Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Гөлфиә Юнысова

“Телевидение – ғүмерлек мөхәббәтем”

Шәүрә Ғилманова...
Был исем Башҡортостанда ғына түгел, ә Рәсәйҙең Татарстан, Ырымбур, Силәбе, Курган, Себер, Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек төбәктәренең телевизор ҡараусылары өсөн дә киң билдәле. 1978 йылдан бирле тәүҙә Башҡортостан радиоһында, унан һуң телевидениела төрлө ижади вазифалар һәм уларҙан башҡа һанап бөтөргөһөҙ йәмәғәтселек эштәре... Хәстәрлекле әсә (хәҙер инде өләсәй ҙә), изгелекле апай, һеңле булараҡ мәшәҡәттәр... Шул уҡ ваҡытта һәр ваҡыт йыйнаҡ, һылыу, мөләйем ҡатын булып та ҡалырға кәрәк. Сөнки бар тормошоң бөтә республиканың күҙ алдында. Биләгән вазифалар һәр саҡ сәйәсәт менән дә, сәнәғәт, мәҙәниәт, сәнғәт һәм әҙәбиәт менән дә, кешеләрҙең көнкүреше, күңел торошо, үҫеш баҫҡыстары менән дә бәйле.
Илдә тарихи формациялар ҙа үҙгәреп, ил, республика, телевидение етәкселәре алмашынып торҙо. Улар менән эшкә булған талаптар ҙа төрлөләнә.
Бына ошо шарттарҙа үҙ бәҫеңде төшөрмәй, тотҡан юлыңды, йәшлек хыялдарыңа, алған һөнәреңә, кешеләрҙең һиңә булған ышанысын һәм, әлбиттә, үҙ-үҙеңә хыянат итмәй, тиҫтә йылдар буйы йәшәп, эшләп ҡара!
Ә Шәүрә Ғилманова ниндәй генә һынауҙар килгәндә лә тап бына ошондай сифаттарға тоғро ҡалған юғары кимәлдәге профессионал, изгелекле кеше, көслө рухлы шәхес булып ҡала белде. Ә бит уға тормош бәләкәйҙән үк гел яҡшы яғын ғына күрһәтеп торманы. Әллә нисә тапҡыр бөгөлөп төшөргә, әллә күпме юлдан тайпылырға һәм бихисап мәртәбә юғалып ҡалырға сәбәптәр табылып торҙо. Һынманы, йығылманы, юғалманы Шәүрә.

«Артистка булырға теләгәйнем дә...»
Ғәжәп: Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы бала саҡтарын хәтерләгәндә, уның йөҙө күп ваҡыт моңһоуланып китә. Бер уйлаһаң, һуғыштан һуң, донъялар байтаҡҡа һәйбәтләнгәс, тыуған кеше бит инде. Ә яҙмыш кескәй саҡтан уҡ эреле-ваҡлы һынауҙарҙы уның алдына сығарып ҡына тора.
Шәүрә тыуған йылда Усолканың икенсе ярында балалар шифаханаһы барлыҡҡа килә. Өнһөҙ тыуып, оҙаҡ теле асылмаған Шәүрәне үҙенең улы менән бергә алып китеп, әсәһенең һеңлеһе ҡарай.
Өфөнән килгән бер хирургҡа күрһәтәләр. Йәш белгес, белемен шунда уҡ күрһәтергә була: ҡаҙанлыҡта йылынып, тәмәке тартып торған еренән, скальпелде ҡыҙҙырып, алдатып ҡыҙыҡайҙың ауыҙын астырған да, тел аҫтындағы һөйләшергә ҡамасаулаған төйөрсөктө өҙөп тә ташлаған. «Апайымдың телен бысаҡ менән юнғандар, шуға күрә ул шыма һөйләй», тип шаярта икән хәҙер ҡустыһы Салауат.
