Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Фәнил Күзбәков

ҠӨРЬӘН КӘРИМ СҮРӘЛӘРЕНӘ ШИҒРИ АҢЛАТМА

Рухи даирәбеҙҙән хәбәрҙар инсандар иғтибарға алғандыр: талантлы шағир, билдәле прозаик Мәүлит Ямалетдиндың 2015 йылда “Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма” тигән ҡабатланғыһыҙ (уникаль) баҫмаһы донъя күрҙе. Башта уҡ шуныһын айырыуса һыҙыҡ өҫтөнә алып үтеү фарыз: был изгеләрҙән-изге башланғысҡа әҙерлекле килде әҙип. Уның тәүге художестволы әҫәрҙәре үк авторының тәҡүәле булыуын күрһәткәйне. Мәҫәлән, дан көҫәп, даһилыҡҡа дәғүә белдереүселәрҙе күҙ уңында тотоп, былай тигәйне:
Даһилыҡ күк ихтыяры,
Тәңренең хөкөм эше.
Илаһиҙар өлөшөнә
Ниңә ҡыҫыла кеше?..
Милләтебеҙҙең ҡатмарлы яҙмышы тураһында уйланып, мөьминдәргә хас сабырлыҡ менән, тәҡдиребеҙ шул, тип тә һыҙланды ул. Артабан Ҡөрьәндең башҡортса баҫылып сығыуына бәйле оло ғорурлыҡ менән ихлас ҡыуанысын еткерҙе. Бер шиғырын “Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһиссәләмдең бер риүәйәтенә тәфсир” тип атаны һәм ҡайһы бер сүрәләрҙе шиғыр юлына һала башланы. Ә “Еҙ ҡомған” хикәйәһендә мәшһүр Аҡмуллабыҙҙы ысын мәғәнәһендәге диндар, хаҡ юлдағы мосолман, иманлы сәсән итеп тасуирланы. Мәүлит Ямалетдин үҙе лә был йәһәттән, Аҡмулланың башланғыстарын заманыбыҙға ярашлы дауам итеүсе булараҡ, уның игеҙәгеләй уға бик яҡын: икеһе лә һоҡланғыс талантҡа эйә һүҙ оҫтаһы, икеһе лә йөрәктәрендә Илаһҡа һөйөү йөрөтә, икеһе лә халҡына мөкиббән бирелгән. Күренеүенсә, Мәүлит Ямалетдин Ҡөрьән сүрәләренә шиғри аңлатма биреү кеүек уғата яуаплы ғәмәлгә оҙайлы әҙерлек үтеп, бай тормош тәжрибәһе туплап, ижади йәһәттән тамам өлгөрөп килде.
Ҡөрьән Кәримдең иһә мәңгелек китап булыуын иҫбатлап тороу кәрәкмәй. Уға арналған тикшеренеүҙәр, тәфсирҙәр, тәржемәләр бихисап. Һәр дәүер, һәр быуын был йәһәттән рухи кимәлдәренә, артылған аң-белем үрҙәренә ярашлы үҙ өлөштәрен индерә килә. Ҡөрьән Кәримде күҙаллау торған һайын киңәйә, тәрәнәйә бара. Әммә уны тулыһынса аңлап-төшөнөп бөтөү – мөмкин түгел. Был хаҡта “Әлү Ғимран” сүрәһенең етенсе аятында асыҡ әйтелгән:
Ә ҡайһы бер аяттарҙың мәғәнәһе йәшерен,
Ундай аяттарҙың аныҡ (һәм берҙән-бер) шәрехен,
Аллаһы Тәғәләнән тыш белә алмай һис бер кем…
Әйҙәгеҙ, ваҡиға уңайы менән авторҙың үҙенә мөрәжәғәт итәйек.

