Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2012 йылғы лауреаттары

Евразия Яҙыусылар берлеге һәм «Ағиҙел» журналы Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара II хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә. Темаһы – ирекле. Региондарҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем.

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Сәлимйән Бәҙретдинов

“КҮҢЕЛДӘРҘЕ СӘСКӘЛЕ ЯЛАН ИТКЕҺЕ КИЛДЕ”

Фатирыма ҡайтып ингәс, ниндәйҙер илаһи көс мине эш өҫтәлемә әйҙәне. Тартманы асып, унда ятҡан хаттарҙы ҡулыма алдым. Башҡорт дәүләт университетында бергә уҡыған һабаҡташым Миңнур Әхмәтованың миңә яҙған хаттарын йотлоғоп уҡый башланым. Уҡыйым да, күңелем тулып, Миңнурҙы уйлайым, хис-кисерештәрен, һағышлы яҙмышын йөрәгемдән үткәрәм. Йылдар аша уның моңһоу күңелен тойғандай, юҡһыныулы тауышын, эс серҙәрен сисеп миңә өндәшкәнен ишеткәндәй булам:
– Әле лә миңә ағай булығыҙсы? Бик ҡыйын мәлдәрҙә хат ебәреп торһам, ауырһынмай ғына яуап һалырһың, яраймы?! Уларҙы мин бары яңғыҙлығымды еңер өсөн генә яҙырмын. Яҙырмын...
Һиҫкәнеп киттем, тертләп ҡуйҙым. Ағай була, һулҡылдаған йөрәгенә дауа таба алдыммы? Өфөгә килгәс, ваҡыт табып, ниңә фатирына барып сыҡманым, йышыраҡ хәлен белешмәнем, уның күбәләктәй йәнен һөйөндөрмәнем? Миңнур үҙе «Ағай!» тип өҙөлөп тора ине бит. Әүәл минең менән аралашыуҙан, хатлашыуҙан йыуаныс, оло һөйөнөс кисерә ине бит! Килеремде көткәндер. Көткәндер... Көҙөн «Башҡортостан» гәзите редакцияһында осрашҡайныҡ — һөйләшеп туйманыҡ. Үҙе ярҙамға мохтаж булһа ла, күңел йылыһын тойҙортоп, кәңәштәрен, теләктәрен әйтте, минең өсөн борсолдо. Рухи донъяң, күңелең киң ине һинең.
Яҡын арала барып хәлен белешәйем, сәскәләр бүләк итәйем, ҡыуандырайым, тип уйланым. Әммә иртәгәһенә... дауаханала үлеп ҡалыуы тураһында ишетеп тетрәндем. Ауырып ятҡанда, өҙөлөргә торған япраҡ һымаҡ йөрәккенәң ҡалтырағанда, йән дуҫтарыңды уйлағанһыңдыр, минең менән дә хушлашҡанһыңдыр, шул саҡ йән-рух ҡеүәң тәьҫир итеп, мине хаттарыңды уҡырға әйҙәгәндер, һине иҫкә төшөрткәндер... Үҙең яҙғанса, йәйге тын төндәге сихри моңдай, ғүмерең ҡыҫҡа булды, әммә беҙҙең күңелдәрҙә йәшәрһең, йәйғор балҡышы булып балҡырһың...
Миңнур Әхмәтова 1955 йылда Стәрлебаш районының Ҡабыҡҡыуыш ауылында тыуа. Кескәй генә сағында фалиж һуғыуҙан аяҡ-ҡулы зәғифләнә. Ҡарт өләсәһе (өләсәһенең әсәһе), рухы һынмаһын тип, бүләсәренең аң-зиһенен үҫтерә, халыҡ ижады, йыр-моң менән күңелен һуғара. Шуға ла бүләсәре телгә оҫта, тормошҡа ыңғай ҡарашлы булып үҫә. Миңнурҙың иртәгәһе көндәргә өмөт менән ҡарауы, яҙмыш алдында баш эймәүе, йәшәү йәмен, донъяның яҡшы яғын күреүе яҙмаларында, хаттарында сағылды.
