Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Юнир Салауатов

БӨРЙӘН МӘҘӘКТӘРЕ

Ниндәйе кәрәк ?
Бөрйән буйлап гастролдә йөрөйбөҙ. Оло юл буйында урман эсендәге киоскыға инеп ҡымыҙ эсергә булдыҡ. Тирә-яҡта бер кем күренмәй. Аптырағас, киоск тәҙрәһен шаҡыныҡ. Тәҙрә эс яҡҡа табан асылды. Унда бер йәш ҡатын ултыра.
– Һеҙ ҡымыҙҙың “былайы”нмы, әллә “түрәләрский”ен эсәһегеҙме? – тип һораны ул. Беҙ эсемлектең ундай сорттарға бүленгәнен белмәгәс ни:
– Улар араһында ниндәй айырма бар? – тип һораныҡ.
– “Былайы” – ябай ҡымыҙ. Уны халыҡ эсә. Ә Өфө яҡтарынан килгән тикшереүсе-фәләндәрҙе, түрә-мүрә ҡунаҡтарҙы һыйлар өсөн ҡымыҙға араҡы ҡушабыҙ. Уныһы – “Түрәләрский”, – тип аңлатты ҡатын.

Яңылышты
Байназар ауылында йәшәгән, хәҙер инде мәрхүм булған Ғәлиәхмәт ағай бала ваҡытынан уҡ колхозда звеновод, бригадир, учетчик, завсклад булды. Эҫкерт-кәбәндәрҙе, мал-тыуарҙы, ерҙең гектарынан күпме уңыш биререн үлсәп тә тормайынса, фәләнсә ауырлыҡта, фәләнсә центнер, тип әйтә лә ҡуя ине.
Бер саҡ, ауырлығын алдан әйткәндән һуң, ҡыҙыҡ өсөн бер тананы үлсәп ҡаранылар. Ғәлиәхмәт ағай барлығы бер кило ла йөҙ грамға яңылышты!

Нурислам ағай
Гуманитар уҡыу йорттарында, программа буйынса, әҙәби китаптарҙы күп уҡырға кәрәк. Һан менән әйтһәң, ике-өс йөҙҙән дә артып китәлер. Шуларҙы нисек уҡып бөтәһең инде. Ә уҡырға, имтихан бирергә кәрәк.
Минең күршем Нурислам ағайҙың бәләкәй сағында уҡ әсәһе үлгән. Атаһы рус ҡатынын алып, тормошон дауам итә. Үгәй әсә малайҙы руссаға өйрәтә. Замандар бик ауыр булғас, бала барлығы беренсе синыфты ғына тамамлай ала. Шуныһы бик ғәжәп: Нурислам ағай ғүмеренең һуңғы көнөнә ҡәҙәр китап яратты. Рус, сит ил классиктарының бик күп әҫәрҙәрен уҡыған ул.
Мин Өфө сәнғәт институтында уҡып йөрөгәндә, задание итеп бирелгән әҫәрҙәрҙең сюжетын Нурислам ағайҙан һөйләтеп, хәтерҙә ҡалһын тип әҙ-мәҙ ҡағыҙға яҙып алып, шуның менән имтихандар бирҙем.

Үлмәҫбай ағай
Ауылдашым, тракторист Үлмәҫбай ағай ҙа әҙәби әҫәрҙәр уҡырға бик әүәҫ булды. Ул ғына ла түгел, тәбиғәт уға үҙе уҡыған әҫәрҙәрен бик оҫта, тасуири итеп һөйләй белеү һәләте биргән. Уның мимикаларында, күҙ ҡараштарында әҫәрҙең бар эпизодтары, геройҙарҙың образдары экрандағы кеүек күренә ине. Ҡыш клубта, бесәндә кисен ҡыуышта ял иткәндә Үлмәҫбай ағайҙы беҙ – малайҙар ҙа, ололар ҙа бик яратып тыңлай торғайныҡ.
Бер саҡ ауылға М. Шолоховтың “Тымыҡ Дон” әҫәре буйынса режиссер Герасимов төшөргән кино килде. Уны бөтә ауыл ҡараны. Кино менән әҙәби әҫәр араһында, ғәҙәттә, ҙур айырма килеп сыға. Әҙәби әҫәрҙәге бар ваҡиғаларҙы, яҙыусының фантазияларын, философик фекерҙәрен, һығымталарын кинола биреп бөтөрөп булмай. Үлмәҫбай ағай ул әҫәрҙе күптән инде бер нисә тапҡыр уҡыған булған. Клубтың ҡыҙыл мөйөшөндә рәттән өс кис ул ошо әҫәрҙе һөйләне. Уны тыңлаған Мөҙәрис, Солтангәрәй, Шәһит, Яңыбай ағайҙар:
– Кино шәп тә, ләкин Үлмәҫбай ҙа шәп һөйләй бит, – тип баһа бирҙеләр.

