Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Т. ҠОРМАНОВА

“Үҙемдеке түгел минең, Илемдеке – үҙәктә”

“Арағыҙҙа яҡшылыҡҡа өндәп, яманлыҡтан тыйып йөрөгән йәмәғәт булһын. Шундай өммәт кенә өҫтөнлөк табыр, уңышҡа өлгәшер”, – тиелгән изге “Ҡөрьән Кәрим”дә. Данлы, шанлы тарихы, өлгө алыр бөгөнгөһө һәм ышаныслы киләсәге булған, милләт-ара татыулыҡ үрнәге күрһәткән төбәгебеҙ халҡы борон-борондан һүҙ, изге ғәмәлдәр, хеҙмәт көсө менән хаҡ юл ярып, алдан әйҙәп барған рухлы, фекерле замандаштарына таянған, уларҙы йәшәү маяғы итеп алған. Бөгөнгө йәмғиәтебеҙ ҙә ошондай сифаты менән ҡеүәтле. Үткәндәрһеҙ киләсәк юҡ икәненә, ниндәй генә хәлдә лә асылыбыҙға тоғролоҡ һаҡлауҙың, милләт бәҫен юғары тотоуҙың ҡиммәтенә төшөндөрөп йәшәгән зыялыларыбыҙ бар арабыҙҙа. Шундайҙарҙың береһе – хеҙмәте, илһөйәрлеге, телһөйәрлеге менән күңелдәргә дәрт-дарман өҫтәп алдан барған, хаҡлы ялда ла тынғыһыҙлығын юғалтмайынса, халҡыбыҙға заманса үҫеш, аралашыу юлдарын күрһәткән, туған телебеҙҙе донъя кимәленә сығарыуға тос өлөш индергән, ялҡынланып ижад иткән милләттәшебеҙ Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы СИТДИҠОВА менән әңгәмәбеҙҙә, тәбиғәт уянған саф миҙгелгә, яҙ һулышына иш булып, тыуған нигеҙ, атай-әсәй, изге төйәк,ҡатын-ҡыҙ, милли асыл төшөнсәләренең ҡиммәте өҫтөнлөк алды.

– Күптән түгел 85 йыллығы билдәләнгән олуғ шағирыбыҙ Рәми Ғариповтың “Йөрәгендә халҡы булмағандың кеше булырға ла хаҡы юҡ!” тигән һәр кемгә билдәле шиғыр юлдары бар. Был һүҙҙәрҙең әһәмиәте йылдар үтеү менән арта ғына бара кеүек. Әммә бөгөнгө ғаиләләрҙә Ватан, илһөйәрлек төшөнсәләренә иғтибар бирелмәһә, шағир оранының ҡоро саҡырыу кеүек кенә ҡалыуы бар. Күркәм тәрбиәне нисек юғалтмаҫҡа? Элекке ғаиләләрҙә, ауылдарҙа йәш быуын күңеленә ил-йорт ғәме нисек һалына ине? Һеҙҙең бала сағығыҙға сәфәр ҡылып, ошо һорауҙарға яуап эҙләйек әле, Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы.
– Ил тойғоһо, милләт ғәме нисек тәрбиәләнә тиһеңме? Был бик ябай, һулаған һауа, эскән һыу кеүек кенә күңелгә инеп ултыралыр ул. Бәлки, иҫ белә генә башлаған сағымда өләсәйемдең минән ябай ғына итеп имтихан алыуынандыр, һәр хәлдә, мин шунда милләт тигән һүҙҙе тәүгә ишеткәнмен. Тик өләсәйем, башҡа ололар кеүек үк, милләт тигәнде “йыныс” тип атай торғайны:
– Атайың кем?
– Йынысың ни?
– Динебеҙ ни?
