Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Сабир Шәрипов

Ир ҙә тере, илгә ҡушылһа…

Бер ҡараһаң, утыҙ етелә
Ҡоштар осоп етмәҫ ерҙәргә,
Баштар ҡайтып етмәҫ гүрҙәргә
Аҫыл ирҙәр алып кителә...

Бөйөк шағир әлеге мәшһүр әҫәрен, матбуғатҡа баҫылырға бигүк өмөт бағламай, утыҙ ике йәшендә яҙһа ла (үҙе теркәүенсә: “1964“ йыл, сентябрь, Дубулты – Өфө), поэма 1987 йылда ғына “Ағиҙел”дең 12-се һанында донъя күрә.
Әҫәр уйҙарҙы илебеҙҙә ленинсы тәғлимәт тупаҫ боҙолған буталсыҡ йылдарға йүнәлтә. Күптәрҙе, бик күптәрҙе борсолдорған осор... Һәм минең күңелдә лә әсәйемдең әрнеүле хәтирәләре яңырғандай: “Егәҙе поселогында урмансылар барагында йәшәй инек. Ғилман олатаңды 37 йылда ҡулға алып киттеләр 12 декабрҙә. 12 йәш тулғайны миңә шул һыуыҡ айҙа. Өйҙө тентеп, һунар мылтығын, толобон алдылар. Ә ул намыҫлы коммунист булған. Алтмышынсы йылдарҙа юллап ҡараныҡ: нахаҡҡа атылған, һуңыраҡ аҡланған тип ҡағыҙ килде. Йә инде, етеш йәшәгән Төхфәт олатайҙың алты мөйөшлө өйөн 1932 йылда мәктәп иткәндәрен дә хәтерләйем. Үҙен кулак тип ебәргәндәр. Өфөлә Моторҙар эшләү заводын төҙөүҙә йөрөй, тип ишетелгәс, өләсәйем (буласаҡ Герой Зөбәйҙең әсәһе) менән, атайымдан саптар ат ектереп, көплө арбала күрергә килгәйнек тә осрата алманыҡ – вафат булғайны. Уҡый-яҙа беләһең, тип алғайны өләсәм мине алыҫ сәфәргә – Маҡар, Петровский, Эстәрле аша.”
Белоретта педучилище бөтөп, үҙ Баҡыйыма уҡытыусы булып ҡайтҡас, РОНО мөдире, шиғыр яҙырға әүәҫ Рәсих Лоҡманов менән тотондоҡ репрессия тотҡоно Ғилманды эҙләргә. Тегендә яҙабыҙ, бында. Төрлө яуаптар килә: “Эҙе ... ЛАГ-та юғала…” “Фәлән йылда үпкә сиренән вафат…” һ.б. Аҡланыу ҡағыҙында ла ниңәлер үлеме хаҡында белешмә юҡ ине. Уңарсы ишле туғандар араһында хәбәр таралды. “Ул тере! Жданов фамилияһы менән Магнитта мәрйә менән йәшәй икән, ҙур инженер, тиме… Сталиндыҡына оҡшаған китель кейеп, мыйыҡ ебәреп йөрөгән, имеш... Булыр, зирәк кеше ине бит”. Әсәйемдең һеңлеһе өмөтләнеп барып ҡайтты төтөнлө ҡалаға. Бушҡа… Инде үҙем йыйына башланым 1937-лә сәңгелдәктә ҡалған өс айлыҡ улы – орденлы рудасы механик ағайым менән. Шул арала органдарҙан тағы бер яуап алдыҡ: 1937-лә 13 декабрҙә үк атылған. Шигебеҙ ҙә бар: туҡмағандарҙыр юлда, сөнки старшийҙары иҫерек булған, тип һөйләгәндәр аҙаҡ. Таң һарыһында ҙур кашауай сана Белоретҡа инер саҡта, юлда уҡ атҡандар намыҫлы коммунисты! Ә приговор буйынса атыуҙар ҡала зыяратына йәнәш урманда төндә башҡарылған.
Етмешен ҡыуған әсәй ҡарсыҡ үҙен сабый сағында “уҡытыусы булырһың“ тип хыялландырған атайының, яҡындарын илатып, күҙ менән ҡаш араһында ғәйеп булыуына бары тик хәтәр яуызды – Берияны ғына ҡарғар ине. Уныңса, яуаплы постарҙағы Сталин һымаҡ етәкселәрҙең выждандары пак, ҡылғандары хаҡ була.
Бында хикмәт әсәйҙең самалы ғына белемендә түгелдер, бәлки уның “бөйөк юлбашсыбыҙ“ исем-шөһрәттәренә шикләнмәүе нығыраҡ сәбәпселер. Эйе, күптәр ундайҙар.
Әйтерһең дә, Туфан ҡалҡмаған ,
Булмаған да Һәҙиә, Юлтыйҙар!..
