Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Муса МОРТАЗИН

1917 ЙЫЛДЫҢ ОКТЯБРЕ БАШҠОРТОСТАН ТАУҘАРЫНДА

Хеҙмәтсәндәрҙең бөйөк союзын – СССР-ҙы тәшкил итеүсе милли берләш­мәләр араһында бер төпкөлдә ятҡан, артта ҡалған һәм Октябргә тиклем бер кемгә лә билдәле булмаған Башҡортостанға данлы өлөш – иң тәүге милли Совет республикаһы булыу бәхете тейҙе. Тарихи, иҡтисади һәм сәйәси характерҙағы күп кенә сәбәптәр башҡорт милли-революцион хәрәкәтен ғәйәт активлаштырҙы. Ул, айырым иҡтисади-сәйәси төркөм­дәрҙең ялҡынлы революцион эҙләнеүҙәре һәм үҙ-ара көрәштәре аша үтеп, үҙенең ойошоу рәүешен Совет автономияһында тапты.
Әле был юлы Февраль һәм Октябрь түңкәрелештәре осоронда Башҡортос­танда киң йәйелгән ваҡиғалар хаҡында дөйөмләштерелгән очерк яҙыуҙы маҡсат итеп ҡуймай, был мәҡәләмдә Октябрь боролошон һәм Башҡортостанда Совет власының урынлашыуын үҙемдең нисек ҡабул итеүем тураһында уҡыусылар менән фекер уртаҡлашырға һәм бер нисә ваҡиғаға ғына туҡталып үтергә теләйем. Ул ваҡиғалар: үҙем тыуып үҫкән Күбәләк-Тиләү волосында Советтар ойоштороу, шунан һуң Беренсе Башҡорт Ҡорол­тайында (Ойоштороу йыйылышында) һәм Ҡаҙанда булып үткән Мосолмандар съезында бер төркөм башҡорт фронто­вик­тарының сығышы.
Октябрь түңкәрелешен нисек ҡабул итеүемде һәм ҡараңғы бер башҡорт волосында Совет власының түбәнге орга­нының ниндәй киҫкен шарттарҙа төҙө­лөүен асыҡларҙан алда, империалистик һуғыш осоронда башҡорт ауылының нин­дәй хәлдә булыуы тураһында бер нисә һүҙ әйтеп үтәйем.
Башҡортостандың бөтә йәш егеттәре мобилизацияланып, Рәсәй һәм донъя бур­жуазияһы мәнфәғәттәре хаҡына тыу­ған-үҫкән иленән айырылып, меңәр саҡ­рым ситтә һуғыша ине. Башҡорт йәштә­ренең барыһы ла тиерлек окоптарға китте, ләкин ата-әсә йортонда тыныс ҡына ғү­мер кисергән иркәбайҙар ҙа булды. Улар дәрәжәле кешеләрҙең – мулла­ларҙың, волость һәм ауыл старшина­ларының балалары ине. Хөкүмәткә ҡар­шы ҡарашта булып, илде “тәртипле” тот­ҡан атайҙарының йылы ҡанаттары аҫтын­да һыйынған был эшем эйәләре ҙур түрәләрҙең фатихаһы менән ҡапыл ғы­на хәрби хеҙмәткә “яраҡһыҙ” тип табыла ине. Һуғыштан ҡотолоп ҡалыусылар араһында фәҡирерәк ғаиләләрҙән сыҡҡан муллалар ҙа булды. Улар, дин әһеле була­раҡ, батша закондары буйынса хәрби хеҙ­мәттән азат ителде. Һәр хәлдә был осорҙа ауылдарҙа сыуалыш ҡуптарырлыҡ кеше­ләрҙең сафы бик ныҡ һирәгәйгәйне, тип әйтергә мөмкин. Рус һәм башҡорт түрәләре, башҡорт байҙары һәм муллалары ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға өҫтө­нән үҙҙәрен көндән-көн тулы хоҡуҡ­лы хужа итеп тоя барҙы. “Өлгөлө” тәртип урын­лаштырылды, түрәләрҙең абруйы күтәрелде. Тиҙҙән революцион сатҡылар осор, Башҡортостанды тотош советлаштырып бөтмәҫтән элек үк иң алыҫ төбәк­тәрҙең береһе булған волоста тормошҡа Советтар идара итә башлар, тип уйларға урын да юҡ ине.
