Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Хәлит Сөләймәнов менән әңгәмә

Сибай сәнәғәт ҡалаһы ғына түгел... мәҙәниәт, сәнғәт, әҙәбиәт үҙәге лә

Республикабыҙҙың бер быуатлыҡ үткән юлына күҙ һалғанда, унда тау, машиналар эшләү сәнәғәте, мәғдәнселек үҫешенә бәйле тиҫтәләгән яңы ҡала барлыҡҡа килгән. Башҡортостанда 100 йыл эсендә Учалы, Белорет, Туймазы, Ишембай, Салауат, Мәләүез, Күмертау, Октябрьский, Нефтекама, Яңауыл, Баймаҡ тап шул рәүешле ҡалҡып сыҡҡан.
Уларҙың береһе – Сибай. Башҡорт Википедияһында был ҡала “Башҡорт Урал аръяғының сәнәғәт һәм уҡыу-мәҙәниәт үҙәге” тип билдәләнгән. Уға ХХ быуаттың 30-сы йылдары уртаһында Сибай баҡыр-цинк мәғдән ятҡылығын үҙләштерә башлауға бәйле нигеҙ һалынған. 1938 йылда “эшселәр ҡасабаһы” тип атап йөрөтөлә, 1955 йылда республика әһәмиәтендәге ҡала статусы бирелә.
Тарихында ҙур урынды Иҫке Сибай ауылы алып тора. Уға нигеҙ һалғандарҙың береһенең ейәне Шәйәхмәт Утарбай улы Сибаев власть һәм халыҡ тарафынан яҡшы баһа алған, тәүҙә 7-се кантонда писарь булған, аҙаҡ 6-сы кантон башлығы вазифаһына үрләтелгән. Иҫке Сибайҙың тәүге атамаһы – Атайсал. Артабан ул Сибай Төнәкәевтең исеме менән йөрөтөлә. Аҙаҡ, Сибай ҡалаһы барлыҡҡа килгәс, ауылға “Иҫке” ҡушылмаһы өҫтәлә. Алда телгә алынған Шәйәхмәт Сибаев сәсән дә булған, халыҡ тарафынан яратылып башҡарылған һәм тыңланылған мәшһүр “Сибай” йырының да авторы ул.
Ҡала хакимиәте башлығы Хәлит Хәмзә улы СӨЛӘЙМӘНОВ менән ҡорған әңгәмәбеҙ ҡаланың үткәне, хәҙергеһе һәм киләсәге хаҡында.

– Хәлит Хәмзә улы, республика йәмәғәтселеге Башҡортостандың 100 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек эштәрен башланы. Был йәһәттән Сибайҙа ниндәй саралар ойоштороу күҙ уңында тотола?
– Йөҙ йыллыҡ айҡанлы беҙ ҡалабыҙҙа йыл һайын ойошторолоп килгән сараларҙы киңерәк итеп уҙғарасаҡбыҙ. Ундайҙарҙың иң ҙурҙары – 2018 йылда республика һәм төбәк-ара кимәлдә үтәсәк “Ирәндек моңдары” йыр-моң бәйгеһе, “Ирәндек батыры” спорт фестивале. Әле яңыраҡ Өфөгә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына “Салауат Юлаев” операһының яңы премьераһын ҡарарға саҡырғайнылар. Унда төп ролдәрҙе башҡарыусыларҙың икеһе лә – “Ирәндек моңдары” бәйгеһе еңеүселәре. Әминәне – Гөлнара Вәлиева, Салауатты дублер сифатында Иҙел Аралбаев уйнай. “Ирәндек батыры” ярышы ике йылға бер тапҡыр үткәрелә, ир-ат көрәштә, уҡ атыуҙа, йүгереүҙә көс һынаша.
Бынан тыш, “Сибай ҡалаһының 100 шәхесе” тигән проектҡа старт бирәбеҙ. 1955 йылдан алып бөгөнгә тиклемге арауыҡта үҙебеҙҙә йәшәгән, эшләгән шәхестәр араһынан билдәләнәсәк улар. Йөҙ шәхес күп һымаҡ тойолһа ла, тәүгеләрҙән булып руда тапҡан Исхаҡ Мотаевтан башлап киткәндә лә, әллә күпме данлыҡлы таусыларыбыҙ, мәғдәнселәребеҙ, төҙөүселәребеҙ бар. Өҫтәүенә, танылған артистар, уҡытыусылар, табиптар һ.б. Һәр тармаҡтан берәр кешене алғанда ла, ҙур исемлек хасил буласаҡ.
– Ҡалаларҙың барлыҡҡа килеүендә иң беренсе нәүбәттә сәнәғәтте ойоштороу һәм үҫтереү маҡсаты ята. Ҡасандыр мәғдәнселекте киң йәйелдереү юҫығында нигеҙ һалынған Сибайҙың киләсәге иҡтисадтың ҡайһы тармағын нығытыуға бәйле буласаҡ тип уйлайһығыҙ?
