Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Миңлегөл Хисамова

“Ижадымда мин бурыслы мәңге Әсәм менән тыуған яғыма”

Рубрикабыҙҙың бөгөнгө ҡунағы – билдәле шағирә Миңлегөл ХИСАМОВА. Әҙибә менән бергә уның бала сағына, йәшлегенә сәфәр ҡылдыҡ, яҙмышына өлөш индергән ҡәҙерле кешеләрен, остаздарын иҫкә алдыҡ, бөгөнгө әҙәбиәткә, сәнғәткә, йәшәйешкә ҡарата фекерҙәрен белештек, уй-маҡсаттарын уртаҡлаштыҡ.

– Миңлегөл Сәлимйән ҡыҙы, тәүге яҙған шиғырығыҙҙы иҫләйһегеҙме? Ул нимә тураһында ине һәм ҡайҙа баҫылып сыҡты?
– Иң тәүге шиғырым “Әнисәнең ҡурсағы” тип атала ине, V класта уҡығанда “Башҡортостан пионеры” гәзитендә баҫылып сыҡты. Ул саҡта бик ныҡ ҡыуанғаным хәтеремдә ҡалған. Бәлки, ошо ваҡиғанан һуң яҙышыу теләгем тыуғандыр ҙа.
– Һеҙҙең йырлы-моңло, шиғриәтле уникаль ғаиләгеҙ хаҡында матбуғатта күп яҙылды. Ижад юлығыҙҙың башы ла ғаиләнән башланалыр...
– Эйе, был турала күп тә яҙылды, буғай. Бигерәк тә яҡташыбыҙ, танылған прозаик Рәшит ағай Солтангәрәев беҙҙең ижадҡа ныҡ иғтибарлы булды. 1996 йылда һылыуым, шағирә Зөһрә Ҡотлогилдина менән берлектә “Миләш тәлгәштәре” тигән китабыбыҙ сыҡҡас, ағайыбыҙ ҙур ғына мәҡәлә баҫтырҙы. Ижадҡа дәртләндерҙе, ҡанатландырҙы. Беҙҙең уға рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Аҙаҡ та күҙ уңынан ысҡындырманы. Был турала “Башҡортостан ҡыҙы” журналында баҫылған яҙмамда ла әйтеп киткәйнем. Тура һүҙле булды, кеше үпкәләр тип ҡарап торманы, тейешен әйтте. Шуның менән ул хаҡлы булды ла, тип уйлайым. Ысын ижадсылар тәнҡиттән ҡурҡырға тейеш түгелдәрҙер...
Яҙышыу теләгенә әсәйебеҙҙең йоғонтоһо ҙур булғандыр. Заманында үҙе уҡый алмағас, 4 класс менән генә тороп ҡалғас, беҙҙе нисек тә кеше итергә тырышҡандыр. Ул ваҡытта сыҡҡан гәзит-журналдарҙың барыһын да алдырҙы. “Совет Башҡортостаны”, “Башҡортостан пионеры”, райондың “Ильич юлы” гәзите, ”Пионер” журналы беҙҙең өйгә килде. Шуларҙы уҡып үҫтек, бәлки, ошолар аң кимәлебеҙҙең үҫешенә булышлыҡ иткәндер ҙә, тим. Әнүәр Бикчәнтәевтең “Пионер” журналында сыҡҡан “Илсе ҡыҙы” повесын шул тиклем мауығып уҡығаным иҫтә ҡалған, хыял донъяһында йөҙгәнем хәтерҙә...
Әҙәби китаптар һатып алырға әсәй бер ваҡытта ла аҡса йәлләмәне, шуға күрә өйөбөҙ китаптар менән тулы була торғайны. Кемдер уҡырға алып торһа, ул кире ҡайтманы. Китаптарҙың әле әҙ ваҡыты, уҡырға яратыусылар ҡулдан-ҡулға бер-береһенә биреп йөрөгәндер, күрәһең.
– Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназияһында уҡыу бәхете тейгән һеҙгә. Унда, белеүебеҙсә, күренекле башҡорт теле уҡытыусыһы Сажиҙә Хәмәтйәр ҡыҙы Зайлалованың дәрестәрендә ултырырға, ул етәкселек иткән әҙәби түңәрәктә шөғөлләнергә насип иткән. Ошонда тәүге тапҡыр тере яҙыусыларҙы күргәнһегеҙ. Шиғриәт юлынан китеүгә интернаттың йоғонтоһо ла булғандыр. Шул осорҙа бергә уҡыған класташтарығыҙ араһынан кемдәр шағирҙар, яҙыусылар булып китте?
