Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

Буранбай Исҡужин

(15 ғинуар 1952 – 14 апрель 2007)

О сколько нам открытий чудных
Готовят просвещенья дух
И опыт, сын ошибок трудных,
И гений, парадоксов друг,
И случай, бог изобретатель...
А.С. Пушкин

Буранбай Исҡужиндың тормошо, ижады тотошлайы менән парадокстарҙан торҙо кеүек. Ул донъяға Хаҡ Тәғәлә тарафынан ут һәм һыу менән дә, мөхәббәт һәм нәфрәт менән дә, изгелек һәм яуызлыҡ менән дә, барлыҡ һәм юҡлыҡ менән дә, аҡ һәм ҡара менән дә (бер китабы “Аҡ менән ҡара” тип атала), төн һәм көн менән дә һыналыр өсөн ебәрелгәйне, буғай.  Үҙен  беләгүрә берсә утҡа, берсә һыуға һалыуҙарын, тырышып-тырмашып  ғазаптарға  ынтылыуын башҡаса бер нисек тә аңлатып булмаҫ кеүек.

Афған шағиры Сөләймән Лайыҡтың “ Ғазаптарым менән ғорурланам” тигән шиғри юлдарын девиз итеп алып үтте, гүйә, Буранбай тормош юлынан. Ғазаптары менән ғорур ине ул. Мулла ҡуш­ҡан Бүребай исеменән баш тартып, халҡыбыҙ тарихының мең ғазаплы Буранбай исемен үҙенә алыуы ла юҡҡа ғы­на түгел ине. Үҙе һөйләүенсә, уларҙың ғаиләһендә балалар тыуып торған, үлеп торған. Буранбай донъяға килгәс, ата-әсәһе уны нисек тә һаҡлап ҡалыр өсөн боронғо йолаға ярашлы Бүребай тип исем атаған. Йәшәп киткән малай, ҡусты­һы тыуғас: “Иш янына ҡуш булды”, – тип Ишбулды тип исем ҡушҡандар. Һәр хәлдә, Буранбайҙың паспортында “Бүребай” тип яҙылған. Ошо күҙлектән ҡарағанда, шағир­ҙың иҫән ҡалып, артабан йәшәп китеүе лә парадоксаль хәл.
Буранбай исемен инде шағир үҙенең яҙмалары аҫтына башта псевдоним итеп ҡуя, аҙаҡ инде уны барыһы ла Буранбай тип таный башлай. Шуғалырмы, уның Бүребай булыуы хаҡында ла белеүселәр әллә ни күп түгел. Һәр хәлдә, әҙәбиәткә Бүребай Исҡужин Буранбай булып килеп инде һәм, әйтергә кәрәк, уның үҙ исеме паспортында ғына тороп ҡалды.
Шағир әллә исемгә есемде тап килте­рергә тырышты инде? Әллә – кире­һенсәме? Нисек кенә булмаһын, ябай ғына аңлатмаларға һыйҙырып булмаҫ­лыҡ Буранбайҙың тормош һәм ижад юлын.
Буранбай Мәхмүт улы Исҡужин Баймаҡ районының Байыш ауылында тыуған. 1968 йылда Баймаҡ интернат- мәк­тә­бен тамамлай. Артабан төрлө хужа­лыҡ­тарҙа эшләй, Башҡорт дәүләт универ­ситетының филология факультетында уҡый, Баймаҡ һәм Хәйбулла райондары мәктәптәрендә уҡыта, артабан район гәзитендә хәбәрсе була.
Әйтеүебеҙсә, ҡапма-ҡаршылыҡлы шағирҙың нисек итеп ижадҡа тотоноуы ла фәһемле һәм ғибрәтле. «Автобиография»һында шулайы­раҡ бәйән итә: «Мин тыуған саҡта уҡ халҡым өсөн бөйөк эштәр башҡарырға тейеш икәнлегемде белә инем. Әммә үҙемде арнарлыҡ шөғөл таба алғансы, оҙаҡ йылдар үтте. Унынсыны тамамлағас, складҡа ҡарауылсы итеп ҡуйҙылар. Төндә яңылыш ҡына йоҡлап китеүем арҡаһын­да янғын сығып, склад көл-күмергә ҡалды. Ярай әле, склад үҙе генә янһа, эсендәге