Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2012 йылғы лауреаттары

Евразия Яҙыусылар берлеге һәм «Ағиҙел» журналы Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара II хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә. Темаһы – ирекле. Региондарҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем.

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Әлнисә Алдырханова

Мәкер

Мажаралы хикәйә

1
Поезд Магнит ҡалаһына еткәс, Бибинур ҡыҙы менән һауа алыштырырға сыҡтылар. Гөлнур әсәһенә киоск янында көтөргә ҡушты ла үҙе нимәлер мыңғырҙап вокзалға йүгерҙе. Ҡыҙының хәбәренең айышына төшөнмәгән Бибинур баҫҡан еренән бер аҙым да ҡуҙғалмай поезд янында мәж килгән халыҡты күҙәтте. Баш әйләндергес ығы-зығы башланды. Кемдәрҙер тирҙәрен һөртә-һөртә, ҙур-ҙур сумкаларын һөйрәп, вагондарға ашыҡты, ҡайһылары таныштары, туғандары-яҡындарының ҡулын ҡыҫып, ҡосаҡлап оҙатты, кемдәрелер күҙ йәштәрен мөлдөрәтеп, моңһоу ғына хушлаштылар.
Поезд ҡуҙғалыуға биш минут ҡалыуын иҫкәрттеләр. Ә Гөлнуры юҡ та юҡ. Күптән түгел генә дауахананан сыҡҡан Бибинурҙың борсолоуҙан күҙ алдары ҡараңғыланды, башы әйләнеп, ергә сүгәләне лә тирә-йүндән ҡыҙын байҡаштырҙы. Ана, ялтырауыҡлы тунлы, һығылмалы буйлы ҡатын менән тығыҙ ғына кәүҙәле оҙон ҡара бәлтәле ир уларҙың вагоны янында тартҡылашыуын шәйләне. Бер-берен этә-төртә ике шәүлә төн ҡараңғылығына ҡапланып вагонға инеп юғалды. “Сеү, был Гөлнур... түгелме? Бер кемдә лә булмаған, әллә ҡайҙан күҙгә ташланып торған иҫ китмәле матур, иң шәп тунды ҡыҙына ире алыҫтан, ял иткән ерҙән алып ҡайтҡайны бит. Юҡ-юҡ, булмаҫ! Бәлки ул урында был яҡтан тағы кемдер ял иткәндер... Бында икәү, ә бит кейәү вагонда ултырып ҡалғайны ла баһа?! Балам, ҡолонсағым ҡайҙа? Кейәү нишләп поезды туҡтатмаған әле?” – тип уйлап та өлгөрмәне тәгәрмәстәрен ыңғыраштырып, һыҡтау тауышы сығарып, поезд ҡуҙғалды. Гүйә, хушлашыу йырын йырлай.
Ниндәйҙер поезд килеүен хәбәр итеүгә, халыҡ йәнә ҡайнашты, бере-берен тапарҙай булып, поезға ҡарай эркелеште. Юл уртаһында баҙап ҡалған Бибинурҙы этеп-төртөп, алға ынтылдылар.
– Ну, бабуля!
– Фу, шушындый бомж карчыклар белән шәхәр тулган!
– Бер аяғың гүрҙә бит, ҡайҙа тәнтерәкләйһең, ә?
Был әшәке һүҙҙәр уны рәнйетте. “Ниндәй бомж булайым мин?! Ниндәй гүр һөйләйҙәр, тәүбәкәйем”, – тип уфтанды ла, ел туҙҙырған сәстәрен йыйып, яулығын матурлап ябынды. Үҙе һаман халыҡ араһынан ҡыҙын эҙләне.
– Ҡайҙа ғына аҙашып ҡалды икән, бала ғынам? Ҡолағында, муйынында, бармаҡтарында ҡиммәтле алтын ине, байлығына ҡыҙығып, яуыз эт тырнағына эләгеп ҡуймағайы... Йөрәккәйем, Гөлнур! Гөлну-у-у-ур! – Ялбарыулы һүҙҙәрен ел йотто.
