Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2012 йылғы лауреаттары

Евразия Яҙыусылар берлеге һәм «Ағиҙел» журналы Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара II хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә. Темаһы – ирекле. Региондарҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем.

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Самат Мөхәмәтйәнов

Ниңә, Юлай, улай иртә киттең?

Өфөгә Сибайҙан төнгө өстә ҡайтырға сыҡтыҡ. Көҙ менән ҡыш араһында була торған күңелһеҙ көндәрҙең береһе башланырға ғына торған мәл. Ер туңырға әҙерләнгән, әммә ҡарҙан һуғылған юрғанына әле төрөнмәгән. Салауат менән мин алда ултырам, ә Кәрим менән Шамил артта урын алған. Ҡаланың Таусылар урамын үттек тә, көнсығышҡа ҡарай юл тоттоҡ. Кескәй генә ҡар бөртөктәре тәҙрәгә һуғылырға ниәтләнә лә, ҡапыл йә ситкә, йә өҫкә оса. Мин уларҙы ниңәлер баҡыйлыҡҡа киткән кешеләрҙең йәндәре һымаҡ ҡабул итәм.
Күңелдәрҙә бушлыҡ, йөрәктәрҙә оло хәсрәт, шуға һөйләшергә теләгән кеше юҡ арабыҙҙа. Барыбыҙ ҙа кисә, 5 октябрҙә, Юлай Хәким улын ерләүҙә ҡатнашты. Салауат – уның кейәүе, ә Кәрим – иң бәләкәй уландарының береһе. Уны башлы-күҙле итеп өлгөрә алманы атаһы. Шамил иһә – Гүзәлдең, Юлайҙың берҙән-бер һеңлеһенең, өлкән улы. Мин, Әбдрәхим улы Самат, яҙмышын ун биш йәштән Юлайҙыҡы менән айырылғыһыҙ итеп бәйләгән ир затымын.
Баҡыйлыҡҡа бер-бер артлы китте Юлай менән Айһылыу. 2015 йылдың 21 майында иренең алтмыш алты йәшен билдәләне лә, дауаханаға инеп китте Айһылыу. Һигеҙ көндән шунда шым ғына йән бирҙе. Юлай хәләл ефете менән оҙаҡ айырылышып йәшәргә теләмәне, ахырыһы: дүрт айҙан һөйөклөһенең ҡәбере эргәһенән урын алды. Фани донъя менән 4 октябрҙә хушлашты дуҫҡайым – Айһылыуҙың тыуған көнөндә. Ә иртәгәһенә, Юлайҙы ерләгәндә, бөтә илебеҙ Уҡытыусылар көнөн билдәләп үтте. Тик шуныһы үкенесле: Моратовтар, бөтә ғүмерҙәрен тәрбиә һәм уҡытыу эшенә бағышлаған кешеләр, унда ҡатнаша алманы.
Юлай менән Айһылыуҙың зыяратын Үрге Иҙристә лә, Ҡолсорала ла, Баймаҡта ла эҙләмәгеҙ – уларҙың мәңгелек йорто Сибайҙан ун саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Хәсән ауылында. Ниңә Айһылыу үҙе өсөн мәңгелек йортто ошо ауыл янында һайлағандыр, әйтә алмайым. Балалары ҡырҡ ике йыл ғүмерен әсәләре менән бергә үткәргән, үҙҙәренә йән өргән кешенең ҡәбере икенсе урында булырға тейеш түгел тигән фекергә килде һәм Юлайҙы ла шунда ерләүҙе хуп күрҙе. Шуға ла дуҫҡайыма үҙе эшләмәгән, үҙе йәшәмәгән Хәсән ауылы зыяратында мәңгелек йорт ҡорҙортто.
...Ҡыҙыл ҡасабаһын үттек тә һулға боролдоҡ. Таң беленә башланы.
