Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2012 йылғы лауреаттары

Евразия Яҙыусылар берлеге һәм «Ағиҙел» журналы Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара II хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә. Темаһы – ирекле. Региондарҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем.

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

"Ағиҙел"гә хаттар килә

ХЫЯНАТ ИЗГЕ БУЛЫРМЫ?

Мөнир Ҡунафиндың “Кешелеккә тоғролоҡ” хикәйәһе (“Ағиҙел” журналы, 2017 йылдың 1-се һаны) сәйер генә башланып китеүе менән иғтибарҙы йәлеп итә, ҡыҙыҡһыныуҙы көсәйтә. Нәфисәнең иренә төбәлеп: “Иҙрис, бер тапҡыр ғына… хыянат итергә ирек бир,” – тип ялбарыуы һағайта ла (был ҡатын үҙ аҡылындамы икән?), ғәжәпләндерә лә (шулай тип асыҡтан-асыҡ әйт әле!). Әммә ҡатын һис кенә лә яңылышмай, ниәтендә бер ниндәй шаярыу ҙа юҡ икән. “Мин балаһыҙ йәшәй алмайым, аңла,” – тип иренә күңелен бушатҡан Нәфисәнең хәлен аңларға мөмкин. Һигеҙ йыл ғаилә булып йәшәп тә балалары булмауы хәүефләндерә ҡатынды. Донъялары етеш, күркәм дә бит, тик сыр-сыу бала тауыштары ишетелмәгәс, өйҙә йәм юҡ. Ошо юҫыҡта автор, Нәфисәнең кисерештәрен ҡеүәтләп, халыҡтың бик хаҡ һүҙҙәрен килтереп китеүҙе лә урынлы һанай: “Ағасһыҙ йортҡа ҡош ҡунмаҫ, балаһыҙ йортҡа ҡот ҡунмаҫ”, “Балалы өй – баҙар, балаһыҙ өй – тулы зар”. Бала мәсьәләһе тормошта бик ҡатмарлы ғына: ир менән ҡатындың аралары һыуыныуға, ыҙғыш-талашҡа, ниһайәт, ғаиләләрҙең тарҡалыуына ла килтерә ул. Әммә хикәйә геройҙары бындай уҡ хәлгә барып етмәйҙәр, киреһенсә, бер-береһен аңлашып, төрлө ысулдар эҙләп, шуларҙы ҡулланып ҡарамаҡсылар. Шул сәбәпле, ир менән ҡатын өй ишегенең яңағын алыштырыу, яңы шишмә ҡаҙып, шуның һыуын эсеү ырымдарын да һынап ҡарай, тик фәтүә юҡ. Иҙрис тә һағая төшә, әммә иң ныҡ төшөнкөлөккә бирелеүсе, әлбиттә, Нәфисә. Көндән-көн ул үҙенә толҡа тапмай, төрлө ҡапма-ҡаршылыҡлы уйҙар кисерә. Йәшәүҙең йәме, ғүмерҙең мәғәнәһе юғалғандай, өйҙән дә бушлыҡ һалҡыны бөркөлгәндәй. Иҙрис менән мөхәббәттәре ни тиклем ныҡлы булып, бер-береһен нисек кенә яратмаһындар, донъяның бер мөйөшө барыбер китек һымаҡ.
Ана шуға күрә лә Нәфисәнең күңеленә хыянат тигән уй килә. Нәҡ ошо аҙым ғына уларға ярҙам итер, ғаиләгә ҡот өҫтәр кеүек. Иҙристән айырмалы рәүештә, Нәфисә үҙенең дөрөҫ юлда булыуына һис кенә лә шикләнмәй. Әлбиттә, һәр кем хыянатты яман ҡылыҡ, әхлаҡи түбәнлек, мәкер тип ҡабул итергә күнеккән. Ә Нәфисә был аҙымын икенсерәк төрлө баһалап, үҙенең хаҡлығын раҫламаҡсы. Бындай киҫкен ҡарарға килгәнсе, уға сикһеҙ уйҙар диңгеҙендә йөҙөп, һәр нәмәне үлсәп, саманы самаларға тура килә. Үҙ ҡылығын аҡларлыҡ дәлилдәр эҙләй. Улары кире ҡаҡҡыһыҙ: беренсенән, ул – ҡатын ҡыҙ. Хоҙай уны шулай яратҡан. Икенсенән, ҡатын-ҡыҙ – нәҫелде дауам итеүсе, тимәк, кешелектең киләсәге өсөн яуаплы. Шуның өсөн бер ниндәй икеләнеүһеҙ әсә булыу мотлаҡ уға.
