Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2012 йылғы лауреаттары

Евразия Яҙыусылар берлеге һәм «Ағиҙел» журналы Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара II хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә. Темаһы – ирекле. Региондарҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем.

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Китап кәштәһе

Сая һүҙҙе саң баҫмаҫ

 Салауат Әбүзәрҙең “Ғәмәл дәфтәре” китабы баҫылды

Шундай тылсымлы китаптар була – уларҙы ҡулға алыу менән үҙҙәренән ниндәйҙер йылылыҡ бөркөлгәнен һиҙәһең. Тәүге биттәренә ҡараш һирпеү менән бөтә иғтибарыңды ялмап ала. Хатта аҙаҡ мөғжизәле был донъянан ысынбарлыҡҡа ҡайтҡы килмәй тора бер килке
Билдәле башҡорт шағиры Салауат Әбүзәрҙең яңы ғына баҫылып сыҡҡан “Ғәмәл дәфтәре” лә шундай китаптар иҫәбенән. Беҙ уның “Йыһан емеше” исемле китабын 2006 йылда ҡулыбыҙға алып ҡыуанғайныҡ. Ә быныһы – күптән түгел илле йәшен билдәләгән шағирҙың ниндәйҙер кимәлдә ошо арауыҡтағы ижадын билдәләгән һайланма әҫәрҙәренән ғибәрәт. Әлбиттә, башҡорт шиғриәтенең иң сағыу йондоҙҙарының береһенә әүерелгән Салауат Әбүзәрҙең ни бары мең дана менән генә баҫылған был йыйынтығы магазин кәштәләрендә саң йыйып ятмаясаҡ. Уның яҙмышы – йөрәктәргә илһам бүләк итеп ҡулдан-ҡулға йөрөү.
“Ҡыйыу шиғриәт” тип атар инем Салауат Әбүзәрҙең ижадына баһа бирергә тура килһә. Ысынлап та, уны барыбыҙ ҙа талантлы шағир ғына түгел, ә үткер ҡәләмле журналист тип тә беләбеҙ. “Башҡортостан” гәзитендә эшләү дәүерендәге бер ваҡиға бөгөнгөләй хәтеремдә. Мин был тармаҡта яңы ғына бил нығыта башлаған йәш кеше ағайыбыҙҙан сетерекле мәсьәлә буйынса кәңәш һорап индем. Уның шул ваҡыттағы яуабы бөгөн дә йыш ҡына миңә ярҙамға килә. “Ҡурҡыу хисе бөтәбеҙгә лә хас. Әммә шундай ваҡыттарҙа бөтә ҡыйыулығыңды туплап киләһе аҙымды яһай белергә кәрәк. Эйе, бәлки, килеп тә сыҡмаҫ өмөтләнгәнең. Әммә үкенес тойғоһо йөрәгеңде өтмәйәсәк. Уңышһыҙлыҡ өсөн һине берәү ҙә Марс планетаһына сығарып ырғытмаясаҡ бит!” – тигәйне ул. Ысынлап та, Салауат Әбүзәрҙең саялығы шиғриәтендә лә асыҡ сағыла. Шуға ла ул бик күптәрҙең һөйөүен яулай алғандыр, моғайын. Ҡыйыу шағир ғына шулай әйтә ала бит:
Ишетмәйбеҙ зарын һәм күрмәйбеҙ
Аяныслы хәлле башҡортто.
Күпме ҡыҙың ят милләткә сығып,
Нәҫел ағасыңды ҡоротто.
Ауылдарҙа күпме ир егеттәр,
Мохтаж булып ҡатын наҙына,
Киләсәккә өмөттәре һүнеп,
Батып бара эске һаҙына.
Күрмәйһеңме, Алдар, Салауаттар,
Батыршалар, Ҡаһым түрәләр,
Илен һаҡлар, халҡын яҡлар улдар
Тыумайынса гүргә керәләр?! (“Ҡоролтайға көйлө хитап”)
Йәки:
Ҡарап торам. Хәйерсебеҙ
Бер ни тапмай, ары китте.
Мин ҡыҙғанам хәйерсене,
Мин ҡыҙғанам анау этте.
Китеп бара. Аяғында
Ҡатып бөткән тишек итек.
Китеп бара, берәй нәмә
Табырына өмөт итеп.
Көн боҙола… Ел-дауыллап,
Әллә күпме ҡарҙар яуыр.
Ул меҫкенде бер кем белмәй
Ҡайҙа барып, ҡайҙа ауыр?!