Ҡапыл Февраль дауылының күкрәүҙәре башҡорт тауҙарын һәм ялан-ҡырҙарын яңғыратты. Батша власы ҡоланы. Урын­дарҙа бөтә кимәлдәрҙәге түрәләрҙең дә власы селпәрәмә килергә тейеш ине. Бер яҡтан – губерна үҙәктәренең бойороғо менән, икенсе яҡтан томана становойҙар, исправниктар, волость старшиналары өйөр­ҙәренең тарҡалыуы менән емерелеп, иҫке власть емереклектәре өҫтөнә яңы власть төҙөлөргә тейеш ине. Күпселек баш­ҡорт волостарында йәш либерал муллалар һәм ауыл мөғәллимдәре – Ваҡытлы хөкүмәттең волость комитеттарында ағза булып торған кешеләр яңы власть ойош­то­рорға тотоноп ҡараған булды.
Был власть революцион инеме? Баш­ҡорт ярлылары мәнфәғәтен сағыл­дыр­ҙымы? Көтөп тор! Яңы органдарға ояла­ған әҙәмдәр, ҡайһы берҙә үҙ ирке менән булып етмәһә лә, ваҡиғалар ҡолона әүерелеп, фәҡир-фоҡараның һәм урта хәлле­ләрҙең революцион ынтылыштарына ҡаршы көс хеҙмәтен үтәне. Уларҙың төп бурысы әлеге лә баяғы яманаты сыҡҡан “тәртип”те һаҡлауҙан һәм, һис бер төрлө ойоштороу эштәре үткәр­мә­йенсә лә, “томана” башҡорттар араһында әле бында, әле тегендә быҫҡыған революция янғынын мөмкин тиклем тиҙерәк һүрелтеп бөтөрөүҙән тора ине.
Беҙҙең Күбәләк-Тиләү волосы ла батша вәкилдәрен алмаштырыу осорон кисерҙе. Уларҙың урынына йәш муллалар, мөғәл­лимдәр һәм ауылдағы ярым зыялыларҙың башҡа вәкилдәре килгәйне. Волость үҙәгендә төп ролде дини белемгә лә эйә булып етмәгән Исмәғил Солтанов уйнай. Ләкин бындай “демократик” власть күпкә сыҙай алманы. Ауылдарҙа ҡалған кеше­ләрҙең аңһыҙлығынан һәм һүлпәнлегенән файҙаланып (фронтовиктар ҡайтып, уларға революцион рух өрөп өлгөр­мәгәйнеләр әле), бығаса хакимлыҡ иткән юғары ҡатлам “демократик юл менән” Ваҡыт­лы хөкүмәттең вазифалы кешеләре сифатында элекке урындарына оялап алды. Мәҫәлән, беҙҙең волостың башына йәнә элекке старшина Ишкәримов ултыр­ған. Ул баяғы Солтановты һәм шуның һымаҡ йәш кешеләрҙе үҙенә ярҙамсы итеп тотоп, волоста йәбер-золом ҡылы­уын дауам итә.
Старшиналарҙы һәм старосталарҙы элекке урындарына ҡайтарыу 1917 йыл­дың ҡара көҙөнә тиклем барҙы. Мин иһә, алыҫ һәм сит-ят яҡтарҙа оҙаҡ йөрөгәндән һуң, большевиктар биргән демобилизациянан файҙаланып, тап шул мәлдә ауылыма ҡайтып төштөм.
***
Ауылдан сығып китеүемә хәтһеҙ ваҡыт үткәйне. Китеүем менән ҡайтыуым ара­һында мәғәнәһеҙ ҡан ҡойош менән үткән осор – донъя һуғышы йылдары һәм ҡыҫҡа ғы­на, әммә сағыу большевистик үҙгәреш көн­дәре ята.
