Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

9 МАЙ – ЕҢЕҮ КӨНӨ

Мостай КӘРИМ

Минең атым
Ҡаҙ ҡанаты ҡат-ҡат була,
Ир ҡанаты ат була...

Аҡбуҙымды мин төшөмдә күрҙем:
Тарһынып ул ҡырҙар киңлеген,
Ярһынып ул, башын сайҡай-сайҡай,
Асып инде бүлмәм ишеген.

Атым телгә килде:
«Өс ай инде
Ауыҙлыҡһыҙ минең йүгәнем,
Өс ай инде,
Аҡ күбеккә батып,
Яландарҙа яңғыҙ еләмен.

Өҙгөләне елдәр, хәтәр елдәр
Һин ялыма үргән таҫманы.
Өс ай инде,
Ләкин өҙәңгемә
Ят кешеләр аяҡ баҫманы.

Мин ант иттем туғайҙарға ҡарап,
Мин күлдәргә ҡарап ант иттем:
– Бер үҙеңә генә тоғро атмын,
Башҡаларҙы шуға ят иттем.

Һин һауыҡһаң ине.
Дуҫһыҙ ауыр,
Эҙләп килдем эсем бошҡанға;
Һинең ҡаның өсөн үс алырға,
Атылаһы ине дошманға!

Өҙәңгемә һин һикереп баҫһаң,
Дәртем таша ине шул саҡта,
Күкрәгемә йөрәк һыймай ине,
Ә хәҙер һин минән йыраҡта...»
Ҡапыл ул юғалды...

Доктор, доктор, һауыҡтырсы мине,
Ауырырға хаҡым бармы ни?
Яландарҙа яңғыҙ елеп йөрөгән,
Эйәрләнгән атым бар минең!..

Хәким ҒИЛӘЖЕВ

Ватанымдың
йөрәк ялҡыны
(Госпиталдә саҡта)

Аңды юйып яра һыҙлағанда,
Кипкәндә лә хатта електәр,
Һынмай торған тимер ихтыярымды
Мин Ватаным тиеп йөрөтәм.

Ҡаршымдағы ике тәҙрәнән
Үтеп ингән көндөң яҡтыһы,
Илһам нурын миңә килтергәндә
Хистәремдең тәүге сатҡыһын.

Күпме дәрте булһа йәшлегемдең,
Күпме ҡеүәт булһа йөрәктә,
Бөтәһен дә, бөтә ғүмеремде
Мин Ватаным тиеп йөрөтәм.

Повязкала ятҡан аяҡтарым
Тоймаһа ла ҡарҙың һалҡынын,
Тоям: палатаға үтеп инә
Ватанымдың йөрәк ялҡыны.

Муса ҒӘЛИ
Кем һин, Салидә?
Славиндағы совет воиндары ҡәберлегендә ошондай плитә бар:
Красноармеец 1945 Салидә Солтанова.

Күбекләнеп аға яҙғы Дунай,
Тиргә батҡан ярһыу ат кеүек.
Славинтауға баҫтым. Йәшәй донъя Моңһоу түгел, бары шат кеүек. Тулҡындарҙың ярға һикерер мәле,
Бейеп китер мәле гөлдәрҙең.
Тик хыялдай ошо минутта ла Өҙөләлер йәне меңдәрҙең.
Өҙөләлер. Мин дә баҡтым тетрәп,
Был тауҙағы изге таштарға.
Күрһә икән, күрһә ошо яҙҙы
Таштар аҫтындағы башҡайҙар.
Алтын менән алтын исемдәрҙе
Уйып яҙған дуҫтар ҡәҙерләп;
Кем һин, йәнем,
Салидә Солтанова?
Яуап бирмәй ләкин ҡәберҙәр.
Баш осонда күпме тюльпан яна,
Гүйә, торҙом утҡа табынып.
Дөрләп китте мәллә улар шулай Һинең йөрәгеңдән ҡабынып?
Кем һин, йәнем,
Салидә Солтанова?
Ниндәй моңдар һине оҙатты.
Ниндәй һыуҙар эстең. Ҡайһы яҡтың
Алһыу таңдарына күҙ аттың?
Туйғансы бер тыңлай алдың микән
Гармун моңон, сихри ҡурайҙы.
Баҡсы, баҡсы бынау тюльпандарға, Яҙғы донъя ниндәй ҙурайҙы!
Шул донъяла исемең бар, Салидә,
Үлән, ағас йә ҡош шикелле.
Ошо ҙур яҙ һинең рухыңдыр ул,
Шуғалыр ҙа яҙҙар һөйкөмлө.
Бер минме һуң бында телһеҙ ҡалған...
Шундайҙарҙың кереп хәленә,
Был Ер үҙе тюльпандары менән
Шиғыр яҙған һиңә, Салидә,
Күрсе, йәнем,
Салидә Солтанова!..

Шәриф БИКҠОЛ

Мин ризамын
Яу ҡырында әгәр ҡыйыулыҡтан
ҡеүәтлерәк күрһәм үлемде,
мин ризамын:
хәрәм булһын миңә
«улым» тигән һүҙе Илемдең...

Яу ҡырында әгәр ҡаҙамаһам
дошманыма нәфрәт уғымды,
мин ризамын:
Илдең саф һауаһы
тонсоҡторһон минең тынымды...

