Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Роберт Миңнуллин

Шағирҙың йыр йылыһы

Ҡәләмдәшем Ҡәҙим Аралбайҙың оло юбилейы мөнәсәбәтенән, үҙемдә булған бөтә китаптарын да яңынан тағы бер тапҡыр байҡап сыҡтым. Ә уның китаптары миндә бик күп. Эре, матур каллиграфик хәрефтәр менән изге теләкле автографтар яҙылған ул китаптарҙы мин дуҫымдың ҡәҙерле бүләктәре итеп һаҡлайым. Улар һаман арта ғына, өҫтө-өҫтөнә өҫтәлә бара. Бына әле ошо араларҙа ғына Өфөнән уның тағы бер яңы китабы килеп төштө. “Йыр йылыһы” тип атала. Бик матур, бик йылы исем, шулай бит?! Миңә атап яҙған һүҙҙәренән дә шиғырҙарының йыр йылыһы, шағир­ҙың йән йылыһы бөркөлөп тора: “Хөр­мәтле Роберт дуҫ! Һинең менән ғүмеребеҙҙең байтаҡ йылдарын бергә үттек, йырҙарыбыҙ бергә лә, айырым-айырым да халҡыбыҙ йөрәгенә барып етә, ҡабул ителә торҙо. Алда ла бағыш­лайһы йырҙарыбыҙҙың шулай бергә-бергә яңғырауын, күңелдәргә йылы биреүен теләйем. Ҡәләмдәшең Ҡәҙим Аралбай. 2.09.2016. Өфө”. Был һүҙҙәрҙе уҡып сығыу менән эсемдән генә әлеге изге теләктәрҙе ҡеүәтләнем: “Амин! Шулай булһын!”
Иң элек шуныһы ғәжәпләндерҙе: “Йыр йылыһы”на тотош яңы әҫәрҙәр генә туп­лап бирелгән икән. Беҙҙә бит, ғәҙәттә, юбилей баҫмалары элекке әҫәрҙәрҙән генә ғибәрәт була. Ә бында – фәҡәт һуңғы йылдарҙа яҙылған шиғырҙар, поэмалар, робағиҙар, тәржемә әҫәрҙәр... Тимәк, шағир яҙа, ижад итә, тимәк, шағир әле ҡартайырға уйламай, күкрәгендәге шиғыр уты әле лә дөрләй. Тимәк, шиғриәт һалдаты әле лә сафта, “передовой”ҙа. Мин инде шартлы рәүештә Ҡәҙимде “шиғриәт һалдаты” ғына тим, сөнки был осраҡта дәрәжәләр, ”звание”лар бирергә минең бер ниндәй ҙә вәкәләт­тәрем юҡ. Уның дәрәжәләре былай ҙа етерлек: халыҡтыҡы ла, хакимиәт биргәндәре лә. Шунан уйлап та ҡуйҙым: бына был Ҡәҙим Аралбай инде! Мәңге йәш, мәңге тынысһыҙ, эшлекле һәм эшсән Аралбай! ”Афарин!” тимәй ни тиерһең...
Беҙҙең дуҫлығыбыҙ күптәнән килә. Әле лә хәтерләйем, 1989 йылда Татарстанда Башҡортостандың әҙәбиәт һәм сәнғәт көндәре уҙғарылды. Ул ғәжәп бер дуҫлыҡ һәм туғанлыҡ тантанаһына әүерелде. Уны башҡа ҡабатлап та булмайҙыр, күрәһең. Камал театры ҡаршыһындағы ҙур майҙанда шиғриәт байрамы уҙҙы. Уны алып барыуҙы нишләптер икебеҙгә – башҡорттар яғынан Ҡәҙимгә, татарҙар яғынан миңә – тапшырҙылар. Ул юғары дәрәжәлә уҙған шиғыр байрамының фотоһүрәттәре әле лә һаҡлана. Беренсе рәттә – Башҡортостан Юғары Советы Президиумы Рәйесе Фәйзулла ағай Солтанов, Татарстан Юғары Советы Президиумы Рәйесе Шамил ағай Мостаев, КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты сәркәтибе Әхнәф Дилмөхәмәтов. Улар менән бер рәттән беҙ ҙә йәнәшә баҫып торабыҙ, әлбиттә! Ул йәнәшәлек, шөкөр, бөгөнгә ҡәҙәр дауам итә.
