Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Рауил Бикбаев

Мәүлит Ямалетдиндың бүләктәре

Мәүлит Ямалетдиндың “Ирәмәл” тигән тәүге шиғри йыйынтығы 1978 йылда – шағир утыҙ бер йәшен тултырғанда сыҡ­ты. Егерме бер йәшендә беренсе китабы баҫылған Рәшит Назаров менән сағыш­тырғанда, был шатлыҡты Мәүлит ун йылға һуңыраҡ кисергән. Ләкин беренсе китабыңдың ҡасан донъя күре­үенән дә бигерәк нисек, ниндәй сифатта сығыуы иң мөһиме бит. “Ирәмәл” тигән йоҡа ғына йыйынтыҡ уның авторы өсөн генә түгел, шул замандағы тотош башҡорт шиғриәте өсөн бик ҡыуаныслы ваҡиға булды.
Яңыраҡ мин Рәми Ғариповтың өсөнсө томын (Өфө, 2001) яңынан ҡарап сыҡтым. Рецензиялар бүлеге (81 – 123-сө биттәр) тулыһынса йәштәр ижадына арналған күҙәтеүҙәрҙән тора. 1965 – 1974 йылдарҙа яҙылған ете йәш шағир (Әсхәл Әхмәтҡужин, Тимер Йосопов, Нур Хәбиров, Вафа Әхмәҙиев, Аҫылғужа Баһуманов, Хәсән Назаров, Мәүлит Ямалетдинов (яҙылыу датаһы буйынса килтерелә – Р.Б.) тураһындағы бик иғтибарлы һүҙҙәрҙең матбуғатта сыҡ­ҡаны ла, ҡулъяҙма көйө һаҡланғаны ла бар. Араларында иң һуң яҙылғаны һәм иң күләмлеһе “Илле шиғыр хаҡында (Мәү­лит Ямалетдиновтың “Аттар саба” китабына)” тигән мәҡәлә.
1974 йылдың 22 декабрендә яҙылһа ла, оҙаҡ йылдар баҫылмай ятҡан был фекерҙәр Рәми ағайҙың талантты зирәк таный алыуына, алдан күрә белеүенә тағы ла бер бик етди миҫал. Быны мәҡәләнән фекерҙәр килтереп дәлиллә­йек.
Бына бер өҙөк: “Мәүлит Ямалет­диновтың “Аттар саба” тигән тәүге шиғырҙар китабын уҡып сыҡҡас, баш­ҡорт поэзияһына яңы бер исем өҫтә­леүенә һөйөнөп, мин ошо хаҡта байтаҡ уйланып йөрөнөм. Сөнки һуңғы йылдарҙа шиғриәткә килеүсе йәштәр араһында яңы исемдәрҙең бик һирәк күренеүе, күренгәндәренең дә дөйөм һүҙ ағымы эсендә юғалып ҡалыуы, ә инде бер-ике китап сығарғандарының, бик маһайып китеп, ижади яҡтан үҫмәйенсә, бер урында тапанып тороуҙары бик хәүефләндерә”.
Шул хәүеф-хафаһын Рәми Ғарипов: “Һүҙҙәр, һүҙҙәр, һүҙҙәр!.. Әлбиттә, былай һүҙ менән уйнаш итеүҙең шиғриәт менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ” тигән уҫал телмәре менән белдерә.
Ләкин беҙҙең өсөн шағирҙың был асыуынан бигерәк ошо ҡыуанысы мөһиме­рәк: “Шиғриәткә үҙенең бөтә тәбиғәте менән, уй-фекер йөрөтөү үҙенсәлеге менән башҡорт халыҡ ижадының бай хазинаһына ереккән, донъяны танып-белеү ҡеүәһе менән зирәк аҡыллы сәсәндәр традицияһына яҡын торған “һүҙгә һаран, фекергә йомарт” шағир килә.” Илле шиғырҙан торған тәүге ҡулъяҙма йыйынтығы буйынса уҡ Мәүлит Ямалетдиновтың ижади булмышын, киләсәктә үҫәсәк сифаттарын Рәми ағай үтәнән-үтә күргән һымаҡ әйтеп биргән.
