Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Ғәфейә ҒАФАРОВА-БИШЕВА

Кәмәлек

Беренсе бәйән
ТИФТАН ЙӘШЕРЕЛГӘН ЛОҠМАНХӘКИМ
Тутыя ике бәләкәс бала ҡарай. Килене эштән ҡайтып, әҙерәк сабыйҙарҙан бушаһа, намаҙҙарын үтәп, ете төн уртаһына тиклем теләктә ултыра. Лоҡманхәкиме тереме, юҡмы икәнен белмәй, уға һәм Ғәбделхәлиленә ғүмер, барыһына ла һаулыҡ, ғүмер, донъяларға тыныслыҡ теләй. Ошо теләктәр етептер инде, Хәлилгә һуғышта һалдаттар хайран ҡала: хатты алып барып килгәнсе, шинеленең итәге иләк кеүек була, тик һис бер ере яраланмай часҡа ҡайтып етә.
Тутыя төнө буйы теләктә ултырып, күҙ алдынан барыһын да ҡабаттан үткәрә башланы. Тутыяның буй үҫеп етеп килгән сағы. Сәҙе буйының бер күркәм ауылында йәшәйҙәр. Ҡапыл бер заман урамда ҡысҡырыш башланды. Әсәһе Зөләйха уны ни булғанын белергә урамға сығарып ебәрҙе. Тышҡа сығыуы булды, һыбайлы бер егет килеп сыҡты ла, әсәһе әйтмешләй, ысынлап та, “ил боҫорлоҡ” хәбәр әйтте:
– Тиҙерәк ауылдан ҡасығыҙ, үлтерәләр, аталар, өйҙәрҙе яндыралар. Алты ауылды яндырғандар, ҡасығыҙ!..
Тутыя өйгә йүгереп инеп, әсәһенә ишеткәнен әйтә. Йүгерешеп тышҡа сығалар. Тутыяның атаһы бесән сабырға киткән. Йәмил ағай аттарын аҡ күбеккә төшөрөп, саптыртып өйгә етеп килә. Үҙе:
– Тиҙерәк ултырығыҙ, киттек, тиҙерәк! Ризыҡ, кейем-фәлән алығыҙ, башҡаһы кәрәкмәй, – тип ҡысҡыра.
Улар өсәүләшеп өйҙән ашамлыҡ, кейем-һалым ташып арбаға тейәйҙәр. Атаһы ауылға етеп килгән һыбайлыларҙы күреп ҡала. Үҙе һикереп арбаға менә лә, әсәһе менән Тутыяға, ултырығыҙ, тип ҡысҡыра. Тутыя әсәһе менән арбаға саҡ менеп өлгөрә, атаһы аттарҙың һыртына сыбыртҡы һуға. Аттар ал-ял белмәй саба. Тутыя әсәһе менән саҡ осоп ҡалмай арбанан. Үҙҙәре ҡасты, үҙҙәре кемдән ҡасҡанын төшөнмәне. Улар йөҙ алтмыш саҡрымдағы Ҡондоҙло ауылына килеп етте. Арттарынан тағы егермегә яҡын ғаилә килә. Ҡалған ауыл халҡы нишләгәндәрҙер, ат барыһында ла юҡ.
Ҡондоҙло халҡы ауылдарына бер юлы шул тиклем халыҡ килеп тулғас, нимә эшләргә белмәйенсә мәслихәткә йыйыла. Сәҙе буйының старшинаһы Зөлҡәрнәй урыҫ ҡаҙаҡтарға Сәҙе буйын һатҡан, имеш. Хаҡы күпме тиһәгеҙ: байҙарҙың фәйтүне, тройка аттары менән. Ә Зөлҡәрнәй шул төндә ғаиләһен алып һыпыртҡан. Әйберҙәрен тейәп алған, хатта күршеләре лә күрмәй ҡалған.
