Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Евгений НОСОВ

ЕҢЕҮҘЕҢ ҠЫҘЫЛ ШАРАБЫ

Хикәйә

Ҡырҡ биштең яҙында беҙ Мәскәү янындағы Серпухов ҡаласығында инек.
Товарняк вагон-теплушкаларынан йыйылған эшелоныбыҙ Рәсәйҙең ҡарлы киңлектәре буйлап аҙна самаһы «аҙашып» йөрөгәс, ниһайәт, февралдең буранлы төнөндә Серпухов тыҡрығында һыйыныр урын тапты. Буферҙарҙың һалҡын шылтырауы һуңғы тапҡыр состав буйлап йүгереп үтте, әйтерһең, поезда ватыҡ быяла һауыт-һаба ташыйҙар. Эшелон шып туҡтағас, вагондың таҡта стенаһына ҡоро ҡар бөртөктәре бәрелгәне ишетелде. Тимер юл хеҙмәткәренең түҙемһеҙ, ҡарлыҡҡан һыҙғыртҡысы баҫылыр-баҫылмаҫтан, беҙҙе вагондарҙан сығарырға тотондолар. Эске кейемдә, өҫтөбөҙгә одеялдар ҡаплап сығарҙылар ҙа, үтәләй туңған брезенты елдә шыңғырҙаған йөк машиналарына тейәп, төнгө ҡараңғы урамдар буйлап ҡайҙалыр алып киттеләр.
Яу мәхшәрҙәренән: дымлы блиндаждарҙа ер һелкенгән һайын бүрәнәләр аша ҡойолған ҡомдоң тештәрҙә һәм винтовка затворҙарында шығырлауынан, солярканан бушаған мискәләрҙә һуғыш тынып торған арала ҡайнатып алынған ер төҫөндәге һоро кейемдәрҙән, һис ҡасан кипмәгән итектәрҙә батҡаҡлы юлдарҙан һөжүмдәргә барғандан һуң, госпиталдәге аҡлыҡ һәм һиллеккә һис кенә лә ышанғы килмәне. Беҙ тәрилкәнән ашарға, ҡулға сәнске тоторға ҡайтанан өйрәнеп, аҡ икмәктең онотолған тәменә ғәжәпләнеп туя алманыҡ, йәймәләргә һәм панцирлы карауаттарҙың йәннәтле йомшаҡлығына эйәләштек. Яраларыбыҙға ҡарамаҫтан, тәүге көндәрҙә ниндәйҙер артыҡ наҙлы, көр күңелле еңеллек кисерҙек.
Әммә көндәр үтте, беҙ күнектек, бөтә был лазарет аҡлығы һәм хәрәкәтһеҙ ятыуыбыҙ әкренләп йәнгә тейә башланы, ниһайәт, түҙеп торғоһоҙға әйләнде. Беҙгә, урындан тора алмай ятыусыларға, икенсе ҡаттағы ике тәҙрәнән яланғас ағас остары ғына күренә, ваҡыт-ваҡыт аҡ ҡар шәйләнә; ун ике аҡ койка һәм алты аҡ тумбочка; аҡ гипстар; аҡ бинттар, шәфҡәт туташтары менән табиптарҙың аҡ халаттары, баш өҫтөндә даими аҫылынып торған, һуңғы егенә тиклем ҡаралған аҡ түшәм... Аҡлыҡ, аҡлыҡ, аҡлыҡ... Ул аҡлыҡтан ниндәйҙер йонсотҡос, зәңгеле хәл баҫа. Көн арты көн шулай: февраль аҙағы, март, апрель...
Әммә беҙгә төрлөсә һалынған гипс аҡлығын күптән юғалтты. Бысранды, оҙаҡ хәрәкәтһеҙ ятыуҙан керләнде, ҡанһыраған яраларҙан үтәләй еүешләнде. Палатаны баҫҡан ауыр һауаны нисектер сафландырырға гипсҡа одеколон һиптек.
Әкрен бөтәшкән яралар ҡысыны, көндөҙ ҙә, төндә лә тынғылыҡ бирмәгән түҙеп торғоһоҙ ғазап ине был. Табиптарҙың ҡәтғи тыйыуына ҡарамаҫтан, тәнде ҡәләм йәки һепертке сыбығы менән ҡашып алыр өсөн яралар өҫтөндәге гипсты тишкеләнек. Ҡалала муйыл сәскә атҡас, Серпухов туҡыусылары һәм мәктәп уҡыусылары палатаға ысығы ла кибеп өлгөрмәгән хуш еҫле гөлләмәләр килтерә башланы. Ләкин улар беҙҙең төнөн сәскәләрҙе сыбыҡтар яһау өсөн аяуһыҙ йолҡҡолауыбыҙҙы белмәй ине. Сыбыҡтарҙы әҙерләп, һәр кем матрас аҫтында ҡиммәтле ҡорал урынына һаҡлай.
