Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Рәми Ғариповтың тыуыуына – 85 йыл

БАҒЫШЛАУҘАР

Рауил Бикбаев

Рәми Ғариповҡа
Был донъяның иркә улы булып
Йәшәүҙәр юҡ беҙгә кинәнеп.
Һиндә – Салауаттың яралары,
Миндә – һыҙланыуы Кинйәнең.

Ҡайҙа барһам, әсе моңдай сыңлап,
Йөрәгемдә бергә килерҙәр:

Шәһиттәрҙең ҡаны аҡҡан боҙҙар,
Зөбәйҙәрҙән ҡалған күмерҙәр.

Көнөн-төнөн көйрәп, күңелдәрҙә

Атайҙарҙан ҡалған уй ята.
Донда ҡорбан булған Дим улдары
Ыңғырашып таңда уята.

Ете-ятҡа төшкән йот-ҡайғыға
Күҙебеҙҙән сыға йәш бәреп.
Ҡатын ҡосағында йәшәмәнек,
Халыҡ ҡосағында йәшәнек.

Һалайыҡсы иңгә донъя йөгөн,
Көтмәйенсә көсләп еккәнде.
Бәхет беҙҙең менән, халыҡ тыны
Ҡағып торһа ғына елкәнде.

Тимер Йосопов

РӘМИ ҒАРИПОВТЫҢ ҺӨЙЛӘГӘНЕ
– Атайымды яуға оҙатабыҙ:
– “Имен йөрөп, сабыр ҡайтығыҙ!”
Этебеҙ ҙә беҙҙән ҡалмай килә,
Юртып бара шағыр атыбыҙ.
Ялан ҡаплап ирҙәр яуға китә,
Донъя тулған ҡарға шауына.
Суйын юлы ята, суйын юлы, –
Килеп еттең Карпашауыңа.
Перрон тулған аһтан, ҡайғыларҙан,
Әйтелмәгән анттан, хәстәрҙән,
Даръя булыр ине, оло даръя –
Ил күҙенән аҡҡан йәштәрҙән.
Әсәй өнһөҙ,
Мин дә иламайым,
Хужаһына эте уҡтала:
Эт күҙенән эре йәштәр тама,
Эт күҙенән эҫе ут тама.
– Һау булығыҙ!
Илдән ҡуҙғалдылар,
Шыңшып, илап торғас аҙ ғына,
Вагон эргәһенән сабып барып,
Эт ташланды поезд аҫтына...
Юғалтыуҙар күрҙем, Рәми ағай,
Юям инде ҡай саҡ түҙемде.
Вагон эргәһенән сабып барған
Шул эт һымаҡ тоям үҙемде.

Рәмил ЙӘНБӘК

РӘМИГӘ ХАТ
Һандуғастар һайрап үлә,
Йөрәктәре ярылып.
Халыҡ йырынан.
«Рәми» йәки «Рәмил», тиһәм һиңә,
Аптырама, данлы аҙашым.
Быйыл миңә һинең йәшең тула:
Ҡырҡ биш йәштә һүнде ҡарашың.
Ҡырҡ биш йәштә һине оҙатҡайныҡ
Мәңге ҡайтмай торған тарафҡа.
Ҡырҡ бишеңдә булдың һин
аҡһаҡал –
«Ҡартлас» итеп Алла яратҡан.
Аҡыллы ла, сабыр һәм көслө лә –
Имән төҫлө инең баһадир!
Шул кешене беҙҙән алып китте –
Хоҙайыңа үҙең баһа бир.
Хәйер, ниндәй шағир үҙе теләп
Кергәне бар ҡара гүрҙәргә?!
Киткәнеңә артыҡ үкенмә һин –
Бер нәмә юҡ беҙҙә үҙгәргән.
Шул уҡ ғәйбәт менән хөсөт тулы,
Дарыу тиеп ағыу бирәләр.
Выждан, сафлыҡ – сүплек эргәһендә,
Үс һәм мәкер күкрәк кирәләр.
Тар маңлай һәм текә елкәлеләр
Әүәлгесә хаким донъяла.
Ижад илен сүп-сар ҡаплап китте,
Талант унда саҡ-саҡ тын ала.
…Ҡорҙаш, тиеп һиңә өндәшһәм дә,
Малай төҫлө тоям үҙемде.
Арабыҙҙа булһаң, ҡалмаҫ инең
Әйтмәйенсә олпат һүҙеңде.
Ҡыуып еттем һине: мин дә хәҙер
Ҡырҡ биш йәштә, Рәмил аҙашым.
Заманында һин – аҡһаҡал булдың,
Ә мин заманында – аҙаштым.
Хуш бул, шағир! Һиңә көнөбөҙҙән
Бер кәлимә сәләм еткерҙем.
Йәшкә һинән өлкән булырмынмы? –
Юрап булмай ҡасан китерҙе…
Һиңә ерҙән сәләм еткерҙем.
Белеп булмай ҡасан китерҙе…