Тимер иретеүселәрҙең ҡалаһын үтеп, Әбйәлил ерҙәренә килеп ингәйнек, мине ҡапыл йоҡо баҫты. Йәнем кинәт кенә тәнемдән ысҡынып китте лә, Ирәндек тауҙарының көнбайыш битләүендә урынлашҡан Талҡаҫ күле эргәһенә барып ҡунды кеүек. Тирә-яғыма ҡараһам, һыу эсендә яңғыҙ торамын, имеш. Бөтә нәмә ысынбарлыҡтағы кеүек: алдымда күлдең зәңгәр көҙгөһө йәйрәп ята, ҡаршылағы тауҙың битләүен һүрәнләнә төшкән ҡояш нурҙары иркәләй. Аяҡтарым өшөгәнен тойоп, аҫҡа ҡараһам, тубыҡҡа тиклем һыу эсендә торам икән. Ҡара, йәшел, ҡыҙыл, көрән, аҡ төҫтәге ялпаҡ таштар менән ҡапланған ине аяғымдың аҫты. Эйелә биреп, шуларҙың араһынан иң йоҡаһын ҡулыма алдым. Йоҡом түгел, өнөм ине был: бармаҡтарым ҡулымдағы нәмәнең шымалығын да һиҙә, һалҡын булыуын да билдәләй. Аңланым – бынан ике йыл элекке ысынбарлыҡта йөрөймөн икән төшөмдә. Талҡаҫтың башҡа урынында, ял йортона яҡыныраҡ яр буйында, булған ваҡиғаларға яңынан әйләнеп ҡайтҡанмын икән. Морондарын бер-береһенә моңһоу ғына терәп, һыу өҫтөндә сайҡалған кәмәләр эргәһендә биш-алты “ҡоймаҡ” ҡойғайным йәйге кистәрҙең береһендә өс йыл элек. Бер ташым бигерәк оҙаҡ һикерәнләп йөрөгәйне шул саҡта...
...Юлай менән сәйәхәт иткән ваҡытта төнгөлөккә гел ошонда туҡтай торғайныҡ. Иҫән ауылынан Түбә ҡасабаһына китеп барған юлдың уң яғында был урын. Урта ташҡа етеңкерәмәй туҡтап, күл буйына төшөргә кәрәк унда барып етеү өсөн. Күл эргәһендә кискелеккә ашап, сәй эсеп алғандан һуң, йоҡлай торған ергә китә торғайныҡ.
Серле урындарҙың береһе – Талҡаҫ ярының ошо ғына осмото. Ике дилбегә оҙонлоғондағы һыу ситендә бер ниндәй үҫемлек күренмәй. Һыу яйлап тәрәнәйә бара. Төбөндә бер-ике эре һуйырташ ята, ә батҡан ағастың ҡарайған тамырҙары, аждаһаның ҡулдарын хәтерләтеп, күңелгә ниндәйҙер шом һала. Ваҡ таштар бөтөнләй юҡ бында – күкһел төҫтәге ләм менән ҡапланған һыу төбө. Төн уртаһында сыраҡ менән яҡтыртһаң, тәрәнлектә йөҙҙәрсә ҡыҫаланың ҡыймылдашып йөрөгәнен күрергә була ҡайһы саҡта. Башҡа урындарҙа ҡыҫалалар ҡара йәки көрән төҫтә була, ә бындағылар ниңәлер ап-аҡ. “Һыу таҙа булғанлыҡтан ағарған мәхлүктәр, –тип аңлатты миңә Юлай. – Бынан илле йыл элек, күл байтаҡҡа һайығып, ныҡ бысранған саҡта, ҡыҫалалар бында ла ҡарағусҡыл төҫтә булды. Баймаҡтарҙың тырышлығы, ажарлығы арҡаһында ғына күлебеҙ имен ҡалды. Шуныһы хәүефләндерә: бынан бер нисә йыл элек Ирәндеккә терәлеп ятҡан яр буйҙары тағы ял итеү өсөн асылды. Тик ярҙарҙы тулыһынса асыу күлгә яңынан афәт килтерәсәк. Талҡаҫты ҡурсалаулы төбәк тип иғлан итеү өсөн көрәште туҡтатмаҫҡа кәрәк”.
