Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2012 йылғы лауреаттары

Евразия Яҙыусылар берлеге һәм «Ағиҙел» журналы Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара II хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә. Темаһы – ирекле. Региондарҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем.

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Мәхмүт ХУЖИН

Әруахтар ауазы

Роман

1
Боронғо донъя тарихы кафедраһы. Ҡасан ҡуйылғаны ла билдәһеҙ иҫке мебель: өҫтәлдәр, ултырғыстар, шкаф, тумбочка ... Стеналарҙа боронғо грек, фарсы, ҡытай, швед, урыҫ, немец ғалимдарының тарих саңы ҡунған һүрәттәре. Иҙәндәге линолеум да күп тапалыуҙан ашалып, урыны менән бетоны күренеп ята. Кафедраның исеме есеменә тап килһен өсөн шулай эшләнгән, тиерһең. Иҫке өҫтәл артында сал төшкән сәстәре ныҡ ҡына һирәгәйгән, һорғолт күҙҙәре ҡалын быяла артына ышыҡланған ҙур ҡолаҡтары тырпайыбыраҡ торған киң генә яурынлы олоғайып барыусы ир кеше яҙышып ултыра. Ҡараштары етди, йыйырсыҡтар телгеләгән маңлайы йыйырылған, ара-тирә ишетелгән машина, коридорҙа үтеп-һүткән тауыштарға ҡолаҡ һалмай, башын бер аҙ алға эйгән килеш, ручкаһын ҡағыҙ бите буйлап йүгертә. Эйе, ошо кафедраның күптәнге мөдире Билал Миһранов мөкиббән китеп, ғилми симпозиумда яһаясаҡ сығышы өҫтөндә эшләй. Сал тарих боролоштарында аҙашып, бер нисә сәғәт ҡуҙғалмай, донъяһын онотоп ултыра ул.
Тик ни хәл? Бер мәл уның яурынына кемдер һаҡ ҡына ҡағылғандай итте. “Кабинетта бер үҙем бит, әллә нервылар шаярамы?” Профессор сәйер хәлгә иғтибар бирмәй, мейеһендә урғылған фекерҙәрен ҡағыҙ битенә төшөрөүен белде. Бер аҙҙан уның күҙ ҡабаҡтары үҙенән-үҙе һелкенә башлап, тәне буйлап еңелсә ток үткәндәй булды. Бындай хәл Миһрановты битарафлыҡтан тамам арындырҙы, күңелен көслө ҡурҡыу тойғоһо биләп алды. Ни ҙә булһа ҡылырға кәрәк тип, башын ҡайҡайтҡайны, күҙ алдындағы мөғжизәнән эйәге төшөп китеп, киң ирендәре ҙур итеп асылды.
...Тәҙрә яҡтыһы барып етмәгән ҡараңғы мөйөштә томанмы, шыйыҡ төтөнмө солғанышында әллә йән эйәләре, әллә мультфильмдарҙа ғына күренә торған фигуралар әллә хәрәкәт итә, әллә ниндәйҙер илаһи ҡөҙрәт менән осоп йөрөй. Йылдың ҡайһы миҙгеле икәнен дә абайларлыҡ түгел: ҡыш тиһәң, ҡары күренмәй, йәй йәки яҙ тиер инең, күҙгә салыныр-салынмаҫ ағас кеүек предметтарҙа япраҡ әҫәре юҡ. Әллә таҡтанан, әллә балсыҡтан ҡоршалған йорт кеүек ҡаралтылар ҙа шәйләнә. Ана, ҡайһылыр ихата эсендә йән эйәләре күренә, бала-саға уйнай...
