Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Рәшит ШӘКҮР

ЙӨРӘКТӘГЕ ЯҘМАЛАР

Хәтирәләр  

V БҮЛЕК

Ҡиблалар алмашынған дәүерҙә

1. Милли хәрәкәт һәм «Урал» Башҡорт халыҡ үҙәге
1989 – 1990 йылдарҙа илдә социаль-иҡтисади хәлдең киҫкенләшә барыуы, Үҙәктең милли республикалар мәнфәғәттәрен һанға һуҡмауы, экологик ситуацияның ҡатмарлашыуы халыҡ араһында социаль һәм милли ғәҙелһеҙлек тойғоһоноң көсәйеүенә булышлыҡ итте. Милли мөнәсәбәттәр мәсьәләһендә көсөргәнешлектең артыуына яуап итеп, Совет етәкселеге Кавказда (Тбилисиҙа, Таулы Ҡарабахта) барлыҡҡа килгән конфликттарҙы көс ҡулланыу юлы менән хәл итергә ынтылды. Был иһә республикаларҙа милли хәрәкәттәрҙе бары тик әүҙемләштереп кенә ебәрҙе. 1990 йылда СССР Юғары Советы Президиумы Конституцияға милләттәрҙең үҙбилдәләнешкә хоҡуғын, шул иҫәптән Союздан айырылып сығырға хоҡуҡлы булыуын раҫлаған үҙгәрештәр индерҙе. Күп кенә союздаш республикаларҙа суверенитет өсөн көрәш хәрәкәте көсәйеп китте, ә Балтик буйы республикаларында төрлө партиялар, халыҡ фронттары СССР составынан сығыу талабын ҡуя башланылар. Башҡорт йәмәғәтселеге лә илдә барған сәйәси ваҡиғаларҙан ситтә ҡала алмай ине, әлбиттә. Дөйөм башҡорт милли ижтимағи ойошмаһын төҙөү идеяһы «Урал» Башҡорт халыҡ үҙәге формалашҡанға тиклем күпкә алдан барлыҡҡа килде.
Билдәле йәмәғәт эшмәкәре Тәлғәт Ғәли улы Исҡужин хәтерләүенсә, бындай ойошманы төҙөү мәсьәләһе 1988 йылдың майында уҡ барлыҡҡа килә: тарих фәндәре кандидаты Рафаэль Миһран улы Ағишев менән кәңәшләшеп, улар ойоштороу эшен башлап ебәреүҙе маҡсат итеп ҡуялар. Бәләкәй генә инициатив төркөм барлыҡҡа килә, уның составына тарих фәндәре кандидаты, доцент Марат Мәхмүт улы Ҡолшәрипов, философия фәндәре докторы, профессор Дамир Жәүәт улы Вәлиев, аспирант-юрист Зөфәр Ирғәле улы Йәнекәев килеп ҡушыла. Төркөм иң элек Исҡужиндарҙың фатирында йыйыла, артабан осрашыуҙар Арғаяш башҡорто, үҙ халҡының патриоты подполковник Рафаэль Сөләймәновтың баш ҡалабыҙҙың Эшсе хәбәрселәр урамындағы өс бүлмәле иркен фатирында үткәрелә башлай1. Ошо ваҡыттан, 1989 йылдың февраль-март айҙарынан, был төркөмдөң ултырыштарында мин дә ҡатнашып киттем. Төркөмдөң эшендә йәнә Иҙел Ағишев, Мөхәмәт Исҡужиндар ҡатнашты. Ултырыштарҙы үткәрер өсөн Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетындағы берәй аудиторияла, Матбуғат йортонда – «Башҡортостан» гәзите редакцияһы бүлмәләрендә йыйылған саҡтар ҙа булды. Эште закон нигеҙендә юлға һалыу өсөн ижтимағи-сәйәси ойошманың уставын һәм программаһын әҙерләргә кәрәк ине. Был документтарҙы төҙөүгә Дамир Вәлиев һәм Зөфәр Йәнекәев ҙур өлөш индерҙе. Әммә ундай үҙәк ойоштороу партия өлкә комитетының ризалығын алмайынса мөмкин түгел ине. Беҙгә был мәсьәлә буйынса өлкә комитеттың идеология буйынса секретары Ә.М. Дилмөхәмәтовҡа, пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире М.