Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Ләйсән Кәшфи

Ихласлыҡ һәм яҡтылыҡ шиғриәте

Ҡатын-ҡыҙҙар шиғриәте... Ихтыярһыҙҙан үҙенең нәфис, нескә хистәре, тәрән фәлсәфәһе, ныҡлы ихтыяр көсө менән Сажидә Сөләйманованың шиғырҙары иҫкә төшә. Заманыбыҙҙың талантлы ҡәләм эйәләре Лена Шакирйән, Клара Булатова, Ынйы Мөэминова, Халисә Мөҙәрисова, Дилә Булгакова... Һәр береһе шиғриәткә гүзәл заттарға хас күңел донъяһы, хыял-ынтылыштары, илаһи һиҙемлеге, һағыш-борсоуҙары, ҡыҙҙар сафлығы, әсәйҙәр йылыһы, өләсәйҙәрҙең иманы, иң мөһиме –ҡатын-ҡыҙҙың донъяға булған мөхәббәте менән инеп урынлаша.
Бөтә булмышы менән шағирә, һәләтле журналист Фәниә Ғәбиҙуллина тәү ҡарашҡа уҡ эскерһеҙ, һәр ваҡытта ярҙамға атлығып торған, хуш күңелле булыуы менән йылы тәьҫир ҡалдыра. Күңел иркен, донъя киң, ҡояш аҫтында бөтәбеҙгә лә урын етә, тигән принцип менән йәшәй ул. Ижад донъяһын да, шиғриәтте лә, журналистиканы ла бер кемдән дә тарһынмай. Шуға күрә үҙенә лә яҡты юлдар асылып ҡына тора уның, бәхет ҡояшы йыш йылмая Фәниә ханымға. Остаздар уны ярата, хөрмәт итә, замандаштары ышаныслы дуҫ таба, йәштәр кәңәшләшә, унан ярҙам күрә.
Ҡулымда Фәниә Ғәбиҙуллинаның ижад емештәрен туплаған шиғырҙар йыйынтығы. Ҡалын китап түгел, ләкин ундағы ихласлыҡ, йылылыҡ, шағирәнә яңылыҡ, бәлки, кирбес ҡалынлыҡ баҫмаға ла торалыр. Ысын-ысындан ҡатын-ҡыҙҙар шиғриәте был.
Ауыл һәм әсәй темаһы Фәниә Ғәбиҙуллина ижадында нурҙар, һағыш-моңдар, нескә төҫмөрҙәр менән балҡып китә. Шиғырҙарынан тыуған ергә, тыуған йортҡа, әсәләргә, ауылдаштарға йылылыҡ бөркөлөп тора. Яҙыусылар араһында, шиғриәттә ҡайнаған ҡәләм эйәһе бер ҡасан да яһалма рифмалар яҙыу менән шөғөлләнмәй, бармаҡтан һурып сығармай. Автор яңы һүҙ әйтәйем тип ҡатмарлы образдар, метафоралар эҙләп тә ыҙаланмай. Уҡыусыһына юл табыр өсөн уның теле лә, ҡәләме лә шыма. Шағирәнең көсө – ихласлыҡта, ижадта үҙ һуҡмағын яра белеүҙә, донъяны үҙенсә нәфис төҫтәрҙә күреүендә, күргәндәрен саф күңеле аша үткәреп, кәүҙәләндерә белеүендә. Томас Элиот ошолай тигән: “ Шағирҙың маҡсаты шунда – ул яңы хистәр эҙләргә тейеш түгел, ә иҫкеләрен яңыса файҙаланырға тейеш”. Фәниә Ғәбиҙуллина ла меңдәрсә ҡәләм ҡағылған шул уҡ ауыл, әсә темаһын ала ла тап үҙенсә яҡтырта, һағыныу, яратыу хистәренә яңы ғәм, яңы төҫмөрҙәр бирә.
Мин-минлектең эҙе лә юҡ Фәниә-шағирә ижадында, ул аҡыл өйрәтеүҙән дә, дидактиканан да алыҫ, хатта аҡыллы күренергә була фәлсәфәгә лә инмәй. Уның тормош фәлсәфәһе фекер алышыуға һеңгән, уның әхлаҡ ҡанундары шиғыр юлдары араһына йәшерелгән.
Башҡа ҡәләм эйәләре кеүек үк, яҙыусының рухи ҡиблаһы, ижад сығанағы – ауылда, уның тәбиғәтендә, кешеләрендә. Ана, ул тыуып үҫкән урамда күпме ҡыҙҙар! Бөтәһе лә уңған, булған, тормошта юғалып ҡалмаған. Улар араһында ғүмер буйына тыуған нигеҙен һағынып, ата-әсә тәрбиәһен ҡибла итеп, улар йылыһына сарсап йәшәгән Фәниә лә бар.