1978 йылда Миңнур Башҡорт дәүләт университетына уҡырға килде. Уға ятаҡтан университетҡа барыу, дүртенсе ҡатҡа күтәрелеү, баҫҡыстарҙан менеү-төшөү еңелдән булманы. Шуға ҡарамаҫтан, тынғы белмәй йөрөп ятты. Абынып, тайып,йығылып та китер ине. Беҙ, һабаҡташтары, ағайҙары, уға һәр саҡ ярҙам иттек. Уны күберәк иң яҡын дуҫым Салауат Рәсүлев етәкләп йөрөттө. Зәғиф тип, Миңнурға уҡыуҙа ташлама яһағандарын хәтерләмәйем. Ҡайһы бер урыҫ теле уҡытыусылары хатта самаһыҙ ҡәтғилек, аяуһыҙлыҡ та күрһәтте. Ауыр саҡтарҙа, күҙҙәренә йәштәр төйөлгән мәлдәрҙә, ул беҙ йәшәгән 84-се бүлмәгә инер ине. Беҙ күңелен күтәрәбеҙ, йөҙөн ҡояштай балҡытабыҙ. Миңнур ҡыуанып, көлөп сығып китә. Уның рухы һүнмәне, яҡтырғандан яҡтырҙы, нәҫерҙәре, шиғырҙары гәзит-журналдарҙа баҫылды.
Университетты тамамлағас, Миңнур тыуған яғына эшкә ҡайтты. Ҡиәфәт-килбәтен күреп, бахырға ҡараған һымаҡ ҡарайҙар, эшкә ҡабул итергә ихласлыҡ күрһәтеп тормайҙар. Ныҡышмалылығы арҡаһында Миңнур теләгенә өлгәшә: тыуған ауылында балалар уҡыта, район гәзитендә эшләй. Ауыл тормошон яҡтыртҡан хәбәрҙәре, яҡшы кешеләр тураһында һүрәтләмәләре, йәшәйешебеҙ хаҡында әҙәби парсалары, нәҫерҙәре, Әнүәр Бикчәнтәев, Муса Ғәли, Ғилемдар Рамазанов, Хәким Ғиләжев, Нәжиб Асанбаев, Ноғман Мусин кеүек әҙиптәрҙең тормош юлын һәм ижадын байҡаған мәҡәләләре баҫыла. Шиғырҙары иһә «Йәш көстәр» альманахының өс китабында, «Башҡортостан», «Йәшлек», «Йәншишмә» гәзиттәрендә, «Башҡортостан ҡыҙы» журналында донъя күрә.
1988 – 1996 йылдарҙа Миңнур Әхмәтова Өфөлә йәшәне. Байтаҡ ваҡыты донъя мәшәҡәттәре менән мәшғүл булып, үҙе кеүек яҙмыш тарафынан ҡыйырһытылған, урамға ла сыға алмаған ауырыу ирен ҡарап уҙҙы. Ауыр тормош йөгөн тартыуға ҡарамаҫтан, үҫмерҙәргә, йәштәргә бағышлап фәһемле мәҡәләләр яҙҙы, уҡыусыларҙың «Йәншишмә» гәзитенә килгән хәбәрнамәләренә, әкиәттәренә, шиғырҙарына күҙәтеүҙәр яһаны, йәш ҡәләмдәштәренә кәңәштәр бирҙе, изге теләктәрен әйтте:
– Кеше шиғриәткә тартыла икән, тимәк, күңелендә хистәр таша, яҡты ниәттәр бөрөләнә, өмөттәр уяна. Тимәк, матурлыҡҡа, юғарылыҡҡа ынтылыш бар! Ә ундайҙар ай яҡтыһын, ҡояш йылыһын нығыраҡ тоя, йәйғор балҡышын сағыуыраҡ күрә...
Миңнурҙың шиғриәте тормош моңо, йәшәү ғәме менән һуғарылғайны:
Тирә-яҡта дөрләй яҡты ялҡын,
Көҙ һарыһы тимә һин уны:
Яна-көйә, илай-көлә һөйәм
Һине... һәм дә ошо донъяны! –
Йәшәү ғәме шулдыр, моғайын.