– Ҡалала йылдан-йыл руда запасы кәмей бара. Уны ситтән килтереү башҡа ҙур проблемалар тыуҙырасаҡ. Элек руданы йәтеш техникаларҙа ташый торғайнылар. Хәҙерге йөк машиналарына иһә 60 һәм унан да күберәк тонна руда тейәлә. Тендерҙа ҡатнашыусы һәр ойошма ҙурыраҡ күләмдә йөк ташый торғандарҙы һайлаясаҡ. Ә ундай машиналар беҙҙең асфальт юлдарҙы емереп тик торасаҡ. Шуға ла был мәсьәлә бик ауыр. Әле беҙҙә иҫәпләнгән руда тиҫтә йылға етерлек кенә. Ғөмүмән, таусылар ҡалаһы булараҡ, Сибайҙың киләсәген артабан да ҡаҙылма байлыҡтар табыу һәм эшкәртеү сәнәғәтенә бәйләйбеҙ.
Беҙҙә эзбизташ ятҡылығы күп. Әле ҡала биләмәһендә асылмағандары бар. Әбйәлил, Баймаҡ райондарында ла улар һыҙат булып үтә. Ваҡланған һәм төҙөлөштә, юл һалғанда файҙаланылған эзбизташ ҙур күләмдә килем килтермәй. Шуның өсөн дә беҙгә цемент заводы төҙөргә тура киләсәк. Яҡын киләсәктә фәҡәт ошо йүнәлештәге сәнәғәт объекты асыу күҙ уңында тотола.
Элек беҙҙә ҙур леспромхоз булған. Уның урынында заманса ағас эшкәртеү цехы асылды, “Сибайлеспром” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт ҡороп ултыртты уны. Быға өҫтәп, “Сибай плитпромы” тигән предприятие асыу планы бар. Әле Мәскәүҙә уның проекты эшләнә. Был предприятиеға төрлө рәүештәге, хатта иң түбән сортлы ағас та ҡабул ителәсәк. Ағастарҙы юнышҡы хәленә еткергәнсе турап, ҡатырып, махсус плиткалар сығарасаҡтар. Улар мебель эшләүҙә, төҙөлөштә, башҡа өлкәләрҙә ҡулланыласаҡ.
Элек беҙҙә тегеү фабрикаһы булған. Әле лә “Колибри” фирмаһы менән ошондай цех асыу тураһында һөйләшәбеҙ. Был ойошма Баймаҡта, Әбйәлилдә, Йылайырҙа уңышлы эш алып бара. Уларға Сибайҙа буш торған бер нисә бинаны тәҡдим иттек. Тегеү цехтарынан тыш, башҡа йүнәлештәр буйынса ла сәнәғәт объекттары асасаҡбыҙ.
Элекке Сибай һөт-консерва комбинаты урынына хәҙер быраулау реагенттары заводы эшләй. Унда 142 кеше хеҙмәт урыны тапты, алдағы йылдарҙа тағы ла артасаҡ тип күҙаллана. Завод нефть, газ сығарыусылар өсөн төрлө ярҙамсыл продукция, юлдарҙың сифатын яҡшыртыуға тәғәйенләнгән порошоктар етештерә.
“Башҡорт колбасалары комбинаты” элекке ит комбинаты күләмендә тиерлек продукция сығара, атап әйткәндә, тәүлегенә 8 тонналыҡ 136 төр ит ризыҡтары. Былтыр унда эшләгәндәрҙең хеҙмәт хаҡы 50 процентҡа артты. Предприятие директоры Ринат Ильясов элекке ит комбинатының бинаһын һатып алыу буйынса һөйләшеүҙәр алып бара, киңәйтелгән яңы етештереү майҙаны ойошторорға, хәләл ит ризыҡтары сығара башларға, бының өсөн һарыҡ үрсетергә ниәтләй.
Сибай элеваторы Урал аръяғы райондарының игенен ҡабул итеү өсөн төҙөлгән. Әммә хәҙер, белеүебеҙсә, ашлыҡ элекке кеүек күп түгел, икенсенән, фермерҙар булғанын да ситкә, ҡиммәтерәк хаҡҡа һатырға тырыша. Шуға күрә беҙҙең элеваторға ашлыҡ күберәк Силәбе, Ырымбур өлкәләренән килә. 2015 йылда уның биләмәһендәге тирмәнгә яңы технология буйынса бойҙай тартҡан 500 миллион һумлыҡ Италия ҡорамалы ҡуйҙылар. Һөҙөмтәлә хәҙер тәүлегенә 300 тоннаға тиклем он етештерелә. Сибайҙыҡын һәр урында ла көтөп кенә торалар.
