Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Мирас ИҘЕЛБАЕВ

«Салауатҡа бер тотондоңмо – унан айырылып булмайҙыр...»

Мирас Иҙелбаев (1945) Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылынан. Филология фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының юғары һөнәри белем биреү өлкәһенең почетлы хеҙмәткәре. Әлеге ваҡытта БДУ-ла уҡыта. Бик күп фәнни хеҙмәттәр һәм әҙәби китаптар авторы.  

– Мирас Хәмзә улы, Һеҙҙең ижадҡа ынтылышығыҙ ҡасан башланды?
– Минең тиҫтерҙәрҙән журналистикаға, әҙәби ижадҡа килеүселәрҙең күбеһе иң тәүҙә бер үк хәлгә осрағандыр. Йәш ижадсы “Пионер” журналына йәки “Башҡортостан пионере” гәзитенә тәүге яҙмаһын ебәрә... Ә унан: “Мәҡәләңде (шиғырыңды) баҫа алмайбыҙ, шундай-шундай етешһеҙлектәре бар”, – тигән хат килә. Баҫылмауында эше юҡ: машинкала яҙылған, исемен китаптарҙан ғына ишетеп белгән кешенең ҡултамғаһы ҡуйылған хат уны былай ҙа күккә күтәреп ебәрә. Уға башҡа уҡыусылар көнләшә, хатты ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыйҙар. Гәзит-журналдың, китаптың баһаһы, абруйы ул заманда әйтеп бөткөһөҙ юғары ине. Ошо серле юғарылыҡҡа ынтылыу һине тағы ла хаттар яҙырға мәжбүр итә. Ниһайәт, берәйһен баҫтырып сығаралар. Быныһы инде – сикһеҙ шатлыҡ.
Мин дә әҙәби ижадҡа ошолай килдем. Дүртенсе класта уҡығанда тәүге хатыма яуапты “Пионер” журналының әҙәби хеҙмәткәре шағир Муса Ғәли яҙғайны...
– Һеҙ үҙегеҙҙе күберәк кем тип иҫәпләйһегеҙ: ғалиммы, яҙыусымы?
– Ғалим да, яҙыусы ла тип бер тигеҙ иҫәпләге килә лә бит... Төп һөнәрем буйынса ғүмер буйы тигәндәй юғары уҡыу йортонда уҡытыусы булып эшләнем. Эш һәр саҡ беренсе планда тороуҙы талап итә. Шунан ҡалған ваҡыт ҡына – ғалим менән яҙыусыға. Ике ҡулыңа бер генә эш тотоп, шуны “Бына мин – күберәк яҙыусы!” тип әйтә алһаң ине...
– Халҡыбыҙҙың милли батыры Салауат Юлаев тураһындағы әҫәрегеҙҙе нисә йыл яҙҙығыҙ? Архив материалдарын өйрәнергә, романға документтар туплауға күпме ваҡыт китте?
– ХХ быуаттың 70-се йылдарында Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында профессор Ғайса Хөсәйенов етәкселегендә “Башҡорт әҙәбиәте тарихы”ның алты томлығын төҙөү башланды. Уның тәүге ике томы революцияға тиклемге әҙәбиәткә арналырға тейеш ине. Хәҙер әйтеүе генә анһат, ә ул саҡта, революцияға тиклем башҡорт халҡының яҙмаһы ла, әҙәбиәте лә булмаған тип һаналған совет осоронда, бындай эшкә тотоноу ҡаһарманлыҡҡа тиң ине. Ғайса ағай шул ваҡытта институтҡа килгән аспиранттарҙың барыһына ла тиерлек диссертация темаларын революцияға тиклемге өлкәнән бирҙе: Вафа Әхмәҙиевкә – ХХ быуат башы әҙәбиәте (1917 йылға тиклем), Әхәт Вилдановҡа – Мифтахетдин Аҡмулла, Ғиниәт Ҡунафинға – Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев, миңә – Салауат Юлаев, Зәйтүнә Шәриповаға – Һибәтулла Салихов, Миңлеғәле Нәҙерғоловҡа – Ғәли Соҡорой ижадтары һ. б. Алты томлыҡ тарихты яҙыу, әлбиттә, оҙаҡ барҙы. Аспирантуранан һуң да беҙ, йәштәр, революцияға тиклемге әҙәби ҡомартҡыларҙы өйрәнеүҙе дауам иттек. Институт йыл һайын археографик экспедициялар ойошторҙо, уларҙа әүҙем ҡатнаштыҡ. Мин беренсе том өсөн ХIV быуат дөйөм төрки дастандары, ХIХ башы башҡорт яҙма ҡомартҡылары “Ҡуҙыйкүрпәс” (эпос менән бутамайыҡ), “Алдар менән Зөһрә” тураһында материалдар әҙерләп бирҙем.