Юҡ, булмаған, тиеп, егерме йыл,
Мең ялғанды беҙгә тылҡыйҙар...
Әкиәттәге серле ҡурай һымаҡ,
Әйт, был ниндәй ҡанлы тантана?
Бер осоңдан һинең балың тамһа,
Бер осоңдан ниңә ҡан тама?..
Йылдар ағышында тарихҡа ингән күренекле щәхестәрҙең береһе, бәхәсһеҙ, – И. В. Сталин. Мәшһүр, ҡатмарлы шәхес. Бигерәк тә оло быуын вәкилдәре араһында хатта туҙанлы шахталарҙа, һалҡын рудниктарҙа, тайга делянкаларында “Атабыҙ” исеменә тел тейҙермәҫкә тырышыусылар бихисап булған. Шағир әйтмешләй:
Ә ул маяҡ! Ул киткәндә,
Аҙмы күҙ йәшебеҙ ҡойолдо!
Күкрәктәрҙән йөрәктәрҙе үлем
Һурып алған һымаҡ тойолдо.
Ә тарихтың юлы оҙон, сетерекле. Ниңә үткәндәрҙе аҡтарырға инде, уҙған эшкә – салауат, тип вайымһыҙ ғына йәшәгәндәр, беҙҙеңсә, хаталана. Сөнки илебеҙ йылъяҙмаһында, быуындар бәйләнешендә ҡараңғы биттәр булырға тейеш түгел. Демократия, социаль тигеҙлек, билдәлелек принциптары шуны талап итә.
ВКП(б) күрһәтмәһе буйынса Башҡортостан НКВД-һына ике мең кешене репрессияларға: биш йөҙөн –атырға, мең ярымын лагерҙарға тығырға ҡушыла. Тарихи хеҙмәттәргә күҙ һалһаң, сәстәр үрә тора. Республикабыҙҙағы – урындағы сталинсы “тройка”лар планды 25 тапҡырға арттырып үтәй: 2 мең х 25 = 50 мең! Ҡот осҡос “тырышлыҡ!” Тик… «тырыш»тарҙың да байтағы атыла аҙаҡ.
Ошо урында “Литературная газета”ла баҫылған ғибрәтле хикмәт хәтерҙе өйкәне. 1937 йылда ҡайһылыр автономияла ундан ашыу әҙип донос буйынса репрессияға эләгә. Һуңғараҡ көн дә НКВД бинаһы алдынан донос авторы тегеләй ҙә былай ҙа һыбай саптырып йөрөй, үҙе ҡысҡыра, ти: “Мине лә алып китегеҙ. Мин дә бит – шағир!” Ысын шағирҙар араһында үҙенең исеме ҡалмаҫ тип хафаға төшкән икән был бәндә.
Атайыма 1942–1946 йылдарҙа Яҡутстандың иң һыуыҡ нөктәләрендә хеҙмәт итергә тура килә: “Колыма, Лена лагерҙарында үлгәндәрҙе ҡышын штабелгә өйәләр, яҙын ташҡынға күҫәкләп төшөрә инеләр…” Ошо иҫтәлеген бер генә һөйләне ул. Бик-бик рәнйеп …
Бөтөн донъя беҙгә табынғанда,
Ниңә һуң беҙ уға табындыҡ?
Гүйә беҙ юҡ инек!..
Ниңә шулай,
Ер аҫтына һеңеп аҡҡан һыуҙай,
Хаҡлыҡ өсөн һуңлап табылдыҡ?..
“Рәми Ғарипов” китап-альбомындағы (төҙ. Ҡ.Ә. Аралбаев, И.Л. Кинйәбулатов. Өфө, Китап) йәшерәк быуын һүҙ оҫтаһы Азамат Юлдашбаевтың: “Табыныу”... бөгөнгө осорға ла ифрат замандаш – хатта ғәжәпкә ҡалаһың! Был поэма – нәсихәт. Әле йәшәгәндәргә лә, киләсәктә йәшәйәсәктәргә лә”, – тигән фекере менән килешмәү мөмкин түгел.
Рәми Ғарипов 1937 йылдағы бер яҡтан ғаләм аптырарлыҡ ҡаҙаныштарҙы, асыштарҙы, икенсе яҡтан халыҡты шомландырған, “аҙмы өйҙән мәйет сыҡҡандай” тойолған тормошто хәсрәтле буяуҙар менән тасуирлаһа ла, ҡон ҡайтарыуҙы маҡсат итеп ҡуймаған. Шағир фашлаусы, йылъяҙмасы булыуҙан да йыраҡ: ул – уйсан гражданин, ярһыу патриот, романтик рухлы философ. Һөҙөмтәлә поэманың фекер, хис үткерлеген, иҫкәртеү ҡеүәһен көсәйтеүгә ирешкән ҡәләм оҫтаһы.
Бер аллаға кеше табынмаһын,
Табынһын тик кеше кешегә...
