Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2012 йылғы лауреаттары

Евразия Яҙыусылар берлеге һәм «Ағиҙел» журналы Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара II хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә. Темаһы – ирекле. Региондарҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем.

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Таңһылыу Ғәйнуллина

Бәхетем сәхнәнән

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрының атҡаҙанған артисткаһы Айгөл Хәкимованы республикабыҙҙың көньяҡ-көнсығыш төбәгендә танып белмәгән кеше һирәк­тер. Бер уйлаһаң, сәхнәнең бөгөнгө йөҙөн билдәләр өсөн, артистың талантынан башҡа, төҫ-башы, буй-һыны булыуы ла шарт. Героинямдың ыҡсым ҡиәфәте, илаһи һөйкөмлөлөгө, иплелеге, әйләнә- тирәләгеләре менән тыйнаҡ мөнәсәбәттә булыуы – былар бөтәһе лә мин үрҙә әйткәндәремә дәлил. Ана шул сифаттары уны ысын мәғәнәһендә күрмәлекле ижади шәхес итә лә. Әммә ни генә уйлаһаң да, ни генә яҙһаң да, бер-бер артлы сәхнәгә алып сыҡҡан ролдәрҙән тыш, тағы ла бик күп эреле-ваҡлы тормош хәстәрлек­тәренән, донъяуи эштәрҙән һәм театр мәшәҡәттәренән тора актерҙың яҙмышы. Шуға ҡара­маҫтан, актрисаның йәшәү рәүеше бурыс-маҡсаттарына ауаздаш. Үҙенән сыҡҡан тәбиғи талантын ныҡыш­мал хеҙмәте менән профессиональ кимәл­гә күтәргән Айгөл Хәкимова тураһында булыр әйтер һүҙем.
Һәр емештең тамыры, һәр шишмәнең инеше булған кеүек, ижад кешеләренең дә талантының, уңыштарының башы була. Айгөл Хәкимованың сәхнәгә булған һөйөүе, әлбиттә, сәнғәткә ғашиҡ ата-әсәһенән, һоҡланып туймаҫ­лыҡ гүзәл тәбиғәтле йәмле Ҡыҙыл һыуы­ның аҡ тулҡындарынан, армыт-армыт булып һуҙылған Ҡырҡтытау буйҙарынан, тағы ла нығыраҡ сәхнәгә яҡынайырға яр­ҙам иткән, йыр-бейеү тип янған, бер туған апаһы Рәмиләнән башланғандыр. Белмәйем, осраҡлы хәлме, яҙмыш көйлә­нешеме, нисек әйтергә…
“Ике генә йәш ине миңә… Хәрәкәт­тәрҙе дөрөҫ эшләмәһәм, кәрәгенсә тыпыр­латмаһам, тыңламаһам – мөйөшкә баҫты­рып ҡуя ине… Еңмеш, иркә булдым, апайымды атайыма барып ошаҡлай торғай­ным. Бына шулай, ыҙалай-ыҙалай апайым мине бейергә өйрәтеп алды. Минең иң тәүге тамашасыларым: күрше-күлән, саҡырылған ҡунаҡтар... Айгөл, бейе әле, тиһәләр, йүгереп барып, әсәйем матур итеп теккән милли кейемдәремде кейеп, һис тартыныу белмәй бейергә төшөп ки­тәм. Беренсе класҡа уҡырға килгәндә, сәхнә ят нәмә булманы минең өсөн. Ошонан башлап, йыл һайын уҙған үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәре, смотрҙары минһеҙ үтмәне. О, ул бейеү бәйгеләре… тотош бер донъя! “Бейеүсе” тигән дан күтәреп йөрөнөм, һәр саҡ беренсе урындар яуланым”, – тип иҫкә ала тыуған яғы Әбйә­лилдә йәшәгән осорон Айгөл Хәкимова. Ысын­дан да, тәбиғәттең, йәшәйештең матурлығы бик нескә тойолған ул яҡтар­ҙа йырламаған, бейемәгән