Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Мөҙәрис БАГАЕВ

“Йәшнәп йәшәр сағым да бит...”

– Мөҙәрис, белеүебеҙсә, тәүге хикәйәләреңде һин Башҡортостан дәүләт аграр университетында уҡып йөрөгәндә яҙғанһың. Әллә уға тиклем дә ижад менән шөғөлләндеңме?
– Әҙәбиәткә алып килгән һуҡмаҡтың башы ҡайҙа икәнен аныҡ ҡына әйтә алмамдыр, моғайын. Үҙемде белә-белгәндән китап уҡырға яраттым. Беҙ, бер нисә ғаилә, бер өйҙә – олатай менән өләсәй йортонда – йәшәнек. Янымда апай-ағайҙар байтаҡ ине, шулар ыңғайына хәреф таныным, уҡырға өйрәндем. Биш йәшем тулғас та I класҡа барҙым. Яҡшы ғына уҡыһам да, тәүге сирек тамамланыу менән, яңы закон буйынса балаларҙы ете йәше тулмайынса мәктәпкә алырға ярамай тип, мине ҡыуып ҡайтарҙылар. Шулай ҙа ике йылымды бушҡа үткәрмәнем – ауыл китапханаһына йөрөп, ундағы барлыҡ балалар китаптарын уҡып сыҡтым. Олатайым Шәйәхмәт мулланың ғәрәп, фарсы телдәрендә яҙылған китаптары байтаҡ ине, ул да шуларҙан тәржемә итеп беҙҙе хикәйәттәр, әкиәттәр менән таныштыра торғайны. Ошондай әйберҙәрҙе мин дә яҙасаҡмын, тип үҙемә үҙем һүҙ биреп ҡуйғайным. Китапҡа булған һөйөү әҙәбиәткә илткән һуҡмаҡтың башында торғандыр, бәлки.
Йәнә Аллаһ Тәғәлә һәр кемгә ниндәй ҙә булһа һәләт бирә бит. Уны тулыһынса асыу, үҫтереү, нығытыу, эшкә егеү иһә кешенең үҙенән тора. Миңә Хоҙай яҙыусылыҡ ҡөҙрәте биргәндер, моғайын, тип тә ҡуям.
Әҙәм балаһының һәләте ныҡлап асылыуға ниндәйҙер тетрәндергес хәл-ваҡиға, бәлә-ҡазаға тарыу ҙа этәргес була икән, тип ишеткәнем, уҡығаным бар. Мәҫәлән, Ванганың күрәҙәселек һәләте өйөрмәгә эләккәндән һуң асылған. Мин дә дүрт йәшемдә бәләгә тарыным – һыуға баттым. Ул саҡта Ашҡаҙар йылғаһы аша һалынған баҫма яны бөтә ауыл бала-сағаһының һыу инеү урыны ине. Мин дә һыуға төшкәнмен дә, йөҙә белмәгәс, төпкә киткәнмен дә барғанмын. Бер заман... ун метр самаһы һауаға күтәрелдем дә, һабантурғай һымаҡ талпынып тороп, юғарынан башҡаларҙың һыу ингәнен күҙәтәм. Тәнем еп-еңел, бер ниндәй ауырлыҡ та, ҡыйынлыҡ та тоймайым, бары рәхәтлек кенә кисерәм. Шунан ҡапыл нисектер ҡыйын булып китте. Күҙемде асһам, яр ситендә ятам, эргәмдә бала-саға ҡайнаша. Әйтеүҙәренсә, Арыҫланғәли исемле малайҙың аяғы һыу аҫтында тәнемә тейеп ҡалған да, ул сумып, табып, мине ярға һөйрәп сығарған. Бәлки, ана шул саҡта миңә ниндәйҙер ҡөҙрәт бирелгәндер...
– “Ағиҙел” журналында шиғырҙар баҫтырып та шаҡ ҡатырҙың бит әле. Уҡыусылар һине прозаик һәм драматург булараҡ ҡына белә ине түгелме?
