Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2012 йылғы лауреаттары

Евразия Яҙыусылар берлеге һәм «Ағиҙел» журналы Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара II хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә. Темаһы – ирекле. Региондарҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем.

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Ҡәләмһынашта – Сибай ойошмаһы

Земфира Ғабдуллина

Күрешеү

Ҡыҫҡа хикәйә

Миңзәлә тәүге иренең – Инйәрҙең яңынан өйләнеүе тураһында ишеткәс, уның яңы кәләше менән инде-инде ҡыҙыҡһынды. Ғорур, һайлансыҡ иренең йөрәгенә кем үтеп инә алды икән?! Оҙаҡ, бик оҙаҡ һайланды бит. Хатта анау саҡ, әйҙә кире йәшәйек тигәс, бер ҙә ыңғайламаны. Үткәндәргә кире ҡайтыу юҡ, тине лә ҡуйҙы. Һәм бына ошо таш йөрәкте лә иретерлек ҡатын табылған!
Миңзәләнең күреү теләге шул тиклем көслө ине, интернеттағы "Бәйләнештә" социаль селтәренән ҡатындың битен табып, һәр фотоһүрәтен тиерлек ентекләп ҡарап сыҡты. Һомғол, мөләйем генә күренә лә үҙе. Юҡ, барыбер үҙен өҫтөн ҡуйырға тырышты. Ни тиһәң дә, мин күпкә йәшмен әле, матурыраҡмын да, тип уйланы... Түҙмәне, элекке иренең электрон почтаһына сәнскеле юлдар яҙырға ашыҡты: "Бигерәк ҡарт бит алған бисәң..."
Ирҙән яуап булманы. Миңзәлә быға күнегеп бөткән инде. Уныһы өндәшмәй ҡалһа ла, хаттарын яуҙыра ғына ул. Өндәшмәйсә тора алмай. Битараф ҡала алмай шул ул элекке иренә.
Юҡ, әлеге тормошона һис кенә лә зарлана алмай ҡатын. Яңы иренән хатта уңды: ҡыҙын да үҙенекеләй яратып, өф итеп кенә тора, уныһы гел эштә, бик һирәк күрһә лә, ҡәнәғәт, иң мөһиме аҡсаһыҙ ултыртмай... Йәнең теләгәнде һатып ал, аша, кей... Әммә тыныс түгел Миңзәлә, элекке тормошона йыш ҡына "ҡайтып" ала...
Бына әле лә Миңзәлә, алты айлыҡ ауыры булһа ла, өлкән ҡыҙы, бер йәшлек малайы менән бергә алыҫ юлға сығырға тәүәккәлләне. Тиҙҙән, бер-нисә сәғәттән, үҙенең тәүге ире, ҡыҙының үҙ атаһы менән күрешәсәк. Айырылышҡандарына инде әллә нисә йыл үтһә лә, күңеленә тынғы бирмәгән, һис кенә оноторлоҡ булмаған тәүге мөхәббәтен күрергә бар булмышы менән ашҡынды ҡатын. Боронғолар ҙа тәүге ирең – Аллаһтан, тәүгеңдән, балаларыңдың атаһынан ҡалырға яҙмаһын, тигәндәр. Миңзәлә лә оҙон юлда шул тәүге ире менән бергә йәшәлгән бик ҡыҫҡа тормошон хәтергә төшөрөп алды. Шул тиклем дә яратып сыҡҡан кешең менән боҙолошоп ғүмерлеккә айырылыу мөмкинме икән ул?! Ҡатын үҙенең йәшлек дыуамаллығын, ғорурлығын иҫкә төшөрҙө. Их, йәш саҡтар – тиле саҡтар, баш менән түгел, йөрәк, хис менән эш ителгән икән. Ҡайтарырға ине йәш саҡтарҙы! Миңзәлә Инйәр менән осраша башлаған, бергә булған саҡтарын әкиәти тормошҡа тиңләне. Шундай сибәр, уҡымышлы, ипле егетте эләктерҙе бит ул. Быға ул маһайҙы, күктең етенсе ҡатында йәшәне, хатта үҙ-үҙе менән ғорурланғайны ла бит...
... Йәшәй башлағас, иренең талаптарына, тыйыуҙарына тәүҙә күнде. Мөхәббәттәре генә һүрелмәһен! Әммә байтаҡ йәшкә оло булған, инде оҙаҡ йылдар ете ят мосолман илендә йәшәп ҡайтҡан иренең тормошҡа ҡарашы беҙҙең ерлектәге ирҙәрҙекенән ныҡ ҡына айырыла ине шул. Мөхәббәт тә уныңса икенсе төрлө, бөтөнләй икенсерәк икәнен дә аңлай башланы. Әммә үҙе лә, йәш ҡатын, холоҡһоҙлоғо, сабырһыҙлығы, үҙһүҙлелеге менән бәхетен юҡҡа сығарыуға юл ҡуйҙы. Әкиәти тормош?!..
Бына әле элекке ире өйләнгәс, әллә ҡыҙғанды, ғүмерҙә булмағанса ашҡынып килде. Танышҡан сағындағы тәүге күрешеүҙәге һымаҡ йөрәге дарҫлап типте. Әйтерһең дә, уныһы күкрәгенән сығып килә. Ана уның ҡаршыһында һис кенә лә үҙгәрмәгән күркәм ҡиәфәтле элекке ире, ә эргәһендә ҡояштай балҡып яңы ҡатыны тора ине. Уныһы иң тәүҙә Инйәргә оҡшаған ҡыҙыҡайҙың арҡаһынан һөйөп алды, Миңзәләгә йылмайып:
– Нисек килеп еттегеҙ? Хәлдәрегеҙ нисек? Балалар арыманымы? – тине.
– Яҡшы килеп еттек, шикелле...
Миңзәлә бындай күрешеүҙе, бынауы бисәһе килер тип көтмәгәйне. Инйәр генә ҡаршы алыр тип өмөт иткәйне. Эстән йәне көйҙө. Бер ҙә һөйләшкеһе килмәне был әрһеҙ, ихлас ҡыланған ҡатын менән. Ана нисегерәк ҡыҙымды үҙенә тартырға, майларға тырыша. Инйәрҙе лә шулай сөсөләнеп, ҡыйҡандап ҡаратып алғандыр әле...
Ниңә килде әле ул был әллә ҡайҙа ятҡан сит ҡалаға?! Ҡыҙы ла бит атаһы менән артыҡ һөйләшә алманы. Һағынған ине лә бит. Күргем килә тигәс ни, тәүәккәлләп сыҡҡайны юлға. Юл буйы ҡатындың башында аңлашылмаған мең төрлө уйҙар, хистәр ҡайнашты...
Бара торғас, һүрелде. Һәм үҙҙәренең ҡалаһына яҡынлашҡан һайын ошоға тиклем бер хәсрәт-ҡайғыһыҙ йәшәп ятҡан ысынбарлыҡ тормошона кире әйләнеп ҡайтты...

