Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Әхмәтзәки Вәлиди ТУҒАН

Хәтирәләр

1917 йылдың 2 февралендә Зәйнулла ишан Рәсүлев баҡыйлыҡҡа күскәндән һуң академик  В.В. Бартольд: “Үҙ халҡының рухи короле вафат булды”, – тип яҙып сыға. Башҡортостан автономияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе Әхмәтзәки Вәлиди Туған киң билдәле “Хәтирәләр”ендә Зәйнулла ишандың һәм башҡаларҙың үҙенә булған йоғонтоһо хаҡында яҙып үтә. Иғтибарығыҙға шул хаҡта өҙөк тәҡдим итәбеҙ. Әйткәндәй, Зәйнулла Рәсүлевтең вафатына 100 йыл – бер быуат үтте.

Бүтән дуҫтарым
Минең бәләкәй сағымдағы иң яҡын дуҫтарым ауылыбыҙҙа йәшәгән ҡустым Нурмөхәмәт менән күрше Маҡар ауылы имамының улы Ғәзиз һәм рус башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы Мифтахетдиндең улы Әмир Ҡарамыш (Ҡарамышев) булды. Нурмөхәмәт уҡыуын дауам итмәне. Уның менән урман эштәренә бергә йөрөнөк, һарыҡтарыбыҙҙы бергә көттөк, һунарға йөрөнөк, ҡыш башынан уҡ икәүләп ҡуян аулай торғайныҡ. Бәғзе әҫәрҙәр яҙған Ғәзиз иһә Троицкиҙағы шәйехтең мәҙрә­сәһендә һәм шул уҡ ваҡытта рус мәк­тәбендә уҡыған бик аҡыллы һәм шағир егет ине. Һуңынан мәшһүр шағир булып таныласаҡ Мәжит Ғафури менән бергә Троицк шәйехенең мәҙрәсәһендә уҡыны­лар. Икәү бергәләп ҡаҙаҡтар араһына ки­теп, йәйен мөғәллимлек итерҙәр һәм көҙөн ҡайтышлай Ғәзиз­дәргә килерҙәр ине. Ғәзиз шағирлыҡ яғынан Мәжиткә ҡарағанда һәләтлерәк булһа ла, баҫылып сыҡҡан әҫәрҙәре, бәлки, юҡтыр, Мәжит­тең иһә бер-ике кескәй шиғыр мәжмү­ғәләре сыҡты. Мин был аҡһаҡ шағир менән (ихтимал, 1907 йылдалыр) бер нисә тапҡыр күрештем, һуңыраҡ Ғәзиз менән бергә беҙгә бер нисә тапҡыр килде. Һәр икеһе шиғырҙарын уҡыны, атайым менән әсәйем ҡәнәғәтләнеп тыңланы. Мәжиттең баҫылып сыҡҡан әҫәрҙәрендә, башҡорт­тар Иҙел һәм Дим йылғалары буйҙарында үҙ иркендә хөр йәшәгән йәмғиәт ине, яттар килеп, уларҙы әсир итте, мәғә­нәһендәге шиғырҙарын һөйләүе иҫемдә. Мәжит минән, бәлки, һигеҙ-туғыҙ йәшкә, Ғәзиз күп булһа биш йәшкә оло булған­дыр. Әмир иһә минән бер-ике йәшкә кесе­рәк. Шулай ҙа ул да шиғырҙарҙың мәғәнәһен аңлар, Мәжит­тең һәм Ғәзиздең шиғырҙарын яттан һөйләр ине. Әмир һуңынан русса уҡыу юлына баҫты һәм ғәс­кәри мәктәптә уҡыны, ниһайәт, 1917 йылда милли хәрәкәтебеҙҙә минең менән бергә ойошторолған иң беренсе ғәскәри туп­ланманың – беренсе атлы полктың, һуңынан дивизияның сардары булды.