Боронғо яҙмалар менән эш итеү ауыр, әммә ифрат ҡыҙыҡлы ине. Иң ауыры – әҙер томдарҙы донъяға сығарыу, халыҡҡа еткереү булды. 80-се йылдар башында тапшырылған беренсе том нәшриәттә ун йыл буйы ятты. Ни бары илдәге хәҙер “үҙгәртеп ҡороу” тип аталған үҙгәрештәр шауҡымының ыңғай еле ҡағылғас ҡына, эш алға китте. Томдар 1990 – 1996 йылдар эсендә баҫылып сыҡты. Салауат Юлаевтың барлыҡ шиғырҙары һәм үҙ ҡултамғалары ҡуйылған документаль яҙмалары тупланған йыйынтығын нәшриәткә 1978 йылда тапшырғайным, бары тик 1994 йылда ғына баҫылып сыҡты.
Һеҙҙең һорауығыҙға әйләнеп ҡайтҡанда, Салауатҡа бер тотондоңмо – унан айырылып булмайҙыр. Артабан, форсат тейгәндә, ғүмер буйы уны үҙемә юлдаш итергә тура килде. Башҡортса, русса “Юлай улы Салауат”, русса “Башкирская литература ХVIII столетия и творчество Салавата Юлаева” тигән китаптар, алда әйтелгәнсә, уның ижадының тулы йыйынтығын донъяға сығарҙым, “Салауат Юлаев” энциклопедияһын төҙөүҙә ҡатнаштым. Бынан тыш, бөгөн төрлө китаптарҙа, ғилми йыйынтыҡтарҙа, журналдарҙа баҫылған (гәзиттәрҙе һанамағанда) 600-ҙән ашыу фәнни мәҡәләнең 200-гә яҡыны милли батырыбыҙҙың тормошона, хәрби юлбашсылыҡ эшмәкәрлегенә, ижадына арналған.
– Йылдың ҡайһы миҙгелендә ижад итергә яратаһығыҙ? Әллә форсат сыҡҡанын көтөп тормай, үҙегеҙҙе ултырып яҙырға мәжбүри көйләйһегеҙме? Иртәнге сәғәттәр һеҙҙең өсөн ҡулайлымы әллә төндә яҙышаһығыҙмы?
– Эш һәм ижад өсөн үҙ миҙгелеңде көтөп яттыңмы – бөттөң, тигән һүҙ. Әлбиттә, форсат эҙләйһең, йыш ҡына мәжбүри көйләйһең. Үҙ ғәйебең менән файҙаһыҙ үткәрелгән ваҡыттар ҙа һағалап ҡына тора. Улары өсөн аҙаҡ үкенәһең.
Ижад өсөн иң уңайлыһы – иртәнге мәл. Ошо мәлде ныҡлы тәртипкә әйләндереп алған кешеләр бәхетлелер, тип уйлайым, көнләшеп тә ҡуям.
Билдәле булыуынса, М. Шолохов яҙыу өҫтәле артына көн һайын төнгө (таңғы) өстән тороп ултырған.
– Өҫтәл артына ултырғанда һәр яҙыусының үҙ эш талаптары, принцибы бар. Әйтәйек, ашарға аҡсаһы булмағанда ла, Борис Пастернак мотлаҡ аҡ һәм һәйбәт ҡағыҙға ғына яҙырға яратҡан (йәғни аҡ ҡағыҙға төшкән һәр һүҙе ҡәҙерле һәм ҡиммәтле булған тигәнде аңлаталыр был), Тимерғәле Килмөхәмәтов, мәктәп уҡыусылары һымаҡ, шаҡмаҡлы дәфтәрҙе оҡшата, Хәсән Туфан йәшел ҡаралы ручка менән генә яҙған. Ә һеҙҙең үҙегеҙгә генә хас берәй ырым-йолағыҙ бармы?
