Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Рәшит ШӘКҮР

ЙӨРӘКТӘГЕ ЯҘМАЛАР

Хәтирәләр

IV БҮЛЕК

Ғилем һәм ижад үрҙәре

1. Гүзәлһең дә ул һин, Мәскәү...

Шулай итеп, миңә, күптән фән кандидаты булаһы кешегә, ниһайәт, аспирантура ишеген ҡайырып асырға насип булды. Тулыһынса ғына хыялымдағы тура юлдан, йәғни әҙәбиәт белгесе булам, әҙәбиәтебеҙ тарихын, Аҡмуллалар мираҫын өйрәнәм тигән ниәтемдән ситләштем инде – нишләйһең, сараһыҙлыҡтан, әлбиттә. Юғиһә, бөтөнләй буш тороп ҡалыуым да бар ине. Ә бит мин шул уҡ Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтынан да әҙәбиәт буйынса аспирантураға керә алыр инем. Әгәр ҙә урын иғлан итһәләр... Минең был йүнәлештән китә алмауым өсөн бары тик Ким Әхмәтйәнов ҡына борсолдо. Мин Мәскәүҙә ваҡытта ул институттың Ғилми советында, мине телгә алып, әҙер әҙәбиәт белгесен юғалттыҡ, тип үкенес белдергән. (Институтта кадрҙар әҙерләү мәсьәләһе йыш ҡына Ғилми совет ултырышынның көн тәртибенә ҡуйыла торғайны.) Был хаҡта аҙаҡ ул миңә үҙе һөйләне. Ә бына минең аспирантураға кереп китеүемде ишеткәс, Таһир Байышев ағай бик шатланды. Таһир Ғәлләм улын Матбуғат йорто алдындағы туҡталышта осратып, хәбәремде әйтеү менән: «Еңәбеҙ икән, былай булғас!» – тине, миңә ҙур ышаныс белдереп.
Мин, Мәскәүҙә ваҡытта, тип әйттем бит әле. Уныһы аспирантурала уҡыуымдың икенсе йылында ғына башланды. Сөнки Мәскәү, гүзәл Мәскәү, бик тиҙ үҙ ҡосағына алырға ашыҡманы. Бында ла урау-урау юл үтергә тура килде. Институтта, аспирантураға алыу, илдең баш ҡалаһына, СССР Фәндәр академияһы Тел белеме институтының ул ваҡыттағы төрки телдәр секторына күсерергә (прикомандирование) булғайнылар. Шул ваҡытта Өфөгә ниндәйҙер ғилми конференцияла ҡатнашыу өсөн күренекле төркиәтсе, профессор Николай Александрович Баскаков килгәйне. Ғәли Ғәли улы Сәйетбатталов, уны үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡырып, минең менән осраштырҙы, күңелле генә һөйләшеп ултырҙыҡ. Шул һөйләшеү ваҡытында миңә аспирантурала уның ғилми етәксе булыуын һораныҡ. Николай Александрович риза булды. Әммә тәүге йылда, Мәскәүгә барып, ятаҡҡа урынлаша алмайынса, кире ҡайтырға тура килде. Бер йыл Өфөлә уҡы, ғилми әҙәбиәтте өйрән, диссертация өсөн материалдар йыя башла, имтихандарыңды бирә тор, алдағы йылда иртәрәк кил, тинеләр. Артыҡ көйөнмәнем. Урыҫтың «Нет худа без добра» тигән әйтеме бар. Әле минең өсөн шулайыраҡ килеп сыҡты. Эштән китеү менән, 100 һумлыҡ аспирант стипендияһына тороп ҡалдым. Ғаилә менән бергә булғас, аҡсаны еткереүе бигүк ауырға төшмәне. Өҫтәүенә, гәзит-журналға яҙышып торам. Ул заманда гонорарҙар күҙгә күренеп ҡалырлыҡ була торғайны. 1970 йылда «Йөрәгемдә – ҡояш» тигән тәүге шиғри йыйынтығымдың донъя күреүе һәр йәһәттән дә ҡыуаныс килтерҙе. Шәүрәкәсебеҙгә саҡ ике генә йәш ине әле. Уны иртәле-кисле яслегә йөрөтөү өсөн дә бик уңайлы булды.