Рамаҙан ҡыҙы, башҡорт, мөслимә икәнемде күңелемә шул мәлемдән һеңдерә башланылар ҙа инде. Һуңғы һорауға мин тулы итеп: “Әл-хәмдү лил-ләһи, мосолманмын”, – тип әйтергә тейеш инем, өләсәйем шулай талап итте. Был һүҙҙәрҙең ни аңлатҡанын күпкә һуңғараҡ төшөнөрмөн, ә инде улар күңелгә хажға барырлыҡ тулы инаныс булып ингәнсе байтаҡ ғүмер үтер әле.
Башҡаса инде ғаиләлә ватансыллыҡ тураһында һүҙ сурытып торманылар, был мәктәптә ятлаған шиғырҙар, әҙәби әҫәрҙәр, гәзит-журнал аша инә барҙы. Өйөбөҙҙә иһә беҙҙе атайым үҙенең эш өсөн яныуы менән тәрбиәләне.
...Атайым башта репрессиялар, шунан дәһшәтле һуғыш арҡаһында ҡанаты имгәнгән, ләкин һынмаған, бирешмәй үҫкән быуындан. Олатайымды 1937 йылда, атайым һигеҙ йәштә саҡта, алып киткәндәр. Өләсәйем биш бала менән тороп ҡалған. Шул китеүҙән ҡайтмаған ғаилә башлығы. Хәреф таный башлау менән хаттарҙы уға атайым яҙған. Олатайым өләсәйемә гел генә: “Рамаҙанды нисек булһа ла уҡыт. Бында бергә ултырған иптәштәр, улыңдың яҙыуы матур, хатаһыҙ, уға белем бирергә кәрәк, ти”, – тип яҙыр булған.
“Халыҡ дошманы” ғаиләһенең ул йылдарҙа ни кисергәнен һөйләп тә бөтөрлөк түгел. Атайымдың иң кесе, иң яратҡан энекәше Хәйерлезаман астан үлә. Исеме хәйерле лә, заманы хәйерһеҙ булған шул...
Ул саҡта урта мәктәптә уҡыу түләүле булған. Олатайымдың васыятын тотоп, атайым нисек тә белем алырға ҡарар иткән. Йәйгеһен леспромхозда ағас ҡырҡып, бер йыл уҡымайынса Белоретҡа барып эшләп, еләк һатып йыйған аҡсаһына мәктәпте уңышлы тамамлап сыҡҡан. Ул саҡта ун класс баһаһы әлеге юғары белемдән кәм булмаған – атайымды күрше Арышпар ауылына уҡытыусы итеп ебәргәндәр. Етмәһә, шул төпкөлдән Өфөгә барып, педагогия институтына уҡырға инеүгә лә өлгәшкән.
Әсәйемде иһә Белорет заводының Инйәрҙәге цехына Дүртөйлө районынан вербовкалап ебәрелгән ҡыҙҙар төркөмөндә эшкә йүнәлткәндәр. Атайым уға үлеп ғашиҡ булған. Әсәйемә күҙе төшкән егеттәр менән һуғышып та алғылаған, барыбер үҙенеке иткән.
Мин Арышпарҙа йәшәгән сағыбыҙҙы яҙа-йоҙа ғына хәтерләйем. Өс йәшем менән барғанда атайымды районыбыҙҙың икенсе ауылына – Аҙналыға (Мышы) – мәктәп директоры итеп ебәргәндәр. Был ауыл талантлы бейеүсе Риф Ғәбитовтың тыуған төйәге булыуы менән билдәле.
Ә миңә һабаҡҡа төшөргә бер йыл ҡалғас, атайымды айыуҙар төбәге, юлһыҙ, утһыҙ, телефон тигәнде әле бик күп йылдар күрмәйәсәк Йөйәккә мәктәп директоры итеп ебәрҙеләр. Ул район үҙәгенең эргәһендәге ауылға ла бара алыр ине, тик быныһы өләсәйемдең изге төйәгенә яҡыныраҡ ине шул. Атайым әсәйемде, Өфөгә яҡыныраҡ була, унан тимер юлы үтәсәк, тип өгөтләп, күсенергә ризалатҡан. Тик төпкөлгә бындай көндәр килгәнсе ярты ғүмер, егерме йыллап ваҡыт үтеп тә китте шул.