– Тағы ла сәскәләрҙе йолҡҡанһығыҙ! – Госпиталдең өлкән санитаркаһы Зина апай беҙҙе иртән йыуындырғанда шулай мығырлана. – Бөтә һеперткеләремде туҙҙырып бөттөгөҙ, хәҙер сәскәгә тотонғанһығыҙ. Их һеҙ, хәсрәткәйҙәрем!
Был таш тоҡтан ваҡытынан алда ҡотолоп булмай, түҙергә, үҙ сәғәтеңде, үҙ яҙмышыңды көтөргә кәрәк. Ун ике кешенең икеһен мартта уҡ алып киттеләр...
Шунан бирле уларҙың койкалары буш торҙо.
Бушаған урындарға яңы яралыларҙы һалмауҙан һуғыштың аҙағы яҡынлашыуын һиҙемләп була ине. Әлбиттә, унда, көнбайышта, пулянан йәки граната ярсығынан әле лә кемдәрҙер ҡолай, ил төпкөлөнә элеккесә лазарет теплушкалары елдерә, ләкин беҙҙең госпиталгә яралыларҙы башҡаса килтермәнеләр. Уларҙы килтермәү сәбәбе – бинаны йүнәтеп, сентябрҙә мәктәп уҡыусыларына кире ҡайтарыу булғандыр, моғайын. Беҙ бында, госпиталде ябыр алдынан, һуңғы тулҡын, аҙаҡҡы эшелон инек. Бәлки, шуға күрәлер, иң ялҡытҡыс яҙ булғандыр ул. Ялҡытҡыс, сөнки беҙ бөтәбеҙ ҙә – медперсонал да, яралылар ҙа – Еңеү яҡынлашыуын көндән-көнгә, сәғәттән-сәғәткә көттөк.
Будапешт ҡолап, Вена алынғандан һуң палаталағы радио хатта төндә лә һүндерелмәне.
Хәҙер барыһы ла беҙһеҙ тамамланасағы асыҡ ине.
…Госпиталгә ғинуарҙа Көнсығыш Пруссия нығытмаларын йырып үткәс тә эләктек. Беҙҙе яҡындағы Балтик диңгеҙенән дымлы елдәр иҫкән, әсе томандар ҡаплаған Мазур һаҙлыҡтарынан йыйып алдылар. Дошман ере ине ул. Беҙ ҡомло ҡалҡыулыҡтарын зәғиф арса баҫҡан был ят, шомло ерҙән әллә ни күп бара алманыҡ. Хатта бәләкәй генә ҡаласыҡ та осраманы. Уның ҡарауы, йәнәһе, беҙҙең йүнәлештә, ошо шомло һаҙлыҡтар уртаһында Гитлер үҙенең төп ставкаһын – ер аҫтындағы бетон ояһын ҡорған, тигән имеш-мимештәр йөрөнө. Был беҙҙең һөжүмгә айырым мәғәнә биреп, һуғышсан ҡомар өҫтәне. Әммә минең өсөн, әйткәндәй, беҙҙең палатала ятҡан, төрлө полктарҙан һәм дивизияларҙан йыйылған бөтә яралылар өсөн дә был һөжүм көтмәгәндә һәм үкенесле тамамланды: нисәлер аҙнанан һуң носилкаларҙа тылға алып киттеләр...
Миңә операцияны яҡындағы ғына фронттан канонада шауы ишетелеп торған ҡарағай ҡулҡыһында яһанылар. Ҡулҡы яралыларҙы туҡтауһыҙ ташыған арбалар һәм машиналар менән тулы. Ашыҡ-бошоҡ бинт һалынған, ҡырынмаған, ныҡ ябыҡҡан, батҡаҡ юлда шинелдәре һәм гимнастеркалары бысранған һалдаттар ҡарағайҙар аҫтында табиптар ҡарағанды, яраларын бәйләгәнде көтә. Иң тәүҙә медсанбат янында ҡарағай йәйегенән яһалған аҫлыҡтарға һалынған ауыр яралыларҙы ҡаранылар.
