Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2012 йылғы лауреаттары

Евразия Яҙыусылар берлеге һәм «Ағиҙел» журналы Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара II хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә. Темаһы – ирекле. Региондарҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем.

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Әлиә САМАТОВА

Кәкүк

Повесть

1
Кә-күк, кә-кү-үк... Бер, ике, өс, дүрт...
– Ҡәһәр һуҡҡыр ҡош! Тағы ла нәмәңте саҡырып ултыраһың, хаслыҡлы нәмә! Көш-ш-ш! Үҙеңә булһын барыһы ла, башың ҡороғор! Вәт йүнһеҙ, етмәһә, ауыл уртаһындағы ҡайынҡа ҡунып ҡаза саҡырып ултыра. Ашағаны таш булғыры! Көш-ш-ш...
Ҡәһәрләп ҡысҡырыуға тертләп китте Моталлап. Уның баш осонан ғына фыр-р-рлап осҡан таяҡ ағас олонона барып тейҙе. Маһиҙә апайҙың зәһәрле тауышы, үҙе соланына инеп киткәс тә, тынманы. Үҙенә табан осоп килгән таяҡтан ҡото алынған кәкүк тә тотлоға-тотлоға, тамағына таш тығылғандай йәмһеҙ өндәр сығарып, ҡайҙа һуғылырға белмәй, тау яғына ялтанды.
“Их, унға тиклем һанай алманым. Гел шулай! Туғыҙынсы бармағымды бөкләгәнсе генә саҡыра ла оса ла китә”. Ниңәлер, кәкүк унға тиклем һанағансы ҡысҡырһа, әсәһе уны алып ҡайтыр кеүек тойола Моталлапҡа. Бына бөгөн дә ҡош ауыл уртаһына уҡ осоп килеп, ботаҡтарын тарбайтып үҫеп ултырған ҡарт ҡайынға ҡунып саҡыра ғына башлағайны... Бәлки, ете йәшлек Моталлапҡа әсәһенән хәбәр алып килгән булғандыр. Тик Маһиҙә апай уны һалмауырлап ҡыуып ебәрҙе. Моңло-зарлы был ҡошто ауылда ниңәлер яратмайҙар. Ана, “ҡар-ҡар-ҡар-р” килеп ҡарҡылдашып ҡарғалар осоп йөрөй. Үҙенә иш эҙләгән ғәйбәтсе бисә кеүек, ала һайыҫҡан да шыҡырыҡлап һарай тирәһендә өйөрөлә. Белә Моталлап: ул хәйләкәр аҙаҡ урлап эсер өсөн тауыҡтарҙың йомортҡа һалғанын күҙәтә. Был ҡоштарҙы ла әбейҙәр әленән-әле әрләп кенә тора, ә бына ауылға осоп килгән кәкүк айырыуса ҡурҡыу уята. Уны күрһәләр, өй ҡыйығына ут ҡапҡан тиерһең. Ҡулдарына ни эләгә, шуны бәргесләп ҡыуалар.
“Мине лә шулай...” Ауыр уйҙарға бирелгән Моталлап өйө яғына ыңғайланы. Өйө тигәс тә, аяғы тартмай был йортҡа. Унда бөтә нәмә ят, хатта эсендәге еҫ тә күңелен болғандыра... Аңғармаҫтан арҡаһына “гөп” итеп ҡалған таш Моталлапты уйҙарынан айырҙы. Артына әйләнеп ҡараһа, ҡорбанына ябырылырға әҙер бүреләй ҡиәфәттә үрге ос малайҙары тора. Ошо ауылға килгәне бирле тынғы бирмәне улар. Араларында иң оло, кәүҙәгә лә башҡаларҙан аша ҡарап торған Фәттәх:
– Эй, Мишка! Килмешәк, нишләп йөрөйөң беҙҙең урам яғынта? – тип һүҙен әйтеп тә бөтөрмәй, Моталлаптың яңағына тондорҙо. Күҙенә күренгән йондоҙҙарҙан күңеле болғанып, сайҡалып киткән малай йығылманы. Мыҫҡыллы йылмайып торған тешһеҙ Саҙрый менән таржыҡ Нәҡип алдында мах биргеһе килмәне. Бите уттай янып, башы сатнап ауыртһа ла, күҙ йәштәрен тыйып, аяҡтарында ныҡ торорға тырышты. Ана илай, бына илай, тип кәмит көткән “үрге остар” иһә, Моталлаптың ҡымшанмағанын күреп, аптырап ҡалды. Быға тиклем бер һуғыуҙан илап ҡайтып китә торған малайҙың ҡылығы сәйер тойолдо. Ауыҙы ҡолағына еткән Саҙрый ҙа етдиләнеп, Моталлаптың ныҡлығына һоҡланды. Эргәһендә барыһын ҡурҡытып тотҡан Фәттәх булмаһа, уның менән дуҫлашыр ҙа ине.