“Китапта өйрәнсек йәки күнекмә шиғырҙар юҡ дәрәжәһендә”, “Мәүлит Ямалетдинов шиғыр техникаһына тамам эйә булған шағир тиһәм дә яңылыш­мамдыр” – Рәми Ғарипов һымаҡ бик талапсан һүҙ оҫтаһынан беренсе ҡулъ­яҙма йыйынтығындағы әҫәрҙәр ту­раһындағы бындай юғары баһаларға бик һирәктәр генә лайыҡ була. Рәми ағайҙың үткер күҙе, һынсыл, зирәк ҡарашы, шулай уҡ Мәүлиткә тәбиғәт тарафынан бирелгән күп яҡлы талант “яңылышмамдыр” тигән шикләнеүгә урын ҡалдырманы. Һәм Мәүлит Ямалетдин үҙенең ижади үҫеше менән Рәми Ғариповтың өмөтөн тулы­һынса аҡланы. Йәшерен-батырын түгел, уның өмөтөн аҡламаусылар ҙа, һәләкәтле яҙмышлы һәләтле йәштәр ҙә булманы түгел бит.
“Хәтер төбө – хәтирә” тигән эссеһында Мәүлит Ямалетдин былай тип яҙа: “Тәүге шиғри ҡулъяҙмама ҡарата яҙылған бер рецензияны миңә шағир (Рәми Ғарипов – Р.Б.) 1974 йылдың декабрендә поэзия секцияһының ултырышынан һуң: “Бәлки, кәрәге тейер,” – тип ҡулыма тотторғайны. Өфөгә бер барғанда әлеге ҡомартҡыны Рауил ағайға тапшырҙым һәм тынысландым. Ул хаҡта башҡа һорау ҡайҙа ла хәтергә төшөрөү ҡайҙа?”
Рәми Ғариповтың әҙәби мираҫы буйынса төҙөлгән комиссияға килгән материалдар араһында һаҡланған был рецензия 1999 йылда “Ағиҙел” журналында донъя күрҙе.
Сирек быуат буйы баҫылмай ятҡан был мәҡәләнең яҙылыуына ҡарата Мәүлит Ямалетдин ошолай тип һөйләй: “Рәми ағайҙың ҡул арты еңел булып сыҡты. Секцияла тикшерелгәндән һуң дүрт йыл үткәс, ниһайәт, “Ирәмәл” исемле беренсе китабым баҫылып сыҡҡас, уға иҫ киткес ихлас, йылы рецензияны әлеге лә баяғы Рауил Бикбаев яҙҙы. Был – ижадымдың рәсми тәнҡит тарафынан ҡабул ителеүе, үҙемдең шағир булараҡ башҡорт әҙәбиәте тигән оло донъяның буҫағаһына аяҡ баҫыуым ине.”
Йәш ҡәләмдәшемдең тәүге ижади уңышы тураһында йылы һүҙ әйтә алыуыма, шуны ҡәҙерләп баһалап уның хәтерләүенә мин ҡыуанам. “Йәйғор төҫтәре” тигән рецензиямды яҙғанда мин Рәми Ғариповтың “Илле шиғыр хаҡында” тигән ҡулъяҙмаһын белмәй инем, әлбиттә. Китаптарыма был мәҡәләм инмәгән. 1979 йылда “Ағиҙел”дең 6-сы һанын­да баҫылған тексты табып алып, яңынан уҡып, күптәнге ваҡиғаларҙы хәтерләп ултырҙым.
“Йәйғор төҫтәре” ошолай башлана: “Тәбиғәттең һоҡланғыс бер күренеше – “Йәйғор” тигән дөйөм исем менән донъя күргән был шиғри китаптар шәлкеменә Зөбәржәт Йәнбирҙинаның “Йөҙөк ҡашы”, Мәүлит Ямалетдиновтың “Ирәмәл”, Мәхмүт Һибәттең “Көнгә бағам”, Барый Ноғомановтың “Аҡ таңдарым”, Салауат Рәхмәтуллиндың “Әйтелмәгән әйтер һүҙҙәрем” исемле йыйынтыҡтары тупланған”.
