Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

«АҒИҘЕЛ»ГӘ ХАТТАР КИЛӘ

Яптым илә бөттөммө?

Хөрмәтле редакция!
Мин һеҙҙең журналды ғүмер буйы алдырып килеп, почта хеҙмәте эшләмәү сәбәпле хәҙер уны алдырып уҡыуҙан мәхрүммен. Ә шулай ҙа элекке бәйлә­неш­тәр ҡалған икән, шуға ҡайһы бер уйҙарым менән уртаҡлашып китергә булдым. Яңыраҡ беҙҙең ҡалала Өфөнән бер төркөм яҙыусылар булып киткән икән, тигән хәбәрҙе ишетеп ҡалдым да, ҡасандыр үҙем яратып уҡыған “Ағиҙел” иҫкә төштө.
Бөтә ерҙә барған “яптымизация” тигән ҡыуғәләмәткә ҡарайым да, аптырап ҡуям: бер беҙҙең илдә генәме был, әллә бөтә донъя буйлап шундай хәлме? Күңелгә шик тә килеп ҡуя: XXI быуат уртаһында, кешелек һаман һан буйынса ла, йән һанына етештерелгән тауарҙар буйынса ла һаман да үҫеү юлында булғанда, бөтә яҡлап халыҡты ҡыҫымға алыу яҡшыға микән... Мин өлкән быуын кешеһе, яҡшы иҫләйем әле – өй беренсә мал һанап, ғаиләгә бер һыйыр, нисә һарыҡ-кәзә тейешлеген тикшереп йөрө­гәндәрен. Ул замандар, күрәһең, күптәр­ҙең хәтерендә һаҡланалыр. Шуға ла хәҙер, рөхсәт булһа ла, ауыл ерендә береһе лә мал тоторға ашҡынып тормай. Ә ниңә, күршелә генә кибеттә бөтә аҙыҡ-түлек һатылып ятҡанда, нимә тип бер һыйыр өсөн үҙеңде йорт-ҡураға эттәй бәйләп ҡуйырға?
“Яптымизация” ауыл мәктәптәренән башланғайны, хәҙер бөтә өлкәләргә үтеп инде. Тик шуныһы мәғлүм: йүнле хөкүмәт халҡын эшләтергә тырыша, ҡайҙан булһа ла уға шөғөл табып, үҙ йүнен үҙе күрергә тейеш әҙәм балаһы, тигән шарт ҡуя. Шарт ҡына түгел хатта – талап! Беҙҙең заманда “за тунеядство” тигән статья бар ине, бөгөн пособиеға өмөт итеп әзмәүер­ҙәй ирҙәр эшһеҙ ята. Ана шул посо­биеларҙы юҡ итһәләр, кеше нисектер көн күрер әмәлен тапмаҫ тимә. Хатта тамаҡ ялына булһа ла эшләр, йә бергә­ләшеп баҡса үҫтереү яйын табыр инеләр. Ер бер ҡасан да хеҙмәтте кире ҡаҡмай, әжерен ҡайтара ул.
Өҫкә кейер кейем булмаған заманда ла беҙ көнө-төнө эштә булдыҡ. Шөғөлө лә табылып тора ине бит көн һайын. Улайға китһә, башҡорт борон-борондан үҙ хужалығы менән генә көн иткән, бер ҡасан да кемдер килтереп бирер тип өмөтләнеп ятмаған, ҙур завод-фабрика­ларҙа тир түкмәгән.
Ауылдарҙа сәселмәй ятҡан картуф баҡсаларын, сабылмаған бесәнлектәрҙе күреп йөрәк әрней. Иртән торғас та ҡайһы эшкә башта тотонорға белмәй, ҡырылмаһа ҡырҡ мәшәҡәте көтөп ят­ҡанын белгән хужалар юҡ хәҙер ауыл ерендә. Хәйер, бер ауылда ғынамы: ҡала­ға сыҡһаң, унда ла көпә-көндөҙ урам тулы халыҡ – эшһеҙ ҡаңғыралыр былар, тигән уйға киләһең...
Үҙен ҙур илдең етәкселеге тип иғлан итеп, халҡына йән аҫрарлыҡ та шөғөл табып бирә алмаған “хужаларҙан” яҡты киләсәк өмөт итеп булмай. Киләсәге юҡ бындай илдең. Власҡа килгән кеше хал­ҡына йыл эсендә ниҙәр вәғәҙә итерен белеп килергә тейеш. Юғиһә нимәгә кәрәк ундай власть? Быны мин ни өсөн әйтәм: телевизорҙан тағы ла киләһе һайлауҙар тураһында һөйләй башланылар. Ә беҙгә, бәлки, яңы етәкселәрҙе һайлар алдынан башта иҫкеләренә һорау бирергәлер: рәхмәт әйтеп кенә сығарып ебәрергәме һеҙҙе, әллә ҡаты яуапҡа тарттырырғамы?
Бына ошолар тураһында уйлаһа ине хөрмәтле яҙыусыларыбыҙ киләһе һайлау­ҙарҙа киң ҡоласлы агитация алып барыр алдынан!

Тәлғәт Мусин.
Магнитогорск ҡалаһы.