Миңнур өсөн тормош, йәшәү ысын мәғәнәһендә көрәш булды. «Буран» исемле шиғырында яҙғанса:
Тормош – көрәш. Шул көрәштә
Ниндәй булыр минең өлөш?
Ирлектер – һуңғы сиктә лә
Йәшәй белеү ғорур килеш.
Күңеле кителгән, йөрәге әрнегән, күҙҙәренән йәш атылған саҡтарҙа ла «аһ» орманы, ғорур ҡалды. Туғандары, дуҫтары, Нурия Амангилдина, Рима Йәмилева кеүек әхирәттәре Миңнур янына барғылап торҙо, ҡайғылары, ҡыуаныстары менән уртаҡлашты. Һабаҡташым үҙенең тормош тәжрибәһе, йөрәк һүҙе менән күптәргә рухи ярҙам күрһәтте.
– Кешеләргә ауырлыҡтарҙы еңелерәк үткәреп ебәрергә ярҙамлашыу, йәшәү мәғәнәһен, донъя йәмен асып күрһәтеү, йәшәргә ҡеүәт биреү – тормош маҡсатым. Ергә кеше булып тыуғанбыҙ икән, Кеше булып йәшәргә ынтылырға тейешбеҙ. Әҙәми заттарҙың матур сифаттарын табып, башҡаларға күрһәтеү – ижади маҡсатым. Бөтәбеҙгә лә рух ныҡлығы теләйем, – тип яҙҙы ул.
Миңнурҙың үҙенең рухи ныҡлығы күптәребеҙгә үрнәк булды. Ул күңелдәре төңөлгәндәргә, өмөттәре өҙөлгәндәргә һәр саҡ ихлас йөрәктән өгөт-нәсихәттәрен бирҙе. Ошо хаҡта фекерҙәре ғәйәт фәһемле.
“...Һәр кемдең яҙмышы үҙенсә ҡатмарлы, һәр кеше хәстәрлектәрен хәл итергә үҙенсә юл эҙләй. Бәлки, шул ҡатмарлы мәсьәләләрҙе йырып сығырға кемдеңдер көсө етмәйҙер? Бәлки, яҙмыш тарафынан ҡыйырһытылған берәйһе беҙҙән ярҙам көтәлер? Йә иһә яғымлы һүҙ, ҡайғы уртаҡлашыу етмәйҙер? Беребеҙ хәлен икенсебеҙ беләме икән? Шундай саҡта ошо йыр иҫкә төшә:
Ер еләге әсе була,
Ергә ятып бешмәһә.
Кеше хәлен кеше белмәй,
Үҙ башына төшмәһә.
Уйлап ултырам да йырҙағы эсе хәҡиҡәт менән бәхәсләшергә тотонам: кеше хәлен аңлау өсөн ни эшләп әле башыңа бәлә төшөргә тейеш?! Эстән генә үҙеңде уның урынына ҡуйып ҡарау ҙа бик етә! Ләкин был фекеремә халыҡ әйтеме ҡаршы төшә: “Астың хәлен туҡ белмәҫ, ауырыу хәлен һау белмәҫ!” Ә ғәриптәр хәлен һау-сәләмәт кешеләр беләме икән?..
Әүәл мәктәптәге дәреслектәр беҙҙе, коммунистик йәмғиәттә бөтә яҡлап камил булған кешеләр генә йәшәйәсәк, тип өйрәтте. Ә төрлө ҡаты ауырыуҙар, авариялар арҡаһында ғәрипләнгән кешеләр хаҡында дәреслектәр ҙә, хөкүмәт тә бығаса бер ни ҙә өндәшмәй килде.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ер-һыуыбыҙ ағыуланыу сәбәпле, ғәрип балалар йылдан-йыл күберәк тыуа. Күп ауырыуҙарҙы медицина еңә алмай. Бындай хәлдә ни эшләргә һуң? Яуап бер: ғәриптәргә ҡарата мәрхәмәтле, ярҙамсыл, итәғәтле булырға!