шиғри кү­ңелле кеше бөтөнләй юҡтыр ул. Йәш­лек дәрте менән янған Айгөлгә лә бөтөрөп булмаҫлыҡ бейеү сире юлыға. Ул Ҡырҙас урта мәктәбен тамамлағас, район үҙәге Асҡарҙың Мәҙәниәт йортонда балалар өсөн бейеү түңәрәге ойоштора. Шул уҡ ваҡытта, үҙе лә бейеү сәнғәтенә ынтыл­ғанлыҡтан, Әбйәлилдең данлыҡлы “Йәш­лек” бейеү ансамблендә шөғөлләнә. Тәбиғи талантты артабан үҫтереү, әлбит­тә, күп йәһәттән кешенең үҙенә бәйле. Туҡтауһыҙ эҙләнеү, өлгәшкәндәр менән сикләнмәү, камиллыҡҡа ынтылыу, күпме ихтыяр көсө, күңел йылылығы, дәрт, ҙур теләк, сәм һәм егәрлелек кәрәк. Ә бындай матур сифаттарға ике йәшенән үк көйлән­гән була бит ул Айгөл. Тыуған яғында бер йыл эшләгәс, уйҙары ҡайҙалыр оса, ашҡына, эҙләнә, икеләнә. Һәр эште юғары зауыҡлы кешеләр күңеленә ятырлыҡ итеп башҡарғыһы килә уның. Йәнә шуны аңлай – үҙе дипломлы хореограф булма­ғас, район сәхнәһенә күңеле һүрелә бары­уын тоя. Тимәк, уның эш урыны был түгел. Профессионал театр менән йөҙгә-йөҙ осрашып, уны ғүмерлек күңел донъя­һының балҡышы итергә ҡарар итә. 1991 йылда, уйына ярашлы, көтмәгәндә, имти­хандарҙы бик уңышлы тапшырып, Өфө дәүләт сәнғәт институты театр факуль­тетының актерҙар әҙерләү бүлеге студент­каһы булып китә. “Бында курсыбыҙҙың художество етәксеһе, профессор, Башҡор­тостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, РФ-ның һәм БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рифкәт Вәкил улы Исрафилов булды. Билдәле һәм танылған етәк­себеҙҙең: “Башҡорт халҡының ғәййәр­леген, ғорурлығын, бөйөклөгөн ҡайтарыу өсөн мәҙәниәтле йәки талантлы булыу ғына етмәй, ә эшһөйәр, илһөйәр булыу мөһим…” – тигән был һүҙҙәре мәңгегә уйылды күңелемә. Бик бәхетле тойҙом үҙемде ул йылдар арауығында. Бында ижади йәштәр менән күберәк аралашыу, һайлаған юлды яҡтыртыу, шымартыу мәктәбе лә булды ул миңә – ауыл ҡыҙына. Рухи азатлыҡ, ирекле фекер­ләү… Рухһыҙлыҡты еңеп булыу аралары: ул әхлаҡкә, гүзәллеккә ынтылыу, тормош­ҡа гуманистик сифаттар өҫтәү. Ошоларға бәйле киләсәктә тыуҙырасаҡ образ­дарыбыҙ аша тамашасыны эстетик йүнәлештә лә камиллаштыра торған уйҙа­рыбыҙға һис ҡасан да, беребеҙ ҙә хыянат итмәнек. Курсташтарым Айрат Абушахманов, Айсыуаҡ Йомағолов, Илсур Баимов, Рушана Бабич, Айһылыу Вәлитова һ. б... Артист дипломы алғас, респуб­ликабыҙ театрҙарына һәм сит-ят яҡтарға ынйы бөртөгөндәй һибелдек. Һабаҡ­таштарым да яҡшылыҡты, изгелекте, тоғролоҡто һәм ғәҙеллекте яҡлау менән бер рәттән яуызлыҡҡа, золом-йәбергә ҡаршы үҙҙәре һайлаған һөнәре аша, ҡаршылыҡлы идеялар бәрелешен поэтикалаштырып, әхлаҡ, рух, ил төшөн­сәләре берлегендә милләтебеҙ күңелен байытыу, тәрбиәләү юлындалар… Әл­бит­тә, былар тиҫтә-тиҫтә йылдар артында ҡалған матур хәтирәләр булһа ла, улар әле лә күңелемде байыта, йылыта, алға әйҙәй, – тине Айгөл Хәкимова.