– Эйе, миңә хәҙер Рәми Ғарипов исемен йөрөткән 1-се республика башҡорт гимназияһында белем алыу бәхете тейҙе. Был уҡыу йортона еңел генә барып эләкмәнем, сөнки унда инеү өсөн рус теленән һәм математиканан яҙма эш – имтихандар бирергә кәрәк ине. Был турала һөйләһәң, үҙе бер тарих. Тәүге тапҡыр Өфөгә килгәндә, математиканан мәсьәләне аңлап етмәнем, сөнки ул русса яҙылғайны. Кире ҡайтып китергә тура килде. Шунан һуң Таймаҫта ошо фәндән уҡытҡан йәш уҡытыусы Флүрә апай Мәҡсүтоваға Мораптал ауылына консультацияға йөрөнөм. Ялсыҡайҙан Морапталға тиклем ун саҡрымдан ашыу ара. Көн һайын велосипед менән барам. Алдыма алған берәй эште башҡара алмаһам, ҡара тырышланып китә торған ғәҙәтем бар. Үҙемә, мотлаҡ шул интернатҡа инергә тейешмен, тигән маҡсат ҡуйҙым. Икенсе тапҡыр Өфөгә әсәйем менән килеп, рус теленән дә, математиканан да имтихандарҙы “4”кә тапшырып, уҡырға инеп киттем. Ошо урында мине имтиханға әҙерләгән уҡытыусыма мең рәхмәттәр яуҙырам. Хәҙер уҡыусылары менән бушлай шөғөлләнгән ошондай мөғәллимәләр табылыр инеме икән? Булһа ла, аҡсаға ғына... Эйе, заманалар үҙгәрҙе шул.
Интернатта беҙҙе күренекле башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сажиҙә Хәмәтйәр ҡыҙы Зайлалова, Ләйлә Сабир ҡыҙы Ваһаповалар уҡытты. Әҙәби түңәрәккә йөрөнөм. Түңәрәктә шөғөлләнгәндә, тәү тапҡыр тере шағирҙарҙы күрҙем. Улар менән аралашыуы ҙур ҡыуаныс булды, әҙәбиәткә нығыраҡ ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Шул осорҙа шиғырҙарым “Башҡортостан пионеры”нда, “Совет Башҡортостаны” гәзитендә “Ун ете йәштәгеләр” рубрикаһында баҫылып сыҡты. Интернатта уҡығанда мин агроном булырға хыяллана инем. Класыбыҙ химия йүнәлеше буйынса белем алды. Уҡытыусыбыҙ Людмила Александровна Вождаеваны бик хөрмәт иттек. Ул беҙҙең класс етәксеһе лә булды. Әммә 10-сы класта теләгем үҙгәрҙе. Филология факультетына барырға ҡарар иттем. Был мәктәп уҡыусыларҙа рух ныҡлығы, ныҡышмалылыҡ, үҙ көсөңә ышаныу тойғолары тәрбиәләй. Шуның өсөн дә мәктәбемә сикһеҙ рәхмәтлемен. Унда уҡып сығыусы яҙыусылар, журналистар араһында – үҙ милләте өсөн янып йәшәгән шағир Рәми Ғарипов, ғалим, яҙыусы Ғайса Хөсәйенов, геолог һәм яҙыусы Диҡҡәт Бураҡаев, ғалим, яҙыусы Мирас Иҙелбаев, шағирә Йомабикә Ильясова, балалар әҙәбиәтенә тос өлөш индергән Динә Талхина, Рәсимә Ураҡсина, шағир Рәмил Йәнбәк, яҙыусы, драматург Мөнир Ҡунафин, проза оҫтаһы Әмир Әминев, архитекторҙар Урал Ураҡсин, Гүзәл Яубаҫарова... – барыһын да һанап та бөтөрлөк түгел.
Беҙҙең интернат-мәктәптә математика, химия, пионервожатыйҙар класы ойошторолғайны. Параллель кластар күп булды. Математиканан нефть институтынан профессорҙар килеп дәрес биреп йөрөнө, һуңынан унда уҡығандар, әлбиттә, нефть институтына юлланды, шулай итеп, милли кадрҙар әҙерләүгә ҙур иғтибар бирелгән.