Әкрен генә йөрөйбөҙ беҙ ошо урында туҡтағанда. Кемдер һинең артыңдан бер туҡтауһыҙ күҙәткәндәй тойола. Әйтерһең, юғарынан ниндәйҙер ҙур күҙ һәр хәрәкәтеңде күҙәтеп тора. Башҡа урындарҙан юлға сығыу ауыр түгел, сөнки яр һөҙәк кенә. Күл тирәсенең был өлөшөн иһә юлдан текә төшкән ур һымаҡ нәмә айырып тора. Урҙың һыуға ҡарап торған яғы ярым айҙы хәтерләтә. Әгәр уны күл яғына дауам иттерергә мөмкинлек булһа, өҫтән ҡарағанда ҙур бер туҫтаҡ һымаҡ нәмә килеп сығыр ине. Ялға туҡтаған кешеләр шул туҫтаҡ эсендә йөрөгән ҡырмыҫҡаларҙы хәтерләтә.
Әгәр төнгөлөккә ошо урында туҡтарға тура килһә, мосафирҙарға һаҡ булырға кәрәк. Бында ҡысҡырып һөйләшеү мөмкин түгел, сөнки ауыҙға һалҡын ел тула. Кемдер быға иғтибар итмәй һөрәнләүен дауам итһә, төнгөлөккә мотлаҡ ауырыуға дусар буласаҡ. Ҙур ҡалаларҙан килгән мыҡты кәүҙәле һауалы ирҙәр ҙә йыуашайып китә был урында туҡтаһа. Ҡайһылары, ҡап-ҡара төҫтәге үҙйөрөшлө арбаларына ултырып, икенсе урынға тайыуҙы хуп күрә.
Талҡаҫ буйында һыу ситендә йоҡларға батырсылыҡ итмәй торғайныҡ беҙ. Киске аштан һуң, әйберҙәребеҙҙе йыйып алабыҙ ҙа, юлды аша сығып, ултыртылған ағастар араһына инеп китәбеҙ. Һарғылт төҫтәге ылыҫ менән ҡапланған ҡарағай урманында йоҡлауы – үҙе бер кинәнес. Юлай, ниндәйҙер көйҙө мөңгөрләп, сепрәк ҡыуыш ҡора, ә мин күпмә кеүек йомшаҡ ылыҫ түшәгендә ял итәм. Сәйәхәттә мин ашау-эсеү өсөн яуаплымын, ә Юлай төнгөлөккә урын хәстәрләй. Ҡыуыш әҙер булғандан һуң, ул ҡулына таяҡ алып, йоҡлар урыныбыҙҙы уратып, түңәрәк һыҙып сыға. Бер үк ваҡытта ниндәйҙер доға ла уҡый. Уның доғаһы көслө булды: тыныс үтә торғайны төндәребеҙ. Бындай төндәрҙең һаны утыҙҙан да кәм булмағандыр. Бөрйәндәге Ырғыҙлы ауылы янында йоҡлағаныбыҙҙа ҡыуышыбыҙға айыу яҡынлашҡан булып сыҡты. Эҙҙәре иртәнсәк ҡуйы мәтелә ярылып ята ине, әммә дуҫым үткәргән һыҙыҡты йыртҡыс аша атламаған булып сыҡты. Сәфәргә сыҡҡанда мин Юлайға тулыһынса ышанам, сөнки мәрхәмәтле, эскерһеҙ кешегә тәбиғәт зыян килтермәҫен белә инем. Бер ваҡытта ла йәш ағасты тағанға ҡырҡманы, туҙ һыҙырам тип, ҡайынға балта сапманы. Беләгенә серәкәй ултырып, ҡанын һурһа ла, үлтермәне уларҙы. Ҡорһағы ташҡансы ҡан эскән бөжәк оса алмай аҙапланһа, уны тәненән этеп төшөрә торғайны. Эттәр, терпеләр, ҡоштар менән әңгәмәләшкән саҡтары ла булды уның.