Әлбиттә, Нәфисәгә хәтәр аҙымға барыу еңел түгел. Уның күңелендә тойғолар көрәше бара. Бер яҡ ҡатындың ҡылығын аҙғынлыҡ, ирен кәмһетеү, һанламау тип ҡабул итһә, икенсе яҡ быны барлыҡ кешелек алдындағы изге бурыс итеп күрһәтергә тырыша. Бына шундай киҫкен, көсөргәнешле мәлдәргә ҡуя автор хикәйә геройын. Берсә Нәфисә Иҙрисенә башҡорт ҡатындары өсөн ир изге нәмә тигән күҙлектән ҡарай. Шул уҡ ваҡытта үҙенең әсә була алмауына нәҡ уның сәбәпсе икәнен дә иҫенән сығармай. Быны Нәфисә ауыҙынан кинәйәләп әйттереү өсөн Иҙрис тарафынан өҙөп алынған алма сәскәһен автор оҫта файҙалана. Әлеге сәскәгә төбәлеп, ҡатын: “Тик хәҙер алма булып етешә алманы инде,” – тип әйтә икән, үҙен дә, Иҙристе лә, тыумаған балаларын да күҙ уңында тота бит. Өҙөлгән алма сәскәһе – хикәйәлә күтәрелгән мәсьәләне асыуға булышыусы бик уңышлы деталь.
Ана шулай, ете ҡат үлсәп, бер ҡат киҫ, тигәндәй, Нәфисә ниәтләгән ғәмәлен атҡарырға тәүәккәллек итә: хыянат итергә. Әммә беҙ ишетеп-белеп күнеккән хыянат түгел имеш тә. Нәфисә әйтмешләй: “Был хыянат түгел, был – тоғролоҡ. Әсәлеккә, кешелеккә, кешелектең йәшәүенә тоғролоҡ”. Нәфисә аңлатыуынса, был хыянат емергес, ҡыйратҡыс, үлтергес түгел, ә изге ғәмәл. Хыянаттың тоғролоҡҡа тиңләнеүе, изге менән хыянаттың йәнәш тороуы һис кенә лә башҡа һыйғыһыҙ. “Шулай булыуы мөмкинме?” – тигән һорау тыуа күңелдә. Берәй боҙоҡ, аҙғын ҡатын булһа, ҡул һелтәлер ҙә ҡуйылыр ине. Әммә хикәйә геройы – аҡыллы, тәртипле, иренә тоғро ҡатын. Үҙе лә бит был аҙымын сараһыҙлыҡтан, тип тә аҡларға тырыша.
Хикәйә дауамында көсөргәнешлек артҡандан-арта бара. Ваҡиғаларҙың артабанғы ағышы ҡыҙыҡһындыра, төйөндөң сиселешен беләһе килә. Ир кеше, әлбиттә, ҡатындың яҙыҡ аҙымына риза түгел (хәйер, кем генә риза булыр ине икән?). Шул уҡ ваҡытта ҡәтғи ҡаршылыҡ та күрһәтмәй, аҙаҡтан бөтөнләй онотто, ҡул һелтәп ҡуйҙы һымаҡ. Бындай килешеүсәнлек уның ҡатынын яратыуы, унан башҡа тормошон күҙ алдына килтерә алмауы менән бәйле, тип аңларға кәрәктер. Шул уҡ ваҡытта таяҡтың башы ирҙең үҙенә төшә: балаһыҙлыҡ проблемаһына үҙе сәбәпсе. Ә Нәфисәгә килгәндә, үҙенең ҡылыр ғәмәленең яҙыҡ түгел, изге эш икәненә тамам инана. Маҡсатына ирешеү өсөн кәрәкле кешеһен дә төптән уйлап һайлай. Уныһы – Рәсүл, йәш, ҡеүәтле, үҙе телһеҙ. Нәфисәнең тәрән аҡыл менән эш итеүенә шик юҡ: серҙе һис кем сисмәйәсәк, хәлде бер кем дә белмәйәсәк.