Брезент түбәһенән ҡалай торба сығып торған, стенаһы тәҙрәле киң палаткала бер рәткә теҙеп, клеенкалар йәйелгән өҫтәлдәр ҡуйылған.
Эске кейемдәренәсә сисендерелгән яралыларҙы тимер юл шпалдары аралығында торған өҫтәлдәргә арҡыры һалғандар. Был – хирург бысағына туп-тура эске сират. Сандыр, бөкрө кәүҙәле, һоро йыйырсыҡтар баҫҡан йөҙлө, халат еңдәрен терһәгенә ҡәҙәр һыҙғанған хирург үҙе шәфҡәт туташтары уратыуында айырым өҫтәлдә эшләй.
Мин был конвейерҙа миңә арҡаһы менән бороп ятҡырылған һалдат артынан ятам. Уның эске ыштанын тубығына тиклем төшөргәндәр, миңә уның шаҡмаҡлы һалдат таҫтамалы менән бәйләнгән ҡоймосо күренә, таҫтамалдағы ҡара тап минутлап ҙурая, йәйелә.
Сираттағы яралыны айырым өҫтәлгә күсереп һалдылар ҙа, битенә ҡат-ҡат бөкләнгән марля ябып, уға нәмәлер бөрктөләр – палатала таныш булмаған ят еҫ таралды. Өҫтәлде шәфҡәт туташтары һырып алды, унда нәмәнелер тотоп торҙолар, тарттылар, ҡыҫтылар, шприцтар һәм бүтән кәрәк-яраҡ бирҙеләр. Шәфҡәт туташтары төркөмө уртаһында хирургтың оҙон бөкрө кәүҙәһе, яланғас осло терһәктәре күренде, ниндәйҙер бойороҡтарынан өҙөк-ҡырҡа һүҙҙәр ишетелде. Туҡтауһыҙ һыу ҡайнаған примус геүләүенән һүҙҙәрҙе айырып булманы. Ваҡыт-ваҡыт яңғырауыҡлы металл шыпылдауы ишетелде: хирург яранан алынған ярсыҡ йәки пуляны өҫтәл аҫтындағы цинк тасҡа ырғытты. Ә ҡайҙалыр лазарет ҡулҡыһы артында ҡарағай ылыҫының мамыҡ пәрҙәһен йыртып, туптар шартланы, палатканың ныҡ тарттырылған брезент стеналары һелкенеп ҡуйҙы.
Ниһайәт, хирург турайып баҫты, сиратын көтөүселәргә йоҡоһоҙлоҡтан ҡыҙарған күҙҙәре менән нисектер ғазаплы, һөйкөмһөҙ ҡараш ташлап, ҡулдарын йыуырға мөйөшкә атланы. Ҡулйыуғысты шылтыр-шылтыр килтерҙе, уның халат бауҙарҙы төйнәлгән осло тар арҡаһы, арыуҙан һалынып төшкән иңбаштары күренде.
Ул ҡулдарын йыуған арала шәфҡәт туташтарының береһе тасты алып сығып китте, ундағы ҡыҙыл бутҡа – еүеш бинттар, мамыҡтар араһында кемдеңдер балауыҙҙай һарғылт ҡул суғы йәки аяҡ табаны шәйләнде... Быларҙың бөтәһен дә ҡарап яттыҡ, беҙҙең менән йәшенмәк уйнаманылар, ваҡыттары ла, мәрхәмәт күрһәтергә шарттары ла юҡ ине.
Операция яһалған һалдат күпмелер ваҡыт үҙ өҫтәлендә яңғыҙы ята, унан янына шәфҡәт туташы килә, һөйләнә-һөйләнә уны тартҡылай башлай:
– Һалдат, эй, һалдат... Һалдат, эй, һалдат...
Ул был һүҙҙәрҙе өйрәнелгән ғәҙәт буйынса әйтә, күрәһең, алда йөҙәр мәртәбә ҡабатлағандыр. Тиҙҙән миңә лә әйтер, минән һуң палатка артындағы ҡарағай йәйектәрендә ҙур төркөм булып ятыусыларға ла. Бында әле алып киленеүселәргә лә, был мәлдә ҡарағайлыҡтан көнбайышта булып, әле яраланмаған, ләкин кисен йәки төндә, иртәгә, бер аҙнанан йығыласаҡтарға ла...