Тутыя үҙҙәренең ауылына бер тапҡыр ҙа ҡайта алманы. Ҡондоҙло ҡарттары ҡасып килгән был кешеләргә ауылдың төн яғына өй һалырға рөхсәт итә. Ул яҡты “яңылар” тип атап йөрөтә башлайҙар. Тутыяның атаһына Селекле буйынан бер һөҙәк кенә ер эләгә. Шунда ер кирбесе (саман) һуғып, уларҙы киптереп, өй һалалар. Күптәргә биргән ерҙәре оҡшамай. Улар Кәмәлек буйына теҙелгән ауылдарҙағы, ә кемдәрелер Кәрәлек буйындағы туғандарына һыйына.
Ҡасып килеүселәр өй һалып сыҡҡан йылдың яҙында йылға ныҡ таша һәм Тутыяларҙың, тағы бер нисә ғаиләнең өйҙәре емерелә, Тутыяның атаһына һәм башҡаларға ауыл ҡарттары теләгән ерҙәренә өй һалырға рөхсәт итә. Тутыяның атаһы Аҡтирәк тип аталған ергә яҡын өй һала. Был урын Ситдыҡ күле уртаһынан арыраҡ. Яҙ иген сәсеп бөткәс, Аҡтирәккә сәхрәгә сығалар. Ауыл халҡы унда төрлө уйындар, ат сабышы, көрәш ойоштора. Йәштәр йырлап, бейеп ярыша. Ауылда ул саҡта бер кем ҡалмай. Һәр бер ғаилә тирәклек араһында кейеҙҙәр түшәп, самауырҙар ҡайнатып, теләгән кешеләрен саҡыра. Бауырһаҡ, ҡыйыҡса, йыуаса тиһеңме, уларын алдан бешереп ҡуялар. Бишбармаҡтың итен ғаилә хужаһы турай. Һөйәктәрҙең ҡайһы быуыны кемгә икәне ҡунаҡтарҙың абруйына ҡарап бүленә. Шунан ҡымыҙҙан ҡыҙмаса булып алғас, кемдер йырлай, ә кемеһелер ҡурай тарта йә гармун уйнай. Төш ауыуға төрлө ярыштар ҙа бөтә. Йәштәр бишбармаҡ ашап, ҡымыҙ, сәй эсеп, йәшләүеккә йыйыла. Уйынға.
Ҡасып килеп Ҡондоҙлола йәшәй башлағандан һуң Тутыя ла беренсе тапҡыр һабантуйҙа ҡатнаша. Сәҙе буйынан килгән ғаиләләрҙең өс-дүртендә ҡыҙҙар бар ине. Улар ҙа уйын күрергә сәхрәгә йәшләүеккә килеп, оялышып ҡарап торғанда, буйға бейек, һыу һөлөгө кеүек егет Тутыяның алдына килеп баҫа һәм ҡулынан тартып бейергә алып төшә. Егет Тутыяның ҡулын ысҡындырмай, Тутыя оялып ҡына бейей башлай, көй бөткәс тә, ҡулын ҡапыл тартып алып, әхирәттәренә ҡарай йүгерә.
Ҡыҙҙы бейергә саҡырған егет ауылда бай ғаиләләр тип йөрөткәндәрҙең береһенән – Ғәбделғафар бабайҙың улы Заһит. Был егет юҡҡа ғына өйөрөлмәне Тутыяның янында, аҙна, ун көн үттеме, юҡмы, ҡоҙа ебәрҙеләр. Атаһы, Заһит кеүек уңған егеттәрҙе көндөҙ шәм яндырып эҙләһәң дә табып булмай, донъялары етеш, ә беҙ ҡасаҡтарға улар кеүек йәшәргә ҡасан насип була әле тип, риза була. Ысынлап та, Тутыяның бәхетенә Заһит аҡыллы икән. Бер мең туғыҙ йөҙ дүртенсе йылда беренсе ҡыҙҙары Йәмилә, өс йылдан Лоҡманхәким, ун икенсе йылда Ғәбделхәлил тыуа, ә ҡалған ике балаһы вафат була.