Мәктәптә тәртип ҡаты ҡуйылғайны. Төнгө йоҡоға ҡыңғырау шылтырау менән, бер бала ла коридорҙа йәки ванна бүлмәһендә йөрөргә тейеш түгел. Әммә кемдер, әҙерләп бөтмәгән дәресен эшләйем тип, ванна бүлмәһенә инеп ултыра, йә коридорға сыға. Ошондай күренештәр тәртип боҙоу, режимды һанға һуҡмау тип атала. Шуға күрә бындай хәлдәрҙе булдырмау өсөн мәктәп буйынса төнгө рейд үткәрелә торғайны. Унда ХI класс уҡыусыһы Салауат исемле егет фотоаппаратына төндә төшөрә торған яҡтыртҡыс ҡуйып ала ла, тәртип боҙоусыларҙы беҙ бергәләп ҡаттар буйлап тикшереп йөрөйбөҙ. Фотоларҙы Салауат үҙе яһағандыр, моғайын. Әҙер ватман битенә шуларҙы йәбештереп бирә, ә мин ниндәй ҙә булһа сатирик шиғыр яҙып ҡуйырға тейешмен. Нисек килеп сыҡҡандыр инде был “ижад”ым, Хоҙай белә, сөнки мин әсе телле шиғырҙар яҙырға яратмай инем. Нисек аталғанын да онотҡанмын инде ул гәзиттең, күп ваҡыт үтте бит, ярты быуат ғүмер аҙ түгел. Айына бер булдымы икән был эшебеҙ – уныһы ла иҫтә ҡалмаған. Мәктәпкә ингән ерҙә ишек башына эленеп ҡуйыла ине ул, бөтәһе лә уҡый... Әммә кемдеңдер асыуланып, үпкәләп йөрөгәнен хәтерләмәйем...
Интернатта ваҡыт тиҙ үтә ине, төрлө саралар йыш ойошторолдо. М. Ғафури исемендәге парк алдына ҡуйылған Ленин һәйкәле янына митингыға барғаныбыҙ хәтерҙә ҡалған. Мәктәбебеҙ менән һәйкәлгә сәскәләр һалдыҡ, шунан һуң уға арналған шиғырҙар уҡылды. Мин дә үҙемдең Ильичҡа бағышланған шиғырымды уҡыным. Ул “Башҡортостан пионеры” гәзитендә баҫылып сыҡты. Шиғыр конкурсында еңеүсе тип, миңә альбом бүләк иттеләр. Күңелле ваҡиға булғас, онотолмаған әле, ул альбомды иҫтәлек итеп әле лә һаҡлайым. Бала саҡтың бер ҡомартҡыһы бит.
VIII класта математиканан Мәйсәрә Сәләхи ҡыҙы Әхтәмова уҡытты. Бик талапсан, үҙ фәнен яратҡан уҡытыусы булды, ул әле лә иҫән-һау, Хоҙай Тәғәлә тыныс ғүмер, һаулыҡ бирһен ҡәҙерле кешеләребеҙгә. Физиканан үҙ фәнен мөкиббән китеп яратҡан мөғәллимәбеҙ Мәхтүмә Ислам ҡыҙы Яхина уҡытты, тарихтан – Марат Хафиз улы Мөхәмәтйәнов. Тарих фәнен яратырға, үҙ фекереңде булдырырға кәрәклеген өйрәтте ул. Марат ағайыбыҙ ҙа, Аллаға шөкөр, иҫән-һау. Үҙенең тормош һәм хеҙмәт юлына арнап китап сығарҙы. Унда коллегалары тураһында, бергә-бергә, иңгә-иң терәшеп хеҙмәт итеүҙәре хаҡында бик йылы бәйән иткән.
Немец телендә яҡшы һөйләшкән Фәүзәнә Әйүп ҡыҙы Аҡманова, математиканан – Софья Ҡотдос ҡыҙы, биологиянан Алма Сәлмән ҡыҙы Ҡолдәүләтова, мөғәллимдәребеҙҙең барыһы ла беҙгә ныҡлы белем бирҙе, тормош юлында юғалып ҡалмаҫҡа өйрәтте. Характерҙарыбыҙҙың формалашыуына, әлбиттә, яратҡан тәрбиәсебеҙ Гөлкәй Сәлмән ҡыҙы Ҡужина булғандыр. Ул ваҡытта үҙе лә йәш кенә көйө беҙҙе тәртипкә өйрәнергә, алдағы тормошта бирешмәй йәшәргә өндәне. Уҡыуҙан тыш буш ваҡыттарҙа беҙ, уҡыусылар, мәктәптең тирә-яғына ағастар ултыртырға сығабыҙ. Мәктәп ихатаһында алма баҡсаһы бар ине, емештәрен йыйып, ашханаға тапшыра инек...
