Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2012 йылғы лауреаттары

Евразия Яҙыусылар берлеге һәм «Ағиҙел» журналы Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара II хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә. Темаһы – ирекле. Региондарҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем.

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Таңсулпан Ғарипова

Ап-аҡ ҡарҙар яуһын, яуһын әле

Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһын етәкләгән сағым. 1996 йыл. Ниһайәт, ойош­ма үҙенең офисын – ижадсы халыҡ­тың йыйылып һөйләшер, кәңәш­ләшер урынын – булдырҙы. Урал аръяғы яҙыу­сылар ойошмаһы биш ҙур районды берләш­тергәс, әҙәби консультант берә­меген юллау ихтыяжы алға баҫты. Үте­несте кире ҡаҡманылар. Инде эшләр­гә, ең һыҙғанып, ҡолас йәйеп эшләргә! Ижадсының бурысы, миңә ҡалһа, үҙе ижад итеү генә түгел, үҙеңдән һуң алмаш әҙерләү ҙә. Сибайға, муниципаль телевидениела башҡорт редакцияһы ойошто­рорға мине ул саҡтағы ҡала хакимиәте башлығы Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәр­мөхәмәтов 1995 йылдың көҙөндә саҡы­рып алғайны. Ул саҡта инде ҡаланың барлыҡ мәктәптәрендә башҡорт теле, ин­шалла, уҡытыла ине. Телде дәрестә өйрәтәләр, ә бына үҙ туған телеңдә ижад итергә, телдең байлығы, лексик төр­лө­лөк менән файҙаланыу, эҙләнеү – былар бары тик ижад барышында ғына тор­мошҡа ашырыла. Балалар өйҙә ата-әсәләре менән туған телендә һөйләшһә, мәктәптә уның теоретик нигеҙҙәрен өйрән­һә, ижад итеү барышында уның бай­лығын, күркәмлеген, мөмкинлектәрен асһа – бына ул сағында инде туған тел­де өйрәнеү үҙенең бөтә тулылығында тор­мошҡа ашырыла.
Ләкин... быны нисек ғәмәлгә ашы­рырға? Эшем тығыҙ булһа ла (офис бинаһына ремонт яһаған саҡ) мин ҡала­ның 2-се гимназияһында бер төркөм балаларҙы йыйып, ижад түңәрәге алып бара башланым. Айырым класс юҡ. Инде бер ергә урынлашып эште башлаһаҡ, бушатыуҙы һорайҙар, икенсе ергә күсәбеҙ, ҡайһы саҡ коридорҙа шөғөлләнәбеҙ. Был эш 1996 йылдың уҡыу йылы тамам­ланғансы дауам итте. Икенсе йылына 10-сы мәктәптең уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса мөдире Рәйсә Ғөбәйҙулла ҡыҙы Дәүләтбаева саҡырып алды ла (ул хәҙер М. Аҡмулла исемендәге педагогия университеты профессоры):
–Таңсулпан Хизбулловна, ижад түңә­рәген әйҙә беҙҙең мәктәптә лә алып бар. Шөғөлләнеү өсөн бөтә шарттарҙы тыуҙы­рабыҙ, – тине.
Ризалаштым. Тәүге ултырышҡа уҡ ул саҡтағы ҡала мәғариф бүлеге мөдире Был­­был Зиннәт ҡыҙы Ваһапова инеп ултырған булып сыҡты – артҡы партала ултыр­ған мөдирҙе мин аҙаҡ ҡына шәйләнем. Эш ырамлы китте. Күберәк беҙ коллектив рәүештә ижад иттек. Рифма, синонимдар, метафоралар эҙләйбеҙ, отош­ло тип табылғанын ҡара таҡтаға теркәп ҡуябыҙ. Ә инде өйгә эш итеп һәр береһенә шәхсән рәүештә шиғырмы, әкиәтме, хикәйәме яҙып килергә ҡушам. Бө­тәһе лә яҡшы барҙы, ләкин, инде декабрь айы тыуыуға ҡарамаҫтан, ҡар ғына яумай. Ҡарһыҙ, әсе елле ҡотһоҙ ҡыш. Ер һыуыҡтан ярыла. Сираттағы ул­ты­рыш ваҡытында йәш ижадсыларға:
– Балалар, әйҙәгеҙ, Хоҙайҙан күмәкләп ҡар һорайыҡ. Ул, моғайын, беҙҙең үте­несте ишетер ҙә, мул итеп ҡар яуҙырыр. Донъя аҡҡа төрөнөр. Юрған ябынған ер, ниһайәт, тыныслап йоҡоға талыр, – тип өндәштем.
