Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Йәмил Мостафин

Убыр

Тайшет күгенән бына бер нисә көн инде әскелтем һөрөм еҫе аңҡый. Поселок кешеләре әленән-әле көнсығышҡа баға, тайга өҫтөндә уйнаған ялҡын телдәрен күҙәтә. Гүйә кемдер офоҡта ҙур ҡыҙыл яулыҡ болғай ине.
Көндөҙ ҡояш еҙ батмус һымаҡ төтөн шаршауы араһында өҙөк-һурыҡ ҡына күренеп ҡала. Тайшет малайҙары ҡояшҡа ҡарап ғәжәпләнә, шунан үҙҙәренсә һығымта яһай.
– Хәтәр дөрләй бит! Күрегеҙсе, хатта ҡояш ирегән, – быларҙы һипкелле Гога ҡысҡыра ине.
– Ысын даһа, ҡояштағы тауҙар ҙа яна икән! – Синдек түбәһенән Йәмилдең тауышы ишетелде. Уға быйыл ун ике йәш тула.
– Һинһеҙ күрмәйҙәр тиһеңме? Әллә кем булып һөйләнеп тораһың, – Гога бушҡа ғына уға ҡаҙарынды, үҙе һаман китек бәкеһе менән ҡарағас бүрәнәһенең сайырын соҡоуын белде. Шунан ниҙер уйлап, сәсенә күптән ҡайсы теймәгән башын юғары күтәрҙе лә һағыҙын сәйнәй-сәйнәй:
– Өләсәйемдең әйткәне бар: донъяның аҫты-өҫкә килер әле бер заман...
– Сәйнәнмә әле, йән көйҙөрөп. Йә, нимә тине өләсәйең? – Йәмил иптәшен еңелсә битәрләп алды һәм һаҡ ҡына баҫып түбәлектән төшөргә ниәтләне.
– Йә, әйтһәң әйт тә...
Гоганың өләсәһе – иҫке ҡарашлы, динсел әҙәм.
Гога салбарын күтәрә биреп ҡуйҙы, өйгә яҡынлашты. Өләсәһенең тауышына оҡшатырға тырышып:
– Ахырызаман да булыр әле... Алла беҙҙе тамуҡҡа индерер.
– Алдай белмәһәң, алдашма!
– Алдай, алдай, – тип үсекләне Гога Йәмилде. – Өләсәйем әйткәс, хаҡ һүҙҙер. Тайга ниңә яна, беләһеңме? Өләсәйем, исмаһам, белә: ҡояш ярсығы төшкәндә тайгаға үрт ҡабынған. Күр, күпме ҡояш кителгән. Күрәсәгебеҙ алда әле...
Әммә һүҙ көрәштереү өҙөлдө. Баянан бирле урман яғына диҡҡәт менән ҡарап торған Йәмил – ул Гоганың фәстереүенә йүнләп ҡолаҡ һалмай торған икән – ҡапыл йөрәкһеп ҡысҡырып ебәрҙе. – Ҡара, ҡара, йәнлектәр! Ана, дәү мышы.
Гога ла ҡарһаланып тыранса ябылған синдек башына үрмәләне.
– Ҡулыңды бир, тартып мендерәм...
Гога Тайшет өйҙәре, урамдарында үҫкән йәш шыршылар, сауҡалар аша тайга яғына баҡты. Урман ситке урамға терәлеп кенә тора.
Йәнлектәр йән-фарман көнбайышҡа һыпырта. Ҡойма-кәртәләрҙе йә аша ырғып, йә урап килә улар. Бышлығып бөткәндәр, көс-хәл менән тын алалар, күрәһең, байтаҡ ара үткәндәрҙер. Танауға ҡойҡа еҫе, көйгән ит еҫе бәрелде. Урамдағы кешеләр ҡапҡа, бағана тирәһенә һырыҡты: мәхлүктәрҙең сараһыҙҙан сабыуҙарына ҡамасауламаҫҡа теләйҙәр. Хатта эттәр ҙә үҙҙәренең сәмен баҫып, йәнлектәргә өрмәнеләр, бәлки, ара-тирә генә үрәпсеп сыйылдаштылар.