Йөйәк дүрт яҡтан да тауҙар менән ҡоршалып, ҡаҙан төбөндә ултырған кеүек тойғо ҡалдыралыр ул ялан яҡтарынан килгән кешелә. Әсәйем, һәр хәлдә, ауылды күргәс, тауҙарға ҡарап ҡысҡырып-ҡысҡырып иланым, тип һөйләгәйне. Ә шулай ҙа ул беҙ, балалары өсөн, донъялағы иң матур төйәк. Ауыл уртаһынан – сафтарҙан-саф Инйәр, үрге һәм түбәнге оста – ярһыу тулҡынлы Һилеғорғо менән Йөйәк, беҙҙең яҡ урамды икегә бүлеп Оҙонуй йылғалары аға, бынан тыш, тау итәктәрендә иҫәпһеҙ-хисапһыҙ ҡаран, шишмә, инеш... Бына ошо ерҙә беҙ атайымдың ил-йорт ғәменең шаһиттары булып, шул уҡ тойғоно үҙебеҙҙең төп асылыбыҙға әйләндереп үҫтек тә инде.
Ауылға иң яҡын тимер юл станцияһы 30 саҡрымдан ашыуыраҡ алыҫлыҡтағы Инйәр ҡасабаһында урынлашҡайны. Атайымдың тыуған төйәге Уҫманғәле уға терәлеп тигәндәй ята. Район үҙәге Белоретҡа шул станциянан тар колеянан туҡтай-туҡтай туҡырлаған “классный” поезға ултырып китә лә атайым, ете-һигеҙ сәғәттән генә ҡалаға барып инә. Әле ул юлды машинала сәғәт ярым-ике сәғәттә үтәһең. Ҡаланан атайым мәктәп кәрәк-яраҡтары– әсбаптар, дәфтәр, ҡәләм-ҡара, химия дәресе өсөн реагенттар тейәп алып ҡайта, сөнки ауыл кешеһенең шундай алыҫ юлға йөрөү мөмкинлеге сикле. Ҡыш санаға тейәп, йәй һал һаллап ташый торғайны ул был нәмәләрҙе.
Ауыл халҡына урман хужалығында ғына миҙгелле эштәр менән шөғөлләнеү мөмкинлеге бар ине, колхоз булманы. Бер нисә саҡрымдағы “Биштар (пищетара)” тип аталған цехта ваҡ таҡтанан йәшниктәр яһай торғайнылар, яҙ ҡыуғынға төшәләр, төрткө (һуҡыр сысҡан) тоталар, сайыр йыялар, һепертке бәйләйҙәр, септә һуғалар, һунар итәләр. Беҙ, уҡыусылар, тауға сығып ҡарағай ултырта торғайныҡ. Йәнә халыҡ күпләп умарта тотто, солоҡтары ла бар ине әле ҡайһы берәүҙәрҙең. Шулай төпкөл булһа ла, башҡорттарҙан беренсе физика-техник фәндәр ғалимы Харис Мөлөков, Социалистик Хеҙмәт Геройы, металлург Сәғиҙә Мөхәмәтдинова тап беҙҙең Йөйәктән сыҡҡан. Улар беҙ күсеп килгәндә ауылдан киткәйне инде, тик әлегә бындай дәрәжәләргә өлгәшеп өлгөрмәгәндәр ине.
Ете йыллыҡҡа әйләндерелгән мәктәп төкәтмәле иҫке генә бинала урынлашҡайны. Ауылға күсенгәндең икенсе йылына һабаҡҡа төштөм. Ул ваҡытта балаларҙы мәктәпкә барғансы уҡырға бик өйрәтмәйҙәр, йәше уҙып килгәндәр, икенсе йылға ултырып ҡалыусылар ғәҙәти хәл ине. Ә мин, класта йәшкә иң бәләкәйҙәрҙән булһам да, “грамоталы” инем инде, сөнки атайымдан туҡтауһыҙ китап һорай торғас, ул, ялҡыптыр, “Әлифба” алып ҡайтып, хәрефтәрҙе, шуларға бәйле һүрәттәрҙе күрһәтеп бирҙе лә үҙемә уҡырға өйрәнергә ҡушты. Миңә ҡыҙыҡ: тотондом бындағы һүҙҙәрҙе хәрефләп әйтеп сығырға! Онотһам, һүрәтте әйләндереп ҡарай һалам да тытылдайым ғына. Шунан ижекләп уҡый башланым. Эштән ҡайтҡан атайым, быны күреп, аптырап ҡалды. Икенсе битте асып уҡытып ҡарай – дөрөҫ яуап бирәм.