– Ырым уҡ булмаһа ла, үтәмәһәң, аҙаҡ күңелде ҡытыҡлап, борсолдорп торған ғәҙәттәр барҙыр ул. Миңә ҡалһа, яуаплы, мөһим эште кистән башламайым (мотлаҡ кәрәк ашығыслыҡ мәжбүр итмәһә). Фәнни эштәрҙе компьютерҙа яҙам. Художестволы әҫәрҙе бер юлы ике дәфтәрҙә алып барам. Тәүгеһе – ҡаралама. Унда бөтә текст тулыһынса төшмәҫкә лә мөмкин. Икенсеһе – ҡалын шаҡмаҡ дәфтәр. Тәүгеһендәген күсерә башлайһың да, өҫтәп яҙып алып китәһең. Арый башлаһаң, тәүге дәфтәргә күсеп тамамлап ҡуяһың.
Ҡабат эшкә ултырғанда, шаҡмаҡ дәфтәрҙәген тикшереп, төҙәтеүҙән башлайһың. Әҙер тип һаналған биттәрҙе, шулай уҡ төҙәтә-төҙәтә, компьютерға күсерә бараһың.
Был, әлбиттә, берәүгә лә ҡыҙыҡ түгелдер. Үҙегеҙ әйтмешләй, һәр кемдең – үҙ ырымы. Ҡыҙыҡһынып һорағанығыҙ өсөн генә яуап биреүем.
– Бөгөнгө башҡорт прозаһы ниндәй ул: егерменсе быуат әҙәбиәте менән сағыштырғанда алда барамы әллә арттамы? Яҙыусыларҙың күберәк тарихи әҫәрҙәргә нығыраҡ иғтибар биреүенә нисек ҡарайһығыҙ? Бөгөнгө тормошто сағылдырған үткер роман һәм повестарҙың аҙ яҙылыуының сәбәбе нимәлә тип уйлайһығыҙ?
– Сер түгел, беҙ үҙ халҡыбыҙ тарихын, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик аҙ беләбеҙ. Сәбәптәре – тауыҡ сүпләп бөткөһөҙ. Борон-борондан яҙмабыҙ алмашынып торған. Руник, ғәрәп, уйғыр, латин яҙыуы дәүерҙәрен үткәнбеҙ. Рус графикаһына күсеүебеҙгә ни бары 7-8 тиҫтә йыл. Егерменсе быуаттың икенсе яртыһында йәшәгән быуын өсөн тарихи сығанаҡтарға үтеп инеүе мөмкин түгел ине. Беренсе класҡа барып, хәреф танып алған грузин, әрмән, япон, ҡытай, инглиз, немец, ғәрәп (һанап осона сығып булмаҫ) балалары, теләһәләр, үҙҙәренең иң боронғо тарихын да уҡып белә ала. Ә беҙ... Совет осоронда, рус графикаһы дәүерендә, барыбыҙға ла мәғлүм – объектив дөрөҫ яҡтыртылған тарихи романдар яҙыуға ирек ҡуйылманы. Хатта хәҙерге әҙәбиәт ғилемендә тарихи-революцион тип төркөмләнгән романдар ҙа байтаҡ йылдар халыҡтан йәшереп тотолдо. Уйлап ҡараһаң, улары ла, тарихилыҡтан бигерәк, биографиклыҡҡа яҡыныраҡ: авторҙары А. Таһиров, Д. Юлтый, И. Насыри, Ғ. Хәйри үҙҙәре ҡатнашып, уртаһында ҡайнаған хәл-ваҡиғаларға мөрәжәғәт итә.