– Һалдат, эй, һалдат...
Операция яһалған һалдатта йәшәү билдәләре тойолмай, шул ваҡыт шәфҡәт туташы ул тиҙерәк аңына килеп, урынын башҡаларға бирһен өсөн уның ҡырынмаған, эскә батҡан яңаҡтарын сәпәкләргә тотона. Әгәр ауыр бөйлән юҡ икән, һалдат әкренләп һушына килә, башын борғолай башлай, шунда уҡ хирургтың түҙемһеҙ бойороғо яңғырай:
– Алып китергә!
Яралыны носилкаға һалып алып сығып китәләр.
Шәфҡәт туташы өҫтәлгә ҡәҙимге зәңгәр сәйгүндән һыу ҡоя, икенсеһе уны сепрәк менән һөртә, өлкән хирургия туташы нәүбәттәге наркоз битлегенә марля ҡатлай.
– Сираттағыны! – Хирург ҡысҡыра һәм спирт менән ышҡылған оҙон бармаҡлы устарын өҫкә күтәрә.
Ул саҡта беҙҙе Данциг юлында ятҡан Польшаның бәләкәй Млава ҡаласығында фронтҡа әллә ҡорал-яраҡ, әллә аҙыҡ-түлек килтергән буш тауар поезына тейәнеләр. Состав ашығыс рәүештә санитар поезы итеп үҙгәртелгән. Һәр вагонда – өс ҡатлы һике, уртала тимер мейес, шап итеп ябылған һул ишек янында снаряд йәшниге, унда яғырға ярылған утын, шулай уҡ утыҙ кешегә туҫтаҡ, бинт пакеттары һәм башҡа медикаменттар һаҡлана.
Медицина хеҙмәткәрҙәре ҡайҙалыр айырым бара, бер вагондан икенсеһенә үтеп булмай. Поезд шартлатылған рельстар урынына яңы ғына, ваҡытлыса һалынған бер колеялы юлдар буйлап станциянан станцияға һөйрәлгәндә беҙ, гипсҡа төрөлгәндәр, теплушкаларҙа яңғыҙыбыҙ ҡалабыҙ, хәҙергесә әйтһәк, үҙебеҙҙе үҙебеҙ хеҙмәтләндерәбеҙ. Туҡталыштарҙа ашарға килтерәләр, аяғында йөрөй алғандар шыйыҡ аш, бутҡа өләшә.
Улар шулай уҡ сиратлап мейескә яға, урынынан тора алмағандарҙы ашата, һикеләр эргәһенә лазарет «өйрәге» итеп ҡулланылған консерва ҡалайҙары килтерә.
Рәсәйгә Орша яғынан килеп индек. Тар оҙонса тәҙрәләрҙән өҫкө һикеләрҙә ятҡандар ғына ҡарай алһа ла, беҙ, түбәнге һәм урталағылар ҙа, былай ҙа Рәсәй буйлап барыуыбыҙҙы аңланыҡ. Балтиктың әсе дымлы һауаһы бөттө, тишек-тошоҡло иҙәнгә ҡоро ҡар бөртөктәре бәрелә башланы, һыуытты, яҡындағы ҡышҡы урман еҫе танауҙы ярҙы. Ә билдәһеҙ станцияларҙа эшелон буйлап ашығыс атлағандары ишетелде, тыуған яҡ ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар тауыштарынан, уларҙың үтенесле ҡысҡырыуҙарынан танылды, был һыҙландырҙы ла, ҡыуандырҙы ла: «Картуф! Картуф! Кемгә бешкән картуф кәрәк?!», «Эҫе бутҡа бар! Эҫе бутҡа!», «Тәмәке тартабыҙ, тәмәке тартабыҙ!» Күрәһең, шаярырға ынтылыпмы, сауҙаны күңеллерәк итергә теләпме, йәш тол ҡатын таҡмаҡ әйтте: «Самосадик я садила, сама вышла прода-а-ва-ать..»
Ләкин быларҙың бөтәһе лә ғинуарҙа булды.
Әле иһә яҙ килде, беҙ тәрән тылда ятабыҙ, ә һуғыш алыҫта…
– Ҡыҙыҡ, хәҙер беҙҙекеләр ҡайҙа икән? – тип һораны бер кемгә лә мөрәжәғәт итмәй алыҫтағы мөйөштә ятҡан ҡыҫыҡ күҙле Саша Селиванов. Тауышында һағыш һәм көнләшеү һиҙелде.