Уның һөрән һалыуына кемдәрҙер сәйерһенеп ҡараны, тар күңеллеләре насар һүҙҙәр менән әрләргә лә оялманы.
– Алтындарын алһалар ҙа, үҙен иҫән генә ҡалдырһындар инде!..
Тыңлауһыҙ аяҡтарын көс-хәлгә һөйрәп, вокзалды байҡаны, бәҙрәфте ҡарап сыҡты. Йөрәге хәлһеҙләнде, тимер ултырғысҡа терәлде. Әллә һыуыҡтан, әллә йөрәге өшөүҙән ҡалтырана башланы.
– Нишләп аңрайып ултырам әле, бәлки баламды юлға ырғытҡандарҙыр?! Йә, Хоҙай, ни һөйләүем был! Эй, ауыҙымдан ел алғыры, берүк Аллам һаҡлаһын балаҡайымды...
Операциянан һуң һыҙлаған эсен баҫып, поезд артынан көскә алға аҙымдар яһаны, хәрәкәте һүлпән, уның һайын ыжғыр ел кескәй кәүҙәһен тегеләй ҙә, былай ҙа елтерәтте, өҫтәүенә, шәл эсенә кереп сәстәрен туҙғытты. “Бына ғәжәп, ниңә миңә ҡанығаһың? Ни үсең бар миндә, үәт дыуамал!” – тип елде һүгеп, үҙ алдына һөйләнде. Ни тиклем саҡырмаһын, ҡыҙы эҙһеҙ юғалды. Поезд юлынан барған Бибинур бер мәл үҙенең тауышын үҙе ишетмәй башланы. Ҡыл өҙөрлөк тә хәле ҡалмағас, быуындары тотмай ергә сүгәләне... Күҙ алдында һанһыҙ йондоҙҙар уйнай, йүгерешергә тотондо. Уларҙың нур бөркөп бейеүенән күҙ алдары ҡараңғыланды, йондоҙ шауҡымынан йылы инде.
....Әйтерһең, ҡояшлы ерҙә баҫып тора. Итәктәрен биленә бөрөп, тышта кер йыуа ла, сиҙәмдә рәхәтләнеп кер элә. Бибинур күпертеп йыуған керҙәрен ихата алдындағы кер элгескә элеп тә өлгөрмәне, көнсөл ҡара болот дауылын ҡотортоп ебәреп, тап-таҙа итеп йыуған кейемдәрҙе йолҡҡолап осора башламаһынмы. Һауаның сафлығын йыйып өлгөргән күлдәге битенә ҡапланды.
– Болон сәскәләре төшкән ҡәҙерле күлдәгем!
... Яңы күлдәген кейеп эшкә килеп инеүгә шәфҡәт туташтары Бибинурҙы уратып алдылар ҙа теләктәрен яуҙыра башланылар.
– Һай-һай, ҡандай матур, үҙеңә генә үлсәп теккәндәрме ни!
– Күлдәгең ҡотло булһын,
Йылы тәнеңдә туҙһын!
– Күлдәген яратып кейһен, кейәү ҡулдары тейһен!
– Миңә тигән кейәү әле тыумаған, ә теләктәрегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, ҡыҙҙар, – тип шаян ғына йылмайҙы ла Бибинур эшкә тотондо. Мәшәҡәттәре етерлек: мөдир булараҡ аҙнаның беренсе көнөндә табиптар менән бәләкәй генә кәңәшмә үткәрергә, ҡайһылыр ауырыуҙарҙы ҡабул итергә, йүнәлгәндәрен өйгә ҡайтарырға кәрәк, өҫтәүенә, әллә күпме документ ҡағыҙҙары ла, күбәләй өйөлөп, тултырыуҙы көтөп ята.