Фәнил Күзбәков (артабан – Ф. К.):
– Мәүлит Байгилде улы, һеҙ Әҙәбиәт йылында республикабыҙ халҡына, атап әйткәндә, төрки-мосолман ҡәүемдәренә һиммәтле бүләк булырлыҡ китап нәшер иттегеҙ. Ул да булһа – “Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма” хеҙмәте. Шул турала һеҙҙең менән бер аҙ әңгәмәләшеп алырға ине.
Мәүлит Ямалетдин (артабан – М. Я.):
– “Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма” китабы тураһында һүҙ сыҡҡас, башта бер аҙ түбәндәгеләргә туҡталғы килә. Бөгөн йәмғиәтебеҙҙең буталсыҡ, ауыр осор кисергәне һәр кемгә мәғлүм. Тормошобоҙҙоң һынылышлы дәүергә юлыҡҡанлығын шул да асыҡ төҫмөрләтә: матди ҡыйынлыҡтар менән бер рәттән, быға тиклем ихлас инанған идеалдар селпәрәмә килә, уй-хыялдар, ышаныстар ҡыйрала. Һөҙөмтәлә, кеше һуңғы ваҡыттарҙа үҙ күңелендә рухи бушлыҡты көндән-көн нығыраҡ тоя, артабан кемгә, нигә ышанырға белмәйенсә аптырап ҡалған осраҡтар күбәйә. Бына ошо ғәйәт болғауыр мәлдәр тыуғанда, тормоштоң барлыҡ өлкәләре тәрән көрсөк кисергәндә, диндең һәм дини ғөрөф-ғәҙәттәрҙең яңырыуы һис тә ғәжәп түгел. Дин, универсаль бер күренеш булараҡ, быуаттар һынауын үтеп, кешенең эске һәм тышҡы булмышына яраҡлашып, хәҙерге хәлендә беҙгә килеп еткән. Әлбиттә, һәр бәндәнең үҙенә генә хас шәхси инаныуы, табынған ҡиблаһы булыуы мөмкин, әммә шуны тулы инаныс менән әйтергә була: дин кеүек универсаль, был донъяның (хатта теге донъяның) барлыҡ өлкәләрендә берҙәй үк ҡулланырға яраҡлы булған тағы ла шундай уҡ тәғлимәтте кешелектең йәнә бер тапҡыр уйлап сығарыуы икеле. Был турала “Әл-Исра” (Төндә күсереү) сүрәһенең 88-се аятында бик ҡәтғи рәүештә әйтелә:
Әйт: “Әгәр ҙә кешеләр һәм ендәр йыйылып бергә,
Теләһәләр Ҡөрьән кеүек китап ижад итергә,
Бер-беренә ярҙам итеп, күпме тырышһалар ҙа,
Ҡөрьәнгә тиң китап һис тә тыумаҫ ине уларҙан.
Ф. К.:
– Әйтелгән фекерҙәр менән килешмәү мөмкин түгел. Фән дә хәҙер, ваҡыт үтә килә, диндә күҙалланған ҡайһы бер ҡараштарҙың дөрөҫлөгөн раҫлай. Ғөмүмән, донъяны танып-белеүҙә диндең дә, фәндең дә, сәнғәттең дә үҙенсәлектәрен, нескәлектәрен иҫәпкә алмайынса һис кенә лә ярамай. Был хаҡта энциклопедик ҡоласлы, атаҡлы ғалим Михайло Ломоносов бына нимә ти: “Әгәр ҙә псалтырҙы циркуль ярҙамында баһалаһаң... мәғәнәһеҙлек килеп сығыр ине...” Тимәк, Ҡөрьәнде тәржемәләү (ҡасандыр, ни сәбәптәндер был эш хупланмауына ҡарамаҫтан), шәрехләү бик кәрәкле. Мәүлит Байгилде улы, ниндәй ҙур ижади ҙа фәнни ҙә эш башҡарыуығыҙҙы самаларға ғына мөмкин. Бының өсөн ике тиҫтәнән ашыу йыл сарыфлауығыҙ уҡ күпте аңғарта. Эске инаныс, әйтергә яраһа, Хоҙай Тәғәләнең ярҙамы менән генә атҡарып сыға алырҙай ғәмәлдер ул. Ниндәйерәк уй-кисерештәр ҡамаланы эш мәлендә, ҡәләмдәш, икеләнеүҙәр-шикләнеүҙәр йонсотманымы? Кәртәләр, ҡаршылыҡтар ҙа булғандыр бит?