Аралашҡан мөхитендә лә, апаһы менән башҡорт булмаған еҙнәһенең ғаиләһендә лә русса ғына һөйләшкәс, теле лә иң тәүҙә русса асыла Шәүрәнең. Ғаилә алдырған берҙән-бер баҫма – «Правда» гәзитенән хәрефтәрҙе таный башлай, уҡырға өйрәнә ул. Үҫә төшкәс, һеңлеһен өлкән апаһы үҙе менән Белоретҡа алып китә. Сит ерҙә 4-се класта уҡый башлай Шәүрә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, апалары яҙын ауылға күсеп китә. Ҡыҙыҡай уҡыу йылы аҙағына тиклем бөтөнләй ят кешеләр ҡулына тороп ҡала. Фатир хужабикәһе Мария Ивановна ҡара күҙле, бөҙрә сәсле, терегөмөштәй теремек башҡорт ҡыҙын яҡын күреп, «ҡыҙым» тип йөрөтә башлай. Шәүрә лә уға эҫенеп китә. Апаһы алырға килгәс, мәрйә инәһе менән илай-илай айырылышалар.
Ауылда рус мәктәбе юҡ, ә Шәүрә башҡортса белмәй. Шуға ла артабан 5 саҡрым алыҫлыҡтағы күрше Ҡарағай ауылына йөрөп уҡырға тура килә. Тәүҙә әхирәте менән икәү булалар, аҙаҡ ул йөрөмәй башлай. Ҡышҡы ыжғыр бурандарға, яҙҙарын көндә итектәргә инеп аяҡтарҙы туңдырған ҡар һыуҙарына, ҡараңғы иртәләргә, кистәргә ҡарамай, уҡыйым, кеше булам, тип көн дә 10 саҡрымды тәпәйләүҙәр һүҙеңде һүҙ итергә, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ғына түгел, ә тәбиғәткә һоҡлана белергә, яҡты киләсәк хаҡында хыял йөрөтөргә лә өйрәткәндер, бәлки.
Ниндәй генә үҫмер ҡыҙ артистка булырға хыялланмай.
– Мин бит актриса булырға теләгәйнем, – тип хәтерләй Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы. – Ике апайым да хеҙмәт юлы итеп мәҙәниәт өлкәһен һайланы. Әлфиә апайым БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, райондың тәүге халыҡ театрына нигеҙ һалыусы, режиссерлыҡҡа уҡып сыҡты. Ә Земфира апайым ул саҡта театр факультеты студенткаһы ине. Ни өсөн уларға рөхсәт булғандыр, әммә атайым минең теләгемә ҡаршы төштө. Нисек тә һүҙемде һүҙ итергә теләгәнемде белгәс, бөтә документтарымды һәм баш ҡалаға кейеп барырлыҡ берҙән-бер күлдәгемде утҡа яҡты. Мөғәллимдәр нәҫеленән булған атайым балаларының берәйһе, һөнәр алып, тыуған ауылыбыҙҙа балалар уҡытыр, тип өмөтләнә ине. Әйткәндәй, атай васыятын иҫтә тотоп, ҡустыбыҙ Салауат ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаны.
...Шулай итеп, документтар юҡ. Алға: «Нисек артабан уҡырға инергә?» – тигән һорау килеп баҫты. 1969 йыл, июль аҙағы. Мин туған тейеш апайҙан 6 һум аҡса алып тороп, иртүк йәйәүләп ауылдан сығып киттем. Район үҙәгенә юл тотҡан ерҙән аяҡтарым үҙҙәренән-үҙҙәре мәктәпкә алып килде. (Ә бит был мәлдә унда бер кем дә булмаҫҡа тейеш ине.) Директор Миндеяр Хәйруллин ағайға хәлемде һөйләп биргәс, ул мине мотоциклына ултыртып, Красноусолға алып китте. Ярты көн эсендә нисек кәрәк, шулай минең документтарымдың дубликаттарын алып, кис етеүгә Стәрлетамаҡ осона илтеп ҡуйҙы. Салауат ҡалаһына нисек барырға өйрәтте. Бына ниндәй уҡытыусылар була торғайны беҙ йәш саҡта!
Ә инде Шәүрә Тоҙбәкованың Салауат педагогия училищеһына инеп, уҡып сығыуы үҙе бер ҡыҙыҡлы һәм фәһемле тарих.
