Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Ғәфейә ҒАФАРОВА-БИШЕВА

Кәмәлек

Икенсе бәйән
СОНТОҠ ҠОЙРОҠЛО АТ
Йәйҙең йылы матур көндәре тора ине. Бер нисә көн болотлап ямғыр яуҙы. Өй түбәһе эсле-тышлы һыланһа ла, ныҡ кибеп етмәгән ерҙәре ҡупты. Сәлимә балсыҡ баҫып төшкән ерҙәрен һылай. Бер яҡтан ҡура-соланын да эш итергә кәрәк. Өйөнөң тәҙрә рамдары ла, ишектәре лә, кемделер ялларға ҡулында бер тин аҡсаһы ла юҡ. Күршелә генә Ҡолдәүләт тигән ағай бар ҙа бит. Балта оҫтаһы.
Бер көн эштән һуң еңгәһе Ғилмиямалға китте. Үҙ өйө булмағас, хужалыҡ та юҡ, нимә эшләһен, ас йәшәп булмай бит.
Ғилмиямал – күпте күргән, нахаҡҡа төрмәләрҙә ултырып, донъяның әсе-сөсөһөн етерлек татыған аҡыллы ҡатын. Улы, Мирхәйҙәре, армияла ине. Яңғыҙ йәшәй. Мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләй. Унда, күп булмаһа ла, аҡса түләйҙәр.
– Сәлимә, һин миңә килеүеңә уңайһыҙланма. Кил, үҙ өйөңә ҡайтҡан кеүек кил. Бөгөн һиңә ауыр. Өйөңә күскәс, мин килермен. Улым ҡайтып өйләнһә, өйҙә айырым бүлмә юҡ, улар менән бер бүлмәлә йоҡлап булмаҫ бит...
Сәлимә Ғилмиямал еңгәһенән сәй эсеп ҡайтып килһә, ни күҙе менән күрһен, Ибраһим ағаһы тәҙрәләрен үлсәп йөрөй.
– Ай, ағай, түләргә аҡсам юҡ бит...
– Туғаным, мин һиңә аҡса өсөн эшләмәйем. Тик бына ишеккә таҡта юҡ, нишләрбеҙ икән?
– Уны һатып алырға ла аҡсам юҡ бит әле...
Ибраһим ағаһы бер нисә көндән ҡайҙандыр иҫке ишек күтәреп килеп инде. Яҡтауын да барып алды. Уныһын тиҙ генә ҡуйып, ишеген беркетте. Аҙна-ун көн үтеүгә биш тәҙрә рамы эшләне, быялаларын да тапты. Көҙгө һыуыҡтарға тиклем соланына ла ҡайҙандыр иҫке ишек килтереп ҡуйҙы. Ҡураһының ғына беренсе ҡыш ишеге булманы. Ҡыш, күкһәүел көлтәләрен теҙеп, Сәлимә кәзәләрен, танаһын туңдырмай ҡыш сығарҙы. Ә киләһе йәй кемдәндер табып, ҡураһына ла ишек ҡуйҙырҙы. Яҙмышынан, яңғыҙлығынан, нахаҡтан арыпмы, саялана төштө. Бәйләнгәндәргә теҙ сүкмәй, ҡаршы бәреп әйтә башланы.
Бер ҡыш Ҡондоҙлонан Варис, Кәбирәһен санаға ултыртып, Бөрйәндәге Ибраһим ҡустыһына килеп төштө. Мәлигаждар ағаһының улы ул. Башҡорт халҡының йолаһы шул: Ибраһим ҡустыһы менән Мәүлетбикә килене, ҡуй һуйып, ҡунаҡ күрһәтергә кешеләр саҡыра башланы.
Ғәлиулла, келәтенән ҡырҡҡыһын алып, Ибраһим ағаһының артҡы ҡапҡаһынан барып инде. Варистың төнгөлөккә санаһына бәйләп ҡуйылған атының ҡойроғон төйҙәһен генә ҡалдырып ҡырҡты. Боронғо ата-бабаларҙан ҡалған мыҫҡыллау йолаһын атҡарҙы. Үҙе йүгереп ҡайтып кейенеп, Бибинуры менән ҡунаҡ күрергә тәүгеләрҙән тип әйтерлек барып инде.