– Вәт әй, күҙ йәҫе лә ҫыҡманы. Ниҫауа ғына булып киткән тәһә был килмеҫәк Миҫка, – тип телен сыртлатып алды Саҙрый. Мин дә ситтә ҡалмайым әле, тигәндәй, былай ҙа ҙур танауын тағы ла тыржайта биреп, Нәҡип тә тауышын сығарҙы.
– Һы, таптың нишауаны. Мына ике һикереп бер типһәм, ята ла ҡуя ул ошонта, – тип аяҡтары менән каратэ алымдарына оҡшаш хәрәкәттәр эшләп, теш араһынан ғына төкөрөп ҡуйҙы. Былайтырға ағаһынан өйрәнеп алғайны ул. Мунса артында йәшенеп кенә тәмәке тартҡас, шулай оҫта итеп теш араһынан төкөрә. Әле, ике ҡулын кеҫәһенә тығып, Моталлапты уратып ҡарап сыҡты ла Фәттәх эргәһенә килде:
– Әллә, мин әйтәм, әпәй шүрлегенә менеп төшәйемме?
– Бөгөнкә мыныһы ла етеп торор. Ана, Мишканың инәһе бы яҡҡа табан килә. Таванты ялтыратайыҡ. Инәйеңә беҙҙе ошаҡлаһаң, Мишка, ысматри, өлөшөңә алаң, белтеңме!
Фәттәх һыҙғыра-һыҙғыра аяҡ аҫтында ятҡан ташты осора типкәс, был өсәү үрге осҡа шылды. Тәгәрәп китмәҫ элек күҙ йәштәрен еңенә һөртөп, йоҙроҡ яндырған битен ыуалап, рәнйеүен “йотоп” ҡалды Моталлап. “Мишка” тип әйтеүҙәре лә ныҡ ғәрлегенә тейә.
– Ой, Мишенька, нимә булды? Әллә һуҡтылармы һиңә? – тип килеп еткән Сайранан ысҡынып ҡасты Моталлап. Был ят ҡулдар шундай һалҡын һәм ҡужырмаҡлы. Ә инәһенең наҙлы, йомшаҡ ҡулдарынан һәр ваҡыт тәмле еҫ килә торғайны. Сайраның “Мишка, Мишенька” тип әйтеүе малайҙың йөрәгенә уҡ булып ҡаҙала. “Юҡ, мин – Моталлап”, тип тә ҡараны, ләкин үҙен әсәгә һанап йөрөгән был ҡатын үҙенекен тылҡыны. “Улай тип әйтеүе ауыр, тел әйләнмәй, “Мишка” ғына булырһың”, – тип ныҡышты. Ире Ғиндулланы ла Гена тип йөрөтә. Үҙе башҡорт булмағанғалыр инде, мулла ҡушҡан исемдәрҙе еңелләштерә, йәнәһе.
Сайранан ҡасҡан Моталлап күҙенә аҡ-ҡара күренмәй ихатаға йүгереп килеп инде лә һарай башына менеп китте. Йәшенергә. “Ҡытаҡ-ҡытаҡ” тип ҡысҡырышып һирпелешкән тауыҡтарға ла иғтибар итмәй, бесән араһына сумды. “Ҡотҡарыусы” мөйөш ҡосағына алды уны. Баш осонда йомортҡа һалырға ятҡан сыбар тауыҡ ҡымшанманы ла хатта. Башҡалары кеүек яр һалып сығып ҡасманы, ә ялтырап торған муйылдай йомро күҙҙәрен Моталлапҡа төбәп, башын баҫып ята бирҙе. Бармағын ирендәренә килтереп “сеү” тигәнде аңлатҡан малай үҙенә мөлдөрәп ҡарағас, төшөнгәндәй шымып ҡалды.