Шундай хәлдәрҙе күрергә тура килә: урамдан берәй ғәрип үтеп барһа, ҡайһы бер балалар уға оҙаҡ итеп аңшайып ҡарап ҡала йәки бер-береһенә: “Ҡарағыҙ әле, ҡарағыҙ! Бынауы нисек итеп китеп бара!” – тип ҡысҡыра. Был һүҙҙәр ғәрип кешегә, әлбиттә, бик ауыр тәьҫир итә. Ҡайһы бер осраҡта бәғзеләре ҡаушауынан йығылып та китә. Йүгереп барып торғоҙаһы урынға, көлөп ҡарап тороусылар ҙа, янынан үтеп китеүселәр ҙә бар. Ғәрип кешенең күңеле былай ҙа китек, ул яҙмыш тарафынан былай ҙа ҡыйырһытылған бит. Ниңә тағы ла рәнйетергә?! Ҡасан ғәриптәр һау кешеләр араһында үҙ хәленән кәмһенмәй, оялмай, иркен йөрөй алыр икән?
Быға тиклем “йәлләү – кешене түбәнһетеү” тигән ҡараш йәшәп килде. Минеңсә, ул – яратыу, ҡыйыулыҡ, батырлыҡ кеүек әхлаҡи сифаттарҙың мөһим өлөшө. Йәмғиәтебеҙҙә йыш осрап торған мәрхәмәтһеҙлек, битарафлыҡ, яуызлыҡ кешене йәлләй белмәүҙән бит ул. Ата-инәһен ҡарт көндәрендә ҡараусыһыҙ интектергән, үҙ балаларынан баш тартҡан, кеше талаған бәндәләр – әхлаҡи ғәриптәр. Уларҙы бала саҡтан тейешенсә тәрбиәләмәгәндәр. Иртәме-һуңмы үҙҙәре лә шундай яҙмышҡа дусар буласағын аңламайҙар. Ни сәсһәң, шуны ураһың: кешегә ҡылған изгелегең дә, яуызлығың да аҙаҡ үҙеңә ҡайта.
Рухым ныҡлығы, әхлаҡи сәләмәтлегем өсөн ата-инәмә, бергә үҫкән дуҫтарыма ғүмер буйы рәхмәтлемен. Йырҙағы ер еләге кеүек тыуған ергә һыйынып “бешеүем”, яҙмышымдың шул арҡала әсе булмауы менән бәхетлемен.
Эй, кешеләр! Белеп торһағыҙсы бүтәндәрҙең хәлен, үҙегеҙҙеке лә шул саҡта аяулы булыр ине”.
Миңнур дуҫым донъяға айыҡ, асыҡ ҡараш, яҡты өмөт менән яҙмышын ғәмәлдә үҙе күҙаллап, үҙгәртеп йәшәне. Үҙенең һәм башҡаларҙың тормошо миҫалында ҡәрҙәштәренә рух өрҙө.
“Килгән хаттар араһында: “Үҙемде яңғыҙ тоям, сөнки яратҡан егетем ташланы. Үҙемә урын тапмайым. Ни эшләргә, ярҙам итегеҙ”, – тигән, йә булмаһа: “Атайым менән инәйем мине ситләтә, гел эш ҡуша. Шуға баш һуҡҡан яҡҡа, өйҙән мөмкин тиклем алыҫҡа сығып киткем килә”, – тигән моңло-зарлы яҙыуҙарҙы уҡырға тура килә. Хатта, йәмһеҙмен, мине берәү ҙә яратмай, йәшәүҙән туйҙым, тип ебәргәндәре лә осрай. Бөгөн-иртәгә ҙур тормош юлына аяҡ баҫасаҡ һау-сәләмәт егет-ҡыҙҙарҙың бындай хаттары күңелемдә ҡыҙғаныу ҙа, йәлләү ҙә уятмай, ә ғәжәпләнеү тыуҙыра. Балдан туйған тоҙ ҡаба, ти бит халыҡ мәҡәле. Шуның кеүек булмаһын тағы! Шуға үҙ хәлемде һөйләргә булдым. Был, бәлки, ҡайһы берәүҙәрҙе уйға һалыр, үҙ мөмкинлектәрен баһаларға ярҙам итер.