Көнсығыш Пруссия йүнәлешендәге ғәскәрҙәр хәҙер ҡайҙалыр Померания яландары буйлап бара. Совинформбюро белдереүҙәрен тыңлап, беҙ үҙебеҙҙең подразделе­ниелар­ҙың эҙен самаларға тырышабыҙ. Ләкин радионан дивизиялар, полктарҙың номерҙарын әйтмәйҙәр – улар бөтәһе лә «н» частары. Фронтташ дуҫ-иптәштәрҙең ҡайҙа йөрөүен бер кем дә белмәй. Ҡайһы берҙә палатала бәхәс ҡуба: йәнәһе, ошондай хәлгә тарыһаҡ та беҙ уңдыҡмы йәки уңманыҡмы? Сөнки хәҙер яҙмышыбыҙ нисектер асыҡланды…
– Һуғышта ни шахмат уйыны кеүек, – ти Саша. – «Е»-ике – «е»-дүрт – бац! Һәм пешка юҡ. Бер нәмәгә лә эшкинмәйенсә таҡта артында ят хәҙер.
Сашаның ҡалын итеп гипсланған аяғы карауат аратаһы өҫтөнән пушка һымаҡ сығып тора, шуға күрә уны палатала Самоходка тип йөрөтәләр.
Аяҡҡа кронштейн һәм блок менән ҡом тултырылған тоҡ бәйләнгән, шуға Саша һәр ваҡыт арҡаһында ятырға мәжбүр, ултырһа, аяғын юғары һуҙып, ипһеҙ ултыра.
– Хәҙер матты беҙһеҙ ҡуялар, – тип дауам итә ул уйсан ғына.
– Һуғыштан туйманыңмы әллә? – тип һорай уң күршем Бородухов ҡалын тауыш менән.
– Нисектер әкиәттәгесә... барҙым-барҙым, бер ҡайҙа ла барып етә алманым... Берлинды ҡыйратҡандарын күргем килә.
– Уның ҡарауы, моғайын, өйөңә ҡайтырһың. Ике аршын ер эләктереүең дә ихтимал ине... Инде булды тигәндә ...
Бородухов «о» өнөнә ныҡ баҫым яһай, шуға һүҙҙәре тос һәм ышаныслы яңғырай. Ул – Мезень урмансыһы, өлкән йәштә, мыҡты һәм таҙа кәүҙәле, аҫтындағы ҡаты тимерле селтәре бауҙан үрелгән гамак һымаҡ аҫылынып тора.
Мина ярсыҡтары уның таз һөйәгенә эләккән, әммә ул бер тапҡыр ҙа ыңғырашмай, сырайын һытмай. Һуғыш башланғандан алып дүртенсе тапҡыр яраланған, шуғалыр ҙа Бородухов лазаретҡа сираттағы юлығыуын нисектер өйҙәге кеүек ығы-зығыһыҙ үткәрә, әйтерһең, профсоюз путевкаһы буйынса ял йортонда ята.
Мин палаталағы һөйләшеүҙәрҙе тыңлайым, температурам күтәрелгеләй, йоҡомһорайым, яңынан күҙҙәремде асып, яҙғы күккә бик оҙаҡ ҡарап ятам. Күкрәгемдәге гипс «жилет» һыңар ҡыҫҡыслы ҡыҫала ҡабығы һымаҡ. Ҡабыҡ аҫтында онталған ҡабаҡ һөйәге һулҡылдап һыҙлай, һынған ҡушар һөйәге һәм терһәк быуынына ҡыҫылған уң ҡулдың суғы ҡыҫҡыс эсендә хәрәкәтһеҙ ята. Әле булһа үҙемдең яңы хәлемә күнегеп бөтә алмайым, тәнемә тимер үтеп инеүе, уны аҡтарыуы, ҡыйратыуы, боҙоуы аңыма һаман һыймай. Ҡыҫҡа ыштанда йүгереп йөрөгән, баҡыр тиндәремде Халыҡ-ара революцияға ярҙам ойошмаһының мәктәп кассаһына тапшырған саҡта уҡ Крупп* мейестәрендә иретеп ҡойолған ошо осраҡлы, һуҡыр һәм йәнһеҙ металл киҫәктәренән үлеүем ихтимал ине. Шарттарҙың ҡотолғоһоҙ, алдан тәғәйенләнгән бәйләнеше... Яраларымдан бөтөү, юғалыу аңҡый, был минең дә ябай ҡәҙимге кеше булыуыма, миңә лә әжәл килеренә рәхимһеҙ һәм ҡотолғоһоҙ ышандыра. Әммә мин үлемде аңларға теләмәйем, уға юл ҡуйыуҙан һаман баш тартам.