– Әҙәбиәттә иң яратҡан жанрым – сатира һәм юмор. Тимер Арыҫлан, Сулпан Иманғолов һәм башҡаларҙың яҙмаларын бик яратып уҡый торғайным. Үҙемдең дә тәү башлап яҙған әйберҙәрем – юмористик хикәйәләр. Араларында көлкөлө шиғырҙар ҙа булды. Уларҙың бер нисәһе “Һәнәк” журналында баҫылғыланы, радиолағы “Шаян тулҡындар” тапшырыуында ла уҡылды. Ҡыҙғаныс, йәш саҡта яҙған әйберҙәремдең береһе лә һаҡланып ҡалмаған. Быныһы инде – шиғырҙарҙы электән үк яҙҙым тип әйтеүем. Күберәк юмористик шиғырҙарға өҫтөнлөк бирәм һәм шулар менән Бәләбәй ҡалаһында уҙғарылып килгән төбәк-ара “Илһам шишмәләре” шиғриәт фестивалендә ҡатнашып, лауреат та булғайным. Әммә, дөрөҫөн әйтергә кәрәк, мин шиғыр уҡырға ла, яҙырға ла яратмайым. Үҙенән-үҙе башҡа килгәс, дәфтәргә күсереп ҡуйғылайым ҡайһы саҡ, ләкин китап итеп тупларға, гәзит-журналдарға тәҡдим итергә ашығып бармайым. “Ағиҙел”гә лә шағир Әхмәр Үтәбай һорағанға ғына ебәрҙем.
Һеҙҙекенә оҡшаш һорауҙы, йәғни “Пьесаларыңдағы йырҙарҙы кем яҙа ул?” тигәнде бер билдәле журналист та бирҙе миңә. Күрәһең, ул да шиғыр яҙа алыуымда шикләнгәндер. Һәр спектаклде йырҙар биҙәй һәм шуға ла уларҙы яҙырға мәжбүрһең. Бигерәк тә музыкаль комедиялар өсөн тиҫтәләгән йыр ижад итергә тура килә. Иҫәпләүем буйынса спектаклдәр өсөн генә лә яҡынса һикһәнләп йыр яҙғанмын.
– Ҡарап тороуға үҙең етди генә кеше кеүекһең. Әңгәмә ваҡытында йор һүҙле, шаян булыуыңдың бер ҙә иғтибарға алынғаны юҡ. Ә үҙең юмор һәм сатира жанрында шундай үҙенсәлекле шиғырҙар яҙғанһың. Театрҙарҙа барған спектаклдәрең дә күбеһенсә комедия. Ҡайҙан килә ул һиндә бындай халыҡсан юмор?
– Бәләкәй саҡтан уҡ тормошом еңелдән булманы. Мин атайһыҙ үҫтем, һәм был үҙе үк күп нәмә хаҡында һөйләй. Дүртенсе класты тамамлау менән колхоз эшенә егелдем. Айҙар буйы, ҡыуыш ҡороп ятып, колхоз малдарына бесән әҙерләнек. Иң үҙәккә үткәне шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү булды. Йәй башынан ҡара көҙгә тиклем ыҙаландыҡ. Сөгөлдөр һүҙен ишетһәм, әле лә сәстәрем үрә тора. Шул мәлдә, аҙыраҡ булһа ла күңелдәрен күтәрәйем тип, янымдағыларға ҡыҙыҡ-мәҙәк һөйләй торғайным. Күберәген уйлап сығарам, әлбиттә. Башҡаларҙы көлдөрә алһам, үҙемә лә рәхәт. Бына шунда көлкө, юмор аша ауырлыҡтарҙы еңеләйтергә, тормошто йәнләндерергә, йәмләндерергә була икәнен аңланым. “Бик ауыр саҡтарҙа ла нисек көлә, йылмая алаһың?” – тип һораусылар ҙа бар. Тыштан көлһәм дә, эстән һыҙланғанымды бер кем дә белмәне.