Элекке бетон-иҙмә заводына “Монолит” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Ҡытайҙан йылына 30 миллион дана продукция сығарыу ҡеүәтенә эйә кирбес һуғыу линияһы килтереп ҡуйҙы, тәүге 120 меңе сыҡты ла инде. Унан тыш, икенсеһен дә ҡорһаҡ, йәнә шунса кирбес һуғыу мөмкинлеге асыласаҡ. Тимәк, йылына 60 миллион килеп сыға тигән һүҙ. Әммә был тиклем кирбесте һатып алыусы ғына юҡ. Һөҙөмтәлә етештергән төҙөлөш материалын ситкә сығарырға тейеш булабыҙ.
– Алдағы йылдарҙа ил, республика иҡтисадында кесе эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә айырыуса ҙур әһәмиәт биреләсәк. Сибайҙа был тармаҡ ниндәй хәлдә? Элек асылған магазиндарҙан, супермаркеттарҙан, көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү урындарынан тыш ниндәй яңыса тауар етештереү объекттары барлыҡҡа килде? Был бурыстарҙы атҡарған кемдәрҙе айырып әйтә алаһығыҙ? Эшҡыуарлыҡтың ҡала бюджетына килтергән өлөшө күпме?
– Был өлкәгә ҙур иғтибар бүленә. Йыл һайын яңы производстволар асыла. Мәҫәлән, былтыр Гөлназ Азатова буҙа етештереү буйынса үҙ кәсебен йәйелдерҙе, Әхәт Аҫылбаев балалар өсөн йыһаздар яһай башланы, Илдар Мәмбәтҡолов паркет шпоны эшләүгә тотондо. Бер йүнселебеҙ селәүсендәр ярҙамында баҡсалар өсөн гумус сығарырға әҙерләнә. Эше менән үҙем барып ҡыҙыҡһындым. Бик ҡыҙыҡ икән. Бер өйөм тиреҫ араһына миллионлап селәүсенде ебәрә лә, тегеләрҙең тиреҫте гумусҡа әйләндергәнен көтөп ултыра. Иҫәпләүенсә, шөғөлө үҙенә күп табыш килтерәсәк.
Ғөмүмән, кесе эшҡыуарлыҡ буйынса күп миҫал килтерергә була. Хеҙмәтләндереү тармағын алып ҡарайыҡ. Элек беҙҙең ҡалала “Сибай” тигән ҙур ҡунаҡхана булған, бөгөн ул эшләмәй. Шулай ҙа был йәһәттән проблема юҡ. Ни өсөн тигәндә, һуңғы йылдарҙа ғына ҡалала унлаған бәләкәй ҡунаҡхана асылды. Улар 20 – 25 урынлыҡ.
Кесе эшҡыуарлыҡтан ҡала бюджетына ингән өлөш килемебеҙҙең уртаса 20 процентын тәшкил итә.
– Ҡаланың генераль планында ниндәй объекттар, торлаҡ йорттар төҙөү ҡарала? Сибай төрлө яҡлап нисек үҫешәсәк? Күп ҡатлы йорттар һәм ҡала яны биҫтәләре төҙөү хаҡында һөйләһәгеҙ ине.
– Былтыр декабрҙә “Көнсығыш-2” тип аталған яңы ҡасабаға нигеҙ һалыу планын раҫланыҡ. Унда күп ҡатлы 22 йорт, мең уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп, 220 урынлыҡ балалар баҡсаһы, физкультура-һауыҡтырыу комплексы, сауҙа үҙәге һәм башҡа объекттар, йәшел зоналар, кескәйҙәр өсөн майҙансыҡтар төҙөү ҡаралған. Йәшәү өсөн уңайлы, заманса буласаҡ. Әлбиттә, проектты ғәмәлләштереү бөгөн-иртәгә атҡарыла торған эш түгел, ул – Сибайҙың киләсәге.
Төҙөлөш бөгөн дә бик әүҙем бара. Һуңғы биш йылда ғына ҡалала өс – ун ҡатлы 70 йорт файҙаланыуға тапшырылды. Адреслы федераль программаға ярашлы, республикала тәүгеләрҙән булып халыҡты авария хәлендәге йорттарҙан күсереп бөттөк. Бының өсөн 1 миллиард 19,5 миллион һум аҡса тотонолдо, авария хәлендәге 87 күп ҡатлы йорт һүтелеп, уларҙың урынына 37 мең квадрат метрлыҡ торлаҡ төҙөлдө, 1 722 кеше яңы фатирҙарға күсте. Үткән быуаттың 50 – 60-сы йылдарында һалынған микрорайондар хәҙер танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе, яңырҙы. “Ремстройцентр” (етәксеһе – Р.И. Исмәғилев), “Оптима-С” (У.Х. Йәнғазин), “Жилстрой” (Н.А. Тажетдинов) йәмғиәттәренең көсө менән атҡарылды был ҙур эш. Азамат Юнысов етәкселегендәге “Металстройинвест” ойошмаһы тарафынан торлаҡ баҙарында һатыуға 10 ҡатлы йорт төҙөлдө, әле тағы өсәү һалына.