Мәжлес бик күңелле үтте. Төнө буйы тиерлек гөрләштеләр, йырлаштылар. Иртәгәһенә Ғәлиулла үҙенә ҡунаҡҡа саҡырҙы. Варис, атының ҡойроҡһоҙ ҡалыуын күргәс, был һынлы мыҫҡыл итеүҙе күҙ алдына килтермәгәнлектән, төш етеүгә Ҡондоҙлоһона ҡайтып китте.
Сәлимәне ағаһы Бөрйәнгә алып киткәс, Варис ырҙын ҡарауылларға Латифаны ҡуйҙы. Ҡатынға 43 йәш. Уның өлкән улы Рауил армиянан ҡайтырға тейеш. Германияла хеҙмәт итә. Әсә кешенең күңеле йүгерек: Варистың Флүрә исемле ун алты йәшлек ҡыҙы сибәр, тип уйлап ҡуйғайны бер мәл. Ә үҙе Варистың ҡарашынан ҡайҙа ҡасырға белмәне. Ырҙын ҡарауылларға улдарын – йә Даһийын, йә Тимербулатын – алып барҙы. Бер көн үҙе генә килде. Ырҙындың бер яғында саҡ ҡына ҡалҡыу урын бар ине. Шунан ниҙер йылбырлап тәгәрәп төшөп килгәнен абайланы. Ҡысҡырып илап ебәрҙе. Тәгәрәп килгән Варис тороп ултырҙы:
– Ҡурҡма, Латифа, был – мин...
– Һин икәнһең, ҡоҙа...
– Мин һиңә ниндәй ҡоҙа булайым?
– Ҡурҡышымдан әйттем дә ҡуйҙым. Быйыл Рауилым армиянан ҡайта бит. Флүрәгеҙҙе килен итермен тип уйлайым...
– Ҡурҡҡасың, мин һине бындай эштә ҡалдыра алмайым. Икенсе эшкә күсерәм...
Варис, урынынан тороп, ҡағынып ҡайтып китте. Латифаның ирҙең йәбешеүенән ҡурҡып әйткән хәйләһе ине был. Варис иртәгәһенә үк уны почтальон итеп ҡуйҙы. Эш өсөн ат-арба бирҙе. Кәфейә комсомолға эшкә барғас, Латифа әбеһендә йәшәгәндә һөйләгәйне был хаҡта. Ысынында Флүрә Рауилға оҡшаны, өйләнде.
Ун бише тулыуға, Ғәшүрә һауынсы булып төштө. Кәфейә колхоз плантацияһында ауыл ҡыҙҙары менән эшләне. Сәлимәнең тормошо яйлап еңеләйә барҙы. Ғәшүрә Пугачев ҡалаһына тегенсегә уҡырға киткәс, ун бише тулмаған Кәфейә апаһы урынына һауынсы булып барҙы.

“ҒӘБДЕЛХӘЛИЛ, ҪИНЕҢ КҮҘЕҢ ҪУҠЫРМЫ?”
1957 йылдың сентябрь аҙаҡтары ине. Магазин янына бортлы машина килеп туҡтаны ла, кабинанан бер кеше төштө. Тәүҙә шунда тороусылар менән һаулыҡ һорашты һәм:
– Сәлимә киленгә барып әйтегеҙ: мин уның ҡайнағаһы Лоҡманхәким булам. Әле беҙ Ҡатай ауылына Мәғрифә еңгәмә китеп барабыҙ. Ҡайтышлай инеп, балаларҙы күрергә уйлайым, – тине лә ҡуҙғалды. Кузовта тағы өс ир бар.
Сәлимә Миңлейәр исемле кешегә йүгереп барып, кәзә салып биреүен һораны. Ашы бешеп сыҡҡас, ҡунаҡтарға урын әҙерләне. Кис өйө янына машина килеп туҡтаны һәм биш ир килеп инде – Лоҡманхәким ҡайнағаһы, Ғәбделхәлил, Ғәбделлатиф, Барый һәм урыҫ шофер. Сәлимә түргә урын түшәп, ашъяулыҡ йәйеп, аш-һыуын ултыртҡайны. Барыһы ла күрешеп түргә үтте. Кәфейә йүгереп килеп атаһын ҡосаҡланы. Ашъяулыҡты уратып ултырҙылар. Аштан һуң Сәлимә тышта шаулап ҡайнап ултырған самауырын алып инеп, сәй яһаны.