Ҡайһы берәүҙәр: “Комедия яҙыу ифрат ауыр”, – тиһә лә, мин уны нисектер еңел, рәхәтләнеп, көлә-көлә ижад итәм, һәм кәйефем дә ныҡ күтәрелә. Шул комедияларҙы ҡараған тамашасыларҙың ихлас көлөп ултырыуы ҙур ҡыуаныс килтерә. Башҡаларҙы көлдөрә, йылмайта алыуымды үҙемсә бәхет тип һанайым.
– Пьесаларың бөгөн республикабыҙҙың күп театрҙарында бара. Байтаҡ яҙыусылар, сәхнә әҫәрҙәре ижад итһәләр ҙә, уларҙы тамашасыларға еткерә алмай. Ә һинең тәүге пьесаң сәхнәгә нисек юл ярҙы?
– Спектакль ҡарарға бик яратһам да, пьеса яҙыу хаҡында уйлап та ҡарағаным юҡ ине. Көн һайын бер нисә мәҡәлә талап иткән район-ҡала гәзите редакцияһында эшләгәс, ҙур ижад менән шөғөлләнергә форсат теймәне. Ҡыҫҡа ғына хикәйәләр, юморескалар яҙып өлгөрһәң – бик хуш. Шул саҡта миңә бер билдәле драматург “ярҙамға килде”. Туймазы театры Ишембайға уның комедияһын алып килгәйне. Артистар бик тә тырышып, матур итеп уйнай, әммә күрһәткән тамашаларының бер ниндәй мәғәнәһе лә, ылыҡтырғыс көсө лә юҡ. Саҡ-саҡ аҙағына тиклем ҡарап бөттөк. Ҡайтышлай башыма: “Ошондай ғына комедияны мин яҙа алмаҫмынмы?” – тигән уй килде. Берәй юмористик хикәйә яҙыу өсөн башымда йөрөткән ҡыҙыҡ ҡына сюжет бар ине. Өйгә инеү менән шуны яҙырға ултырҙым. Нисектер илһамланып китеп, тиҙ арала тамамланым да ҡуйҙым һәм уны Салауат башҡорт дәүләт драма театрына илтеп, вахтала ҡалдырып киттем. Бер нисә ай үткәс: “Һине бит Салауат театры эҙләй, иртәгә спектаклдең премьераһы була”, – тип шылтыраттылар. Комедиям билдәле режиссер Гөлдәр Ильясованың ҡулына эләккән булған икән, ә мин адресымды ла яҙырға онотҡанмын.
Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө, тиһәләр ҙә, минең “ҡоймаҡ” бик тә уңып бешкән булып сыҡты. “Байрам ашы – ҡара ҡаршы” спектаклен халыҡ әле лә бик яратып ҡарай. Республикабыҙҙың ғына түгел, күрше төбәктәрҙең тамашасыһы ла үҙ итте уны. Оҙон ғүмерле булып, ун дүртенсе йыл сәхнәнән төшмәй.
– Пьеса яҙыу – бер, ә уны сәхнәлә күрһәтеү – бөтөнләй икенсе ижад емеше. Режиссерҙарҙың әҫәрҙәреңде әйләндереп-тулғандырып бөтөүенә күңелеңдән генә булһа ла ризаһыҙлыҡ белдереп ҡуймайһыңмы? Әллә, һәр кем үҙ эшен башҡарырға тейеш, тип ҡәнәғәтлек белдерәһеңме?
