Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Таңсулпан ҒАРИПОВА

Һабаҡ

Хикәйә

Байып барған ҡояштың ҡыҙғылт нурҙары тәҙрә быялаларын һандал төҫөнә буяны. Көнө буйы шашынып уйнаған ел, әлһерәп, ҡаршылағы тау итәгенә, урман эсенә инеп, күләгәгә һуҙылды.
– Ҡайҙа юғалды икән был малай? – ҡаҡса кәүҙәле, йөҙө лә, сәстәре лә берҙәй аҡ, ап-аруҡ оло йәштәге ҡатын үҙ алдына шулай һөйләнә-һөйләнә инде нисәнсе ҡат балконға сыға. Сыға ла, уң ҡулын ҡаш өҫтөнә ҡуйып, тирә-яҡты байҡай, көткән кешеһе күренмәгәс, сәс араларына тиклем үтеп инеп, ҡандай ҡыҙарып байыған ҡояшҡа ҡарап, уйланып тора. Ситтән күҙәткән кешегә етенсе тиҫтәне ҡыуып барған ҡатындың шунан башҡа шөғөлө юҡ кеүектер ҙә. Ул ололарға хас сабырһыҙлыҡ менән өҫтәл әҙерләп ташлағандыр ҙа, эштән ҡайтасаҡ улын, киленен, бөтә уйынды бер көндә уйнап бөтөрҙәй булып сапҡан ейәнен көтөп ала алмай аҙапланалыр…
Юҡ, тыныс түгел Зәйнәптең күңеле. Әлдән-әле балконға килеп сыҡһа ла, ҡайһы саҡ ниңә сыҡҡанын үҙе лә онота. Бәйләмен алып, эшкә керешеп ҡарай, тик уныһы ла ырамай, йә күҙе ҡала, йә ебе сеймәлә. Ейәне Димдең көнө буйы эт һуғарып урамда йөрөүенә лә күнегеп бара. Бигерәк тә улы менән килене йәшәгән бүлмәгә йоҙаҡ ҡуйылғаны бирле малайҙы өйҙә тотоп булмай, ояһынан биҙгән ҡошсоҡтай, ары һуғыла бала, бире һуғыла.
Әүәле урам эсендә генә йөрөр булды.“Өләсәй, тегене бир, быны бир”, – тип маҙаға тейеп бөтөр ине. Әллә ни арала үҙ йүнен үҙе күрерйәнгә әйләнде шул бала. Әйләнмәй ҙә ҡалай итһен? Өйҙә мәйет сыҡҡанда ғына була торған шыҡһыҙлыҡ. Бала күңеле быны һиҙмәйме ни ул? Бөгөнсө… йәкшәмбе. Үҙҙәре иртүк күл буйына ял итергә киттеләр. Дим ласкаларын алмаҡ булғайны, берәүһен тапмай ҙа тапмай… Ул арала машина эсендә ултырған ҡатынының сабырһыҙланып сарбайҙауына ярһыған Айраттың ишекте шапылдатып япҡаны ишетелде. Бына шулай, әсәң үгәй булһа, атаң еҙнәй була, тип белмәй әйтмәгәндәр. Сабыйҙың рәнйеүе төшөр тип тә уйламайҙар…
***
Үҙенең улына, Айратына, бик иғтибар биреп еткерә алманы шикелле Зәйнәп. Уның бар белгәне “балам ас-яланғас булмаһын, аталы балаларҙан кәм йәшәмәһен” тигән хәстәр ине. Шуға күрә лә алһыҙ-ялһыҙ эшләне. Көндөҙ фабрикала бил бөктө, кис подъезд йыуҙы, кешенән иләргә йөн алды, кер йыуҙы. Баҡса тотто. Емеш-еләген, йәшелсә-бәрәңгеһен күпләп үҫтерҙе. Уларҙы эшкәртеп тә, был көйө лә һатты, балалар баҡсаһына, дауаханаға тапшырҙы, ғаилә етеш йәшәһен тип, көндө төнгә ялғап ғүмер итте. Тапҡан-таянғанын тиненә тиклем әрәм-шәрәм итмәй, Айратына тип йыйҙы. Тырышлыҡ менән айырылмаһа ла, зиһене үткер булғандыр инде: Айраты институт тамамлап, инженер дипломы алды. Өйләнде. Бына шунан башланды инде бөтә был ығы-зығы. Берҙән-бер баламдың ҡатынын үҙ баламдай яратырмын, тип уйлағайны Зәйнәп башта. Шулай итте лә. Иртән үҙе торҙо, эшкә оҙатып ҡалды. Ейәндәрен дә баҡсаға йөрөтмәй ҡараны. Пенсияға сыҡҡас, үҙенә күрә эш тапты. Бер арала форсат табып, подъезд йыуыуын дауам итте. Пенсияһы ла арыу сыҡҡайны – ғүмер буйы ирҙәр эшендә йөрөнө бит. Бөтәһен дә улына бирҙе, еңел машинаға тиклем алышты.