Беҙ бит өлкәндәр ышығында үҫкән, уларҙың йылы ҡарашы арҡаһында шағир булып өлгөргән быуын. Мин әҙәбиәткә аяҡ баҫҡанда башҡорт шиғриәтен Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Әнғәм Атнабай, Марат Кәримов, Рәми Ғарипов, Рафаэль Сафин, Муса Ғәли кеүек олпат әҙиптәребеҙ тотоп тора ине. Беҙ уларҙы уҡып үҫтек, уларҙан өйрәндек, уларға оҡшарға тырыштыҡ. Күпмелер ваҡыттан һуң, улар янына бер саф булып Рауил Бикбаев, Тимер Йосопов, Ирек Кинйә­булатов, Хәсән Назар, Сафуан Әлибаев һәм Ҡәҙим Аралбаев килеп баҫты. Улар ҙа минән күпкә өлкәнерәктәр, етди­ерәктәр, талантлыраҡтар ине. Ләкин ни өсөндөр шулай килеп сыҡты, миңә әлеге шағирҙарҙың күбеһе менән (Хоҙайҙың рәхмәте киң бит ул!) яҡындан таны­шырға, аралашырға, дуҫлашырға тура килде. Уларҙың күбеһе тураһында минең яҙып та сыҡҡаным булды, шиғырҙар ҙа бағышланды, иҫтәлектәр ҙә яҙылды. Ни ҡыҙғаныс, ул өлкән ағайҙарымдың күбеһе был фани донъянан китеп тә барҙылар инде. Урындары йәннәттәлер тип ышанам... Шөкөр, Рауил Бикбай иҫән-һау, Хә­сән Назар иҫән-һау! Шөкөр, Ҡәҙим Аралбай үҙенең 75 йәшен байрам итә. Байрам итерлеге лә бар!
Бына әле Ҡәҙим менән ҡайҙарҙа осрашҡаныбыҙҙы, ҡайҙарҙа күреш­кәне­беҙҙе иҫкә төшөрөп ултырам. Әлбиттә, шағирҙарыбыҙҙы иң элек Туҡай осраштыра. Ҡәҙимдең бынан утыҙ йыл элек Мостай Кәрим, Рафаэль Сафин менән бергә Ғабдулла Туҡайҙың 100 йыллығы тантаналарына килгәнен яҡшы хәтер­ләйем. Араларында Фәриҙә Ҡуда­шева ла бар ине. Ҡырлайҙа Туҡайға бағышланған шиғырҙарын уҡыусы шағирҙар күп булды. Ҡәҙимдеке айырыуса иҫтә ҡалған. Ниндәйҙер бер дәрт ме­нән, яндырып уҡыған ине. ”Ошо бәләкәй кәүҙәнән дә шундай көслө тауыш нисек сыға икән?” – тип аптырағаным хәтерҙә. Унан һуң да ул Ҡаҙанға бик күп тапҡыр­ҙар килде. Туҡай байрамына, юбилей­ҙарға, осра­шыу­ҙарға... ”Китап” нәшриәтенең етәк­сеһе булып эшләгән сағында беҙҙең нәшриәткә лә йомоштары йыш төшә ине...
Ҡәҙимдең тормош юлын тағы бер тапҡыр барлап сыҡтым. Ул кисергәндәрҙе күңелем аша уҙҙырырға тырыштым. Беҙҙең биографияларҙағы ҡайһы бер оҡшашлыҡтарҙы ла таптым. Алты бала менән яңғыҙ ҡалған әсәһен күҙ алдына килтерҙем. Йә Хоҙай, ниндәй йәтим­лектәр, ниндәй һынауҙар, ниндәй ауыр­лыҡтар күргән бит Ҡәҙимдең башҡай­ҙары. Ярай әле тырыш, уңған, аҡыллы әсәһе булған. Үҫкәндәр бит, аяҡҡа баҫҡандар, кеше булғандар. Ниндәй болғауыр йылдарҙа бит: һуғыш осоро, аслыҡ-яланғаслыҡ, тотош ҡараңғылыҡ... Ә кү­ңел­дәре тулы яҡтылыҡ булған, киләсәккә яҡты өмөттәр дөрләп торған. Әсәһе балҡып торған яҡты йөҙлө, балаларының күңеленә нур индергән илаһи зат булғандыр, күрәһең. Ҡәҙиме башҡорт халҡының йөҙөк ҡашы булырлыҡ арҙаҡ­лы шәхесенә, талантлы шағирына әүе­релгән. Эсемдән генә ул апайға рәхмәттәр уҡыйым, уның түҙемлегенә, батыр­лы­ғына һоҡланып бөтә алмайым. Үҙемдең әсәйемде иҫкә алам...