Меңдәр шиғриәтендә урын алған тәбиғәт манзараһын Фәниә Ғәбиҙуллина үҙенсә төҫ-хәрәкәттәрҙә күрә. Уның өсөн яңы сыҡҡан ҡаҙ бәпкәләре лә, әсәһе менән бергә ҡаҙ ояһына һалам түшәү ихтыяжы ла бала саҡты, тыуған нигеҙҙе һағыныу тойғолары менән үрелеп, ижади шәхес формалашыуға ишара яһай. Йыш ҡына ҡала ғәмһеҙлеге, унда эҙһеҙ үткән миҙгелдәр заялығы ауылдың ҡабатланмаҫ йәшәйеш һүрәттәренә ҡаршы ҡуйыла. Автор илһам эҙләп ауылға ҡайта, тик унда ғына ижад донъяһына лайыҡлы төҫ-хәрәкәттәрҙе таба.
Бала саҡ – шағирә өсөн илаһи миҙгел, шиғриәтенең таяныу нөктәһе. Ижадының шишмә башы ошондалыр төҫлө уның. “Бал бабайлы бала саҡ” шигырында:
Бал бабайлы булған өсөндөрмө,
Татлы булып хәтерҙәрҙә ҡалған
Ялан тәпәй үткән бала саҡ, –
тип шағирә был миҙгелдең ҡабатланмаҫ күренешен тыуҙыра.
Көрткә сумып, тауҙар шыуыр өсөн
Эй ҡайтаһы ине бала саҡҡа, –
ти ул “Әллә ҡар илай микән” шиғырында, әкиәти бер күренеш тыуҙырып. Ғөмүмән, Фәниә Ғәбиҙуллина шиғриәтенә динамика, ваҡиғалар хәрәкәтсәнлеге, тере һүрәтлелек хас. Ошоноң менән дә ул мауыҡтыра, күңелгә тәрән үтеп инә, иҫтә ҡала.
Үткәндәрҙе һағыныу, яҡташлыҡты, туғанлыҡты онотмау – автор тыуҙырған эстетик идеалдың характерына һалынған төп һыҙаттар. Автор кемделер яманлауҙан, кемгәлер аҡыл өйрәтеүҙән бик йыраҡ тора. Шиғри ҡорал менән дә һаҡ эш итә, тура әйтмәй, уйланырға юл ҡалдыра, йыш ҡына тетрәндерә.
Маҡтаған да була йәшәүҙәрен,
Йәшерә тик никтер күҙ йәштәрен, –
ти ул “Бөтөр әле үпкәләре” шиғырында, бәхет эҙләп ситкә киткән, оҙаҡ йылдар ауылға ҡайтмаған апаһының рухи халәтен теүәл һүрәтләп. Шиғырҙағы ярҙамсы киҫәктәргә генә иғтибар итегеҙ. Автор героиняһының рухи торошон ана шулай оҫта һәм теүәл тасуирлай, уны фашлап яманламай, ә тәрән уйланырлыҡ фекер тыуҙыра. Был шиғырҙы уҡығанда Перси Шеллиҙың: “Шағирҙар – донъяның танылмаған хөкөмдарҙары”, – тигән һүҙҙәре иҫкә төшә. Фәниә Ғәбиҙуллинаның, бер яҡтан, тормош ҡанундарын, кеше психологияһын яҡшы аңлауы, икенсе яҡтан, туранан ярмайынса, шағирәнә ситләтеп әйтә белеүе үҙенә бер тәьҫир көсөнә эйә.
Шағирә ижады буйлап уҙған шәхес концепцияһы автор тыуҙырған эстетик идеалға нигеҙләнеп, шиғырҙан-шиғырға үҫә, көсәйә бара. “Ҡайҙа һеҙ?” шиғырындағы ошондай юлдарға иғтибар итәйек:
Түҙемлеккә сират тораһы юҡ,
Һатып алаһы юҡ сабырлыҡ, –
Әсә һөтө менән ингән ғәҙәт
Бөтә нәҫелемә ҡалырлыҡ.
Бына исмаһам байлыҡ! Йәшәйем, ауырлыҡтарҙы үтәйем, мораҙыма етәйем, тиһәң, күпме түҙемлек кәрәк. Бәхетле булыуҙың да сере ауырлыҡтарҙы үткәрә белеүҙә, сабырлыҡта шул. Был хәҡиҡәтте автор шиғырҙарында ярып һала, тиһәм, бик үк дөрөҫ булмаҫ, ҡәләм эйәһе бер ҡасан да лозунгылар һәм үҙенең тормош принциптары менән һелтәнмәй, ул уларҙы шиғыр юлдарына һеңдереп, уҡыусыһына әҙер килеш, иҫбатланған килеш тәҡдим итә. “Ут һәм йылмайыу” шиғырындағы:
Һуңғы асыуымды
Әрнеп баҫам.