Фәнис Сирбаев
Көтәм
Яҙҙы көткән тал бөрөһө кеүек,
Һине көтә йөрәк талсығып;
Һандуғастай килеп ҡунырһың да,
Сәскәләнер, тиеп, талсыбыҡ.

Умырзая кеүек –
Ҡар аҫтында
Йылы нурҙар көтөп арыған.
Былай ҙа бит минең йөрәгемә
Һары һағыш килеп һырыған.

Көтә йөрәк –
Сығынлаған тайҙай,
Кәртәләрҙе тибеп, емереп.
Йәшел япраҡ кеүек йәшлегемде
Йәшел ҡорттар йөрөй кимереп...

Көнөм оҙаҡ булды, ә шулай ҙа
Өмөттәрем бармай һүрелеп.
Кәләшемде эштән көтәм, дуҫтар,
Тәҙрә һайын йөрөп, үрелеп.

Фәрүәз Сәйфуллин
Кем белә?
Бөгөн-бөгөн заманда:
Батыр бахыр булғанда,
Тәрбиәсе кешеләр
Тәртипһеҙлек ҡылғанда,
Көнө-төнө алдыҡтан
Ҡолағыбыҙ тонғанда,
Елкәгә дуҫ йоҙроғон
Ҡундырырға торғанда,
Борон-борон заманға
Ҡайтып китәһе килә.
Юлы ҡайҙа? Зинһар өсөн,
Күрһәтегеҙ. Кем белә?