Нәфисәгә гонаһлы аҙымды ҡылыу еңел түгеллегенә яҙыусы әленән-әле ишара яһай. Үҙ геройының хәлен еңеләйтеү маҡсатынан Йософ менән Зөләйха хаҡындағы ҡиссаны ла иҫкә төшөрә. Хыянат мәлендә тик Иҙристе генә күҙ алдында тотормон, тип тә тынысландырта Нәфисәне. Әммә халыҡтың “Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә,” йәки “Беҙ ҡапсыҡта ятмай” тигән тормош һынауы үткән хаҡ һүҙҙәренең ни тиклем раҫ икәненә инандыра хикәйәләге артабанғы хәл-ваҡиғалар. Яҙыусының хикәйә эсенә Сара ҡарсыҡ тарихын индереүе лә юҡтан ғына түгел. Нәфисә менән уларҙың яҙмышы уртаҡ һымаҡ: икеһе лә йәмғиәт өнәп бөтмәгән, яҙыҡ эш тип баһаланған, әхлаҡһыҙлыҡ тип ғәйепләнгән аҙымға бара. Икеһе лә киләсәктә бала бағыу уйы кисерә. Сара ҡарсыҡ үҙ башынан үткәндәрҙе Нәфисәгә һөйләп, уны хуплаймы, әллә яҙыҡ ғәмәлдән ҡурсалаймы, быны һәр кем үҙенсә аңлар, моғайын. Сараның ҡылғанын ул йәшәгән осорҙо күҙ алдына баҫтырып (һуғыштан һуң ир-егеттәргә ҡытлыҡ заман), ғәфү итерлек тип, ҡабул итергә мөмкин. Художестволы әҙәбиәттә ошоға оҡшаш хәл Тимерғәле Килмөхәмәтовтың “Йәнкиҫәк” хикәйәһендә лә тасуир ителә. Унда яҙыусының позицияһы ыңғай: үҙ геройының йәшерен ғәмәлен батырлыҡҡа тиңләй. Ә Нәфисәгә ниндәй (хикәйәлә ваҡиғалар үткән быуаттың 80-се йылдарында бара) баһа бирергә? Кешегә ғүмерҙең бер генә мәртәбә бирелеүен, шул ғүмерҙең сәскәләй генә уңдырышлы бер осоро булыуын күҙ уңында тотҡанда уны ла аңларға мөмкин. Тик тормош һин теләгәнсә генә булһа икән. Сараның да, “Йәнкиҫәк”тәге Миңйыһандың да ваҡыт үтеү менән күңел ғазаптары онотола. Ә бына Нәфисәгә яңынан-яңы әрнеү-һағыш өҫтәлеп кенә тора.
Хәҙер инде быға тиклем яҡлаусыһыҙ, йәлләткес, күндәм тойолған Рәсүл актив һөжүмгә күсеп, үҙенең аталыҡ хоҡуғын хәленсә дауларға маташа. Ваҡиғалар ағышында йыуаш егет танымаҫлыҡ булып үҙгәрә, әйтерһең дә, йыртҡысҡа әйләнә. Былай булғас, уның Иҙрис менән Нәфисәгә тынысланып йәшәргә ирек бирмәҫе көн кеүек асыҡ. Быны тойомларға яҙыусы баяғыса бик уңышлы деталдәр аша өлгәшә. Бер мәлдә Рәсүл Нәфисәнең кәрзиненә ағыулы бәшмәк һалып китһә, икенсе ваҡыт салбар кеҫәһенән шалтырауыҡ уйынсыҡ сығарып Иҙрискә бирә, артабан алмағасты киҫеп ауҙарып ҡуя. Быларҙы һис кенә лә хәйерлегә юрарлыҡ түгел. Рәсүлдең шундай һөмһөҙлөгө, үҙ һүҙлелеге берсә асыу тойғолары уята, ә икенсе яҡтан ҡарағанда, шулай булырға тейеш тә һымаҡ. Уйынды бит ул башламаны, бер кемде лә бер нәмәгә лә мәжбүр итмәне. Әгәр ҙә Нәфисә арбамаһа, һаман да һәүетемсә генә йөрөп ятыр ине. Уйлап ҡараһаң, ул бит мыҫҡыл ителде, кешелек дәрәжәһе аяҡ аҫтына һалып тапалды. Һөйләшеү һәләтенән мәхрүм булһа ла, Рәсүл дә кеше бит әле, ул да Хоҙай тарафынан яратылған.