Т. Хәкимовҡа бер нисә мәртәбә барырға тура килде. Улар милли ижтимағи-сәйәси үҙәк ойоштороуға ҡаршы торҙолар. Үҙебеҙҙең ниәттәребеҙҙе оҙаҡ ҡына аңлатырға тырышып ҡарағандан һуң бер мәлде Милләт Ташбулат улына (үҙе лә бик шәп кеше, исеме лә Милләт ине бит әле!) минең, аптырап: «Бына беҙ икебеҙ ҙә тап-таҙа башҡортса һөйләшәбеҙ, ә нишләп бер-беребеҙҙе аңлай алмайбыҙ икән?» – тигән һорау биреүем ныҡ иҫтә ҡалған. Ул, бәлки, аңлауын аңлағандыр ҙа, ләкин уның, Әхнәф Мөҙәрис улы нимә ҡушһа, шуны үтәмәйенсә сараһы булмағандыр. Дилмөхәмәтовҡа буласаҡ ойошмабыҙҙы һис юғында Башҡорт мәҙәниәте йәмғиәте тип атарға тәҡдим итеп ҡараным (йыйындың документтарын йәмғиәт исеменән әҙерләгәйнек), йәмәғәт һүҙе абруйлы була бит, тинем, уныһын да ҡырҡа кире ҡаҡты. Хатта иртәгә йыйын була тигән көндә, 1989 йылдың 19 майында, бөтөн эште ташлап, бер файҙаһыҙға ике мәртәбә уның кабинетында приемда булдым. Был ваҡиғалар айҡанлы М.М. Ҡолшәриповтың иҫтәлеген дә килтереп үтәйем:
«Беҙ иң тәүҙә кәңәшләшер өсөн Башҡортостан өлкә комитетының идеология секретары Әхнәф Дилмөхәмәтовҡа барҙыҡ. Уға республикабыҙҙың статусын күтәреү, башҡорт милләтен тергеҙеү һәм үҫтереү өсөн шундай йәмәғәтселек ойошмаһы төҙөргә ниәтләнеүебеҙ хаҡында белдергәйнек: «Әгәр ҙә ундай ойошма төҙөй ҡалһағыҙ, һеҙҙең эшмәкәрлек мәҙәниәт, мәғариф, сәнғәт мәсьәләләренә генә арналырға тейеш, сәйәсәткә бөтөнләй ҡағылырға тейеш түгелһегеҙ. Башҡорт халыҡ үҙәге түгел, ә республика башҡорт мәҙәниәте клубы ғына ойоштороғоҙ», – тип әйтеп сығарҙы».
Шулай итеп, 1989 йылдың 20 майында баш ҡаланың Нефтселәр мәҙәниәт һарайында Республика башҡорт мәҙәниәте клубын ойоштороу йыйыны булып үтте. Уның эшендә Башҡорт АССР-ында һәм күрше өлкәләрҙә йәшәгән башҡорттарҙан өс йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашты. Йыйынды алып барыу М.М. Ҡолшәриповҡа йөкмәтелде. Мин иһә «Милли тел, мәҙәниәт һәм халыҡ яҙмышы» тигән темаға ғәйәт ҙур (сәғәт ярымлыҡ) доклад менән сығыш яһаным. (Доклад һуңғараҡ, 2002 йылда, «Быуаттар аманаты» тигән китабымда баҫылып сыҡты)1.
Докладта Башҡортостандың артабанғы үҫешен тотҡарлап торған социаль, иҡтисади, экологик проблемалар фонында башҡорт халҡының этнодемография, тел, мәҙәниәт, мәғариф өлкәһендә тиҫтәләрсә йылдар буйы йыйылып килгән мәсьәләләр анализлана. Республикала йәшәүсе халыҡтар араһында социаль үҫеш йәһәтенән диспропорцияны, республиканың иҡтисади райондары араһындағы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү, төп милләт халҡы араһынан кадрҙар үҫтереү, һайлап алыу һәм тәғәйенләү, халыҡтың милли үҙ аңын һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорттарҙың милли-тел тупланышын, башҡорт әҙәби теле нигеҙендә консолидацияланыуын тәьмин итеүгә йүнәлтелгән тәҡдимдәр әйтелә. Илдә милли мөнәсәбәттәрҙе камиллаштырыу мәсьәләһе буйынса фекер алышыуҙар барышында республикабыҙҙың суверенлығын арттырыу, автономиялы республикаларҙың хоҡуҡтарын союздаш республикалар менән тиңләштереү тураһындағы тәҡдимдәрҙең, һорауҙарҙың һәм талаптарҙың бик ваҡытлы булыуы билдәләп үтелә. «Беҙҙеңсә, әгәр ҙә ундай мәсьәлә күтәрелә икән, Башҡортостан, әлбиттә, үҙенең иҡтисади һәм мәҙәни потенциалы йәһәтенән союздаш республикалар кимәлендә тора һәм ул бындай статусты алырға хаҡлы»2, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алына. Докладта, күренеүенсә, тәүгеләрҙән булып рәсми трибунанан тороп Башҡортостанға союздаш республикалар статусын талап итеү мәсьәләһе күтәрелә. М.М. Ҡолшәрипов менән З.И. Йәнекәевтең ҡушма докладтарында ла, фекер алышыу ваҡытындағы сығыштарҙа ла был мәсьәлә көн үҙәгенә ҡуйыла.
Артабан республиканың төп халҡының теленә дәүләт теле статусын биреү, республикала йәшәгән бүтән халыҡтарҙың телдәрен һәм мәҙәниәтен үҫтереүгә булышлыҡ итеү, Башҡортостандың һәм башҡорт халҡының тарихын өр-яңы кимәлдән тороп өйрәнеү, милли йолаларыбыҙҙы һәм традицияларҙы тергеҙеү, Башҡорт милли энциклопедияһын эшләүгә тотоноу мәсьәләләре билдәләп үтелә. Киләсәктә үҙебеҙҙең ижтимағи-сәйәси халыҡ үҙәген ойоштороу, уның маҡсаттары һәм бурыстары тураһында ла ғәйәт ҡыҙыҡлы фекерҙәр әйтелә. «...Беҙ 1988 йылда уҡ әле, – тиелә унда, – республикабыҙҙың төп халҡының хәҙерге хәлен һәм уның үҫешендәге ихтыяждарҙы, мохтажлыҡтарҙы иҫәпкә алып, Башҡортостанда ... Башҡорт халыҡ үҙәге ойошторолорға һәм үҙенең эшен йәйелдерергә тейеш тигән һығымтаға килдек»1. Үҙәктең исемендә халҡыбыҙҙы меңәр йылдар буйы бер ҡорға йыйып, туплап тороусы изге төшөнсә – Урал атамаһы булырға тейеш тигән фекерҙән сығып, ойошмабыҙҙы шул ваҡытта «Урал» Башҡорт халыҡ үҙәге тип атарға тәҡдим иттем. Тәҡдим хуплап ҡаршы алынды. Был исемгә боронғо Оло Башҡортостан, йәғни Тарихи Башҡортостан тупрағында – ул ваҡыттағы Башҡорт АССР-ында һәм күрше өлкәләрҙә йәшәп ятҡан башҡорттарҙы берләштереү идеяһы ла һалынғайны. Ысынлап та, шулай килеп сыҡты. Тиҙҙән республика район һәм ҡалаларында, күрше өлкәләрҙә – Ырымбурҙа, Силәбелә, Магнитогорскиҙа, Мейәстә, Свердловскиҙа ойошторолған башҡорт милли-мәҙәни үҙәктәре һәм йәмғиәттәре үҙҙәренең эшен «Урал» үҙәге тирәһенә тупланып дауам иттеләр.
Йыйында фекер алышыуҙарҙа Мәләүездән Ғ. Ҡалмурзин, Магнитогорскиҙан Ф. Байбулатова, Стәрлетамаҡтан Р. Ниғмәтуллин, Белореттан М. Сәлимов, Ырымбурҙан Д. Амангилдин, Өфөнән Ә. Әбдрәзәҡов, С. Әлибаев һ.б. ҡатнашты, КПСС өлкә комитеты хеҙмәткәре Т.Н. Сәғитов, КПСС-тың Киров район комитеты секретары Р.И. Солтанова, Башҡорт АССР-ының мәҙәниәт министры С.Х. Әминев сығыш яһаны. Уларҙың сығышында беҙҙең был ойошма сәйәсәткә ҡыҫылмаҫҡа, ә иң элек милли мәҙәниәтте тергеҙеү мәсьәләһе менән шөғөлләнергә тейеш тип билдәләп үтелде. Әммә, шулай булһа ла, йыйындың ҡарарына һәм резолюцияһына республикабыҙ статусын союздаш республикалар кимәленә күтәреү мәсьәләһе айырым пункт булараҡ индерелде, абсолют күпселек бының өсөн ыңғай тауыш бирҙе. (Әйткәндәй, тиҙҙән бөтөн республикала был мәсьәлә буйынса ҡултамғалар йыйыу эшен ойоштороп ебәрҙек. Халыҡ был тәҡдимде дәррәү күтәреп алды. 1989 йылдың йәйге-көҙгө айҙарында йөҙәр меңләгән ҡултамға йыйылып, илдең юғары органдарына ебәрелде. Тәлғәт Исҡужин үҙенең алда телгә алынған мәҡәләһендә ошондай ҡыҙыҡлы мәғлүмәт килтерә: 1989 йылдың июлендә, ти ул, беҙ Хәлил Барлыбаев менән икәүләп КПСС Үҙәк Комитетына республикабыҙ статусын союздаш республикалар кимәленә күтәреүҙе талап иткән 50 меңгә яҡын ҡултамға тапшырҙыҡ (59-сы бит).