Унан ирҙәр тәмәке тартырға сыҡты. Лоҡманхәким менән Ғәбделхәлил өйҙә икәү генә ҡалды. Кәфейә хатта бабаһының фотоһын да күргәне юҡ ине. Хәҙер бына апаһы Ғәшүрәнең уға нисек оҡшағанын күрҙе. Сәлимә яңынан әҙерләгән ҡурҙаҡты һәр ҡунаҡтың алдына ултыртып сыҡты. Хужабикә тағы сығып киткәс, Лоҡманхәким ҡыҙып китте лә ҡустыһына:
– Ғәбделхәлил, ҫинең күҙең ҫуҡырмы? Мынау менән анау араһында аҙашырға, – тине.
Ҡып-ҡыҙыл булған ир ике ҡырлы стаканды тултырғансы араҡы ҡойҙо ла:
– Мә, ағай. Һин миңә ул һорауҙы башҡа бер ҡасан да бирмә, – тип, ҡулындағын бөтөргәнсе эсте. Ағаһы ике генә йотто ла стаканды ҡуйҙы.
Утыҙ һигеҙ йәше тулмаған Сәлимәнең матурлығы ҡустыһы Ғәбделхәлил янмаҫлыҡ түгел икәнен ағаһы ла төшөндө. Ә инде уның “ҫ” менән һөйләшеүе – Ҡондоҙло халҡының һүҙ атҡарыу үҙенсәлеге. Кәфейә иртәгәһенә үк апаһына хат яҙҙы. Ғәшүрә нисәлер көндән, ҡырҡ саҡрым араны велосипед менән үтеп, бабаһын күреп ҡайтты ла тағы Пугачевҡа уҡырға китте.
* * *
Лоҡманхәким тыуған ауылы Ҡондоҙлола ҡунаҡ булды. Йәне теләгән кеше менән егерме биш йыл буйы һөйләшмәгән туған башҡорт телендә аралашып эсен бушатты. Йән дуҫы Ғәбделвәхит менән кеҫәләренә ярты һалып, сәхрәгә сығып, йәшлектәрен иҫкә төшөрҙөләр. Таң ҡыҙарғансы һөйләшеп, йырлашып ултырҙылар. Лоҡманхәким шундай төндәрҙең береһендә йән дуҫына үҙ башынан үткәндәрҙе һөйләне.
– Һуңғы ун йылымды үткәреүгә Хиуа ҡалаһына алыҫ көнсығыштан өс ай тигәндә саҡ килеп еттек. Йылы ергә эләгеүемә бер аҙ ҡыуандым. 1947 йылда үҙемә яңы ҡырҡ тулғайны. Беренсе аҙнала уҡ хат яҙҙым...
– Ә нишләп беҙ хатың тураһында ишетмәнек һуң?
– Мин бит өйгә яҙырға ҡурҡтым. Зөбәйрәнең, атайымдың, әсәйемдең йөрәктәрен ярып ҡуймайым тинем. Зәйнуллаға яҙҙым...
Был исемде ишеткәс, Ғәбделвәхит теш араһынан төкөрөп, урынынан һикереп тиерлек тороп баҫты.
– Йә, дуҫ, кем шулай эшләй инде? Барыбыҙ ҙа көттөк һине. Зөбәйрә һыйлым Әйүпкә яратып түгел, тик шыҡһыҙ, мәғәнәһеҙ тормоштан арып, үҙеңде һуғыштан һуң тағы ике йыл ярым көтөп барҙы. Ирҙең икенсе ҡатыны ҡапыл үлеп киткәс, етем балаларын йәлләне. Әйүптең бит тәүге йәмәғәте лә баҡыйлыҡҡа күсеп, унан бер улы бар ине. Икенсе ҡатынынан ике малай ҡалды... – тип иламһыраны Ғәбделвәхит. – Зөбәйрә һинең тере икәнеңде белһә, ер сигенә лә китергә әҙер ине...
Ул салыш күҙҙәрен һөртөп, уфтанып дуҫына ҡарағанда, Лоҡманхәким дә йәштәрен ҡорота ине.
– Йә, шунан Зәйнулланың хаты килгәс, ни эшләп ҡустың Хәлилгә яҙманың? Үҙе тере килеш ғәзиз балаларын ташланы бит...
