Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

Гөлдәрҙең маңдай бәхете

Аттың илағанын күргәнегеҙ бармы? Мин шаһит булдым. Унынсыны тамамлап, колхозда һарыҡ көтөүсеһе булып эшләп йөрөгәндә бергә хеҙмәт иткән Рәхмәтулла ағайҙың (мәрхүм инде) ҡыш уртаһында өйөндә яғыр утыны бөткәс, ике ат менән урманға киттек. Быйылғы Өфөлә яуған ҡарҙай уҡ булмаһа ла, ул йылды мул яуҙы, халыҡ теле менән әйткәндә, аттың бауыры аҫтынан өҫтәрәк ине. Байтаҡ утын ҡырҡып тейәп алғас, ҡуҙғалырға булдыҡ. Иң беренсе ағайҙың ҡола бейәһе санаһын һөйрәп китергә, артынан мин турысайым менән эйәрергә тейеш. Тик бейә, нисек кенә ҡыуалап-әйҙүкләп ҡараһаҡ та, йөгөн урынынан ҡуҙғата алманы. Ауыр утындан баҫылып упҡайны йәшәнкәле сана. Мин теҙгендән тотоп алға тартам, ағай дилбегә ҡаға. Ҡәһәтләнеүҙән файҙа сыҡмағас, “һарыҡташым” (бергә эшләгән чабандарҙы беҙ шулай атап йөрөттөк) ағас йыҡҡан урындан елле генә шыйтыҡ ҡайын ботағы алып еккеһен ҡайыҙларға тотондо. Бисара малҡай алғы аяҡтарына тубыҡланып һөйрәп ҡараны, килеп сыҡманы. Ахырҙа, хужаһының туҡтауһыҙ һуғыуына битараф булып, ҡатып ҡалды. Шул сағында малҡайҙың күҙҙәре тапҡырынан юлаҡланып төшкән дымлы эҙҙәрҙе күреп тетрәндем.
Эйе, илай ине ҡола бейә. Ат булып яратылып та, үҙенә тәғәйен ғәмәлде башҡара алмау ғәрлегенәнме, әллә башҡа сәбәптәнме? Кем белә, бәлки, быуаҙ булһа, ҡолонон йәлләп, типһә тимер өҙөрлөк ир заттарының тик әсәйлек бурысы өсөн яратылған йән эйәһенә ошондай мөнәсәбәт күрһәтеүенә ризаһыҙлығын белдереп үкһегәндер малҡай...
Уның күҙ йәштәре миңә шул тиклем ныҡ тәьҫир итте: ағайға “Етте, һуҡма!” тип ҡысҡырып, аттарҙың икеһен дә тиҙ генә туғарып, алмаштырып егеп ҡуйҙым. Минең турысай – йөк һөйрәп өйрәнгән өлкән йәштәге йыуан ат – баяғы ҡуҙғата алмаған сананы бер ынтылыуҙа дыһырлатып һөйрәп алып китте. Уның артынан һалынған әҙер юлдан ҡола бейә эйәрҙе. Аттарыбыҙ ауылға ҡайтып еткәнсе бер тапҡыр ҙа туҡтаманы.
Һәр ваҡыттағыса, иң ауыры – алдан барыусыға, ҡалғандар иһә әҙер, тапалған юлдан эйәрә. Турысайҙы алға ҡуйырға тейеш булғанбыҙ ҙа... Тормошта ла шулай бит: беҙ, ир-ат, күп осраҡта үҙебеҙ башҡарырға тейешле ғәмәлдәрҙе нескә заттарҙың иңенә һалабыҙ. Ә, төптән уйлап ҡараһаң, тәбиғәттә, йәмғиәттә, ғаиләлә “көслө кеше” тигән вакантлы урынды улар беҙ көсһөҙ булған өсөн яуларға мәжбүр...
Хеҙмәт биографияһын сәнғәт донъяһында актер, йырсы, композитор булып башлап ебәреп, был юҫыҡта бер кемдекенә лә оҡшамаған үҙенсәлекле ижад емештәре, айырыуса балалар өсөн бишек йырҙарына торошло моңло әҫәрҙәр тыуҙырыуға өлгәшеп, эше Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премияһы менән баһаланған, ошо юлда үҙенең донъяһын булдырғандан һуң ҡапыл һөт ризыҡтары әҙерләү кәсебенә тотонған, Башҡортостан юлдаш телевидениеһында “Бай” тапшырыуын алып барған Гөлдәр ИШҠЫУАТОВА тормошо, хеҙмәт юлы хаҡында һөйләгән сағында бер нисә тапҡыр илап алғас, ҡола бейәнең күҙ йәше иҫемә төштө лә инде.