Институтты тамамлағас, бөткөһөҙ хис-тойғо, тулҡынланыу менән Арыҫлан Мөбә­рәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрына эшкә килә йәш актриса. Ни тиһәң дә, килгән еренән уңды ул… Сөнки, донъя мәшәҡәттәренән ары­нып, сәхнәлә барған хәл-ваҡиғаларға ихлас ышанған, рухлы, зиһенле тамашасы йәшәй Сибай, Баймаҡ, ғөмүмән, Урал аръяғы төбәгендә. Сәхнәгә тәүләп аяҡ баҫҡан һәр бер талант эйәһен һәләт бал­ҡышы итеп ҡабул итергә өйрәнгән бит ул беҙҙең яҡ кешеләре. Шулай иттеләр был юлы ла…
…Үҙенең тормош, ижад тәжрибәһе булмаһа ла, Х. Ибраһимовтың “Башма­ғым” спектаклендә Сәрүәр ролен үҙаллы, тәү тапҡыр башҡарып, сибайҙарҙы һоҡландырғаны бөгөнгөләй хәтеремдә. Сәрүәр – Айгөлдөң ижад биографияһы­ның шишмә башы. Бында ул тәрән хисле, сая рухлы, ҡабатланмаҫ матур йәшлеге менән арбаны сибайҙарҙы. Сабый сағы­нан уҡ сәхнә тип йән атҡан Айгөл Сәрүәр­ҙәр йәшәгән заман рухын нескә тойҙо һәм уны тәбиғи итеп еткерә алды төбәк халҡына. Шуға күрә йәштәр ҙә, ололар ҙа берҙәй яратып, нисек бар шулай ҡабул итте йәш актрисаны. Театр һөйөүселәр нисек ҡарар, тигән икеләнеү тойғоһо бар ине, әлбиттә, ти үҙе Айгөл. Тәүге хеҙмәте тураһында һүҙ сыҡҡас, иң элек шуны әйтергә кәрәк: спектаклде билдәле режиссер, талантлы актер Олег Закир улы Ханов сәхнәгә ҡуйҙы. Етәксенең төплө фекере, атайҙарса йылы мөғәмәлә итеүе, ауыр саҡтарҙа ярҙам ҡулы һуҙыуы, кәрәкле һүҙҙәр табып, фатихалар биреүе ижад юлын яҡтырта, көс-ышаныс тыуҙыра. Шуға ла артабан ролдән ролгә ҡанатланып, дәртләнеп ижад итергә керешә йәш актриса. Ә инде тиҫтә-тиҫтә йылдар һуҙымында тыуҙырған образдары үҙе кеүек, тормошта тотҡан урынын раҫлау өсөн ғорур алға барыусы, уңышҡа ынтылыусы булыуы менән күңелдәрҙә һоҡланыу тыуҙыра. Әйтәйек, М. Кәримдең “Ай тотолған төндә” спектак­лен­дәге Шәфәҡ ролен яҙмыш бүләге итеп, ижади ҡанатланыу менән ҡабул итә. Бында, минеңсә, героиняһының психоло­гияһына тулыһынса үтеп инде ул. Шәфәҡтең рухи яҡтылығын художестволы юл менән изге идеалдарға ынтылдырып, үҙенсәлекле матур сифаттарын бергә дөйөмләштереп, сәхнәлә балҡытты. Үҙе ижад иткән кеше генә белә: күпме эҙләнеү, күпме эске энергия, түҙемлек талап ителә актрисанан. Һөнәри алым­дарҙы ла әленән-әле үҙгәртеп торорға өйрәнә ул.
