Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Зәкиә Фәтҡилисламова

Ҡарурманлы төбәктә

Илмәш, уның улы Татлы...
Ололар һөйләүенсә, беҙҙең Илмәш (Татлы) ауылы халҡы Оло Инйәргә яҡын Минйәк тигән ерҙә көн иткән. Төрлө эштәр башҡарғанда килеп сыҡҡан йорт-ҡаралты ҡалдыҡтары, шунда табылған һауыт-һаба быны раҫлай. Илмәштәрҙең иҫке ҡәберлеге лә һаҡланған.
Әлеге көндә унда кәсепкәрҙәр быуала балыҡ үрсетеп һата.
Төбәктә тау сәнәғәте үҫә барған. Завод хужалары тимер рудаһына, урманға бай “күндәй генә” ерҙәрҙе күпләп, буш ҡына хаҡҡа һатып алған осорҙа башҡорттар үҙ ерҙәренән ҡыуыла, ауылдары юҡҡа сыға. Минйәктә көн иткәндәр ҙә ошондай уҡ яҙмышҡа дусар ителгән. Улар, бер нисә төркөмгә бүленеп, яңы урындарға китергә мәжбүр булған. Ололарҙан ишеткән риүәйәттәр буйынса, бер өлөшө Беҙәк-Әхмәр яғына киткән. Иҫке Минйәктән киткәндәре Ҡаҙмаш буйында Айыс ауылын нигеҙләгән, өсөнсөләре Тоҡанбаш, Хәбир, Балаянған йылғалары Бағараштыға ҡойған урынға килеп урынлашҡан, ошонда ауыл һалған. Быныһы инде Илмәш (Татлы) ауылы.
Илмәштәр ауыл тарихын былай тип һөйләй: “Старейшина Илмәш бер ваҡыт, эҙәрләүҙәрҙән ҡасып, бөтөнләй хәлдән тайған кешеләрҙе тау башында туҡтатып, артабан нисек йәшәргә, тип кәңәшләшә. Артабан китмәҫкә, ә зимләмирҙәрҙе һыйларға ҡарар ҡабул ителә. Йылҡы көтөүенән бер елле дүнәнде һайлап алалар, рус сауҙагәрҙәрен саҡырып һыйлайҙар һәм шул урында тороп ҡалалар. Тауҙы Дүнәнһуйған тип атайҙар.” Ә урыҫтар уны Юша тип йөрөтә. Ауылды Илмәш, аҙаҡ Татлы тип үҙгәртәләр.
Татлы ҡарттың улы Иҫәнбирҙе 1750 – 1825 йылдарҙа йәшәгән. Уның тыуған йылы Татлы ауылының нигеҙләнеүенә ишара. Ауылыбыҙҙа Моталлапов Заһит ағай тарих фәнен уҡытты. Ул бик белемле, киң эрудициялы, ипле, сабыр кеше ине. Ауылыбыҙҙың шәжәрәһен төҙөйөм тип, Башҡортостан тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итә. Ауылға нигеҙ һалыусы тәүге уҙамандар Илмәш менән Татлы булған. Ауылдың ике атама менән йөрөтөлөүе лә ошонан килә инде. Ауылдың Аръяҡ (Заречная) урамында йәшәүселәренең күпселеге Юлмөхәмәт Илмәшевтың (1763 – 1828) тоҡомдары: ҡарғалар, тумыртҡалар, тубалдар араһы. Тимәк, Илмәш, Татлы, Иҫәнбирҙе, Юлмөхәмәт аҙмы-күпме йәш айырмаһы булған замандаштар. Уларҙың ырыуҙары – ҡатай, ағасы – артыш, ҡошо – ҡауҙы, ораны – тайлаҡ, тамғаһы – балға. “Башҡорт халыҡ ижады” китабында ҡатайҙарҙың тамғаһы – бағау, ораны – Салауат, ағасы – ҡарағай, тип яҙыла. (Башҡорт халыҡ ижады, 2-се том, 128-се бит).