Баштан ашҡан эштәр менән мәж килеп, Бибинур эш ваҡыты үткәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Ҡайтырға йыйына ине, кемдер һаҡ ҡына ишек шаҡыны. Ул ауыҙ асып та өлгөрмәне, ишек төбөндә йөҙҙәре айҙай балҡып, күҙҙәре серле осҡондар һибеп, 7- се бүлмәлә дауаланыусы Ринат күренде.
– Яманаев... Иртән генә сығарғайным да... Әллә берәй нәмә онотолдомо? – тип бер аҙ ҡаушап ҡалды. Аварияға осрап, ауыр хәлдә дауаханаға юлығып, уның ҡулында дауаланған егеттең үҙенә ҡарата айырыуса иғтибарын, йылы мөнәсәбәтен һиҙгәйне лә....
– Онотолған икән шул, Бибинур Фәтиховна, теге донъяға ебәрмәй, яҡты тормошта алып ҡалыуығыҙ бушҡа түгелдер. Быныһы шаяртыу, әлбиттә. Уратып-суратып торорға беҙ бала-саға түгел, оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы: минең кәләшем булыуығыҙҙы һорарға килдем. Хәҙер һорамаһам, минән һуң инеп ятҡан берәй “наглеж” минең бәхетемә хужа булыр тип, тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға булдым. Йә, нисек?
Бөгөн ҡыҙҙарҙың яңы күлдәгенә “кейәү ҡулдары тейһен” тигән теләктәре әллә ҡабул булмаҡсымы, тигән уй мейеһенән уҡ тиҙлеге менән атылып үтте. Үҙ уйынан үҙе ҡурҡҡандай, ситкә боролдо һәм диуарҙағы көҙгөнән үҙен күреп, ҡояшты ҡара болот ҡаплағандай, кинәт йөҙө боҙолдо.
Бибинурҙы бәләкәйҙән ”сиған арбаһынан төшөп ҡалған сиған балаһы”, ҡайһы бер тупаҫыраҡтары “ҡара баҡа” тип үсекләүҙәре шул ҡәҙәре ҡанына һеңгәнгәмелер, ул үҙен башҡалар алдында һәр саҡ түбәнһетеңкерәп ҡарай ине. Үҫә килә, үсекләүселәр телен тыйһа ла, дөм-ҡара сәсе, муйыл ҡара күҙҙәре, ҡара йөҙөнән үҙе үк тартына ине. Әле Ринаттың көтөлмәгән тәҡдимен ул әллә мыҫҡыллау, әллә шаяртыу, йә булмаһа, һынап ҡарауҙыр тип ҡабул итте, хатта шикләнеберәк ҡуйҙы.
– Һәр ауырыуҙы ҡотҡарып алып ҡалыу – беҙҙең бурысыбыҙ. Иғтибарың һәм сәскәң өсөн рәхмәт. Ысынлап та, һинең урынға бер егетте һалдыҡ, әле мин уны ҡарарға тейешмен, ғәфү ит...
Бибинур ишеккә ыңғайлағайны, егет арҡыры торҙо:
– Йөрәгем алдамаған шул, һиҙҙем дә... Әй-йә-йә-әй! Ул егеткә ебәреп, өлөшөмә төшкән һылыуҡайҙан мәхрүм ҡалаһым юҡ инде!
“Һылыуҡай” һүҙе йәнә уның асыуын ҡабартты, иренен ҡаты ғына тешләп:
– Иптәш Яманаев! Бындай сәнскеле шаяртыуҙар кәрәкмәҫ ине, – тине лә урап үтмәксе булды. Тегеһе һағыҙаҡ кеүек ҡаҙалды.
– Яманаев та Яманаев! Яманаев та, иптәш тә түгел, ә һөйгәнең Ринат мин! Ниндәй шаяртыу булһын, ып-ысын, коммунист түгелмен, но честно пионерское слово! – тип Ринат төп-төҙ баҫып, пионерҙарса ҡулын маңлайға терәне.