Ҡәҙим минең тыуған ауылымда ла бер нисә тапҡыр булғаны бар. Уның да минең әсәйем менән күрешкәне, яҡындан һөйләшеп торғаны булды. Сөн буйында, бөтә ҡунаҡтарым алдында, бейек, текә яр башына баҫып ”Ҡаһым түрә”не йәнде тетрәтерлек итеп йырлағанын ғүмергә лә онотаһым юҡ. Шәммәткә ҡайтып шул урынға барып баҫыуға һәр ваҡыт уның йырлағаны ишетелеп тора кеүек. Һуңғы тапҡыр ҡайтыуында ул бөтә ҡунаҡтар менән бергәләп беҙҙең тыуған ниге­ҙебеҙҙә шиғырҙар уҡыны. Нигеҙебеҙҙә, тим. Сөнки йортобоҙ күптән юҡ инде. Уның урынына, тыуып үҫкән нигеҙебеҙгә, иҫтәлек итеп матур бер беседка эшләтеп ҡуйғайныҡ. Ул унда ниндәй хистәр кисерҙе икән? Моғайын, һағышлы ла, моңһоу ҙа хистәр булғандыр ул. Ни өсөн шулайҙыр тип уйлайым? Ҡәҙимдең миңә ебәргән һуңғы китабына инеш һүҙҙе бик матур итеп, ентекле һәм моңһоу итеп Мөнир Ҡунафин яҙған. Шунда ул Ҡәҙимдең тыуған ауылы Таңатар тура­һында, уның бөтөүе тураһында, Айытбай атлы бөтөнләй башҡа төбәк­тәрҙә тыуып үҫкән ағайҙың буш ауылға балалары менән ҡайтып урынлашыуы тураһында, уның Ҡәҙим тыуған нигеҙгә иҫтәлек билгеһе ҡуйыуын, әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында, уны яңынан алып ташлауы тураһында яҙа. Ә бит ниндәй фажиғә, шағирҙың үҙ фажиғәһе генә түгел, тыуған ер фажиғәһе, милләт фажиғәһе. Башҡа­лар аңлап бөтөрә микән бындай юғал­тыуҙарҙы? Моғайын, үҙҙәре юғалтҡандар ғына аңлай алалыр уны. Ауылдарын, нигеҙҙәрен юғалтҡандар... Ҡәҙим аңлай уны, мин аңлайым. Беҙҙең кеүектәр йөҙләгән, меңләгән... Оҫта, ихлас итеп тасуирлаған ул күренештәр тураһында моңһоуланмай уҡыу мөмкин түгел. Һуң уйлап ҡына ҡарағыҙ: шағирҙың атаһын һуғыш тартып алған, яҙмыш нигеҙһеҙ ҡалдырған, тыуған ауылы тарҡалған... Сиратта туған телме, йыр-моңдармы, ғөрөф-ғәҙәттәрме, ниһайәт, милләтме?.. Ҡәҙим йән әсеһе менән шулар хаҡында ла уйланғандыр минең тыуған йортһоҙ ҡалған тыуған нигеҙемдә.
Ҡәҙим беҙҙең Рәдиф Ғаташтың йәштәше. 41-се йылғылар. Уртаҡ яҙ­мыш­­­лы шағирҙар. Халыҡ шағирҙары. Атай­һыҙ үҫкән егеттәр. Ғаташтың 70 йәшенә бағышланған тантаналы сара­ларға Ҡәҙим дә килгәйне. Беҙ һаман да бер урамлы ғына бәләкәй Марста булдыҡ. Ғаташтың әсәһе лә күптән инде гүр эйәһе Ул үҫкән бәләкәй йорт та уларҙыҡы түгел хәҙер. Унда бер кем дә йәшәмәй. Шулай ҙа ауылдаштары ша­ғирға оло бүләк яһа­ғандар. Беҙ ҡайтыуға өйҙө асып, йыуып-таҙартып, ашарға әҙерләп, табын ҡор­ғандар. Табын янында Ҡәҙим йәш­тәше менән бергә йәнәшә ултырҙы. Ғаташтың күңеле тулы, күҙҙәре тулы моң ине. Ҡәҙимдеке лә. Һуғыш осоро балалары, йәтимлектең бөтә әсеһен татып үҫкән был егеттәр ниҙәр уйланы, ниндәй хистәр кисереп ултырҙы икән ул минут­тарҙа? Икеһендә лә бер үк уйҙар, бер үк хис­тәр, бер үк һағыштар ҡай­нағандыр, моғайын.