Ауылым еренә эңер араһында аяҡ баҫ­тым. Шул уҡ кистә үҙемә активтар һы­маҡ күренгән, уйҙарымды шулар ярҙамы аша тормошҡа атҡара алырмын тип уйла­ған, Күбәләк-Тиләү волосында Совет власын шулар менән ойошторорға мөмкин булыр тип ышанған иптәштәрҙе йыйҙым. Ҡот осҡос хәл: активтар тип уйлаған кеше­­ләрем бик дәртһеҙ булып сыҡты. Солтанов етәкселегендәге “алдынғы” йәштәр, бер-береһен бүлә-бүлә, миңә, “революцион эштәр менән шөғөлләнеү өсөн шул ҡәҙәр шарттар насар, ә иҫкесә эшләүсе юғары ҡатламдың йоғонтоһо шул тиклем көслө, был тәңгәлдәге тырышлыҡтар аҡылһыҙлыҡ ҡына була­саҡ һәм революция эшенә ҡама­саулыҡ ҡына итәсәк”, тип иҫбат итергә тырыштылар. Ул саҡта мин, былар ҡурҡыуҙан шулай һөйләнәләрҙер, тип уйлағайным. Ошо һөйләшеүебеҙ бер аҙ һуңғараҡ булһа, мин был “ҡурҡаҡлыҡ”тың бөтә дәүләт­тәрҙә һәм милләттәрҙә осрай торған йомшаҡ холоҡло, аумаҡай интелли­генцияның һәм ярым интеллигенцияның “демократик” килешеүсәнлек тенден­цияһы өлгөһө булыуын аңлар инем.
…Һөйләшеү төн буйына барҙы һәм тәүге, әйтергә кәрәк, ҙур булмаған еңеү менән тамамланды. Унда ҡатнашҡан элекке ике фронтовик, беҙҙең тырыш­лыҡтарыбыҙ һәләкәткә алып барһа ла, беҙ волоста Совет идараһы органын төҙөү өсөн йәнебеҙҙе фиҙа ҡылырға ла әҙербеҙ, тип белдерҙе.
Был төндә миндә артабан эш итеү планы тыуҙы. 30 октябрҙә (1917 йыл) Совет­тарҙың волость съезын асырға ҡарар ителде. План шунда уҡ ғәмәлгә ашырыла башланы. Ибраһим Мортазин (ВКП(б) ағзаһы, ул 1920 йылда Польша фронтында батырҙарса һәләк булды) һәм тағы ике-өс иптәш менән бергәләп, бер кемгә лә өндәшмәй генә ауылдарға сығып киттек һәм, аҙна эсендә егермеләгән ауылда булып, волость съезына һайлауға әҙерлек алып барҙыҡ.
Үҙебеҙ барып етә алмаған ауылдарға буласаҡ съезд тураһында фронтовиктар аша хаттар ебәрҙек, съезға вәкилдәр һай­лау тураһында үтенес белдерҙек.
Волосҡа ҡарлығып, тауышым бөтөп ҡайтып төштөм. Волость идаралығының “демократик” ағзаларын йыйып, көтөл­мәгән хәбәр һалдым: волость съезы була! Солтанов һәм уның ҡуштандары башта ап­тырап ҡалды. Унан туҙып киттеләр. Беренсенән, уларҙы ҡатнаштырмайынса, ҙур эш башлап йөрөйбөҙ. Икенсенән, съезд тейешле ваҡытта, тейешле тәртип ме­нән саҡырылмай, шуға ул законһыҙ һәм, аҙаҡ килеп, уларса, съезд, әлбиттә, үткән съезд башлаған эште ҡуйыртасаҡ ҡына. Ул съезда төрлө ауылдарҙан килгән вәкилдәр власть башына старшиналар менән старосталарҙы кире ҡайтарыу менән бергә улар эргәһенә револю­ционерҙарҙы ла һайланы. Ә был съезд, бәл­ки, үҙенсә эш итеп, тегеләрҙе бөтөнләй һөрөп сығарыр ҙа урындарына ойоштороп йөрөүсе фронтовиктарҙы үткәрер.
Нисек кенә булмаһын, эш эшләнгәйне инде…
Иртәгеһенә иртәнсәк волость ида­раһына, төркөм-төркөм булып, делегаттар һәм ҡыҙыҡһыныусан ауылдаштар йы­йыла ине инде.