Тутыяның Закир тигән ҡәйнеше лә бар ине. Ул өйләнгәс, ҡайныһы кесе улын өй һалып башҡа сығара, оло улы Заһит ата йортонда ҡала. Закир кәләше менән биш йылға яҡын тора, балалары булмай. 1914 йылда Герман һуғышы сыҡҡас, балаһыҙ ғаилә башлыҡтары беренсе булып һуғышҡа эләгә. Ун туғыҙҙары тулған, өйләнмәгән егеттәрҙе лә һепереп алып китәләр. Һуғышҡа революция дауылы өҫтәлә. Закир хәбәрһеҙ юғала. Һуңынан раскулачивание башлана. Ғәбделғафар ҡарттың йыйған байлығының күбеһен тартып алалар, ярай әле, өйҙәренән ҡыумайҙар.
Ғәбделғафар ҡарт Закирын көтөп-көтөп хәлдән тая, нервылары ҡаҡшай. Закир хаҡында: “...Әсирҙән ҡасып килгәндә Закир ҡаты яралана һәм уны иптәштәре ташламай үҙебеҙҙекеләргә килтереп еткергәнсе, яраланған ҡул башында гангрена башланып, ҡотҡара алманылар...”, – тигән яҙыуҙы уҡығас, Ғәбделғафар күҙенә йәш тә тулып өлгөрмәй, өйҙә тын етмәй, тышҡа сығып китә. Аҙаҡҡы ваҡытта нисә төндәр йоҡо алмай ыҙаланған Ғәбделғафар ҡарт бысып ауҙарылған имәндәй ауа. Уның менән бергә йәшәп, бергә ҡайғырып, бергә янып ғүмер кискән Мәхмүзә ҡарсыҡтың да хәләленең етеһен уҡытҡанда, өсөн уҡыталар.
Закирҙың бала-сағаһыҙ, буйға ирҙәрҙән дә һонтор ҡатыны яңғыҙ ҡала. Йорт эсендә ирҙәр башҡара торған эштәрҙе эшләтергә Заһит ҡайнағаһына килә башлай. Тутыяның Заһиты, шулай итеп, килененең өйөнән сығышмай башлай. Тутыяның күңеленә шик инеп ултыра. Күҙҙәренән йәш кипмәй, аҡ йөҙө, һары сәсе аҫтында аҡтары күбәйә, бәхетле тормошона һары ҡайғы һарыла. Төндәрҙең ҡайһыларында Заһиты ҡайтмай ҙа ҡуя. Әммә ул апһыны менән тауыш ҡуптармай, түҙә. Берәү килеп ҡатынлыҡҡа апһынын алып киткәс, бәхетле тормошо кире ҡайтыр һымаҡ була. Әммә бәхетле киләсәге алғараҡ ҡаса.
***
Революция ялҡыны бик күп ғүмерҙәрҙе яндыра. Заһиттың балалары уҡырға, белем алырға тырыша, әммә улар ҙа был ялҡындан азат була алмай. Ҡайһылары һәләк була йә төрмәгә эләгә, йә ҡасып йөрөй. Ауылға ниндәй генә хат килеп төшмәһен, уны уҡытыр өсөн кешеләр ун ике йәшлек Лоҡманхәкимгә йүгереп килә. Хаттың ҡыуаныслымы икәнен дә ул билдәләй.
Бер мең туғыҙ йөҙ ун туғыҙынсы йылдың яҙы Ҡондоҙлоға тағы бер афәт алып килә. Ауыл халҡы тифтан ҡырыла башлай. Ҡарттар шундай ҡарарға килә: иртәнге аштан һуң һәр өйҙән бер кеше урам яғына сығып, өйөндә тиф менән ауырыусы кеше бармы-юҡмы, шул хаҡта ҡысҡырып хәбәр итергә тейеш. Кемдең өйөндә тиф юҡ, шул өйгә урау юл менән Лоҡманхәкимде тифтан ҡасырып йөрөтәләр. Әгәр ҙә Лоҡманхәким барған өйҙә бер кеше сирләп китһә, бер минут та тормай сығып ысҡына һәм был сир йоҡмаған икенсе өйгә йүгереп инә. Уны өс ай буйына ауыл буйлап тифтан шулай йөрөтөп һаҡлап ҡалалар. Лоҡманхәким өсөн уҡыу беренсе урында тора, мәктәптә иң алдынғы уҡыусы була. Барыһы ла уның яҡшы уҡыуына хайран ҡала. Үҫмер тырышып алтынсы синыфты тамамлай.
