Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Ил-йорт ғәме

Был – Баймаҡ йөмһүриәте, Был – Баймаҡ ҡағанаты!..

Баймаҡ еренең республикабыҙ, халҡыбыҙ тормошондағы әһәмиәтен ҡыҫҡа ғына итеп билдәләү талап ителһә, моғайын да, күренекле шағирыбыҙ, Ш. Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Рәйес Түләктән дә тапҡырыраҡ итеп әйтеп булмаҫтыр. Уның “Баймаҡҡа йыр” тигән шиғырын тулыһынса килтерәбеҙ:
Ҡаҙ ҡанатҡайҙары кеүек,
Офоҡтары ҡатлы-ҡатлы.
Был ерҙәр беҙгә әсәйҙәр,
Атайҙар аманаты.
Был ҡанатлы офоҡтарҙан
Кемдәр ҡанатланманы?! –
Ошонда инде талдарҙың
Ҡырҡҡанда ҡан тамғаны.
Һөйөнәм дә,
Көйөнәм дә
Һинән киткән мәлемә.
Мин бит мәңгегә китмәнем, –
Бер ҡайтырмын (мәңгегә).
…Ҡаҙ ҡанатҡайҙары кеүек
Офоҡтар ҡатлы-ҡатлы.
Был – Баймаҡ йөмһүриәте,
Был – Баймаҡ ҡағанаты!..
Район хакимиәте башлығы Илшат Хәмит улы Ситдиҡов менән әңгәмәбеҙ Баймаҡтың үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге хаҡында булыр.

– Илшат Хәмит улы, республикабыҙ үҙенең бер быуатлыҡ юбилейына әҙерлек эштәрен башланы. Тарихҡа боролоп ҡараһаҡ, шуға ла инанабыҙ: бынан 100 йыл элекке һәм унан күпкә алдағы ваҡиғалар Баймаҡ ерлегендә барған, хатта 1919 йылдың ғинуар-февраль айҙарында Кесе Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһы Темәс ауылы булған. Үткәндәрҙе күҙаллаһаҡ, Баймаҡтың 100 йыллыҡ тарихын һеҙ нисек итеп күрәһегеҙ? Республикабыҙҙың юбилей йылында ниндәй саралар үткәреү күҙ уңында тотола?
– Ысынлап та, Башҡортостан дәүләтселеген төҙөүҙә хәҙерге Баймаҡ районы халҡы ғәйәт ҙур роль уйнаған. Тап беҙҙең Темәс ауылында Башҡорт автономияһы тураһында хәл иткес ҡарарҙар ҡабул ителгән, башҡорт милләтенең зыялылары халҡыбыҙ, илебеҙ мәнфәғәтендә бөйөк эштәр алып барған. Баймаҡ ере бөгөн дә Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Муса Мортазин, Юныс Бикбов һәм башҡа башҡорттоң аҫыл улдарының эҙҙәрен һаҡлай һәм уларҙың исемдәрен мәңгеләштереү буйынса изге эш башҡарып сыҡты. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында Баймаҡ ҡалаһы һәм Темәс ауылы урамдары Ә. Вәлиди, Ш. Бабич, М. Мортазин һәм башҡа шәхестәребеҙҙең исемдәре менән мәңгеләштерелде. 1991 йылда тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы асылды, унда һуңғараҡ Башҡорт автономияһын төҙөүгә тос өлөш индергән арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең балауыҙ һындары ҡуйылды. 1994 йылда иһә Темәстә республикабыҙ дәүләтселеген төҙөү осорон сағылдырған тарихи-мәҙәни үҙәк барлыҡҡа килде.
Шул осорҙан алып Темәс ауылы үҫте, унда яңы предприятиеларға нигеҙ һалынды, торлаҡ йорттар, социаль-мәҙәни объекттар төҙөлдө. Бөгөн дә был төбәк тотороҡло үҫешә. Ул райондың социаль-иҡтисади тормошонда ҙур роль уйнай. Киләһе йылдарҙа унда ҙур төҙөкләндереү эштәре атҡарыу, яңы объекттарҙы файҙаланыуға тапшырыу күҙ уңында тотола.
Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейына әҙерлек бөгөн республикала киң ҡолас йәйә бара. Республикабыҙ тарихында һәм уның үҫешендә ғәйәт ҙур роль уйнаған төбәк булараҡ, Баймаҡ районы һәм ҡалаһы ла уны лайыҡлы ҡаршы алыу өсөн әҙерлек эштәре йәйелдерҙе. Оло юбилей сиктәрендә Баймаҡтың “Көньяҡ” биҫтәһендә балалар баҡсаһын һәм мәктәпте үҙ эсенә алған комплекс төҙөү, ҡала урамдарын төҙөкләндереү, юлдарҙы ремонтлау, газ үткәргестәр төҙөүҙе дауам итеү, С. Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында заманса хоккей ҡумтаһы булдырыу, Алдар батырға һәйкәл асыу күҙ уңында тотола. Темәстә иһә музейға реконструкция үткәрергә, урамдарын төҙөкләндерергә, күперҙәрҙе ремонтларға ниәтләйбеҙ. Республиканың тәүге баш ҡалаһында яҡын арала бөтөн талаптарға яуап биргән ипподром файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Был эштәрҙең барыһын да беҙ Башҡортостан Республикаһы етәкселеге ярҙамы һәм үҙебеҙҙең көс менән атҡарып сыҡмаҡсыбыҙ.
Билдәле, Башҡортостандың 100 йыллығына арнап мәғариф, мәҙәниәт учреждениеларында бихисап саралар ойоштороу, ғилми-ғәмәли конференциялар үткәреү күҙаллана. Ҡала һәм райондың йәмәғәт ойошмалары унан ситтә ҡалмай. Әле бына ошо көндәрҙә Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты “100 йыллыҡҡа – Баймаҡтың 100 шәхесе” тигән проектты тормошҡа ашырыу ниәтен күтәреп сыҡты. Был, әлбиттә, бик яҡшы, һәм беҙ үҙебеҙҙең арҙаҡлы 100 шәхесте асыҡлап, айырым китап итеп баҫтырасаҡбыҙ. Ғөмүмән, Башҡортостанды Баймаҡһыҙ бер нисек тә күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Быны беҙ тарихыбыҙға ҡарап та, бөгөнгөгә күҙ һалып та әйтә алабыҙ.
– 2016 йылды район ниндәй күрһәткестәр менән тамамланы, яңы 2017 йыл нисек башланды?
– Бар донъяны, Рәсәйҙе ялмап алған иҡтисади көрсөк беҙгә лә ҡағылмай ҡалманы. Шуға ҡарамаҫтан, Башҡортостан Республикаһы етәкселегенең ныҡлы ярҙамы һәм хәстәрлеге менән халыҡ хужалығының барлыҡ тармаҡтарының эшен тейешенсә ойоштороуға өлгәштек, ҡайһы бер өлкәләрҙә, айырыуса ауыл хужалығында, сәнәғәттә, бәләкәй эшҡыуарлыҡта, еңел сәнәғәттә, яҡшы үҫеш динамикаһы күҙәтелә. Район ауылдарында яңы производстволар асыу, халыҡты эш менән тәьмин итеү, эшҡыуарлыҡты үҫтереү, яңы эш башлаусы фермерҙарға дәүләт ярҙамы күрһәтеү, газ үткәреү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһын модернизациялау, мәғариф, мәҙәниәт объекттарын төҙөкләндереү буйынса ғәйәт ҙур эштәр бойомға ашырылды. “Аныҡ эштәр” проекты буйынса байтаҡ мәсьәләләрҙе хәл итеүгә өлгәштек.
Ауыл хужалығы уҙған йылда юғары ҡаҙаныштарға өлгәште. Бөтәһе 150 мең тонна ашлыҡ йыйып алып, Баймаҡ районы республикала икенсе урынға сыҡты һәм йәнә “иген фабрикаһы” булып танылды. Төбәгебеҙ бындай уңышы өсөн БР Хөкүмәтенең Дипломына лайыҡ булды. Малсылыҡта ла тотороҡло үҫешкә өлгәшелде, уҙған осор менән сағыштырғанда ул 26 процентҡа артты. Күлтабан ауылында мегаферманы файҙаланыуға тапшырыу райондың һөтсөлөк тармағы үҫешенә ныҡлы йоғонто яһаны.