тауарҙарына ла ут ҡапҡан икән. Күп итеп штраф һалдылар ҙа, эштән ҡыуҙы­лар. Тракторсылар курсын тамамлап, тыуған совхозыма хеҙмәт итергә тотондом. Унда ла яңылыш күрше совхоздың ерен үҙе­беҙ­ҙекенә ҡушып һөрөп ташлағанмын икән. Күрше совхоз премия бирҙе, үҙе­беҙҙекеләр эштән ҡыуҙы. Артабан да бик күп ерҙәрҙә эшләнем, әммә халҡыма хеҙмәт итерлек үҙем өсөн тәғәйен шөғөлдө таба алманым. Аптырағас, башҡа эшкә ҡушмаһындар өсөн, уң ҡулымды ҡырҡып ташланым да, яҙышырға ултырҙым».
«Буранбай, совхозда таҡта ярҙырғанда уң ҡулын өҙҙөрөп, инвалидлыҡ буйынса пенсионер булып киткәйне. Был уның бейеккә баҫҡыс һөйәгәненән нисәнсе тапҡыр ҡолап төшөүе булғандыр, әммә барыбер еңмешлеге еңде: һулаҡай ҡулы менән тиҙ арала яҙырға өйрәнде – кешеләр күңеленә шиғри юлдарлы баҫҡыс һөйәүен дауам итте. Тыуған ауылы Байышына ҡайтып, ата-әсәһенән ҡалған кескәй йорт­то йүнәтеп алды. Аласығын да рәтләне. Иң ғәжәбе, – яңғыҙы йөрөп, мунса һалып та ҡуйма­һынмы! Ауылдағы аяҡ-ҡулдары теүәл- һау бәғзе ир-ат мунса һалышыуҙа Буранбайҙан ярҙам да һораған, имеш… Шәхси генә түгел, ғаиләһе менән бәйле фажиғәләрҙе кисерһә лә, Буранбай, үҙенең лирик геройы кеүек, бейеккә баҫҡыс һөйәне лә һөйәне – тормош бейеклектәренә, ғүмер үрҙәренә», – тип яҙҙы уның тураһында билдәле яҙыусы Аҫылғужа Баһуманов.
50 йәше тулыу уңайынан республика гәзитенә биргән интервьюһында Буранбай, һәр ваҡыттағыса, шаярыу ҡатыш һәм үҙенә генә хас кинәйә менән жур­налис­тың “Артабанғы йылдарға ниндәй ижади пландар ҡораһығыҙ?” тигән дежур һорауына шундайыраҡ дежур булмаған һүҙҙәре менән яуап биргәйне: “... имен-аман, һап-һау көйө үлеп китергә яҙһын...” Ижадсының был һүҙҙәре юмор менән әйтелһә лә, уларҙың артында оло кинәйә лә ята булыр. Сиргә дусар булып, кемдәндер мәрхә­мәт, ярҙам там итеп, өмөт итеп, бахырланып йә­шәүгә ҡарағанд­а, үҙе әйткәнсә, “имен-аман, һап-һау” көйө үлеүҙе артыҡ күргән шағир.
Буранбай шағир, прозаик, драматург, сатирик бу­ла­раҡ ҡына түгел, һәр йәһәт­тән дә талантлы булды. “Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ”, тигән әй­тем тап уның хаҡында. Ул етмеш төрлө һөнәрҙе лә ижади зауыҡ менән юғары профессиональ кимәлдә баш­ҡара белә ине. Уның һөнәрҙәренең мин белгәндәре генә: гармунсы, ҡурайсы, мандолина сиртеүсе, көрәш­се (уң ҡулын өҙҙөргәнгә тиклем), бейеүсе, рәссам, балта оҫтаһы, тегеүсе, ашнаҡсы, баҡсасы, бәшмәксе, натуралист һ.б. Ҡазаға тарып, уң ҡулһыҙ тороп ҡалғас, уның яңы шарттарға нисек ҡулай­лашыуына үҙем шаһит булдым. Ул тиҙ арала һул ҡулы менән яҙырға өйрәнде, почергы ысынъяһау, сәнғәт әҫәре кеүек килеп сыға ине. Миндә уның һул ҡулы менән яҙған байтаҡ ҡына хаттары, әҙәби әҫәрҙәре һаҡлана. Һул ҡулы усының эсендә ятҡан шырпы ҡабынан бөртөгөн алып шунда уҡ ут ҡабыҙыу тиһеңме, бер ҡул менән генә картуф әрсеү тиһеңме, барлыҡ-барлыҡ ғәмәлдәрҙе лә ул юғары профессиональ кимәлдә башҡара ала ине. “Бары тик күлдәгемдең һул еңе осондағы төймәһен генә элә алмайым...” тип шаяртҡаны әле һаман иҫемдә.