Иҙрис менән Нәфисә килеп тыуған ҡатмарлы хәлдән икенсе ергә күсеп ҡотолмаҡсы. Тик яңы урында ла тынысланып көн итергә насип булмай. Бәләнең тағы ла хәтәрерәге һағалап тора уларҙы: малайҙары күҙһеҙ һәм телһеҙ икән дә. Бала бағып бәхетле булыу теләге шулай селпәрәмә килә. Бала булып та йортҡа ҡот ҡунмай. Ни менән аңлатырға быны? Аҙғынлыҡ һөҙөмтәһе ( М. Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһындағы Тәңкәбикә тапҡан Диуана һымаҡ) тиһәң, Нәфисә ундай ҡатын түгел. Белеүебеҙсә, уның ҡылығы иренән йәшерен дә түгел, киреһенсә, килешеп эшләнгән һымаҡ. Маҡсаты ла нәфсеһе көҫәүҙән түгел, изге ниәттән, төптән уйланған. Бәлки ғәйеп бер гонаһһыҙ Рәсүлдең рәнйеше һөҙөмтәһелер? Нисек кенә булмаһын, Нәфисә тарафынан бушҡа ымһындырылды, алданды. Кеше рәнйешенең яҡшыға булмауы хаҡында халыҡ аҡылы борондан иҫкәртеп килә. Тыштан ҡарағанда риза һымаҡ тойолһа ла Иҙрис тә ҡатынының әлеге аҙымына ихлас түгел. Баланы ҡабул итеүе лә ҡатынын үтә лә яратыу хистәренән генә. Шул рәүешле, сабыйҙың ғәриплеген Хоҙайҙың иҫкәртеүе тип ҡабул итергә кәрәктер. Хикәйә хыянат итеү, гонаһ ҡылыу һис кенә лә яҡшыға илтмәҫ, тигән һығымтаға килтерә.
Хикәйәнән тағы ла шул аңлашыла: әҙәм рәнйештәре аша бәхеткә ирешеп, яҡындарың фатихаһынан башҡа уңышҡа өлгәшеп булмай. Был – тормош ысынбарлығы.
Хикәйә нигеҙендә ятҡан хыянат төшөнсәһе аша автор тағы нимә аңлатырға теләй икән? Беренсенән, хыянатты тоғролоҡ менән һис кенә лә йәнәшә ҡуйып, ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшеп булмай. Улар ғүмер-ғүмергә бер-береһенә ҡапма-ҡаршы төшөнсәләр булып ҡаласаҡ. Икенсенән, ғаиләнең төп функцияларының береһе – бала тәрбиәләү. Ул икенсе функция – быуындар бәйләнешен дауам итеү менән бәйле. Ошо рәүешле, хикәйә илебеҙҙәге демографик ситуация торошоноң киҫкенлегенә лә иғтибарҙы йүнәлдерә. Шундай хәлдә милләтебеҙҙең киләсәк яҙмышы ла уйландырырға тейешле бөгөнгө замандаштарыбыҙҙы. Өсөнсөнән, яҙмыштан уҙмыш юҡ, тигән әйтем иҫкә төшә. Уның “Өлөшөңә төшкән көмөшөң” тигән синонимын да күҙ уңында тотҡанда, ошондай фекер тыуа: килеп тыуған хәлдән ул һынлы фажиғә яһарға ла ярамай, тип тынысланыуҙан башҡа сара юҡ хикәйә геройҙарына. Дүртенсенән, ир-егеттең эсендә эйәрләнгән ат ятыр, тигән әйтем дә юҡтан бар булмаған. Кеше күңелен аңлап бөтөү мөмкин түгел икәнде аңларға, һабаҡ алырға кәрәк хикәйәләге хәл-ваҡиғаларҙан.