Тәүҙә уйнаясаҡ героиняһын уйлап сығарып, Сибай сәхнәһенә баҫтыра, уны эстән генә уйнатып ҡарай, халыҡтың ҡабул итеү мөнәсәбәтен күҙаллай, артабан, театрҙар тормошона арналған китап­тарҙы, журналдарҙы аҡтара, геройына тартым булған киноларҙы ҡарай. Һөҙөмтәлә төп героймы, йәки персонажмы – тыуа бер бөтөн образ. Мәҫәлән, Сибай театрының иң уңышлы сәхнә әҫәре исемлегенә ингән З. Биишеваның “Тылсымлы ҡурай”ында – Гөлзифа, Р. Кинйә­баев­тың “Гүргә инер сер”ендә – Дилә, Т. Ғарипованың “Тәңкәле ҡыҙ”ында – Тәнкәбикә, Ә. Атнабаевтың “Әсә хөкөмө”ндә – Одетта, Ф. Бүләковтың “Мөхәб­бәт мөғжизәһе”ндә – Мәҙинә, “Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы”нда – Нурия – былар барыһы ла тормошта прототиптары булған дөйөмләштерелгән ҡатын-ҡыҙ яҙмыштары. Ролдәренең барыһы ла тамашасыға һабаҡ бирә, иҫкәртә, ғибрәт алырға өндәй. Шул уҡ ваҡытта тамашасы уйҙарына ла урын ҡалдыра, иркенлек бирә, хатта ки образды төрлө йүнәлештә ҡабул итергә мөмкин. Ә бына Т. Ғәниеваның эпик сәхнә әҫәре “Тамарис” трагедияһында Айгөл Хәкимова бөтөнләй икенсе. Рухи азатлыҡҡа, тойғолар уйнауы менән һуғарыл­ған, биргән антына хыянат итмәүсе бөйөк һәм ғәййәр, батыр батшабикәнең ейәнсәре образын тыу­ҙырыу, әлбиттә, еңел булмағандыр. Ә шулай ҙа, тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тигәндәй, нәзәҡәтле буй-һыны, өҫтөндәге килешле кейеме, сәхнәлә йөрөшө, үҙен тотошо, хатта ҡарашы, ым-ишараһы – былар барыһы ла меңъйыл­лыҡтар артында ҡалған батшалар затыныҡы… Ошо сифаттары нигеҙендә Айгөлдөң тыуҙырған образы батшабикәнең холоҡ-фиғеленә бөтмәҫ-төкәнмәҫ донъяуи мәғәнә, көс өҫтәне. Үҙен аямаған Тамаристың тарихта тотҡан урынын күтәреште.
Йылдар үткән һайын, ижад бизмә­нендә үлсәрлек аҡыл, хис-тойғо, тәж­рибә үҫкәндән-үҫә. Һәр ролде энәһенән ебенә тиклем, эҙмә-эҙлекле итеп, төрлө вариантта үҙ күңелендә йөрөтөүен ташламай, ә яңы алымдар менән байыта, тулыландыра. Аҙаҡ күңеленә иң яҡынын һайлап ала. Миҫал: А. Мөбәрәковтың “Бисәкәй” спектаклендә – Фәнгиә образы… Сибай, Баймаҡ, яҡын-тирә ауылдар, тотошлай төбәк тамашасылары ҙур теләк менән ҡараны был спектаклде. Бында Сибай артистары коллективы Бөйөк Ватан һуғышының аяуһыҙ тыл күренеш­тәрен һүрәтләне. Ил яҙмышы хәл ителгән ҡапма-ҡаршылыҡлы ауыр заманда оло яуаплылыҡ ҡатын-ҡыҙҙар һәм үҫмерҙәр ҡулында була бит... Әлбиттә, төп ролдә Башҡортостандың атҡаҙанған артист­каһы Нурзиә Әбдрә­шитова – “бисәкәй” Утлы­бикә. Колхоз председателе Утлыбикә етәкселегендә фронтҡа ашлыҡ үҫтереү, иген әҙерләү, башҡа төрлө хужалыҡ эштәре “Бөтә нәмә фронт өсөн, еңеү өсөн!” тигән патриотик рухта, ҙур яуаплылыҡ менән сәхнәгә сығарылды режиссер Дамир Мәжитов тарафынан. “Бисәкәй” спектак­ленең Урал аръяғы райондарында ҙур аншлаг менән барыуында Айгөл Хәки­мованың өлөшө ҙур. Сөнки ул ижад иткән Фәнгиә образы йәшәү