Беҙҙең дәүерҙә әҙәбиәткә килеүсе өс шағир матбуғаттағы тәүге шәлкемдәре менән үк күңелемә уйылып ҡалды. Улар Мөхәмәт Илбаев, Мәүлит Ямалетдинов, Рәмил Ҡол-Дәүләт (ул ваҡытта Дәүләтҡолов). Баштағы икәүһен “Совет Башҡортостаны”нда уҡып, киләсәктә һәйбәт шағир буласаҡтарына иманым камил булһа, Рәмилдең шиғырҙары менән “Ленинсы”ла танышып, киләсәгенә ҙур өмөт бағлағайным.
Өсөһөнөң дә уңышлы ижади киләсәген дөрөҫ тойғанмын. Әлеге эссеһында Мәүлит Ямалетдинов:”Тәүге шиғырҙарым 1968 йылдың 25 апрелендә “Совет Башҡортостаны” гәзитендә донъя күрҙе”, – тип яҙа. Мин уҡыған шәлкем нәҡ шул шиғырҙар булған икән. Шул көндән башлап был йәш шағирҙы күҙ уңынан юғал­тмаҫҡа тырыштым. “Ирәмәл” китабы Мәү­лит Ямалетдинов өсөн шатланыуымды тағы ла нығыраҡ үҫтереп ебәрҙе.
“Йәйғор төҫтәре” тигән мәҡәләмде яңынан ҡулға алғас, унан бер-ике өҙөк килтерге килә: “Мәүлит Ямалетдинов хәҙерге башҡорт поэзияһында иң үҙен­сәлекле йәш шағирҙарҙың береһе һәм уның тәүге китабы уҡ шиғриәткә яңы моңдоң өҫтәлеүен раҫлап тора. Уның бай­таҡ шиғырҙарында тыштан ир-егет­тәрсә сабыр, ә эстән туҡтауһыҙ хәрәкәттә торған тынғыһыҙ, янып йә­шәүсән донъя асыла. Был донъя уйсан да, йәшәүҙең аҫыллығына һоҡланыусан һәм тормош­тоң ҡаршылыҡтары тура­һында уйланыусан да, матурлыҡты күреп кинәнеүсән һәм ваҡыттың ҡотолғоһоҙ, аяуһыҙ ағы­шын тойоп һыҙланыусан да булып, төрлө образдарҙа хәтерҙә ҡала. Мәүлит артыҡ яңғыра­уыҡлы һүҙҙәр, иҫ китмәле буяуҙар менән мауыҡмай, ябай ғына күренештәр һәм биҙәктәр аша уҡыусы күңелен арбап ала белә”.
“Бөгөнгө тормоштағы күренештәр Мәүлиттә йыш ҡына халыҡтың художестволы аңында быуаттар буйына ижад ителә килгән традицион образдар, таныш геройҙар менән ассоциациялар уята”. “Йыш ҡына ул шиғырҙарында йомаҡтағы кеүек фекер йома һәм уҡыусы менән бергә уны тағата. Әҫәренең афористик ҡыҫҡалығы, әйтем традицияһы ла уларға үҙенсәлекле төҫ бирә”.
Рәми Ғариповтың әлеге мәҡәләһендәге уй-фекерҙәр менән минең күҙәтеүҙәрҙәге ауаздашлыҡты тойоу күңелемде үҫтереп ебәрҙе. “Илле шиғыр хаҡында” тигән мәҡәләлә “Тыуған яғым гүзәл яҡ булды”, “Йәшлек бит ул йүгәнһеҙ ат”, “Йәйғор”, “Йомаҡ”, “Аттар саба”, “Осҡан булһа, сәпсек уйлай ти бит”, “Ирәмәл”, “Имсәк бала ҡулына ни тотһа”, “Айһыҙ төн, аяҙ төн күгендә” исемле шиғырҙарҙан өҙөктәр йәки улар тулыһынса килтерелә. Был шиғырҙар минең дә хәтеремдә Мәүлит Ямалетдиновтың “Ирәмәл” китабын уҡыған сағымдан уҡ ҡәҙерләп һаҡлана. Һаҡланмаҫлыҡмы ни, йәш шағирҙың тәүге йыйынтығына инһәләр ҙә, иң талапсан шиғри антологияларҙа хөрмәтле урын алырлыҡ әҫәрҙәр бит улар!