Мотал Рәмов
***
Мин ҡартайған һайын, әллә юрый,
Һылыулана һымаҡ ҡыҙ-ҡырҡын.
Хистәремде ҡыймайса әйтергә,
Уларҙы мин һөйәм аҫтыртын!

Яндарымда йөргән йәш ҡыҙҙарҙың
“Ағай” тиеүҙәре ни тора!
Үҫмер егет ише ҡойолоп төшәм,
Ҡараһалар миңә туп-тура...

Ә кәләшем... мәңге йәп-йәш миңә,
Китһә лә ул ҡай саҡ сарбайлап.
Йәш ҡыҙҙарға бағып, уны һөйәм...
Күңел көҫәй тороуҙы майлап...
Бына шулай ғүмер уҙып бара –
Алтмышымды инде ваҡлайым.
Әммә йөрәк ҡартайыуҙы белмәй –
Йәшлек дәртен һаман һаҡлайым!

Насип Һаҡмаров
***
Яҙҙар бер ҙә яҙға оҡшамаған,
Әллә нисек ирей ҡары ла.
Әллә инде донъя баҫып килә,
Әллә һабышҡанмын һарыға.

Берсә иҫә һалҡын Себер еле,
Берсә сәскә ата алмағас.
Бер арбаға, бер санаға ҡарап
Аҙарынам, сара ҡалмағас.
...Мөхәббәттән ҡасып булмай икән,
Көлөп ҡуйҙым, серен аңлағас.

Илама
Иламасы, һылыу, күҙ йәшеңдән
Битең туңыр – Себер аяуһыҙ.
Яҙмыш еле тағы ҡаршы иҫә,
Яңғыҙ – яңғыҙ инде, таяуһыҙ.

Һин – еңеүсе! Ғорур китеп барҙың,
Хәҙер килеп ниңә көйөргә.
Белмәнең шул әсе хәҡиҡәтте:
Еңеүселәр булмай һөйөүҙә.

Йылғаларҙы кире борам, тиеп
Көскөнәңде ниңә түгергә?
Хәҙер яҙмыш һиңә үҙе хужа,
Яҙғанына килер түҙергә.

Тик бары бел: ошо минуттарҙа
Мин дә шул уҡ хәлдә тилмерәм.
Икебеҙгә тигән бер алманы
Ниңә бүлгеләнең, бергенәм?!


Нуриҙә Илһамова
Илатмағыҙ әсәләрҙе!
Бала саҡтан бер кем күреп үҫмәй,
Гел йәшенеп илай әсәйҙәр...
Ауыр саҡтарында йәне түҙмәй,
Әсе күҙ йәшенә сәсәйҙәр!

Үҙ яҙмышын кире ҡаға ҡай саҡ,
Сабыйы яҙмышы хаҡына...
Шуның өсөн күпме йырҙар яҙа,
Шиғыр арнай кеше халҡына!

Аңлаһындар өсөн йәне барҙар,
Яһамаһын өсөн хаталар –
Утлы һүҙҙәр һайлап аҡ ҡағыҙға,
Яҙа торған ғәҙәт – зат та бар!

...Илатмайыҡ ғәзиз әсәйҙәрҙе,
Ҡәҙерҙәре бөтөр йәшәүҙәрҙең!
Тамсы йәше алтынға тиң булып,
Үкенестән кемдер йәшен түгер...

Оноторға бармы һинең хаҡың,
Әгәр кеше булһа исем-атың?!
Һәр бер тамған йәше – беҙҙең хаҡҡа,
Илатмасы – Ергә бүләк иткән,
Ғәзиз әсәйеңде бинахаҡҡа...

Әминә Яхина
***
Күңелемә ауыр булһа,
Әсәйемә барам мин.
Серҙәремде уға сисәм,
Йөрәгемде асам мин.
Әсәй мине һүҙһеҙ тыңлай,
Һүҙҙәремде бүлмәй ул.
Ҡулдарына алып ноҡот,
Күңелемде арбай ул.
Әсәй ҡулдарында таштар,
Бер йыйыла, тарала,
Әсәй юрай, бәхет килер,
Тиеп ошо арала.