Үҙең эшлә
Уҙған йылдарҙа Иҫке Собханғол ауыл хакимиәте башлығы булып эшләгән Рәмилә Салауатова урамдан уҙып барғанда бер ир:
– Рәмилә апай, баш ауырта, ун һум бир әле, – тигән.
– Миндә штат бар. Үҙеңде эшкә алам. Дворник булып эшлә. Аҡсаң да булыр. Урам буйлап хәйерселәнеп тә йөрөмәҫһең, – тигән Рәмилә ханым.
– Үҙең эшлә, – тигән дә теге ир, китеп барған.

Был да бер мәҙәк
Беҙҙең Бөрйән фольклорға бик бай. Тәүтормош кешеләре тарафынан уҡ ҡалдырылған Шүлгән мәмерйәһендәге һүрәттәр, меңәр йыл буйы йәшәп килгән легендалар, әкиәттәр, эпостар, йырҙар, бәйеттәр, бейеүҙәр... Профессиональ кимәлгә еткән художество һәләтле, танылған кешеләре, драматургтары, шағирҙары, композиторҙары, шулай уҡ талантлы үҙешмәкәрҙәре, артистары, интеллигенцияһы бик күп. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, район мәҙәниәт һарайында бер ваҡытта ла халыҡ театрын ойоштороусы табылманы. Был – үҙе бер мәҙәк.

Эсенә типкән
Байназар ауылында йәшәүсе Зиннур ағай ҡатыны Хәмиҙә апай менән бик төпкөл урманда булған ергә бесән сабырға бара. Бер сәғәт тирәһе эшләгәс, ашап алалар. Тамаҡ туйғас, ял итергә тип Хәмиҙә апай муйыл күләгәһендә башын йәш бесәнгә терәп, серем итеп алырға уйлай. Шул саҡ башына бер елле уй килә бының. “Телерекламанан күргәнсә, маңлайымдағы йыйырсыҡтарҙы шымартырға бал менән массаж эшләһәм, бала-саға көлә, ауыл ҡатындарына улай килешмәй, тиҙәр. Бында мине бер кем дә күрмәй”, – ти ҙә, битенә бер ҡалаҡ балды һөртөп, йоҡомһорап китә. Күп тә үтмәй уның битенән йылы ғына ҡул һыйпай.
– Зиннур, юҡ менән ҡыланма. Бар, бесәнеңде сап, – ти ҡатын битен һыйпаусыға. Һыйпаусы ҡулын алмағас, Хәмиҙә апай ҡапыл күҙен асып ебәрһә, башмаҡ хәтле бер айыу, банкылағы балын ашап бөтөп, апайҙың битен ялай икән. Апай, ҡурҡышынан ырғып килеп тора ла, тайыш табандың эсенә тибә. Көтөлмәгән һөжүмдән ҡурҡып, айыу әрәмә араһына инеп юғала.
Бындай хәлгә күптәр ышанмай. Айыуҙарҙың да үҙҙәренә хас холҡо бар. Балаларын ҡыҙғанып, инә айыу кешегә һөжүм итергә мөмкин. Унда ла ул кешене ашамай, ә туҡмап ҡайтара. Ғөмүмән, айыуҙар кеше менән осрашыуҙан үҙҙәре ҡаса. Ә бал еҫе айыуҙарҙың кешенән ҡурҡыу инстинктынан да көслө.