Улар китте. Буран олой.
Йөрәгемә бәрә һалҡын.
Әйтерһең дә, сүплек болғап,
Китеп бара минең халҡым… (“Хәйерсе” поэмаһы.)
Был китапҡа баш һүҙҙе Башҡор­тостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев яҙған. “Арымаһын илһам толпары” тип атаған уны ил ағаһы. “Талантлы шағи­рыбыҙ үҙенең илле йәшен дүрт шиғыр китабы менән ҡаршы ала. “Мөхәббәт баҡсаһы” исемле электрон китабы ла сыҡҡан икән. Быға өҫтәп тағы ла нимә әйтәһең инде? Әйтәһең икән, төп иғтибарҙы иң элек бына нимәгә йүнәлтәһең: ижадтың баһаһын һис кенә лә китаптар һаны, әҫәрҙең күләме билдәләмәй. Һан сифатҡа әйләнә тигән диалектика ҡануны ижад донъяһы өсөн һис кенә лә ҡәтғи закон түгел. Берәүҙәр аҙ әйтеп тә халыҡ хәтерендә ҡала, икенселәрҙең күп яҙғандары ла тиҙ онотола”, – тип билдәләй Рауил Төхвәт улы. Эйе, быны шағирҙың шиғриәтенә ҡарата халыҡ һөйөүе лә раҫлай бит. Ил ғәме менән һуғарылған уның һәр ижад емеше. Ил кисергәнде үткәрә йөрәге аша һәм улар күңелде семтеп алырлыҡ шиғыр өлгөләренә әүерелә. Шулай булмаһа, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының иң юғары наградаһы – “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы менән бүләкләнер инеме ни?..
…Һәм халҡымдың бөйөк рухы йәшәй,
Ниндәй көс бар шунан юғары?
Мәңгелеккә ҡалҡан булып тора
Башҡорт рухы – башҡорт диуары!
Ысынлап та, рух – шағирҙың төп ҡалҡаны. Уны заман һынауҙары һындыра алмай. Бөгөнгөнөң аяныслы хәлдәренән беҙҙе бары рух ныҡлығы ғына ҡотҡара аласаҡ – Салауат Әбүзәр шиғриәте тап ошоно раҫлай.
Бөгөн шиғырҙарын халыҡ яттан һөйләгән шағирҙарыбыҙ бик һирәк – шуларҙың береһе, һис шикһеҙ, Салауат Әбүзәр. Билдәле шағир, драматург, журналист көндәлек тормошта ла башҡа­ларға, бигерәк тә, йәштәргә өлгө бу­лырҙай йәшәй белә. Дүрт балаға ғүмер биргән атай ҙа, ныҡлы терәк-таяныс булырҙай тормош иптәше лә. Башҡорт рухын шиғырҙарында һәм поэмаларында ғына данлап ҡалмай, ә шуға тоғро булып көн итә. Дан һәм шөһрәт артынан ҡыуғандар сафынан да йыраҡ. Илле йәшен билдәләгәндә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала уҡыусы балалар менән осрашыуҙы хуп күреүе лә ошоға дәлил түгелме ни?
Эйе, “Ғәмәл дәфтәре” китабын сар­са­ғандан һуң шишмә һыуын эскәндәй йотлоғоп уҡып сыҡтым. Рухташым кү­ңеленән тыуған тылсымлы шиғырҙар бит! Иманым камил, бик күп шиғриәт һөйөүселәр был китапты ҡабат-ҡабат уҡыясаҡ, илһамланасаҡ, уйланасаҡ. Халҡыбыҙҙың бөгөнгөһө һәм иртәгәһе тураһында. Рухыбыҙ тураһында.
Ә шағир артабан да ижад итһен, мил­ләте яҙмышын үҙ йөрәге аша үткәрһен. Хоҙай Тәғәлә шағирҙарға ғына йөкмәткән яуаплылыҡ бит был. Быны ул үҙе лә төшөнә һәм “Ғәмәл дәфтәрен” йом­ғаҡлаған “Һүҙ” шиғырында тап шул турала әйтә:
Таланған ил, рәнйетелгән халыҡ,
Эй, уландар, бер һүҙ көтә һеҙҙән!
Заманында Батыршалар әйткән,
Салауаттар әйткән һәм Ҡаһымдар…
Әйт шундай һүҙ: осҡон сәсрәп торһон,
Ул һүҙеңдән уттар ҡабынһындар!

Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН.

Килегеҙ. Үкенмәҫһегеҙ

Беҙҙең “Йәйғор” шифа­ха­наһын Өфө эргә­һен­дәге ҡа­рағай урманы ура­тып алған. Һауа саф һәм йом­шаҡ, ҡала ығы-зығыһы ише­телмәй.
Шифахана тәүге осорҙа (ул 1984 йылда асылған) баш ҡала предприятиелары хеҙ­мәт­кәрҙәрен генә ҡабул итһә, хәҙер респуб­ли­кабыҙ ҡала-райондарынан, Рәсәй төбәк­тәренән, хатта сит илдәрҙән дә сәләмәтлектәрен нығы­тырға һәм ял итергә килә­ләр.
Умыртҡа һөйәге һәм быуындар һыҙлауынан, геморрой һәм енси ауырыу­ҙарҙан дауалағанда айырыуса яҡшы күрһәткестәргә өлгә­шәбеҙ. Беҙгә атлай алмаған ауырыуҙарҙы ла алып килгәндәре бар. Уларҙы массаж, мануаль терапия, энә ҡаҙау һәм “ANATOMOTOR” сит ил аппаратында умыртҡа һөйәген яҙылды­рыу ярҙамында аяҡҡа баҫтырабыҙ. Беҙҙәге ҡайһы бер дауалау аппаратын илдең башҡа шифаханаларында осратып булмай. Мәҫәлән, быуындар шешеүенән, үксә һөйәге ауырыу­ҙарынан арындырыусы ҡаҡма тулҡынлы терапия аппараты – республикала берҙән-бер.
Шифаханабыҙҙағы “Гальванованна” ҡоролмаһы ла Рәсәйҙә бер нисә генә. Ул мускулдар ауыртыуын бөтөрә, ҡан әйләнешен яйға һала, контузия алған кеше­ләрҙең хәлен яҡшырта. “Магнитотурботрон” аппараты ебәргән магнит тул­ҡын­дары организмға төрлө ауырыуҙы дарыуһыҙ еңергә ярҙам итә, кешене башынан алып аяғына тиклем дауалай. Айырыуса юғары ҡан баҫымынан, тын алыу һәм ашҡаҙан-эсәк юлы сирҙәренән ҡотҡара, иммунитетты нығыта.
Йылдар буйы һыналған дауалау ысулдарын да киң ҡулланабыҙ. Әйтәйек, һөлөк һалыу, физиотерапия, массаж, ләмле ванна, тоҙ шахтаһы, ингаляция, аэрофитотерапия.
Тоҙло Илек һыуы йәки шундай уҡ концентрациялы һыу тултырылған йылы һәм таҙа бассейн да буш торғаны юҡ. Ул һөйәк, мускул, нервы система­һы, ҡан тамырҙа­ры ауы­рыу­ҙарынан, балалар эк­земаһынан, псориаздан килешә. Йөҙөү өсөн ҙур һәм тренажер­ҙар­ҙа шө­ғөл­­лә­неү өсөн бәләкәй бассейндар ҙа бар.
Стоматология бүлеге бер нисә йыл элек теш быраулау машинаһы энә­һен лазер нурына алмаш­тырҙы. Тештәрҙе былай дауалау механик ысул­дар­ҙан ныҡ айырыла. Беренсенән, ауырттырмай, икенсенән, пломба кәмендә ун йыл тора. Анестезияға аллергияһы бул­ған­дар өсөн лазер – теш һыҙлауынан ҡотолоуҙың берҙән-бер сараһы. Белгестәр теште ағартыу, уға ултырған таштарҙы алыу, кариесты иҫкәртеү, теш ҡаҙнаһын дауалау кеүек хеҙмәттәр ҙә күрһәтә.
Косметология кабинетында кешенең һаулығын нығытыуҙа һәм тышҡы ҡиәфә­тен яҡшыртыуҙа озон бик уңышлы файҙа­ланыла. Озон терапияһы ярҙамында целлюлитты, икенсе эйәкте, биттәге һәм тәндәге һырҙарҙы, яра эҙҙәрен, операциянан һуң ҡалған йөйҙәрҙе бөтөрәләр. Ошо юл менән тағы ла ҡан әйләнешен яҡшыртыу, тамырҙарҙы таҙартыу, холестеринды кәметеү уңышлы башҡарыла. Башҡортостанда берҙән-бер һаналған эксимер лазер менән псориаз, нейродермит, экзема, витилиго кеүек тире ауырыу­ҙарына ҡаршы көрәшәләр.
Халыҡ ихтыяжынан сығып төҙөлгән “Иммунитетты нығытыу” һәм “Организмды таҙартыу юлы менән ябығыу” программалары үҙҙәренең юғары һөҙөмтәле, файҙалы булыуын иҫбатланы.
Килегеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Беҙ һеҙгә һәр ваҡыт шатбыҙ.
Альберт ШӘМСЕТДИНОВ,
“Йәйғор” шифаханаһы директоры,
медицина фәндәре кандидаты.