Профессор иҫе китеп күҙәтеп ултырған мөғжизәнән арына төшөп, үҙенең ҡайһы быуатта, ниндәй ҡәүем тормошон тамаша ҡылып ултырыуын асыҡларға тырышты. Төшмө был, әллә өнмө? Әллә ул тарих туҙанында соҡсона торғас, күҙенә күренә башланымы? Үҙен һынап ҡарарға була, тәнен семтеп алырға иткәйне, ҡулдары буйһонманы. Тәне буйлап тағы ла тулҡындар үткәндәй булып, йәнһүрәттәр ҡапыл экрандағы кеүек бер-бер артлы алмашына башланы.
...Дөйәләр каруаны килә. Иң алдағыһының арҡаһына, ике үркәс араһына ултырған кәзә һаҡаллы, башына сәллә ураған ир, ҡулын болғай-болғай, ниҙер ҡысҡыра шикелле, ауыҙы ҙур итеп асыла. Күп тә үтмәй, төрлө яҡтан йүгерешкән кешеләр каруанды уратып ала. Каруансылар дөйәләрен сүктереп, ергә төшә лә тауарҙарын таратып һалып, сауҙа итергә тотона...
Вәт һиңә бушлай тамаша! Миһранов үҙ аңында, ваҡиғаларҙың үҙ кабинетында кинолағылай алмашынғанын да самалай кеүек. Самалай ғына, әммә үҙен тоймай, уның ағзалары, аяҡ-ҡулы хужаһының ихтыярына буйһонмай.
...Бик күп кеше йүгерешә. Ҡулдарында күҫәк, уҡ-ян һәм башҡа ҡорал-яраҡ тотҡандар. Улар өҫтөнә ҡап-ҡара булып әллә ҡойон-ғәрәсәт, әллә ниндәйҙер билдәһеҙ есем килә. Ә юҡ, яу, ҡап-ҡара кейемле ғәскәр инеп килә бит.
– Билал Сәхиевич! – Кабинет хужаһының аҡ күлдәгенең өҫкө төймәләрен ысҡындырған, галстугын сисеп ҡулына тотҡан килеш күҙҙәрен мөйөшкә төбәп, ҡатып ҡалғанын күреп, ҡурҡышынан Аҡсәскә – секретарша ҡысҡырып ебәрҙе: – Билал Сәхиевич!!!
Миһранов, енәйәт өҫтөндә тотолған кешеләй, тертләне. Яурындарын һелкеткеләне лә асыулы ҡарашын cекретарына төбәп, ҡәнәғәтһеҙлеген еткерергә ашыҡты:
– Ниңә яр һалаһың? Әллә аҙаштыңмы? – Профессор тиҙ генә галстугын һәрмәп алып, өҫтәле аҫтына йәшерҙе.
– Билал Сәхиевич! Улығыҙ шылтырата, – аҡланғандай һөйләнде Аҡсәскә. – Унда ниҙер булған шикелле.
Миһранов, кисерештәренән һаман айный алмай, иҫерек кешенекеләй хәрәкәттәр менән һул яҡ тумбочка өҫтөндә торған телефон трубкаһын күтәрҙе һәм буш ҡулы менән секретарына сығыу юлын күрһәтте: йәнәһе, ҡамасаулама!
– Ни булды, Рәшит? – тине ул арыған тауыш менән.
– Атай, әсәйҙе “скорый” менән больницаға алып киттеләр. – Улының да тауышы борсоулы яңғыраны. – Давлениеһы ныҡ күтәрелгән.
– Нисек... “больницаға?” – Кабинет хужаһының арыған тауышы ҡапыл ҡатыланып китте. Буш ҡулы менән сәсен һыйпаған булды. – Әсәйең ни иртән генә һин дә мин ине лә баһа! – Кисерештәре тулыша барған Миһранов тороп уҡ баҫты.
– Уныһын, атай, һинең үҙеңдән һорарға кәрәк! – Рәшиттең дә тауышы ҡырыҫланды. – Һеҙ икәүләп бүлешә алмағанды мин ҡайҙан беләйем?
Билал Сәхиевич улының кәйефе ҡырыла башлауын һиҙеп, тиҙ генә йомшарҙы.
