Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Камил ЙЫҺАНШИН

ДОНЪЯ БЕРӘҘӘГЕ

Тайга бәйәне

III бүлек

Януарҙарҙы юҡ итеү – кешегә уның
үҙен киләсәктә нимә көтөрөнә ишара ул.
Бернгард Гржимек.

31. Әсирлек
Даға, сираттағы килеүендә, Степанға һунар идаралығының бандеролен алып килде.
– Степан Ермилович, бурысығыҙҙы түләп бөтмәнегеҙ, һуңлатҡан өсөн проценттары өҫтәлә бара бит, – тип иҫкәртергә лә онотманы.
– Беләм мин, беләм. Түләрмен. Һин дә Маврҙы кире ҡайтарырға тейешлегеңде онотма, – тип яуапланы Степан.
– Әйттем дә баһа, ҡасты ул минән! Шунда уҡ ҡасты.
– Уныһы һинең проблема. Миңә ҡайтманы. Һинән дә проценттар алаһы бар.
Даға нимәлер тип яуап бирергә итте лә кире уйланы һәм ашығып сығып китте.
Степан бандеролде асып ҡараны. Бер нисә төргәк иҫәп-хисап бланктары һәм, берәй росомаха аулап, шуны ҡалаға килтереүҙе һораған хат ебәргәндәр. Айырым ҡумтаға йәнлекте йоҡлата торған капсула һәм уны файҙаланыу ҡулланмаһын һалғандар. Йәнә идаралыҡҡа уның исеменә мотоцикл килеүен иҫкәрткәндәр.
Яҡшы хәбәрҙәр!
Күңеле күтәрелгән охотовед тайгаға сығырға әҙерләнде. Ир-аттарҙан һуңғы тапҡыр росомаха эҙҙәрен ҡайһы тирәлә күреүҙәрен һорашты һәм уның Башлы Шәкәр артылышында булыуына төшөндө.
Артылышта росомаха эҙҙәре ысынлап күп булып сыҡты. Өс амбар рәтләне, икәүһенә һуйыр ҡанаттарын һалды, береһенә йәш болан итен ҡуйҙы. Шуныһына ике капсула йоҡо дарыуы ҡушты. Амбарҙар араһына ла арбауыс ем ташланы. Үҙе шыршы ботаҡтарын түшәп, тиренән тегелгән йоҡо ҡапсығын кейеп әрәмә араһына боҫто.
Росомаха шул уҡ төндө һунарға сыҡты. Охотовед бының ем тирәһендәге ҡарға таяҡ тыҡҡыслап ҡарағанын да аңланы, әммә емгә теймәгән, кире киткән. Степан уның һунарсыларҙың һуҡмағындағы арбауыстар менән һыйланып, ҡышлау өйҙәренә барып, бола ҡуптарып йөрөгән росомаха икәнлегенә инанды.
“Ә нишләп кире китеп барҙы һуң әле ул? Нимәне оҡшатманы? Ҡапҡандың булмауы шикләндерҙеме? Хәҙер боролоп килере икеле”.
Яҡтырғас, Степан ҡыуыштан йоҡо дарыуы ҡушылған арбауыс емде кире алды ла икенсе урынға юлланды. Сөнки унда ла росомаха эҙҙәрен тап иткәйне. Яңы ҡоролмалар ҡороп, ҡыуыш янына ҡапҡан һалды.
Икенсе төн буйы ҡарауыллауының да фәтүәһе булманы. Арбауыс емдәрҙе йәнә лә күсерергәме әллә, тип тә уйланы, әммә өсөнсө төндә уға уңыш йылмайҙы.
Итле амбар янына яҡын барыр алдынан росомаха байтаҡ ҡына түңәрәк яһап әйләнеп йөрөнө. Яҡынлай-яҡынлай барып еҫкәнде. Ботаҡ һындырып алды, уны “тимер ауыҙға“ ҡаптырғас, итте эләктереп тә алды. Ашаны ла һикерәңләп артабан китеп барҙы.
Егерме минут тирәһе көтөп торғас, Степан был йәнлектең аҡыллы хәйләһенә хайран ҡалып, уның эҙе буйлап ыңғайланы. Икенсе ҡыуыштағы итте лә йыпырып ашаған росомаха үҙән яғына юл тотто. Һикереүе ҡыҫҡара бара. Дүрт йөҙ метр тирәһе ара үткәс, Степан йығылған ағас өҫтөндә ятҡан росомаха янына барып сыҡты. Һунарсыны күргәс, теге ҡалҡынды, бер нисә аҙым атлауы булды – йәнә ауып ятты. Степан уның тәрән йоҡоға талыуын көтә биреп торҙо һәм тегеһе ҡуҙғалмай башлағас, янына килде.
