Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Ғариф ҒҮМӘР

Эшсегә

Был һарайҙың яҡтылығы,
Аллы нур биҙәктәре,
Унда үҫкән еҫле гөлдәр,
Сәскәле һүрәттәре;

Һин баҫырға ҡурҡынып
Торған келәмдәр, көҙгөләр,
Күҙ яуын алған хрусталь
Һәм дә гәүһәр ынйылар, –

Унда булғандың бөтәһе
Һин тыуҙырған байлыҡ ул,
Бай үҙе һис түкмәне көс,
Һине имеп байыны ул!

Ул келәмдәге биҙәктәр –
Һинән аҡҡан ҡан төҫө,
Стеналағы һүрәттәр –
Һин батырҙың дан эше.

Нисә йылдар һин тырыштың,
Таш һалып таш өҫтөнә,
Ҡыҙҙырып ташыңды ҡояш,
Яуҙы ямғыр өҫтөңә.

Яуһалар ҙа боҙло һыуҙар,
Туңһа ла шәмдәй тәнең.
Туҡтаманың һин шулай ҙа,
Эшләнең дә эшләнең.

Ник тораһың үҙ эшеңдән
Иҫ китеп, таңға ҡалып?
Әйҙә, кер эскә, ҡыйыулап,
Бар, ултыр түргә барып!

Яҡ-яғыңдағы матурлыҡ
Һине һис ҡурҡытмаһын!
Әйҙә тиҙерәк, ынтыл алға,
Әйҙә, йылдам атла һин!

Һин түгел ҡол бында хәҙер,
һин биләүсе, һин хужа:
Эш башынан төшөрөлдө
Аҡсалы бай буржуа.