Ҡыш буйы Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы аспиранттары өсөн философия буйынса ойошторолған курсҡа йөрөп, шул фәндән кандидатлыҡ минимумын бирергә әҙерләндем. Лекциялар курсын Өфө авиация институтының философия кафедраһы доценты (аҙаҡ – кафедра мөдире, профессор) Спартак Феопемптович Елисеев алып барҙы. Иҫ киткес төплө белгес ине. Олоғая барғанда ошолай шәп лекциялар тыңлап йөрөүемә ҡыуанып, имтиханға кинәнеп, күңел биреп әҙерләндем. Май аҙағында кандидатлыҡ минимумын тапшырып та ҡуйҙым. Күп ваҡытымды китапханаларҙа эшләп үткәрҙем. Август, сентябрь айҙарында Дим буйында (Шишмә, Дәүләкән райондары), ауылдан ауылға йөрөп, урындағы ер-һыу атамаларын йыйыу менән шөғөлләндем. Бер юлы ауыл тарихтары буйынса мәғлүмәттәр, фольклор материалдары яҙып алып йөрөнөм. (Был эште алдағы йәйге, көҙгө айҙарҙа ла дауам иттем. Диссертация темаһы буйынса материал йыйыу өсөн Димдең түбәнге ағымынан алып сыҡҡан еренә тиклем йөҙҙән артыҡ ауылда булып, халыҡ теленән 4500 самаһы ер-һыу атамаһы яҙып алып, бай ғына картотека төҙөнөм. Быға һәр төрлө яҙма сығанаҡтарҙан алынған атамалар өҫтәлә барҙы. Күп ваҡыт, алдыма йәйеп һалып, географик карталарҙы өйрәндем.)
Ниһайәт, мин яңынан Мәскәүҙә. Институтта бик яҡшы ҡаршы алдылар. Ләкин ятаҡҡа урынлашҡансы ҡайҙа ҡунып йөрөргә? Элекке йылында Рафаэль Аҙнағолов үҙ янына һыйындырғайны. Был юлы, тура килгәс, килә бит, бирәм тигән ҡолона сығарып ҡуйыр юлына тигәндәй, барған көндә үк Дмитрий Ульянов урамында Рәфҡәт Аҡманов осраны. Өс-дүрт йәштәр самаһындағы ҡыҙы Гүзәлде етәкләп алған. Уның И.М. Губкин исемендәге Мәскәү нефть институты аспирантураһында уҡыған сағы. Ятаҡтары ошонда яҡын ғына икән. Мине үҙ янына алып китте. Вахтер янынан ниндәйҙер йылғырлыҡ менән үттек бит әле ул. Ә уларҙың ятағында, ғөмүмән, тәртип бик ҡаты ине. (Рәхмәт һеҙгә, дуҫтар, тип әйтәм бөгөн тағы ла).
Иртәгеһен СССР Фәндәр академияһының Дмитрий Ульянов урамындағы биш ҡатлы күркәм кирбес йортта урынлашҡан ятағынан урын бирҙеләр. Был ятаҡ миңә электән таныш: 1963 йылдың февралендә Переделкинонан бер нисә мәртәбә ул ваҡытта М. Горький исемендәге Донъя әҙәбиәте институты аспирантураһында уҡыған Мөхтәр Сәғитов янына килеп киткәйнем. Яҡташтар, аралашып, ял көндәрендә былауҙар бешереп, бик татыу йәшәп яталар ине. Буласаҡ профессор, физика-математика фәндәре докторы Камил Абдрахман улы Вәлиев тә аспирантурала уҡыған сағында ошо уҡ ятаҡта йәшәне. Бер мәлде, студент саҡта, уның янына ла барғайным. Шуның өсөн дә был йорт минең күңелгә яҡын ине. Бында яҡташтарҙан Әхмәт Йәнғәлин, Рифғәт Ҡудашев, Урал Рәхмәтуллиндар менән бер йылдарҙа йәшәнек. Мәскәү вуздарында ул йылдарҙа аспирантурала йәнә Рафаэль Агишев, Хәлил Барлыбаев, Азамат Моратов, Марат Ҡолшәрипов, Вил Резбаев, Земфира Сәхипова, Әмир Юлдашбаев уҡыны. Улар барыһы ла фән кандидаттары, докторҙар, халҡыбыҙға фиҙаҡәр хеҙмәт итеүсе