“Йәйғор төҫтәре” исемле мәҡәләмдә мин Мәүлиттең бер шиғырын тулыһынса килтергәйнем. Ул лирик әҫәр мине генә һоҡландырмаған икән. “Хәтер төбө – хәтирә” тигән эссеһында шағир былай тип яҙа: “Әҙәбиәт донъяһында пәйҙә булыуым менән иң тәүге ҡотлаусы – быға тиклем үҙем күреп белмәгән Мөхәмәт Илбаев булды. Мин уның хаты килгән саҡта – 1979 йылда – Учалы районының Уральск ҡасабаһында йәшәй инем. Бына ҡыҙыҡ өсөн ул хаттан өҙөктәр: “Ағи­ҙел”ебеҙҙең алтынсы һанында Рауилдың мәҡәләһен уҡыным, унда һинең ун ике юллыҡ “Балан” шиғырың тулыһынса әйтелгән. Шул шиғырың Пушкин әфәнденең “Я вас любил” тигәненә 99 процент яҡын тора икән дә! Молодец!... Ошо шиғырың Мостафа ағайҙың (Мостай Кәрим – М.Я.) “Күшеккән турғай”, “Болан балаһы” тибындағы әйберҙәре дәрәжә­һендә хикмәт яҙа алыу мөмкинлегеңде күр­һәтә, ҡустым. Ана шулай башҡортса, әҙәмсә, бөтә милләт фәһем алырлыҡ итеп яҙ”.
Мөхәмәт Илбаев Мәүлитте әҙәбиәткә килеүе менән иң тәүге ҡотлаусы булмаһа ла, уның хатынан өҙөк шул яғы менән минең иғтибарымды йәлеп итте: әҙәби мөхитебеҙҙә ниндәй ихлас ҡотлауҙар, ни тиклем эскерһеҙ мөнәсәбәттәр, ысын ижади бәйләнештәр замандары булған бит! Күберәк битте йыртышып йәшәгән беҙҙең көндәрҙә алыҫта ҡалған ул саф ваҡыттарҙы ысынлап та һағынып хәтерләрлек.
Талантлы ҡәләмдәшем Мәүлит Ямалетдиндың етмеш йәшенә арнап башлаған мәҡәләмдә шағирҙың иң беренсе китабы хаҡында һүҙ оҙаҡҡараҡ китте түгелме тип һорауҙары ла бар. Тәүге йыйынтығына ентекләп туҡта­лыуымдың сәбәбен мин ошолай аңлатам. Ижадтағы тәүге һүҙҙәре, матбуғатта күренгән шәлкемдәре менән үк Мәүлит Ямалетдин әҙәбиәт донъяһына ышаныслы аҙымдар менән атлап килеп инде. Ә инде уның “Ирәмәл” тигән йоҡа ғына беренсе йыйынтығы дөйөм кассетала сыҡһа ла, үҙаллы баҫылған бәғзе ҡалын баҫмаларға торорлоҡ ине. Кемдең кемдең, ә ғәйәт талапсан Рәми Ғарипов­тың илле шиғыр тупланған был ҡулъ­яҙмаға ҡыуаныуы, шиғриәтебеҙгә яңы һәләтле йәш көстөң килеүе менән ихлас ҡотлауы был әҫәрҙәрҙең образлылығы, сифаты һәм әһәмиәте хаҡында асыҡ һөйләй. Йәш шағирҙарҙың йыйын­тыҡтары тураһында фекер алышыуҙа ҡатнашыусылар ғәҙәттә кәңәштәрен телдән әйтәләр. Ә Рәми ағай яҙып әҙер­ләнгән, үҙенсә махсус ғилми тикшеренеү үткәргән. Ҡағыҙға төшкән был уйла­ныу­ҙарҙың йәш авторға киләсәктә бик кәрәк буласағын тәжрибәле һүҙ оҫтаһы яҡшы бел­гән.