1921 йылдың яҙ башы. Ҡарҙар иреп бөтә, әммә ямғыр яумай. Был хәл Ҡондоҙло халҡын хафаға һала. Яҙ башында ерҙәге дым менән шытып сыҡҡан үлән һарғайып ҡата. Ауыл халҡы Аллаһы Тәғәләгә һығынып, ана яуа ямғыр, бына яуа тип өмөт итә, ә ямғырҙар юҡ та юҡ. Тик бала-саға ғына сырылдашып һыуҙан сыҡмай. Селекле йылғаһында һыу кәмеп, тоҙлоға әүерелә. Ауыл халҡы йылға күпере аша күлдәренән көйәнтәләп һыу ташып эсә. Өйҙәрендә ашарға булмаған балалар ҡамыш тамыры, бурыҡ (аир), урмыҡ ашай, татлыҡай сәйнәй. Улар кис йоҡларға ғына ҡайтып, ата-әсәләренән илашып ашарға һорай.
Яҙ башынан тамсы ла ямғыр яумағас, күп күлдәр ҡорой. Селекленең дә күп ерҙәре ҡороп, өҙөк-өҙөк булып ҡала. Тағы ике айҙан йылғаның күп ерҙәре ҡул менән балыҡ тоторлоҡ булып һайыға. Ҡамыш тамыры, бурыҡ та, урмыҡ та ҡалмай. Бурығын сейләй ашайҙар, ә инде урмыҡтың нәҙегерәктәрен һәм ҡатыраҡтарын таҙартып, табаға һалып киптереп, ҡул тирмәнендә тартып, ике таба араһына ҡыҫтырып бешереп, күмәс итеп ашайҙар.
Заһит килене менән ныҡ мауығып китһә лә, аңы айыҡ. Ул келәтендәге сәсеүҙән ҡалған ашлығын ныҡ ҡыҫып тотона башлай. Ашата алмаҫтай малдарын һуйып, итен тоҙлап, өй башында сират менән ҡарауыллап киптерәләр. Бер һыйыр, бер ат ҡына ҡалдыра. Йәй буйы һыуҙар ҡороған күлдәрҙә ҡамыш, күрән үҫә. Шуларҙы йәй буйы Лоҡманы менән икәүләшеп салғы менән сабып, ураҡ менән урып кәртәгә ташып киптерәләр. Ауылда күптәре малдарын йәй үк һуйып ашай, ә Заһит ҙур улы менән бер һыйыр, бер ат ҡыш сығарырлыҡ аҙыҡ әҙерләй.
Ауылда бармаҡ менән генә һанарлыҡ кешеләр утын әҙерләй. Күптәренең ундай форсаты ла булмай. Ер туңғансы Ҡондоҙлоноң йөҙҙән артыҡ кешеһе үлә. Ә инде ер туңғас, мәйеттәрҙе ерләргә ир-ат юҡ тиерлек. Ҡайһы бер өйҙәрҙә бер тере кеше ҡалмай. Ауыл ҡарттары ҡыш буйына өй беренсә йөрөп, мәйет йыя. Ауыл халҡына туң ерҙе ҡаҙып, мәйеттәрҙе ерләү түгел, хатта үлгәндәрҙе йыйыуы ла ныҡ ҡыйынға төшә. Улар байҙарҙың келәттәрен мәйеттәр менән тултыра. Мәйет йыйыусылар ҡайһы бер өйҙәргә инергә ҡурҡышып тора. Йорттарҙың ишектәре асыҡ, тәҙрәләре тишек. Инеп ҡараһалар, мәйеттәрҙең йә бер бото, йә икеһе лә, йә ярты билдән ағзалары юҡ. Шундайҙарын, келәттәр тулған булһа ла, бушыраҡтарына ташыйҙар.