Килене Ғәлиә ҡәйнә йортона төшкән сағында ҡараҡай ғына, ябыҡ ҡына ҡыҙ ине. Тәүге балалары, Зиләһе, тыуғас, техникумға уҡырға инде. Уны бөттө. Ситтән тороп институтты ла тамамланы. Эшендә йыш телгә ала башланылар үҙен. Гәзиткә лә “ударник” тип маҡтап яҙҙылар. Уғаса Димдәре донъяға килде. Килене эшкә сыҡты, малай тотошлайы менән өләсәһе ҡарамағында ҡалды.
Ғәлиә институттан һуң баштан-аяҡ йәмғиәт эшенә сумды. Ҡайҙа ғына һайламанылар уны! Айрат бер көнө кис, ҡатыны бөткөһөҙ ултырыштарының береһенә китер өсөн көҙгө ҡаршыһында биҙәнеп-яһанып торғанда һүҙ башланы:
– Бөгөн дә мероприятиемы?
Ғәлиә теш араһына шпилька ҡыҫтырған килеш кенә яуап бирҙе:
– Бөгөн комиссия по делам несовершеннолетних.
– Һине унда ни бысағыма һайланылар?
Ҡатын түбәһе өҫтөнә килешле өйөлгән сәсенә теш араһындағы шпильканы ҡыҫтырып, һомғол, ҡупшылығын юғалтмаған тәненә һыбашып торған сейә ҡыҙыл төҫтәге атлас күлдәгенең яғаларын рәтләне, рубин ҡашлы алҡаларын кескенә ҡолаҡтарына таҡты. Айрат түҙемһеҙләнеп уның артына килеп баҫты. Яурынынан ҡосаҡлап, башын ҡатынының елкәһенә терәне:
– Ғәлиәү, ғәфү ит. Үҙеңә бик күп алаһың түгелме? Балалар бар, әсәй ҙә ҡартайҙы. Теге комиссияла үҙ малайыңдың тәртибен тикшерергә тура килмәгәйе…
– Бала ҡарап, дүрт стена араһында бикләнеп ултырырға мин ҡарсыҡтыр һиңә? Уҡыуҙы тамамлағаны бирле ситлектәге кейек кеүек тоям үҙемде. Һәр аҙымымды күҙәтә! Ошомо миңә вәғәҙә ителгән бәхетле тормош?..
Айрат ҡатынынан ҡулдарын алып, һүлпән генә креслоға барып ултырҙы:
– Һинең азатлығың үҙең менән! Тик шуны онотма, һин – әсә! Бурысың…
– Бурыс, бурыс! – Ғәлиә, сығынсылаған аттай башын сайҡап, иренең һүҙен бүлде. – Ул сағында пенсионер әбейҙәргә ни эш ҡала? Бына һинең әсәңә?..
Зәйнәптең үҙе барҙа исемен телгә алып тауышланғандары юҡ ине бығаса. Был юлы, уның күрше бүлмәлә генә икәнлеген белә тороп, ошолай ҡыланалармы! Зәйнәп йөрәгенең дөпөлдәп типкәнен тойҙо. Тегеләр яғынан сығып, үҙенең бүлмәһенә үтте: “Икеһе лә ярһыған, араларында сыуалмайым”. Тауыштан ҡасып, бүлмәһенең ишеген япһа ла, килене менән улының ирешкәне бында ла ап-асыҡ ишетелә:
– Һинең балаларыңды ҡарап үҫтергәне өсөн ҡәйнәңә рәхмәтең ошомо?
