Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2012 йылғы лауреаттары

Евразия Яҙыусылар берлеге һәм «Ағиҙел» журналы Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара II хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә. Темаһы – ирекле. Региондарҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем.

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

КИТАП КӘШТӘҺЕ

Ғалим һәм сәйәсмән тураһында

Был китап һәр башҡорттоң китапханаһында булырға тейеш

“Китап” нәшриәтендә донъя күргән үҙенсәлекле йыйынтыҡ күренекле сәйәсмән һәм ғалим Әхмәтзәки Вәлиди Туған тураһында, һис шикһеҙ, күберәк белергә ярҙам итәсәк. Был китапта ғәйәт ҙур мәғлүмәт тупланған, ул шәхестең оло ғалим ғына түгел, ә ысынлап та бөйөк дәүләт эшмәкәре һәм сәйәсмән икәнлеген раҫлай. Әйткәндәй, бындай баҫманың һәр рухлы башҡорт өсөн иң ҡәҙерле бүләккә әйләнәсәгенә лә һис кенә шик юҡ.

Ысынлап та, уҡыусыға ниндәй асыштар әҙерләнгән был китапта? Баҡһаң, бөйөк ватандашыбыҙ хаҡында мәғлүмәте самалыраҡ булғандар өсөн уның бик күп яңылыҡ асыуы ихтимал. Мәғлүмәтле уҡыусылар ҙа уны кинәнеп ҡулына аласаҡ. Баҫманың үҙенсәлеге шунда – бында шул замандағы әһәмиәтле документтар ҙа ҙур урын алған. Шул уҡ ваҡытта Әхмәтзәки Вәлидиҙең тормош юлына, уның сәйәси һәм ғилми эш­мәкәрлегенә байҡау яһаған ғалимдар тарафынан төплө анализ да бар. Аҡыл­лыға ишара ла етә бит. Тимәк, былар барыһы ла уҡыусыға үҙ фекерен тупларға һәм аҡты ҡаранан айырырға ярҙам итәсәк. “Эйе, китапта Әхмәтзәки Вәлиди эшмәкәрлегенә ҡаршы мәғлүмәттәр ҙә, күп йәһәттән бәхәсле материалдар ҙа бирелгән. Ни өсөн бындай аҙымға бар­ҙыҡ? Сөнки, китап иң тәүҙә аҡыллы, үҙаңы юғары уҡыусыға тәғәйенләнгән. Уны уҡып сыҡҡас та һәр кем ҡайҙа ялған һәм ҡайҙа дөрөҫлөк икәнен үҙе төшөнөр тип ышанабыҙ”, – ти уны төҙөүселәрҙең бе­реһе, заманында Башҡортостандың мәҙәниәт министры һәм “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире вазифаларын уңышлы һәм емешле башҡарған, был шәхесте иленә һәм хал­ҡына ҡайтарыуға үҙ өлөшөн индергән Тәлғәт Сәғитов.
“Китап” нәшриәте арҙаҡлы шәхес­тәребеҙ хаҡында ошондай баҫмалар әҙерләүҙә ҙур тәжрибә туплаған. Тарихта тәрән эҙ ҡалдырған милләттәштәребеҙ тураһында һәр кем хәҙер шундай мауыҡ­тырғыс баҫмаларҙан күберәк белә ала. Был китаптың да фотоальбом рәүешендә баҫылыуы, уны сығарыуҙа өр-яңы ысулдар ҡулланылыуы уға үҙен­сәлекле коллекцион баҫма тип аталыу хоҡуғын бирә. Йәғни Әхмәтзәки Вәли­диҙең тормош юлы һәм көрәше тура­һында һәр кемгә бик ҙур мәғлүмәт бирерлек һәм ҡабат-ҡабат уҡылырлыҡ йыйын­тыҡ булыуы бәхәсһеҙ.