Йыйын Республика мәҙәниәте клубының (РБМК) Уставын һәм программаны раҫланы, резолюция һәм Башҡорт халҡына Мөрәжәғәт, йәнә КПСС Үҙәк Комитетына Хат ҡабул итте. Мөрәжәғәт тексын профессор Ғайса Хөсәйенов, хатты Марат Ҡолшәрипов уҡып ишеттерҙе.
Асыҡ тауыш биреү юлы менән 51 кешенән торған Клуб советы һайланды. (Шул иҫәптән Пермь һәм Төмән өлкәләре башҡорттары өсөн 7 кешелек квота ҡалдырылды.) Ойошманың рәйесе итеп мине һайлап ҡуйҙылар. Клуб советы аҙаҡ 16 кешенән торған идара һайланы. Рәйес урынбаҫарҙары итеп Марат Ҡолшәрипов, Дамир Вәлиев, Рим Ниязғолов, директор-администратор вазифаһына Иҙел Ағишев, идараның секретары итеп Тәлғәт Шаһманов һайланды. Совет ултырышында ошондай 10 секция һәм уларҙың рәйестәре раҫланды: социаль-иҡтисади (рәйесе Тәлғәт Исҡужин), мәҙәниәт (Тайфур Сәғитов), фольклор (Салауат Галин), һаулыҡ һаҡлау һәм экология (Шәрифйән Ишемов), мәғариф (Ғәлим Хисамов), балалар баҡсалары (Мөхәмәт Исҡужин), кадрҙар (Рамаҙан Ҡотошов), башҡорт энциклопедияһы (Ғайса Хөсәйенов), йәштәр эштәре буйынса (Марат Тулыбаев), законсылыҡ, хоҡуҡ һәм тәртип һаҡлау (Зөфәр Йәнекәев). Идара составына, алда һанап үтелгәндәрҙән тыш Азия Күсимова, Гөлфиә Янбаева индерелде. Өс кешенән торған ревизия комиссияһы – Рәшит Латипов (рәйес), Әлфиә Аҡбутина, Тамара Ғәниева (ағзалар) һайланды.
Шулай итеп, йыйын киң халыҡ хәрәкәтен башлап ебәрҙе, унда милләтебеҙ яҙмышы өсөн мөһим проблемалар күтәрелде. Йыйында ҡабул ителгән документтар араһында Республика башҡорт мәҙәниәте клубының Уставы беҙҙең артабанғы эшмәкәрлегебеҙҙе законлы нигеҙҙә алып барыу йәһәтенән таяныс булды. Устав шул уҡ көндәрҙә, 23 майҙа, Башҡорт АССР-ы Мәғариф министрлығында теркәлде (теркәү һаны: 4). Уның беренсе пунктында, клуб ағзаларының хоҡуҡтары һәм бурыстары менән бергә, яңы ойошманың маҡсаттары билдәләнә. «Республика башҡорт мәҙәниәте клубы, – тиелә унда, – башҡорт халҡын милли-мәҙәни, тел, социаль йәһәттән тергеҙеү һәм үҫтереүгә бөтөн яҡлап булышлыҡ итеү ниәтен алға ҡуйып эш итә». Уставта РБМК-ны ойоштороу формалары, уның хоҡуҡи хәле, финанс сығанаҡтары күрһәтелә. Дөйөм алғанда, клуб эшмәкәрлегендә төп йүнәлеш мәҙәниәт, тел, мәғариф һәм башҡорт халҡының тарихы мәсьәләләре менән билдәләнә.
Йыйында ҡабул ителгән «Башҡорт халҡына мөрәжәғәт» тигән документта яңы ойошманың милләтебеҙ алдында торған мөһим бурыстары, ошо рәүешле айырым пункттарға бүлеп, билдәләп үтелә:
«Ҡәҙерле тоҡомдаштарыбыҙ – башҡорттар! Башҡорт мәҙәниәте йәмғиәтенең съезы һеҙгә мөрәжәғәт итә:
1. Халыҡты халыҡ иткән, ата-бабаларыбыҙҙың беҙгә аманат итеп ҡалдырған иң изге рухи байлығы – туған башҡорт телебеҙҙе һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү өсөн һәр беребеҙ конкрет хәстәрлек күрәйек: балаларыбыҙҙың ғаиләлә башҡортса телен асайыҡ, башҡорт балалар баҡсалары, башҡорт мәктәптәре булдырыуҙы кисектермәй бергәләп юлға һалайыҡ. Башҡорт мәҙәниәте йәмғиәтенең республикабыҙ ҡалаларында һәм райондарында төҙөлгән бүлексәләренең эшенә ошо йүнәлештә ярҙам итешәйек, ул йәмғиәттең ағзалары булып та ҡатнашайыҡ.
2. Башҡорт АССР-ының, милләтебеҙҙең социаль-иҡтисади хәлен, республиканың социаль инфраструктураһын яҡшыртыу һәм илебеҙҙәге милләттәр менән фактик тиң хоҡуҡлылыҡты тәьмин итеү өсөн автономиялы республикабыҙҙың статусын союздаш республикалар кимәленә күтәреү мәсьәләһен илебеҙ хөкүмәте алдына ҡуяйыҡ.
3. Башҡорт АССР-ынан ситтә йәшәгән башҡорттарҙың мәнфәғәтен күҙәтеү ҙә мәҙәниәт йәмғиәтенең уртаҡ бер бурысы. Был тәңгәлдә күрше ҡәрҙәштәр – Силәбе, Ҡорған өлкәләрендә йәшәгән башҡорттарҙы берләштереү маҡсатында Арғаяш милли округын яңынан аяҡҡа баҫтырыу мәсьәләһе менән СССР Юғары Советына мөрәжәғәт итәйек.
Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, халҡыбыҙҙың данлы тарихын һәм бай рухи мәҙәниәтен, донъяла тиңе булмаған йырын, моңон ҡәҙерләү, бүтән милләттәр араһында туған халҡыбыҙҙың абруйын һәм дәрәжәһен һаҡлау, милләтебеҙ менән хаҡлы ғорурлана белеү – беҙҙең һәр беребеҙҙең намыҫ эше. Интернациональ дуҫлыҡ, туғанлыҡҡа шундай шарттарҙа ғына өлгәшергә мөмкин.
Әйҙәгеҙ, республикабыҙҙың сәскә атыуы, милләтебеҙҙең күтәрелеше, үҙгәртеп ҡороуҙың еңеүле аҙымдары өсөн изге эшкә бергәләп ең һыҙғанып тотонайыҡ!»
Йыйын үтеү менән, уның ҡарарҙарын, унда индерелгән тәҡдимдәрҙе бойомға ашырыу өсөн ысынлап та ең һыҙғанып эшкә тотондоҡ. Ултырып эшләрлек урыныбыҙ булмаһа ла, аҙна һайын, хатта аҙнаһына икешәр тапҡыр йыйылып, бихисап көндәлек мәсьәләләр менән дә шөғөлләндек, мөһим проблемаларға арнап, идара ултырыштарын үткәрҙек, тикшерелгән мәсьәләләр буйынса власть органдарына хаттар, мөрәжәғәттәр ҡабул иттек. (Ултырыштарыбыҙ күп ваҡыт Башҡортостан Яҙыусылар союзының кескәй генә залында үткәрелде. Беҙгә рөхсәт биргәне өсөн Союз рәйесе Динис Бүләковҡа беҙ һәр ваҡыт рәхмәтле булдыҡ.) 8 июндә, мәҫәлән, идара ултырышында, республика мәктәптәрендә туған телде уҡытыу мәсьәләһе тикшерелде. Сығыш яһаусылар башҡорт телендә уҡытыу өсөн бик мөһим предметтар буйынса уҡытыусыларҙың етешмәүен билдәләп үтте. Күп кенә райондарҙа айырым етәкселәрҙең, уҡытыусы кадрҙарҙың, уҡыу әсбаптарының етешмәүен һылтау итеп, башҡорт теленең уҡытылмау факттары асыҡланды. Мәғариф органдарынан мәктәптәрҙе һәм башҡа уҡыу йорттарын тейешле кадрҙар һәм кәрәкле уҡыу әсбаптары менән тәьмин итеүҙе талап иткән ҡарар ҡабул ителде.