Бына, ниһайәт, Моталлап яңғыҙ, хәҙер ул туйғансы илай ала. Сыбар тауыҡ барыбер бер кемгә лә әйтмәйәсәк. Ила, Моталлап, ила. Ана, алыҫтан, тау яғынан кәкүк тауышы килә. Бер, ике, өс... ете... Эх, тағы ла унға тултыртманы. Малай быға сыҙай алманы, әллә түҙергә теләмәне – күҙ йәштәренә ирек бирҙе. Ә улары, шуны ғына көткәндәй, янған сикәләрен тағы ла нығыраҡ өтөп, тәгәрәне лә тәгәрәне. Ила, Моталлап, ила. Бөгөн һин беренсе тапҡыр үрге ос малайҙарынан ҡурҡманың. Туҡмалһаң да, бер тамсы ла күҙ йәше сығарманың. Ила әйҙә... Артабанғы тормошоңда ла күҙ йәше сығармаҫҡа тейешһең. Буҫлыҡҡан Моталлап бөгәрләнеп йоҡлап китте. Эх, сыбар тауыҡ... Был баланың күҙ йәштәренең сәбәбен белмәйһең шул...
...Танауын тәмле ҡоймаҡ еҫе ҡытыҡлағанға уянып киткәйне ул көндө Моталлап. Ҡояш апай нур һибеп шаяра, тышта ҡоштар һайрай. Улының уянғанын күргән Сәғирә үҙен көскә ҡулға алып, илап ебәрмәҫ өсөн бар ҡыйыулығын йыйып, Моталлаптың эргәһенә килде:
– Тор, балам, тор. Бөгөн беҙгә ҡунаҡтар килә, матур кейемдәреңде кейәйек. Әйҙә, ҡоймаҡлап сәй эсеп ал. Битеңде, тешеңде йыу ҙа.
– Ниндәй ҡунаҡтар, инәй? Улар кү-ү-үп итеп мәмәй әпкиләләрме?
– Эйе, улым, әпкилерҙәр.
Сәғирә тамаҡ төбөнә тығылған төйөрөн көскә йотоп, башын тәҙрә яғына борҙо. Шул ваҡыт ҡара тауыҡтың үҙ себешен суҡығанын күреп ҡалды. Улының ҡулына яңы күлдәген тиҙ генә тотторҙо ла тышҡа сығып йүгерҙе:
– Эй, Хоҙайым, йүнһеҙ тауыҡ, үҙ себешеңде үҙ итә алмайһың, ә!
Ап-аҡ һигеҙ себеше араһында үҙенә оҡшап ҡап-ҡара булып тыуған берәүһен һыйҙырманы был тауыҡ. Әйләнгән һайын суҡый, йә тупраҡ араһынан ем эҙләгәндә юрамал йыраҡҡараҡ тибеп осора ҡараҡайҙы. Башҡа себештәрен саҡырып ашата, ә быныһы йүгереп килһә, башын сырҡылдатҡансы суҡып ала. Хужабикәһе әрләшеп сыҡҡас, үҙенең боҙоҡлоғон йәшерергә тырышып, хәстәрлекле әсәйҙәй күренеп, “ҡорт-ҡорт” тип балаларын янына саҡырып алған булды. Наҙлы ҡорҡолдауҙы ишетеп һөйөнгән меҫкен ҡара себеш йүгереп барып ҡәҙерлеһенә һыйынды. Ниндәй йылы һәм рәхәт икән әсәй ҡанаты аҫтында...
Себештәрен үҙ янына йыйып алған тауыҡты күреп тынысланған Сәғирә өйгә инеп китте. Бына-бына килеп төшөрҙәр, ваҡыт һанаулы ҡалып бара. Ингәс, битен таҙа итеп йыуып, матур күлдәген кейеп өҫтәл янында ултырған улын күреп, саҡ илап ебәрмәне. Йөрәге һыҙлап ҡуйғанлыҡтан күкрәген тотоп аш бүлмәһенә үтте.
– Инәй, шул ҡара тауыҡ кисә лә себешен суҡый ине. Инәй кеше балаһын шулай ыҙалатмай инте ул, ивет?!