Яраланыуымды үлемһеҙ булыуыма, бер ҡатлы уйыма яраҡлаштырырға тырыштым: яраланғанмын ғына, үлмәгәнмен дә баһа! Ә яралар – һынау ғына ул... Ул ваҡытта мин егерме беренсе йәш менән бара инем. Мин, дөрөҫөрәге, мин түгел, ә миндәге бер зат, сәскә атҡан мәлендә бөтә тереклеккә зарури баш бирмәҫ дәрт-дарман минең дә юҡҡа сығыу, бөтөнләй юғалыу ихтималын аңларға юл ҡуйманы... Дошман пулялары мине бик оҙаҡ ваҡыт урап осто – мин шулай булырға тейеш тип уйланым, шуға ышандым. Мине ярсыҡтар тишкеләргә бер нисә минут ҡалғанда, беҙ дөрләп янған танкынан һикереп төшкән өс немецты тура утҡа тота инек. Ҡара ҡыҫҡа френчтарында тараҡандарға оҡшаш немецтар ҡулдары, аяҡтарында мүкәйләп күл буйындағы ҡом тауының текә битләүенә үрмәләй. Ҡом ҡойола, улар сараһыҙ аҫҡа тәгәрәй, бөжәктәрҙәй аҡылдан шашып яңынан өҫкә үрмәләй. Беҙ уларға өс йөҙ метрҙан атабыҙ, снарядтар ҡомға эҙһеҙ инеп юғала. Был ҡасыусы немецтар өсөн әллә ни хәтәр атыу ҙа түгел, әммә ҡот осҡос ҡурҡыу тыуҙыра. Уларҙы автомат очереды менән дөмөктөрөү анһатыраҡ булһа ла, был беҙгә ҡон ҡайтарыу ҡәнәғәтлеге бирә. Ҡыҙыулыҡ арҡаһында, беҙ уларға яҙа атабыҙ, асыуһыҙ ғына һүгенәбеҙ, дошмандың тырым-тырағай ҡасыуына ләззәтләнеп һаһылдайбыҙ. Ҡом тауына ҡайҙандыр килеп сыҡҡан «Фердинанд» беҙҙең пушканы беренсе атыуҙан уҡ селпәрәмә килтерҙе. Ул беҙҙең тотош расчетты бура һуғып уйнағандағылай ут позицияһынан алып осорҙо, бүлгеләп ташланы. Пушка тәгәрмәстәре аҫтында снаряд шартлағанда мин һаман да тантана итә инем кеүек, бәлки тырым-тырағай ҡасыусы танкистарҙан көлөүемде дауам иткәнмендер. Яңаҡтарым тартышып ҡыҫылғас ҡына көлөүемдән туҡтаным...
– Ә һин һуғышта аҙынма, – тигән һығымта яһаны Бородухов, госпиталгә нисек килеп эләгеүемде һөйләп биргәс. – Аҙыныу, егеткәйем, һөнәр түгел ул.
Һул яғымда һалдат Копешкин ята. Копешкиндың ике ҡулы ла йәнселгән, муйын умыртҡалары имгәнгән, тағы ла ҡайһылыр ерҙәре зарарланған. Уның тотош күкрәге гипста, ә башы бинт менән елкәһендәге ҡабыҡҡа уралған. Копешкин тик салҡан ята, бер-береһенә ҡаршы терһәктән бөгөлгән, бармаҡтарынаса гипстағы ике ҡулы күкрәк өҫтөндә һерәйеп тора. Бөтә терәүҙәре һәм ҡорос сымдары менән бергә был конструкция «самолет» тип атала. Госпиталь телендә.
Копешкин, һорашып белешеүебеҙсә, ылау ҡыуыуҙа иҫәпләнгән, һуғышта ябай крәҫтиән эшен башҡарған: ылау аттарын еккән, туғарған, ашатҡан-эсергән, фронт шарттары форсат биргәндә төнгөлөккә тышаулап ебәргән, ҡамыт-дуға йүнәткән, батальон артынан төрлө һалдат йөгө: тоҡлап сохарый, концентраттар, каптерка мөлкәте, патрондар ташыған.