Бер аҙҙан атайым ауыл китапханаһынан Зәйнәб Биишеваның “Йәнле хәрефтәр”ен алып ҡайтты. Бына шулай китап донъяһына тәүге аҙымдарымды яһаным мин.
– Төпкөл ауыл тигәндән, ул заманда ауыл балаларының ҡырға йөрөп уҡыуына ата-әсә нисек ҡарай ине? Ә етәкселәр?
– Бер ваҡиға хәтергә төштө әле: мәктәптәр һигеҙ йыллыҡҡа әйләндерелә башлағас, атайым да, үҙебеҙҙә шундайҙы астырырға ниәтләп, дәртләнеп китте. Тик район етәкселеге, һеҙҙә бының өсөн шарттар юҡ, бинағыҙ бәләкәй, тип ҡайтарған. Һөҙөмтәлә атайым, ағас ҡырҡырға билет юллап алып, бер заман ауыл халҡына өмә иғлан итте. Балаларҙың бәләкәйҙән ситкә китеп уҡыуы менән килешмәгән ауылдаштар эшкә дәррәү сыҡты: ағасты йығып, бурап, көҙгә яңы мәктәп ултыртып та ҡуйҙылар. Тауҙан тәгәрәткәндә бүрәнә төшөп, аяғын да һындырҙы әле атайым. Дауахана юҡ, ауылдаштар үҙҙәре нисек кәрәк – шулай ҡабыҡ менән бәйләп, ярҙам күрһәткән.
Атайым, уҡыу йортон һигеҙ йыллыҡҡа әйләндереүҙе юллап, йәнә район үҙәгенә барған да яңы мәктәп һалғандарын әйткән. Тегендә шаҡ ҡатҡандар. Килеп тикшереп, мәктәп бинаһы талаптарға яуап бирмәй тигән һығымта яһағандар, етмәһә, финанс тәртибен боҙоуҙа ғәйепләп ҡуйғандар, сөнки бина... ремонтҡа тигән аҡсаға һалынған икән. Мин, уҡыусы бала, быларҙы аңламағанмын да, байтаҡ йылдар үткәс кенә нисек булғанын белдем.Ҡыҫҡаһы, атайыма партия тарафынан ҡаты шелтә бирелгән, уны бик ҡаты тәнҡитләп, район гәзитендә фельетон баҫылып сыҡҡан. Ә мәктәпте барыбер астылар.
Атайым уға электр движогы, токарь станогы юллап тапты, таҡта ярғыс ҡорамал алып ҡайтты. Шуғаса бит таҡтаны ла ҡул менән бысалар ине. Уҡыусыларыбыҙ, туристик слетта яҡшы күрһәткестәргә өлгәшеп, мәктәпте радиоузел менән бүләкләне булһа кәрәк. Һәр хәлдә, мәктәптең үҙ радиоһы ла барлыҡҡа килде.
Тәүге йылдарҙа ситтән уҡытыусылар килгеләһә, бер аҙҙан ауылдаштарыбыҙ педагогик белем алып ҡайта башланы. Атайым үҙенең дә, башҡаларҙың да эш сифатына бик талапсан булды. Шәп ине беҙҙең уҡытыусылар! Мәктәп тормошо ҡайнап торҙо, урта һәм юғары уҡыу йорттарына инеүселәр арта барҙы. Белем алыуға көслө ынтылыш тәрбиәләнеләр беҙҙә.