“Табыныу” поэмаһы, шулай уҡ “Умырзая йыры” китабы 1988 йылда республиканың әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә иң мәртәбәле баһаһына – Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды. Ҡобайырға тартым исемһеҙ бер шиғырында шағир, ана, поэтик сәнғәттең асылын, мән­фәғәтен яҡлап, былай тигән:
Үҙең нисек, һүҙең дә бит шулай,
Шиғриәттә хәйлә файҙаһыҙ.
Ҡурҡаҡ һәм ваҡ
Ҡыйыу, ҙур һүҙ әйтмәҫ...
Ҡыйыу һүҙ... Ҡыйыу һүҙ, мәғлүм ки, ғәҙел икән – бер ҡасан да осһоҙ һәм фәһемһеҙ булмай.
***
БДУ-ла уҡыған осорҙа “Шоңҡар“ түңәрәге үткәргән әҙәби-музыкаль кисәләрҙә гелән ҡатнаштым. Күберәк баянист булып. Кисәләрҙән һуң Салауат һәйкәленә бара инек, Рәми ағай, башҡа әҙиптәр – уртала. Бейеү, йырлау – ғәҙәти хәл.
1972 йылдың март айындамы, “шоңҡарсылар“ Ауыл хужалығы институтына шиғриәт байрамына саҡы­рылдыҡ. Ул осорҙа был вуздың да әҙәби түңәрәге маҡтаулы эшләй ине.
Репетиция-маҙар бүлмәһенең ярым ҡыҫыҡ ишегенән сәхнә мөнбәре күренеп тора. Шағир ҡулында – микрофон: “1937” ... Поэма... Тәүге тапҡыр уҡыйым, тине, буғай. Шығырым зал шым. Юҡ, юҡ, һиҫкәнмәнек “тыйылған әҫәр” тигәненә лә. Ә шағирҙың илһамлы йөҙөн күрер, баҫалҡы, уйсан, моңло тауышын ишетер өсөн шымдыҡ. Асылда беҙ, ул саҡтағы йәштәр, тыйылған йә тыйылмағанды айырыр кимәлдә түгел инек. Аҡтан ҡара яһарға әүәҫ әпкәләйҙәргә, партияның “үтә ҡыҙыл” ҡуштандарына ғына шағирҙың ундай ҡыйыулығы оҡша­мағандыр, тим. Фаразым да бар ошо йәһәттән. Мәскәүҙәге Юғары әҙәби курстарҙа шөғөлләнгән саҡта Әҙәбиәт институты ятағында Сыуашстандан Федоров атлы ҡартлас шағир менән әңгәмә ҡорорға насип итте. Ул үҙенең Р. Ғарипов менән бергә уҡыуын, төркөмдәренән бер йәш урыҫ студентын – шағир һәм комсомолец егетте органдарҙың ҡулға алыуын хәтерләне. Рәми ағайҙың сәйәси-социаль поэмаһын яҙыуға бөтәһен дә шаңҡытҡан ошо йәпһеҙ хәл дә этәр­гән­дер, кем белә.
***
Шағирҙың тыуыуына 80 йыл тулыуы уңайынан республиканың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары һәм бер төркөм яҙыусылар Салауат районына барҙыҡ, әҙиптең йәнтөйәге Арҡауылда йәмәғәтселек менән осраштыҡ, уның йорт-музейын ҡараныҡ.
Шунда ветерандарҙың береһенән һораным:
– 1939 – 1940 йылдарҙа бында уҡытҡан Зөбәй Үтәғоловты белмәйһегеҙме?
– Эйе, уҡытты, тәҙрәнән күрҙек – яҙыр ине латин хәрефтәре менән таҡтаға. Беҙ уға эләкмәнек, бәләкәй булынды. Ул да ошо урамда торҙо фатирҙа. Ә Рәми миңә ҡорҙаш тиерлек ине...
Шунда мин фронтта һәләк булып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелгән ауылдаш ҡәрҙәшем хаҡында Рәми ағайға ваҡытында ләм-мим әйтмәгән өсөн үкенеп тә ҡуйҙым. Шағир йәштәргә яғымлы, алсаҡ булды, үтә иғтибарлы, кәңәшсел ине. Зөбәйҙе күргән-белгәндер ҙә малай сағында. Юҡһа, бер патриотик шиғырында исем-шәрифен телгә алмаҫ ине.
Яҡты донъяла ни бары 45 йыл да ете көн йәшәп гүргә ингән Рәми ағай хаҡында уның замандаштары, ҡәләмдәштәре бик йылы хәтирәләре менән уртаҡлашыуын дауам итә, спектаклдәр ҡарала, әлдән-әле шағирға бағышлауҙар, хатта поэмалар яҙыла. Улар тағы ла яҙылыр, сөнки бихисап замандаштарыбыҙ уның шиғырҙарыняттан һөйләй, оло быуын да, кесе быуында моңсол йырҙарын йә тыңлай, йә йырлай.