өсөн кеше ҡәҙерен белергә кәрәклеккә ишара яһап, сәхнә әҫәренең төп мөһим сиселешенә әйҙәне. Үткер холоҡло, егәрле, тәрән драматик кисереш менән һуғарылған Фәнгиә тамашасының иң лайыҡлы баһаһын алды ла. Эйе, Айгөл – бәхетле актриса: тамашасыны сәхнәлә барған ваҡиғалар эсенә башкөлләй алып инеп китеп, шатландырыу, илатыу, шул геройҙар менән йәшәтә алыу һәләте менән көслө. Т. Дәүләтбирҙинаның “Юғалтыу”ындағы ваҡиғалар мәктәп тормошон һүрәтләй: уҡытыусылар һәм уҡыусылар араһын­дағы ҡатмарлы мөнәсәбәт. Бында ул иң яҡшы билдәләргә өлгәшеүсе уҡыусы, кластың иң шәп, сибәр егетенә ғашиҡ, бер ҡатлы, эскерһеҙ, саф күңелле ҡыҙ булып ҡалды беҙҙең күңелдәрҙә. Артабан, һанай китһәң, Р. Кинйәбаевтың “Гүргә инер сер”ендә йәшлек дәрте менән бай хыялдарға бирелеүсән Дилә, С. Әбүзәрҙең “Хыялый”ында – Йондоҙ образы. Ул балалар йортонда тәрбиәләнгән етем ҡыҙ ғаиләле булып йәшәү тураһында хыяллана… Р. Кинйәбаевтың “Ҡарауыл, ҡәйнәмде урлағандар”ында – Фәниә – былар бөтәһе лә юғары кимәлдәге сәхнә әҫәрҙәре булып танылыуында А. Хәкимо­ваның роле баһалап бөткөһөҙ. Ҡайһы ғына ролен алма, Айгөлсә үҙенсәлекле, ижади шәхсән ҡараш тойомлана.
“Сибай театрында үҙемде иркен һәм бәхетле тоям, ниндәйҙер тылсымлы көс, ҡот бар кеүек унда. Бигерәк тә театрҙың оло быуын артистары Р. Хоҙайғолова, М. Хоҙайғолов, З. Баязитова, Ф. Хәсәнова, Р. Яныбаев, Р. Сәйфуллин һ.б. тормошҡа, ижадҡа илһамлы ҡарашта булып, төбәк халҡын зауыҡлы итергә тырышҡандары өсөн рәхмәтлемен. Коллегаларым миңә һәр саҡ фекерҙәш, терәк-таяныс, күңелем­де байыталар, ғөмүмән, улар эргәһендә мин яҡлаулы һәм тыныс”, – ти Айгөл Хәкимова. Эйе, аралашыу, бер-береңә ярҙам итеү театр аҡһаҡалдарынан, ветерандарынан йәштәргә ҡалдырылған иң ҙур мираҫ-хазиналыр. Сөнки тормошта ла, сәхнәлә лә көтөлмәгән төрлө осраҡтар була. Мәҫәлән, Ә. Яхинаның “Йән һөйгәнем һин генә” әҫәрендә сәхнәгә сыға алмаған коллегаһын бик уңышлы һәм оҫта алмаштырҙы ул. Һикһән йәшлек әбей ролен өс көн эсендә әҙерләп, коллективты уңайһыҙ хәлдән ҡотҡарыуы күптәргә билгеле. Өҫтәп шуны әйтке килә, драма актерҙарын халыҡ араһында билдәлелек яулар, уңышҡа илтер юлдар байтаҡ: профессиональ кимәлдә уның йә йырлауы, йә бейеүе. Актрисаның да үҙ ролен нығыраҡ асыу маҡсатында ижад иткән бейеүҙәре сәхнәгә йәм бирә, йән өрә. Шуға ла, ул төп ролдәме йәки бәләкәйҙәме, халыҡ берҙәй яҡын күрә, үҙ итә. Башҡор­тостандың атҡаҙанған артисткаһы Айгөл Хәкимова менән яҡындан танышыу, уның күңел донъяһына тәрәнерәк үтеп инергә ярҙам итте миңә. Бөтә нәмәгә үҙ ҡарашы, үҙ фекере бар, төрлө темаларға эскерһеҙ, иркенләп һөйләшеп була. Әңгәмәләш булғанда, яйы сыҡҡан һайын:” Уңышымдың төп асылы режис­серыбыҙ Дамир Ғәлимовтан. Һәр яҡлап үҙемә, һүҙемә, ҡарашыма, хәрәкәт-мимикама, үтә талапсан булып, үҫтереүсе уҡытыусым да, остазым да ул”, – тип ҡабатлай.