– Тәүге комедиям ҡуйылғас, Гөлдәр Мозафар ҡыҙы: “Уға бер ни ҙә өҫтәмәнек, бер ерен дә төшөрөп ҡалдырманыҡ. Был – режиссерлыҡ эшмәкәрлегемдә беренсе хәл”, – тигәйне. Башҡа комедияларым да шул килеш ҡуйылды. Ә бына сәхнәләштерелгән берҙән-бер драма әҫәрем “Ике төш”кә Олег Хановтың һорауы буйынса ярайһы уҡ күп үҙгәреш индерергә тура килде. Маҡсат пьесаны яҡшы яҡҡа үҙгәртеү булһа ла, эште ҡыйынлыҡ менән, теләр-теләмәҫ кенә башҡарҙым, сөнки ижад иткән бар әйберҙәремде лә – хикәйәме ул, повесть йәки пьесамы – яҙып бөткәндән һуң хатта бер тапҡыр ҙа уҡып сыҡмайым. Ә үҙгәртеүҙе бөтөнләй енем һөймәй. Бәхетемә күрә, пьесаларым һәр саҡ талантлы режиссерҙар ҡулына эләгеп сәхнәләштерелде, һәм уларҙың эшенән бары ҡәнәғәтлек кенә кисерҙем.
– Пьесаларыңды театрҙарҙың мейестән сыҡҡан яңы икмәк кеүек көтөп алыуының сәбәбе ниҙә тип уйлайһың?
– Уларҙың ябайлығындалыр, тим. Һәр әҫәремде халыҡсан тел менән яҙырға тырышам, геройҙар ҙа – көндәлек тормошобоҙҙан алынған ғәҙәти кешеләр. Иң мөһиме – ысынбарлыҡ сағылһын. Тәү ҡарашҡа ябай ғына булып күренгән донъябыҙҙа ниндәй генә хәл-ваҡиғалар осрамай. Шуларҙы күреү, башҡаларға ла еткерә белеү – әҙиптең төп бурысылыр, маҡсатылыр ул. “Ҡартайғанда тыртайған” комедияһын алып барып биргәс, Олег Закир улы: “Уҡып сыҡтым да башта, был бигерәк ябай нәмә, тип ситкә һалдым да ҡуйҙым. Аҙаҡ, тәү ҡарашҡа шулай күренһә лә, төбөндә ҙур мәғәнә ята түгелме һуң, тип кире ҡулыма алдым”, – тип әйткәйне. Бына шул комедия тамашасы, хатта үҙем өсөн дә иң яратып ҡараған спектаклдәрҙең береһенә әүерелде. Ҡайҙа ғына күрһәтелмәне! Әле лә халыҡ ул тамашаға күпләп йөрөй.
Шуны ла билдәләп китергә кәрәк: ҙур илһам килеп, ашау-эсеүҙе, йоҡоно оноттороп, бер тынала яҙылған әҫәрҙәрем уҡымлы, үтемле, ә театр телендә әйтһәк, ҡуйымлы була, һәм мин башлыса шуларҙы тәҡдим итәм режиссерҙарға. Бәғзеләр: “Бер нисә көндә пьеса яҙып буламы ни?” – тип шик тә белдерә, әлбиттә. Үҙеңде аямай эшләһәң, була икән шул. Ә 10-15 көнгә һуҙыла башлаһа, эҙмә-эҙлеклелек юғала, ваҡиғалар буталана башлай, фекер тарҡала. Шуға ла ундайҙарын театрҙарға биреп тә тормайым. Ошондай ун бишләп пьесам ята шикелле. Ҡулъяҙма рәүешендә генә булғас, ҡайҙалыр инеп китеп юғалғандары ла бар. Йыйнаҡлыҡ, бөхтәлек тигән нәмә самалыраҡ шул миндә.
– Һәр әҙип пьеса яҙа аламы? Әллә уның өсөн ниндәйҙер айырым сифаттарға эйә булыу мотлаҡмы?