М. Б.:
– Дөйөм алғанда, үҙемдең яҡтан әллә ни икеләнеү-шикләнеүҙәр булманы. Гәрсә, минең был эш менән шөғөлләнеүемде өнәмәйенсә, еңелсә шелтәләүселәр булманы түгел. Нисек кенә сәйер тойолмаһын, был ризаһыҙлыҡтар үҙебеҙҙең яҙыусылар ауыҙынан сыҡты. Уларҙың йәшерәге: “Ҡөрьән сүрәләрен тәржемәләп ултырғансы, әллә күпме әҙәби әҫәр яҙыр инең бит, ағай”, – тине. Икенсеһе, олпатырағы иһә: “Быларҙы яҙғандан алған килемең бер тәҙрә яңағы эшләтеүгә лә етмәй бит”, – тине шаяртыу аша (ул мәлдә үҙемә шәхси йорт төҙөү менән мәшғүл инем). Мин уларға бер ни ҙә өндәшмәнем. Ә бөгөн уларҙың әруахтарына өндәшәм: бөйөк Аҡмулла шиғырҙарының тапҡыр әйтемдәр рәүешендә халыҡ күңеленә уйылып ҡалыуының сере ниҙә? Уларҙың ер йөҙөндә өндәре генә түгел, эҙҙәре лә һыуынғанға күрә, үҙем яуап бирәм: Аҡмулла ижадының халыҡ зиһененә уйылыуының сере ислам мәҙәниәтенә, уның әхлаҡи принциптарына таянып үҫешеүендә. БДУ-ның Сибай институтында “Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма” китабына арналған конференцияла Ишбулды Әбйәлиловтың (отставкалағы хәрби) әйткәне лә әлеге яҙыусыларға бер яуап булырлыҡ: “Авторҙың ҡалған китаптары тураһында бер ни ҙә әйтә алмайым, әммә уның был хеҙмәте мәңге онотолмаясаҡ”.
Ф. К.:
– Ә Мәүлит Байгилде улы үҙе дингә нисегерәк, ҡасаныраҡ килде икән?
М. Я.:
– Иң тәүҙә дин тураһында ныҡлап уйлай башлауым Сыңғыҙ Айтматовтың “Буранлы туҡталыш” әҫәрен уҡығандан һуң тыуҙы. Моғайын, хәтерләйҙәрҙер – унда әҫәрҙә һүҙ барған мосолман өммәтендә йыназа уҡырлыҡ кеше ҡалмауы тураһында йән өшөтөрлөк итеп яҙылғайны. Уны уҡып, ысын мәғәнәһендә тетрәнгәнем хәтеремдә. Ә бит беҙҙә лә – башҡорт ауылдарында ла, 70 – 80-се йылдарҙа шул уҡ хәл ине. Илебеҙҙәге үҙгәртеп ҡороуҙарҙан һуң, элек тыйылып килгән шәхестәребеҙҙең хеҙмәттәрен уҡыу бәхетенә ирештек. Зәки Вәлидиҙең “Башҡорт халҡына хушлашыу хат”ындағы: “Советтарҙың иң әшәке һөжүме дин менән телгә ҡарата ҡылынасаҡ”, – тигән әсенеүле рисаләте дини ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә ҡарата ыңғай ҡараштың нығыныуына тағы ла бер сәбәп ине.