...Арттағы егеттәр, баштарын бер-береһенә терәп, йоҡоға талғайны. Тик Салауат ҡына, күкһел ут көлтәһе яҡтыртҡан юлдан күҙҙәрен айырмайынса, алға елгән машинаны Әбйәлил ерҙәре аша ҡыуа ине. Талҡаҫ буйҙарына илткән мөғжизәле төштө тағы бер күҙ алдымдан үткәргәндән һуң, дуҫымдың тормошона ҡағылышлы ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрә башланым.
1968 йылдың яҙы дәррәү килде: көслө ямғырҙар яуып үтте лә ҡапыл йылытып ебәрҙе. Тап шул көндәрҙә мөхәббәткә ҡанаттар ҡуйып йөрөүсе илаһи көстәр Юлай менән Айһылыу­ҙың тойғоларына яңы сифат беркетеп ҡуйҙы. Ике йәш йөрәк, һөйөү тул­ҡындарына эләгеп, хыялдар донъя­һына йөҙөп китте. Егетебеҙ төндәрен аш бүлмәһенә инеп юғала башланы. Был турала миңә түбәнерәк курста уҡыған Фәрит әйтте: “Дуҫың беҙҙең курста уҡыған Айһылыу менән осраша башланы бит. Төнгө берҙә аш бүлмәһенә күҙ һал әле, үҙең күрерһең”.
Бер ҡатлы ятағыбыҙ ун алты бүлмәнән торҙо. Уртала урамға сыға торған берҙән-бер ишек. Сығып барышлай һулға боролһаң, аш бүлмәһенә килеп инәһең. Уң яҡта иһә йыуыныу бүлмәһе һәм келәт урынлашҡан. Төн уртаһы ауғас, үҙебеҙ йәшәгән 16-сы бүлмәнән сығып, ятаҡтың арғы башына табан атланым. Ярты юлды үткәс, башымды һулға бороп, аш бүлмәһенә күҙ һалдым. Яртылаш асыҡ ишек аша Юлайҙың кәүҙәһе тулыһынса тип әйтерлек күренә ине. Уның сырайында ошоғаса күрмәгән кисереште абайлап алыу менән төшөндөм: дуҫымдың йөрәгендә мөхәббәт усағы тоҡанған. Кире боролоп бүлмәбеҙгә ингәс, төпкө мөйөштә ятҡан Үрнәк егете Әхтәм: “Фәрит әйткән дөрөҫмө?” – тип һораны. “Дөрөҫ. Юлай һөйөү тулҡындарында йөҙөп йөрөй”, – тинем дә урыныма барып яттым.
Яңы тойғо дуҫыбыҙҙың көн тәртибенә үҙгәрештәр индерҙе. Уҡыуын тамамлап ҡайтҡас, дәрестәрен әҙерләй ҙә йоҡларға ята Юлай. Сәғәт етенән ун икегә тиклем йоҡлап ала ла, төн уртаһы етеү менән аш бүлмәһенә юллана бит егетебеҙ.
Кистәрҙең береһендә, ете тирәһе булғандыр, ашарға ултырҙыҡ. Өҫтәл артында бишәүбеҙ, ә Юлай ғәҙәттәгесә йоҡлай. Шул саҡ Әмирме, Камилмы йоҡлап ятҡан егеткә ҡарап алды ла: “Әйҙәгеҙ, Юлайҙы шаяртып алайыҡ!” – тине. Шунан башҡаларға эштең асылын аңлатып бирҙе. Шуҡ егеттәргә мин дә ҡушылдым.