Ринат бик ныҡыш егет булып сыҡты, көн дә эштән һуң килә лә бихисап сер йәшергән иғтибарлы ҡарашын, серле күҙҙәрен мөлдөрәтеп Бибинурға төбәй ҙә өнһөҙ генә тора бирә. Ҡыҙҙың әрләүҙәренә лә, ҡаршылашыуына ла күнеп, барыбер үҙ һүҙен һүҙ итеп оҙатып ҡуя ине. Бибинур эштең етдилеген тойоп, Ринаттың мөнәсәбәтен өләсәһенә һөйләргә булды, сөнки ата-әсәһе күптән гүр эйәләре. Баш ҡалаға йомош менән барып, ҡайтып килгәндә бер иҫерек егет юл ҡағиҙәләрен боҙоп, шәп тиҙлек менән урау юлдан ҡапыл килеп сығып, ен шикелле килеп бәрелә. Ата-әсәһе шундуҡ йән бирә, ә теге ҡәбәхәт йәрәхәтләнһә лә тере ҡала. Бибинур ул әҙәмде бер күреп, нәфрәт уты сәсеп китергә уйлағайны ла, уның адресы буйынса белешмә алғандан һуң тынысланды. Хоҙай Тәғәлә язаһын үҙе биргән, дауаланһа ла, аҡылға бер төрлө булып ҡалған, тиҙәр. Шулай ул өләсәһе Зөлхизә ҡулында тороп ҡала. Атаһы түрә булғас, хан һарайылай йорт, ихата тирәһе шау сәскә, өр-яңы һуңғы модель машина – барыһы ла ҡыҙға ҡала. Эйе, барыһы ла бар кеүек. Тик һөйөүгә сарсаған йөрәк кенә ниҙер көтә ине, шуға ла Бибинур баҙап ҡалды. Юғары белемле, дауаханала яуаплы вазифа биләй, ошо минутта үҙен кәмһетеп түгел, күңел байлығын күрә белеүсене осратҡанына ҡыуанып, “ҡараҡай ҡыҙыҡай”ҙың күңелендәге ҡара мөһөр-болотон ҡаплап, ҡояш балҡыны төҫлө. Бибинур күп уйлап торманы, Ринатты өләсәһе менән таныштырҙы. Боронғолар йолаһы буйынса өләсәһе төпсөнөп, егетте яңғыҙ әсә тәрбиәләүен белгәс, шымып ҡалды ла, йәһәт кенә үҙен ҡулға алып, ни өсөн ошо йәшкә тиклем өйләнмәй йөрөүе менән дә ҡыҙыҡһына һалды. Егет асылып китеп, күңелендә һаҡлаған хәтирәһен энәһенән ебенә тиклем тәфсирләп һөйләп бирҙе.
– Йәшерен-батырыны юҡ, мин һайлаған ҡыҙҙың атаһы эсә, етешһеҙ тормошта көн күрәләр, имеш, тип әсәйем миңә белгертмәй һөйгәнемде ҡаты ғына тыйған. Күп тә үтмәй, һөйгәнем хаталы аҙым яһап, ауылда бер күрешкән егеткә тотҡан да никах уҡытҡан. Ҡаланан ялға ҡайтып инеүгә әсәйем еткергән беренсе яңылыҡ шул булды. Егет өйөндә йәшәһә лә, туй үтмәгән бит, бәлки кире уйлар, тигән ниәт менән, уны күреү өсөн кешегә күренмәй генә иртәндән урман эргәһендәге улаҡ тирәһен һағаланым. Сөнки бөтә ауыл урман эсендә йәйен-ҡышын туңмай урғылып сығып ятҡан улаҡтан һыу ала, ә килен кеше мотлаҡ һыуға киләсәген беләм.
– Ә үҙең һуң улаҡҡа һыуға йөрөй инеңме? – тип ҡыҙыҡһынды Бибинур.