– Зөбәйрә ирҙә булғас, ни мәғәнә, тинем. – Лоҡманхәким шымып ҡалды, оҙаҡ ҡына өндәшмәй ултырҙы. – Зәйнулланан шундай хат килгәс, ни эшләргә ине һуң миңә? Атаң да, әсәң дә, ике күҙеңдең ҡараһындай күргән балаларың да юҡ, ҡатының да башҡаныҡы, һин аҡыллыға һанаған ҡустың, ғәзиз балаларын ташлап, үҙенән оло ҡатынға сығып китте, тигәс... Ошоларҙан һуң хат яҙырлыҡмы ни?
– Йә дуҫ, был хаҡта ҡуйып торайыҡ. Һин нисек әлеге балаларыңдың әсәһен осраттың?
– Ҡояшлы Үзбәкстанға килгәс, йылыға туйынып, ауылдан түҙемһеҙләнеп хәбәр көттөм. Күңелде сорнап алған ҡыуаныслы билдәһеҙлектә хатта ҡанатлы ҡошҡа әйләнгән һымаҡ булғайным. Төрмәлә эләктергән ауырыуҙарым да юҡҡа сыҡҡан кеүек ине. Ә бына хат килеп, һуғып йыҡҡан һымаҡ йоҡламай таң аттырғас, быуындарым ысҡынған һымаҡ булды ла ҡуйҙы. Үзбәкстанда беренсе һыу каналы төҙөй башлаған саҡтағы ауыр эш, унан да бигерәк күңел таянысы ҡалмауы. Ятҡан урынымдан да тора алмай башланым. Етәксе саҡыртты. Ул мине күңел күтәренкелеге менән ҡаршы алды. Ярҙамсылары үзбәктәр булһа ла, етәксе – урыҫ кешеһе. “Һинең документтарың менән ентекле танышҡандан һуң, Лоҡманхәким Заһит улы Ғафаров, шундай фекергә килдек: баҡтиһәң, бик грамоталы икәнһең. Ҡулъяҙмаң матур, хатта Сафаркала етәкселәр курсын тамамлағанһың. Һине ошо канал ҡаҙытыу эшенең баш бухгалтеры итеп тәғәйенләйбеҙ”, – тине...
Ошо урында Лоҡманхәким туҡталып ҡалды. Ауыр уйҙарға бирелеп ултырҙы.
– Йә, шунан, артабан нисек булды?
– Унан ни, эш яңы, ауыр. Мөкиббән китеп сумдым. Бер саҡ ҡул аҫтында эшләгән үзбәк егете: “Әкә, һеҙҙә ауыр сирме, ҡайғымы, әллә ғаиләңдәме? Ҡайҙанһың, милләтең кем?” – тине. Баҡтиһәң, ул мине әллә күпме ваҡыт күҙәтеп йөрөгән икән. Ҡайһы бер һүҙҙәренә төшөнмәһәм дә, һөйләшеп киттек. Уға хәлемде һөйләнем. Кис эш бөткәс, мине еңгәһе янына алып барасағын әйтте. Аптырап ҡалдым. Бер ҡайҙа ла бармайым, тим. Егет ағаһының 1943 йылда һуғышта һәләк булыуын, еңгәһенең һигеҙ йәшлек улы Миша менән йәшәүен һөйләне. Ныҡ ҡоҙалағас, барырға булдым. Бик йәш ҡатын ине. Зәйтүнә ҡыҙым йәшлек кенә. Ҡатын үҙе менән “Хильда Тыбаровская” тип таныштырҙы. Сәй эстек. Тас тултырып йылы һыу бирҙе лә, йыуынығыҙ, күлдәгегеҙҙе сисегеҙ, тине үҙ телендә. Барыбер урыҫсаға тартым һөйләше, төшөнәм. Шунан ҡәйнешенә үзбәксә: “Урын һалдым, бар, индереп ятҡыр”, – тине. Иртән торһам, күлдәгемде йыуған, тишек ерҙәрен ямаған. Нисә йыл ундай таҙа, йомшаҡ урында йоҡлаған юҡ ине. Тышҡа сыҡһам, “топчан” тигән һикеләренә сәй ултыртҡан. Ризыҡланғас, кискә килмәйем, уңайһыҙ, тинем. Ә Хильда килеүемде һораны. Мин дә хәҙер эшкә барам, һеҙҙән алыҫ түгел ерҙә иҫәпсе хеҙмәтен башҡарам, тине.