Ауылды Ҡайынтүбә, Торнаташ, Бәләтүр, Ҡорғоҙо, Нәре тауҙары уратып алған. Бәләтүр менән Торнаташ араһында, байтаҡ төньяҡтараҡ, хәҙер исеме бөтә Рәсәйгә, элекке бөтә Союз халҡына ғына түгел, бөтә донъяға билдәле булған Ямантау, боронғолар әйткәнсә, “Йәмәлекәй тау ята бит күренеп”. Был Көньяҡ Уралдың иң бейек нөктәһе (диңгеҙ кимәленән 1640 м бейеклектә). Ошо ерҙәрҙә һунар, көтөүлектәр, бесән әҙерләү, йәйләү биләмәләре булған.
1735 – 1740 йылдарҙа Минйәк яланындағы ауыл яндырылыуы ла мөмкин, сөнки ул осорҙа Инйәр йылғаһы буйында 13 ауыл яндырыла.
Ишле ауылы аръяғы яланында Иңкешле исемле ауыл булған. Ул Лапышты заводы ҡарамағына эләгә. Малсылыҡ, һунарсылыҡ, ҡортсолоҡ менән көн күргән иңкешлеләрҙе хужа заводында эшләргә ҡуша. Ауыл халҡы уға эшләүҙән баш тарта. Тыңламаған халыҡты хужа урманына индермәгән, Иңкешле йылғаһының һыуын эсермәгән. Бер ваҡыт Нурмөхәмәт (Норош) мулланың 18 баш малын һарайына бикләтеп, астан, һыуһыҙ үлтертә. Ләкин ауыл халҡы ла ҡарышҡан, баш тартыуын дауам иткән. Ахырҙа завод хужаһы фетнәсе халыҡ өҫтөнән Ырымбур губернаторына ялыу яҙған. Ул Циолковскийҙы ебәреп, ауылды утҡа тотҡан, ауылдан тик көл ҡалған. Бесәндә, йәйләүҙә ятҡан “иңкеш”тәр заты-нәҫеле менән ҡайҙа етте, шунда тау-таш араһына таралырға мәжбур булған. Ҡоҙашман, Рысыҡай, Көҙәй, Әрипҡол һәм Сермән ҡушыҡтары ана шул мәсете булған Иңкешленән таралған. Телдән-телгә, быуындан-быуынға күсеп бөгөнгө көнгә еткән раҫлауҙарға ҡарағанда, минең тыуып үҫкән “Ҡушыҡ осо” олатай, бабайҙарҙың төйәге булған ул Иңкешле ауылы, тип яҙа Сермән уҡытыусыһы Зариф Ғәйфуллин “Ер һатылмаһын” мәҡәләһендә. (“Урал” гәзите, 1995 йыл, № 140.)
Рысыҡай ауылы ерҙәре тороп ҡала. Уларҙың вәкилдәре (аҡһаҡалдары) йыл һайын йәйгә табан беҙгә килеп, ҡунаҡ булып һыйланып, үҙҙәренә “тейгәнде” кире һатып, ашап-эсеп ҡайта торған булғандар.
Әүжән-Үҙән яҡтарынан бәхет эҙләп киткән урыҫтар беҙҙең биләмәләргә килеп ултыра башлай. Беҙҙән 12 саҡрым алыҫлыҡта Лапышты ауылы барлыҡҡа килә, завод төҙөлә. 4-5 саҡрым алыҫлыҡта Горбатов утары булған. Унан бире Ф.К. Дубинин нигеҙләгән Дубинин утары (хәҙер ауыл), Үрге Мәнәү, Түбәнге Мәнәү, Бағарышты утарҙары барлыҡҡа килә. Тар колеялы тимер юлы үткән осорҙа Юша, Бағарышты станциялары (1926 йыл), һыуалғыстар, казармалар төҙөлә. Станция башлыҡтары, дежурныйҙар, юл мастерҙары, эшселәр, һыу биреүселәр булып урыҫтар килә. Беҙҙең ауыл халҡына ҡараған урмандар, көтөүлектәр, бигерәк тә сабынлыҡтар яйлап ҡына уларҙың ҡулына күсә бара. Заһирова Мөслимә әбей һөйләүенсә, улар Лапышты яҡтарында бесән сапҡандар. Мәҫәлән, Лапышты байы Василий Аверьянов Торнаташтың артында, Бәләтүргә ҡараған битләүендә, бесән саптырған. Ул урынды әле лә “Васильевский” тип йөрөтәләр. Бай булғас, һыйы еткәс, был һутлы үләнле арҡа ерҙәрен “һатып” алған ул. Бигерәк тә Бағарышты, Ҡорғоҙо буйҙарына үтеп ингәндәр. (“Урал” гәзите, 1997 йыл, ғинуар, февраль айҙары, Заһит Моталлапов, “Ауылым – тыуған төйәгем Татлы” мәҡәләһе).
