өгөт-нәсихәт бирә. Зыяраттағы бар халыҡ, ауыҙҙарына һыу ҡапҡандай, мөкиббән китеп уны тыңлай.
Ҡәберҙең дүрт мөйөшөнә мәрхүмдең туғандары баҫҡан. Шуларҙың иң кесеһе – Хәбиптең энеһе Харис – төп йортта йәшәй.
Ауылдың иң өлкән кешеһе – һикһән һигеҙ йәшлек Әхмәтнур бабай аяғүрә баҫып тороп арыны, шикелле, ҡойма буйына барып, йәшел сиҙәмгә ултырҙы.
Мәрхүмдең яҡындары хәйер тарата. Бында бер кем битараф түгел – һәр бер кеше күңеленән мәрхүм менән хушлаша, усын усҡа ҡушырып, мулла “Аллаһу әкбәр” тигән һайын, битен һыпырып ҡуя.
Күрше ҡәбер янында бөксәйеп Шәйхетдин, Басир, Мөхәммәт баҫып тора. Әсәйҙәре Нәғимә ерләнгән унда. Ике аҙна элек туҡһан биш йәшендә әхирәт донъяһына күсте ул. Типһә тимер өҙөрҙәй өс ул үҫтерҙе, барыһы ла ауылда төпләнеп матур ғүмер кисерә. Абруйлы, ихтирамлы ғаилә эйәләре! Зиһенле егеттәр!
Ғәли Хәбиптең ҡәберенә текәлеп бер моңая, бер хайран ҡалып, уйҙарын йыя алмай яфалана. Аяныс, әлбиттә! Ауылдашы, күршеһе лә баһа! Өс йәшкә кесерәк булһа ла, йәшел сиҙәмдә уйнап, әүмәкләшеп, бер йылғала һыу инеп үҫтеләр. Яҙ бәпкә ҡаранылар, йәй буйы, көтөү ҡайтҡас, яланда һыйыр һаҡланылар. Баҡыйлыҡҡа, әхирәткә иртәрәк ине лә, нишләйһең? Үкенесле! Нәмә ул илле дүрт йәш ир затына? Йәшме ни?
Эйе, барыһы ла Аллаһ ҡулында шул! Кинәт зыяратта үҫкән ҡарт уҫаҡта ҡоҙғон ҡысҡырҙы, баш өҫтөнән аҡ ҡанатлы һайыҫҡан осоп үтте. Сәйер донъя!
...Үткән көҙ Хәбип тормош иптәше Лариса менән ауылға ҡунаҡҡа ҡайтты. Шунда күрешеп, бик оҙаҡ һөйләшеп, гәпләшеп ултырҙы ауылдаштар. Ни ғүмер осрашҡандары юҡ ине. Егет сағынан уҡ мыйыҡ үҫтерергә яратҡан Хәбип һаман морон аҫтын ҡырмаған. Таҙарған, ике эйәкле булған. Баш түбәһендә аҡһыл сәстәре күбәйгән.
– Лариса менән ике бала үҫтереп аяҡҡа баҫтырҙык! Икеһе лә бай! – тип маҡтанырға өлгөрҙө шул арала Хәбип. – Тормошомдан ҡәнәғәт, йәшәргә лә йәшәргә!.. Үҙемдең бизнес ҡалала: ваҡ-төйәк булһа ла, төҙөлөш эштәре алып барам. Ике ҡатлы, ҙур подваллы йортта йәшәйбеҙ. Йәннәт инде бына! Сәйәхәттә күп йөрөйбөҙ – Ер шарында мин баҫмаған урын ҡалманы, шикелле. Ә-ә-ә, өс йыл инде хажға барырға йыйынам. Бына, һуңғы ваҡытта бер аҙ ябыҡтым, спорт залына йөрөйөм...
Ғәли үҙе лә бихисап йылдар сит ерҙә, Себер яҡтарында йәшәне. Нефтсе. Тормош иптәше Нажиә автопаркта диспетчер булды. Балаларын башлы-күҙле итеп, хаҡлы ялға сыҡҡас, уйланылар ҙа бында күсеп ҡайттылар.Төп йорттары буш тора ине. Нажиәнең дә тыуған ауылы йыраҡ түгел...
– Биғәйбә, ағай менән энекәшкә күптән әйтеп ҡуйҙым, – тигән ине Хәбип шул көндө хушлашҡанда. Унан ҡойма артында бер яҡҡа ҡыйшайған, болдор таҡталары, бүрәнәләре кибеп ярылған өйгә ымланы. – Билләһи ғазим, мин бында ҡайтып, йорт, мөлкәт бүлешеп йөрөргә йыйынмайым. Миңә ҡала тормошо оҡшай. Унда типтереп, рәхәтләнеп, анһат ҡына ғүмер кисереп була! Ә бында?.. Ошо таралып бөткән ауылға кем ҡайта инде? Алдағы өс-дүрт йылда, моғайын, ҡайтып булмаҫ, – тип өҫтәп ҡуйғайны...