– Кеше кем булыуына ҡарамаҫтан, һәр дәүерҙә лә эшкә мауығып ҡына йәшәй ал­май. Иң беренсе сиратта һеҙҙең өсөн нәмә: ғаиләме, ижадмы, эшме?
– Тормош иптәшем Фәнзил дә күңел биреп, тырышып театрҙа эшләй. Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға, ҡәҙерләүгә иғтибар бирәбеҙ икебеҙ ҙә. Ҡыҙыбыҙ Ләйсән етенсе класты тамамланы. Ул бик тырыш. Сәнғәт мәктәбен уңышлы тамамлап, хореография, фортепьяно, вокал дәрестәрен үҙләштерҙе. Әлеге ваҡыт­та Сибай ҡалаһының “Ынйыҡай” ансам­бленең бейеүсеһе.
Нисек кенә тиһәң дә, үҙе иҫ белгәндән – өй сәхнәһенән башлап, профессионал театрҙа билдәле актриса булып танылыу юлы һикәлтәһеҙ булмағандыр, әлбиттә. Тик шуныһы көн кеүек асыҡ: үҙен-үҙе ижад иткән сәхнә оҫтаһы ғаиләһендә, хеҙмәт-шөғөлөндә лә яңынан-яңы илаһи сәнғәти бейеклеккә көйләнергә һәм күтәрелергә тырыша. Йәнә бер миҫал иҫкә төштө: А. Хәкимова – республи­кабыҙҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың һәм Рәсәй Федера­цияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәт­кәре, театрҙың художество етәксеһе Дамир Ғәлимов ҡуйған Ризван Хәмиттең “Әллүки” спектакле менән Хәйбулла, Мәсетле, Ҡыйғы, Салауат райондарында гастролдәрҙә йөрөп ҡайтты. Тамашасылар фекеренсә, төп ролде башҡарған Айгөл ҡатмарлы яҙмышлы, ҡаршы­лыҡлы эске донъя менән йәшәгән ҡатын-ҡыҙ образын һынландырыуы менән өлгө. Бына, ниһайәт, һуғыштан һуң, егерме биш йыл буйы көткән ире ҡайта илгә… Икенсе ҡатыны, балаһы менән… Үткән тормошо, тәүге ғаиләһе бөтөнләй хәте­рен­­дә юҡ, юйылған. Бына бит, тәрән психо­ло­гизм менән һуғарылған әсе яҙмышлы инәй, апайҙарыбыҙҙың дөйөм­ләштергән образы. Айгөл Фәүзиәне һынландырып, донъя ысынбарлығын халыҡҡа оҫта еткерҙе һәм тормоштоң фәлсәфәүи асылы тураһында уйланырға мәжбүр итте. Шулай, Аллаға шөкөр, һәр заманды үҙе ме­нән эйәртеп, бөгөндән иртәгәһен уйлап, тормоштоң үткер проблемалары солға­нышында барлыҡҡа килгән төрлө яҙмышлы ҡатын-ҡыҙ образдарына мөрә­жәғәт итеп, театр алдындағы бурысын үтәй. Роле ниндәй генә булмаһын: ыңғай­мы, киреме – һабаҡ бирә, ғибрәт алырға өйрәтә. “Бөгөн мин – Айһылыу… Ләйлә… Фәнгиә, Фәнүзә, ә иртәгә өр-яңы сәхнә әҫәр­ҙәрендә бер нисә ғүмер кисерә­сәкмен. Сәнғәтте яратҡан кешенең күңе­лендә насарлыҡ юҡ. Килегеҙ, күрегеҙ”, – тип өндәшә яратҡан һәм үҙ иткән тама­шасы­ларына Айгөл Хәкимова.
Таңһылыу ҒӘЙНУЛЛИНА.
Сибай ҡалаһы.