Дүнәнһуйған – мәғрур тау!
1740 йылда беҙҙең Дүнәнһуйған (Юша), Ямантау тауҙарынан 300 ғаилә менән Аҡай Ҡамаҡаев үтә (Салауат Юлаевтың өсөнсө быуын олатаһы). Был тауҙарҙа, Инйәр йылғаһы буйында бәрелештәр була. Халыҡты яйлап ҡыралар. Урманды, тауҙарҙы тикшерәләр. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы мәсхәрәләйҙәр, бала-саға, ололарҙы үлтерәләр, осраған ауылдарҙы яндыралар, малдарын тартып алалар, хужаларын ҡулға алалар. Кублицкий, Тарбеев командаһы Аҡай отрядын 1740 йылдың 22 июнендә ҡыра. (Ғ. Хөсәйенов. “Пугачев фельдмаршалы”, 268-се бит).
Аҡай Ҡамаҡаев 20 ғаилә менән Верхнеуральск яғына китә. Унда килеп баш эйә. Салауаттың олатаһы Аҙналы, 12 ат биреп, олатаһы урынына икенсе ҡартты төрмәгә ултырта. Аҡай Салауат төйәгенә ҡаса. Һуңынан ул 4 тапҡыр хажға бара, үләндәр менән халыҡты дауалай. Уларҙың шәжәрәһе: Салауат – Юлай – Аҙналы – Ҡарағужа – Аҡай – Ҡамаҡай. (Радик Вәхитов. “Ағиҙел”, 1996 йыл, №6).
Ишле эргәһендәге Ҡоҙашман ауылы ла яндырыла, сөнки унда тимерлек була. Уҡ, һөңгө башаҡтары сүкейҙәр. Ҡараһаҡал яуында Ҡоҙашман Тикеев та ҡатнашҡан. Ырымбур ҡаҙна палатаһы указы менән 1838 йылда Әрипҡолдан Ҡоҙашманға 11 ғаилә күсерелә. Әлеге көндә Әрипҡол, Ғәҙелша ауылдары юҡ, хәрбиҙәр килгәс бөтөрөлдө, ә Ҡоҙашман ауылы бар әле.
Ә. Әсфәндиәровтың “Башҡортостан ауылдары тарихы” китабында яҙылғанса, 1795 йылда Татлыла 19 өйҙә 66 ир, 61 ҡатын-ҡыҙ, 1859 йылда 30 йортта 219 кеше, 1920 йылда 47 йортта 233 кеше йәшәй. 30 йортта 150 ат, 100 һыйыр, 79 һарыҡ, 30 кәзә тоталар. Тимәк, һәр йортҡа 5-әр ат тура килә. Ауылдар тирәһендә бер ниндәй юл булмай, халыҡ тик һыбай йөрөй.
Ярым күсмә халыҡ булғанлыҡтан, ауыл халҡы ҡышын ҡышлауҙа, йәйен йәйләүҙә көн итә. Йәйләү урындары – Аҡбейә, Әңгәҫтәк, Яңы йорт һ.б. Ауыл халҡының төп кәсебе – мал аҫрау, урман ҡырҡыу, йүкә һуйып арҡан ишеү, бейә һауып ҡымыҙ бешеү, емеш-еләк йыйыу була.
1762 йылда Белорет заводы төҙөлгәс, ауыл халҡы руда, ағас күмерен ташыуға йәлеп ителгән.
1770 йылда Иван Лепехин Ямантауҙы тикшерергә килә. Уның түбәһенә күтәреләләр. Тау башында һаҙлыҡ, йыйылып ятҡан һыуҙарҙы күрәләр. Биш йылға ағып сығыуын күҙәтәләр. Оҙатыусылар уға алтын тип, таш та күрһәтә, ул шифер булып сыға. Лепехин 33 заводта була. Халыҡтың йәшәйеше, үләндәр, хайуандар донъяһы менән дә таныша. Һабантуйҙарҙа ҡатнаша. Халыҡтың йыр-моңо, бейеүҙәре, уйындары менән ҡыҙыҡһына. Исмаҡай, Хоҙайбирҙе ауылдарында йоҡлап китә. (Виктор Сидоров. Исследования края башкирского. Век 18. Стр. 219).
