Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Әхмәтзәки Вәлиди Туған

Ырымбурҙа Беренсе Башҡорт ҡоролтайы

Июлдең егерме берендә Беренсе Башҡорт ҡоролтайында ҡатнашыу өсөн Ырымбурға килдем. Мин килгәндә ҡоролтай асылғайны. Башҡорт Үҙәк шу­ра­һының ойоштороу бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнһәм дә, Ташкентта булған­лыҡтан, ҡоролтайҙы йыйыу эше менән үҙем етәкселек итмәнем. Әммә Төркөстан Милли шураһы менән Башҡорт Үҙәк шура­һының эш регламенттарын мин яҙып, һәр ике шурала идара ағзалары яҡын арҡадаштарым булғанлыҡтан, үҙем булмаһам да, эштәр бик яҡшы ойошто­ролғайны. Ырымбурға килгәс, арҡадаш­тарым Сәғит Мираҫ һәм Аллабирҙе Йәғә­фәр улы Башҡортостан ерҙәрендә алдан ҡарарлаштырған «төбәк шуралары»н ҡорғандар, милләттең ошо эшенә тотоноу өсөн аҡса йыйғандар, ҡоролтайға ағза­ларҙың һәр тарафтан алдан билдәләнгән тәртип буйынса һайлап ебәрелеүен тәьмин иткәндәр. Быны күреп, бик һөйөн­дөм, дуҫтарымды ысын күңелдән маҡта­ным. Ҡаҙаҡтарҙың ҡоролтайын да беҙҙеке менән бер үк көндәрҙә Ырымбурҙа саҡы­рырға ҡарар ителгәйне. Улар беҙҙеке менән бер үк көндәрҙә – 20 – 25 июлдә йыйыл­ды. Ике ҡоролтай бер-береһен ҡара-ҡаршы тәбрикләне, ҡабул ителгән ҡарар­ҙар ҙа бер-береһенә тап килә ине. Төркөстан конгресында ла көн тәрти­бендәге «Дәүләт идараһы» һәм «Ер мәсьә­ләләре» буйынса докладсы мин булдым. Бында ла «башҡорттарҙың көнсығыш һәм төньяҡ-көнсығыш тарафында йәшәгән­дәре, мөхтәриәт юлына баҫҡан күп һанлы төрки ырыуҙар менән берлә­шеп, мөхтәриәт ҡаҙаныуҙы» ҡарар итә тигән һүҙҙәрем йыйылыш тарафынан, уй берлеге шартында, алҡышланып, аяҡ үрә баҫып ҡабул ителде. Боронғо башҡорт ғәскәрен аяҡҡа баҫтырыу хаҡында ла ҡарар ҡабул ителде. Арғаяш яғы башҡорттары араһында Ҡорбанғәлиевтәр ғаиләһе бар ине. Күп ер биләүсе байҙар. Минең ер мәсьәләһе буйынса уҡыған докладымда социализм идеялары һәм ҙур ер биләмәләрен бүлешеү тезисы булған­лыҡтан, улар миңә ҡаршы сыҡты, әммә фекерҙәре ҡабул ителмәне. Электән консер­ватив һәм яңылыҡ дошманы сифатында танылған был ғаилә вәкиле Ғәбделхай Ҡорбанғәле, үҙенә бер төрлө хәбәр һөйләп, Үҙәк Комитет програм­ма­һына башҡа бөтә эштәрҙән бигерәк динде яҡлау бурысын ҡуйыу фекерен алға һөрҙө. Шәриф Манатов исемле бер уни­вер­ситет студентын (үҙенең яҡташын) килтергән һәм уны яңынан һайланған Башҡорт Үҙәк шураһының Идара комитетына ағза итеп үткәрҙе. Мин Ташкентта мәшғүл булғанлыҡтан, Шура рәйеслеген үҙ өҫтөмә алмайынса, ойоштороу эштәре менән шөғөлләнергә булдым. Рәйеслеккә адвокат Юныс Бикбовты һайларға ниәтләнгәйнек, әммә шул айҙарҙа ул өйҙә булмағанлыҡтан, был урынға Шәриф Манатов һайланды. Ул бер милләтсе егет ине. Петербургта Психоневрология институты студенты булған саҡта, Балҡан һуғышы сығыу менән, Төркиәгә киткән, һуғыш бөткәс, Швейцарияға барған, унда Ленин менән танышҡан. Авантюрист тәбиғәтле, сәйәси эшмәкәрлегендә тото­роҡло түгел, һул сәйәси ҡарашлы булып та, иң уң реакцион Ҡорбанғәлиевтәрҙең вәкиле булып ҡыланыу кеүек ғәрип ҡылыҡтары бар ине. Ышанысһыҙ был егеттең ойоштороу һәләте лә булмаған­лыҡтан, арабыҙға килеп инеүенә һис тә шатланманыҡ. Арҡадаштарым Сәғит менән Аллабирҙе лә шул фекерҙә ине. Ҡулы­нан бер эш килмәй. Руссаһы ла зәғиф. Бөтә проекттар һәм яуаплы яҙыу­ҙар миңә ҡалды.