Йылмайыуым эсенә йәшерәм...
тигән юлдарға иғтибар итәйек. Икенсе бер ерҙә:
Моң-зарыңды яттан
Йәшерә алған
Бәхеткә лә күпһенә кеше, –
тип автор бәхет фәлсәфәһенә үҙенсә мәғәнә һала. Бына ул эстетик идеалдың асылы! Бына ул бәхеткә лайыҡлы, һынауҙарҙа һынмаған, ялҡындарҙа сыныҡҡан шәхес. “Болоттар яҙмышы” шиғырында был фәлсәфә йәнә бер образлы төҫ ала.
Ямғыр булып яуыр йәштәремде
Шул тамсылар араһына йәшерәйемме? –
тип автор үҙенең рухи халәтен бына-бына яуырға торған болот менән сағыштыра. Аһ-зарҙы йәшерә белеү, башҡаларға күрһәтмәү – лирик герой характерының аҫыл һыҙаты.
Шағирә әйләнә-тирә йәшәйеште, тәбиғәтте лә ана шундай тәрәнлектә таный:
Яҙмыш еленә үс итеп,
Балан хатта балланған, –
ти ул “Миләштәр усаҡ яҡҡан” шиғырында, көҙгө үҙгәрештәрҙе күреп. Ҡәләм эйәһе тәбиғәтте үҙенсә генә бер тәрәнлектә аңлау һәләтенә эйә. Тап бына ҡатын-ҡыҙ интуицияһы, күңел һиҙемлелеге бындай осраҡтарҙа ярҙамға килә уға:
Ерҙе һалҡындан һаҡларға
Шәрә ҡалды тал-тирәк.
Ғәзиздәрҙе уйлап шул саҡ
Һулҡылдап ҡуйҙы йөрәк.
Маҡсат-ғәмәл, шәфҡәтлелек, изгелек тойғолары шәхес концепцияһының иң нескә үҙенсәлектәренә баҫым яһай. Бары тик ҡатын-ҡыҙҙа, әсәләрҙә генә була торған ғәзиздәрең өсөн үҙ-үҙеңде аямау һыҙаты был юлы юғары образлылыҡ алған.
Автор тәбиғәт күренештәренә шағирә күҙе менән бағып, башҡалар күрмәгәнде, бүтәндәр әйтмәгәнде әйтеп биреү оҫталығына ирешә. Мәҫәлән, “Япраҡ” шиғырында мәрхәмәтһеҙ көҙ елдәренең йәшел япраҡтарҙы өҙгөләү күренеше күңел әрнеүе менән һүрәтләнә:
Бөгөлөп ҡала ғорур имән,
Ә талдарын һөйләү ҡайҙа!
Әйтерһең дә, ҡуйынынан
Тартып ала сабыйҡайын.
Ғәҙәти генә күренеште ана шулай драматик картина кимәленә күтәрә ҡәләм эйәһе. Икенсе һәм дүртенсе юлдың рифмалашыуына иғтибар итегеҙ! Автор ауаздар гармонияһын нескә тойоп эш итә. Шуға күрә ул шиғри ҡалыпта ла, рифмаларҙа ла тапалған һуҡмаҡтан атлауҙы хуп күрмәй. Томас Фуллер: “Шиғриәт – ул һүҙҙәр музыкаһы” – тигән. Тап бына ошо эске моңдо, яңғырашты тойоп эш иткәндә генә йырлап торған шиғырҙар тыуа алалыр. Һәр ҡәләм тотҡан кеше шиғыр яҙырға ынтылған заманда, ысын шағирә исемен алыу өсөн тап бына шундай осталыҡ менән эш итергә кәрәктер ҙә.
Фәниә Ғәбиҙуллина мөхәбәт лирикаһында ла үҙ һуҡмағынан атлай.
Уның бигерәк тә юмор менән һуғарылған шиғырҙары үтемле яңғырай. Балалар өсөн яҙғандары ла, йыр текстары ла уҡыусы күңеленә хуш килә. Ихласлыҡ – Фәниә-шағирәнең төп ҡоралы, кешеләрҙе яратыуы, хөсөтлөктән алыҫ булыуы уны уңышҡа илтә, яңы еңеүҙәргә рухландыра. Ә публицистик яҙмаларына килгәндә, уның журналистикалағы фиҙаҡәрлегенә һәм етеҙлегенә һоҡланмаған кеше юҡтыр. Хәрәкәтсән, тынғыһыҙ тормош ҡәләм эйәһенең шиғри ижадына ла зур этәргес бирә. Беҙ әле Фәниә-шағирәнән яңынан-яңы ижади емештәр, матур-матур китаптар көтәбеҙ.