– Һы… Ҡарамай ни ҡылһын ул? Беҙҙән башҡа барыр ере бармы? Ҡарай инде балаларыңды! Ҡараһын!..
Күрше бүлмәлә ниҙер дөһөрҙәне. Бер талайға тауыш бөтөнләй тынды. Шунан кинәт кенә шап итеп сикәгә һуҡҡан тауыш яңғыраны.
“Аһ!” – быныһы килененең тауышы ине. Зәйнәп түҙмәй улар эргәһенә атылды. Улы, ике ҡулын йоҙроҡлап, иҙән уртаһында тора. Йөҙө – ҡара күмер. Килене, сикәһен тотоп, стенаға һөйәнгән, нәфрәтле ҡарашын иренә төбәгән.
– Хәшәрәт! Хайуан! Һинең менән бер көн дә тормайым, ишетәһеңме? Бер көн дә…
– Тормаһаң, кит. Бүтәнде тапҡанһыңдыр.
– Эйе, таптым! Ләкин һинең ише мамочкин сынок түгел!
– Балалар, ни эшләйһегеҙ, балалар?! – Зәйнәп аҙарынып ике уртала сыуалды. – Нимә етмәй һеҙгә? Ни кейәйем, ни ашайым тимәйһегеҙ. Бары ла етеш! Гөлдәй ике балағыҙ үҫә. Эй, балалар!..
Килене шулай ҙа ҡапыл ғына айырылып сығып китмәне. Ләкин ир менән ҡатын араһынан ҡара бесәй үткәне көн кеүек асыҡ ине. Ғәлиә Айраттың өҫ-башын йыуманы, балаларын ҡайғыртманы, кистәрен хорға йөрөнө, һуңлап ҡайтты. Ҡотолғоһоҙ бәлә яҡынлашыуын тойоуҙан йөрәге өшөнө Зәйнәптең: мең михнәт менән үҫтергән ғәзиз балаһының – йөрәк итенең – тормошо ошолай булыр тип күҙ алдына килтергәйнеме һуң ул?
Ҡатын ҡулына орсоғон алды. Эңер һалҡынлығы төшкән кескәй бүлмә бәләкәйләнеп, тәпәшәйеп, ҡараңғыланып киткәндәй.
Эйе, ауыр булды Зәйнәпкә улының яфаланыуҙарын күреүе. “Әллә быларға йәшәргә мин ҡамасаулайыммы?” – тип үҙен артыҡ тойған саҡтары ла булды. Тик балалар, ейәндәре… Мин китһәм, Айратҡа кем иртән сәй әҙерләр, кем тәрбиәләр? Ир бала йонсоһа,тиҙ күтәрелә алмай. Айраты ла ҡырын һүҙ әйтмәне: хәстәрҙәре, хәсрәттәре уртаҡ, йәнә Зилә, Дим. Килене төнгө сменала саҡта Айрат та, Зәйнәп тә йоҡламаны. Икеһе ике бүлмәлә борғоланып, тулғанып ут йотто. Ҡатыны ҡайтып инһә, Айрат йоҡлағанға һалышыр ине. Ғәлиә йоҡоға китеү менән иһә балконға сығып тәмәке тоҡандыра, кухняға инеп һалҡын һыу ағыҙып эсә. Янған йөрәгенә дауа таба алмай яфалана. “Эскегә генә һалышып китмәһен!” – әсәнең бар ҡурҡҡаны шул. Ара-тирә йотҡолап та ҡайтҡыланы Айрат. Ундай саҡтарҙа улы эргәһендә таң аттырҙы Зәйнәп. Иртәнсәк, әсәһенең һурылған йөҙө, эскә батҡан моңһоу күҙҙәре менән осрашҡанда, ояла ине Айрат.