белгестәр булып киттеләр. Мәскәү дәүләт университетында (МДУ, йәйәү барһаң, беҙҙең ятаҡтан утыҙ-ҡырҡ минутлыҡ ҡына ерҙә ине), баш ҡаланың башҡа юғары уҡыу йорттарында уҡыған яҡташ студенттар һәм аспиранттар менән аралашып торҙоҡ. Йыйылышып күңел асып ултырған саҡтар ҙа булғыланы. Миңә, барғас та, Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ойошмаһының яҡташтар советының рәйесе вазифаһын йөкмәтеп ҡуйҙылар. Уның эше, мәшәҡәте ғәйәт күп булды. Диссертацияны ваҡытында яҙып бөтә алырмынмы икән тип борсолоп, ваҡыттың бер генә көнөн дә, сәғәтен дә бушҡа үткәрмәҫкә, уҡыуға зыян килтерерҙәй бер нәмә менән дә мауыҡмаҫҡа тырыштым. Хатта Мәскәүҙең атаҡлы театрҙары, музейҙарына йөрөүҙән дә тыйылып торҙом. Шулай ҙа, бер тарафта отһаң, икенсеһендә отолаһың икән ул. Аҙаҡ иҫәпләп ҡараһам, аспирантураға кереп, диссертация яҡлағанға тиклемге ваҡыт арауығында шиғырҙы бик аҙ яҙғанлығым күренде. Был иһә оҙаҡ ваҡыт, диссертация яҙырға булып, баҫлығып йәшәүҙең кире һөҙөмтәһе ине. Билдәле афоризмды үҙгәртеп әйтһәң, фән дә, сәнғәт кеүек үк, ҡорбандар талап итә шул. Ни тиһәң дә, шиғриәт иркенлекте ярата. Бәйге атын һабанға екмәйҙәр. Беҙҙә элек бәйге аттарын, өс ай буйы сей йомортҡа эсереп, махсус күнектереп әҙерләгәндәр ярышҡа. Ә һин бында, тау аҡтарып, үҙеңә юл ярған булаһың.
Уҡыуға, диссертация өҫтөндә эшләүгә зыян килтерерҙәй бер нәмә менән дә мауыҡмаҫҡа тырыштым, тиһәм дә, барыбер ара-тирә йәмәғәт эшенә бүленмәйенсә лә булмай ине. Яҡташтар осрашыуҙарын ойоштороуҙа К. А. Тимирязев исемендәге Ауыл хужалығы академияһы студенты Спартак Ильясовтың ярҙамы ҙур булды. Шул уҡыу йортоноң ашханаһына йыйылып, йылына бер-ике генә мәртәбә булһа ла гөрләшеп ултырған кисәләр күңелдә яҡшы хәтирәләр ҡалдырған. Спартак унда нисек итеп бушҡа урын ала торған булғандыр, быныһына инде ғәжәпләнмәҫ ереңдән ғәжәпләнерһең. Шул ваҡытта уҡ үҙенең үткерлеге, булдыҡлылығы менән айырылып тора ине. Һуңғы йылдарҙа ул «Барын-табын хәтере», «Ҡолой кантон», «Биғылый» кеүек күләмле әҫәрҙәре менән танылыу яуланы.
Иҫкә төшөрә башлаһам, Мәскәүҙә беҙ бер-беребеҙҙе Өфөләгенән дә яҡыныраҡ күреп аралашып йәшәгәнбеҙ икән тигән фекергә киләм. Бына бик ныҡ хәтерҙә ҡалған бер ваҡиға. Бер мәлде, бик күп ҡаршылыҡтар аша үтеп, Билал Хәмитович Юлдашбаев Воронеж дәүләт университетында докторлыҡ диссертацияһы яҡлап, шатлығы менән уртаҡлашыр өсөн беҙҙең янға, Мәскәүгә, килеп төштө. Бер нисә аспирантыбыҙ, сәскәләр тотоп, аэропортта уны ҡаршы алды. Мәскәү дәүләт университеты ятағында ағайыбыҙға урын да әҙерләп ҡуйылғайны. Ҡаһарман рухлы ғалим, бөйөк тарихсыбыҙҙың оло еңеүен шулай күмәкләп байрам иттек. Байрам итмәҫлек тә түгел, сөнки ул бит башҡорттарҙан иң тәүге тарих фәндәре докторҙарыбыҙҙың береһе булды, был уңышты ул күкрәк көсө, йәғни аҡылы, таланты, тәүәккәллеге менән яулап алды һәм бөтөн ғүмере буйы оло фән юлында батырҙарса көрәшеп йәшәне.