Сәғирәнең сикә тамырҙары сәғәт теле кеүек йыш-йыш һуға башланы, күҙе маңлайынан бына-бына атылып сығыр кеүек тойолдо. Бая йотоп ебәрелгән төйөр был юлы тамағына тығылды.
– Мә, улым, сәй эс. – Көскә әйтте әсә был һүҙҙәрен.
– Эй ҡоймаҡ тәмне, инәй, телеңте йоторлоҡ.
– Аша, улым, аша, сәйеңте лә эсеп ал.
– Инә-ә-әй, беләңме, был донъяла иң тәмне ҡоймаҡты тик һин кенә бешерәң.
Шулай телен сыртлата-сыртлата, майға буялған бармаҡтарын ялай-ялай, тирләгәнсе сәй эсте Моталлап. Ул йөҙө ағарған, күҙҙәренә йәш тулған әсәһенә, әллә бәләкәс булғанға, әллә мөкиббән китеп ҡоймаҡ ашағанға, иғтибар итмәне.
– Әллә һәппәр, инәй, тәмне булты! – тип битен ҡулы менән һыйпағас, ултырғысынан төшөп, тышҡа ыңғайланы.
– Ҙур үҫ, бәхетле бул, балам. – Әллә тауышы сыҡты Сәғирәнең, әллә шым ғына әйтте. Улының ишек яғына атлағанын күргәс, хәлһеҙләнеп, мейес буйлап шыуып иҙәнгә тубыҡланды ла үкһеп илап ебәрҙе әсә.
Моталлап соланға сыҡты. Уны баянан бирле көтөп торған Аҡтырнаҡ шатлығынан үрә тороп, ҡойроғон болғай-болғай малайҙың өҫтөнә һикерҙе.
– Аҡтырна-а-аҡ, һикермә миңә, күрмәйеңме, өр-яңы күлмәк кейҙем. Бөгөн беҙҙә ҡунаҡтар була, мәмәй алып киләләр. Һиңә лә эләгер.
Аҡтырнаҡ дуҫын аңланы кеүек. Уның аяғына ҡата кейгәнен сабыр ғына көтөп, ҡайҙа барабыҙ, тигәндәй ҡарап тора бирҙе. Ике дуҫты яҡында ҡапыл ишетелгән кәкүк тауышы һиҫкәндерҙе. Икенсе класта уҡыған күрше Ғәлинурҙың әйткәнен иҫенә төшөрҙө Моталлап. Ул: “Кәкүк, кәкүк, миңә нисә йәш?”– тип һорағас, ҡош һигеҙ тапҡыр күкелдәгәйне. Һанай белмәһә лә, Моталлап үҙ йәшен бармаҡтарына ҡарап әйтә белә. Шуға ла ул кәкүк ҡысҡырған яҡҡа, аҙбар артына йүгерҙе, Аҡтырнаҡ та артынан ҡалманы.
– Кәкүк, кәкүк, миңә нисә йәш?
– Кә-күк, кә-күк...
Моталлап тәүҙә баш бармағын бөкләне, шунан һуғын, уртаһын... Сәтәкәйҙән һуң кәкүк шымып ҡалды. Биш бармағын да бөкләгән малай шатлығынан һикерә-һикерә этен ҡосаҡлап өйөрөлдө.
– Дөрөҫ әйтте кәкүк, дөп-дөрөҫ: миңә ошолай йәш бит! – тип Аҡтырнаҡҡа усын яҙып күрһәтте. Эт иһә, Моталлаптың майлы ҡоймаҡ тәме килеп торған бармаҡтарын ялай-ялай, унан да нығыраҡ ҡыуанды. Бер-береһен баҫтырып ялан буйлап йүгерешкәндән һуң хәлдәре бөтөп, яңы ғына сыҡҡан хуш еҫле йомшаҡ үлән өҫтөнә һуҙылып яттылар.