Ғәлиәнең сығып китеүенә Зәйнәп күңеленән әҙер ине. Тик бына Зиләһе менән айырылышыу ҡыйын булды. Әйбер бүлгәндәрен күргәне бар уның. Ә балаларҙы бүлеүҙе… Дөрөҫ, башта Ғәлиә: “Димде аҙаҡ үҙемә алам”, – тигән булды. Шунан онотто. Яңы ире риза булмағандыр, күрәһең. Йөрөгәндә алтын тауҙар вәғәҙә иткәндер ҙә ул, мәгәр тормош үҙенекен итә шул. Унан һуң, Дим үҙе лә бармаҫ ине. Көнө-төнө өләсәһе янында үҫкән малай әсәһен ҡапыл ғына нисек үҙһенһен? Шулай итеп, ике бала Саҡ менән Суҡтай айырылды. Ғәлиә яңы ире, Зиләһе менән Ҡаҙағстанға күсеп китте. Шунан бирле хәбәр-хәтере юҡ. Һыуға батҡандай, зым-зыя юҡ булдылар.
Ҡайғынан Айраты башта улы эргәһендә сыуалды. Аҙаҡ командировкалы эшкә күсте. Отпускыларын диңгеҙҙә үткәрҙе. Малай өләсәһе тәрбиәһендә торҙо ла ҡалды. Шулай эҫенеште улар. Зәйнәп уға әкиәттәр һөйләне. Малай уҡырға барғас, өләсәйҙең шөғөлдәре тағы ла артты: дәрестәренә йөрөнө, Дим ятлаған шиғырҙарҙы отоп алды. Ейәненең кластағы һәр эше, һәр ҡылығы менән хәбәрҙар булды. Хәҙер Зәйнәп үҙе лә аптырай: бөтә ғүмеремде Айратҡа бағышланым тип уйлай ине, баҡһаң, улының тормошон бөтөнләй белмәгән икән ул! Эйе, бәндә үҙ балаларын үҫтергән саҡта башкөллө эшкә, донъя көтөүгә сумған була икән шул.
Ҡапыл ишек асылды. Киске һауала айырым-асыҡ булып аңҡыған күл, ҡыр сәскәләре еҫен эйәртеп, улы, килене Гөлнара, килененең эйәртеп килгән ҡыҙы Айзилә ҡайтып инде. Гөлнара иҙеүенә тиклем асыҡ ебәк күлдәгендә. Айзилә ҡулына ҡыр сәскәләренән гөлләмә тотҡан. Ҡыҙыҡай тура Зәйнәп эргәһенә үтергә уҡталғайны, Гөлнара, уны иңбашынан ҡосаҡлап, залға этәрҙе:
– Айзилә, һиңә йоҡларға ваҡыт. Хәҙер ванна әҙерләйем. Бәү-бәү, ҡыҙым…
Айрат, кухняға үтеп, әйберҙәрен урынлаштырҙы.
– Гөлнара ханым! Сәй әсәбеҙме? – тигәне ишетелде. Улы, шаяртыпмылыр, ҡатынына шулай өндәшеүсән. “Ханым”ы ванна эсенән:
– Юҡ, эсмәйем! Йоҡо алдынан ниндәй сәй ул? – тип гөрөлдәне. Зәйнәп шунда ғына ҡараңғы төшкәнен, ут алыр мәл еткәнен төшөндө. Айрат Димде һорашып та ҡуймай, исмаһам. Йәш кәләш донъяһын бөтөнләй түңәрәкләне бының. Йылан да шулай арбамаҫ кешене. Тағы әҙерәк көтәйем дә, булмаһа, сығып ҡараштырайым Димде.
Залда тындылар. Айзилә генә көйһөҙләнеп мыжый. Йоҡо бүлмәһенән Гөлнараның иренә ниҙер әйткәне, Айраттың, тынысһыҙланған ҡыҙ эргәһенә килеп, диванға ултырғаны ишетелде. Шулай өй эсе тағы тынлыҡҡа сумды. Зәйнәп тороп ут ҡабыҙҙы. Тәү тапҡыр күргәндәй, кескенә бүлмәнең яланғас стеналарына күҙ йүгертте. Келәмдәре алынған сөйҙәр йәмһеҙ булып сурайған, күптән ремонт күрмәгән иҙән ярыҡтары ҡорһаҡһыған.