– Ярай, Рәшит, шылтыратыуың бик урынлы булды әле, – тине ул мөмкин тиклем яғымлыраҡ тауыш менән. – Борсолма! Мин әсәйеңдең хәлен барып белешермен.
Яуап булманы, теге башта трубканың шапылдап һалыныуы ишетелде. “Малай беҙҙең аралағы конфликтты шым ғына күреп йөрөй икән, – тип уйға батты Миһранов, өҫтәлендәге ҡағыҙҙарын йыйыштыра-йыйыштыра. – Артабан бындай хәлгә юл ҡуйырға ярамай”. Пинжәген яурынына элә-элә, профессор алғы яҡҡа сыҡты. Аҡсәскә ҡулына йәшел пластмасса биҙрә тотоп, тәҙрә төптәрендәге гөлдәргә һыу һибеп йөрөй ине. Билал Сәхиевичты күреп, туҡталды.
– Мин больницаға барып киләм, – башын күтәрмәй генә һөйләндe Миһранов. – Тиҙ генә әйләнә алмам.
– Ярай һуң. – Аҡсәскә үҙ эше менән булып китте.
Университет алды буп-буш. Сөнки студенттарҙың сессияһы тамам, барыһы ла өйҙәренә таралышҡан. Ишек алдына сыҡҡас, тирә-яғына күҙ һалғайны, ҡара “Волга”ның был яҡҡа боролоуын күрҙе. “Ректор, – тип уйлап алды Миһранов, – эх, уның күҙенә салынмаҫҡа ине бит”. Ул тиҙ генә һыртын биреп, шәп-шәп атлай башлағайны:
– Профессор Миһранов! – тигән ғыжылдабыраҡ сыҡҡан талапсан тауыш уны туҡтарға мәжбүр итте. – Билал Сәхиевич!
“Волга”нан ауыр кәүҙәһен көс-хәл менән ҡуҙғатып, университет ректоры Таһир Ахунов сығып килә ине. Профессорға, әмергә буйһоноп, уға ҡаршы атлауҙан башҡа сара ҡалманы. Иҫәнләштеләр. Берәй шелтә ишетәсәген һиҙенеп, Миһранов нисек яуап ҡайтарырға әҙерләнде. Һәм яңылышманы.
– Мин һеҙҙең “Вестник МГУ”-лағы мәҡәләгеҙҙе уҡып сыҡтым, – тип йылмая биреберәк һүҙ башланы Ахунов. Уның киң бите тағы ла киңерәк йәйелеп, шешмәк күҙ ҡабаҡтары тамам ҡыҫылды. – Асыштарығыҙ, тиемме, байтаҡ, ләкин, – ректор көләслеген юя һалып мәғәнәле пауза яһаны, – улар, минеңсә, бәхәсле.
– Ғәфү итегеҙ, Таһир Заһирович, ниндәй асышым бәхәсле? – тип ҡыҙыҡһынды кәйефе ҡырыла төшкән Миһранов. – Беләһегеҙме, мин ашығам. Ҡатынды больницаға алып киткәндәр.
– Шулаймы ни? – тип ихлас ғәжәпләнде Ахунов. – Улай булғас, барып әйләнегеҙ шул. – Ул һул беләген күтәреп, сәғәтенә күҙ һалды. – Мин һеҙҙе, Билал Сәхиевич, теүәл өстә ректоратта көтәм. Килештекме?
– Килештек. – Миһранов оҙон-оҙон баҫып, урамдың ҡаршы яғына сыҡты ла Пушкин урамындағы дауаханаға ҡарай атланы.