Тәүге тарихи романыбыҙ (Ғ. Ибраһимов, “Кинйә”) ни бары 1977 йылда ғына донъя күрҙе. Тимәк, изге эш башлана ғына әле. Хәҙерге йәш быуын тарих китаптарын, тарихи әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡымай, тип зарланабыҙ. Шулай ҙа, минеңсә, тарихи әҫәрҙәр мөмкин тиклем күберәк яҙылып ҡалһын. Ҡаҙына башлаһаң, сығанаҡтары ла табылыр. Улар – юғарыла һанап кителгән боронғо яҙмаларҙа, башҡорттар элек аяҡ баҫҡан төрлө тарафтарҙа. Башҡорттоң боронғо төп төйәге булған Көнбайыш Себер, Урал, Волга буйы, Төньяҡ Ҡыпсаҡ ерҙәренә һуңыраҡ килеп ҡушылып ултырған ырыуҙаштарыбыҙ элек ҡайҙарҙа ғына йәшәмәгән, үҙҙәре хаҡында ниндәй генә эҙҙәр ҡалдырмаған, тиһең? Тарихи әҫәрҙәр биттәрендә берәй заман осона сығып бөтөп булырмы?
Ә бөгөн китапҡа ҡулы үрелеп бармаған йәш быуынға килгәндә...
Ата-бабаларыбыҙ йәш быуын хаҡында өҙлөкһөҙ хәстәрлек күргән:
Ташҡайҙарға соҡоп яҙҙым ҡарғыш,
Ейәндәрем уҡыр бер заман...
Ҡарғышын да, нағышын да бергә үреп яҙыла күрһен тарихи әҫәрҙәр. Бөгөнгө быуын уҡымаһа, иртәгә күҙ һалырҙар. Заман бер урында тормай, китап мәңге йәшәйәсәк. М. Булгаков заманына сағыштырғанда, бөгөн ҡулъяҙмалар ысынлап та янмай. Компьютерҙа булһа ла һаҡланып ҡала ала. Уҡырға яратҡан быуынға мотлаҡ барып етәсәк.
Егерменсе быуат башҡорт әҙәбиәте менән бөгөнгөһөн сағыштырғанда...
Егерменсе быуатта әҙәбиәткә юғарынан ниндәй генә күрһәтмәләр ҡамасауламаны! Пролеткульт, вульгар социологизм, конфликтһыҙлыҡ теорияһы, партия үҙәк һәм өлкә комитеттарының әленән-әле ҡабул ителеп торған ҡарарҙары. Репрессияларҙы әйтеп тораһы юҡ. Быларҙың барыһы һүҙ сәнғәтенә йоғонто яһамай ҡалмаған, әлбиттә. Шулай ҙа әҙиптәребеҙҙең тәбиғи аҡылы, таланты, ҡаршылыҡтарҙы урап үтеп йәки үҙҙәрен ҡорбан итеп булһа ла, әҙәбиәтте әҙәбиәт кимәлендә һаҡлап ҡала алған. Шул уҡ конфликтһыҙлыҡ теорияһын романтик йөкмәтке кимәленә күтәреп булһа ла бирергә тырышҡан.
Ә хәҙер бер ни ҙә ҡамасауламай. Әҙиптең таланты, тормошсан материал, юғары художестволы реаллек кенә кәрәк. Боронғо, урта быуаттарҙа ата-бабаларыбыҙ кешелектең мәңгелек проблемаларын донъя кимәленә сығарырлыҡ әҫәрҙәр тыуҙыра алған икән, бөгөн дә мөмкиндер, тип уйлайым.
Үткер проблемалы роман һәм повестарҙың аҙ яҙылыуына килгәндә, берәүҙе лә көсләп яҙҙырып булмайҙыр. Бында, минеңсә, тормош материалын тейешле кимәлдә белеү-белмәү ҙә йоғонто яһайҙыр. Заманыбыҙ иҫ киткес ҡатмарлы, художестволы күҙлектән дөрөҫ сағылдырыу өсөн уның ҡайһы яҡҡа ағышын билдәләүе лә ҡыйын булып китә. Һуғыш ваҡытында үҙҙәре ут эсендә булған Виктор Астафьев, Борис Васильев, Василь Быков, Константин Симонов, Юрий Бондарев кеүек прозаиктар аҙаҡ бына тигән әҫәрҙәр ижад иттеләр бит. Бөгөнгө проблемаларыбыҙҙың уртаһында ҡайнаған беҙҙең яҙыусыларыбыҙ ҙа уҡыусыға өр-яңы таланлы әҫәрҙәр бүләк итер, тип өмөтләнәйек. Өҫтәүенә, ҡайһы бер өлгөләрен бөгөндән үк күрә киләбеҙ. Элегерәк миңә бер тәнҡитсе ауыҙынан: “Мәскәү шағирҙары тормошто таксистар хәбәре аша ғына белә бит ул”, – тигән һүҙҙе ишетергә тура килгәйне. Беҙҙең әҙәбиәтебеҙ ундай хәлгә ҡалмаҫтыр, тип уйлайым.