Сәйер әҙәм булып сыҡты был Гөлнара килен. Башта Зәйнәптең эс-бауырына инеп барҙы. Ҡыҙына уға “өләсәй” тип әйтергә ҡушты. Бисәләрсә ултырып эс серҙәрен дә сискеләне. Артистка булырға хыялланған икән. Сәнғәт техникумының өсөнсө курсынан киткән. “Сәхнәлә йондоҙ булып ҡабына алмаһаң, уртаса икәнһең, делать нечего”, – тинем дә, кооператив техникумына уҡырға индем, тип һөйләне бер. Тәүге ире менән ЗАГС-ҡа инергә мәжбүр булған. “Ошибка юности”, – тип уйынсаланы. Ошоғаса бала өләсәһендә, Гөлнараның әсәһендә, тәрбиәләнгән. Кейәүгә сыҡҡас, ҡатын ҡыҙын үҙенә алған. Айрат шулай ҡушҡан. Уға ҡушылып, Зәйнәп тә йәшлек хыялдары хаҡында һөйләп алды: “Мәктәптә “Кем булырға теләйем?” тигән темаға инша бирелгәйне. Мин, Мичурин бабай булам, тип яҙҙым. Мичурин уҡ булмаһам да, баҡса үҫтерәм әле, әл-хәмдү лил-ләһ”.
Яңы һепертке яңыса һеперә тигәндәй, Гөлнара килене донъяны яңыса көтә башланы. Үҙҙәре йәшәгән йоҡо бүлмәһенә, залға ремонт яһатты. “Кеше килһә, залға инә, ә ул яп-яланғас”, – тип ҡәйнәһенең бүлмәһендәге келәмде Айзилә ятҡан диван ҡырына түшәне. Зәйнәптең карауаты торған стена буйындағы ҙур келәм иһә йоҡо бүлмәһе иҙәненә ялпашты. Дим янындағыһы машина ултырғыстарын ҡапланы. Шулай итеп, булған ялтыраған-йышылған нәмә күҙ асып йомған арала теге яҡҡа күсеп бөттө. Бер аҙҙан урта ишектә бик хасил булды. Зәйнәп менән Димдең ҡарамағында кухня, үҙҙәре ятҡан йоҡо бүлмәһе, ванна, туалет ҡалды. Гөлнара малайҙы ҡаҡмай ҙа, ләкин бар икәнен, ошо өйҙә йәшәгәнен иҫләмәгәндәй. Осрашһалар ҙа, иртәнсәк сәй янында, кухняла ғына.
Әкрен генә шығырҙап ишек асылды. Зәйнәп ейәне ҡаршыһына атланы. Димдең сәстәре һыуға сыланған, өҫтө-башы таушалған, үҙе лә арығанға оҡшай. Ҡамышҡа биш-алты бөртөк балыҡ элгән.
– Ҡайҙа юғалдың шулай, улым?
– Балыҡҡа барҙыҡ та, – Дим ҡулындағын өләсәһенә һуҙҙы. – Арытты, иртәгә таҙартырмын инде.
Элегерәк булһа, был хәтлем балыҡ тотоуына һауаланып, ҡолаҡ ярып тауышланып ингән булыр ине. Хәҙер үҙ өйөндә сит кеше кеүек ҡурҡып ҡына һөйләшә. Зәйнәптең йөрәк осо һыҙып, тыны ҡыҫылды:
– Йә, үт, тамағыңа аша.
Бер нөктәгә текәлеп, иғтибарһыҙ ғына ашаны Дим.
– Ҡабат улайтып оҙаҡлап йөрөмә, улым. Сығып эҙләргә аяҡтарым ауырта бит минең. Баҡсаға күҙ һалманыңмы?
Өләсәһенең һүҙҙәрен әллә ишетеп, әллә ишетмәһә лә, баш ҡаҡты малай. Ҡашығаяғын йыуҙы ла үҙ бүлмәһенә үтте.
Йоҡлай алмай борғоланды Зәйнәп: “Ни булды һуң был Димгә? Өләсәй, тип үлеп бара торғайны, әллә ситләшә башланы инде? Ҙурайыуы шул микән?”
– Өләсәй, һинең торна күргәнең бармы?
Зәйнәп ейәне ятҡан яҡҡа әйләнде:
– Бар, улым.
– Яҡындан күрҙеңме?