– Был һорауға аныҡ ҡына яуап бирә алмаһам да, “юҡтыр” тип кенә ҡуям. Сөнки миңә бер нисә әҙип яҙған пьесаларын уҡырға биреп, улар хаҡында фекеремде белешкәйне. “Пьеса” тип атаһалар ҙа, ҡыҙғанысҡа күрә, уларҙың береһе лә сәхнә ҡанундарына тап килмәй ине. Ҡайһы берҙәре киносценарий һымаҡ – ваҡиға барған урындар бер-бер артлы алышынып тора. Ә ҡайһыларында, проза әҫәрҙәрендәге кеүек, хәл-ваҡиғалар төрлө ваҡытта һүрәтләнә. Йәғни, үткән замандан тиҙ генә бөгөнгә килеп сығалар ҙа, яңынан кире ҡайталар. Ул пьесаларҙы сәхнәләштерәм тиһәң, минут һайын декорация алыштырып торорға кәрәк буласаҡ. Драматург булыу өсөн сәхнә ҡанундарына ныҡлы төшөнөү мотлаҡтыр, тип уйлайым.
– Беҙҙә балалар драматургияһы бөтөнләй юҡ кимәлендә. Яңы йыл иртәлектәре өсөн башҡорт театрҙары йыш ҡына урыҫ әҙиптәренең әҫәрҙәрен сәхнәләштерә. Тамашасылар булһын тип, кассаны уйлап, шундай юлға баралар, ә рухты ҡайғыртмайҙар. Шуға бик эс боша. Һинең әле “Борон-борон заманда...” тигән әкиәтең кескәй тамашасылар хөкөмөнә сығарыуҙы көтә. Артабан да ошо йүнәлештә эшләһәң ине, тигән теләк белдергебеҙ килә. Буласаҡ тамашасыларҙы бәләкәйҙән тәрбиәләргә кәрәк бит. Ҡыҙғанысҡа күрә, Ҡурсаҡ театры ла тәржемә әҫәрҙәрен ҡуя. Бәлки, әҫәр юҡ, тип көтөп ятмайынса, драматургтарға махсус заказ биреп яҙҙырырға кәрәктер. Һинең “Борон-борон заманда...” һорау буйынса ижад ителмәнеме? Үҙең тәҡдим иттеңме?
– Был мине ныҡ борсоған, бик тә урынлы, кәрәкле һорау. Үҙегеҙ үк мин әйтергә теләгәндәрҙе ишеттерә биреп ҡуйҙығыҙ.
Ысынлап та, милли театрҙарыбыҙҙың афишаларына күҙ һалһаң, уларҙа балаларға тәғәйенләнгән башҡорт спектаклдәре бөтөнләй юҡ кимәлендә, тип әйтерлек. Ни эшләп әле минең, һинең һәм башҡаларҙың балалары бөгөн туған телдәрендә яҙылған үҙебеҙҙең спектаклдәрҙе ҡарауҙан мәхрүм булырға тейеш? Ни эшләп бөгөнгө менән генә йәшәп, киләсәк хаҡында уйламайбыҙ, барыһын да аҡса менән баһалап, рухи ҡиммәттәребеҙҙе аяҡ аҫтына һалып тапайбыҙ?
Мин театрҙар етәкселәренә лә ошо һорауҙарҙы күп бирҙем, әммә ыңғай яуап ишетмәнем. “Итекле бесәй”, “Алтын асҡыс”тарҙы тамаша ҡылып үҫкән балалар киләсәктә “Ғәлиәбаныу”, “Ай тотолған төндә” һәм башҡаларҙы ҡарарға йөрөмәйәсәк бит һәм үҙҙәренең балаларын да шул “Чиполлино”ларға ғына йөрөтәсәк. Тимәк, милли театрҙарыбыҙҙың тамаша залдары буш буласаҡ һәм улар алдына бөтөнләй ябылыу ҡурҡынысы килеп баҫасаҡ.
Сибайға үҙемдең “Хикмәтле күл” спектакленең премьераһына барғас, театрға эркелеп йәштәрҙең килеүенә иғтибар иттем. “Үәт, исмаһам, ахырызаман!” комедияһын ҡуйғанда ла зал йәштәр менән тулы булды. Был – театрҙың үҙенең дә, “Сулпылар” балалар театрының да башлыса башҡорт әкиәттәренә мөрәжәғәт итеп, үҙ тамашасыларын бәләкәйҙән милли рухта тәрбиәләүе, башҡорт спектаклдәренә һөйөү уята алыуҙары һөҙөмтәһе. Башҡа театрҙар ҙа сибайҙарҙан өлгө алһын ине.