Росомаха кешене һиҙмәне лә.
Степан был көрәйгән, һөйкөмләнгән, һылыуланған януарҙың Тып-Тып икәнен, түшендә аҡ тамғаһы булмаһа, һис танымаҫ ине.
Дағаның теңкәһен бына кем ҡоротҡан икән! Бына һиңә Тып-Тып! Тайганың яңғыҙ үс алыусыһы! Робин Гуд!
Януар уянмаҫ элек һунарсы уның тәпәйҙәрен сырмарға ашыҡты. Артҡыларын алғыларына ҡуша бәйләне. Башына беше туҡыманан тегелгән тоҡ кейҙерҙе. Ҡар өҫтөнә шыршы ботаҡтарын түшәп, росомаханы шунда һалды ла арыраҡ ҡалдырып киткән әйберҙәрен алырға тип йүгерҙе. Ашыҡты, сөнки препараттың көсө бөтөүе ихтимал.
Хәрәкәтләнмәгән йыртҡыс тиҙ генә өшөп бара, шуға ла уны йоҡо ҡапсығына һалды һәм таҡырыраҡ юл һайлап, ҡышлаҡ өйөнә табан ашыҡты.
Уянып киткән Тып-Тып үҙенең ҡайҙалығын, нимә булыуын аңлай алмай аптыраны. Ҡараңғы, йомшаҡ ҡына бәрелеп хәрәкәт итә. Шунан уны кемдер күтәреп алды һәм ниндәйҙер ҡаты нәмә өҫтөнә ауҙарҙы. Башындағы тоғо шыуып төштө һәм күҙе яҡтылыҡтан сағылды. Төтөн еҫе сыҡҡан бүрәнә өйҙә ята. Өй уға таныш. Улар Мавр менән икәүләшеп ошо өйҙө һаҡланы бит. Маврҙың хужаһы ла бында, росомаханы күҙәтә.
“Этен мин үлтергән тип уйлайҙыр. Шуның өсөн үс алғыһы киләлер. Мавр насар ит ашап ҡына харап булды бит. Быны уға нисек аңлатырға һуң?”
Тып-Тып аяғүрә баҫмаҡсы булды. Шул рәүешле дуҫтана мөнәсәбәтен белдерерлек хәрәкәттәр менән үҙенең ғәйепһеҙ булыуын аңлатырға теләне. Тик ныҡлы тышауы ҡуҙғалырға бирмәне. Ул ҡотолорға теләп тегеләй ҙә, былай ҙа борғоланырға кереште. Көсөргәнеүҙән көҙән йыйырған кеүек тартыша башланы. Степанды был хафаландырманы. Әсир төшкән бүтән януарҙарҙың да тетрәнеүҙән шундай хәлгә төшөүен ул белә. Тартышыуы һирәгәйә төштө һәм януар тынысланды. Степан росомаханың янына килде һәм ҡаршыһына ултырҙы.
– Тып-Тып, ҡурҡма! Мин һиңә яуызлыҡ ҡылмам. Таныйһыңмы мине? – Һунарсы януарҙың арҡаһынан һыпырҙы.
Тып-Тып йәнә кешегә эттең һәләк булыуында уның ғәйебе юҡ икәнен белдерергә маташты. Степан да быны аңлағандай булды, тик үҙенсә юраны:
– Беҙ, Тып-Тып, һинең менән дуҫтар, тик мин һине иреккә ебәрә алмайым. Зоопаркка барырһың. Унда һине ас итмәҫтәр. Һиңә бында ҡалырға ярамай. Этлегең күп булған. Иртәме-һуңмы, һине барыбер үлтерерҙәр ине. Ә зоопарк һинең өсөн –ҡотолоу урыны.
Януар тыныслана төштө. Степанға ул үҙен аңлаған кеүек тойолдо.
Ҡышлау өйөндә ҡундылар ҙа иртәгәһенә ауылға юлландылар. Степан Тып-Тыпты тимер ситлеккә ултыртты һәм Даға килә торған 5 декабрҙе көтә башланы. Степандың Дағаға бик инәлгеһе килмәй, тик бүтән әмәл юҡ – януарҙы ҡалаға илтеп тапшырырға кәрәк! Йәнә шул аласағын таптырып мыжыр инде мыжыуға. Мавр хаҡында ла ҡабатлап һүҙ ҡуйыртҡыһы килмәй.