Өҫтәл артынан тороп, һәммәбеҙ ҙә кейенә башланыҡ. Кемдер урынын йыйыштырған була, кемдер юрый ҡысҡырып бүреген эҙләй. Үҙебеҙ Юлайға иғтибар итмәйбеҙ, йәнәһе. Күрше бүлмәнән килеп ингән егеткә шау-шыуҙың серен аңлатып, дуҫыбыҙҙы уятыуын һораныҡ. Кейенеп килгәндән һуң, ул йоҡлап ятҡан егетте әкрен генә төрткөсләй башланы: “Юлай, Юлай, дәрескә һуңлайһың бит. Башҡалар, ана, кейенеп бөттө”. Иптәшебеҙ башын күтәреп тирә-яҡҡа ҡарап алыуы булды, беҙ бер-бер артлы ишектән сыға башланыҡ. Юлай сәғәтенә ҡарап алды: һигеҙенсе егерме минут. Дәрестәр иһә һигеҙҙә башлана. Ул йәһәт кенә торҙо ла, күҙ асып йомған арала кейенеп, ишектән сығып та китте. Мин уның артынан эйәрҙем. Урамға сығып, шунда йыйылып торған иптәштәренең ихлас күңелдән көлөүен күргәс кенә Юлай үҙенең шаяртыуға юлығыуын аңлап алды. Асыуланманы ул: башҡалар менән рәхәтләнеп көлдө лә, инеп яңынан йоҡларға ятты.
Юлайҙың һоҡландырғыс сифаты шунан ғибәрәт булды: кешегә бер ваҡытта ла ҡысҡырманы, һис кемде кәмһетмәне, теңкәһенә тейгән кешегә лә асыуланғанын белгертмәне. Шул уҡ ваҡытта әҙәм мәсхәрәһе булып та йөрөмәне: кәрәк булһа, ғаиләһенең, дуҫтарының намыҫын яҡлау өсөн ғүмерен фиҙа ҡылырға әҙер ине ул. Бер мәлде ҡатыны Айһылыуға ниндәйҙер ирҙең һырынырға маташыуы хаҡында ишеткәс, шул кешене табып, аңлашырға булған. Был ир заты Юлайҙың әҙәпле һөйләшеүен ҡурҡаҡлыҡ билдәһе тип фаразлап, ә һүгенмәй әңгәмәләшеүен баҙнатһыҙлыҡтан килә, тип уйлап, уға ҡул күтәрә. Минең дуҫым эштең бындай йүнәлеш алырын алдан белеп торғанлыҡтан, юғалып ҡалмай. Һул ҡулын күтәрелгән йоҙроҡҡа ҡаршы ҡуйып, кинәт кенә тегенең икмәк шүрлегенә тондора. “Ҡабат һуғыуҙың кәрәге булманы, – тип һөйләне аҙаҡ миңә шул ваҡиға хаҡында Юлай. – Сайҡала биреп торҙо ла артҡа ҡоланы. Бергилке ҡыбырламай ятты. Башын күтәреп тирә-яҡҡа ҡарана башлағайны, эргәһенән киттем дә барҙым”. Кеше ҡатынына булған һөйөү тойғоһо ҡабат ҡабынмай был ирҙә: Айһылыуға тап булһа, уның эргәһенән башын ҡалҡытмай ғына үтеп китеүҙе хуп күрә аҙаҡ. Дөйөмләштереп шуны әйтергә була: сетерекле мәсьәләләрҙе хәл иткәндә, Юлай уйлап эш итте. Әгәр ҙә инде “юҡ” тип әйтһә, уны ҡапма-ҡаршы фекергә килтереү мөмкин түгел ине.