Ф. К.:
– Үҙегеҙҙең тәжрибәнән сығып, башҡа тәҡүәлеләрҙе күҙәтеүгә нигеҙләнеп, Аллаһҡа илтеүсе юлға сығыу тураһында ни әйтә алырһығыҙ?
М. Я.:
– Инаныуымса, Аллаһ юлы – хаҡ һәм тура юл. Ҡөрьәндә был турала ҡат-ҡат иҫкәртелә. Һеҙ телгә алған тәҡүәлеләр – тура юлдан барыусылар, йәғни, кешеләргә ҡулланма өсөн бирелгән Ҡөрьән менән ғәмәл ҡылыусылар. Ә аҙашыусылар – Иблис ҡотҡоһона, нәфселәренә эйәреп, үҙ йәндәренә зыян-зәүрәт ҡылыусылар. Шуға күрә, мосолман дәүләттәрендәге тәртипте, йәмғиәттәрендә хөкөм һөргән рухи камиллыҡты дәһрилек солғанышындағы илдәрҙәге тәртипһеҙлек менән сағыштырып ҡарап, һәр кем был мәсьәләлә үҙ юҫығын үҙе билдәләргә тейештер инде. Шул уҡ Ҡөрьәндә, диндә көсләмәк юҡ, тиелһә лә, “дин – уйлы заттар өсөн” тип тә әйтелә.
Ф. К.:
– Күптәр хаҡлы ялға сыҡҡас, буш ваҡыт арта төшөп, был донъялыҡтан тыш теге донъяның да булыу мөмкинлегенә бәйле күберәк уйлана башлай түгелме?
М. Я.:
– Үкенескә ҡаршы, бик күптәр хаҡлы ялға сыға ла алмай тегеһенә күсә шул – статистик мәғлүмәттәр шуны күрһәтә. Ошо уңайҙан фәһемле ҡисса иҫкә төшә: алты йәшәр бер малай йүгереп мәсет тарафына китеп бара икән. Унан аҡһаҡал: “Ҡайҙа ҡабаланаһың, улым?” – тип һорай. Малай яуаплай: “Күршеләрҙең минең менән бер йәштәге малайҙары үлеп ҡалды, шуға күрә, һуң булып ҡуймаҫ борон, мәсеткә намаҙға ашығам”.
Ф. К.:
– Эйе. Бер уйлаһаң, изге эштең мөмкин тиклем иртәрәк башҡарылыуы бик мәслихәт. Әммә, хәҙистәрҙә үк әйтелеүенсә, Аллаһ юлына баҫыу бер ҡасан да һуң түгел… Был фекерҙәр дини тәғлимәттә лә диалектик ҡапма-ҡаршылыҡ булыуын күрһәтәме, әллә бөгөнгө рациональ тормош һөрөүселәр өсөн ҡулай фәлсәфә генәме?
М. Я.:
– Моғайын, һуңғы фараз дөрөҫөрәктер. Әлбиттә, дингә килергә бер ҡасан да һуң түгел, ләкин был мөҙҙәттең билдәһеҙ ваҡытҡа тиклем һуҙылыуы бар бит. Ишетә-күрә йөрөйбөҙ: ошо хаҡта һүҙ ҡуҙғатылһа, күптәр йә ваҡыт юҡлыҡҡа һылтана, йә һеҙ әйткән хаҡлы ялға сығыуҙы көтә. Был бары тик әҙәм балаларының үҙ ялҡаулыҡтарын, битарафлыҡтарын аҡлау өсөн уйлап сығарылған һылтау-сәбәп кенә. Ундайҙарҙан шуны һорағы килә: бөгөн, ярай, тағы бер көнөң үтте, йоҡларға яттың. Ә иртәгә уяна алырыңа гарантия бармы?