Әмирҙең туғандары – Ҡарамышевтар бик уҡымышлы инсандар ине. Улар XVIII – XIX быуаттарҙа Башҡорт ғәскәрендә офицер һәм дәүләт эштәрендә кантон рәйесе урынын биләгәндәр, минең өлкән ағайҙарым да, юғарыла әйтеп китеүе­беҙсә, Йософ майор етәкселек иткән хәрби тупланмала булғандар. Улар күсмә тормошто күптән ҡалдырғандар, ауылда йәшәү мәҙәниәттәре бик төҙөк. Өйҙәре аҡланған, тирә-яғында баҡса, баҡсала­рында емеш ағастары, күберәк алма үҫә ине. Йософ майорҙың Һырдаръя буйын­дағы ауылдар статистикаһы һәм ҡаҙаҡ­тарҙың ижтимағи тормошо хаҡында русса әҫәрҙәре баҫылды. Ҡарамышевтарҙан ғаиләбеҙгә һәм Ҡасҡынбайҙарға иң яҡыны Ғөмәр хажи исемле өлкән йәштәге бер бай зат булған. Ул элегерәк, Башҡор­тостандың эске тормошонда бер ни тиклем үҙаллылыҡ бар саҡта, кантон рәйесе булған, Төркиәгә, Һижазға барған. Троиц­ки­ҙағы Зәйнулла ишандың яҡын дуҫы ине. Был Ҡарамышевтарҙың Әхмәт исем­леһе ҡатыны менән бергә Германия императоры ғаиләһенең берәүһенә ҡымыҙ яһар өсөн бер нисә йыл немец ерендә бейәләр тота. Шул сәбәпле немецса һөйләшергә өйрәнгән. Ул беҙгә Германия­ның гүзәллеге хаҡында һөйләр, рәсемдәр күрһәтер, йәғни Германияны пропагандалар ине. Әммә иң яратҡан кешебеҙ Әмир Ҡарамышевтың атаһы, рус теле мөғәллиме Мифтах булды. Был ғаиләнең күптәре һуңыраҡ Башҡортостан мөхтәри­әте хәрәкәтендә ғәскәри һәм идара эштәрендә минең янымда төрлө вазифа башҡарҙылар. Башҡа яҡын арҡадаш­тарым ауылыбыҙҙың көньяғындағы Һайран, Арҙар ауылдарынан Бикбулат хәҙрәт, Нури мәзин һәм Усман хажи Ильяс улы ғаиләләренән ине. Уларҙың улдары атайымдың мәҙрәсәһендә уҡынылар. Улар ҙа 1917 йылдан һуңғы ваҡиғаларҙа беҙҙең хәрәкәтебеҙҙә төрлө вазифалар үтәне. Шуларҙың береһе – Ғабдулла кантон Ильясов.

Атайымдың Троицкиға сәйәхәте
Июль аҙаҡтарында Ирәмәл тигән сабынлыҡтарҙа атайым ойошторған бесән өмәләре бик күңелле үтә торғайны. Уларға ҡәбиләбеҙҙең Илсек Тимер тип йөрөтөлгән тармыты йәшәгән ауылдарҙан күп кеше килер, күп мал һуйылыр ине. Был беҙҙең ғаиләбеҙҙең ҙур байрамы кеүек була торғайны. Эш бөтөү менән, атайым дуҫтарына һәм шәйехтәренә сәйәхәткә китә. Сәйәхәт Троицк ҡалаһын­дағы рухи етәксеһе Зәйнулла шәйехте барып күреү менән тамамлана. Юлда Ҡарағай Ҡыпсаҡ, Бөрйән ырыуҙарына ҡараған дуҫтарының һәм шәйехтәрҙең йәйләүҙәрендә мәжлестәр ойошторолор ине. Унда ғилми, дини, хатта ҡайһы бер сәйәси мәсьәләләр хаҡында һөйләшә торғайнылар. Кире ҡайтҡанда атайым, үҙҙәрен дастан ҡаһарманы Сура батыр­ҙың ейәндәре тип иҫәпләгән Мәһәҙи һәм Әмин ауылы мосолман казактары, Түңгә­үер, Туңғатар, Тамъян һәм Ҡатай ҡәбилә­ләре юлы менән килеп, ундағы дуҫтары менән күрешер ине. Был сәйәхәт ай ярым­ға һуҙыла. Һәр йыл ҡабатланған сәйәхәт­тең өсөһөндә мин дә ҡатнаштым. Минең бурыс – ат менән арба бағыу. Һәр сәйәхәт фекер хаятыма йоғонто яһаны. 