– Белеүебеҙсә, балаларығыҙ бәләкәй саҡта улар менән бергә саңғыла ла йөрөгәнһегеҙ, бассейнда ла йөҙгәнһегеҙ. Үҙегеҙгә шәхсән ниндәй спорт төрө яҡын? Йүгерәһегеҙме, иртән физзарядка яһайһығыҙмы? Өҫтәл артында яҙышып ултырып арыған саҡта ҡайҙан һәм нисек көс алаһығыҙ?
– Эйе, Артур менән Урал сабый саҡтан алып балиғ булғанға тиклем һәр саҡ улар менән бергә булырға тырыштыҡ. Тәбиғәт ҡосағына сәйәхәттәргә, санаторийҙарға, хатта ҡайһы бер командировкаларға бергә алып сыҡтыҡ. Бәләкәй саҡтарында уҡ махсус рәүештә Мәскәүгә алып барып, илебеҙҙең баш ҡалаһын күрһәттек.
Атай булараҡ, малайҙарҙың рухи һәм физик үҫеше өсөн ҙур яуаплылыҡ тойоп йәшәнем. Үҫкән саҡтарында уларҙың донъяһы менән ҡайнаным, тиһәң дә ярай. Бассейнға, саңғыға, катокка, киноларға, магазиндарға бергә йөрөнөк, тиҫтерҙәре менән өй эргәһендәге мәктәп стадионында футбол уйнай, иртәнсәк йүгерә торғайныҡ. Радиотехника, фото, төрлө моделдәр эшләү менән шөғөлләндек... Уралдың музыка мәктәбендәге уҡыуын күҙәтеп барыу өсөн әллә ҡасан онотоп бөткән ноталарҙы иҫкә төшөрөргә тура килде.
Файҙаһы үҙемә лә тейҙе. Бәләкәй сағымда өс нәмәгә – конькиҙа шыуырға, теннис уйнарға, йүнләп йөҙөргә өйрәнә алмағанға әсенә инем. Балаларҙы өйрәтә торғас, былары ла яратҡан шөғөлөмә әйләнеп китте. Өҫтәл артында ултырып арығандан һуң аралаштырып ала торған иң уңайлы ял булды.
Хәҙер ҙә аралашмай тора алмайбыҙ. Илдә ваҡиға булырҙай яңы киноларҙы мотлаҡ ғаиләләр менән бергә ҡарайбыҙ, Яңы йылдарҙы, байрамдарҙы, тыуған көндәрҙе айырым үткәргәнде хәтерләмәйем. Малайҙар икеһе лә әсәләре менән көн һайын тиерлек шылтыратышып, хәл белешеп тора. Ейән-ейәнсәрҙәр ҡунаҡҡа йыш килә.
Әлбиттә, заманында үҙ балаларыма биргән иғтибарҙы ейән-ейәнсәрҙәргә тулыһынса бүлеп булмай. Уныһы – үҙ ата-әсәләре эшелер, тәбиғәт закондары шулайҙыр.
– Тормошта һеҙ ниндәй ҡағиҙә буйынса йәшәйһегеҙ?
– Был һорауҙы нисегерәк аңларғалыр?.. Минең аңлауымса, тормош йыш ҡына һиңә үҙ ҡағиҙәһен тоттороп ҡуя. Мотлаҡ тайпылышһыҙ үтәйем тип шәхси ҡағиҙәңде төҙөп ҡуйырһың, ә ул йәмғиәт ҡанундарына һыймаһа, нишләрһең? Һыйғаны менән ҡәнәғәтләнеп йәшәй бирәһең инде.
– Һеҙҙе иң ныҡ тетрәткән әҙәби әҫәр ниндәй булды?