Ф. К.:
– Ҡөрьән Кәримдә Аллаһы Тәғәлә әҙәм балаларына туранан-тура ла өндәшә… Быны Илаһ әҙәм балаһын үҙе менән әңгәмәгә саҡыра тип тә аңлап була түгелме? Хоҙай хаҡында һөйләшеүгә ҡарағанда уның үҙенә мөрәжәғәт итеү күпкә һөҙөмтәлерәк тә һымаҡ…
М. Я.:
– Эйе, текста ундай урындар йыш осрай. Ә һеҙ әйткән әңгәмә – әҙәм балаһының ғибәҙәт ҡылыуы, зекерҙәр әйтеүе, дини ғилем эстәүе, йәғни, Аллаһ менән тура бәйләнешкә инеүе. Бер һүҙ менән әйткәндә, рухи камиллыҡҡа ынтылыуы.
Ф. К.:
– Йыһандар хужаһы аңлы балаларына ҡушҡанын үтәргә, тыйғанынан тыйылырға саҡыра, бер үк мәлдә был донъяның фанилығы, шуға күрә мәңгелек тураһында уйланыу кәрәклеге хаҡында ҡат-ҡат иҫкәртә. Ошоға бәйле, изге китапта үткәрелгән байтаҡ фекерҙәрҙең ҡәҙимге тормош менән уртаҡ һыҙаттары ла асыҡлана. Уларҙың һеҙҙең тарафтан, Мәүлит Байгилде улы, һығылмалы, милли колоритҡа эйә, образлы тел менән шиғри юлдар аша бирелеүе күңелде айырыуса һиҫкәндерә.
Кешеләрҙе ымһындыра фани донъя хиресе:
Ҡатын-ҡыҙҙар, бала-саға, тау-тау алтын-көмөшө,
Саф тоҡомло арғымаҡтар, мал-тыуар һәм баҫыуҙар.
Ләкин тик фани донъяла файҙаланыла улар…
(“Әлү Ғимран” сүрәһе, 14-се аят)
Йәки ошо уҡ сүрәнән 188-се аятҡа иғтибар итәйек:
Уйлама һин, хаслыҡ ҡылып, ҡыуаныс кисергәндәр,
Эшләнмәгән эше өсөн маҡталыу көҫәгәндәр
Бер ниндәй яза-фәләнгә дусар ителмәҫтәр, тип…
Практик әһәмиәткә эйә кәңәштәр ҙә байтаҡ:
Әй, мөьминдәр!
Икеләнеү белмәһен күңелегеҙ,
Ҡасауыр булып, (һәр эшкә) тәүәккәллек ҡылығыҙ,
Хаттин ашмай, (һәр ғәмәлдә) самаларҙы белегеҙ…
(“Әлү Ғимран” сүрәһе, 200-сө аят)
Дини талаптарҙың милли йолаға әйләнеп китеүҙәрен билдәләргә мөмкин. Мәҫәлән:
Хәлле кеше (етемдәрҙең малына) ымһынмаһын,
Фәҡир кеше зарурлыҡтан артығын тотонмаһын…
(“Ән-Ниса” сүрәһе, 6-сы аят).
Бындай аяттар менән эш иткәндә ижади һәләттән тыш тормош тәжрибәһе лә үҙ ролен уйнағандыр бит?
М. Я.:
– Әлбиттә. Ғөмүмән алғанда, ислам дине, башҡа диндәр менән сағыштырғанда, үҙенең донъяуи, тормошсан тәбиғәте менән айырылып тора. Мәҫәлән, шул уҡ Ҡөрьән Кәримдә донъя көткәндә кәрәкле һәр бер һорауға яуап табырға мөмкин. Унда хатта гинекологияға ҡағылышлы кәңәштәр ҙә булғас, ҡалған өлкәләр хаҡында әйтеп тә тораһы түгел.