Хильдала аҙна самаһы йәшәп, бер-беребеҙ тураһында белеп бөттөк. Был йәш ҡатындың күргәндәре һис һоҡланырлыҡ түгел. Яҙмыш елдәре икебеҙҙе алыҫ үзбәк иленә алып килеп осраштырҙы. Хильда минән ун ете йәшкә кесе, Зәйтүнәмдән ни бары дүрт йәшкә оло...
...Хильдаға ун дүрт йәш. Уларҙың иле Польша тирәһендә Гитлер һуғыш алып бара. Ҡыҙ ҙур йортта ата-әсәһе, һеңлеһе менән йәшәй. Бер көн өйҙәренә хәрбиҙәр килеп тула. Улар Советтар Союзынан була. Тиҙҙән Гитлер Польшаға ла һөжүм итәсәк. Совет һалдаттары төбәкте яҡлап һуғышасаҡ. Уларҙың йорттары ҙур штаб буласаҡ, тиҙәр. Ысынлап та, өйҙәре штабҡа әйләнә. Офицерҙар араһында йәше лә, олораҡтары ла бар. Бер йәш үзбәк егете лә күренә.
Был 1939 йыл була. Теге егет Хильданан күҙен алмай башлай. Ҡыҙ мәктәптән ҡайтып, үҙ бүлмәһендә дәрес эшләп ултырһа, үзбәк килеп инә. Ишекте элә лә, Хильда нисек кенә ысҡынырға тырышмаһын, көсләй. Ҡыҙ илап-һыҡтай, әммә атаһына әйтергә ҡурҡа. Был эш көн дә ҡабатлана. Беҙ ҡапта оҙаҡ ятмай тигәндәй, Хильданың эсе беленә башлай. Быны тәүҙә әсәһе һиҙә. Өй эсендә ысын дауыл ҡуба, аталары хәрбиҙәрҙе өйҙән ҡыуырға тотона.
Был саҡта Германия Польшаға һөжүм башлай. Хильданың атаһы үҙҙәренең полицайҙарына ялыу менән барып та өлгөрмәй, өйҙәрендәге хәрбиҙәр йорт хужаһын ҡатыны, ун йәшлек ҡыҙы менән Ырымбур өлкәһенә һөргөнгә ебәрә.
Хильданың 1940 йыл башында улы тыуа. Үзбәк уға өйләнә. Ә Польшала һуғыш бара. Штаб начальнигы үзбәккә ҡатыны менән балаһын иленә алып ҡайтып килергә ҡуша. Әммә Польшанан сығыр өсөн Хильданың йәше етмәй. Шунан бер табип тиҙ генә ҡыҙҙың ун һигеҙҙә булыуы тураһында справка яҙып бирә. Үзбәк кәләшен Хиваға алып ҡайтып, кире Польшаға китә. Тиҙҙән Гитлер Советтар Союзына ҡаршы һуғыш башлай. 1943 йылда Хильданың иренән “ҡара ҡағыҙ” килә. Ҡатын үзбәктәр илендә тороп ҡала.
Лоҡманхәким менән Хильда бергә йәшәп алып китә. Баш бухгалтер эше ауыр булһа ла, уның өсөн өҙөлөп торған ҡатыны ауырға ҡалғас, йөрәк яралары уңалғандай була. Хильдаға егерме дүрт йәш, туғыҙын тултырған улы Миша ла Лоҡманхәкимгә атай тип өндәшә. 1949 йылда ҡатын ҡыҙ таба. Ванда тип исем ҡушалар. Оҙаҡламай улдары Фәрит тыуа. 1953 йылда Ядвига донъяға ауаз һала. Шулай итеп, өс балалы Лоҡманхәким 1957 йылда тыуған ауылы Ҡондоҙлоға, ҡустыһы Ғәбделхәлилгә ҡунаҡҡа ҡайта. Сәхрәлә йөрөгәндә Ғәбделвәхит дуҫы Зөбәйрә тураһында былай тип ҡуйған булды:
– Һыйлым Әйүпкә барғас, биш-алты йыл балаһы тыуманы. Ул ир бит бар ҡатындарын да туҡманы. Алдағыларын көс күрһәтеп үлтерҙе, тип һөйләне халыҡ. Зөбәйрәне лә туҡмай, тинеләр. Лоҡманыңдан ике бала тыуҙы, минән юҡ. Ир итмәйһең, хушһынмайһың, шуға тапмайһың тигән, имеш. Таянып йөрөгән таяғы ҡатын туҡмай торған ҡоралы ине бит...