Хәтерҙә ҡалған тағы бер ваҡиға. 1970 йылдың аҙағында Мәскәү татарҙары беҙҙең Яҡташтар ойошмаһына күренекле башҡорт яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның ижадына арналған китап уҡыусылар конференцияһын ойоштороуҙы һорап мөрәжәғәт итте. Тарихығыҙ иҫ киткес бай, ҙур-ҙур романдар яҙған ҡатын-ҡыҙ яҙыусыларығыҙ бар, беҙ быға һоҡланабыҙ, тине улар. Уҡыусылар конференцияһын СССР-ҙың Дәүләт тарих китапханаһында үткәрергә тәҡдим иттеләр. Ул ваҡытта СССР Яҙыусылар союзының Юғары әҙәби курстарында уҡып йөрөгән Абдулхаҡ ағай Игебаев менән ошо сараны үткәреү өсөн бер ай буйы әҙерлек эштәре алып барҙыҡ. Конференцияға Зәйнәб апайҙың үҙен дә, Мәскәүҙә йәшәгән данлыҡлы яҡташтарыбыҙ – отставкалағы генерал-лейтенант Яҡуп Чанышев, яҙыусы Йәмил Мостафинды саҡырҙыҡ, Зәйнәб Биишева ижадына арналған сығыштар әҙерләнек. Мәскәүҙә уҡыған йәштәребеҙгә телефон аша хәбәр тараттыҡ. Бик ҡыҙыҡлы, фәһемле осрашыу, фекер алышыу килеп сыҡты. Башҡорт әҙәбиәтен, Зәйнәб Биишева ижадын яратҡан мәскәүҙәр өсөн дә, үҙебеҙҙең йәштәр өсөн дә баш ҡалала һирәк ойошторола торған ваҡиға булып ҡалды ул конференция. Был хаҡта мин, ҡайһы бер абзыйҙарҙың эсен көтөрҙәтеп (һәм, көтөрҙәй бирһен әйҙә, тип), «Совет Башҡортостаны» гәзитендә ҙур ғына мәҡәлә баҫтырып сығарҙым.
Мәскәүҙә уҡыған шул ике генә йыл эсендә лә бынан башҡа ла байтаҡ ҡына ҡыҙыҡлы хәл-әхүәлдәр булып үтте. Ләкин был хаҡта һүҙҙе әлегә түңәрәкләп торам.
Тел белеме институтында һирәк була торған бик юғары кимәлдәге, кешелекле һәм кеселекле ғилми-ижади мөхиткә барып эләктем. Уҙған быуаттың 60 – 80-се йылдары – Советтар Союзында төркиәт ғилеменең сәскә атҡан осоро. СССР Фәндәр академияһы Тел белеме институтының төрки телдәр секторы илдә төркиәтселектең төп үҙәгенә әйләнгәйне. Унда илдең танылған төрки тел белгестәре эшләй. Сектор мөдире – күренекле төркиәтсе, филология фәндәре докторы, профессор Әҙһәм Рәхим улы Тенишев. Сығышы менән – Пенза мишәре. Артабанғы йылдарҙа ул СССР (Рәсәй) Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы, Совет төркиәтселәр комитетының рәйесе булып китте. 1992 йылдан алып ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем (арҙаҡлы ғалим 2004 йылда 83 йәшендә вафат булды) Рәсәй Фәндәр академияһының Әҙәбиәт һәм тел бүлексәһе ҡарамағындағы Төркиәтселәр милли комитетына етәкселек итте. Әҙһәм Рәхим улының иҫтәлегенә хөрмәт йөҙөнән башҡорт телселәре 2006 йылда Өфөлә, уның ике томлыҡ һайланма хеҙмәттәрен әҙерләп, донъяға сығарҙылар. Секторҙың ғилми хеҙмәткәрҙәре – шулай уҡ бөтөн илгә билдәле төркиәтселәр, фән докторҙары ине: Н.А. Баскаков, Н.З. Гаджиева, Л.С. Левитская, К.М. Мусаев, Л.А. Покровская, Э.В. Севортян, Ә.Ә. Юлдашев һ.