Ф. К.:
– Ҡайһы бер аяттар халыҡтың тормош фәлсәфәһенә, быуаттар һуҙымындағы күҙәтеүҙәренә нигеҙләнеп тыуған тапҡыр мәҡәл-әйтемдәр булып ҡабул ителә. Мәҫәлән:
Ярҙам килер сабырҙарға…
(“Әл-Бәҡара” сүрәһе, 45-се аят)
Улар (ҡатындарығыҙ) – һеҙҙең өсөн кейем,
Һеҙ кейем улар өсөн… (187-се аят)
Йәғни ир менән ҡатын бер-береһен һаҡлай, йыуата, хатта биҙәй, береһенең ҡеүәте кәрәкле мәлдә икенсеһенә күсә.
Аллаһ белгәндең күбеһен әҙәм балаһы белмәй…
(216-сы аят)
“Әл-Бәҡара” сүрәһенең һуңғы аятында былай тиелә:
Аллаһ йөкмәй алғандан тыш
һис берәүҙең дә йәненә артығын күтәртмәй.
“Әлү Ғимран” сүрәһенең 186-сы аятына ла иғтибар итәйек:
Шик юҡ, һеҙҙең өҫтөгөҙгә һынауҙар ябырылыр,
Улар һеҙҙең мөлкәткә һәм йәнегеҙгә ҡағылыр…
Әммә барыһына сыҙап, уларҙы күтәрһәгеҙ,
(Хаҡ алдында) үҙегеҙҙең бурысты үтәһәгеҙ,
Ысынлап та, оло (рухи) ныҡлыҡ күрһәтерһегеҙ.
Бындағы һығымталар атаҡлы фәйләсуфтарҙың ҡалын-ҡалын төп хеҙмәттәрендә лә дәлилле логик фекерләү юлы менән, кире ҡаҡҡыһыҙ итеп, нигеҙләнә. Һеҙгә лә, Мәүлит Байгилде улы, билдәле теологтарҙың хеҙмәттәренән тыш, донъяуи ғалимдарҙың да эштәренә мөрәжәғәт итергә тура килгәнлеге һиҙелә. Был йәһәттән айырыуса кемдәрҙе айырыңҡырап күрһәтер инегеҙ?
М. Я.:
– Мәшһүр яҙыусы Әхиәр Хәким билдәләүенсә, “Ҡөрьән Кәрим Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең көсөргәнешле сәйәси көрәшенә бәйле ваҡиғаларҙы, шул донъяның ижтимағи-фәлсәфәүи ҡараштарын, дини-әхлаҡи төшөнсәләрен, яҙма һәм ауыҙ-тел ижады өлгөләрен, эстетикаһын, ғәрәп теленең нескәлектәрен, образдар системаһын үҙ эсенә алған биниһая ҡатмарлы, үтә киң йөкмәткеле әҫәр. Беҙ әле уның күп урындарын аңлап та еткермәйбеҙ” (“Башҡортостан”, 1997 йыл, 6 февраль). Бына ошо ҡатмарлы ла, изге лә китапты тәржемәләргә тотонор алдынан (бигерәк тә шиғыр менән), дингә ҡағылышлы хеҙмәттәрҙе табып уҡырға, ислам дине терминдарының һүҙлеген төҙөргә, ҡасандыр киң ҡулланылышта булған, ләкин онотола төшкән төшөнсәләр һүҙлеген төҙөргә, фәлсәфә, этика, эстетика, политология, мифология һүҙлектәрен файҙаланырға тура килде. Быларҙан тыш, Ҡөрьәндең башҡа телдәрҙәге (урыҫ, татар) академик тәржемәләрен, тәфсирҙәрен өйрәнеү, уларҙың сағыштырмаса тексын төҙөү менән дә шөғөлләнелде. Ә инде донъяуи ғалимдарҙан хеҙмәттәре дини принциптарға нигеҙләнгән Ризаитдин Фәхретдинде күрһәтергә мөмкин.
