Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

“АҒИҘЕЛ”ГӘ ХАТТАР КИЛӘ

Изге бүре балалары

Башҡортостандың яҙыусылар союзы ағзаһы Нияз Алсынбаевтың “Изге бүре балалары” (“Дети священного волка”. Уфа. 2013. На русском языке) китабының ҡоролошо ғәҙәттәгесә түгел . Беренсенән, был китаптың титул битендә үк исеменә ҡыҫҡа аңлатама бирә автор: башҡорт – ҡаҙаҡ мөнәсәбәттәренең популяр тарихы. Китаптың төп өлөшөн алып тора ошо тарих. Әммә уға тиклем “Китап тура­һында уҡыусылар фекере” урын алған. Финанстар белгесе Аслан Есполов (Астана, Ҡаҙағстан), филология фәндәре докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған мә­ҙәниәт хеҙмәткәре Розалия Солтан­гәрәева (Өфө), юрист Элмира Жалмагамбетова (Астана, Ҡаҙағстан), педагог Гөлсара Зикирина (Күкшелтау, Ҡаҙа­ғстан), тарих фәндәре кандидаты Миләүшә Мирхәй­ҙәрова (Өфө, Башҡор­тостан), А. Ғәбитов (Баймаҡ районы, Башҡортостан) Алсынбаев яҙған тарихҡа үҙ мөнәсәбәтен белдерә. Бүтән ҡайһы бер китапта “Баш һүҙ”, “Инеш һүҙ” булғылай торғайны. Шуның урынын алған әле әйткән фекерҙәр. Һәйбәт алым. Хәҙерге заманса әйтһәң, китапҡа реклама. Рекламаны тауарҙы этәреүсе көс, тиҙәр бит. Магазин кәштәһе янында китапты асып, быны һатып алырғамы – юҡмы, тип торғанда ыңғайға этеп ебәрә ҡыҫҡа ғына итеп китаптың асылын белдергән фекерҙәр.
Шунан һуң китаптың төп өлөшө башлана: башҡорт – ҡаҙаҡ мөнәсәбәттәренә Нияз Алсынбаевтың ҡарашы тасуирлана. Был хаҡта ентекләберәк саҡ ҡына тора­раҡ һүҙ булыр.
Китаптың икенсе өлөшөндә автор башҡорттарҙың һәм ҡаҙаҡтарҙың ғөрөф- ғәҙәттәренә, фекер үҙенсәлектәренә ҡағылышлы яҙмаларҙы урынлаштырған. Былары, дөрөҫөн әйткәндә, башҡорт – ҡаҙаҡ мөнәсәбәттәре тарихын яҙған саҡта тыуған, әммә темаһы буйынса китаптың төп өлөшөнә туры килмәүҙән айы­рым­ланған бүлек.
“Изге бүре балалары”ның өсөнсө өлөшөн башҡорт халҡының ырым-ыша­ныуҙарына нигеҙләнеп яҙылған хикәйәттәр тәшкил итә.
Бына ошондай үҙенсәлекле – әҙәби ҙә, ғилми ҙа түгел, әммә икеһен бергә ҡушып туҡығандан барлыҡҡа килгән китап. Мәғлүм булыуынса, әҙәби китап – ул башынан аҙағынаса халыҡтың иртәктә­ренән, әкиәт, хикәйәт, риүәйәттәренән, яҙыусы уйлап тапҡан роман, повесть, хикәйә, шиғыр, драма, поэманан торған китап. Халыҡтың бөтөн ҡатламына ла тәғәйенләнгән була ул. Ғилми китап – ғалим унда һәр төрлө дәлилдәр: лаборатор тикшереүҙәр, һынауҙар, сағыш­тырыуҙар, бығаса йәшәгән ғалимдарҙың әйткән-яҙғандарына һылтанмалар аша үҙ фекерен раҫлай. Ғилми китап ғалим­дарға, студент, аспиранттарға тәғәйен­ләнә.