Мөнир Ҡунафиндың яңы әҫәре тормошсан, бик тә фәһемле. Яҙыусының теле оҫта, бай, халыҡ аҡылын (әйтемдәр, ырымдар) уңышлы файҙалана. Ялҡытҡыс һөйләү, һыу буйы һөйләмдәр, ҡабатлауҙар – яҙыусы өсөн ят нәмә. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев әйтмешләй: “Кеше психологияһын нескә аңлай һәм бик тәбиғи итеп күрһәтә. Яҙғандары ябай һәм аҡыллы, кешесә һәм уҡымлы. Башҡа бер кем менән дә буталмаҫлыҡ үҙ стилен, аһәңен тапҡан”. (“Ватандаш”, 2016 йыл, 10-сы һан, 130-сы бит). Шуға күрә хикәйәне уҡыуы үҙе бер кинәнес. Әҫәрҙәге ваҡиғалар уҡыусыны үҙенә шундай ныҡ йәлеп итә: артабан нимә булырын тиҙерәк белергә ашҡындыра.
Образдар даими хәрәкәттә, үҫештә. Эске монологтар, төш күреү элементтары ла образды тулыраҡ асырға, уның кисерештәрен нығыраҡ аңларға булышлыҡ итә. Хикәйә ни эшләргә белмәйенсә, ваҡыт уҙғарыр өсөн генә, тип ҡабул ителмәй. Етди, хатта мәңгелек тип әйтерлек мәсьәлә күтәреп, кешене уйландыра алыуы менән ҡиммәт ул. Шуға күрә әҫәрҙе яҙыусының сираттағы уңышы тип һис икеләнмәйенсә әйтергә мөмкин.
Рим Исхаҡов.
Ҡырмыҫҡалы районы.

МӨХӘББӘТТЕ АША АТЛАП
Йәйҙәрен оҙаҡ көттөрөп яуған ямғырҙар була. Ямғырҙан һуң ҡалған сафлыҡты, таҙарынған, күтәрелеп ҡалған тәбиғәтте ҡарап туйып, аңлатып булмай. Тағы көтәһең ошо кинәнесте. Мөнир Ҡунафиндың әҫәрҙәрен бына ошондай халәттә көтөп алаһың.
Ул һүрәтләгән тәбиғәт бөтөнләй икенсе, ул тасуирлаған ваҡиға, тормоштар күтәренке, образдарҙың ҡылыҡ-фиғеле, мөнәсәбәттәре тере, йәнле.
Ир менән ҡатын-ҡыҙ араһындағы мөнәсәбәт, мөғәмәләне Мөнир Ҡунафин һәм Әхмәр Үтәбай кеүек бирә алған яҙыусылар һирәк. Әҙәбиәттә мөхәббәт, йән-тән яҡынлығы тураһында күбеһенсә яҙыусылар “һыпырып” ҡына һүрәтләп үтә. Ә был ике авторҙың әҫәрендә ошо күренеш-булмыш иҫ киткес асыҡ сағыу итеп бирелә. Шул арҡалалыр, моғайын, әҫәрҙәге сюжет һыҙығын бар тәрәнлеге менән аңлайһың, кисерәһең. Тағы бер үҙенсәлеге бар Мөнир Ҡунафин ижадының: әҫәрҙе уҡығандан һуң уның елеген үҙеңә табырға, күңел сөмбәйҙәрендә күп соҡонорға тура килә.
«Кешелеккә тоғролоҡ» хикәйәһе лә ошоно тағы бер ҡат иҫбатланы. Тәүге юлдарҙан уҡ уйға һала автор. Нәфисә иренән «бер тапҡыр ғына хыянат итергә” рөхсәт һорай. Ҡатын иренә “хыянатыңды бер тапҡыр ғына ғәфү итә алам” тиһә лә ул тиклем ғәжәпләнмәҫ инем. Ҡатын-ҡыҙ бит күбеһенә түҙә, күҙ йома. Ә бында иреңә шулай тип торсо әле.