Раушания ХаЖиева
Яңғыҙ тирәк...
Ҡайтҡан һайын тыуған яҡҡа,
Ҡаршы ала яңғыҙ тирәк.
Ғорур тора, бирешмәйсә,
Ел-ямғырға арҡа терәп.
Һаҡмарымдың сер һаҡсыһы –
Яңғыҙ тирәк, яңғыҙ тирәк...
Яндарыңа йүгереп барып
Хәлең беләм, теләп теләк.

Темәсемде моңға күмеп
Япраҡтарың көйҙәр көйләй,
Йыйырсыҡлы олоноңдоң
Һәр бер һыры тарих һөйләй.

Киң ҡосағың йәйеп елгә
Һин әйтәһең кеүек беҙгә:
“Һаҡлағыҙсы ер ҡәҙерен,
Тел ҡәҙерен, ил ҡәҙерен.
Тәбиғәт мәңгелек түгел,
Үкенергә тура килер!”

Өнһөҙ ҡалды яңғыҙ тирәк,
Тамырҙарын ярға терәп...
Эскән ир-ат уның төбөн
Күптән инде иткән төйәк.

Ялбыр ботаҡтар күләгә
Ялтырашҡан шешәләргә.
Рәнйеп тора яңғыҙ тирәк,
Хәмер йәнле кешеләргә.

Яңғыҙ тирәк, яңғыҙ тирәк...
Һине күреп, әрней йөрәк.
Тарих һөйләр тирәгебеҙ,
Тора аһ-зарҙарын һөйләп....

Сәриә Хәсәнова
Айырылышыу
Шыбыр-шыбыр ямғыр тамсылары
Битем буйлап йәшем йыуалар.
Тик күңелем һағышын ғына
Йыуа алмай, юҡҡа сығалар.
Йәшен ялтлай, мине аңлағандай,
Йөрәк яна йәшен утындай.
Ҡалтыранып һиңә һыйынамын.
Ә ирендәр һаман ҡабатлай:
“Яратам! Яратам! Яратам!”
Үтә ауыр айырылышыуҙар...
Һин китерһең, әммә тының –
Йәйге йәшенле ямғыр.
Йән йылытыр наҙлы һүҙҙәр
Күңелемдә мәңге ҡалыр...

Фирүзә Йәнгирова
Йылайыр ҡайындары
Нәҙекәйбил, һомғол буйлы –
Йылайыр ҡайындары.
Баш эйешеп, ҡаршылайҙар
Төшкән саҡта юлдарым.

Ниҙәр генә булды һеҙгә,
Йылайыр ҡайындары?
Ергә хәтлем башын эйгән,
Ҡатып ҡалған һындары.

Тәбиғәт тә аямаған,
Туҡтауһыҙ яуған ҡарҙар,
Баш эйҙергән ҡайындарҙы,
Тормаған хатта наҙлап.

Үркәс Йылайыр араһы,
Борма-борма юлдары.
Һаман тора баш эйешеп,
Йылайыр ҡайындары....
Алыҫ икән аралары,
Соҡор-саҡыр юлдары...

Флүрә Шәрәфетдинова
Бәхет ҡосоп торам әле...
Бәхет ҡосоп торам әле,
Бәпәй еҫтәренә иҫереп.
Көткән ейәнкәйем тыуҙы,
Һөйөнөстән ҡалам илереп.
Өләсәй тәхеттәрендә
Беренсегә генә түгелмен.
Ейән менән мәш килешеп
Ҡыҙыҡлыраҡ үтә ғүмерем.
Өс шатлығым – өс ейәнем.
Иманлы ла ғына булһындар.
Ергә ерегеп,үҙ илендә
Ырыҫ-ҡотло нигеҙ ҡорһондар.
Шатлыҡ ҡосоп торам әле,
Сабый еҫтәренә иҫереп.
Бишегендә йоҡлай ейән,
Бәхет нурҙарына төрөнөп.