Эйе, беҙҙе һәр саҡ шағирҙар берләш­тереп, осраштырып, күрештереп тора. Ысынлап та, шулай. Бик йәшләй арабыҙҙан китеп барған Ринат Хәйриҙең тыуған ауылында ла булғаныбыҙ бар Ҡәҙим менән. Арабыҙҙа өлкән дуҫыбыҙ Әнғәм Атнабай менән дуҫыбыҙ Сабир Шәрипов та бар ине. Ринаттың вафатына бер йыл тулғас, уны иҫкә алырға йы­йылғайныҡ. Иҫтә, барыһы ла иҫтә: ниҙәр кисергәнебеҙ ҙә, ниҙәр һөйләш­кәнебеҙ ҙә...
Беҙҙе берләштергән тағы бер шағир бар. Ул, билдәле, бөйөгөбөҙ Назар ағай Нәжми. Әле лә хәтеремдә, беҙ Назар ағайҙың Миңештеләге ижад йортон рәсми рәүештә асыу тантанаһына барған инек. Өфөнән премьер-министр Рафаэль Бай­дәү­ләтов етәкселегендә ҙур делегация: Өфө хакимиәте башлығы Фидүс Ямалетдинов, Рауил Бикбаев, Рәшит Солтан­гәрәев, Ҡәҙим Аралбай... Ниндәйҙер бер эске рух күтә­ренкелеге, шағирыбыҙ өсөн ғорурланыу һәм һөйө­нөү хистәре биләп алған ине беҙҙе. Ҙур етәкселәр таралыш­ҡандан һуң Назар ағайҙың яратҡан тауына – Ҡандаулыға күтәрелдек. Йәйелеп киткән Ағиҙел киңлектәре шағирҙың, ғөмүмән, шиғриәттең бөйөклөгөн тағы ла күтәреп ебәрҙе. Беҙ Ҡәҙим менән Назар ағайҙың шиғриәте, уның яҙмышы тураһында һөйләшеп йөрөнөк, ситтән генә Назар ағайҙың үҙен күҙәттек. Моңһоу ине ул, ниңәлер тулҡынлана, ҡаушай ине.
Аҙаҡ та, шағирҙың вафатынан һуң да, беҙгә Дүртөйлөлә күп тапҡырҙар булырға тура килде. Улары инде Назар ағайһыҙ ғына. Сираттағы юбилейҙарын уҙҙы­рырға, ҡәберенә барҙыҡ. Бер йылды ”Назар Нәжми. Милли йәнем” исемле китап әҙерләп сығарған инем. Шуның исем туйына йыйылдыҡ. Әлеге китап өсөн иң шатланған кешеләрҙең береһе Ҡәҙим ине. Осрашыу ваҡытында китап хаҡында ла, Назар ағай тураһында ла, минең турала ла бик матур һүҙҙәр әйткәне иҫемдә. Назар Нәжми исемендәге премияға ла ошо китапты Ирек Кинйәбулатов менән Ҡәҙим икеһе тәҡдим иттеләр. Шуныһы ҡыҙыҡ, бер нисә йылдан улар икеһе бергә Назар Нәжми тураһында иҫ киткес затлы, зауыҡлы альбом-китап баҫтырып сығар­ҙылар. Ошо хеҙмәттәре өсөн улар икеһе лә бөйөк шағир исемендәге премияға лайыҡ булдылар.
Ҡәҙим Аралбай бөгөнгө көндә башҡорт шиғриәтенең алтын бағаналарының береһе. Ул әҙәбиәттә күп эшләне, талантлы әҫәрҙәр яҙҙы, затлы-затлы китаптар сығарҙы... Ул үҙенең көсөн шиғриәттең төрлө жанрҙарында һынап ҡараны һәм шаҡтай ҙур уңыштарға иреште. Поэмалар, шиғырҙар, ҡобайырҙар, робағиҙар... Робағиҙар тигәндән, Ҡаҙанға бер киле­үендә Ғаташ менән өсәүләп ҡунаҡ­ханала ҡунаҡ булып ултырҙыҡ. Шиғырҙар уҡыш­тыҡ. Баҡһаң, һуңғы ваҡыттарҙа ул робағиҙар менән мауығып алған икән. Ғаташтың робағиҙар, ғәзәлдәр оҫтаһы икәнен яҡшы белгәнгә, ул Ғаташты робағиҙар уҡырға ҡыҫтай башланы. Киттеләр былар бер-береһен уҙҙыра-уҙҙыра робағиҙар уҡырға. Береһенекенән- береһенеке яҡшыраҡ робағиҙар, бере­һенән-береһе яҡшыраҡ итеп уҡый. Шағирҙар ярышы! Мин инде, ғүмеремдә лә робағиҙар яҙып ҡарамаған шағир булараҡ, уларҙы тыңлап, уларға ҡыҙығып ҡына ултырырға мәжбүр булдым.