Һәм беҙ күмәкләп, Хоҙайҙан ап-аҡ ҡар бөртөктәре ебәреүен һорап, шиғыр яҙыр­ға тотондоҡ. Икеме-өсмө куплет шиғыр яҙҙыҡ та, бергәләп, хор менән, ҡат-ҡат уҡыныҡ. Шунан таралыштыҡ. Ышан­а­һығыҙмы-юҡмы: иртән тороуыбыҙға бөтә ер ап-аҡ ҡарға күмелгәйне! Шатлыҡ­тың иге-сиге булманы. Шуға күрә лә Сибай ҡалаһы мәктәптәре араһында үткән тәүге ижад бәйгеһе (ошо уҡ йылдың декабрь аҙағында үткәрҙем мин уны) “Ап-аҡ ҡарҙар” тип аталды. Тәүге бәйге бу­лыуға ҡарамаҫтан, хәтеремдә, 96 уҡыусы ҡатнашты һәм һәр бала үҙ китабы менән сығыш яһаны. Нисек кенә биҙәлмәгәйне ул китаптар! Уҡыусылар шул китаптарға булған фантазияһын һалды. Тик бүләкләү мәсьәләһе тәүге йыл бик ауырға төштө. Ҡул һуҙып спонсор эҙләү барышында мин бөгөнгө байҙарҙың меценатлыҡ кеүек юғары миссиянан бик алыҫ икән­дәренә төшөндөм.
Өмөтһөҙ – шайтан. Икенсе йылына, бәйгелә ҡатнашҡан уҡыусыларҙы бушҡул ҡайтармаҫ өсөн, ойошма китап сауҙаһын ойошторорға мәжбүр булды. Һәйбәт бүләк­тәр алды балалар, бит һыуын түгеп, кешенән хәйерселәп аҡса йыйманыҡ, әммә штат берәмеге, урыны булмаған хәл­дә китап һатыу еңел бирелмәне.
Эшләһәң, эш ҡарышмай. Хәйбулла юлын тапай торғас, был бәйгенең Аҡъ­ярҙа үтеүенә лә өлгәштем. Оҙаҡ уйланылар, ҡаршылыҡтар күп булды, ләкин һәр эш ахыры менән: иң тәүге шиғыр бәйгеһе унда оло байрам төҫөн алды.
Әлбиттә, килгән эштәрҙе уҡыу, баһалау, урындар билдәләү – былар бер ми­­нең генә хәлемдән килер эш түгел ине. Беренсенән, әҙәби консультант булыу ҡотҡарҙы. Уҡыусыларҙан килгән эштәр­ҙе генә түгел, авторҙарҙың ҡулъяҙ­маларын уҡыу (ә улар ойошма асылғаны бирле өҫтәл тартмаларына нышып тулты­рылған һәм бығаса бер кемдең дә ҡулы теймәгән килеш ятҡан), район­дарға сы­ғып күсмә ултырыштар, ижад кисәләре үткәреүҙә, таҡтаташтар асыуҙа ул саҡта ойошмала эшләгән Әлнисә Алдырханова, Гөлназ Ҡотоевалар ярҙам­лашты. Ә жюри ағзалары рәүешендә беҙгә һәр ваҡыт Сибай институты уҡытыу­сылары, әҙәбиәт белгестәре Ғәҙилә һәм Илдус Бүләковтар, Фәрүәз Сәйфул­лин, радиожурналист Таңһылыу Ғәйнул­лина, шағирә Зөһрә Фәй­зуллина, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лира Яҡшыбаева, Сибай ҡалаһы мәғариф идаралығының башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу буйынса методисы Айһылыу Моталлапованың ярҙа­мы ҙур булды. Һуңғы йылдарҙа килгән ҡулъяҙ­маларҙы уҡыу, урындар билдәләү кеүек эштәрҙә Сибай институты доценты Наилә Ыласынова әүҙем ҡатнаша. “Баш­ҡортостан” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе Кәримә Усманова иһә йылдар дауамында был бәйгене һәм бәйгелә ҡатнашыу­сыларҙы хәстәрләп килә. Ә быйылғы бәйгене ойоштороуҙа гимназияның кластан тыш сараларҙы ойоштороу буйынса директор ярҙамсыһы Сөмбөл Ыласынова күп көс һалды. Бәйгелә йылдан-йыл күберәк уҡыусылар ҡатнашты, сара мәк­тәп балаларының ҡала күләмендә үтә торған иң етди, иң ҙур сараһына әүерелде.