8-се класты тамамлағансы уҡ, донъяның әсеһен-сөсөһөн күп татыған Шәүрәкәй педагогия училищеһын тамамлап сығыуы бары тик үҙенән генә тороуын бик һәйбәт белә. Уға бер кем дә матди яҡтан ярҙам итә алмай. Кескәйҙән үҙаллылыҡҡа өйрәнеп үҫеүе әле килеп ярап ҡала. Үҫмерлектән йәшлеккә күскән осор: башҡалар алдында кәм-хур булып йөрөмәҫлек итеп кейенге лә, кино-театрҙарға ла йөрөгө килә, ә стипендия ашарға ла етмәй.
Етди ҡарашлы, теремек ҡыҙҙы төркөмгә староста итеп һайлап ҡуялар. Педучилищела төрлө тематик кисәләр, республиканың билдәле кешеләре менән төрлө осрашыуҙар булып тора. Ике телдә лә һәйбәт һөйләшкән, матур тауышлы, курстың бер һылыуы булып танылған Шәүрә шул кисәләрҙе алып бара, үҙе лә шиғырҙар яҙа. Бер саҡ уға тере яҙыусыларҙы ла күрергә насип була. Кемдәр бит әле: Мостай Кәрим, Динис Бүләков, Ирек Кинйәбулатовтар килеп төшә бер заман Салауат ҡалаһына. Һүрәттәрен генә күреп, әҫәрҙәрен уҡып ҡына таныш булған яҙыусылар, аҡыллы һәм талантлы ғына түгел, ябай ҙа, алсаҡ та булып сыҡтылар.
Кисә шул тиклем күңелле үтте: бигерәк тә үҙе лә матур итеп шиғырҙар уҡыған Шәүрәне үҙ итте ҡәләм оҫталары. Шулай ҙа улар менән ғүмер буйы дуҫ булырмын, улар хаҡында тапшырыуҙар, видеофильмдар әҙерләрмен тип башына ла килтермәй әле Шәүрә ул саҡта. Бары тик үҙенең киләсәктә мотлаҡ ижад менән шөғөлләнәсәген күҙаллай. Ә инде барлыҡ өмөт-ниәттәрҙең киләсәктә тормошҡа ашыуының башында уҡытыусыһы Сәлисә Сафа ҡыҙы Кәримова булды. Яңғыҙ, ҡарауһыҙ, таянысһыҙ донъя буйлап тырмашып атлаған ҡыҙ бала өсөн ғүмерлеккә яуаплылыҡ алды.
Тәүге мәҡәләһенә ҡарата «кире ҡағыу» яҙмай
«Әсәнән күргән тун бескән», тигәндәй, Шәүрәнең, әсәһенән күрмәксе, кейем-һалым тегә белеүе бында ла ярап ҡала. Магазиндарҙа йәштәр зауығына тура килерлек күлдәк, кофта-итәк кеүек нәмәләр юҡ кимәлендә. Булған хәлдә лә уны һатып алырлыҡ аҡса ҡайҙан табаһың әле. Осһоҙ ғына туҡымаларҙан телевизорҙа күргән артистар кейемдәренә оҡшатып, өҫтөнә үҙе тегеп кейә башлай Шәүрә. Иң яҡын әхирәттәренең һүҙен дә йыҡмай. Унан һуң башҡаларҙы һөйөндөрөргә лә ваҡыт таба. Тик уларына инде бушҡа түгел, йәшәргә кәрәк тә.
Прическалар ҙа, шиньондар ҙа эшләргә өйрәнеп ала Шәүрә. Кемгә модалы ҡыҫҡа сәс, кемгә ҡойроҡ, ә кемдеңдер оҙон сәсен бөҙрәләтеп, кисәләрҙә шаҡ ҡатып ҡарап торорлоҡ итеп, баштарына өймә өйөп ҡуя. Әлбиттә, тәүге эштәр үҙең теләгәнсә килеп тә сыҡмай: йә ныҡ ҡыҫҡартылып ҡуйыла, йә килешһеҙерәк булған кеүек. Тик бер башлаған һөнәрҙе туҡтатып булмай бит инде. Матурланырға теләүселәр күп студенттар араһында, ә парикмахерскийҙы ҡайҙан эҙләп йөрөйһөң әле?! Етмәһә, унда сират, үҙе ҡиммәт. Ә Шәүрә эргәлә. Күпме бирһәң, шуға риза, стипендияға тиклем көтөргә лә мөмкин.