Яу ҡырында әгәр боҙа ҡалһам
ата-бабаларҙың йолаһын,
мин ризамын:
Әсәм ҡосағында
мин һыйыныр урын булмаһын!..

Төхфәт МОРАТ
Дуҫ ҡәбере янында
Хуш бул, дуҫҡай,
ҡәбереңә, бәлки,
Һуңғы тапҡыр килеп торамдыр. Ишетәһеңме,
позициялар буйлап,
– Һөжүмгә! – тип сигнал уйналды. Был сигнал,
ҡаты оран булып,
Үс алырға беҙҙе саҡыра.
Ғәфү ит, дуҫ,
оҙаҡ тора алмайым,
Тағы атакаға ашығам.
Һәм ғәфү ит, дуҫҡай,
ҡәбереңде
Сәскә менән биҙәп торманыҡ.
Һәйкәл өсөн баш осоңа тағы
Йондоҙ-фәлән яһап ҡуйманыҡ.
Үҙ окобың – һинең ҡәберең булды.
Һәм һин – һалдат – уны аңларһың: Хаҡыбыҙ юҡ беҙҙең үпкәләргә
Ҡаты яҙмышына һалдаттың.
Башыбыҙҙы эйҙек окобыңа,
Бер минутҡа ғына теҙләнеп.
Үс алырға өнһөҙ анттар бирҙек,
Автоматты ҡыҫып, тешләнеп.
Залп бирмәнек,
һиңә тигән залптар
Дошман йөрәгенә атылыр,
Һеҙ ҡорбандар өсөн
иң ҙур һәйкәл –
Еңеү тигән һәйкәл һалыныр.

Бәҙрүш Моҡамай

Атака алдынан
Соҡорҙарға, уйһыу урындарға,
Йылғаларға аҡ томан ята.
Сулпан ҡалҡа, һыҙылып ал таң ата, Ә таң менән – беҙҙең атака.

Өҫтөбөҙгә уттар яуғанда ла,
Алған ерҙе ташлап китмәҫкә,
Ун мәртәбә тәнгә яра алып,
Ҡандар аҡҡанда ла – сикмәҫкә!
Һәр беребеҙҙең күңеле шулай уйлай, Шул хис менән ҡайнай ҡаныбыҙ.
Беҙ беләбеҙ:
Үҙебеҙ үлгәндә лә,
Мәңгелеккә ҡалыр даныбыҙ.

Хөсәйен ҠУНАҠБАЙ

Хат
Хатым һиңә һағыныу йырҙарымды Һаҡлап алып барһын...
Йөрәгемдә һиҙәмен мин
Таныш түгел ярһыу.
Алыҫ, ят ҡырҙарҙың тупраҡтарын, Һағыш ҡырҙарының шау-шыуын
Кисеп үткәс, бәлки, тынысланыр, Бәлки, баҫылыр йөрәк ярһыуы...
Мин ҡайтырмын өйгә, уйнағанда Тауҙар түбәһендә таң еле,
Яҙҙар еткәс, үҙе тыуған күлде Һағынып ҡайтҡан аҡҡош шикелле.

Ҡадир ДАЯН
Гөлсирәнең һөйгәне
Менгән аты ерән ҡашҡа,
Ал таҫмалы йүгәне;
Ҡара күҙле, киң күкрәкле,
Һоро шинель – кейгәне.
Батыр икән, матур икән
Гөлсирәнең һөйгәне.
Ыласындай осҡан саҡта,
Ҡылыстары ялтырай.
Батыр егеттең килгәнен
Дошман күреп ҡалтырай.
Батыр икән, матур икән
Гөлсирәнең һөйгәне.
Менгән аты осоп үтә
Йылғаларҙың ярҙарын.
Аты кеүек ярһый егет,
Ҡыра дошман яуҙарын.
Батыр икән, матур икән
Гөлсирәнең һөйгәне.

Ғәйнан ӘМИРИ
Фронтҡа киткәндә
Мин бөгөн китәм фронтҡа.
Был – минең һынау көнөм.
Тып-тынысмын, әйтерһең дә,
Һабанға сығам бөгөн.

Бөтәһе лә һиңә, илем:
Йырланасаҡ йырҙарым,
Йөрәгемдең йәш ҡаны һәм
Күҙҙәремдең нурҙары!

Хуш, Башҡортостан – төйәгем,
Бәлки, һуңғы күреүем...
Ятып ҡалһа ла һөйәгем,
Һиңә ҡайтыр һөйөүем.

Үҙем ҡалһам ятып ситтә,
Һиңә атҡынам ҡайтыр.
Толпарым да ауһа яуҙа,
Ғүмерлек даным ҡайтыр.

Хәниф КӘРИМ
Йырҙың тыуыуы
Был йыр тыуҙы ут эсендә,
Ҡанға батып тыуҙы йыр.
Яҙғы күкрәүҙән дә ҡаты
Тетрәгәндә урман, ҡыр.

Тыуҙы һуғыш майҙанында
Дошман яуын ҡырғанда,
Пушкаларҙың көбәктәре
Көн-төн янып торғанда.

Ҡорос утта сыныға, һин
Ҡорос кеүек бул, йырым.
Һин – һаҡсының йән юлдашы,
Ҡайнар хистән тул, йырым!