Әммә тормош бер урында тормай, – ике меңенсе йылдың йәйендә Өфөгә күс­тем. Яҙыусылар ойошмаһын етәкләүҙе шағирә, ойошманың әҙәби консультанты Гөлназ Ҡотоеваға тапшырҙым. Шуныһы ҡыуаныслы: яңы етәксе инде традицияға әйләнгән был сараны һүндермәне, бары тик ул икенсе, "Таңсулпан Ғарипова призына ижад бәйгеһе" исеме аҫтында үтә башланы, һәм мин шул йылдан башлап был сараның бағыусыһына әйләндем. Гөлназды бер ваҡыт яҙыусы Хәйҙәр Тапаҡов алмаштырҙы – бәйге шул уҡ исем­дә йәшәүен дауам итте. Шулай ҙа Сибайҙа йәшәүсе ҡәләмдәштәргә: “Әйҙә­геҙ, йыл да берегеҙ исемендәге призға ал­машлап үткәрегеҙ, мин Өфөлә бит инде”, – тип әйтеп тә ҡараным. Теләк бел­­дер­мәнеләр, сара бөгөн дә элек нисек аталған, шул рәүешле дауам итә.
2016 йылдың декабрендә был бәйгенең 20 йыллыҡ юбилейы үтте. Әйтергә кәрәк, һуңғы өс йыл рәттән ул Сибай гимназия-интернаты базаһында үтә, унда Урал аръяғы райондары мәктәптәренән уҡыу­сылар бик теләп ҡатнаша. Ул хәҙер төбәк ижад бәйгеһенә әйләнде. Бөтә ҡулъяҙ­маларҙы ҡарау, баһалау, урындар билдә­ләү, дипломдар әҙерләү эштәрен гимназия хакимиәте үҙ өҫтөнә алды. Гимназия директоры Роза Хаммат ҡыҙы Бикбова был бәйгелә әсәләрсә хәстәрлек күрһәтә, Гран-при яулаусыға гимназия иҫәбенә ҡиммәтле бүләк тапшырыла. Бәйгелә ҡатнашыусыларҙы ҡабул итеү, сәй эсереү кеүек мәсьәләләрҙе лә хәл итә гимназия. Ошондай ил ҡыҙҙары барында был мөһим сараның ғүмере оҙон булыр әле, тигән ышаныс йылдан-йыл нағый миндә лә. Бүләккә тигән китаптарҙы йыл дауамында йыям. Ҡайһы яҙыусылар, эш­тең мөһимлеген аңлап, үҙҙәренең ижад емештәрен биреп ебәрә. Быйыл иһә Башҡортостан Яҙыусылар союзы үҙенең Маҡтау грамоталары менән бәйгене ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡандарҙы ла бүләкләне.
Үҙенең 20 йыл йәшәү дәүерендә был бәйге аша нисә ижадсы үткәндер? Хатта был һанды йыл һайын 100 уҡыусы ҡат­наша, тип кенә алһаҡ та (мәктәптәрҙә үт­кән тәүге турҙа уларҙың һаны 300-гә лә етә), 20 йылда 20000 уҡыусы үҙен ижа­дта һынаған, сәмләнеп китабын әҙерләгән, сәхнәгә сығып, рифмаға һалын­ған йөрәк серҙәре менән уртаҡ­лашҡан. Хикәйәләр, әҙәби әҫәрҙәргә ре­цен­­зиялар яҙған, тәүге ижад ялҡынында янған, тел шымартҡан, ҡәләм тирбәткән, үҙенең тиҫтерҙәре менән аралашып, ижад тәжрибәһе туплаған.
Дөрөҫ, ижад бәйгеһендә ҡатнашыу­сыларҙың барыһы ла тормошта артабан ошо юлды һайламаҫ та. Мостай Кәрим уҡыусылар алдында сығыш яһаған саҡтарында: “Мин кешеләрҙе ике төркөм­гә бүләм, – тиер ине. – Берәүҙәре плане­таның бер тапҡыр ҙа Ҡояш төшмәгән яғында йәшәйҙәр, ҡалғандары – гел яҡты яғында. Улар – шиғриәт, йыр-моң яратҡан кеше­ләр”. Ул әйтмешләй, планетаның нурлы яғында йәшәүселәр һаны артҡандан-арта барһа насармы ни?