– Шиғырҙы һеҙ ҡасан яҙаһығыҙ? Илһамлы мәлдәрегеҙ йыш киләме, әллә ниндәйҙер тетрәнеүҙәр, асыштар этәргес буламы? Нисек тыуа ул һеҙҙең шиғыр: күңелдә тотошлайы менән яҙылып бөткәс кенә аҡ ҡағыҙға төшәме, әллә башҡа килгән фекерегеҙҙе яҙып ҡуйып, аҙаҡ ултырып эшләйһегеҙме?
– Күктә ялтырап киткән йәшен кеүек ул – шиғыр тыуыуы. Ҡапыл ғына күңелдә бер юл төҫмөрләнә, ошо мәлдә был шиғыр тиҙ генә яҙыла, ҡайһыларын яҙаһың да, ҡабат-ҡабат уға кире ҡайтырға тура килә. Тиҙ яҙылған шиғыр ыҡсым да һәм логик яҡтан да бөтөн була. Мин шиғырҙарҙы күңелдән яҙам. Онотолоп ҡуймаһын тип, уны аҡҡа күсереп ҡуям, сөнки төндә уйлап ятып күңелдән яҙылған шиғырҙың иртәгәһенә бер юлы ла иҫкә төшмәүе бар, шундай саҡтар ҙа була. Шиғыр ул күңел тетрәнеүҙәре аша киләлер тим, ошо йәшкә еткәндә, уны йәшереп тороу файҙаһыҙ һәм, әлбиттә, кешенең үҙ тыуған еренә һаҡлаған һөйөүе, һоҡланыуы, яҡындарыңды яратыу тойғолары ла шағирҙы битараф ҡалдырмай.
– Ҡайһы миҙгелдә күберәк һәм емешлерәк ижад итәһегеҙ: көҙмө, ҡышмы, әллә яҙмы, йәйме?
– Бөтә миҙгелдәр ҙә яҡын. Шулай ҙа көҙ һәм ҡыш айҙары минең өсөн уңышлыраҡ һымаҡ. Яҙ һәм йәй айҙарына ла ҡәнәғәтмен, һис тә илһамынан яҙҙырмай.
– Ижадығыҙҙа тәбиғәткә күп урын бирелә: һеҙ күҙәтеүсән, башҡалар күрмәгән матурлыҡты тояһығыҙ, тыуған яғығыҙҙың һәр тау, урман, йылғаһына, яҡын кешеләренә, ауылдаштарығыҙға арнап шиғырҙар яҙғанһығыҙ. Тәбиғәт менән бер бөтөн булыу, үҙеңде уның бер өлөшсәһе итеп тойоу – был һөйөүҙе һеҙҙә кем тәрбиәләне?
– Эйе, ижадымда тәбиғәткә арналған шиғырҙарым күп кенә шул. “Тынлыҡтарҙа ҡалам” тигән йыйынтыҡта был айырыуса күҙгә ныҡ ташлана. Тыуған яғын яратмаған кеше буламы ни?! Ер-һыу, таш, йылға атамаларына килгәндә – улар бит беҙгә бала саҡтан ҡанға һеңеп ҡалған төшөнсәләр, шуға күрә яҡын да, ҡәҙерле лә.Ҡаршы, Гәрәй урмандары, Сейәлек битләүе, Һөлөклө буйҙарына өләсәй менән еләккә йөрөгән ерҙәр... Ул саҡтағы емештең күплеген белһәң, иҫең китер, биҙрәләрҙе тултырып, унан һуң баштағы яҡлыҡҡа йыйып, арманһыҙ булып ҡайтып китә инек.
Шуныһы үкенесле – беҙ яратҡан тәбиғәт хәҙер үҙе лә ярҙамға мохтаж. Беҙгә үтә лә иғтибарлы булырға кәрәктер – һыуҙарҙы бысратмаҫҡа, барған-йөрөгән ереңдә ҡый-һай ҡалдырмаҫҡа, ошо ябай ғына тәртиптән башлана ла инде тыуған ереңде, төйәгеңде һаҡлау. Тәбиғәт менән үҙеңде бер бөтөн итеп тойоу – уның менән аралашып йәшәүҙән килә.