– Һыпырталар ғына бит, әй! – Гога әллә һөйөнөстән ҡысҡыра ине. – Ҡара, ҡара, төлкө мышы тирәһендә нисегерәк урала. Тейендәрҙең күплеген күр һин!
– Ниңә ҡысҡыраһың, ахмаҡ, – тип шелтәләне дуҫын Йәмил. – Улар уттан ҡаса, һиңә – мәҙәк. Байтағы урманда бешеп, үлеп бөткәндер әле, әй, бахырҡайҙар.
– Һөйөнмәйем дә ул. Төлкөнөң йүгереүе бигерәк көлкө...
Ҡапыл көтөү уңға боролдо һәм Беренсе урамға – тайгаға терәлеп кенә торған урамға ҡайырылды.
Иң алдан һыңар мөгөҙлө ҙур мышы саба. Алғы уң аяғына һылтаҡлай. Был мәлдә берәүҙән дә ҡурҡмай ине шикелле ул. Сөнки иң ҡурҡынысы – ут – артта ҡалды. Бына мышы бер аҙға туҡтай бирҙе лә юлдаштарына боролоп ҡараны. Йәнәһе, бына мин һеҙҙе тамуҡтан әйҙәп алып сыҡтым, тимәксе.
Көтмәгәндә берәү сәрелдәп яр һалды:
– Про-о-нька! Ас ҡапҡаны, аса һал! Ҡыуып кертәйек бынау «оҙон ботто!» Этте ысҡындыр, тиҙ бул!
Гоганың өләсәһе тимер һәнәкте болғай-болғай мышыға яҡынлашты. Мышы уға аптыраулы ҡараны ла Пронька ни аралалыр яртылаш асып өлгөргән ҡапҡа аша эскә уҙҙы. Эстә бәләкәй генә бесән кәбәне лә күренә... Проньканың ҡара лайкаһы ниңәлер урамда алаҡанлашып, ни эшләргә белмәй үрсәләнгән бүтән йәнлектәргә ташланырға, уларҙы өркөтөргә теләмәне. Әллә бындай хәлдә һунарсылауҙың яҙыҡлығын һиҙенде инде, хужаһы һөсләй-һөсләй сылбырынан һөйрәһә лә, ҡарышыуын белде.
– Тибеп осор шул әрәм тамаҡты! Йәһәт бул, әтеү ит ҡаса бит! Мул ит ҡулдан ысҡына, – ҡарсыҡ һаман дыуамал улын ҡыҙҙырҙы, үҙе бүтән йәнлектәрҙе был тирәнән ҡыуырға тотондо.
Гоганың атаһы, Пронька, белә: мышылар ярһыһа, беләк йыуанлығындағы тәртәләрҙе лә бер тибеүҙә һындыра. Ә мөгөҙҙәренән хатта алаптай айыуҙар ҙа шөрләй. Шуға Пронька әлегә ни эшләргә белмәне.
– Асыҡ ауыҙланма, яп инде ҡапҡаны, – әбей һаман үҙенекен тылҡыны.
Ә малайҙар араһында түбәндәге һөйләшеү булды.
– Гога, мышыны һәләк итәләр ҙәһә!
– Булмаҫ, Йәмил. Юл ҡуймайым мин быға. Валлаһи, – Гога синдек башынан сос ҡына шыуып төштө лә өйҙәренә йүгерҙе. Йәмил дә уны ҡыуып етте. Иптәше был саҡта бәләкәй ҡапҡаны дөмбөрҙәтә ине инде.
– Өләсәй, ас! Атай, атаҡайым, теймәгеҙ уға...
Урам ашаһынан Пронька Судаковтың күршеләре был яҡҡа асыу менән ҡарайҙар ине.
– Ҡәһәр һуҡҡан ҡомһоҙҙар. Тайгала – атып ал, ә ниңә бында тейергә. Ул бит ярҙам һорап килгән, – атаҡлы һунарсы Степандың асыулы тауышы ишетелә.
– Гога, йәкәлең менән һуҡ.
Гога, Йәмил ҡушҡанса, кеҫәһенән атаҡлы йәкәлен – ҡурғаш ҡойоп алған һыйырҙың шайтан ашығы һөйәген тартып сығарҙы ла ҡапҡаны аяуһыҙ шаҡылдата башланы. Ихаталағы сәйер тынлыҡ уны ғәжәпләндерә ине. Ҡайҙалыр лайка ғына сыйылдап ҡуя, берәү ауыр баҫып тегеләй-былай атлап йөрөй.