Ошо бәйгеләрҙә ҡатнашыусылар араһынан бөгөн билдәле журналистар республика гәзит-журналдарында эшлә­үен, әҙәбиәт буйынса белгестәр булып китеүен иҫкә алһаҡ, бәйгеләрҙең йәш быуынға һөнәри юҫығын билдәләргә ярҙам иткәнен дә төҫмөрләп була. 2002 йылда, ошо бәйге һөҙөмтәһе булып, Сибай ҡалаһы йәш ижадсыларының ижад емеш­тәренән торған “Бала саҡтың яҡты хыялдары” исемле йыйынтығы донъя күргәйне. 62 баланың уй-тойғоларын, йөрәк серҙәрен, күңел көҙгөһөн туплаған был китап хыялға бай бала саҡтың бер балҡышы булғайны, өмөттәренә ҡанат ҡуйғайны.
Сибай яҙыусылар ойошмаһының һуңғы осорҙағы хәлдәре, әлбиттә, уйландыра. Ни тиклем көс түгеп барлыҡҡа килтерелгән офис бикле тора. Үҙәктән финанс менән тәьмин итеү бөтөрөлгәс, уның етәксеһе Әминә Яхина театрға эшкә күсте. Элек, 90-сы йылдарға тиклем, ижади көстәр башлыса урындағы гәзиттәр тирәһендә тупланды. Әҙәби берекмәләр Учалыла ла, Сибайҙа ла шул рәүешле эшләп килде. Хәҙер был эш ниндәй юҫыҡ­та үҫеш алыр? Тап бына ошо болғауыр заманда Сибай интернат-гимназияһы төбәктең йәш ижадсыларын үҙ ҡанаты аҫтына алып ҙур егетлек күрһәтте. Йәш көстәребеҙ йылғаларҙы ҡороуҙан һаҡла­ған һыуһылдар кеүек бит ул. Әҙәбиә­тебеҙҙең, мәҙәниәтебеҙҙең килә­сәге – хәҙерге мәктәп уҡыу­сыларында. Уларҙы ҡурсыу, һыулауҙарҙы ҡоротмаҫ өсөн һәр кем хәленән килгән тиклем хәстәрлек күрергә тейештер. Сибай интернат-гимназияһы бөгөн халҡыбыҙ, илебеҙ тарихында данлы һәм шанлы эҙ ҡалдырған 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ҡаһарманлығын мәңгеләштереү өҫтөндә лә бик ҙур эштәр башҡара. Урал аръяғы райондары балаларының дөйөм белем биреү һәм тәрбиә алыу уҡыу йортоноң халҡыбыҙҙың әҙәби, мәҙәни һәм патриотик тәрбиә усағына әйләнә барыуы һис шикһеҙ маҡтауға лайыҡ. Ә бит 1962 – 1963 йылдарҙа, ул интернатта мин уҡып белем алған саҡта, йыр дәрестәрендә бер генә башҡорт йырын да өйрәтмәйҙәр ине. Замананың халҡыбыҙ тарихын өйрә­неүгә, тамырҙарыбыҙҙы байҡауға йөҙ бороуына бөгөн әлхәмдүлиллаһи шөкөр, тиергә ҡала.
Быйылғы йылдың ап-аҡ ҡарҙары яуған бер мәлдә ошо уҡ урында бәйге йәнә үтер. Ҡар бөртөктәренең береһе-береһенә оҡшамаған кеүек, төрлө нағыш, төрлө һулыш менән яҙылған ҡулъяҙмалар яуыр. Уларҙа заман һулышы, яҙҙы башлаған умыр­заялар кеүек сафлыҡ, балалыҡ, алсаҡлыҡ бөркөлөп торған тәүге ҡыяҡтар, асылам-асылам тип кенә торған тәүге оялсан бөрөләр күренер. Гимназия­ның мәжлес залы сәләмәт сәмгә тулышыр, рухиәт көмбәҙенең сиктәре ҙурая-киңәйә төшөр, күңел аҡлыҡҡа, паклыҡҡа ол­ғашыр. Ә хәҙер һүҙ уларға – башлап ҡына ҡәләм тирбәтеүселәргә.
Таңсулпан Ғарипова,
Салауат Юлаев исемендәге
дәүләт премияһы лауреаты.