1825 йылда декабристар восстаниеһы баҫтырылғас, Ырымбур ойошмаһының декабристар етәксеһе, шағир Петр Кудряшов (сығышы Верхнеуральскиҙан) Белоретҡа һөргөнгә ебәрелә. Ул да Ямантауҙа була. «Ҡатай волосында бейек тауҙар, ҡаялар бик күп. Тауҙар күккә олғашҡан, ә ҡаялары юл өҫтөндә аҫылынып тора; бына-бына юлаусылар өҫтөнә килеп төшөр кеүек тойола. Тауҙарҙы үтеп сыҡҡыһыҙ урман ҡаплаған, ә урмандары ҡырағай йәнлектәргә бик бай. Ҡатай волосын Инйәр һәм Ағиҙел йылғалары һуғара, был йылғаларға башҡа бик күп йылғалар ҡушыла. Был төйәк башҡорттары арба, тәгәрмәс тигән нәмәне белмәйҙәр, һыбай ғына йөрөйҙәр, ҡышҡыһын – сана менән. Уларҙың малсылыҡтан һәм умартасылыҡтан башҡа кәсебе юҡ. Умартасылыҡ шул тиклем шәп үҫкән, хатта һәр ҡайһыһының һикһәнешәр умартаһы һәм унан да күберәк булған. Ҡатай волосындағы бал тотош Ырымбур өлкәһендә иң яҡшы бал, тип һанала”. («Урал» гәзите, 8 февраль, 2000 йыл).
Ысынлап та, әле лә Ғәҙелша ауылы эргәһендә йүкә ағасы бик күп. Һәр хужаның үҙенең тамғалы ағастары булған, һәр береһенән 35 – 45 килограмм бал алғандар. Күршебеҙ Ғилмитдин ағай Фәхритдинов шулай итә ине.
“Мин Ямантауҙы күрҙем, күргәнемә ғорурланам да. Бер үк тауҙа йәйҙе лә, ҡышты ла күрергә була. Ҡырағай ҡаялар, йәм-йәшел ҡалҡыулыҡтар, тип-тигеҙ яландар, ә тирә-яҡта үткеһеҙ урман; бында ғорур йылғалар, шаулап аҡҡан шишмәләр, бер һүҙ менән әйткәндә, ҡырағайлыҡ, ҡурҡыу күҙ яуын алырҙай матурлыҡ, иҫ китерлек ғорурлыҡ менән сиратлаша. Шуға күрә лә боронғо гректар меңәр километр юл үтеп, был тауҙарҙы күрергә килгәндәр. Ул тауҙың даны Элладаға барып еткән”. (Башкирия, Путеводитель, 207-се бит).
Хәрбиҙәр килгәнсе, ул тауға СССР-ҙың төрлө мөйөштәренән килә торғайнылар. Хәҙер унда берәүҙе лә үткәрмәйҙәр. Беҙ пропуск менән генә үтәбеҙ. XX быуаттың 70-се йылдарында Балтик буйы ғалимдары Ямантауҙа иң боронғо һәм тере күҙәнәкте таба. Уның йәше 1 миллиард йыл. («Башҡортостан» гәзите, «Уралдағы Троя» мәҡәләһе. 1995 йыл, 25 август, №164).
1926 йылда Инйәр – Белорет, Туҡан – Белорет тар колеялы тимер юлдары һалына. Ағас күмерен поезд менән оҙата башлайҙар, сөнки Белорет заводы ағас күмерендә эшләгән. 1928 йылда Инйәр леспромхозы төҙөлә. Әрҙәнә ҡырҡып, бүрәнә әҙерләп, ҡыштарын аттар менән йылға буйына, тимер юлына ташып, күмер мейестәренә оҙатҡандар. Яҙ, йылғалар ташҡас, ағасты һал менән ағыҙғандар. Төп эш ҡоралдары – арҡыры, лучковой бысҡы, балта, колун (ҡалын балта), туҡмаҡ була. Әрҙәнә ҡырҡыу өсөн ситкә, Машаҡ, Ҡайлыш, Двойниши, Самодуровка, Шаҡитәр яҡтарына йөрөгәндәр. Ағасты үҙебеҙҙә лә яндырғандар. Ағасты кәбән һымаҡ өйгәндәр, өҫтөнә ерҙең өҫкө ҡатламын һалғандар. «Кәбәнде» 2-3 аҙна яндыралар. Үҙҙәре балаганда йәшәгән. Бер кәбәндән 200 короб йәки 400 кубометр күмер алынған. «Кәбәнсе» «кәбәнде» көнө-төнө һаҡлаған, сөнки шартлау осраҡтары ла булған. Шартлаһа, ерҙе ян-яҡҡа ырғытҡан. «Кәбәнселәр» урмандан ҡап-ҡара булып сыҡҡандар. “Мейесйорт”, “Ипполитовы печи” тигән урындар һаман һаҡланған.
Ауылыбыҙҙа Бағарашты, Балаянған, Сәтер, Хәбир йылғалары аға. Бағарашты йылғаһында бағыр балығы шәп үрсей, сөнки ул саф һыулы таулы урында була. Сентябрь аҙаҡтарында бағыр балығы үрләй башлай. Шул саҡта балыҡтар, йылға иңенә һыймай, ярға ташлана. Бағыр батшалар балығы һанала, сөнки ул таҙа һыуҙа ғына үрсей.
Балаянған йылғаһының исеме үк бала яныуы тураһында һөйләй. Йәйге эҫе көндә бер ғаилә йылға буйында бесән сабып йөрөгән. Өйҙә бала ҡарарға кеше булмағас, сабыйҙарын да алып килгәндәр. Баланы сәңгелдәктә йоҡлатып, ағас ботағына элеп киткәндәр. Эргәлә сәйнүк ҡайнатырға усаҡ яҡҡандар. Ҡапыл көн боҙолоп, көслө ел сыҡҡан. Усаҡтағы ут ағасҡа тоҡанған. Ағас дөрләп яна башлаған. Ағас менән бергә бала ла янған, шуға йылғаны Балаянған тип атағандар.
Бөтә Татлы халҡы Тоҡанбаш һыуын эсә, сөнки ул тап-таҙа шишмә, һалҡын һыулы, ҡышын туңмай. Ауылыбыҙҙан сыҡҡан яҙыусы Фәрит Әхмәтов «Һин минең бергенәм» тигән нәҫерен яҙа. Олатаһы француздар менән һуғышырға китер алдынан Тоҡанбашта атын һуңғы тапҡыр эсерә. Атаһы 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышына киткәндә Тоҡанбаш менән хушлашырға килә.
1864 – 1919 йылдарҙа Ҡатай волосы үҙәге Ғәҙелшала (Дүнәнһуйған аша) була. Унда урман участкалары, 1923 йылда асылған мәктәп, ауыл Советы була. 55 йыл буйы эргәләге ауылдар араһында иң ҙуры булып һанала. Татлылар Ғәҙелшаға йөрөп уҡыйҙар. 1929 йылда Татлыла I синыф асыла. Тәүге уҡытыусы булып Ғафури районы Сәйетбаба ауылынан Боранғолов Ғиниәт уҡыта. 8 – 14 йәшлек уҡыусылар I класҡа киләләр, улар араһында 14 йәшлек Барый Абдрахманов та була. Ул 1 айға һуңлап килә, сөнки урманда эшләп йөрөй. Боранғоловты, мулла тип, Ғәҙелшаға күсерәләр. Уның урынына Әхтәмова Нажия килә. Бер йылдан һуң ул да китә, Иманғолов тигән уҡытыусы килә. Башланғыс кластарҙа уҡыһалар ҙа, уҡытыусылар эш ҡағыҙҙарын яҙырға өйрәтәләр. 1932 йылда Ҡыйғы районынан Хәсәнов Аллабирҙе уҡыта. Шул йылдарҙа мәсеттең манараһын бәреп төшөрәләр. 1932 йылда тәүге сығарылыш була. Уҡыусылар ары Инйәрҙә, Сермәндә уҡып, уҡытыусы һөнәрен алалар, эшләй башлайҙар. Ауылыбыҙың тәүге уҡыусылары үҙҙәре уҡытыусы булып китәләр. Бына улар: Барый Абдрахманов, Әҡсән Йәғәфәров, Заһит Моталлапов, Байдәүләт Зәйнуллин, Хәлфит Хилаев. Улар барыһы ла Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, иҫән-һау ҡайтып, ауылыбыҙҙа уҡыттылар.