– Юҡ, әсәйем үҙе һыуға бара. “Урман һауаһын һулап, ҡоштар йырын тыңлап, күңелгә ял алып ҡайтам”, – ти торғайны. Һыу буйында һөйгәнемде көткән саҡта ғына аңланым был урындың онотолғоһоҙ мәлдәрен. Күнәктәрен бәүелтеп, үләндәрҙе йыға баҫып, ҡыштырлатып илатып, батҡаҡлы ерҙә ҡаталарын шапылдатып һыуға килеүселәрҙе ҡайындар араһынан йәшенеп кенә күҙәттем. Ҡапыл ҡалҡынып ҡарайым тиһәм, бейек булып үҫкән кесерткәндәр ҡамасаулай. Уларҙы ҡайырып аша ҡарайым тип яңылыш ҡына ҡағылһам, “теймә беҙгә” тигәндәй сағып-сағып алалар ҙа, саҡ ҡысҡырып ебәрмәй ҡалам. Һыу алыусылар киткәнсе сәберткән ҡулды ыуалаған арала, эргәләге һаҙлыҡтан осоп килгән серәкәйҙәр-ҡанһурғыстар көтөүе менән миңә ябырыла! Улаҡҡа һыуға йөрөүселәрҙе йәлләп тә ҡуйҙым, иңдәренә ауыр биҙрәләр көйәнтәләгәндәр, берҙән, юл ситендәге кесерткәндәр ҙә, серәкәйҙәр ҙә уларҙы буш ҡына үткәреп ебәрмәй, ҡағылғанға үстәрен алып ҡалалар. Һай түҙемле лә икән беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар, тип һоҡланып ҡуйҙым. Иң ҡыҙығы: ғүмерҙә лә иғтибар итмәгән йырсы ҡоштарҙы тыңлап, уларға ғашиҡ булдым.
– Туҡта әле, бигерәк хистәргә бирелеп киттең түгелме? Йә, шунан? Килдеме һуң тегенең? – тип Ринатты бүлдерҙе Бибинур.
– Сеү, балам, ашыҡма! Ҡайҙа ҡабаландыраһың? Улым, бәлки, тәүге тапҡыр күңелендәге хистәрен асалыр, ә һин, яндырай, өтөп-ҡырып алып бараһың. Ҡамасауламасы, ҡыҙым... Ә һин, улым, һөйлә, һөйлә, – тип өләсәһе Ринатты уңайһыҙ хәлдән ҡотҡарҙы.
– Ну, шулай урман мажаралары менән мәж килгәндә ваҡыт үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Төш ауғанда килде ул улаҡҡа. – Егет инде етди тон менән һүҙҙе ҡыҫҡараҡ тотто. – Минең “туй булмаған бит, ашыҡма, ул тимер-томороңдоң кемлеген бөтә ауыл белә, сей алйот таһа, тиеүемә, йәнәһе “Ата-әсәм эскесе, тип торманы, Тимурҙың ата-әсәһе мине ҡабул итте, һиңә лә яҙғаны булыр әле” тип, дорфа ғына яуаплап, артабанғы һүҙҙәремде ҡолағына ла элмәй ҡайтыу яғын ҡараны. Ул көн улаҡ буйында уны мин генә көтмәгәнмен, минең ҡаланан ҡайтҡанды ишетеп, теге тинтәк кәләшен күҙәтеп килгән булған. Беҙҙе күреп, әллә ни уйлағандыр, күрәһең, эсеп тилергән егет, өйҙә бер кем юҡлығын белеп, аулаҡлап, күңеле булғансы бысаҡ менән сәнскеләгән... Ул ғына ла түгел, тураҡлап тоҡҡа тултырып, баҙға ташлаған. Иртәгеһен ҡунаҡтан ҡайтҡан ата-әсәһе улының тырналып бөткән бит-ҡулдарын, иҙәндәге ҡан эҙҙәрен