Үҙенең бала саҡта ҡылған гонаһтары хаҡында ла бәйән итә торғайны дуҫым. Үрге Иҙрис ауылында йәшәгән мәлдәге ваҡиға хәтеремдә ныҡ һаҡланып ҡалған, сөнки Юлайҙан һәм уның иптәшенән зыян күргән инәй миңә туған булып сыға. Ваҡиғаның асылы шунан мәслихәт: туғыҙ-ун йәштәр самаһындағы ике синыфташ дуҫ, ә уларҙың береһе Юлай була, ни эшләргә белмәй йөрөй торғас, кисен бер ҡарсыҡтың өйөнә инергә ниәт ҡора. Яңғыҙ ғына йәшәгән был әбей тома һуҡыр була. “Вазифа инәй беҙҙең ингәнде һиҙһә лә, барыбер танымаясаҡ, – тип фараз итә малайҙар, – сөнки бер нәмә лә күрмәй”. Кис етеп, күҙ бәйләнә башлағас, малайҙар шыпырт ҡына ҡарсыҡтың соланына килеп инә. Йорт ишеге эстән эленгән булып сыға, шунлыҡтан малайҙар боҙоҡлоҡто соланда ҡылалар. Кәштәгә теҙеп ҡуйылған ҡоротто иҙәнгә һепереп төшөрәләр, йомшаҡтарын тапайҙар. “Иртәгәһенә бер кем дә тауыш күтәрмәне, боҙоҡлоҡ кем тарафынан эшләнгәнен Вазифа инәй төпсөнөп йөрөмәне, – тип һүҙен тамамланы Юлай. – Әммә шунда ҡылғандарыбыҙ һаман иҫтән сыҡмай”. Бындай хәл һис ҡабатланмаҫ, миңә бөгөн дә бының өсөн оят, балалыҡ арҡаһында ҡылдыҡ беҙ был ахмаҡлыҡты, тигәнерәк һүҙҙәр әйтеп, үҙ-үҙен аҡларға тырышманы ул. Яһалмалылыҡ, тота килеп ант биреү, кешегә үҙен яҡшыраҡ итеп күрһәтергә ынтылыу кеүек сифаттар хас булманы Юлайға.
Хәким ағайҙың өлкән улы менән нимә айырылғыһыҙ итеп бәйләне икән мине, тип уйланып ултырҙым Сибайҙан Өфөгә ҡайтып барғанымда. Мөғжизәгә ышаныу, донъяның асылып бөтмәгән серҙәрен өйрәнеү теләге – бына ошолар мендерҙе беҙҙе Ҡраҡатау һырттарына, Йәнгүҙәй ҡаяларына, ҡыҙыртты Кейәүеште һәм Түпәрғош яландарын. 2005 йылда бер сәйер кеше менән танышыуым был ынтылышҡа яңы ҡеүәт өҫтәне. Үҙемдән тиҫтә йәшкә бәләкәйерәк был ир үҙенең ни рәүешле был донъяға килеүен, кендек инәһе уны нисек ҡулына алыуын ғына түгел, хатта тыуғанға хәтле үҙе менән ниндәй хәлдәр булып үтеүен дә яҡшы иҫләй ине. Әҙһәм исеме шул ир-егет менән урыҫ телендә “Һуңғы уҙаман“(«Последний гид») тигән китап баҫтырып сығарҙым. Шул китаптың берәүһен Юлайға ла ебәрҙем. Уға был әҫәр ныҡ тәьҫир иткән булып сыҡты. Миңә яҙған хатында ул йәйге сәйәхәткә Әҙһәмде лә алырға тәҡдим итте. Мин ризалыҡ белдерҙем. Әммә яңы танышыбыҙ сәйәхәттә ҡатнаша алманы, шуға юлға икәүләп сығып киттек.