1940 йылда мәктәп ете йыллыҡ булып китә. Кулактарҙан тартып алынған йорттарҙа уҡыталар, ләкин 1943 йылда мәктәп яна. Ғәҙелша, Әрипҡол уҡыусылары 5-се кластан 7-сене бөткәнсе Татлыла уҡыйҙар.
Ауылыбыҙҙа колхоз да төҙөп ҡарайҙар, «Бағарашты» исемен бирәләр. Тәүге идара рәйесе итеп Зәйнуллин Хәбиәхмәтте ҡуялар, аҙаҡ Шәйхисламов Мөхәмәтйәр һайлана. Ҡамышйортта һоло, һуған, кәбеҫтә, картуф сәсәләр. Һоло өлгөрмәй. Мәктәп уҡыусылары һөрөлгән ерҙе тырмата, сүп утай. Йыйып алған уңышты колхоз ағзалары өләшеп алалар. Ҡышҡа ингәс, колхоз таратыла.
Беҙҙең яҡтар һөргөн урыны булып иҫәпләнә. 1932 йылда Көҙйылғаға кулактарҙы ебәрәләр. Улар башта барактар, мәктәп, клуб, дауахана төҙөй. Ике ҡатлы йортта комендант йәшәй. Аҫтағы ҡатта ғәйеплеләрҙе «аҡылға ултырталар». Халыҡ тоҙһоҙ, шырпыһыҙ, кәрәсинһеҙ көн итә. Икмәк юҡ, онға ағас онтағы (опилка) ҡушып бешерәләр. Халыҡ хәлһеҙләнә, үлә. Көн һайын мәйеттәрҙе йыйырға урам буйлап арба ебәрелә. Тәртип ҡаты, комендант күҙәтеүе көслө була. Ямантау аша ла, Бирҙеғол аша ла халыҡ ҡаса. Ҡасҡындарҙы тотоусыларға он, сәй бирәләр. Февраль айында ғына 45 кеше үлә.
Шул уҡ хәл Үрге Төлмәйҙә, Капкалкала була. Капкалкала халыҡ күп ҡырыла. Урамдан арбалар өймәкәй мәйеттәр менән үтә. Халыҡ тәҙрәгә ҡарарға ла ҡурҡа. Комендантҡа аш бешереүсе ғаилә генә иҫән тороп ҡала, сөнки хужабикә, бәрәңге ҡабығын алып ҡайтып, ғаиләһен ҡарай. Нуриман Шаһибәков (русса яҙылышы – Нур Каршаг) Капкалка тураһында «Аллам, уларҙың йәндәрен ғәфү ит» тигән китабын яҙа. Көҙйылғанан ҡасыусылар тураһында Ғәлим Хисамовтың «Артыҡ түмәр башы» хикәйәһенән дә уҡып белеп була.
Беҙҙең атай ҙа Көҙйылғала урман ҡырҡа. Аслыҡтан шешенә, муйынын бора алмай. Ҡайнағалары: «Ғариза яҙып, Туҡанға күс», – тиҙәр. Атайым күсә, рудникта эшләп, стахановсы булып китә, һуғышҡа ла алмайҙар. Рудник начальнигы: «Һеҙҙе ебәреп, кем руда ҡаҙһын», – тип, ҡалдыра. Егәрле кеше ҡайҙа ла егәрле инде.
Йырматау (Юрматау) яҙыусыһы Игорь Максимов «Письма из Ерматании» тигән китабын яҙа. Атайымдың ағаһы ғаиләһе менән Үрге Төлмәйҙә була. Ҡасып Ғафури районы Ҡаранйылға ауылына ҡайта. Ул заманда ҡасып ҡайтыусыларҙы ауылдарынан кире ебәргән булғандар. Сабир бабайҙы кире ебәрмәйҙәр, сөнки ҡатыны үлә. Үрге Төлмәй – Көҙйылғанан ары Силәбе өлкәһе сигендә.