Шулай ҡотло ҡуллы, ҡотло юллы ине Буранбай. Һул ҡулы менән генә бешергән аштары ла ашап туйғыһыҙ татлы, ҡылған ғәмәлдәре күркәм затлы булды. Үҙе бер-ике көн генә булһа ла, һин дә мин йөрөп алһа, йөҙөнә, һын-һыпатына, ғөмүмән, тормо­шона ҡот, бәрәкәт ҡунырға әҙер генә тора ине. Үҙен кисә генә “тибендә” йөрө­гән кеше тимәҫһең. Ап-аҡ күлдәк, галстук, тройка костюм, салбарындағы үтек уғы менән шалҡан турарлыҡ, лаклы туфли, кеҫәһендә хушбуй еҫе сығып торған тәкләнеп һалынған ҡулъяулыҡ. Үҙенең ҡылғандай шырт сәсе тигеҙ итеп ҡыр­ҡылған, әҙерәк ҡыҙарыңҡырап торған ҡырыҫ йөҙөндә кинәйәле йылмайыу ғәлә­мәте. Кисә генә, үҙе әйткәнсә, “аҡса барҙа тиң-тош һыйлайым, тип, трамвай­лыҡ та тинһеҙ ҡалһа” ла, бөгөн яңы сүрәткә ингән Буранбайҙың кеҫә­һендә ҡайҙандыр байтаҡ ҡына аҡса ла бар­лыҡҡа килә. Холҡонда ла әллә ҡайҙан феодаль сифаттары пәйҙә була үҙенең. Феодаль, әммә һаран түгел, һуңғы тиненә, һуңғы кейеменә тиклем башҡа­ларға хеҙмәт итеүсе “феодаль”.
Уның бына ошондай елле, фыртауай саҡтарының күп тапҡырҙар шаһиты булдым. Шундай даланлы, өлөшлө бәндә булыуы һоҡланырлыҡ та, көнләшерлек тә ине. Әгәр ҙә шул сүрәткә ингән Буранбай бер йыл ғына йөрөһә, ниндәйен шәхескә әйләнерен дә төҫмөрләй инем. Әммә ул мин һәм башҡалар күрергә теләгән һәм үҙе өсөн мөмкин булған юлды һай­ламаны, үҙенең ҡотолғоһоҙ әжәленә йү­ге­рә-атлай барҙы.
Уны һаҡларға тырыштыҡ, ҡулдан килгәндең барыһын да эшләп ҡараныҡ, тик саҡ ҡына ситкәрәк китһәк, ул йәһәт кенә кире үҙенең “Буранбай үҙәне”нә төшә һалды. Әллә инде ихтыяры етмәне, әллә үҙе юрамал шулай эшләне, тормош менән “һин” тип һөйләшеп, үҙ яҙмышы менән бик уҫал шаярҙы ул. Бер мәл шулай урамда аңҡы-тиңке йөрөгән сағында: “Әйҙә, ағай, беҙҙең ауылға йәшәргә, Буранбай атлы шағир Буранбай ауылында йәшәргә тейеш”, – тип, һалпы яғына һалам ҡыҫтырып, ауылыма алып ҡайтып, ҡунаҡ итеп, яңғыҙ йәшәгән бер егеткә лә ҡалдырып киттем үҙен. Оҙаҡ торлаҡ­ламаны Буранбай Буранбайҙа, үҙенең баяғы “Буранбай үҙәне”нә кире төштө. Бер ниндәй рәсми рамкаларҙы, шартлы мөнәсәбәттәрҙе, формализмды үҙһен­мәне ул, йәмәғәтселек урынында ла, урманда ла, ҡырҙа ла, шиғриәттә лә, прозала ла, драматургияла ла парадоксаль холоҡ­ло, парадоксаль фекерле шул Буранбай булып ҡалды.
Әйткәндәй...
Вафатынан ике йыл алда ул миңә “Васыят” тип аталған яҙмаһын тапшырҙы. Ҡағыҙ 1999 йылдың 20 мартында яҙылған. Васыят ете пункттан тора, унда миңә ҡағылған юлдар ҙа бар. 1-се пункт шундай һүҙҙәрҙән тора: “Мине үлгәс, ҡайҙа ҡуйһағыҙ ҙа ризамын. Тик башҡорт төйәкләгән ер генә булһын”.
Әхмәр Ғүмәр-ҮТӘБАЙ.