Минең балалар өсөн яҙылған сәхнә әҫәрҙәрем байтаҡ, башҡа драматургтарҙыҡы ла әҙ түгелдер, тип уйлайым. Ләкин, ҡыҙғанысҡа күрә, уларға иғтибар итеүсе генә юҡ.
– Ни өсөн һин пьесалар яҙа башланың? Был жанрҙың ҡанундарын үҙ аллы үҙләштерҙеңме, әллә драматургтар өсөн махсус ойошторолған семинарҙарҙа һабаҡ алдыңмы?
– Был һорауға алдараҡ яуап биреп киттем шикелле. Бер ниндәй семинарҙарҙа ла ҡатнашманым, оҫталыҡ дәрестәре лә алманым, махсус әҙәбиәткә лә мөрәжәғәт итмәнем. Драматургия ҡанундарын төшөнөргә күпләп спектаклдәр ҡарауым ярҙам иткәндер, тим.
– Геройҙарыңды ҡайҙан табаһың: ысын прототиптары бармы, әллә барыһын да уйлап сығараһыңмы?
– Геройҙарым һәр саҡ янымда. Үҙем күргән, белгән кешеләр улар. Мәҫәлән, “Ике төш” драмаһында төп героиня – өләсәйем. Был әҫәрем үҙебеҙҙең Батыр ауылында булып үткән хәл-ваҡиғаларға таянып яҙылды. “Ҡартайғанда тыртайған”да ла төп герой – ауылыбыҙҙың ферма мөдире. Уны ҡарағас, Учалылағы ҡоҙам: “Минең турала яҙғанһың бит”, – тип үпкәләп йөрөгәйне. “Уны яҙғанда донъяла һинең барлығыңды ла белмәй инем бит”, – тиһәм дә, ышанманы. Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкованың һорауы буйынса яҙылған моноспектаклдә иһә әсәйемдең бер туған апаһының яҙмышы бәйән ителә.
Ә инде элекке замандарҙы һүрәтләгәндәре, мәҫәлән, “Байрам ашы – ҡара ҡаршы”, “Аҡса булһа бер муҡса” кеүектәре һәм әкиәттәр уйлап сығарылған сюжеттарға ҡоролған.
– Әле ниндәй әҫәрҙәрең өҫтәлеңдә ята?
– Минең ваҡыт бит иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем физик эш менән үтә: умарталарымды ҡарайым, баҡса үҫтерәм, өй һалам. Ижадҡа ҡышҡы өс ай ғына бүленгән. Әле башта ике-өс хикәйә йөрөй, “Булған хәл”дәр өсөн дә бер нисә ваҡиға ишеттерҙеләр. Шулай уҡ гәзит-журналдар өсөн мәҡәләләр яҙырға иҫәп тотам.
– Бынан бер нисә йыл элек “Йәшлек” гәзите редакцияһы Рәшит Солтангәрәев исемендәге премияға хикәйәләр конкурсы иғлан иткәйне. Шунда һин еңеүсе булдың. Хикәйәләргә бөтөнләй үк хыянат итмәгәнһеңдер ул? Һуңғы ваҡытта был жанрҙағы әҫәрҙәрең бик күренмәй түгелме?..
– Хикәйә яҙыуҙан туҡтарға бер ҙә иҫәбем юҡ. Ул да – мин яратҡан жанр. Яҙылғандары байтаҡ ҡына һәм ҡулъяҙма килеш ята бирәләр. Уларҙы компьютерҙа йыйып, гәзит-журналдарға ебәрергә нисектер ҡул етмәй ҙә ҡуя.