Ҡатынының төнө буйы тиерлек кухняға бер инеп, бер сығып йөрөүен һиҙеп ятты ул. "Тимәк, нервылар көсөргәнешлеге арҡаһында йөрәгенә ниҙер булған", тигән һығымта яһаны профессор. Нәсимәһенең ҡапыл дауаханаға эләгеүе уны әле бер нисә минут элек кенә кисергән тәрән тәьҫораттарҙан бер аҙ арындырһа ла ҡәҙимге хәленә ҡайтара алманы. Миһранов берсә ҡатыны, берсә бая күҙәткән төшмө әллә өнмө менән бутала-бутала, уйҙарға батып атлауын белде. ‘’Төш булмаҫ, тип анализларға тотондо ул бар зиһенен эшкә егеп, эш өҫтәле артында уның бер ҡасан да йоҡоға талғаны булманы. Был версия отпадает, тигән булды ул, ҡасандыр тәфтишсенән ишетеп ҡалған һүҙҙе иҫенә төшөрөп. Күҙенә күренде тиер ине, уныһы ла ҡолаҡҡа ятмаҫ һүҙ. Нисек була инде ул күҙгә күренеү? Уның ни рәүешле барлыҡҡа килеүен ниндәй формала кеше мейеһендә йәки күҙе алдында сағылыш табыуын бер кем дә асыҡламаған’’. Хәйер, Миһранов ҡына шулай уйлай.
"Туҡта, туҡта! – тип атлап барған еренән ҡапыл туҡтап, ниҙелер юғалтҡандай, хәтер һандығында соҡсонорға керешеп китте профессор. – Кафедраһы бит ‘’Боронғо донъя тарихы’’ тип атала. Уның боронғо йылъяҙманан ниҙе лә булһа шулай аяҡҡа баҫтырып күрһәтеүе ғәжәп хәлме ни? Мөмкин. Һис шикһеҙ, тип әйтеп булмай, әммә ихтимал.
Фекерҙәре ошо рәүешле төйөнләнгәс, Миһранов үҙендә ниндәйҙер еңеллек тойҙо. Ләкин тантана оҙаҡҡа һуҙылманы, килеп тыуған бушлыҡты ниндәйҙер ҡөҙрәт менән Нәсимәһе биләп алды. Эйе, һуңғы осорҙа ирле-ҡатынлы Миһрановтар араһынан тағы ла ҡара бесәй үтте. Тағы ла, сөнки бик йыш булмаһа ла, бындай хәл ҡабатланып тора. Барыһына ла Нәсимәнең көнсөллөгө ғәйепле. Имеш, уның Билалы ҡатын-ҡыҙ затына бер ҙә битараф түгел, ғишыҡ-мишыҡ уйнарға ярата. Ә был юлы Мәскәүҙән аспирантура тамамлап ҡайтҡан Анна Михайлова артынан өҫтөрәлә, имеш. Алтмышҡа яҡынлап килгән ирҙе, бығаса бер ҡасан да ҡатын-ҡыҙ артынан һөйрәлеүсе тигән даны сыҡмаған Билалды, нисек итеп енси тотанаҡһыҙлыҡта ғәйепләмәк кәрәк? Был һис кенә лә профессорҙың башына һыймай.
– Һиңә Мәскәүҙән яңы любовница килгән икән, – тип һүҙ башланы Нәсимә бер-ике тәүлек элек киске ашҡа ултырғас, иренә күтәрелеп ҡарамай ғына.
Ауыҙына килтергән ҡалағын Миһранов кире тәрилкәһенә ҡуйҙы. Был хәбәргә уның ғәжәпләнеүенең сиге юҡ ине! Ни тип яуап ҡайтарырға белмәй, ғаилә хужаһы бер килке иҫәңгерәп ултырҙы. Өҫтәл һуғып ҡысҡырырға мөмкин, тик уның бер ҙә тауыш сығарғыһы килмәй.
– Чего молчишь? – тип урыҫсалап ебәрҙе Нәсимә. – Сказать нечего?
– Нимә һөйләгәнеңә үҙең ышанаһыңмы һуң? – Миһранов ташып барған нервыларын көскә тыйып һүҙ башланы. – Мине кем тип беләһең?