Зөбәржәт Йәнбирҙинаның, Мәүлит Ямалетдиновтың, Салауат Рәхмәтул­линдың йоҡа ғына беренсе, Мәхмүт Һи­бәт менән Барый Ноғомановтың икенсе китаптарынан “Йәйғор” тигән бер кассеталағы тупланмаһы хаҡындағы рецензиямды мин “Йәйғор төҫтәре” тип атағайным. Шул уҡ ваҡытта “Ә бит асылда был китаптарҙың һәр береһе үҙенсә “Йәйғор булып нурлана”, “һәр береһенең үҙ шиғри йәйғоро бар” тигәйнем. Ысынлап та, һәр кем ижадта үҙ йәйғорон табырға тырыша. Мәүлиттең “Күк күк­рәне, йәшен йәшнәне, һарайҙағы айғыр кешнәне” тип башланған шиғы­рында малай йәйғор артынан һыбай сапһа ла, ҡыуып етә алмайынса, күңел­һеҙләнеп кире ҡайта. Рәми Ғариповтың мәҡәлә­һенең һуңғы һүҙҙәре: “Аҡ юл һиңә! Атың сапһын, йәйғор ҡыу!” тигән изге теләк менән тамамлана.
Йәйғорҙо Мәүлит Ямалетдин барыбер ҡыуып етте, маҡсатына иреште бит! Ижадын, образлы һүҙҙе төрлө жанрҙарҙа йәйғор итеп балҡытты. Тәбиғәттәге йәйғор һоҡландырып балҡый ҙа оҙаҡ­ламай һүнә. Мәүлиттең ижади йәйғорона һәр береһе үҙ төҫө, үҙ моңо менән яңы­нан-яңы әҫәрҙәр өҫтәлә бара.
Мәүлит Ямалетдиновтың ижади үҫеше белем даирәһенең киңәйеүе, яуаплы вазифалар башҡарыу, ҙур ижтимағи эш­тәрҙә ҡатнашыу менән бергә үрелеп барҙы. 1985 – 1987 йылдарҙа Мәскәүҙә Әҙәбиәт институты янындағы Юғары әҙәби курстарҙа уҡыу ижад тәжрибәһен байытыу, әҙәбиәт эшенең ҡатмарлы серҙәрен төшөнөү, бик үҙенсәлекле ғилем туплау өсөн ҙур мөмкинлектәр тыуҙырҙы. Төрлө милләт шағирҙары, әҙиптәре менән аралашыу фекерләү офоҡтарын киңәйтте.
Мәскәүҙән ҡайтҡас, Мәүлит Ямалетдинов Учалы ҡалаһының музыка мәктә­бендә һәм музыка училищеһында ҡурай буйынса дәрестәр алып бара. Үҙгәртеп ҡороу тигән яңғырауыҡлы һүҙҙәр менән башланған, бик күп һәйбәт эштәргә юл асҡан, әммә емерткес булған ваҡиғалар илдең аҫтын өҫкә килтергәндә шағир үҙ яғындағы ижтимағи эштәрҙең уртаһында ҡайнай. Былар хаҡында Мәүлиттең үҙе­нән дә ентеклерәк һөйләүсе булмаҫ: “Үҙе йөрөгәндең үлеһе терелә... Был әйтем үҙгәртеп ҡороу осоронда Учалылағы милли хәрәкәткә ҡарата әйтелгән тиерһең. Нәҡ шул йылдарҙа Әнүәр Ғибәҙәтов, Жәүәт Ғайсин, Эдгар Вилданов, Алмас Мансуров, Сәлимйән Бәҙретдинов, Таңсулпан һәм Хәйҙәр Ғариповтар, Фәрзәнә Фәтҡуллиналарҙан торған көслө төркө­мдөң ойошоуынан “Ирәмәл” башҡорт халыҡ үҙәге барлыҡҡа килгәйне. Уның тәүге рәйесе Әнүәр Ғибәҙәтов булды, ә һуңынан идара ағзалары ул вазифаға мине һайлап ҡуйҙылар. Ярым үлек хәлендәге телде тергеҙеүҙә, мәрткә киткән милли рухты терелтеүҙә ул ойошманың роле ғәйәт ҙур булды. “Ирәмәл” башҡорт халыҡ үҙәгенең ҡанаты