Шул саҡта ла Хәбиптәрҙең ырҙын артында үҫкән ҡарт ҡарағайҙа ҡоҙғон ҡысҡырғайны. Ишеткәне бар Ғәлиҙең был ҡошто, тик алағайым йәмһеҙ тауыш был юлы нисектер сәйер, шомло яңғырағандай тойолдо.
“Ә Хәбип был һүҙҙәре менән ни әйтергә теләне икән? Байлыҡ артынан ҡыуып, алтын-көмөшкә иләҫләнеп, әллә аҡылын юйып барамы?.. Ауылға күсенеп ҡайтҡанға миңә төрттөрәме?.. Ә был ҡоҙғонға ни булған?..”
Нисек кенә булмаһын, әҙәм балаһының йәшәйеш нигеҙе, сере – үҙен, тереклекте туйҙырыусы хикмәтле ҡара тупраҡта бит. Мөғжизә! Аллаһы Тәғәлә әҙәмде балсыҡтан әүәләгән, балаларына, быуындарына шул ер өҫтөндә йәшәргә мөмкинселек тыуҙырған. Яҡты донъяла тормош кисереп, баҡыйлыҡҡа күскәндә, иншаллаһ, мәрхәмәтлек күрһәтеп, тәнен йәнә тыуған тупрағына, ер ҡуйынына бирә, ә йәнен мәңгелеккә алып китә, тиҙәр. Дөрөҫтөр...
Ә беҙ, кешеләр, изгелеккә изгелек менән яуап бирәбеҙме? Ата-бабаларыбыҙҙың ҡаны, йәше тамған ошо тупраҡты, күҙ ҡараһылай һаҡлап, уны киләсәк быуындарға тапшырабыҙмы?
Ошо түгелме әҙәм балаларының ерҙәге йәшәйеш мәғәнәһе, изгеләрҙән изге бурысы?
Ситтә йәшәгәндә, бигерәк тә һуңғы йылдарҙа, был мәңгелек һорау Ғәлиҙең башынан, күңеленән сыҡманы. Өлкәнәйгән һайын, тыуған ер йылыһы көндән-көн танһыҡлана, ә күңелендә ата-бабалар рухы, саҡырыу ауазы ғәләмәт көсәйә генә бара!
Ғәли ҙә, Нәжиә лә, ауылға ҡайткас, үҙҙәрен сәләмәтерәк тоя башланы, тын алыуҙары иркенәйҙе.
“Ә аҡса, аҡса бар! Пенсия килә... Акциялар ҙа байтаҡ!.. Балалар эшләп йөрөй. Бәхет ошо түгелме ни?..”
Ғәли, уйланып, бер ауыҡ һүҙһеҙ торҙо ла, Хәбипкә:
– Лайыҡлы ялға сыҡҡас, тыҡрыҡ башы Ислам абзыйҙың кесе улы Фәнил дә бында күсенеп ҡайтырға йыйына! Ана, йылға буйына матур итеп йорт төҙөгән, – тип, төрттөрөп һүҙен йөпләп ҡуйҙы.
– Күрҙем, – тине Хәбиб, көлөмһөрәп. – Ғүмере буйы Себерҙә эшләп, йүнлерәк... өй ҙә күтәрә алмаған.
Улар айырылышҡанда ҡуш ҡуллап күрешеп, ҡосаҡлашып хушлаштылар.
“Тойота” машинаһы урамда туҙан өйөрмәһе ҡалдырып ауылдан сығып китте...
Йыл да үтмәне, йәйҙең матур, аяҙ көнөндә Хәбипте ауылға... алып ҡайттылар. Ул хәҙер зыяратта – гүр эйәһе! “Ятҡан ере йомшаҡ, урыны йәннәттә булһын. Янына фәрештәләр киләлер, ҡуҙғалырға ваҡыт...”
Ғәли, күҙҙәрен мөлдөрәтеп, ҡабат ҡәбергә күҙ һалды һәм, ауыр һулап, зыярат ҡапҡаһынан сығып, ауылдаштарына эйәрҙе.
Хәбип мәрхүмдең: “Ошо бөткән ауылға кем ҡайта инде? – тигән һүҙҙәре яңғыраны уның ҡолағында. – Кем ҡайта?..”
Кинәт тирә-яҡты яңғыратып ҡабат ҡоҙғон ҡысҡырҙы. Ғәли, уйҙарынан айнып, ниндәйҙер сәйер көскә буйһоноп, ҡарашын зыярат яғына борҙо.
Шул саҡ яңғыҙ ҡалған ҡәбер кәртәһенә, ҡанаттарын йәйеп, аҡ ҡабырғалы һайыҫҡан килеп ҡунды.
Хайран был донъя! Мәңгелек һорауға яуап – ошо миҙгелдер...