Ф. К.:
– Зыялылар менән аралашып, дингә ҡағылышлы һүҙ сыҡҡанда күптәр йыш ҡына: “Ни эшләп Хоҙай Тәғәлә әҙәм балаһын күбеһенсә тамуҡ уты менән ҡурҡыта, ожмах менән ымһындыра икән? Был, ябайлаштырып ҡарағанда, шул уҡ “перәник менән ҡамсы” түгелме ни?” тип, аптырашын белдерә…
М. Я.:
– Ысын зыялы ундай һүҙҙәр һөйләп, йомортҡанан йөй табырға тырышмаҫ. Минең өсөн ысын зыялы – Аллаһы Тәғәләнең барлығын фәнни тикшеренеү юлы менән раҫлаған химия фәндәре докторы, профессор, Нью-Йорк Фәндәр академияһы академигы Нәжип Хәтмулла улы Вәлитов (әйткәндәй, Зәки Вәлидиҙең әҡрәбәһе). Минең өсөн хатта ысын зыялы – француз океанологы Жак Кусто. Билдәле булыуынса, ул һыу аҫтына сираттағы сәйәхәте ваҡытында ике диңгеҙҙең бер-береһенә ҡушылмайынса, һәр береһе үҙ составын, үҙ температураһын һаҡлап, үҙ аллы берәмек рәүешендә йәшәүен асыҡлай. Һуңынан, дуҫы Морис Букайҙан был факттың 1400 йыл элек Ҡөрьәндәге “Әр-Рахман” сүрәһендә (19-20-се аяттар) теркәлеүен ишетеп, хайран ҡала һәм ислам динен ҡабул итә. Ә йәһәннәм утына килгәндә, ул һәр бер диндә гонаһлыларға теге донъялағы ҡот осҡос яза рәүешендә вәғәҙә ителә. Ҡөрьән тексынан аңлауымса, үлем – әҙәм балаһына таҙарыныу өсөн тәҡдир ителгән сираттағы бер этап һәм гонаһ ҡылыусылар ниндәйҙер мөҙҙәттә утта янып, таҙарыныу (очищение) кисерәсәк, тиелә. Ә “перәник” мәсьәләһенә килгәндә, ул был донъяның вәсүәсәһенә ымһынмайынса, биргәненә шөкөр итеп, нәфсене ауыҙлыҡлап йәшәү өсөн үҙенсәлекле стимул. Асылда, бөгөнгө экологик көрсөк һәм киләсәктә өҫтөбөҙгә ябырыласаҡ фажиғәләр ана шул ауыҙлыҡ булмауҙың, был донъяның артына тибеп йәшәп ҡалырға ынтылыуҙың аяныслы бер касафаты.
Ф. К.:
– Һеҙҙең дәлилдәр кире ҡаҡҡыһыҙ. Йәнә бер уғата сетерекле күренешкә иғтибар итәйек әле. Һүҙ менән эштең тап килеү-килмәүе айырыуса дин мәсьәләһендә ғәжәп. Был осраҡта башҡаларҙан да бигерәк үҙеңде үҙең алдау килеп сыға түгелме? Заманында монафиҡтарҙы Аҡмулла (уның “аҡ+мулла” ҡушаматы үҙ исеменән алға сығыуы ла тикмәгә түгел бит) ниндәй ҙә художестволы сатира утында көйҙөргән. Беҙ бөгөн, әҙәм балаһын Кеше итеүҙә, Аллаһ яралғыһы булараҡ Кеше булып ҡала алыуында рухи инаныстарҙың мөһимдәрҙән-мөһим роль уйнауын тәрәндән аңлап, диндең дә бары изгелеккә генә саҡырыуын ҡайта-ҡайта тәҡрарлайбыҙ, ә диндар булып күренергә тырышыусы ике йөҙлөләр “эшмәкәрлегенә” күҙ йомабыҙ… Әллә бында ла реаль ысынбарлыҡ (мулланың да ауыҙы, ғаиләһе бар), тормоштоң аяуһыҙ талаптары үҙенекен итәме?