Халыҡ идараға килеп тулды. Ойоштороусылары булмаһа ла, үҙҙәренән-үҙҙәре төр­көмләшеп, әммә парламент тәртип­тәре ҡанундарының бөтә нескәлектәрен һаҡлап тигәндәй, һәр кем үҙ ишен табып урынлашты: фронтовиктар – бер башҡа, хәллерәктәр, ярлы-ябағанан айырылы­быраҡ, икенсе тирәлә, фәҡир-фоҡара үҙ­ҙә­ре бер ситтәрәк ойоҡһой.
Волость идараһының “демократик” ағзалары ла килеп етте. Улар, уңай­һыҙланып, үҙҙәрен нисек тоторға, нимә эшләргә белмәй.
Дүрт йөҙ самаһы кеше йыйылғас, тоттом да үҙем съезды асыҡ тип иғлан иттем. Прези­диум тәҡдим ителде. Уға минән һәм фронтовик иптәштәремдән башҡа Солтанов һәм ҡайһы бер “демократтар” ҙа индерелде. Мин исемлекте уҡып бөт­кәс, улар тауыш-тынһыҙ ғына, ишек-тәҙрә­ләргә ҡарана-ҡарана урындарына килеп ултырҙылар.
Мин һөйләй башланым. Ауыл йыйылыштарында һөйләгән һүҙҙәремде һөйлә­йем: илдә власть алмашыныуы тура­һында, волоста Совет идаралығы төҙөү тураһында. Ошоларға ҡушып, Башҡор­тостандың автономиялы йөмһүриәт итеп төҙөләсәге һәм Бөтә Башҡортостан съезы­на – Ҡоролтайға хәҙер делегаттар һайлау буласағы хаҡында ла әйтеп үттем.
Халыҡ иғтибар менән һәм йотлоғоп тыңланы… Ҡапыл артҡы рәттәрҙә тауыш ҡуп­ты. Күтәрелеп ҡараһам, күҙем старшина Ишкәримовтың миҙалына төштө. Бер үк ваҡытта шартлатып тәҙрә асҡан та­уыш ишетелде: Солтанов ҡуштандары менән ашыға-ашыға тәҙрәнән сығып ҡаса ине.
Шул арала старшина тирәһендәге кеше­ләр һөжүм итергә яһанды.
Ишкәримов “егеттәре” аҡырыша-ҡыс­ҡырыша президиум өҫтәленә яҡынлашып килә. Шау-шыу, этеш-төртөш китте. Председателлек итеүсенең ҡыңғырауы өҙлөк­һөҙ зыңғырлай. Ишкәримовсылар ана-бына килеп етә. Берәй нәмә эшләргә кә­рәк…
Шул саҡ мин, әҙәп һаҡлау тураһында уй­лап тормай, өҫтәлгә һикереп мендем дә ҡысҡырып ебәрҙем:
– Кемдәр ярлылар яҡлы – һулға сығығыҙ! Йәшәһен Совет власы!
Фронтовиктар шунда уҡ президиум өҫтәле эргәһенә ташланды һәм ҡуйын­дарында йәшереп тотҡан ҡоралдарын сығарҙы. Халыҡ араһында электр тогы үттеме ни! Тып-тын булып ҡалды. Ишкә­римовтың әшнәләре шунда уҡ ҡулға алынды һәм бикләп ҡуйылды. Мөхтәрәм Иш­кә­римов әфәнде бер ҡулы менән ҡиммәт­ле миҙалын, икенсеһе менән сапан салғы­йын тотоп, бинанан сығып тайҙы, йүгереп барып кырандасына ултырҙы ла, атына шарт­лата һуғып, йән-фарман саптырып китеп барҙы. Ишкәримов аттарына быға тиклем дә, Күбәләк-Тиләү волосында тәү­ге совет һайлауын үткәргәндән һуң да был тиклем ҡаты туҡмау эләкмәгәндер ул.
Съезд Ишкәримов көткәнсә һәм уның хеҙмәттәштәре юрағанса тамамланманы. Съезд беҙҙең бөтә тәҡдимдәрҙе лә ҡабул итте. Советҡа беҙҙең төркөмдән дә, урын­дағы ярым интеллигенция араһынан да кешеләр инде. Ырымбурҙа үтәсәк Бөтә Башҡортостан Ҡоролтайына делегаттар һай­ланды. Уларҙың береһе мин инем.