– Хәҙер нисек йәшәйҙәр икән?
– Белмәйем. Балалары тыуғас, бәлки, аҙыраҡ туҡмайҙыр...
– Килеп күрһәләр, кешесә һөйләшелер тип уйлағайным...
– Киләме һуң Әйүп? Зөбәйрәһен дә ебәрмәй, ҡурҡып яталыр. Лоҡманхәким икенсе ҡатынлыҡҡа алып китмәһен тип...
Икәүләшеп рәхәтләнеп көлөштөләр ҙә яйлап ҡына ҡайтыу яғына ыңғайланылар.
– Бына, дуҫ, китергә лә ваҡыт етте. Өс көндән юлға сығам, – тине Лоҡманхәким.
* * *
Селекле аръяғында иген сәскән ағайҙарҙың йырлағаны Ғәшүрәнең иҫендә ҡалған:
Беҙ китәбеҙ иртәгә,
Шинель һалып елкәгә.
Китмәҫ тә инек иртәгә,
Гитлер тейҙе теңкәгә.
Был – Айҙарҙың моңло тауышы. Әхмәттең ҡустыһы ул. Ағаһын, ауылда берҙән-бер комбайнер булғас, һуғышҡа алманылар. Айҙар ҙа, йырлаусыларҙың башҡалары ла 1945 йылдың яҙ башында яуға китте. Һуғыш бөтөп барғанда фронтҡа алынған егеттәрҙең ҡайта алмауы – айырыуса аяныслы хәл.
Ғәшүрәгә ете йәш Яңы йылда ғына тулды. Мәктәпкә уҡырға барасаҡ балаларҙың исемлеген төҙөгәндә, әхирәте Рауза менән бергә йүгереп барҙылар. Мәжит бабай әхирәтен теркәне, ә Ғәшүрәне яҙманы. Ҡайтып, әсәһенән өс һум аҡса килтерергә ҡушты. Ғәшүрә йүгереп ҡайтып алып килгәйне, исемлеккә яҙҙылар. Бер аҙна самаһы уҡығас иһә, мәктәпкә йәшең етмәгән, тип кире борҙолар. Илай-илай ҡайтты Ғәшүрә.
Яңы йыл етеүгә аталары сығып китте. Ғәшүрә гел Фариза һеңлеһен етәкләп йөрөй. Әсәһенең иң ҙур ярҙамсыһы булды ул бәләкәстән. Атаһы икенсе ғаиләгә сығып киткәс, ярты йылдан ғаиләлә дүртенсе ҡыҙ тыуҙы. Күп тә үтмәй, әсәһе эшкә сығып китте. Бәләкәстәрҙе ҡарау – Ғәшүрәнең елкәһендә. Өс айҙан һеңлеһе Фариза вафат булды.
Атайһыҙлыҡтың ауырлығы ныҡ төштө. Шуғалыр ҙа беше булып үҫте Ғәшүрә. Ҡыйыу ҙа ине. Ул саҡта мәктәптә “Таҙа яҙыу” тигән дәрес була торғайны. Ғәшүрә шунда тырышып яҙып ултыра ине, артындағы Тимербулат исемле малай терһәгенә төрттө. Ул – Мәжиттең бер туған ҡустыһы Жәләйҙең Латифанан тыуған улы. Ғәшүрә, яҡлау эҙләп, Мәжит бабайға ҡараны. Ә уныһы, күрһә лә, илтифат итмәй. Тимербулат ҡыҙҙың терһәгенә тағы нығыраҡ төрткәйне, пероһы дәфтәрен үтә сыҡҡансы ҡаҙалып йыртты. Ғәшүрә әйләнә килеп ҡара һауытын Тимербулаттың башына ҡойҙо. Малайҙың ҡысҡырып илауына Мәжит бабаһы йүгереп килеп етте. Тимербулаттың башын һөртә-һөртә теҙеп алып китте:
– Ошо Сәлимә килендең ҡыҙы шул хәтлем тәртипһеҙ...
