Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Яҙыусылар союзында

Март аҙағында Актерҙар йортонда Башҡортостан Яҙыусылар союзының дөйөм йыйылышы булып үтте. Республика етәкселеге, мәҙәниәт министрлығы, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, халыҡ яҙыусылары һәм шағирҙарынан торған президиум, төрлө комиссиялар һай­ланғас, идара рәйесе вазифаһын ваҡыт­лыса башҡарыусы – М. Аҡмулла исе­мен­дәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты, филология фәндәре кандидаты Зәки Әлибаевтың Яҙыусылар союзының һуңғы осорҙағы эше һәм алдағы бурыстар тураһында доклады тыңланды. Фекер алышыуҙа тиҫтәнән ашыу делегат һүҙ алды, күптәре союздың ижади бәҫен һәм матди ҡеүәһен күтәреү буйынса заманға ауаздаш тәҡдимдәр бирҙе.
Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе вазифаһына дәғүә итеүсе өс яҙыусы – Зәки Әлибаев, Фәрит Әхмәҙиев һәм Айҙар Хөсәйенов программалары менән та­ныштырҙы. Кандидатуралар хаҡында фекер алышҡандан һуң йәшерен тауыш биреү юлы менән һайлау уҙғарылды. Һөҙөмтәлә Зәки Арыҫлан улы Әлибаев күпселек тауыш йыйып, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһының рәйесе итеп һайланды.

Ҡотлайбыҙ!
Идара йортонда Яҙыусылар союзына яңы ағзалар ҡабул итеү буйынса комиссия төҙөгән исемлек раҫланды. Улар – шағирә Фирүзә Абдуллина (Ҡырмыҫ­ҡалы), прозаиктар Миләүшә Ҡаһар­манова, Рәзилә Рыҫҡужина (Өфө), Раят Вәлиев (Межгорье), Ғабдулла Вафин (Бәләбәй), Мансур Һиҙиәтов (Белорет), Зөфәр Толомғужин (Мәләүез), проза һәм балалар әҙәбиәте яҙыусылары Гөлнара Мостафина, Венер Исхаҡов (Өфө), төркиәтсе, тәржемәсе, әҙәбиәт белгесе Әхәт Сәлихов, шағир, әҙәби тәнҡитсе һәм публицист Фәнзил Санъяров, шиғриәт һәм проза өлкәһендә эшләүсе Вадим Богданов (Өфө).

Ҡәләмеңә ҡеүәт!
Проза секцияһында Учалы Яҙыусылар ойошмаһының әүҙем ағзаһы Сәлиә Ғатауллинаның «Балан балланды, балам» исемле сәсмәүер ҡулъяҙмаһы тикшерелде. Һөнәре буйынса заманында маляр булып эшләгән авторҙың патриотик повесын һәм социаль психологик юҫыҡтағы хикәйәләрен Таңсулпан Ға­рипова, Гөл­фиә Юнысова, Ғәҙилә Бү­ләкова, Миләүшә Ҡаһарманова, Гөлнара Мостафина, Дамир Шәрәфетдинов, Әхмәр Үтәбай һәм Сабир Шәрипов (секция рәйесе) ыңғай баһаланы. Ошо уҡ ултырышта Рәзилә Рыҫҡужина секция сәркәтибе итеп һайланды.

Шиғриәтендә –милли аһәң
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, Зәйнәб Биишева, Рәми Ғарипов исемендәге әҙәби премиялар лауреаты Хәсән Назарҙың “Һайланма әҫәрҙәр”е йыйынтығына шағирҙың һуңғы ярты быуат эсендә яҙылған иң яҡшы шиғырҙары һәм поэмалары тупланған. Ошо йыйынтыҡтың исем туйы З. Вәлиди исемендәге Милли китапханала күркәм байрам төҫөн алды. Сарала күренекле шағирә, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова, халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин, халыҡ шағирәһе Гөлфиә Юнысова, Марсель Сәлимов һәм баш­ҡалар Хәсән Назарҙы 75 йәше һәм яңы китабы менән ихлас ҡотланы, ә прозаиктар Таңсулпан Ғарипова менән Айгиз Баймөхәмәтов хатта йыр менән тәб­рикләне. Юбилярҙың ҡәләмдәштәренә, “Китап” нәшриәтенә һәм республика китапханаһы хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙе лә тыңлаусыларҙа кинәнес тыу­ҙырҙы.

Рәсәй кимәлендәге
конференция
Башҡорт дәүләт университетында “Рәсәй халыҡтары филологияһының көнүҙәк мәсьәләләре” халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция булып үтте. Сара күренекле ғалимдар Роберт Байымовтың тыуыуына – 80, Ким Әхмәтйәновтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналды. Профессор Ғиниәт Ҡунафин әйтеүенсә, секциялар эшендә Рәсәй һәм Башҡортостан әҙәбиәте, милли тел, фольклористика һәм журналистика буйынса мөһим мәсьәләләр күтәрелде. Докладтар һәм мәҡәләләр иһә Рәсәйҙең төрлө мөйөш­тәрендәге юғары уҡыу йорттарынан килгән, шулай ҙа Башҡортостан әҙәбиәт­селәре һәм телселәре конференцияла айырыуса әүҙем ҡатнашҡан.