Иҡтисад та – ижади эш...
2014 йылдың йәйендә Өфөгә Баймаҡ районынан “йүкә телефон” агентлығы шундай хәбәр килтереп еткерҙе: “Имеш, йырсы һәм композитор Гөлдәр Ишҡыуатова тыуған ауылы Үрге Нуғайҙың ташландыҡ малсылыҡ фермаһын һатып алып, унда ремонт эштәре үткәреп, үҙ эшен асырға йөрөй. Һөт ризыҡтары – май, ҡорот, ҡыҙыл эремсек, эркет һыуы һ.б. – етештереп, магазиндарға һатыуға сығарырға ниәтләй. Ошо көндәрҙә цехын тантаналы асып, тыуған ауылы янында һабантуй ҙа үткәрмәксе икән...”
Бына һиңә кәрәкһә! Дөрөҫөн әйтәм: ошо хаҡта ишеткәс үк, республикабыҙ сәнғәте күгендә танылыу яулап, йәштәрҙең һәм балаларҙың кумирына, яратҡан сәхнә йондоҙона әүерелеп өлгөргән Гөлдәрҙең был аҙымын “йәшлеккә бәйле романтик ашҡыныу” тип кенә ҡабул иттем. Хәбәр ысынбарлыҡҡа тура килгән хәлдә лә, башланғыс оҙаҡҡа бармаясаҡ, тип тә уйланым. Уның йәшендә бит беҙ ҙә максималист инек. Хатта бер төркөм йәш ижадсылар, атап әйткәндә, Ҡол-Дәүләт, Рәйес Түләк, Ғәбиҙулла Зарипов, Дамир Шәрәфетдинов, Тамара Искәндәриә, Тәнзилә Дәүләтбирҙина һ.б., әле “Йәшлек” гәзите, “Ватандаш”, “Аҡбуҙат”, “Шоңҡар”, “Толпар”, “Тамаша” журналдары булмаған саҡта, ҡулдан яҙылған әҙәби баҫма сығарырға ла хыялланғайныҡ. Әммә был эште ғәмәли яҡтан бойомға ашырыу мәсьәләһе килеп тыуғас, хыялыбыҙ ҡыҫыр көйө генә торҙо ла ҡалды. Идея булыу менәнме ни, стратегия етешмәгән, күрәһең, беҙгә. Рәйес мәрхүм Түләк үҙенең кәсебен асыу теләге менән янды, беренсе аҙымдарын да яһаны, әммә тәүге ауырлыҡтарға юлығыу менән ниәтенән кире ҡайтты. Һәр хәлдә, сәнғәт, әҙәбиәт әһелдәре өсөн эшҡыуарлыҡ ситен шөғөл түгел. Финанс пирамидалары, селтәрле маркетинг тигән нәмәләр килеп сыҡҡас, байтаҡ ҡатын-ҡыҙ ижадсыларыбыҙ был шауҡымға бирелеп алды, бәғзеләре һаман да шул юлда йөрөй.
...Күп тә үтмәҫтән, Гөлдәр, үҙе шылтыратып, 2 августа тыуған ауылы Үрге Нуғайҙа үтәсәк тантанаға саҡырҙы. Тап шул мәлдә Баймаҡ районына командировкаға барырға тейеш инем. Әйтелгән ваҡытҡа ауыл фермаһына барып та еттем. Ысынлап та, Гөлдәр таштан һалынған мал аҙбарҙарын әҙәм ҡарарлыҡ сүрәткә килтереп ремонтлап, буяр ерен буяп, һылар ерен һылап, биналарҙың эсенә һөт аҙыҡтары әҙерләү ҡорамалдарын, ҡаҙанлыҡтар ултыртып та ҡуйған. Улай ғына ла түгел, тантанаға саҡырылғандарға ауыҙ иттереү өсөн тәүге тәжрибә рәүешендә һөт аҙыҡтары ла эшләп өлгөрткәндәр. Сервис супермаркеттарҙағы һөт ризыҡтарынан һис тә кәм түгел: ыҡсым ғына һауытсыҡтарға ҡорот, эремсек кеүек ризыҡтар һалынған, уларға матур этикеткалар йәбештерелгән, шунда уҡ әлеге аҙыҡтарҙың составы, кеше организмына ыңғай тәьҫире хаҡында аңлатма ҡағыҙҙары, реклама проспекттары ята. Фермала эшләйәсәк ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, Гөлдәрҙең әсәһе Зөлфирә апай ҙа бында. Барыһы ла ап-аҡ халатта, бар урында – таҙалыҡ, бөхтәлек, ыҡсымлыҡ. Ферманы асыу байрамына Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Илшат Хәмит улы Ситдиҡов, тағы ла бер нисә етәксе, журналистар, төбәктең төрлө ауылдарынан вәкилдәр, нуғайҙар йыйылған.
