Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Миңнур Әхмәтова

Йәйге төндә

Йәйге төн тын. Тик ел генә
Иҫеп ҡуя, ниҙер эҙләй.
Бер ҡабынып, берсә һүнеп,
Шуҡ йондоҙҙар ерҙе күҙләй.

Шул саҡ, әллә ҡайҙан сыңлап,
Тирә-йүнгә моң түгелде –
Йөрәгемде елкендереп,
Сихырланы һил күңелде.

Йә сумдым уй диңгеҙенә,
Йә ашҡынып күккә остом, –
Ай нурҙары менән уйнап,
Йондоҙҙарҙы барып ҡостом...

Ҡайҙан был моң: Ерҙә тыуған
Мөхәббәттең тауышымы?
Ергә ҡарап йылмайышҡан
Йондоҙҙарҙың һағышымы?

Ышанам мин: илаһи моң
Яралалыр күктә генә.
Юҡһа, ниңә хистәр тулһа,
Күңел күккә күтәрелә?!

Юҡһа ниңә йондоҙ һайлай
Ғашиҡтарҙың ҡараштары?
Тик хыялый, сая йәндәр
Байҡай Йыһан тарафтарын!

...Моң туҡтаны. Диктор әйткән
Бер нисә һүҙ һиҫкәндерҙе:
“Әле һеҙгә тапшырылды
Бетховендың әҫәрҙәре”.

Ғорурмын мин: илаһилыҡ
Күктә түгел, тыуа ерҙә!
Йондоҙҙарҙы таң ҡалдыра
Көслө рухлы аҫыл Ирҙәр!
Матурлыҡ та тыуа Ерҙә,
Батырлыҡ та тыуа Ерҙә!..
Тәүге ҡар

Ем-ем итеп күктән ер өҫтөнә
Ҡойолғандай көмөш йондоҙҙар,
Төшөр урын тапмай, оса-ҡуна
Елбәҙәкләп яуа тәүге ҡар.

Ҡырға сыҡтым шул саҡ мин яңғыҙым
Хушлашырға моңһоу көҙ менән,
Барған юлдарыма ынйы булып
Аҡ ҡар бөртөктәре һибелгән.

Тып-тын атлап барам ап-аҡ юлдан
Һүтә-һүтә уйҙар йомғағын.
Ҡарҙай аҡ күңелле бала саҡҡа
Илтһә икән ошо юлдарым...

Тик үткәнгә кире ҡайтып булмай –
Юлдар алға ғына баралар.
Йылдар, йылдар... Ап-аҡ күңелгә лә
Юйылмаҫлыҡ эҙҙәр яралар.