Горизонталь үҫешкә килгәндә, шуны әйтергә кәрәк: киңәйер өсөн бөгөн ҡаланың ере бөттө. Әле хакимиәттә ер бүлеүҙе һорап яҙылған, әммә хәл ителмәгән 1 300-ҙән ашыу ғариза ята. Улар, асылда, льгота менән файҙаланған, ерҙе бушлай алыуға дәғүә иткән граждандарҙан. Был хәҙерге ваҡытта бер беҙҙең генә түгел, барлыҡ ҡалаларҙың, хатта райондарҙың проблемаһы. Дәүләт закон ҡабул итте, әммә уны тормошҡа ашырыу механизмдары уйланылмаған. Кешегә ер биреү генә бар мәсьәләне хәл итмәй шул. Был бурысты атҡарып та өлгөрмәйһең, иртәгәһенә үк алға һыу, электр энергияһы, юл проблемалары килеп баҫа.
Яҡын киләсәктә Сибай менән Хәсән ауылы араһында яңы ҡасаба булыр тип иҫәп тотабыҙ. Бының өсөн Баймаҡ районы хакимиәтенә ер һорап мөрәжәғәт иттек.
– Ҡаланың ике-өс тиҫтә йыл элекке һәм хәҙерге мәҙәни йөҙөн сағыштырырлыҡ түгел. Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты, сәнғәт училищеһы, милли мәктәптәр, гимназия, балалар театры, филармония, мәсет, мәҙрәсә... Ҡала тормошон тағы ла зауыҡлыраҡ, балҡыуыраҡ итеү өсөн ниҙәр эшләргә мөмкин тип иҫәпләйһегеҙ?
– Эйе, был йәһәттән бөгөнгө Сибай элеккеһенән ныҡ айырыла. Әйтәйек, беҙҙә хәҙер биш мәсет бар. Кешеләрҙең дин юлына күпләп килеүен иҫәпкә алғанда, алдағы йылдарҙа ғибәҙәтханаларҙың тағы ла артыуы ихтимал. Мәҙрәсә төҙөү, аҡса булмағанлыҡтан, әлегә туҡталып тора. Бинаһы төҙөлгән, биҙәү, йыһазландырыу эштәре генә ҡалған. Унда барлығы 60 шәкерт белем аласаҡ. Минеңсә, уҡытыусылар менән проблема булмаясаҡ, сөнки бөгөн институтта дини белем бирә башланылар. Әхтәр Боҫҡонов гуманитар колледж асырға ниәтләй.
Милли рухты һаҡлауҙың иң дөрөҫ юлы – туған телдә аралашыу мөхите барлыҡҡа килтереү. Урындағы башҡорт ҡоролтайы ҡарамағында йәштәр ҡоролтайы барлыҡҡа килде. Беҙгә уның эшен йәнләндереү талап ителә. Күмәк көс менән “Сулпан” театрын һаҡлап алып ҡалдыҡ. Филармонияға ҡушылған тәҡдирҙә лә, уның эшмәкәрлеге дауам итә. Иң мөһиме – балалар йөрөй. Әйткәндәй, быйыл филармония бинаһы яңыртыла башлаясаҡ, элеккеһенең нигеҙендә ҙурыраҡ, мөһабәтерәк итеп төҙөләсәк. Ул ҡаланың күрке булыр тип өмөт итәбеҙ. Заман ауырлыҡтарына ҡарамаҫтан, сәнғәт колледжын, башҡорт балалар баҡсаларын һаҡлап ҡалырға бурыслыбыҙ. Әйткәнемсә, ҡала ерендә милли рухты һаҡлауҙың берҙән-бер дөрөҫ юлы – туған телдә аралашыу мөхитен барлыҡҡа килтереү. “Ирәндек моңдары” кеүек сараларҙы даими үткәреп тороу ҙа мөһим. Халыҡ күңелендәге күркәм сифаттарҙы һаҡларға бурыслыбыҙ.
Әлбиттә, төрлө милләт вәкилдәре уратыуында йәшәгәс, үҙебеҙҙең проблемаларҙы ғына алғы планға ҡуя алмайбыҙ. Заман башҡорто төплө белеме, компетентлылығы, булдыҡлылығы менән башҡалар алдында абруй яуларға, үҙ артынан эйәртә белергә бурыслы. Мин һәр ваҡыт Әкрәм Әғзәм улы Ниғмәтуллиндың әйткән һүҙҙәрен иҫемдә тотам: “Милли мәсьәлә тауыш күтәреүҙе, ҡысҡырыуҙы талап итмәй...”