аҫтында башҡа­рылған эштәрҙең иң ҙурҙарын һанап сы­ғыу ҙа шуға бер дәлил: Учалы ҡалаһы һәм районы халҡы өсөн “Яйыҡ” исемле башҡортса гәзит асыуҙы юллау; Учалы музыка училищеһында башҡорт фольклоры бүлеген асыу; Учалы яҙыусылар ойошмаһын асыу; “Өлкәр” исемле региональ альманах булдырыу; Учалы ҡалаһында башҡорт гимназияһын асыу­ҙы юллау. Тел һәм культура өлкәһендә быларҙан тыш башҡарылған эреле-ваҡлы эштәрҙең иһә һанап осона сығырлыҡ түгел – уларҙы шунда ҡайнап йөрөгән әлеге кешеләр һәм Алла ғына белә.” (Мәүлит Ямалетдин. Ҡуласа. Тарихи роман. Эссе. Өфө, “Китап”, 2007, 356-сы бит).
Ижтимағи ойошманың ошо ҙур эштәрҙең осона сығыуында, изге маҡсат­тарға ирешеүендә төп көстәрҙең береһе, әлбиттә, Мәүлит Ямалетдинов булды. Бындағы яҙыусылар ойошмаһын асыуҙа миңә лә ҡатнашырға насип иткәйне. Мәүлит Ямалетдинов етәкселегендә ул бик һәйбәт эш башлап ебәрҙе, ижади көстәрҙе туплау, фекер алышыуҙарҙы, төрлө осрашыуҙарҙы үткәреү буйынса региондар араһында иң уңғандарҙан һаналды.
Ошондай тынғыһыҙ ритмда йәшәү шағирҙың ижадына ла көслө йоғонто яһаны.
Ижтимағи ваҡиғаларҙың, шул иҫәптән милли хәрәкәттең айырыуса киҫкен­ләнгән дәүерендә шиғри һүҙ ҙә нығыраҡ үткерләнә, әҫәрҙәрҙә гражданлыҡ рухы айырыуса көсәйә. Бындай замандарҙа сәсәндәрҙең сығыштары башҡорт йәмғи­әтен көрәшкә рухландырыусы көскә әйләнгән. “Сәсәнмен тип кем әйтмәҫ, яу килгәндә өнө юҡ” – бындай ҡылыҡ халыҡ­ҡа әле иң кәрәкле ҡыйыу һүҙе менән сыҡҡан ҡурҡыу белмәҫ ир-азаматтарға бөтөнләй тап килмәй, әлбиттә. Уҙған быуаттағы һикһәненсе йылдарҙың икенсе яртыһында милләттең киләсәк яҙмышын хәстәрләү тарихи бурыс, шәхестең ил, халыҡ алдындағы яуаплылығы юғары­лығына күтәрелгәндә башҡорт шиғри­әтендә үҙенсә сәсәндәр мәктәбе традицияларына иғтибар көсәйҙе. Яңынан-яңы ҡобайырҙар ижад ителде. Миҫал­дарҙы байтаҡ килтерергә мөмкин. Ундай һүҙ оҫталарына элек сәсән тип хөрмәтләп өндәшһәләр, хәҙер сәсәниәләр ижад майҙанына сыҡты. Шулар араһынан сәсәниә Розалия Солтангәрәева башҡорт ерлегендә генә түгел, халыҡ-ара күләмдә лә абруй ҡаҙанды. Был йүнәлештә, йәғни яңы заманда фольклорҙы үҫтереп, иң уңышлы эшләүселәрҙең береһе, һис шикһеҙ, Мәүлит Ямалетдин булды. “Һаумы, ҡобайыр” тигән шиғри телмә­рендә ул яу ҡоралы кеүек ҡеүәтле һүҙ са­ра­һының яңынан сафҡа ҡайтыуын юғары баһаланы һәм ҡобайырҙың бөйөк тәғәйенләнеше хаҡында бик кәрәкле һүҙҙәр әйтте, “Майҙандағы көрәшкә сыға бөгөн ҡобайыр. Һаумы, һаумы, донъяға өр-яңынан тыуған йыр, һаумы, һаумы, ҡобайыр!” тип, ололап сәләмләне.