– Йыш ҡына хикәйә кеүек яҙылған әйберҙәреңде “булған хәл” тип нарыҡлайһың. Улар бит хикәйә һымаҡ уҡ әҙәби оҫталыҡ менән ижад ителгән. Һүрәтләнгән хәл-ваҡиғаларҙы ысын тормошта булған итеп күрһәтеү уҡыусыға нығыраҡ тәьҫир итә, уйландыра тип шулай махсус эшләйһеңме?
– Бындай һорауҙарҙы миңә бик йыш ишетергә тура килә. Аптырағас, “Булған хәл”дәр булғанмы?” тигән мәҡәлә яҙып, “Торатау” гәзитендә баҫтыртып та сығарғайным. Булмағанды булған тип һөйләү ҙә, яҙыу ҙа килешмәгән эштер, моғайын. Шуға ла мәҡәләмдә ҡайһы бер геройҙарҙың да, ваҡиға булып үткән ауылдарҙың да ысын исемдәрен атап киттем. “Булған хәл”дәр уҡымлыраҡ, аңлайышлыраҡ та булһын өсөн уларға ниҙер өҫтәргә, ҡайһы бер урындарын үҙгәртергә лә тура килә, әлбиттә. “Йәшлек” гәзитендә “Башҡорт Робинзоны” донъя күргәс, уның героиняһын яҡшы белгән бер ағай кеше, бигүк дөрөҫ яҙылмаған тип, инәйҙең фотоһүрәтен дә ҡуйып, үҙенсәрәк тасуир итеп мәҡәлә баҫтырҙы. “Мәмерйәлә тыуған мөхәббәт” сыҡҡандан һуң дезертирҙар урлап алып киткән ҡыҙҙың ҡустыһы мине эҙләп килеп, унда һүрәтләнгәндәргә оҡшаш тағы бер нисә ваҡиға һөйләп китте. Бындай осраҡтар йыш булып торҙо, хатта, үҙен танып, ниңә мине яҙҙың, тип әрләп китеүселәр ҙә табылды.
Ғибрәтле хәл-ваҡиғаларҙы әҙәм балалары бер-береһенең ауыҙынан йыш ишетә. Әммә күптәре ишетә лә онота. Ә мин хәтерҙә тотам. Улар башымда йөрөп, хикәйә рәүешен ала һәм ҡағыҙға төшә. Яҙыласаҡ “Булған хәл”дәр алда әле, тип вәғәҙәләп тә ҡуяйым.
– Мөҙәрис, һин бит әле журналист та. “Торатау” гәзитендә эшләгәндә яҙған тәнҡит мәҡәләң өсөн һине район хакимиәте бинаһына өс тапҡыр саҡыртып, “ҡуҙ өҫтөндә бейетергә” тырышҡандар, тиҙәр. Хатта Ишембайҙан ҡыуырға ла тәҡдим иткән булғандар, имеш... Ысынында хәлдәр ни менән барып бөттө?
– Булды ундай хәлдәр. Мин оятһыҙлыҡты, ғәҙелһеҙлекте күрә алмайым. Шуға ла күп осраҡта тәнҡит мәҡәләләре яҙа инем. Бигерәк тә колхоз-совхоздарҙы юҡҡа сығарып, ябай ауыл кешеһенең ҡара тир түгеп, бөртөкләп йыйған байлығын оятһыҙ рәүештә талауҙарына, уларҙың бөтөнләй сит-ят бәндәләрҙең кеҫәһенә инеп ятыуына асыуым ҡабарып, мәҡәлә артынан мәҡәлә баҫтырҙым. Ҡараҡтың бүрке яна, тиҙәр бит әле, ҡысҡырҙы-ҡысҡырҙылар ҙа туҡтанылар. Бәлки, эш ҙурға китер тип тә шикләнгәндәрҙер. Әгәр шул саҡта өндәшмәй ҡалһам, ҡурҡып ауыҙымды япһам, бөгөн үкенестән яфаланыр инем. Етәкселәрҙән әрләнһәм дә, ябай халыҡтан күп рәхмәт һүҙҙәре ишеттем һәм шуға ҡыуанам.