Әҫәрҙе уҡый бара, Нәфисәнең күңел торошон аңлағандай булаһың. Эйе, сәбәбе лә ниндәй әле – кешелеккә тоғролоҡ бит. Ул ҡатын-ҡыҙ затынан, уға «нәҫелдең, ҡәүемеңдең, халҡыңдың дауамы һинең буйыңда ята» тигән изге бурыс ҡуйылған. Ә инде «Хоҙай тарафынан һинең яртың булып ебәрелгән һәм уны түлһеҙ итергә ҡарар ҡылынған икән, һин дә ҡыҫыр» тигән уй ниңәлер артта ҡала килә.
Әҫәр башында уҡ Иҙристе маҙаһыҙлаған һағыҙаҡ һиҫкәндерә. Тәмле-татлыны ғына тәмләргә, йылыла ғына иҙерәргә яратҡан, саҡһа үҙәгеңә үтерлек һағыҙаҡ тиккә генә сыуалмай бында. Һәм ул саға ла... Мөхәббәт тулы донъяһында ҡолас ташлап йәшәп ятҡан Иҙристе һәм автор Йософ пәйғәмбәргә тиңләгән Рәсүлде.
Тағы бер деталь һиҫкәндерә һәм уйға һала. Был Нәфисәнең төшөнә ингән ерҙәге тәүге әҙәм затының ҡатыны Һауа. Тиктәҫкә түгел был ҡатындың алма өҙөп Нәфисәгә һуҙыуы. Һай, тиктәҫкә түгел... Аллаһы рөхсәт итмәгән емеште ашағандан һуң Әҙәм менән Һауаның йәннәттән ҡыуылыуы һәр беребеҙгә мәғлүм. Хоҙай һүҙенән сығып яңылышыуҙарына һуңынан бик үкенәләр, һыҡрап-илап тәүбәгә киләләр ҙә һуң... Һауаның алма һуҙыуы, етмәһә, уныһы ҡаты төшлө муйыл булып сығыуы, ай-һай, шомландыра. Шайтан ҡотҡоһо үҙ эшен эшләй, ҡатын иренә хыянат итә, рөхсәтен дә көтөп тормай хатта. Донъяһын сынъяһау итеп тотҡан (ысын яһаумы икән бағаналары серек донъяның), шау алмағаслы ғаилә ҡотона ҡыуанып йәшәгән Иҙристең күңел донъяһы ҡаҡшай, гонаһтан яралһа ла үҙ донъяһында Йософ пәйғәмбәрҙәй саф булып йәшәп килгән Рәсүлдең күңелендә шайтан тантана итә. Ул инде шау сәскәле алмағасты сабырға әҙер. Тәү ҡарашҡа гүзәл тойолған Нәфисәнең күңел кәрзинендә ағыулы бәшмәк кенә.
Емеш бирмәҫ борон алмағастың сәскәһен өҙөп еҫкәй Иҙрис менән Нәфисә. Аҙ ғына сабырлыҡтары етмәй. Бәлки, кем белә, автор әйтмешләй, “мөхәббәт аямаҫлыҡ сирҙәрҙе төҙәтә, һулыған сәскәләрҙе терелтә, ябай ҡамсыларҙан ут сығара ала лаһа”. Бәлки, ниәттәре йыһан бейеклегенә күтәрелеп, тәңреләрҙән фатиха алышыуға өлгәшерҙәр, аҡылы камил, ағзалары теүәл бала һөйөрҙәр ине.
Әҫәрҙең һуңғы юлдарын уҡығандан һуң, кешелек барлыҡҡа килгәндән алып быуын-быуындан күсеп килгән ҡиммәттәрҙе тағы бер ҡат күңел төпкөлөндә барлайһың. Тел осонда бер теләк: мөхәббәттән тыуһын, көтөп алынһын, теләп табылһын һәр бала. Кеше бәхетен урлап, тоғролоҡто, мөхәббәтте аша атлап түгел.
Радмир ДӘҮЛӘТБӘКОВ.
Ейәнсура районы.