Юлай мине Сибайҙан алыҫ булмаған Ғәле ауылы эргәһендә ҡаршы алды. Өфөнән килеп етеүемә көн кискә ауышҡайны. Тәүге көндә юлды ырата алмайса, Ирәндектең көнсығыш битләүендә төнгөлөккә туҡтаныҡ. Таң беленә башлау менән, ашап та тормайынса, тау һыртына үрмәләй башланыҡ. Минең йөгөм бер бот самаһы ауырлыҡта, а Юлайҙыҡы бер ярым тапҡырға ауырыраҡ. Сәбәбе шунда: дуҫым фото төшөрөү өсөн тәғәйенләнгән өсаяҡтан тыш ике яҡтыртҡыс, бер китап һәм башҡа әйберҙәр ала торғайны. Әйҙә, йөктө тигеҙләйек, тип әйтеп ҡараһам да, быға ризалашманы. Үҙемә кәрәк нәмәне үҙем алып йөрөргә тейешмен, тип яуап бирҙе ул. Юлай минән түҙемлерәк тә, көслөрәк тә, эшлеклерәк тә булды, сөнки холҡо яҡшыраҡ, ҡаны таҙараҡ ине. Сәйәхәт мәлендә йәрәхәтләнһә, яраһы тиҙ уңалды, бер йоҡоға талһа, таңға тиклем йоҡлай алды. Тәне тик тарамыштан ғына торғанлыҡтан, арыу-талыуҙы белмәй атларға һәләтле. Ҡурҡыу белмәне: мин төндәрен, эргәбеҙҙә йөрөгән мышы, ҡабан сусҡаларының шарт-шорт иткән тауыштарын тыңлап, айыу булып ҡуймағайы, тип шөрләп ятҡанда ла, ул тыныс ҡына йоҡлауын дауам итте.
Был юлы сәйәхәткә сыҡҡанда, мажаралар булманы. Мерәҫ, Иҫән, Түбә, Муллаҡай ауылдарын үтеп, Байым ауылына килеп туҡтарға тейеш инек сәфәребеҙ аҙағында. Дүртенсе тәүлек аҙағында, ҡараңғы төшөүгә, Байымдағы туғандарыбыҙҙың йортона барып йығылдыҡ. Рәсүл ағайым менән Зөлхәмиҙә еңгәм ике мосафирҙы ҡыуанып ҡаршы алды, әйтерһең, килеребеҙҙе көтөп кенә ултырғандар. Еңгәм беҙҙе ҙур йорттағы карауатҡа һалып йоҡлатыуҙы хуп күрҙе. Әммә беҙ аласыҡта йоҡларға теләк белдерҙек. Тауҙарҙа төндәр һалҡын булғанлыҡтан, өс төн йүнләп йоҡлай алмаған сәйәхәтселәргә йылы аласыҡ ожмахтың хозур бер мөйөшө һымаҡ ҡабул ителде.
Рәсүл ағайға кисен үк ни маҡсат менән йөрөүебеҙҙе әйтеп ҡуйғанлыҡтан, ул иртәнге сәйҙән һуң юлға әҙерләнә башланы.
– Туранан Аҡтырнаҡҡа тиклем ни бары ун биш саҡрым ара. Кискә әйләнеп ҡайтырбыҙ, – тине ул. – Бер ашарлыҡ ризыҡ алһағыҙ, шул етер. Киске тамаҡты өйҙә ашарбыҙ.
Аҡтырнаҡ тигән урын беҙҙе нимәһе менән үҙенә тартты һуң? Тулы яуап алырға теләүселәр бының өсөн “Һуңғы уҙаман” тигән китапты уҡып сығырға тейеш. Аҡтырнаҡ эт исеме генә түгел – ул кешелекте үлемесле афәттәрҙән ҡурсалау, уның үҫешендә күҙәтелгән тиҫкәре күренештәрҙе төҙәтеү юлдарын эҙләү менән бәйле бер билдә. Ниғмәт, Байым, Икенсе Этҡол ауылдары кешеләре Аҡтырнаҡ хаҡында оло хөрмәт менән иҫкә алыуын беҙ белә инек. Был тирәлә ҡыштың бик һалҡын булмауын, ә йәйҙәрен башҡа урында яумаған ямғырҙың ошо тирәне генә терелтеп китеүе хаҡында ишеткәйнек. Ошонда күҙәтелгән серле ваҡиғалар – ваҡыттың туҡтау осраҡтары, ниндәйҙер шәүләләрҙең пәйҙә булыуы, кеше артынан таныш булмаған йән эйәләренең эйәреп йөрөүе һәм башҡалар – хаҡында ла ишетергә тура килде беҙгә. Шул мөғжизәле урынды табып, киләһе йәйҙә Аҡтырнаҡта бер ай йәшәп, үҙебеҙҙе ҡыҙыҡһындарған һорауҙарға яуап эҙләү ине ниәтебеҙ.