Ҡоролтай башҡорттар төҙөгән ҡәлғәлә – тарихи Каруанһарайҙа үтте һәм татар бур­жуазияһы вәкилдәренең, уларҙың йырын йырлаусыларҙың башҡорт милли рево­люцион хәрәкәтен өҙлөкһөҙ талау­ҙары шарттарында барҙы. Фронтовик­тарҙан торған беҙҙең большевиктар төркөмө үҙен ныҡ тотто һәм ерҙәрҙе наци­о­нализациялау мәсьәләһендә актив сығыш яһаны. Ләкин башҡорт йәмғиәте тормошондағы был яңы кешеләрҙең ярһыу активлығы һәм революцион үҙ­гәртеп ҡороуҙарҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн ҡайнар сығыш яһауҙары ғына съездың ил­де революционлаштырыуҙан алыҫ торған элементтар (муллалар, хәлле башҡорттар, старшиналар) тарафынан төҙөл­гән ҡарарҙарына йоғонто яһарлыҡ түгел ине шул.
Ҡоролтай башҡорт халҡының милли берҙәмлеге юлын һайланы һәм уның социаль төркөмдәргә бүленгәнлеге тура­һын­дағы мәсьәләне алып ташланы. Шулай ҙа ул башҡорт милли революцион хәрә­кәте тарихында ҙур роль уйнаны. Төбәк һаман да әле Дутов ҡул аҫтынан ҡотҡарылмаған, ә Каруанһарайҙа Милләт мәжлесенә һәм Мосолман хәрби шура­һына (советына) тоғро булған һәм татар буржуазияһы мәнфәғәттәрен сағыл­дырған татар офицерҙары команда­лы­ғында мосолман хәрби частары торған бер саҡта большевистик пропаганда утында сыныҡҡан фронтовик револю­ци­онерҙарҙың да ялҡынлы һүҙе ишетел­мәй ҡалманы.
Башҡорт революционерҙары төркөмө Ҡаҙанда үткән һәм Бөтә мосолмандарҙың хәрби съезы тип аталған йыйында Кару­ан­һарайҙағыға ҡарағанда ла кәмерәк эш баш­ҡара алдыҡ (мин унда Ырымбурҙан туп-тура барып эләккәйнем). Кадет-эсер­ҙарҙан торған контрреволюцион күпселек съезда беҙгә парламент өҫтөнлөгө алырға мөмкинлек бирмәне. Ләкин беҙ үҙебеҙҙең тынғыһыҙ большевистик активлығыбыҙ менән, үҙебеҙҙең сығыштарыбыҙ һәм урындарҙан ҡысҡырыуҙарыбыҙ менән ул күпселектең берҙәмлеген байтаҡ ҡаҡ­шаттыҡ. Элекке Ҡаҙан мырҙалары янына ҡунаҡ йәки тамашасы сифатында килеп тулған урындағы буржуа коридор­ҙарҙа, бина ишеге төптәрендә беҙҙе бер үк һорау менән туҡтата торған булып китте: “Беҙ – мосолман, һеҙ – мосолман, ниңә инде динһеҙ большевиктар хәбәрен һөйләп йөрөйһөгөҙ?” Ошондай һүҙҙәрҙән һуң, татлы телләнеп, сәләмәтлегебеҙ, мохтаж­лыҡтарыбыҙ һәм теләктәребеҙ тураһында һорашырҙар һәм бик тә бик ҡыҙыҡһындырырлыҡ ярҙамдарын тәҡ­дим итерҙәр ине.
Башҡорт большевиктары был “дуҫ­тарҙы” тыңлайҙар ҙа иртәгеһенә, Ҡаҙанда йәшәүсе иптәштәргә ҡушылып, яңы көс менән буржуазияның тетмәһен тетәләр…
Буржуазия ойошторған контрреволюцион съезд беҙҙең сығыштарыбыҙҙы иғтибар менән тыңлар, тип өмөт итмәй инек. Беҙҙең фекерҙәр күптән инде болғана башлаған һәм үҙҙәрен иҙеү­селәрҙең, уларҙың “конституцион”, “демократик” съезының ауыҙын ябырға мәж­бүр иткән ҡала ярлылары араһында яҡлау тапты.