Был юлды Тып-Тып ғүмерлеккә иҫендә ҡалдырҙы. Соҡор-саҡырлы юл шул тиклем һелкетә, етмәһә, машинаның газ еҫе уҡшытып алып бара. Тимер ситлеккә бәрелеп-һуғылып барыуҙан ҡабырғалары ауыртып бөттө.
Ҡалала Степан һунар идаралығы хеҙмәткәре менән осрашты һәм улар икәүләшеп росомаханы аэропорттың багаж бүлегенә тапшырҙылар. Хушлашыр алдынан һунарсы януарға боролоп ҡараны.
– Бәхил бул, Тып-Тып! Яңы урының уңай булһын!
Үҙҙәренең ярайһы ғәҙәти булмаған көсөргәнешле шарттарҙа йәнә осрашасаҡтары хаҡында Степан белмәй ине әле.
32. Әсирлек
Зоопаркта Тып-Тыпты айырым бүлмәләге тимер ситлеккә урынлаштырҙылар. Көнө буйы янына күк халатлы кешеләр килеп йөрөнө һәм һоҡланып ҡарар булдылар:
– Матурҡай!
– Тиреһен күр! Ҡуйы, ялтырап тора!
– Беҙҙә бындай росомаханың булғаны юҡ ине әле!
Ике аҙналыҡ ялҡытҡыс карантиндан һуң, ветеринария врачы күҙәтеүе аҫтында Тып-Тыпты иркен вольерға күсерҙеләр. Тимер ситлеккә яҙыу элделәр: “Росомаха. Һыуһарҙар тоҡомоноң иң эре януары. 4 йәштә. Исеме – Платон”.
Тып-Тыптың уң яғында ла, һул яғында ла бүтән тайга йәнлектәре ултыртылған ситлектәр теҙелешкән. Тар ситлектән азат ителеп, иркен вольерға эләккәс, Тып-Тып майҙандағы тәбиғи таштар, ағастар өйөмөн ҡарап сыҡты. Сығып ысҡыныр урын эҙләп, стенаға ташланды. Ҡастың ти, ҡасмай ҙа ни! Селтәрле тимер стена ҡамауында ҡалған. Ул тимер иләкте теше менән сәйнәп маташты. Бер тешенең эмале сайралды, шул ғына булды.
Ул селтәрле стена буйлап үргә үрмәләп тә ҡараны, әммә баш өҫтө лә ҡамаулы икән. Тырнаҡтарын батырып ерҙе соҡорға кереште, тик ни бары бетон иҙәнгә генә барып төртөлдө. Был тар биләмәнән ҡотолоу юлдары юҡ икәнен аңлаған Тып-Тып төшөнкөлөккә бирелде. Алдына ҡуйылған ит киҫәген ашап ҡуйҙы ла ағас өңгә инеп ятты.
Төн мәшәҡәтһеҙ үтте. Иртәнсәк ығы-зығы башланды. Вольерҙар араһына төрлө ҡиәфәттәге ике аяҡлылар килеп тулды. Уларҙан Тып-Тып бығаса бер тапҡыр ҙа тап итмәгән еҫтәр килә. Кешеләр уның ситлеге тирәһендә өймәкләшә. Башта быға борсолғайны, торараҡ иғтибар итмәҫ булды. Берәрһе ныҡлы ғына йәнен көйҙөрһә, ырылдап ризаһыҙлығын белдерҙе һәм өңөнә йәшенеү яғын ҡараны. Берҙән-бер генә ике аяҡлы кеше оҡшай Тып-Тыпҡа: күк комбинезон кейгән аҡ һаҡаллы кеше уға ризыҡ килтерә, вольерҙарҙы йыйыштыра.
Унан уң яҡтараҡ инә бүре көн итә. Ул яҙмышына күптән күнгән. Үҙенә таш ташлауҙарына ла иҫе китмәй. Иртәнән кискә тиклем тәпәйен башы аҫтына һалып һуҙылып ята ла килгән-киткән кешеләрҙе күҙенән үткәрә. Кис еттеме, тирә-яҡҡа шом һалып, йәлләүес итеп олорға тотона. Икенсе вольерҙарҙа йәнлелек. Алтын төҫөндәге шәшкеләр айырым ситлектәргә урынлаштырылған, уларҙан алыҫ түгел үҙ мәртәбәһен белгән һауалы кештәр йыбырлаша.
Таң атыуға “Платон! Платон!” тигән тауыш ишетелгәс, Тып-Тып ағас ояһының ерен соҡоп яһап алған өңөнән килеп сыға. Оҙон буйлы, битен аҡ йөн баҫҡан кеше уға арбаһынан алып ит бирә һәм һөйләшеп тора. Уның һөйләгәнен Тып-Тып аңламай, ләкин тауышындағы иркә ноталар уға бәхетле бала сағын иҫкә төшөрә.