Әйткәндәй, баҫмала мәғлүмәттәр башҡорт, рус, инглиз, төрөк телдәрендә бирелгән. Бының сәбәбе – китап Башҡор­тостан халҡына ғына түгел, ә Рәсәй һәм сит ил уҡыусыларына ла тәғәйенләнгән. Шулай уҡ Әхмәтзәки Вәлидиҙең донъя кимәлендәге ғалим һәм сәйәсмән икән­леген дә онотмайыҡ, был шәхес менән ҡыҙыҡһыныусылар бөгөн дә төрлө төбәктәрҙә бихисап.
“Әлбиттә, XXI быуат башына респуб­ликабыҙҙа Әхмәтзәки Вәлиди тураһында байтаҡ мәғлүмәттәр тупланғайны. Төр­киәлә лә уның тураһында беҙ бында таба алмаған күп кенә әҙәбиәт уҡырға тура килде. Бәхеткә ҡаршы, Әхмәтзәки Вәли­диҙең “Башҡорттар тарихын” һәм рево­люцияға тиклем яҙылған бер нисә мәҡәләһен Иҫәнбикә ханым менән бергә тәүге тапҡыр төрөк телендә баҫтырыуға әҙерләшергә тура килде. Был да шәхестең тормош юлы менән төптәнерәк таны­шыуға өҫтәмә булышлыҡ иткәндер тип уйлайым. Абдулҡадир Инандың улы Йә­шәр Инан менән аралаштым, бик күп ғалимдар менән осраштым. Былар барыһы ла быға тиклем арҙаҡлы яҡташыбыҙ тормошоноң үҙемә ҡараңғы биттәре менән танышырға, яңы мәғлү­мәттәр тупларға ярҙам итте”, – тип асыҡ­лыҡ индерә Тәлғәт Ниғмәтулла улы.
Быға тиклем дә Әхмәтзәки Вәлидиҙең ғүмер юлын һәм эшмәкәр­леген яҡтыртыу, хеҙмәттәрен үҙ халҡына еткереү буйынса бихисап эштәр баш­ҡарылғайны. Был йыйынтыҡ та ошо сығанаҡтарға таянып төҙөлгән. Әммә ошоғаса халыҡҡа киң билдәле булмаған мәғлүмәттәр ҙә етәһе. Ғөмүмән, китапты төҙөүселәрҙең ғәйәт мөһим эш башҡарып сыҡҡанлығына шик юҡ. Уның төп консультанты Әмир Юлдашбаев, танылған журналист һәм нәшриәтсе Ғәлиә Ғәли­мова, билдәле яҙыусы Ғәлим Хисамов, профессор, тарих фәндәре докторы Марат Ҡолшәрипов, Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре, тарих фәндәре кандидаты Марсиль Фархшатов һәм башҡалар был үҙенсәлекле баҫманы мәғлүмәтлерәк, уҡымлыраҡ итеү өсөн ҙур көс һалған.
Эйе, башҡорт халҡының бөйөк улын тыуған халҡына ҡайтарыуға ҡаршылар, уға оятһыҙ рәүештә яла яғыусылар, нахаҡ ғәйеп тағыусылар юҡ түгел. Бөтмәҫ тә инде, бәлки, артып ҡына торор. Әммә Әхмәтзәки Вәлиди Рәсәйҙең федератив ҡоролошона нигеҙ һалыусыларҙың бе­реһе – был турала хатта ил кимәлендәге етәкселәр ҙә белдергәне булды. Шулай уҡ ғилми эшмәкәрлеге лә үтә лә юғары баһаға эйә. Шуға ла Башҡор­тостаны­быҙҙың ирке өсөн көрәшкән бөйөк шәхесебеҙҙең онотолоуына йәки уға нахаҡҡа яла яғылыуына юл ҡуйырға хаҡыбыҙ юҡ. Был үҙенсәлекле баҫма иң тәүҙә ошоно күҙ уңында тотоп төҙөлгән. Йыйынтыҡтың сығыуына сағыштырмаса байтаҡ ҡына ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, ул һаман да төплө мәғлүмәтле һәм көнүҙәк булып ҡала. Хаҡы ла башҡа коллекцион баҫмаларҙыҡы кеүек түгел – ни бары 350 һум ғына. Шуға ла халҡы тарихына битараф булмаған милләт­тәш­тәребеҙ йыйынтыҡты иғтибарынан ситтә ҡалдырмағандыр тигән ышаныс көслө. Һис шикһеҙ, ул һәр башҡорттоң китапханаһында булырға тейеш.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН.