Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2012 йылғы лауреаттары

Евразия Яҙыусылар берлеге һәм «Ағиҙел» журналы Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара II хикәйәләр бәйгеһен иғлан итә. Темаһы – ирекле. Региондарҙа еңеүселәрҙе билдәләү 2012 йылдың 30 сентябренә тиклем.

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

ӘҘӘБИ-МӘҘӘНИ МӨХИТ

Тәбиғәт һәм Кеше – берҙәм төшөнсә

Рус Географик йәмғиәтенең Башҡор­тостан бүлексәһе, йәш булыуына ҡара­маҫтан, һуңғы осорҙа үҙенең емешле эшмәкәрлеге менән абруйын һәм ҡола­сын үҫтерә бара. Уның БР Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу минис­трлығы залында уҙған оло йыйыны нәҡ ошо фекергә ҡеүәт. Министр И.И. Һаҙыевтың тәбрикнамәһенән һуң 2016 йыл йомғаҡ­тары һәм быйылға пландары буйынса Бүлексәнең рәйесе – күренекле яҙыусы һәм сәйәхәтсе, Рәсәйҙең почетлы экологы К. Йыһаншин доклад яһаны. Фекер алышыуҙа тәбиғәтте һаҡлау комиссияһы рәйесе, биология фәндәре докторы В. Мартыненко, Бүлексәнең башҡарма директоры Р. Ғәлиева, Башҡортостандың тәбиғәтте һаҡлау буйынса район-ара прокуроры Р. Шәйхет­динов, Туймазы ҡалаһының туризм, экскурсиялар һәм крайҙы өйрәнеү буйынса балалар-үҫмерҙәр үҙәге директоры Р. Фәрүхшинов, тағы бер нисә ҡала һәм райондың географик ойошмалары етәкселәре ихлас ҡатнашты, күп сығыштарҙа видеояҙмалар файҙа­ланылды. Һуңынан Географик йәмғи­әттең иң әүҙем ағзаларына һәм ярҙам­сыларына грамоталар, дипломдар һәм рәхмәт хаттары тапшырылды. Шуныһы, Бөтөн Рәсәй география диктантын уңышлы яҙғандар араһында республика­быҙҙың төрлө мөйөштәренән V – VII класс уҡыусылары ла байтаҡ ине.

Халыҡ шағирын ҙурлап...
Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Рәми Ғариповтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған ҙур китап күргәҙмәһе һәм әҙәби-музыкаль кисә күптәрҙең хәтерендә ҡаласаҡ. Өфөләге башҡорт гимназиялары уҡыусылары, журналистар һәм студенттар алдында музыка педагогы Гөлнара Рәми ҡыҙы, халыҡ шағирҙары Рауил Бикбаев, Ҡәҙим Аралбаев, Гөлфиә Юнысова, әҙәбиәт белгестәре Мираҫ Иҙелбаев, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Яҙыусылар союзы рәйесе вазифаһын башҡарыусы Зәки Әлибаев, прозаиктар Сабир Шәрипов, Фәрзәнә Аҡбулатова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары сығыш яһаны. Айгөл Буранғолова ойошторған кисә аҙағында бөтә зал аяғүрә баҫып, аһәңле «Туған тел» шиғырын яттан һөйләне.
***
Благовещен ҡалаһы хакимиәте һәм йәмәғәтселеге саҡырыуы буйынса бындағы үҙәкләштерелгән китапханала Башҡортостандың халыҡ шағиры Р. Бикбаев менән БДУ доценты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Р. Ҡалмантаев менән иҫтәлекле осрашыу уҙғарылды. Сараның төп йөкмәткеһе мәшһүр шағир Рәми Ғариповтың тормош һәм ижад юлына арналды. Ҡунаҡтар китапханаға яңы баҫмаларын бүләк иттеләр, күп һорауҙарға яуап бирҙеләр.
***
Ғөмүмән, Рәми Ғариповтың иҫтәлекле юбилейына бағышлап, республика­быҙҙың әҙәби һәм театр йәмәғәтселеге, уҡыу йорттары, китапханалар бик матур саралар уҙғарҙы. Бер төркөм әҙиптәр һәм йәмәғәтселек вәкилдәре Өфөнөң мосолман зыяратында шағирҙың ҡәберенә сәскәләр һалды.

Һәйкәл булып
ҡалҡасаҡ Рәми
2017 йылда Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ. Скульптор Хәлит Ғәли­уллиндың ижадында шағир һыны китап тотоп кәүҙәләндерелгән. Ҡала советы депутаттары һәйкәлде “Родина” кинотеатры янында ҡуйырға тәҡдим итә. Был – Өфөлә күркәм урындарҙың береһе.

Салауаттар тыуып тора
Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала шағир Салауат Әбүзәрҙең ижадына арналған кисә булып үтте. Унда шағир яңы шиғырҙарын уҡыны, үҙенең тормош юлы тураһында һөйләне. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы баш­ҡарма комитеты башҡорт әҙәбиәтенә ялҡынлы хеҙмәте өсөн Салауатты “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалы менән бүләкләне. Ҡәләмдәштәре һәм тамашасылар шағир һәм драма­тургҡа үҙ теләк­тәрен еткереп, данлы исеменең шаң­дауҙарын лайыҡлы дауам итеүен теләне. Сараны ойоштороусы “Аҡ тирмә” баш­ҡорт мәҙәниәте үҙәге бындай кисәләрҙе ай һайын үткәрергә ниәтләй.

Бер кәмәлә ҡалайыҡ
Яҙыусы Әмир Әминев Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала үҙенең китабының исем туйын үткәрҙе. “Бер кәмәлә” тигән китапҡа әҙиптең һуңғы йыл­дарҙа ижад иткән сәсмә әҫәрҙәре тупланған. Исем туйында әҙәбиәт һөйөү­селәр ижад серҙәренә ҡағылышлы бик күп һорауҙарға яуаптар алды, автографтар таратылды. Ошонда уҡ йәш шағир Алмас Шаммас та уҡыусыларын үҙенең “Өй түбәмдә күгәрсендәр” исемле шиғыр­ҙар йыйынтығы менән таныштырҙы.

Секциялар әүҙем эшләй
Яҙыусылар союзының проза секцияһы үҙенең сираттағы ултырышында өс авторҙың ҡулъяҙмаларын ҡараны: Өфөнән – Хәлиҙә Чембарисова, Ейәнсура районынан – Сабит Фазлыев, Сәләх Ваһаповтың хикәйәләрен, көләмәстәрен тикшереү бик әүҙем һәм ихлас булды.
Ә шиғриәт секцияһы уҙған айҙа ике ултырыш үткәрҙе. Өфөлә өс авторҙың шиғырҙары тикшерелде – Учалынан ҡәләмдәшебеҙ Наилә Хамбалеева, Сибай­ҙан Нәсип Һаҡмаров, Өфө студенты Айбулат Сәсәнбаевтар ҡулъяҙмалары баһа­ланды. Унан һуң секция ағзалары Белорет һәм Магнитогорск ҡалаларында күсмә ултырыштар уҙғарҙы. Секция эшендә унда эшләп килеүсе “Иҙел башы” һәм “Көмөш ҡауырһын” әҙәби ойошмалары ағзалары, күрше Учалы, Әбйәлил райондарынан әҙәбиәт һөйөү­селәр ҡат­нашты. Магнитогорск ҡала­һының баш­ҡорт-татар китапхана­һында Рәми Ғари­повҡа арналған кисә ойошторолдо.
Яҙыусыны халҡы күтәрә
Күгәрсен районы халҡы арҙаҡлы яҡташы Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваны һис онотмай. Уның исемен мәңгеләштереү буйынса ла әүҙемлек күрһәтә. Район ха­кимиәте һәм Башҡортостан яҙыу­сылары союзы тарафынан булдырылған Зәйнәб Биишева исемендәге премияны 1999 йылдан бирле әҙибә ижадын, уның тормош юлын өйрәнеүсе, пропагандалаусы шәхестәргә яҙыусының күркәм музейлы тыуған ауылы Туйөмбәттә йыл да тапшыра килә. Быйыл был хөрмәтле исемгә БР мәғариф үҫтереү институтының башҡорт теле һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы мөдире, филология фәндәре кандидаты Зәкиә Ғәби­това, Йомағужа ауылының моделле китапхана мөдире Зәйтүнә Әбдүрә­шитова, Мораҡ башҡорт гимназияһының баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зи­лә Псәнчина лайыҡ булды.
Лауреаттарҙы район етәкселеге, дан­лыҡлы әҙибәнең ике туған һеңлеһе, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Ләлә Биишева, матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, “Ки­тап” нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов, Башҡортостан яҙыусылар союзы исеменән шағир, әҙәби тәнҡитсе, БДУ профессоры Фәнил Күзбәков һ.б. ихлас ҡотланы.

“Урал батыр”ҙы
“Ватан” төшөрәсәк
Урал батыр тураһында тулы форматлы нәфис фильмды төшөрөү өсөн Башҡор­тостан Республикаһы башлығының 13,5 миллион һумлыҡ грантына “Ватан” телеви­дениеһы лайыҡ булды. Мәҙәниәт министрлығы бойомға ашырыу өсөн алған ошон­дай 16 миллионлыҡ гранттар ара­һын­да “Көмөш Аҡбуҙат” милли-этник ки­нофестивале уҙғарыу, “Башҡорт мәҙә­ниәтендә Ғүмәр Хәйәм сағылышы”, “Башҡорт халҡының 100 йылы” антоло­гияһын сығарыу кеүек проекттар бар.