– Я тебя знаю тридцать лет! – Ҡатын сәйле шәшкеһен ‘’дыңҡ’’ иттереп өҫтәлгә ҡуйҙы ла тороп уҡ китте. – Знаю, что ты кобель! – Һуңғы һүҙҙәр иламһырап әйтелде.
“Арлан”. Быныһы саманан тыш! Башына ҡайнар ҡан бәргән Миһранов ултырғысын артҡа этәрҙе лә, ҡапыл тороп, ҡатынының халат яғаһынан эләктерҙе.
– Һин кемде мыҫҡыл итеп маташаһың? – тине ул, һәр һүҙен теш араһынан сығарып. – Мин һине бының өсөн...
Нәсимә артығын ысҡындырыуын самаланымы, әллә ҡыҙған саҡта иренең үҙ-үҙен белештермәүен иҫенә төшөрҙөмө:
– Билал! Ебәр! Үлтерәһең бит, – тип яман сарбайлап ебәрҙе. Яңы ғына зәһәр сәскән күҙҙәре шунда уҡ йыуашланды.
Тауышҡа Рәшит килеп сыҡты ла, ата-әсәһен өлкәндәр өсөн килешмәгән хәлдә күреп, ҡарлыҡҡан тауыш менән:
– Ҡатын-ҡыҙға ҡул күтәреү – ирҙәр ҡылығы түгел, – тине. – Хәҙер үк ҡулыңды ал, атай!
Тамаҡ ҡайғыһы китте. Теләр-теләмәҫ тыңлаған аяҡтарын көс-хәлгә шылдырып Миһранов балконға сыҡты. Берсә төнгө һауаға, берсә машина уттары йым-йым иткән шаулы урамға ҡарап, тыныслана алмай байтаҡ аҙапланды. “Ысынлап та, берәйһе берәй нәмә еткерҙеме икән? – тип яуап табырға тырышты ул. – Ғәйбәт һөйләргә, ләстит һатырға яратҡандар күбәйҙе. Уның бит Михайлова менән бер ниндәй ҙә мөнәсәбәте юҡ. Эйе, ҡатын бик һылыу, йәш саҡта барыһы ла шундай була торғандыр. Тик уның ире, балаһы бар. Фән менән етди шөғөлләнергә тырышыуы ла күренеп тора. Әле кандидатлыҡ диссертацияһын тамамлай".
Төп таяныс булырға тейешле ҡатыны, киреһенсә, гел генә мәшәҡәт тыуҙыра ла тора. Арлан, имеш. "Эх Билал, Билал, тип үҙ ғүмерендә инде нисәнсе тапҡыр үкенес тойғоһо кисерҙе Миһранов. Был ҡатынға өйләнеп, хата ебәрҙеңме икән ни? Йәшлек тилелеге менән икегеҙҙең ике төрлө кешеләр икәнлеген һиҙмәй ҡалғанһың шул. Бына һин, кисәге крәҫтиән улы, утыҙ йыл тарих менән шөғөлләнәһең, асыштар яһаның, фән докторы булдың. Әллә нисә китап булырлыҡ хеҙмәттәр ижад иттең. Нәсимәңдең шуларҙың береһен, исмаһам, тотоп ҡарағаны, баһа бирергә тырышҡаны булдымы? Тимәк, һин уны ғалим булараҡ бөтөнләй ҡыҙыҡһындырмайһың”.
Һуңғы һығымталар профессорҙың мейеһенә уның ихтыярынан тыш килеп юлыҡты. Ниндәй ҡөҙрәт менән? Уның был хаҡта уйланғаны ла булманы ла баһа! Нәсимә – тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы, тарих, уның да боронғоһо менән ни эшләп ҡыҙыҡһынһын инде? Юҡты уйлайһың һин Билал, тип үҙен тынысландырырға тырышты ул.
– Билал! Һин бөгөн йоҡларға йыйынмайһыңмы ни? – Балкон ишеген асып, үҙенә бер ни булмағандай йылмайып ҡарап торған ҡатынын ишетеп, Миһранов ысынбарлыҡҡа ҡайтты.
Киң карауатҡа урын йәйелгәйне. Ванна бүлмәһенә үтеп, бит-ҡул-аяҡтарын йыуғас, Билал Сәхиевич урынына килеп ятты. Нәсимә лә эшен бөтөрөп, утты һүндерҙе лә иренә һылашты.
– Ну, Билал! – тигән булды ул иркә тауыш менән иренең ҡолағына бышылдап. – Үпкәләнеңме ни? Ғәфү ит инде мине, сирлене.
Миһрановтың хәтере ҡалһа, оҙаҡҡа һуҙыла, бер-ике көн үтмәй тороп, ҡәҙимге хәленә ҡайта алмай яфалана.
– Сирләһәң, больницаға мөрәжәғәт ит! – тине ул, арҡаһын ҡуйып ятҡан килеш. Үҙен мәсхәрә иткән кеше менән һөйләшкеһе килмәй уның. – Был тәңгәлдә мин һиңә ярҙам итә алмайым.
– Шулай... – Нәсимәнең тауышы ҡырыҫланды. – Йәш мәрйәләр янында йөрөгәс, беҙгә, ҡарттарға, почет юҡ инде ул.
Билал Сәхиевич әсе яуап ҡайтарыуҙан тыйылды. Хужабикә киҫкен хәрәкәт менән урынынан торҙо ла ҡаты баҫып, йоҡо бүлмәһенән сығып уҡ китте. Ҡайҙа йөрөгәндер, әммә иртә менән Миһранов йоҡоһонан уянғанда, ул өйҙә булмай сыҡты.
Төрлө уйҙарға батып атлай торғас, профессор дауаханаға килеп терәлгәнен һиҙмәй ҙә ҡалған. Пушкин урамындағы халыҡ телендә ‘’түрәләр больницаһы’’ тип аталған бинаға ҡатыны бәләкәйҙән йөрөһә лә, Билал бик кәрәк саҡта ғына аяҡ баҫа. Дауахана юлын тапарға яратмай ул, ниндәй генә сырхауҙы ла аяҡ өҫтө үткәрергә тырыша.
Ҡабул итеү бүлмәһенә инеп, ҡатынының ҡайһы ҡатта, нисәнсе палатала ятыуын белеште. Ул тупһа аша атлағанда, Нәсимә беләгенә энә ҡаҙалған килеш ниндәйҙер шыйыҡ дарыу ҡабул итеп ята ине. Ишектән таныш кәүҙә күренеү менән уның һылыу йөҙө ҡояштай балҡып китте.
– Һин миңә асыуланма инде, Билал, – тине ул, хәлһеҙ тауыш менән эргәһенән урын күрһәтеп. – Ултыр, арығанһыңдыр.
Миһранов һүҙһеҙ буйһондо, ҡатыны сикһеҙ дәрәжәлә йәл булып китте. Нәсимә шунда уҡ уның ҡулынан эләктереп алды ла һыйпарға кереште.
– Асыуланма миңә, Билал, – тип ишетелер-ишетелмәҫ бышылданы үҙе. – Үҙем дә һиҙмәй ҡалам шул. Беләһең бит инде.
– Ярай, ярай. – Бындай эскерһеҙ мөнәсәбәттән ирҙең күңеле тамам ирене. – Бер бөгөн түгел бит.
– Нисек көнләшмәйһең?! – Ауырыу аҡланыуын дауам итте. – Гел ҡатын-ҡыҙ араһындаһың бит.
Тегеһен-быныһын иҫкә төшөрөп, ҡатынының күңеле тамам бушағансы байтаҡ ҡына ултырып ташланы Миһранов. Күңеле тамам тынысланғандай булып сыҡты ул палатанан. Дауалаусы табип ҡатынында невроз барлығын, уны борсомаҫҡа кәрәклеген әйтте, ҡиммәтле дарыуҙар яҙасағын да белдерҙе.