Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Камил ФАЗЛЫЙ

ҮҘЕ – ИЗГЕ, ҮҘЕ – ЯУЫЗ...

Ҡурҡтым
– Биреп тор!? – тип минән бер ҡарт
Әйбер-фәлән алғылай.
Эше бөтөп, ҡайтарғанда,
Хәтеркәйем ҡалғылай.

Яңы әйбер бирәм дә бит,
Бик үтенеп таптырғас;
Ни эшләргә, ул яңыны
«Йомоп», иҫке тотторғас?..

Ҡандала кеүек ҡаҙалды,
Ҡомалаҡтай бәйләнде.
Ватыҡ-мотоҡ, иҫке-моҫҡо –
Донъям сүпкә әйләнде.

– Ҡаҙ өмәһе үткәрәм, – ти, –
Ебәр, зинһар, бисәңде.
Ярата өмә бисәңдәй
Йәш кешене, эшсәнде.

Ебәрҙем дә, ҡалдым ҡурҡып,
Ҡабып тары бутҡаһын.
Ни эшләрмен, алып ҡалып,
Бирһә тешһеҙ ҡортҡаһын?..

Ярамай
Малай сағымда һыҙғырып,
Йәштәштәрҙе уҙҙырғас,
Тыя ине әсәй мине:
– Ел сыға, – тип, – һыҙғырғас.

Әле хайран ҡалдым, күргәс
Күршеләге сибәрҙе.
Коммуналь түләүҙе алғас,
Һыҙғырып уҡ ебәрҙе.

Кибеткә ингән әбекәй,
Ҡәнәғәтһеҙ яуызың,
Хаҡтарҙы күргәс, һыҙғырҙы,
Сәпелдәтеп ауыҙын.

Аптырарлыҡ: ҡайҙа баҡма,
Һыҙғырыш та һыҙғырыш.
Хатта, түләүле бәҙрәфтә
Һыҙғырышта уҙҙырыш.

Синоптиктар көслө дауыл
Көтөлә тип киҫәтә.
Һыҙғырғандан сыға дауыл,
Көсәйә ел бишләтә.

Ел-дауыл түбә аҡтара,
Йорт-ҡураны яралай.
Ел-дауыл ҡупмаһын тиһәк,
Һыҙғырырға ярамай!

Тәҡдим
Күҙем яңылыш күрәме:
Һатыусы ҡыҙ пыр туҙҙыра.
Һатып алыусыһы уны
Хайран ҡалып тыңлап тора.

Үлсәүенә һуға-һуға,
Хәле бөткәс теге дулап,
Һатып алыусыһы, хатта,
Ҡуйҙы кәнфит менән һыйлап:

– Мөдир булам райүҙәктә,
Етәкләйем мәктәптәрҙе.
Аппаратыма туплайым
Һайлап һиндәй иң шәптәрҙе.

Тиргәүең, – ти, – ҡот осорғос,
Ундай сифат ҡиммәт хаҡта.
Булмаҫһыңмы инспектор
Мин эшләгән аппаратта?