М. Я.:
– Көнитмешебеҙҙең иң үкенеслеһе – һеҙ ҡағылған әхүәлебеҙҙә. Әгәр хәтерләһәгеҙ, 90-сы йылдарҙа уҡ мин, Аҡмуллаға мөрәжәғәт иткән булып:
Боларыш һәм янъял бара уңда, һулда,
Ябай халыҡ аптырашҡан ярты юлда.
Әйткәндәрең ҡабатлана, әй, Аҡмулла!
Күрсе – тағы был донъяны баҫып ала
Мут сауҙагәр, ҡанһыҙ хаким, наҙан мулла, –
тип яҙғайным. Һеҙ билдәләгән төшөнсәләрҙе аңлау дәрәжәһенә күтәрелгән имамдарҙы ҡайҙан алайыҡ?!. Аҡмулла, Зәйнулла Рәсүлев, Мөжәүир хәҙрәт, Ғабдулла Сәиди кеүек рухи лидерҙарыбыҙҙың яңынан ҡалҡып сығыуын көтөргә генә ҡала. Улай тиһәк тә, диндең дәүләтебеҙҙән айырымланған булыуы бәкәлгә ныҡ һуға. Шуға күрә, бөгөнгө ҡатмарлы заманда өҫтәренә имам вазифаһын йөкмәп, оло яуаплылыҡ алып, энтузиазм күрһәткән заттарыбыҙҙы ла аңларға була, сөнки мулла һауа менән туҡланып йәшәй алмай. Бары тик хаттин ашмау, Ҡөрьән билдәләгән сиктәрҙе үтмәү фарыз.
Ф. К.:
– Мәүлит Байгилде улы, һеҙ дин менән ижадты тәбиғи рәүештә, өлгө булырлыҡ дәрәжәлә бергә үрә алдығыҙ. Был йүнәлештә ниндәй ниәттәр менән йәшәүегеҙ хаҡында ла әйтеп үтһәгеҙ ине.
М. Я.:
– Бөгөнгө көндә Ҡөрьән сүрәләрен артабан тәржемәләү һәм шәрехләү менән шөғөлләнәм. Әлбиттә, донъяуи әҙәбиәткә ҡағылышлы мәсьәләләр менән бер рәттән. Ниәтем – Изге Китаптың бөтә сүрәләрен дә тәржемә итеп бөтөү. Әммә, урыҫтың билдәле әйтемендәгесә, әҙәм фараз итә, Алла ҡарар итә. Ғүмер ҙә артыу яғына түгел, кәмеү яғына табан тәгәрәй. Шулай ҙа, әлегә ышаныс менән йәшәйем һәм үҙемә ҡалһа мөһим тип һанаған, күңелемә яҡын эшмәкәрлек менән шөғөлләнәм.
Ф. К.:
– Ваҡыт табып, әңгәмәлә ихлас ҡатнашҡанығыҙ һәм изгеләрҙән-изге эштәрегеҙ өсөн Хоҙай Тәғәләнең рәхмәттәре яуһын, ниәттәрегеҙ бойомға ашһын, иншалла.
***
Мәүлит Ямалетдиндың шиғри аңлатмаһында аяттар башҡорт телендә аңлайышлы ла, эске моңға эйә булараҡ та яңғырай. Был уның талантына, һүҙ байлығына бәйле. Ғөмүмән, уның Ҡөрьәнде шиғри шәрехләүе был изге сүрәләрҙең көйләп уҡылыуын күҙ уңында тотоп эшләнгән. Бына тағы ла бер тыңлап ҡарағыҙ:
Мәңге тере, // мәңге бар (һәм // мәңге буласаҡ) Алла,
Унан башҡа //илаһ итеп // тотор зат юҡ донъяла.
Мәүлит Ямалетдин башланғыстарын был йүнәлештә дауам итеүселәр ҙә булыр. Булһын! Әммә уның был китабы ундай баҫмалар араһында күренекле урын биләренә иманым камил.
Әңгәмәне Фәнил КҮЗБӘКОВ ойошторҙо.