– Иң ныҡ (хатта, һәр береһе бер тигеҙ, тигәндәй) тетрәткән әҫәрҙәр күп булды; әммә һәр ҡайһыһы – үҙ йәшендә. Иҫ белә башлағанда, ололарҙан әкиәттәр тыңлай торғайныҡ. Уларҙың тетрәткән тәьҫирҙәре әле лә хәтерҙә. Беҙ башланғыс кластарҙа уҡығанда, рус һәм донъя классикаһынан китаптар күп тәржемә ителде. Л. Толстойҙың дүрт-бишәр юллыҡ хикәйәләре, В. Пантелеевтың “Честное слово”, В. Осееваның “Волшебное слово” хикәйәһенән алып “Васек Трубачев и его товарищи”, А. Гайдар повестары тетрәтмәй ҡалманы. Дүртенсе класта А. Фадеевтың “Йәш гвардия”, С. Злобиндың “Салауат Юлаев” романдарын (тәржемәлә) уҡығас, әллә күпме ваҡыт шаңҡып йөрөнөм. Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” менән Зәйнәб Биишеваның “Дуҫ булайыҡ” повестары (бигерәк тә – уның беренсе варианты), “Дуҫлыҡ” пьесаһы оҙаҡ уйландырҙы. Китаптар күп уҡылды, тәьҫирҙәрҙе күп ҡалдырҙы. Һорауығыҙса, иң-иңдәрен генә атайым.
Үҫмер һәм студент саҡтарҙа үҙемсә әлеге шәхси “тормош ҡағиҙәләрен” төҙөргә Вилис Лацис повестары, романдары ярҙам итте. Бөтә томдарын (9 том) уҡып бөттөм. Улары русса ине. Унынсы кластан алып бөгөнгә тиклем С. Айытматов ижадына ғашиҡ булып йәшәйем. Унынсы класта уҡығанда, ҡулыма уның роман-газетала “Повести гор и степей” тигән әҫәрҙәре килеп эләкте. Уҡып сыҡҡандан һуң, тәьҫирҙәремдән тиҙ генә айырыла алмаҫымды аңлап, тәржемә итергә булып киттем. Сығарылыш имтихандарына әҙерлек ваҡытына тап килде. Ете-һигеҙ имтихан бирергә ярты йыл алдан уҡ әҙерләнә башлай торғайныҡ. Май айы еткәнсә, “Первый учитель” менән “Тополек мой в красной косынке” повестарын тәржемә итеп бөттөм. Ҡулъяҙмалары әле лә һаҡлана (шаҡмаҡ дәфтәрҙәрҙә). Шул ваҡытта бик бәхетле инем, сөнки Айытматов минең генә яҙыусым ине. Апрель айында (1963 йыл) уға ошо китабы өсөн Ленин премияһы биргәйнеләр, яҙыусым минең ҡулдан ысҡынды, бөтә донъяныҡы булды ла китте. Ултырып иларҙай булырһың. Ярай әле, яңынан-яңы әҫәрҙәре донъя күреп, тетрәтә торҙо. Иң аҙаҡҡы әҫәрҙәре “Когда падают горы”, “Белое облако Чингизхана” булды. Моғайын, бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр.
Л. Толстой, Ф. Достоевский, М. Шолоховтарҙың ижади булмышына иҫ-аҡылым китә.
Сит ил классикаһы тураһында һүҙ башлаһам, юғары уҡыу йорттарының филология факультеттары программаһынан уҙа алмам. Бөтә донъя уҡый.
Заманында Башҡортостан яҙыусылар союзы идараһының пропаганда бүлеге әҙиптәрҙе уҡыусылар менән осрашыуҙарға йөрөтә торғайны. Шул сәйәхәттәрҙең береһендә Нәжип ағай Асанбаевтың Баҡалы районында яһаған сығышы хәтерҙә ҡалған. “Рәйсә” драмаһын яҙғас, тамашасыларҙан бик күп хат алдым, дауамын яҙыуымды һоранылар, – тине ул. – “Фәйзи” (дауамы) яҙылып, сәхнәгә сыҡҡас, ни өсөн яҙғаныма үкендем. Бер хат та килмәне. Рәйсә менән Фәйзи яҙмышының бәхетле тамамланыуы уларҙы тынысландырҙы. Был юлы тамашасы күңеленә барып етә алманым...”