Беҙ әсәй менән икәү (һылыуым ул ваҡытта бәләкәй) урманға утынға бара инек. Әсәйем ат егеп, мине, оло ҡыҙын, арбаға ултыртып, ҡоро-һары алып ҡайтырға китәбеҙ. Урмандағы йәшеллекте күреп, минең иҫем китә ине – төрлө семәрле үләндәр, ваҡ-ваҡ ҡына сәскәләр – барыһы ла күңелемдә уйылып ҡалған. Ошо урман мине хайран итте һәм уны ғүмерлеккә яраттым. Шуғамы икән, тыуған яғыма, атай-әсәйемә, тәбиғәткә, бала саҡҡа, өләсәй-олатайыма, яҡындарыма, дуҫтарыма, ауылдаштарыма арналған бик күп шиғырҙар яҙылды. Бала саҡтағы тәьҫораттар бушҡа үтмәй, күңелгә уйыла, аҙаҡ ижадҡа күсә.
– Шиғриәтегеҙ, үҙегеҙ кеүек үк, тыныс, баҫалҡы. Улар оран һалып ҡысҡырып тормай. Әммә, тәрән йылға тын аға, тигәндәй шиғырҙарығыҙҙа эске кисерештәр, яныу, ярһыуҙар ташып тора. Бер кешелә шундай ике халәт нисек һыйыша икән?
– Мин үҙемдең шиғырҙарым тураһында ниндәйҙер фекер йөрөтә алмайым. Был тәнҡитселәрҙең эшелер, тип уйлайым. Шиғырҙарымдың бер өлөшөнә күҙәтеү яһаған тәнҡитсе, әҙәбиәтсе Әнғәм ағай Хәбировҡа рәхмәттәремде еткерәм, «Ағиҙел», 2011 й., №9.
– Ҡәләмдәштәрегеҙ араһынан кемдәрҙең китаптарын яратып уҡыйһығыҙ?
– Ҡәләмдәштәрҙең яңы сыҡҡан китаптары менән танышып барырға тырышам. Һүҙемде ҡатын-ҡыҙҙар ижадынан башлайым әле. Башҡортостандың халыҡ шағирәләре Факиһа Туғыҙбаеваның рухлы ижады оҡшай, Гөлфиә Юнысова-Иҙелбаеваның лирикаһы көслө, күренекле шағирә Әнисә Таһированың лирикаһы романтик рухлы, һағышлы, халыҡ шағирҙары Рауил Бикбайҙың фәлсәфәүи шиғырҙары, поэмалары күптәрҙе тәрән уйҙарға һала, Ҡәҙим Аралбаевтың поэмалары рухыбыҙҙы уята, Хәсән Назарҙың шиғриәте халыҡсан, Тамара Ғәниеваның үҙенсәлекле, бер кем менән бутап булмай торған ижады күңелдәрҙе тетрәтә. Прозаиктар Таңсулпан Ғарипованың, Мәрйәм апай Бураҡаеваның, Гөлнур Яҡупованың, Әмир Әминевтең, Гөлсирә Ғиззәтуллинаның ижады уйландырғыс, һоҡландырғыс көскә эйә. Мөкәрәмә Садиҡованың прозаһы уҡымлы. Ғөмүмән, был теҙмәне артабан да дауам итергә булыр ине. Балаларға яҙыусы әҙиптәребеҙ ҙә маҡтауға лайыҡлы, сөнки бөтә тәрбиәүи эш бала саҡтан башлана. Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның, Айһылыу Йәғәфәрованың, Әлфиә Әсәҙуллинаның, Зөһрә Ҡотлогилдинаның, Тамара Искәндәриәнең, Николай Граховтың уҡымлы шиғырҙары, хикәйәләре, әкиәттәре кескәйҙәрҙе һөйөндөрә. Рәлиф Кинйәбаевтың драмалары тормошсан. Шағирҙар Салауат Әбүзәр, Мөнир Ҡунафин да драматургия өлкәһендә танылды. Шағирәләр Гөлназ Ҡотоева, Лариса Абдуллиналар ҙа һоҡланғыс әҙибәләр.