б. Беҙ уҡыған осорҙа сектор коллективы ҙур капиталь тема – күп томлы «Төрки телдәренең сағыштырма-тарихи грамматикаһы» тигән хеҙмәт өҫтөндә эшләй ине. Беҙгә, аспиранттарға, секторҙың ултырыштарында ҡатнашып, төрки тел белеме корифейҙарының фекер алышыуын, ара-тирә ғәжәп итәғәтле итеп үҙ-ара бәхәсләшеп алыуын тыңлап ултырыу ғына ла ҡабатланмай торған дәрескә әйләнә торғайны. Институтта йыш ҡына Союздың бүтән ҡалаларынан килгән ғалимдарҙы ла күреп, аралашып ҡалабыҙ. Ә инде секторҙа арҙаҡлы яҡташыбыҙ, төркиәтсе, башҡорт теле буйынса ҙур белгес Әхнәф Әхмәт улы Юлдашевтың эшләүе күңелгә айырыуса рәхәтлек бирә. Әйтергә кәрәк, ул Мәскәүҙә һәр ваҡыт башҡорт телселәренең терәге, таянысы булды. Кандидатлыҡ, докторлыҡ диссертациялары, монографиялар яҙған бик күптәргә ул ярҙам ҡулын һуҙҙы. Бер кисте Рафаэль Аҙнағолов янына барып сыҡтым (уларҙың ятағы Профсоюз урамында ине). Көлөп ултыра. Көндөҙ Мәскәү буйлап сығып киткәйнем, мин юҡта ғилми етәксем Әхнәф Әхмәтович килгән. Көткән-көткән дә, минең өҫтәлдә ятҡан ҡулъяҙмамды уҡып, мөхәррирләп, миңә записка яҙып киткән, ти. Ә ғөмүмән, Рафаэлдең диссертацияһының һәр бүлеген ҡулдан яҙылған көйөнсә уҡып, төҙәтеп барҙы профессор ағайыбыҙ. Ундай ғилми етәкселәр һирәк була. (Рафаэль Аҙнағолов 1972 йылда «Ырымбур башҡорттарының тел үҙенсәлектәре» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһын яҡланы. Артабан ул педагогия фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы булып китте. Милли матбуғатыбыҙҙы, бигерәк тә «Башҡортостан» гәзитен уҡып, күҙәтеп барыусыларға ул әҙәби тәнҡитсе булараҡ та, республикабыҙҙа төньяҡ-көнбайыш диалект шарттарында башҡорт балаларына үҙ туған телдәре – башҡорт милли әҙәби телен уҡытыу мәсьәләһенә арналған төплө, ғилми нигеҙле мәҡәләләре менән дә яҡшы таныш ине.)
1970 йылдың ноябрь айында булһа кәрәк, Тел белеме институтында профессор Ә. Ә. Юлдашевҡа 50 йәш тулыу айҡанлы юбилей саралары үткәрелде. Унда Өфөнән Талмас Ғарипов, Марат Зәйнуллин, Зиннур Ураҡсин ҡатнашты, юбилярҙы Башҡортостан ғалимдары исеменән ҡотлап, иңенә башҡорт еләне һалдылар, республикабыҙҙың юғары наградаһы – Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре тигән исем бирелеүе айҡанлы ҡотлау һүҙҙәре әйттеләр. Иртәгеһен Әхнәф Әхмәт улы үҙҙәренең фатирында сәй мәжлесе үткәрҙе. Ҡатыны Эльза ханым һәм әле саҡ тәпәй баҫҡан ҡыҙҙары менән Дмитрий Ульянов урамындағы беҙҙең ятаҡҡа ҡаршы ғына йортта йәшәне. Мин дә шул сараларҙың уртаһында булдым. Талантлы яҡташыбыҙға хөрмәтемде белдереп, «Совет Башҡортостаны»нда уның тураһында «Артылыштар» тигән очерк баҫтырҙым (18.11.1970). Һуңынан да матбуғат биттәрендә, ғилми йыйынтыҡтарҙа уға арналған мәҡәләләрем донъя күрҙе.