Дөрөҫ, фәнни-популяр әҙәбиәт тигән төшөнсә лә бар. Быныһы инде тәүге ике бүлеккә тап килмәгән китаптарҙы баҫты­рып сығарыуҙы аҡлау өсөн табылған бер уйҙырма. Быныһы уҡыусыларҙың һәммә­һенә лә тәғәйенләнә. Ғәжәпкә ҡаршы, тап ошондай китаптар торған һайын ны­ғыраҡ тарала һәм күберәк уҡыла. Бының сере ябай ғына сиселә. Кешеләр, ҡайһы ғына ҡитғала йәшәмәһен, ниндәй генә телдә һөйләшмәһен, тәне аҡ, ҡара, ҡыҙғылт, һары булмаһын, – һәр саҡ күберәк белергә, яңынан-яңы белем үрҙәренә өлгәшергә тырыша. Ошо ынтылыш нигеҙендә белемдең ниндәйҙер бер өлөшөн ныҡлап өйрәнеүселәр ғалим булып китә. Ә тормош күренештәрен һүрәтләй белеүселәр яҙыусы була. Ҡалған күпселек улар уйлап тапҡанды өйрәнә һәм яҙғанды уҡый – шуның менән белемгә ынтылыш ҡеүәһен ҡәнәғәт­лән­дерә. Әммә ҡалын-ҡалын әҙәби китапты уҡыу еңел нәмә түгел. Мауыҡтырғыс булһа ла, күп ваҡыт һәм түҙем талап итә. Ғилми әҙәбиәтте әйтеп тораһы ла түгел, уны уҡыр өсөн махсус әҙерлек кәрәк. Әйтәйек, электроника терминдарын аңлар өсөн генә лә техник вуз бөтөү талап ителә.
Әлеге әҙерлек һәм түҙемлек һәр кешегә лә бирелмәй. Күпселек аҙыраҡ уҡып күберәк белергә теләй. Бына ошонда фәнни-популяр әҙәбиәт ярҙамға килә лә инде. Ул еңел уҡыла, аңлайышлы телдә, махсус терминдарһыҙ яҙыла, шул уҡ ваҡытта яҙыусылар яҙа торған һүрәт­ләүҙәрҙе барлыҡҡа килтерә, ғалимдар фекере менән эш итә. Күпселеккә ошо үҙенсәлек кәрәк тә инде. Ул вуз бөтмәһә лә фәнни-популяр әҙәбиәт аша ете ҡат ер аҫтында ни барлығын, быуат-быуаттар элек нимә булғанлығын, киләсәктә йыһанда ниҙәр булыуы ихтималлығын белә ала. Кешеләрҙең туҡһан туғыҙ өлө­шөнә ошо кәрәк.
“Изге бүре балалары” китабы башҡорт – ҡаҙаҡ мөнәсәбәттәренең популяр тарихы тип юҡҡа ғына әйтмәй Нияз Алсынбаев. Һәр автор кеүек үк, ул да китабын уҡыусыларҙың күберәк булыуын теләй һәм тик фәнни-популяр әҙәбиәт кенә меңәр-меңәр уҡыусы бирә алғанын да белә. Әлбиттә, башҡорт – ҡаҙаҡ мөнәсәбәттәренең һәр ваҡиғаһы үҙе романға торош. Тик Нияз Алсынбаев нисек кенә эшмәкәр булмаһын, ул тиклем күп роман яҙырға ауырһыныр. Һәр ваҡиғаны тарихи факттарға таянып, тарихи шәхестәрҙең үткәндәрен ғилми раҫлар ине, Нияз Алсынбаев Башҡорт дәүләт педагогия университетының тарих – инглиз факультетын тамамлаған булһа ла, тарихсы һөнәре буйынса эшләмәй. Шуға күрә үҙе белгәндәрҙе бүтәндәргә еткерер өсөн фәнни-популяр китапты ҡулай һанай.