Тирә-яҡта үтә лә кәрәкле кеше булып китеүенән башы әйләнмәй: киноларға, спектаклдәргә йөрөп, берҙән, йөкмәткеһен, артистарҙың нисек уйнауын ҡарап ултырһа, икенсенән, уны прическалар менән кейемдәр ҡыҙыҡһындыра. Иртәгеһен үк иҫендә ҡалғандарға үҙ фантазияһын ҡушып эшендә ҡулланып ҡарай.
Парикмахерскийҙарға ла бара Тоҙбәкова, үҙенә лә ҡупшы прическа эшләткеһе килә бит инде. Тағы ла бер файҙалы яғы бар: шунда үҙенә кәрәген өйрәнеп ҡайта ул.
«Яҙмыштан уҙмыш юҡ», тиҙәр. Көтмәгәндә тәүге мәҡәләһен дә ошо парикмахерскийҙа күргәндәренән сығып яҙырға тура килә Шәүрәгә. Ниндәй мәҡәлә бит әле!
Шәүрә сәс ҡырҡтырырға тип уҡыуҙан һуң йүгереп парикмахерскийға килә, ләкин уны алмайҙар. Сөнки сәс ҡыҫҡартыу – осһоҙло эш. Мастерҙар модалы прическа эшләтергә йәки химик бөҙрәләр яһарға инеүселәрҙе генә ҡабул итәләр.
Икенсе көндә лә, өсөнсөһөндә лә өмөтө тормошҡа ашмай йәш ҡыҙҙың. Ул ғына түгел, күпме йәштәр һәм өлкәндәр иларҙай булып ҡайтып китә бынан.
Шәүрә әсе тәнҡит мәҡәләһе яҙа ла ҡала гәзите «Выбор»ға илтеп бирә. Аҙаҡтан асыуы һүрелә төшкәс: «Әллә ҡатыраҡ бәрелдем инде?» тип уйлап ҡуйһа ла, яҙғанын кире барып алмай. Үҙҙәре саҡыртып, һөйләшеп йомшартырҙар әле, тип уйлай.
Ә мәҡәлә нисек яҙылған, шул килеш гәзиттә баҫылып сыға һәм... ҡалала көтөлмәгән шау-шыу тыуҙыра. «Таныштарға, туғандарға, педучилище директорына сыҡҡандар ҡаланың хеҙмәтләндереү өлкәһенә яуап биреүсе етәкселәр. «Кире ҡағыу» яҙып биреүемде талап итәләр. Сөнки ул саҡта компартия заманы, матбуғатта тәнҡит материалдары сыҡһа, һәр саҡ горком, горсовет ултырыштарында тикшерелә, йыйылыштарҙа һөйләнә. Йәш хәбәрсе үҙенә хыянат итмәй, һүҙендә ныҡ тора: «кире ҡағыу» яҙмай.
Ошо хәлдән башланманымы микән әле киләсәктә журналист буласаҡ кешенең ғәҙеллек өсөн көрәшеүҙәге принципиаллеге?!
«Әҙәбиәт уҡытыусыһы Әҡлимә Ғиләж ҡыҙы Сәйфетдинова әҙәби-ижад түңәрәге лә алып бара ине. Мин унда бик теләп, ҡыҙыҡһынып йөрөнөм. Мәҡәләне уҡығас: «Шәүрә, һиндә яҙыу һәләте лә, ныҡышмалылыҡ та, хаҡлыҡ өсөн көрәшер ҡыйыулыҡ та бар, журналист булырға кәрәк», – тине. Был һүҙҙәр миңә ҡанат ҡуйғандай булды. Шулай ҙа әлегә йөрәгемә генә инеп ояланы, ижад киңлектәрендә осорға әйҙәмәне. Минең хыялым һаман да актриса булыу ине шул».