Яҡындан күргәне юҡ Зәйнәптең торналарҙы. Хәтерендә, бала сағында һыйыр эҙләп күл буйына барып сыҡҡайны. Ғорур баҫып йөрөгән оҙон муйынлы ҡоштарҙы күреп: “Торналар, торналар төшкән!” – тип ҡысҡырҙы. Үҙе шунда уҡ улар янына атлыҡты. Тик ҡоштар, яҡынлашып килгән ҡыҙыҡайҙы күргәс, ҡаса башланы һәм һауаға күтәрелде.“Торналар! Китмәгеҙ, торналар!.. Мин һеҙгә теймәйем!” – тип ҡысҡырҙы Зәйнәп. Тик ҡоштар ҡыҙҙың телен аңламаны, алыҫлашҡандан-алыҫлашты. Улар артынан йәнтәслимгә йүгергән ҡыҙ ниндәйҙер төпкә эләгеп ҡоланы. Тубығы шаңҡып ауыртыуҙанмы, күрергә күптән хыял иткән ҡоштарҙың үҙен аңламай ҡасып китеүенә ғәрләнепме, Зәйнәп һулҡылдап илап ебәрҙе.
Ошоларҙы хәтерләп, бер аҙ өндәшмәй ятҡандан һуң ҡарсыҡ тәрән көрһөндө.
– Юҡ, яҡындан күрергә насип булманы миңә торналарҙы. Күп тапҡыр ҡаршыларына йүгерҙем, ә улар минән ҡасты.
– Ә мин күрҙем, өләсәй, кисә лә, бөгөн дә. Яҡындан.
Зәйнәп сал башын яҫтыҡтан күтәрҙе:
– Ысынды һөйләйһеңме?
– Эйе, өләсәй, мин ҡамыш араһында боҫоп яттым. Улар шундай матур, шундай татыу. Тотоп алып яратҡы килә хатта.
Зәйнәп башын кире яҫтыҡҡа терәне. Әгәр ҡараңғы булмаһа, ейәне өләсәһенең күҙҙәре йәш менән тулғанын күрер ине.
– Ала-а-ай… Торналар күлгә эйәләшә башлаған икән. Һунарсылар күренмәнеме, улым?
– Ә улар ҡараңғы төшә башлағас ҡына төштө күлгә. Күп йөрөмәнеләр, кире һауаға күтәрелделәр.
Икеһе лә бер талайға тынып ҡалды. Ейәне нимә хаҡында уйлағандыр, Зәйнәп үҙен ғүмер буйы эҙәрлекләгән төшөн иҫенә төшөрҙө. Күп тапҡыр ҡабатланды шул ул. Зәйнәп, нәҡ теге бала саҡтағы кеүек, йәшел аҡлан буйлап торналар артынан йүгерә. Инде еттем тигәндә, ҡоштар ҡапыл һауаға күтәрелеп, аҡ болоттар эсенә инеп юғала. Шундай төш күрҙеме, артынса һәр саҡ ҡатындың башына яңы хәсрәт төшә. Бәлә-ҡазаны шулай иҫкәртә микән ҡошҡайҙар?
– Өләсәй, ниңә ҡоштар кешенән ҡурҡа икән? Мин уларҙы яратам… – Дим, әйтергә һүҙ тапмай, тотлоҡто.
– Әүәл торналар кеше менән дуҫ йәшәгән, улым. Әҙәм балаһы атырға өйрәнеп алғаны бирле ҡош-ҡорт, кейек-маҙарҙы себен шайы ла күрмәй ҡыра бит! Шуға улар кешенән ситләште.
– Инде торналар мәңге шулай кешенән ҡурҡырҙармы, ә, өләсәй?
– Белмәйем, йоҡла, балам.
“Мылтыҡһыҙ ҙа йәнеңде, күңелеңде үлтерәләр, эй бала, йәшһең шул. Өләсәң өлөшөнә төшкәндәрҙе ишетһәң”, – тип эстән уйланы Зәйнәп. Бала аҡылы һыйҙырырлыҡ түгел уның үткәне. Иҫенә төшһә, үҙенең иҫе китә…
– Өләсәй…
– Бәй, һаман йоҡламаныңмы?
– Йоҡо килмәй. Өләсәй, ә атайымдар китер, моғайын.
– Нисек? Китер?..
– Һөйләшкәндәрен ишеттем. Аҡсалы яҡҡа китергә кәңәшләшәләр. Алтын сыҡҡан ергә.