– Атай, ас инде!
– Кер әйҙә, йөрөйһөң шунда, – тип һуҡранды өләсәһе һәм ҡапҡаны ейәне үтерлек кенә итеп асты. Кәүҙәгә ҡалыныраҡ Йәмил һыймаһын өсөн шулай эшләнде был. Йәмил дә эскә үтергә тип ынтылғайны, ҡарсыҡтың ҡаҡса ҡулдары уны кире тышҡа этәрҙе.
– Ҡыҫылып йөрөмәһәң, исемең юғаламы? Атаһы эш менән мәшғүл, ҡамасауламағыҙ. Алла минең доғаларымды ишетеп, бүләк ебәргән.
–Үлтермәгеҙ, ҡуй, бирмәйем, – Гоганың тауышын танырлыҡ түгел ине был мәлдә.
***
Был саҡта әжәл ҡулына эләккәнен саҡ аңлағайны мышы... Етеҙ аяҡтары ла, ҡоростай мөгөҙ асалары ла ҡотҡармаясаҡ уны. Ҡойма, ай-һай, бейек... Бында ул үҙе килеп инде лә баһа, рәнйетергә нисек баҙнат итерҙәр икән?! Афәт көндәрендә күпме кешеләргә юлыҡты, береһе лә уға теймәне бит.
Бәлә тыуғанда бөтәһе лә бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙырға бурыслы. Ана, Бирюсаны аша сыҡҡанда ул да һеләүһенде балаһы-ние менан уйһыҙ тапап китә ала ине, ләкин тапаманы. Ә бығаса гелән баҫтырып йөрөгән айыу ҙа йәбешмәне үҙенә. Мышы үҙенә төбәлгән көпшәле кәкерсә таяҡтың үлем килтерәсәген аңламай ине.
– Атай, атма! Ҡуй әле, атай...
Гоганың тауышын хайуан ишетте. Әммә шул тауыш ишетелгәндә ҡабырғаһына ут тишеп инде. Ниңә яна икән күкрәге? Янғындан ҡасҡайны бит хатта. Бүтәндәргә юл күрһәтеп...
Атыу тауышынан һуң Йәмил ҡапҡаны ике ҡуллап дөмбөрҙәтергә тотондо. Тимерсе Степан да килеп етте.
– Пронька, яҡшы саҡта асып ҡотол! Ҡапҡаңды емерәм әтеү. Нимә эшләнең һин унда?
– Өркөтмә, – тип яуапланы уға Пронька һәм ҙур ҡапҡаны шар асты. – һинең ишеләрҙе генә күргән бар...
– Шул айыуҙы (тимерсене) бәләкәй ҡапҡанан ғына индерһәң, булмайҙыр шул, – тип йәнә һуҡранды ҡарсыҡ. Ул көс-хәл менән бая Гоганы аймап тотоп ебәрмәгән икән, хәҙер генә ысҡындырҙы. – Ярай инде, улым, өҙгөләнмә. Алла ебәргән байлыҡты ҡабул итмәү – гонаһ...
– Алла ебәрмәгән, уны үҙегеҙ ҡыуып индерҙегеҙ, – тип һаман һулҡылданы Гога. Ә Йәмил шикләнеп тә, нәфрәтләнеп тә ҡарсыҡҡа ҡарап ҡатып ҡалғайны.
– Тәки һәләк иткәнһегеҙ. Уттан имен-аман ҡотолған, ә бына һинән... Битһеҙ икәнһең,
– Һин, Степан, ауыҙыңды ипләп ас, йәме, – Пронька бер юлы урамына тулған кешеләрҙе лә таратырға маташты.
– Нимә, әллә беренсе күреүегеҙме? Күрһәгеҙ – тайығыҙ.
– Убырҙар ҙа бындай эшкә бармаҫ.
– Ул шәфҡәт һорап килгән, ә һин...
– Хөрт булған, Пронька, – тиештеләр күршеләре һәм уйсан ғына таралыштылар. Әйтерһең, улар зыяраттан ҡайтып киләләр ине.

С. Шәрипов тәржемәһе.