Бер саҡ Аҡһаҡал вольерға тимер шар алып килде. Тып-Тып уны шунда уҡ тәгәрләтергә тотондо. Шунан уны осло тырнаҡтарына эләктереп күтәреп алды һәм түшенә ҡыҫты ла шул көйө башы аша тәкмәс атып китте. Шуны әллә нисәмә тапҡыр ҡабатлап ҡуйҙы. Үҙенең яңы һөнәренә үҙе шатланған Тып-Тыптың күҙҙәре ялтырап китте. Был үҙенә лә, ризыҡ ташыусы кешегә лә оҡшаны һәм ул уны ихлас йылмайып күҙәтеп торҙо.
– Вәт беҙҙең Платошаа! Цирк артисымы ни! Ә һин ашыҡма, ашыҡма! – тип һөйләнде Аҡһаҡал. – Росомахаларҙы яуыз йыртҡыс тигән булалар, ана бит, бала-саға кеүек ҡыуана, уйнай!
Туҡлыҡлы ашау, иркенлек, вольерҙың уңайлыҡтары булһа ла берәҙәк тормошҡа өйрәнгән Тып-Тып барыбер ирек хаҡында хыялланды. Күҙен йомһа, урман аралары, йылғыр шишмәләр, уңышлы һунар, иркә, наҙлы әхирәте иҫенә төшә. Был хәтирәләр йәнен өйкәй һәм азатлыҡҡа сығыу хыялын көсәйтә.
Ҡояшлы оҙон көндәр башланды, вольер тирәһенә бәләкәй буйлы ике аяҡлылар эркелешә башланы. Уларҙың ҡысҡырышыуы, гөж килеүе йәнлектәрҙең маҙаһына тейҙе. Тып-Тып та тынысһыҙлана төштө. Күп ваҡытын өңөнә ҡасып үткәрер булды.
Ә бер көндө зоопарк йәнлектәренә ризыҡ бирмәнеләр. Эңер төштө, ә уларҙы ҡараусыларҙың береһе лә күренмәне. Режимлы туҡланыуға күнеккән януарҙар ырылдаша, сыйылдаша, тимер селтәрле стенаға ташлана башланы.
Зоопарк тирәһендә иртәгәһенә генә ризыҡ тәме һиҙелде. Аяҡ, тәгәрмәс тауыштары ишетелде. Ике кеше килеп күренде, араларында Аҡһаҡал юҡ. Арбаға ике мискә өйрә, һыу фләге, бер йәшник ит тейәгәндәр. Уларҙы һөйләшә-һөйләшә таратып йөрөнөләр. Арбаны этеп йөрөгән берәүһе Тып-Тыпҡа оҡшаманы. Күҙе балыҡтыҡы кеүек, ирене йоҡа ғына, ауыҙын салшайтып йылмая. Бигерәк тә еҫе тәмһеҙ, насар кеше икәнен һиҙҙереп тора. Росомахаға ит киҫәге ташланылар ҙа ике аяҡлы кешеләр ары киттеләр.
Иртәгәһенә Балыҡкүҙ йәнлектәр янына бер үҙе генә килде. Тып-Тыптың янына еткәс, ҡысҡырып уҡып ҡуйҙы: ”Росомаха... Платон”. Ҡапҡа янына йәнә бер бәләкәйерәк хәрефле яҙыу эленгәйне: “Ингәндә-сыҡҡанда ишекте бикләп йөрөргә”.
Балыҡкүҙ Тып-Тыпҡа текләп ҡарап торҙо:
– Платоон – һинән тегеп була яҡшы шаапон! – тип ҡуйҙы һәм көлөп ебәрҙе. Рифмалай, йәнәһе, берәү!
Тып-Тып шар тәгәрләтеүен белде.
– Йә нисек, туған, бушлай килеп торған ризыҡты ашап йәшәү күңеллеме? Уйнап тик йөрөйһөң, эйеме?
Уйынсаҡ, йыуаш кеүек күренгән “айыу балаһы” янына ингәндә Балыҡкүҙ ҡапҡаны йоҙаҡлап торманы, ябып ҡына ҡуйҙы ла вольер эсен йыйыштыра башланы. Шул саҡ һоро төҫтәге йәшен ҡапҡа ярығына атылды һәм оҙон-оҙон итеп һикергеләп, вольер аралары буйлап һыпыртты.