“Илһам шишмәләре”
Бәләбәйҙә “Илһам шишмәләре” төбәк-ара шиғриәт бәйгеһе үтте. Гран-при рус телендә яҙылған әҫәре өсөн Бөрөнән журналист Александр Хватковҡа бирелде. Беренсе урынға Учалы шағирәһе Наилә Хамбалеева лайыҡ булды. Өфөнән Айҙар Маннапов менән Стәрлетамаҡтан Тамара Янгалова икенсе урынға сыҡты. Өсөнсө урын – Бишбүләк районынан Марина Яковлева, Баймаҡтан Мотал Рәмов һәм Өфө районынан Ирек Галинда. Йола буйынса ошонда уҡ Фәтих Кәрим исе­мендәге премия лауреаттары ла бил­дәләнә. Быйыл был бүләккә Фәниә Ғәбиҙуллина, Фәнил Күзбәков, Чебоксар ҡалаһынан Светлана Азамат һәм Бә­ләбәйҙән Валентина Пашина лайыҡ булды.

Юбилейҙар
Башҡорт дәүләт академия драма театрында ғалим, яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре Рәшит Шәкүрҙең 80 йәшлек юбилей тантанаһы үтте. Шығырым тулы залда ил аҡһаҡалын – Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреатын, Салауат Юлаев ордены кавалерын ҡә­ләмдәштәре, дәүләт һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, яҡташтары, төрлө төбәктәрҙән уның ижадын һәм эшмә­кәрлеген хуплаған, ихтирам иткән вә­килдәр тәбрикләне.
Дүртөйлөлә яҙыусы һәм драматург Мөҙәрис Мөсифуллин 60 йәшлек юбилейын билдәләне. Уны Өфө ҡунаҡтары ла – Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Әлибаев һәм танылған йәмәғәт эшмәкәре, шағирә Гүзәл Ситдиҡова ҡотланы.

“Боролош”
авторы хөрмәтенә
Нуриман районының Иҫке Күл мәк­тәбендә Ғәйнан Хәйри исемендәге шиғыр бәйгеһе үтте. Башҡорт телендә тәүге роман (“Боролош”, 1928) авторы 1903 йылда ошо ауылда тыуған. Сарала Өфөнән шағирәләр Тамара Искәндәриә, Зөлфиә Ханнанова, Гөлназ Ҡотоева ҡатнашты.

Күмертауҙа –
яңы етәксе
Күмертау яҙыусылары әҙәби ойошма етәксеһе итеп Римма Арыҫланованы һай­ланы. Ул 1966 йылда Ишембай райо­нының Иҫәкәй ауылында тыуған. Маҡар урта мәктәбен, Стәрлетамаҡ педагогия институтының филолгия факультетын тамамлай. Әле Күмертау гимназия-интернатында башҡорт теленән уҡыта.

“Библиотөн” –
Экология йылына
Республикала матур йолаға әйләнгән китапхана төнө быйыл Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Экология һәм махсус һаҡлаулы тәбиғәт биләмәләре йылына бағышланды. “Ватан” этноүҙә­гендә билдәле яҙыусы һәм сәйәхәтсе Камил Йыһаншин үҙенең сәйәхәттәре тураһында һөйләне, сығышын төрлө илдәрҙән алып ҡайтҡан күргәҙмә материалдары күрһәтеп тә биҙәне. Милли китапхананың башҡорт әҙәбиәте бүлегендә яҙыусы, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев иһә үҙ сәфәрҙәрендә йыйған тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Ошо уҡ китапханала Мәскәү ҡунаҡтары – М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты доценты, яҙыусы Анна Берсенева һәм прозаик Владимир Сотниковтар менән осрашыу үтте, автограф биреү ойошторолдо. Һәр китапханала, ә улар республикала 1584, экологик әҙәбиәт буйынса күргәҙмәләр эшләне, китап һөйөүселәр менән осрашыуҙар уҙғарылды.

Һеҙҙә нисек,
беҙҙә лә шулай
Өфөлә Германияның Мюнхен ҡала­һынан немец яҙыусылары Андреас Гетц менән Ангелика Йодль булып китте. Улар Башҡорт дәүләт университеты һәм “Бельские просторы” журналы саҡырыуы буйынса осрашыуҙар үткәрҙе. Журнал бер нисә йыл инде уҡыусыларын немец әҙәбиәте өлгөләре менән таныштырып бара. БДУ-ла немец теле аҙналығы үтте, студенттарҙың немец теленә тержемә­ләренә баһа бирелде. Милли китап­ха­налағы осрашыуҙа яҙыусылар Германия­лағы әҙәбиәт торошо менән таныштырҙы, ижадтары тураһында һөйләне. Германияла әҙәби тормош Рәсәйҙекенән айырылмай тиерлек, тип асыҡлыҡ индерҙе сит ил әҙиптәре.

Халыҡ-ара
эшмәкәрлек
һөҙөмтәһе
Йылайыр районында “Донъя халыҡ­тары эпостары” тигән беренсе төбәк фестивале үтте. ЮНЕСКО ҡанаты аҫтында ойошторолған сарала 8 райондың 60-лап уҡыу йортонан 200-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Фестивалдә ЮНЕСКО-ның республика комитеты директоры Өлфәт Йомағужин “Башҡортостан менән ЮНЕСКО-ның 20 йыллыҡ хеҙмәттәш­леге” тигән доклад менән сығыш яһаны, был ойошма ҡатнашлығында республикала атҡарылған һәм тиҙҙән үтәсәк саралар менән таныштырҙы. Артабан төрлө темалар буйынса “түңәрәк өҫтәл”дәр үтте. Күп йыллыҡ эшмәкәрлектәре һөҙөмтәһе булып Йылайыр ауылының Н. Иреков исемендәге урта мәктәбенә, Баймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбенә, Сибай ҡалаһының “Ирәндек” лицейына “ЮНЕСКО мәктәбе” статусы бирелеүе тураһында танытмалар тапшырылды.