Ҡаҙаҡтарҙың етәксеһе Ғәлихан Бүкәй­хан Турғай вилайәтенең губернаторы ине. Кадет фирҡәһенән әле булһа айы­рыл­маған. Шул йөҙҙән ҡаҙаҡ ҡорол­тайы, мөхтәриәт хаҡында ҡәтғи бер ҡарар ҡабул итмәйенсә, ул саҡ был фекергә принципиаль тарафдарлыҡ ҡына күр­һәтте. Әммә Ырымбур һәм Урал рус казактары, үҙ өлкәләренең мөхтәриәтен иғлан итеү фекерендә булғанлыҡтан, беҙҙең мөхтәриәт иғлан итеүебеҙҙе тәбрикләнеләр. Был иһә беҙгә бер яҡшы терәк булды. Сөнки улар ҙа, Башҡорт ҡоролтайы кеүек үк, үҙ ғәскәрен төҙөргә ҡарарлаштырҙы. Башҡорт ҡоролтайы беҙгә Әзербайжан һәм Украина кеүек мөхтә­риәт яҡлы милләттәр менән бәйлә­неш урынлаштырыу хоҡуғы бирҙе. Мине, Усман Ҡыуатов исемле университет студентын һәм Илдархан Мутин тигән бер зыялыны башҡорттарҙың ер хоҡуғын һәм батша заманынан йыйылып килгән башҡорт капиталын, Ырымбурҙағы баш­ҡорт ғәскәре биналарын, парк һәм баҡ­саларын, мәсетен (Каруанһарай) кире алыу мәсьәләләре буйынса Керенский хөкүмәте менән осрашыу, быуындан бы­уын­ға ҡалып килгән был дәғүәләрҙе хәл итеү өсөн Петроградҡа ебәрҙеләр. Мин үҙем, 10 майҙа Мәскәүҙә булған съезда Төркөстан вәкилдәре араһынан ИКОМУС-ҡа (Рәсәй Мосолман Шуралары Башҡарма Комитеты) ағза итеп һайлан­ғанлыҡтан, Петроградҡа былай ҙа саҡырылған инем. Усман Ҡыуатов, йәш кенә медицина студенты булыуына ҡара­маҫтан, башҡорт ер хоҡуғы мәсьәләләрен аңлай ине. Беҙ хөкүмәткә тапшыра торған документта 1906 йылдың 9 ноябрендә, 1910 йылдың 19 ноябрендә, 1911 йылдың 20 майында сығарылған һәм Башҡор­тостанға рус күскенселәре килеүҙе көсәйт­кән закондарҙы үҙгәртеү талабы ҡуйылды. Донъя һуғышы заманында Рәсәйҙең көнбайыш виләйәттәренән килгән күс­кен­селәрҙең мәмләкәтебеҙҙән кире күсе­релеп, уларҙың еренә эске Рәсәйҙә ҡалған татарҙарҙы килтереп ерләштереүҙең рөхсәт ителеүен дә талап иттек.
Китешләй Ҡаҙанда туҡтап, 31 июлдә тамамланасаҡ Ҡаҙан төрөктәре Конгресы етәкселәрен күреп, үҙ мөхтәриәте өсөн көрәшмәгән хәлдә лә, Башҡортостан мөхтәриәтенә ҡаршы сыҡмауҙарын һо­рап, риза иттек. Төньяҡ Кавказдың ҡаһар­маны Шәйех Шамилдың ейәне Заһит бейҙең йортонда булған һөйләшеүҙәрҙә Ҡаҙан етәкселәре, шул иҫәптән Садри Маҡ­суди, ҡатнашманылар.