Уның “Бер, тигәс тә”, “Йомортҡаның йөйө юҡ”, “Салауат йәшәй аңымда” тигән ҡобайырҙары нәҡ ошо осорҙа тыуҙы. Был боронғо жанрҙың йәшәү рәүеше – сәсәндең иң киҫкен мәлдә көс-ғәйрәте тулышҡан халыҡҡа ялҡынлы, образлы телмәр менән өндәшеүе, үҙенең һүҙен башҡа сәсәндәрҙең әйткәненән үтемлерәк итергә тырышыуы. Сәсән һәләте һәм йырсы, ҡурайсы маһирлығы, өҫтәүенә, тырышлыҡ һәм ҡыйыулыҡ Мәүлит Ямалетдинға 1991 йылда Өфөлә уҙға­рылған республика сәсәндәр бәйгеһендә 1-се урынды яулау өсөн, 1993 йылда Алматы ҡалаһында үткәрелгән төрки шиғриәтенең II Халыҡ-ара фестивале лауреаты дәрәжәһенә күтәрелеү өсөн ышаныслы илһам ҡанаты бирҙе.
Башҡорт шиғриәтенең гражданлыҡ, йәғни, азаматлыҡ сифаттарын үҫтереүҙе маҡсат иткән Мәүлит Ямалетдин мил­ләтебеҙҙең һәр осорҙағы яҙмышына тап килерлек һүҙҙәр таба белде. Мәҫәлән, “Бөгөнгөнө бөгөн яҡламаһаҡ...” тигән ши­ғырҙың исеме аҫтына “Ил ағаһының йәйләү менән хушлашҡанда әйткәне” тигән һүҙҙәр ҡуйылған. Ҡайһы замандағы башҡорт йәйләүе тураһында һүҙ бара бында? Һыҙланып әйтелгән һүҙҙәр һәр осорҙағы милли халәтебеҙгә хас түгелме? “Беҙ ниндәй бер уңмай торған халыҡ: “Алға!” – тибеҙ, алға бармайбыҙ. Йәшәгән ер йәннәт. Тормош – михнәт, һис кенә лә мантый алмайбыҙ” – уҙғандарҙа ҡалған ауыр шарттар тураһында ла, бөгөнгө хәлдәребеҙгә ҡарата ла шулай тип әйтә алмайбыҙмы ни?
Шиғырҙан йәнә бер өҙөк: “Беҙҙең өсөн Рәсәй – үгәй әсәй, беҙ – баҫымсаҡ, үкһеҙ балалар. Тыныс мәлдә башҡорт онотола, яу ҡуптымы – иҫләй һалалар.” Рәсәйгә ниндәй генә һуғыш ябырылһа ла шулай түгелме ни? Хатта бөгөн төрлө тарафтарҙа тоҡанып торған ҡыйралыш – янғындарҙа беҙҙең башҡорт егеттәре башҡаларҙан күберәк ҡырылмаймы ни? Был шиғыр­ҙағы иң һуңғы һүҙҙәргә иғтибар итәйек: “Бөгөнгөнө бөгөн яҡламаһаң, һаҡ­ламаһаң – юҡ ул мәңгелек! Шуның өсөн тау башына менеп, яҡыныраҡ килеп тәңрегә, йәйләү менән бөгөн хуш­лашабыҙ, бәлки, бер йыл, бәлки мәң­гегә...”. Был борсоулы һүҙҙәрҙе бик боронғоларыбыҙ ҙа, бөгөнгөләребеҙ ҙә әйтә алыр ине...
Һәр заманға тап килерлек ошондай универсаль фекер әйтә белеүҙә шағирҙың зирәклеге лә, һүҙ оҫталығы ла күренә бит.