1904 йылдағы сәйәхәтебеҙ рус-япон һуғышына, 1905 йылдағыһы рус инҡи­лабы көндә­ренә, 1906 йылдағыһы рус Думаһы тирәһендәге көрәш заманына тура килде. Мин дини мистиканы яратмайым. Ике йөҙлө тип хис иткән шәйехтәргә нәфрәт хисе тоя инем. Шуның менән бергә Муллаҡайҙан Ғабдулла хәҙрәт, Ҡулбах­тынан Ғәбделханнан хәҙрәт һәм Троиц­киҙан атайымдың рухи етәксеһе Зәйнулла хәҙрәт кеүек эскерһеҙ инсандарҙы, әхлаҡ һәм кешелеклелек өлгөһө булғандарын хөрмәт иттем. Был өс шәйехтән бәғзе яҡ­шы эштәргә лә өйрәндем. Өсөнсө тапҡыр, 1906 йылда, барғаныбыҙҙа Зәй­нулла ишан миңә ныҡ илтифат күрһәтте. Йәш булыуыма ҡарамаҫтан, миңә төрлө һорауҙар биреп, яуабымды диҡҡәт менән тыңланы һәм йүнәлеш биреүсе һүҙҙәр һөйләне, һәр хәлдә төрлөсә һынап ҡара­ны. Бер көн иртәнге сәй мәжлесендә тағы бер нисә һорау бирҙе, белгән ҡәҙәр яуап ҡайтарҙым. Һуңынан йыйылған барлыҡ кеше алдында: “Ал, улым, бәлки, берәй нәмә һатып алырһың”, – тип ҡулы­ма ун тинлек алтын аҡса тотторҙо. Мин был аҡсаға, “Хеҙмәт” исемле китап лавкаһына инеп, Ғазалиҙың теологияны тәнҡит иткән бер әҫәрен, Мысырҙа һәм Истанбулда баҫылған һәм ислам ижти­мағиәтенә һәм фәлсәфәһенә бағыш­ланған нәшриәтте, астрономия һәм физика фәне буйынса китаптар, Толстойҙың “Крейцерова соната” китабының һәм ҡайһы бер башҡа рус романдарының ғәрәпсә тәржемәләрен, французса өйрәнеү өсөн төрөксә яҙылған “Французса һөйләшеү китабы”н һәм бер рус китап лавкаһынан Толстойҙың мәмләкәтебеҙҙә минең тыуыуымдан һуң, 1891 йылда, булған ҙур аслыҡ хаҡында һөйләгән “Аслыҡ йылдары” исемле әҫәрен һатып алдым.
Бер нисә көндән шәйех минән, аҡсаң­ды нимәгә тотондоң, тип һораны. Мин алған китаптарымды һанап сыҡтым. Маҡ­таны, русса беләһең, французса ла өйрәнә алһаң, бик яҡшы булыр, тине. Физика һәм астрономия китаптарын алыуымды ла хупланы. Айырыуса Толстой­ҙың аслыҡ йылдарына бағышланған хәтирәләре тураһында яҡшы китап алған­һың, тине. Шәйех был ун тинде мине һынау өсөн биргән булһа кәрәк. Һуңыраҡ мәжлестәрҙә әлеге китаптарҙың ҡайһы­ларын уҡыуымды һәм уларҙа ниҙәр яҙылы­уын да һораны. Ғазалиҙың “Әл-мунҡиаһ ән әл-далал” йәғни “Яңылыш юлдарға баҫыуҙан ҡотҡарыусы” исемен­дәге әҫәрен алыуымды һөйләгәс, шәйех, быны хәҙергә аңлай алмаҫһың, тине. Мин дә: “Бының ише китаптарҙы, ғәрәп теле­нән белемем тәрәнәйгәс уҡырмын, тип алдым”, – тигәс, арҡамдан һөйөп, тағы ла аҡса бирҙе. Ун биш йәштә булыуыма ҡарамаҫтан, китапты дөрөҫ һайла­уымды шәйех башҡа мәжлестәрҙә лә маҡтап һөйләне, быны ишеткәс, әлбиттә, минең күкрәк ҡабарҙы. Мөхитебеҙҙә бик ныҡ хөрмәт ителгән был заттың маҡтау һүҙҙәре дәртләндереүсе бер көс булды. Шуның кеүек дәртләндереүсе хәл-ваҡиғалар булмаһа, бәлки, тормошом ғилемдән башҡа бер юлдарға йүнәлеш алыр ине. Мәҫәлән, Ҡаҙан шағиры Туҡай ҙа, шундай хәлдәргә ишара яһап: “Был фәҡирҙең башына ниҙәр килмәне, тик милләтем башымдан һыйпап, миндә үҫергә теләк тыуҙырҙы”, – тигән. Әгәр шәйехтең дәртләндереүе булмаһа, мин, ихтимал, күптәр кеүек, ун биш йәшемден сауҙа эшендә приказчик булып китер инем.