1921 йылда Ҡондоҙло ауылының 822 кешеһенең ни бары 110-ы иҫән көйө яҙға баҫа. Заһит туғыҙ йәшлек Ғәбделхәлилен үҙе менән йөрөтә. Яңғыҙ сыҡҡылағанында: “Бынау малайҙа ит ишараһы бар”, – тип әйткәндәрен Заһит үҙ ҡолаҡтары менән ишетә.
***
1922 йылдың февраль аҙағы. Ҡояш нурҙарының әллә ни йылыһы булмаһа ла, ҡарҙар аҙ-маҙ ирергә маташҡан һымаҡ шырауланып өңөлә башлай. Өйҙә йылы етмәгәнлектән, бигерәк тә күңел туңдырырлыҡ ҡыштан һуң кешеләр күпләп тышҡа сығып йылына. Улар ишек алдына сығып, ҡояш нурҙарына биттәрен, ҡулдарын ҡуйып, биттәре-ҡулдары аша күңелдәрен йылытырға тырыша. Эстән генә шомланып шулай уйланып ҡуйыусылар ҙа бар: ярай ҡояшыбыҙ бар, ул сыҡмай ҡуйһа, нимә эшләр инек?
Өйҙән сығып ҡайһы яҡҡа ҡарамаһындар, шул яҡта байҙарҙың келәттәре. Уларҙа мәйеттәр ята. Тере ҡалғандарҙың, бәлки, ул турала уйларлыҡ та хәле юҡтыр. Ҡарттар ҡайғыра. Көндәр ҡапыл йылытып алып китһә, келәттәр тулы мәйеттәр ирей башлаһа, ни ҡылмаҡ кәрәк? Ауыл халҡының ҡәбер ҡаҙырға хәле юҡ.
Ҡарҙар ирей башлағансы яңы власть ҡыҙылармеецтарҙы, ғәйебе ауыр булмайынса төрмәгә эләгеүселәрҙе ҡайтара башланы. Властар иген сәсеүҙе, илде аяҡҡа баҫтырыуҙы хәстәрләй. Ә Ҡондоҙло кеүек ауылдарҙа сәсеү тураһында түгел, тәүҙә мәйеттәрҙе йыйыштырыу хаҡында уйларға кәрәк. Ҡарттар Аллаһы Тәғәләгә илап-ялбарып намаҙ уҡығандан һуң сәғәттәр буйы теләктәрҙә ултырҙы.
Шулай көн дә ялбара торғас, марттың унынан егермеһенә тиклем Ҡондоҙлоға егермегә яҡын ир-егет ҡайтып төштө. Ҡайһылары әрменән, ҡайһылары төрмәнән, ҡайһылары ҡасаҡтар. Аҡтар әрмеһенән ҡасып йөрөгәндәрҙе совет власы ҡолас йәйеп ҡаршы ала. Ауыл халҡы өсөн бик ҡыуаныслы ине уларҙың ҡайтыуы. Ә ҡайтҡандарҙың үҙҙәре өсөн барыһы ла ҡыуаныслы түгел ине. Кемдәренең ғаиләһенән бер-ике кеше бар, ҡайһыларының һис кеме ҡалмаған. Үлгән артынан үлеп булмағандай, ҡайтып төшөүселәр илашып-һыҡташып алғандан һуң көрәк тотоп зыяратҡа ағыла.
Ҡондоҙло ауылының зыяраты бишләтә ҙурая. Халыҡ үҙ елкәһенә төшкән хәсрәтле әсе яҙмышты күтәреп, кешелек бурысын тулыһынса үтәп сыҡты. Ҡарҙар иреп, ер кибеп, сәсеү ваҡыты еткәнсе дауам итте мәрхүмдәрҙе йыйыштырыу эше. Ул бурыс үтәлә үтәлеүгә, ә ҡалғандарға йәшәргә кәрәк. Ашамайынса йәшәп булмай. Хөкүмәт кешеләргә саҡ ҡына ла ярҙам ҡулы һуҙа алмай. Бер нисә кеше берләшеп, бурысҡа иген алып сәсә.