– Аҡтырна-а-аҡ, ә һин беләңме: бөтә ер шарында иң тәмне ҡоймаҡты минең инәйем генә бешерә белә. Эйе-е-е. Мына бөгөн мин өс ҡоймаҡты эсемә һалып ҡуйҙым, – тине лә малай, яңы күлдәген күтәреп, ҡорһағын һыйпаны. Эт мороно менән уның эсенә төртөп ҡарағайны, ҡытығы килгән Моталлап тәгәрәп йөрөп көлә башланы. Аҡтырнаҡ дуҫының эргәһендә һикереп шаярҙы. Тағы күпме дауам итер ине икән был уйын, ҡыҙыл кикерекле, ураҡ ҡойроҡло әтәстең көслө тауышы иғтибарҙы бүлмәһә. Шул яҡҡа табан Аҡтырнаҡ алданыраҡ сабып китте. Тыны ҡыҫылып барып еткән Моталлап теге ҡара тауыҡтың себешен суҡыған мәленә тура килде. Ҡанаттарын йәйеп өҫтөнә һикерергә йөрөгән тауыҡҡа иғтибар ҙа итмәйенсә, ерҙә ятҡан бәләкәсте усына алды. Бахыр себеш, малайҙың тән йылыһын тойоп, сипылдап башын ҡалҡытты. Моталлап уны ҡуйынына ҡыҫып өйгә алып инеп китте. Ҡылығына маһайған ҡара тауыҡ иһә ҡанаттарын йәйеп урамда өйөрөлдө. Уның эргәһендә ҡәнәғәтлек өндәре сығарып, бер ҡанатын ерҙән һөйрәлтеп, бейеү хәрәкәттәре эшләп, әтәс тә тантана иткәндәй тойолдо. Ә аҡ себештәр, бер нәмә лә булмағандай, бәләкәй генә тәпәйҙәре менән өй нигеҙендә тибенеүен дауам итте. Аҡтырнаҡ ҡына ҡара тауыҡҡа асыулы ҡарап, ояһына инеп ятты.
Сәғирә улын күргәс, хәлде шунда уҡ аңланы. Моталлапҡа йомортҡанан сыҡҡан себештәрҙе һалып ҡуя торған иҫке бүректе бирҙе. Малай ҡараҡайҙы шунда төшөрҙө лә карауатына ҡуйҙы.
– Инәй, себеш үлмәҫ бит, ивет?
– Тыныслан, йүнәлер. Һин бит уны ҡотҡарғанһың, үлмәҫ, йәшәр.
Урамда Аҡтырнаҡтың өргәне, ҡапҡаның асылып ябылғаны ишетелде. Ниңәлер малайҙың йөрәге жыуланы. Ят кешеләрҙең урамға инеп килгәнен күргән Сәғирә лә үҙенә урын тапманы. Ул соланға сығып та өлгөрмәне, теге кешеләр ишекте шаҡылдатты.
– Инегеҙ.
– Һаумыһығыҙ.
Ишектән ирле-ҡатынлы икәү күренде. Моталлаптың был кешеләрҙе бер ҡасан да күргәне юҡ. Кемдәр улар? Ниңә килгәндәр? Исмаһам, мәмәй алып килделәрме икән?
Үҙәк өҙгөс сипылдау Моталлапты уйҙарынан айырып, себеш эргәһенә йүгертте. Ҡараҡай, бар көсөн йыйып, торорға маташа ине.
– Һыуһаныңмы әллә? – Моталлап уның суҡышын ауыҙына килтереп, төкөрөгөн эсерергә уйланы. Малай шулай “һыйлап” өйрәнгән уларҙы. Йомортҡанан яңы ғына сыҡҡан себештәр, суҡыштарын ҡыймылдатып, һыуһынын ҡандыра. Ә ҡараҡайҙың, ниңәлер, һыйланғыһы килмәне – суҡышын нисек йомған, шулай ҡалдырҙы. Моталлап уны урынына һалды ла, шым ғына барып, аш бүлмәһенә күҙ һалды. Теге ят кешеләр әсәһе бешергән ҡоймаҡты йыпыра-һыпыра сәй эсә. Үҙҙәре Моталлапҡа аңлашылмаған телдә әллә нәмә һөйләй, ҡәнәғәт ҡиәфәттә бер-береһенә ҡарашып ала. Ә ниңә инәһенең төҫө ҡасҡан икән? Ни эшләп бите ап-аҡ ҡағыҙ кеүек булған, күҙҙәре төпкә батҡан, илап ебәрерҙәй булып ирендәре йәмшәйгән? Эх, шул саҡта Моталлапҡа биш кенә йәш булмаһа, ул ошо һорауҙарына яуапты тиҙ табыр ине. Бәләкәс шул әле... Бәләкәс...