Эйе, уҡыусыны әҫәр битараф ҡалдырырға тейеш түгел. Илатыпмы, көлдөрөпмө, уйландырыпмы, тетрәндерепме – күңеленә ҡағылып үтергә тейеш.
– Һеҙ, ҡарап тороуға, тормош итәшегеҙ Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы менән икегеҙ ике төрлө холоҡло: берегеҙ – ут, берегеҙ – һыу, тигәндәй. Етмәһә, икегеҙ ҙә ижад кешеләре. Ут менән һыу нисек һыйышып йәшәй икән?
– Ғаилә донъяһын йә һыу баҫып китмәһен, йә янғын көл-күмергә әйләндермәһен өсөн, ут менән һыуҙың һәр ваҡыт йәнәш, ҡул аҫтында булыуы кәрәктер инде.
– Бер-берегеҙгә әҫәрҙәрегеҙҙе уҡыйһығыҙмы? Кәңәш, тәҡдимдәр әйтәһегеҙме? Улар менән килешәһегеҙме әллә барыбер үҙегеҙсә эшләйһегеҙме?
– Бер ҡыйыҡ аҫтында ижад ителгән, авторы донъялағы иң ҡәҙерле кешең булған әҫәрҙе нисек уҡымайһың инде? Кәңәштәр ҙә, тәҡдимдәр ҙә әйтелә, уңыш-табыштары ла битараф ҡалдырылмай. Миңә Гөлфиәнең шиғриәт өлкәһендә лә, публицистикала ла ифрат еңел, булдыҡлы эшләүе оҡшай. Уның әлеге ваҡытта бына-бына китаптар серияһын хасил итерлек дәрәжәлә өлгөргән, унан башҡа бер кем дә яҙа алмаҫлыҡ, халыҡ өсөн бик кәрәкле материалдары бихисап. Иң беренсе көйәрмәне булараҡ, тиҙерәк донъя күрһендәр ине, тип теләйем.
– Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты булған саҡта ла, оҙаҡ йылдар «Башҡортостан ҡыҙы» журналында баш мөхәррир булып эшләгәндә лә йыш ҡына командировкаларға йөрөнө. Һеҙ шундай саҡтарҙа улдарығыҙ менән генә донъя көтөп ҡалдығыҙ. Уларҙы нисек ҡарай, нимәләр бешереп ашата торғайнығыҙ? Аш-һыуға оҫтарып та бөткәнһегеҙҙер... Иң яратҡан һәм тиҙ әҙерләй торған ризығығыҙ ниндәй?
– Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы депутат булған йылдарҙа малайҙар үҫмер йәшкә етеп өлгөргәйнеләр инде. Өйҙә өс дуҫ һымаҡ йәшәнек. Һәр кем үҙ вазифаһын белә, ваҡытында башҡара. Артур ул саҡта “Башҡорт йәштәре иттифағын” төҙөү менән мәшғүл булды, студент сағында уҡ “Йәшлек” гәзитенең баш мөхәррире итеп тәғәйенләп ҡуйҙылар, йәштәр менән республика күләмендә бер-бер артлы саралар үткәрҙе. Хәҙерге “Урал моңо”, “Һылыуҡай”, “Йәшлек-шоу”ҙарҙы улар башлап ебәрҙе. Урал иһә дуҫтары меннән “Аманат” ансамблен ойошторған саҡ ине. Беҙҙең өй йыш ҡына музыкаль студияға оҡшап киткеләй торғайны.
Кем бушыраҡ, шул ашарға бешерә. Әсәләре өйҙә саҡта нимә ашаныҡ, шуларҙы әҙерләнек. Иң яратҡан ризыҡ тураһында яуап биреүе миңә һәр саҡ ауыр. Ризыҡ – ризыҡ инде. Беҙгә, һуғыштан һуңғы аслыҡтың нимә икәнен күреп үҫкән быуынға, аҙыҡтың барыһы ла изге. Береһен атаһаң, икенсеһен ҡыйырһытырһың һымаҡ. Иң мөһиме – булһын ғына, тәмле итеп бешерелеп, аш өҫтәленә ҡуйылһын.