– Бабай, ҡара Тимербулатты, тип нисә ҡат әйттем! Үҙең тыңламаның. Бына нишләтте дәфтәремде! – тине Ғәшүрә.
Ҡулынан нимә килһә, барын да эшләп, батыр, ҡыйыу, аҡыллы булып үҫте Ғәшүрә. Ғәлиулла бабаһы әсәләрен Ҡондоҙлонан Бөрйәнгә күсереп алып киткәс, алтынсы класты туған мәктәбендә тамамлап, имтихандар биреп, көҙгәрәк кенә Бөрйәнгә килде Ғәшүрә. Унан Комсомолда уҡыны. Уҡытыусы аңламаған мәсьәләләрҙе систе. Башҡа берәйһенән эшләтеп алғанһыңдыр, тигәне лә булды остазының.
Ун бише тулыр-тулмаҫтан һауынсылыҡҡа эшкә сыҡты Ғәшүрә. Ул ваҡытта колхозда йәшелсә күпләп үҫтерелә ине. Ауыл балалары уҡыу башланғансы шунда эшләне. Был яҡта һыу ҡоймаһаң, хатта картуф та үҫмәй. Уныһы ла ауыр эш балалар өсөн. Бесән күбәләүгә лә йәштәрҙе ҡушалар ине. Кемдәрелер һауынсы булып эшләй, бәғзеләре башмаҡ йә ат ҡарай.
Ғәшүрәнең ун етеһе тулды. Күрше ауылдан яусы килеп һоратҡас, бармайым тиеүенә ҡарамай, әсәһе кейәүгә бирҙе. Армияға ла бармаған егеткә. Етемдәр ине улар, һеңлеһе менән апайҙарында йәшәй инеләр. Күп тә үтмәне, егетте армияға алып киттеләр. Ғәшүрә әсәһенә ҡайтты. Тағы һауынсы булып эшләп йөрөнө.
Бөрйәнгә “Комсомол” совхозынан башҡорт ҡыҙҙары ял көндәрендә уйынға килә торғайны. Шунда һөйләшеп, өс ҡыҙ Пугачев ҡалаһына тегенсе һөнәрен үҙләштерергә китте. Ғәшүрә бер көн уҡыуҙан ҡайтһа, һеңлеһе Кәфейәнән хат килгән. “Лоҡманхәким бабайым ауылда, беҙҙе күреп китте”, – тигән ул. Ғәшүрә иртәгәһенә үк велосипед менән ҡырҡ саҡрымда ятҡан Ҡондоҙлоға барып килде. Лоҡманхәким Ғәбделвәхит дуҫында ҡунаҡта ине. Бабаһы, ҡустыһының үҙенә оҡшаған ҡыҙын күргәс, был донъяның ғәҙел түгеллегенә инанды. Баланың ҡырҡ саҡрым ерҙе япа-яңғыҙ велосипедта үтеп, үҙен күрергә ҡайтыуы уны ныҡ тулҡынландырҙы. Арҡаһынан һөйөп, оҙатып сыҡты. “Мә, ҡыҙым, үҙеңә берәй бүләк ал”, – тип йөҙ һум аҡса бирҙе.
Ғәшүрә, бабаһы менән хушлашҡас, бергә үҫкән әхирәте Рауза һәм уның кейәүе Рауил янына барҙы. Улар өйләнешкәйне, улдары тыуғайны. Һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне ҡыҙҙарҙың. Ғәшүрә әхирәтендә ҡунып ҡайтты. Бабаһы биргән аҡсаға ул ваҡытта яңы ғына сыға башлаған штапель тауар алып, имтиханға күлдәк текте. Уҡыуын яҡшы тамамлап, тейешле ҡағыҙын алып, тегеү оҫтаһы булып ҡайтты ла шул уҡ колхозда һауынсы булып эшләй башланы. Хәҙер һеңлеһе менән бергәләр, икеһе ике төркөмдә. Тағы ике йыл эшләгәс, ире армиянан ҡайтып, Ҡаҙағстанға киттеләр. Унда Хантимерҙең ата бер, әсә башҡа апаһының ҡыҙҙары йәшәй ине. Шунда барып, икеһе лә кирбес заводына эшкә инде. Бер йылдан тәүге улдары тыуҙы.