Тәүге өс саҡрым араны бик шәп үттек, сөнки ерән ат гел юртып барҙы. Әммә урман ҡуйыра башлағас, юл хөртәйҙе: урыны-урыны менән тәгәрмәстәр, еүеш ерҙе ҡырҡып, аҫҡа төшкөләй башланы. Атыбыҙ, юртыуҙан туҡтап, һалмаҡ атлауға күсте бер заман. Тағы бер саҡрым араны үткәйнек, юл бөтөнләй юҡҡа сыҡты. Ҡасандыр тәгәрмәстәр һалған эҙҙәргә ике рәт булып йәш ҡайындар үҫеп сыҡҡайны. Әллә ни ҙурайып өлгөрмәһәләр ҙә, йәш ағастар аттың ҡорһағына, беҙҙең тубыҡтарға әсе иттереп һуға башланы.
Ярты юлды үтеүгә төш етте. Юлыбыҙҙы арҡыры киҫеп үткән көмөш һыулы йылғаның кисеүе эргәһендә туҡтап, тамаҡ ялғап алырға булдыҡ. Сәй ҡайнатыу, бутҡа бешереү минең иңдә булғанлыҡтан, шул эшемә тотоноп киттем. Юлай менән Рәсүл ағайым, атты туғарып, тышанылар ҙа, ҡороған ағастарҙан таған әҙерләргә, сытыр-мытыр йыйырға тотондо. Дуҫым менән ағайымдың холоҡтары ауаздаш булып сыҡты. Улар үҙ-ара шундай ихлас һөйләште. “Юлай, һинең атайың Хәким менән беҙ бер йылда тыуғанбыҙ. Беҙ – егерме һигеҙенсе йылғылар. Атайың Үрге Иҙристең имам-хатибы булып йөрөймө?” “Эйе, ˜– тип яуап бирҙе дуҫым. – Махсус дини белеме булмаһа ла, үҙенең бурыстарын һәйбәт кенә атҡара”.
Үҙе шул арала атаһы хаҡында мәрәкәле хәбәр һөйләп алды. “Ауылда йәшәгәс, атайымдараға ҡайһы саҡта араҡы кәрәк булып китә. Бесән алдырыу, утын ташытыу кеүек эштәрҙе башҡарғанда, шунһыҙ һөйләшеү мөмкин түгел техника хужалары менән...”
Мин бутҡа бешерәм, шул уҡ ваҡытта Юлайҙың бәйән иткәндәрен тыңлап алам. Кешене хурламай, еңелсә көлөп һөйләй. Ғүмеренең һуңғы йылдарын фәҡәт музыкаға ғына арнаһа ла, теленең бай булыуы, ваҡиғаларҙы бөтә нескәлектәренә тиклем иҫләүе менән айырылып торҙо дуҫым. “Атайым кибеткә килеп инә лә сиратҡа баҫа икән, – тип һүҙен дауам итте Юлай. – Тәртипте боҙмай атайым. Һатыусы ҡыҙыҡай, Хәким олатай, нимә алаһығыҙ, тип һораһа, ул ымлап ҡына теҙелеп ултырған шешәләргә күрһәтә икән. Бармаҡтары менән нисә шешә кәрәклеген дә төшөндөрә: йә бер, йә ике бармағын күрһәтә.”Араҡы” тигән һүҙҙе ҡулланыуҙы гонаһҡа тиңләй икән атайым. Ҡайһы саҡта эргәһендә торған ир-атҡа, бисә-сәсәгә, хәмер ул шайтан ризығы, унан мөмкин тиклем йырағыраҡ йөрөү яҡшыраҡ, тип аҡыл да өйрәтә икән...”