Хәҙер инде башҡорт – ҡаҙаҡ мөнәсәбәттәренең тарихына ныҡлабыраҡ туҡталайыҡ. Был фани донъяла әле йәшәүсе башҡорттарҙың күпселеге совет дәүерендә тыуып-үҫеп, шул заман тәр­биәһен алған кешеләр. Мәктәп, урта махсус, юғары уҡыу йорттарында ла башҡорт – ҡаҙаҡ мөнәсәбәттәре тураһында ләм-мим әйтелмәне, тарих китаптарында был турала яҙылманы. Ошо мөнәсәбәттәргә ҡағылышлы һүҙ булһа, ул тик риүәйәт, ҡисса кеүек халыҡ ижады өлгөләрендә генә ине. Уларҙа иһә һүрәтләнеш бер төрлө генә күрһәтелде: ҡаҙаҡ башҡортҡа барымтаға йөрөгән, башҡорт ҡаҙаҡҡа ҡарымта ҡайтарған. Шул талаш-тартышта кемдер еңеп батыр булған, икенсеһе бахыр ҡалған. Икенсе мәғлүмәт – ҡаҙаҡтарҙың уҙған быуаттың уртаһында Башҡортостанда күмәкләп көн итеүе хаҡында ине. Былары ҡаҙаҡтың оҫта малсы булыуҙары тураһында ҡарһүҙ һәм ҡайһы бер мәрәкә шәхестәр хаҡында көләмәстәр ине. Шуның менән вәссәләм.
Ҡаҙаҡтарҙа башҡорттар тураһында һөйләнгән һүҙ ҙә ошонан ары китмә­гәндер, моғайын. Сөнки ул заманда республикалар, халыҡтар араһындағы мөнә­сәбәт хаҡында һөйләү тик синфи ҡараш­тан ғына сығып булды, китаптарға инһә был һүҙ ете ҡат иләктән һөҙмәйенсә үткә­релмәне. Маҡсат бер генә ине – социалистик революцияға ҡәҙәр халыҡтар араһында ниндәйҙер дуҫлыҡ, ярҙамлашыу мөнәсәбәтенең булыуы ла мөмкин түгеллеген, әгәр аралашыу була ҡалһа, тик рус эшсеһе һәм крәҫтиәне аша ғына барыуы ихтимал тигән уйҙырманы алға һөрөү булды. Социалистик осорҙа иһә был мөнәсәбәт республикаларҙың бере­һенән икенсеһенә промышленность, сеймал һәм эшсе көсөн күсереп ултыртыу рәүешендә барҙы, миллион һумдар, тонналар, меңәр кеше һаны менән иҫәп­ләнде. Тығыҙ аралашыу рәүеше Ҡаҙағ­стан­дағы сиҙәмде күтәреү, металл сығарыу, күмер ҡаҙыуҙа, мәҙәниәттә баш­ҡорт­тарҙың ҡатнашыуы тип аталды. Ҡаҙаҡтарҙың Башҡортостанға килеп дуҫлыҡ ептәре һуҙыуына миҫалдар ҙа юҡ ине шикелле, һәр хәлдә автор уларҙы күрһәтмәй, ә миңә билдәле түгел.
Нияз Алсынбаев башҡорт – ҡаҙаҡ мөнәсәбәттәрен юллауҙы бик тәрәндән башлай. Боронғо риүәйәт буйынса, башҡорттар Уралға Аҡ бүрегә эйәреп килгән. Шуға уларҙы әле лә изге бүре балалары тип һанайбыҙ, ти ул. Ә ҡаҙаҡ менән башҡорт яҙма тарихҡа тиклемдән алып күрше йәшәй, бер-береһен ярты һүҙҙән аңлай. Ағай-эненең ыҙғышып, һүҙгә килешеп киткән сағы ла булғылай инде, ни хәл итәһең, тормош бит. Шуның һымаҡ, ҡаҙаҡ менән башҡорт араһында барымта, ҡарымта ла сығып киткеләгән. Әммә бер ваҡытта ла үлемесле һуғыш, меңәр кешене ҡырыу, шул арҡала тере күңелдә ғүмерлек үс һаҡлау булмаған, ти Нияз Алсынбаев. Дөрөҫ, 1755 йылғы хәлде беҙ ҙә, улар ҙа онотмағанбыҙ. Башҡорт баш күтәреүен баҫтырыр, ҡанға батырыр өсөн килгән Мәскәү батшаһы ебәргән ҡырғынсыларҙан ҡасып, бик күп башҡорт ҡаҙаҡ далаһына китә. Ҡаҙаҡтар уларҙы бәләгә тарыған туғаны итеп ҡаршы ала, тамағын туйҙыра, йәшәргә ер бирә. Әммә араға өсөнсө бәндә ҡыҫыла. Көс өсәү булдымы, һис шикһеҙ, икәүһе берәүгә ҡаршы берләшә һәм өсөнсөнө йә ҡыҫырыҡлап сығара, йә юҡ итә. Урыҫ яғы ҡаҙаҡты башҡортҡа ҡаршы һөсләтә ала. Урҙа ғәскәре башҡортто ла, уны һыйындырған ҡаҙаҡты ла ҡыҙған­май: меңәрләгән кеше һәләк була. Иҫән ҡалғандары кире иленә ҡаса. Яйыҡтың уң ярында быларҙы мыҫҡыллы йылмайып урыҫ ғәскәре ҡаршылай. “Былары беҙҙе тамам юҡ итә икән”, – тип ҡурҡҡан башҡортҡа теймәйҙәр. “Беҙҙән ҡасып киткәйнегеҙ ҙә ул, ҡаҙаҡты туған күреп, ана ни эшләтте жолдасығыҙ, – тиҙәр. – Беҙҙең менән һыйышып йәшәүгә ни етә”, – тип тә өҫтәйҙәр. Бына ошо була инде “бүлгеләү һәм типкеләү” сәйәсәте.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, башҡорт – ҡаҙаҡ мөнәсәбәттәрендә быға оҡшаш миҫалдар бар. Башҡорт та, ҡаҙаҡ та тәбиғәт балалары, Аллаһ ҡолдары. Тәбиғәт менән Аллаһ ҡына алдамай, ә беҙ бөтөнөһөн дә шулай күрәбеҙ һәм һәммәһенә лә ышанабыҙ, кенә ҡыумайбыҙ. Ошоно өсөнсөләр оҫта файҙалана.
Башҡорт менән ҡаҙаҡ араһында дошманлыҡҡа ҡарағанда дуҫлыҡ, туған­лыҡ бәйләнештәре көслөрәк һәм нығы­раҡ. Уның шулайлығын беҙ 1917 йылдан башлап эшмәкәрлек иткән Башҡорт хөкүмәте һәм Әхмәтзәки Вәлиди тарихынан яҡшы беләбеҙ. Вәлиди менән бергә Петербургта хеҙмәттәшлек иткән ҡаҙаҡ­тар башҡорттар менән ҡуша ерле автономия ҡороуға тотоналар. Ошонан башлап ныҡ алға китте ҡаҙаҡ халҡы һәм бөтөн донъя үҙен һанларлыҡ бойон­дороҡһоҙ дәүләт төҙөй алды, халыҡ-ара абруй ҡаҙанды.
Башҡорттар менән ҡаҙаҡтар күрше йәшәгән халыҡтар ғына түгел, күп йәһәт­тән бер-береһенә ныҡ оҡшаған ҡәүемдәр. Уларҙың һүҙен төшөнөр өсөн тылмас кәрәкмәй, ғөрөф-ғәҙәттә лә яҡынлыҡ бик күп. Хатта ашаған ризығыбыҙ ҙа берҙәй үк. Туғанлығыңды танып, етәк­ләшеп, әйҙә, елдер дала буйлап! Ҡара, һоҡлан: ана ниндәй бөйөк Астана төҙөп ҡуйҙы ҡаҙаҡ. Беҙҙең дә шуға хәлебеҙҙән килмәйме ни? Килә!
Ана шул хаҡта һөйләй Нияз Алсынбаев “Изге бүре балалары” китабында. Уны яҙыр өсөн автор бик күп китап уҡыған, башҡорт – ҡаҙаҡ мөнәсә­бәт­тәренә ҡағылышлы һәр мәғлүмәтте бала сағынан уҡ йыя килгән, тарих менән ныҡлап шөғөлләнә башлағас, әллә күпме фактик материал табып, шуларҙы ана­лизлаған. Ошоноң һөҙөмтәһе булып тыу­ған да инде фәнни-популяр китап. Ҡот­лайым, ҡәләмдәш, уңышлы хеҙмәт емешең менән! Шуға өҫтәп бер теләгемде лә еткерәйем: һинең ҡулыңда халҡы­быҙҙың меңәр битле китапҡа ла һыймаҫ тари­хы­нан бай материал бар. Ошо ваҡиғалар тураһында, башҡортто ла, ҡаҙаҡты ла иреккә күтәргән батырҙа­рыбыҙ хаҡында романдар яҙһаң икән. Бы­ға һинең ҡулыңдан килә!
Ғәлим Хисамов,
Салауат Юлаев исемендәге
дәүләт премияһы лауреаты.