Бәләкәй сағымда фалиж һуғыу сәбәпле ғәрипләнеп ҡалғанмын. Һигеҙ йәшемә хәтлем тик ултырҙым ғына, иптәштәрем менән йүгерешеп уйнап йөрөүҙән мәхрүм инем. Өҫтәүенә, уң ҡулым да тотманы. “Аяҡтары булмаһа, башы бар бит әле”, – тип өләсәйем кесе йәштән үк әкиәттәр, мөнәжәттәр, йырҙар өйрәтте. Шул арҡала телгә оҫта булдым. Дүрт-биш йәштәрҙә әхирәттәремә үҙем ҡысҡырып китаптар уҡый торғайным. Өләсәй – тегеүсе, ҡыҙҙарға күлдәк тегеп бирһә, минең алда таҡмаҡ әйтеп, уларҙы бейетеп сығара. Мин дә ҡушылам. Шулай итеп, йәштәштәрем менән бер-беребеҙгә ылығып үҫтек.
Тик яҙмыш яңы һынауҙарын ҡуйып ҡына торҙо. Бер мәл телем тотлоғоп, ошо шатлыҡтан да мәхрүм була башланым. Бирешмәнем, ныҡыш булдым. Ҡысҡырып китап уҡыуҙан туҡталманым. Был күнекмәләр бушҡа китмәне: тағы һәйбәт һөйләшә башланым.
Һигеҙ-туғыҙ йәштәрҙә үҙемдең тырышлыҡ арҡаһында тиерлек аяҡҡа баҫтым. Тәүҙә балалар арбаһы этеп, унан таяҡҡа таянып атларға өйрәндем. Ғаиләлә баш баламын: туғандарыма күҙ-ҡолаҡ булыу, өйҙө йыйыштырыу минең бурыс ине. Йәй көндәрендә өләсәйем дә, инәй ҙә эштән бушаманы. Өйҙә мин хужа булып ҡалам. Ҡустым менән икәүләп иҙән йыуабыҙ: ул бер яҡты, мин – икенсеһен. Имгәкләп йөрөп донъя таҙартҡан баланы күҙ алдығыҙға килтерегеҙ әле. Тотмаған ҡулымды ла эшкә ҡуша торғайным, шуға яйлап уныһы ла хәрәкәтләнеп китте. Инәйемдәр эштән ҡайтыуға көнөнә ике тапҡыр самауыр ҡуйырға тура килә. Газ да, плитә лә юҡ. Бәрәңге бешереп ҡуйыу ҙа минең өҫтә. Хатта кер йыуышырға ла ҡуша ине инәйем. Ҡыҙ бала бөхтә йөрөргә тейеш бит. Хеҙмәтемдең һөҙөмтәһен оҡшатмаһа, яңынан йыуырға ҡуша. Асыу килһә лә, теште ҡыҫып түҙергә, яҡшыраҡ эшләргә тырышам.
...Хәҙер, күп йылдар үткәс, инәйемә рәхмәт уҡыйым. Ул ғәрип балаһын үҙаллы тормошҡа өйрәткән, кешегә һалыштырып ултыртмаған. Эште лә арлы-бирле генә түгел, тәфсирләп, еренә еткереп үтәргә өйрәткән. Йәлләп, ҡурсалап ҡына үҫтерһә, мин һаман да ғәрип булып, кеше күҙенә тилмереп ҡарап, бер имгәк булып ултырыр инем.
Әле үҙ ғаиләм бар. Ауырыу иремде ҡарап йәшәйем. Туғандарыма ла ҡулдан килгән ярҙамды күрһәтәм. Юғары белемем, өйрәтер аҡылым, бирер кәңәштәрем бар. Үҙем генә уҡып ҡалманым, алты туғанымды ла ғилем туплауҙан туҡталмаҫҡа дәртләндерҙем, ярҙам күрһәттем. Уларҙың күбеһе юғары белемле.
Ҡыйынлыҡтар әле лә осрап тора. Өлөшөмә тейгән бәхетем өсөн түҙергә, бөтәһен дә еңергә тырышам. Йәшәү мәғәнәһе лә, бәлки, шундалыр. Яҙмышты үҙгәртеп, яңылышты төҙәтеп йәшәүҙәлер...”