Ҡәҙим ижадындағы эпик киңлек, тарихи тәрәнлек ҡайҙан киләлер, белмәйем. Ә бына миллилек уның ҡанында, йәнендә булһа кәрәк. Ә бит уның ижтимағи эшмәкәрлеге, йәшәү рәүеше, фәлсәфәүи фекерҙәре, үткәндәргә һәм бөгөнгә мөнәсәбәте, йәмғиәттәге үҙгәрештәргә булған ҡараштары ижадынан һис кенә лә айырылмай. Тормошонда нисек – ижадында ла шундай ул. Дөрөҫ, ҡылған ғәмәл­дәрендә аҙмы-күпме рәсмилек тә, ҡырыҫлыҡ та һиҙелеп ҡуя... Шунһыҙ була ла алмай. Сөнки ул шаҡтай ҡатмарлы, сетерекле, һикәлтәле тормош уҙған шәхес. Беренсенән, ул ғүмере буйы тиерлек етәксе урындарҙа: йәмәғәт ойошмаларында, милли ойошмаларҙа, ижади ойошмаларҙа эшләне. Уның йоғонтоһо кешенең холҡонда бер нисек тә сағыл­майса ҡалмай. Шуныһын да онотмаҫҡа кәрәк, ул бит партия мәктәбен үткән шағир. Партия идеологияһының сәскә атҡан бер ваҡытында. Әгәр ҙә уны кемдер тәнҡитләй икән, күп осраҡта нәҡ бына шуның өсөн тәнҡитләй. Беҙ бит күреп, белеп торабыҙ. Ләкин ни генә булмаһын, партия өлкә комитетында шағирҙарҙың эшләүе, эшләй алыуы күп осраҡта ижад кешеләре файҙаһына булғандыр тип уйлайым. Һәм, иң мөһиме, Ҡәҙимдең партия өлкә комитетында алған тәжри­бәһенең һуңынан, йәмғиәттә үҙгәрештәр баш­ланғас, милли үҙаң хәрәкәткә килгәс, ”Аҡ тирмә”, Башҡорт Ҡоролтайы төҙөл­гән йылдарҙа, бик тә кәрәге сыҡты. Шуға күрә лә һуңғы бер нисә тиҫтә йылда Ҡәҙим Аралбай һәр ваҡыт уяу, һәр ваҡыт аяғ­өҫтө, һәр ваҡыт юлда. Уның еңдәре һыҙғанылған, юлға сығаһы сумкаһы тултырылған, халыҡ алдында уҡыйһы шиғырҙары – кеҫәһендә, үткер ҡәләме – ҡу­лында. Китаптары – кәштәләрҙә, уҡыусы ҡулында. Шиғырҙары – уҡыусы күңелендә. Уның йыр йылыһы уҡыусы күңелен һәр саҡ йылытып тора. Сөнки шағирҙар ғына әйтә ала торған шифалы, изге, танһыҡ һүҙҙәр була. Уҡыусы­ларыбыҙ ер йылыһына, йән йылыһына мохтаж булған кеүек, шағирҙың йыр йылы­һына ла мохтаж!
Шөкөр, мәңге лә үҫмер малай ҡиәфәтле Ҡәҙим ағай аҡ һаҡаллы бабай йәшенә лә етте. Эстән генә: “Собханалла!” – тип ҡабатлайым. Ул әле лә малайҙарса етеҙ, теремек, ағайҙар шикелле һәр саҡ эштә, ижадта, бабайҙар кеүек тапҡыр, аҡыллы, баҫалҡы. Ул бөгөн дә ҡайнар тормо­шобоҙҙоң уртаһында ҡайнай. Ул шулай өйрәнгән, дөрөҫөрәге, тормош уны шулай өйрәткән, ул башҡаса йәшәй алмай. Шуға ла халыҡ шағиры бит ул, шуға ла Ҡәҙим Аралбай бит ул!

Роберт Миңнуллин,
Татарстандың халыҡ шағиры.
Ҡаҙан.