күреп, килендәре менән боларышып, ул ҡайтып киткәндер, тип уйлағандар. Бер мәл күршеләре инеп, өйҙә ниндәйҙер еҫ килә тигәс, өйҙөң аҫтын-өҫкә әйләндереп ҡарайҙар, шунда инде баҙҙан теге тоҡто табалар. Ул егет төрмәлә, ә был хәлдән һуң мин башҡаны ҡабул итә алманым. Унан һуң арыуыҡ йылдар үтте. Әсәйем әллә күпме ҡыҙҙарҙы димләп ҡараны, күңелем дә ятманы, аяныслы хәлдең башында әсәйем тороуын белгәс, беҙҙең араларҙан ҡара бесәй ҙә үткәйне, шуға күрә мин һаман буйҙаҡмын. Бына утыҙ өсөм тулды, урыҫтарҙа утыҙ өстә йә яҡшы, йә яман хәл көт тигәндәре, шөкөр, миңә яҡшыһын килтереүенә ҡыуанып бөтә алмайым. Аварияға осрағас, мине бит йәшәмәҫ, тигәндәр, ә бына Бибинур Фәтиховна – минең ҡотҡарыусы фәрештәм. Туң йөрәгемде иретеүсе нурлы ҡояшым. Бибинурҙы мин һис тә рәнйетмәм. Инәй, беҙгә ҡауышырға ризалығыңды бир! – тип Бибинурҙың өләсәһенә түкмәй-сәсмәй яҙмышын һөйләп, ейәнсәренең ҡулын һораны.
“Ҡыҙғаныс яҙмыш... Ҡан... Бинахаҡҡа рәнйетелеп, ҡанға йыуылып киткән меҫкен ҡыҙ баланың рәнйеше кемгә төшөр? Күҙ йәшенә мансылған илау-ҡарғышты Хоҙай Тәғәлә язаһыҙ ҡалдырмаҫ! Үлтергән егеткәме, әллә уның яуыз тырнағына тапшырған Ринаттың әсәһенәме? Тормош ҡануны ҡаты, яҙмыш еле аяуһыҙ, ҡай саҡ әсә гонаһы, әсәгә тәғәйен рәнйеш балаға төшөп тә ҡуя бит. Нишләргә? Был ҡан үҙенә эйәреп йөрөмәҫме икән? Бик ипле, итәғәтле, асыҡ күңелле күренә, тик әсәһе донъя рулен бормаҫмы? Араларын боҙмаҫмы? Әсә хаҡы – Тәңре хаҡы, тиҙәр. Ә кем белә, бәлки... Йә, Раббым, нишләп әле килделе-киттеле уйҙар менән башымды болғайым әле, ыңғайға юрар кәрәк, ыңғайға, юрағаның юш килә...” – тип үҙен тынысландырырға тырышты. Әммә буталсыҡ, сырмалсыҡ уйҙар уның гелән нур һибеүсе йондоҙҙо хәтерләткән күҙҙәрендә берсә быҫҡып, берсә балҡып сағылды.
– Өләсәй, ни булды, һин риза түгелме? Һин бит кешене үтә күрә торғайның даһа, ни тиһәң дә, мин килешәм, тураһын әйт тә ҡуй! – тине Бибинур өләсәһенең һүрән йондоҙға оҡшаған күҙенә ҡарап.
– Их, кешене үтә күреү һәләте бар ҙа, тик яҙмышты билдәләүсе көҙгөһө генә юҡ шул. Йә ярай, мин ҡаршы түгел, ҡолонсағым, тик йөрәгеңде тыңла, йөрәк һис тә яңылышмаҫ, – тине ул, сөнки үҙенең йөрәге лә был мәлдә “эйе” лә, “юҡ” та тимәй ине.
Эй, күңел тигәнең көн менән бер икән, әле генә салт аяҙ ине, нурҙарын өләшеүсе ихлас йылмайған ҡояш апайҙан көнләшеп, көнсөл болот ағай минут эсендә уның йөҙөн ҡара селтәре менән ҡапланы.