Сараның тантаналы өлөшө үткәндән һуң халыҡ ауылды яғалап аҡҡан Әмәндәк йылғаһы буйындағы матур аҡланға ағылды. Әйтергә кәрәк, ысын һабантуй үтте ул көндө. Милли байрамда ниндәй ярыштар ойошторолһа, шуларҙың барыһы ла булды был майҙанда. Уртаға ҡуйылған сәхнәнән иһә йыр-бейеү, уйын-көлкө яңғырап торҙо. Бында инде Гөлдәр үҙен оҫта ойоштороусы итеп танытты. Баш ҡалабыҙ Өфө, республика, төбәк-ара кимәлдә оло мәҙәни саралар, концерт программалары, телешоуҙар ойоштороп өйрәнгән кеше өсөн моңмо инде ауыл һабантуйын үткәреү?
Гөлдәр эшҡыуарлыҡҡа 2014 йылда ғына тотондом тип иҫәпләмәй. Минең тормошон шартлы рәүештә ике осорға – ижад һәм йүнселлек өлөштәренә – бүлеүемә лә ҡаршы сыҡты: тыуған ауылы фермаһында һөт аҙыҡтары етештереүгә тотонғанға тиклем үк, күпкә алда башлана был йүнәлештәге хеҙмәте. Ун йыл элек, 2004 йылда уҡ, шәхси предприятиеһы була уның: күмәк саралар, ижад кисәләре, концерт программалары ойоштороу менән шөғөлләнә. Тап шул осорҙа ҙур тираж менән аудио-видео продукция сығарып һата. Үҙенең йырҙары яҙылған караоке, шулай уҡ башҡортса-урыҫса-инглизсә йырҙары тупланған кассеталар тарата. Белгестәр әлеге ижад емештәренең өс телде лә өйрәнеү өсөн бик ҡулайлы булыуын билдәләй. Ғөмүмән, был йүнәлештәге эшмәкәрлеге Гөлдәргә аҡсаны күп килтерә.
Тап шул саҡта махсус иҡтисади белеме булмауы үҙен ныҡ һиҙҙерә. Шуға күрә 2007 йылда Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад факультетына уҡырға инә Гөлдәр. Ситтән тороп уҡып, диплом алыуға өлгәшә.
Алда әйткәнебеҙсә, Гөлдәр тормошон ике осорға бүлеп ҡарамай.
– Иҡтисад та, эшҡыуарлыҡ та – ижади эш, – ти ул. – Бер үк ваҡытта шиғыр, йыр, әҙәби әҫәр яҙыуҙан да ауырыраҡ, уларҙан да “ҡарараҡ” эш бармы икән был донъяла? Сәнғәт әһелдәрен, артистарҙы, йырсыларҙы сәхнәлә матур кейемдә күргән өсөн генә, уларҙың эшенән дә еңелерәк шөғөл юҡ, рәхәт йәшәйҙәр, тип уйлап, төптө яңылышабыҙ. Халыҡ был осраҡта: “Ашаған белмәй, тураған белә”, – тип дөп-дөрөҫ әйтә. Сәхнә – ул айсбергтың диңгеҙ өҫтөндә күренгән өлөшө, “каторга”ға тиң хеҙмәттең һөҙөмтәһе генә. Әгәр ул дөйөм күләмдең 25 процентын тәшкил итһә, “шаршау арты”ндағы 75-е – “ҡара эш”. Икенсе яҡтан ҡарағанда, бизнес-план, стратегик маркетинг эшләү миңә шиғыр, йыр яҙған кеүек. Сәнғәти ижадтан да туҡтағаным юҡ. Шиғырҙар тыуып тора. Минән һорап тормайынса күңелгә килә улар. Уйҙы туҡтатып булмаған һымаҡ, ижадты ла тыйыу мөмкин түгел. Һуңғы ваҡытта мәҫәлдәр яҙыла. Йырҙар ҙа килә күңелгә, уларҙы рәткә һалырға, аранжировка яһарға ваҡыт ҡына юҡ. Телетапшырыуҙар өсөн сценарийҙар яҙыу ҙа – ижади эш. Аҙна һайын яңы идеялар, яңы геройҙар, яңы тәҡдимдәр кәрәк...