Салауат сәләме

Мин ҡайтырмын әле, башҡорт ере,
Мин ҡайтырмын әле... Мин тере!
Ҡайтыр юлдарымда тора, тиҙәр
Йәйғор төҫөндәге күперем.
Ҡайтып етеп, күреп үләм әле
Иҙел ярындағы Уфаны,
Балдай татлы һыуҙар эсәм әле,
Һыуҙар бирерһегеҙ – һыуһаным...
Күреп үләм әле Зөләйхамды, –
Һөйгәнемә төшә уң юлым,
Төштәремә инә төндәр һайын
Сәстәренең ҡара тулҡыны.
Күреп үләм әле: күк үләндәр
Һаҡлай микән даға эҙҙәрен?
Төштәремдә көмөш йүгән тотоп,
Аҡбуҙатҡайымды эҙләнем.
Күреп үләм әле: ғорур халҡым
Китмәгәнме үтә ваҡланып,
Башын эйеп көн итмәйҙәр микән
Тән язаларынан һаҡланып?
Күреп үләм әле...
Юҡ, үлмәйем!
Аҡбуҙыма әгәр атланһам,
Мин теремен, әгәр һаҙаҡтағы
Һайлам уҡтай ирҙәр һаҡланһа.
Мин ҡайтырмын әле, башҡорт ере,
Мин ҡайтырмын әле. Мин – тере!
Әйтегеҙсе шунда: теге бабай
Эйәремде* бирһен килтереп...

*Газеталар бер бабайҙа Салауаттың эйәре һаҡланыуын хәбәр иткәйне...

Йомабай
тураһында йыр
Йомабай тиҙәр уны,
Бик ябай тиҙәр уны,
Бурысҡа нимә алһаң да
Һорамай тиҙәр уны.
Ҡыҙҙар уны яратмайҙыр,–
Кейгәне – иҫке, тиҙәр.
Һөйләгәне – анекдот та,
Белгәне – эске, тиҙәр.
Ярата уны бисәләр,
Бисәләр оҫта “һауа”...
Бындай “мәжлестәрҙән” сыҡҡас,
Йомабай тышта ауа.
Эшләгәндә – эш емертә,
Эшләмәй ҙә көн итә, –
Уға көнөнә бер икмәк,
Йә бер сәйнүк сәй етә.
Уйнай ул ҡурайында ла,
Уйнай гармунында ла.
Эсе бошһа, йырлап ҡуя
Япа-яңғыҙында ла.
Бесән саба апаһына,
Өй һала ағаһына.
Улар уға “эш хаҡы”, тип
Бер-ике ярты һона.
Малай тимәйҙәр уны,
Ағай тимәйҙәр уны,
Үҙҙәре мал бүлешкәндә
Юрый күрмәйҙәр уны.
Үпкәләй белмәй Йомабай,
Белмәй үсләшергә лә;
Ҡунаҡҡа саҡыр әле, тип
Белмәй көсләшергә лә.
Йомабай тиҙәр уны,
Алабай тиҙәр уны,
Ҡалымдан ҡайтҡанын күреп,
Алалар йөҙәр һумын.
Йөҙәр түгел, меңәр һумын
Бирер ине Йомабай,–
Кешеләр бик оялсандар –
Меңәр һумлап алалмай.
Алығыҙсы, оялмағыҙ, –
Йомабай йомарт бит ул,
Этенә лә, бетенә лә
Бер туған с(ы)ват бит ул.
Йомабай бит был донъяға
Кешеләр, тиеп килгән;
Кешеләр, тип, ярлыланып,
Кеше кейемен кейгән.
Үтһә үтер ғүмерҙәре
Кеше кейемен кейеп,
Кеше ҡалдығын ейеп,
Беҙҙән ул ярҙам һорамаҫ,
Үлмәҫ, йәндәре көйөп;
Үҙ соҡорона тупраҡты
Үҙе лә ҡуйыр өйөп.
...Беҙ генә ҡалырбыҙ бында
Үҙ-үҙебеҙҙе һөйөп.