Еңел сәнәғәт объекттары – тегеү цехтары асыу буйынса район республика кимәлендә үҙенә күрә бер тәжрибә майҙансығына әүерелеп бара, быны Башҡортостан етәкселеге лә юғары баһалай. Былтыр йыл дауамында Ҡолсора, Йомаш, Үрге Таулыҡай ауылдарында тегеү цехтары асылды. Тиҙҙән бындай цех Билалда ла үҙ эшен башлаясаҡ. Быйыл Баймаҡ ҡалаһында ла ошондай производствоны файҙаланыуға тапшырыу өсөн эш алып барыла. Икенсе Этҡолда иһә Дәүләкән аяҡ кейеме фабрикаһының “Байтал” цехы табышлы эшләй. Улар бөтәһе 300-ҙән ашыу кешене эш менән тәьмин итә.
Газ үткәреү әүҙем дауам итте. Ҡуянтау, Түбә, Үрге Таулыҡай, Сыңғыҙ, Буранбай, Богачев, Күлтабан, Байыш, Бикеш ауылдарында газ үткәргестәр төҙөү тамамланды. Был йүнәлештә Беренсе Этҡол, Ғәҙелбай, ҡалала ҙур эштәр башҡарылды.
Районда фермерлыҡ йүнәлешен үҫтереүгә иғтибар бер ҡасан да кәмегәне юҡ һәм былтыр ҙа 10 фермер грант алып ҡыуанды. Бөгөн районда 307 фермер хужалығы бар, был тәңгәлдә беҙ Башҡортостанда беренсе урында киләбеҙ. Әле был хужалыҡтар йылҡы, һыйыр малы, һарыҡ үрсетеү, йәшелсәселек, үҫемлекселек тармаҡтары менән уңышлы шөғөлләнә, ауылдарҙың социаль-иҡтисади үҫешендә мөһим урын биләй. Бушап ҡалған малсылыҡ базаларын үҙебеҙҙең фермерҙарға биреү, уларҙы дәртләндереү үҙенең һөҙөмтәләрен бирмәй ҡалманы. Бөгөн улар ең һыҙғанып эшләй, яңы үрҙәргә ынтыла.
Башҡорт тоҡомло йылҡы үрсетеү, ҡымыҙ етештереү, йылҡысылыҡ спорты менән шөғөлләнеү бөгөн Баймаҡ районының бренды булып тора. Уҙған осорҙа ла был тәңгәлдә баймаҡтар иң юғары һөҙөмтәләргә өлгәште. Ҡырғыҙстанда үткән Бөтә донъя күсмә халыҡтары уйындарында Баймаҡ командаһы Башҡортостан намыҫын яҡлап сығыш яһаны һәм маҡтаулы дүртенсе урынды яулап ҡайтты. Был ҡаҙаныштары өсөн улар 350 мең һум премия һәм БР Башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Атаҡлы спортсы, Олимпия уйындары чемпионы Н. Тихонов башланғысы менән тап Баймаҡта яңы спорт төрөнә нигеҙ һалынды – ат биатлоны үткәрелә башланы.
Яңы 2017 йылда беҙ халыҡ хужалығының барлыҡ тармаҡтарының эшен тейешле кимәлдә ойоштороу, Экология йылы сиктәрендә төрлө сараларҙы тормошҡа ашырыу, башланған проекттарҙы дауам итеү буйынса эш алып барасаҡбыҙ. Быйыл ҡалала “Хеҙмәт” стадионы, Бикештә реконструкция үткәрелгән яңы мәҙәниәт йорто тантаналы асыласаҡ. Икенсе Этҡолда республика адреслы инвестиция программаһы ярҙамында яңы балалар баҡсаһы төҙөләсәк. Ошоноң ише проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәкбеҙ.
– Илебеҙ халҡы бик һуңлаңҡырап булһа ла социализмдың кире ҡайтмаҫын тулыһынса аңланы булһа кәрәк. Хәҙер күптәр совет осорондағы кеүек юғарынан кемдеңдер нимәлер килеп эшләп биргәнен көтөп ултырырыуҙан төңөлдө, әлбиттә, һаман да ул дәүер эйфорияһы менән йәшәүселәр ҙә юҡ түгел. Яңыса уйлай башлағандар үҙ ҡулың менән эшләмәйенсә бер нәмә лә килеп сыҡмаҫын төшөнөп, үҙ яҙмышын үҙ ҡулына ала башланы. Был хәрәкәтте Баймаҡ районы миҫалында ла күрергә була. Һеҙ был хәлгә ниндәй баһа бирәһегеҙ?
– Нимә генә тимәһендәр, социализм осоро насарҙан булманы. Быны бер нисек тә инҡар итеп булмай. Коллектив хужалыҡтар, предприятие, ойошмалар гөрләп эшләп торҙо, халыҡ эш, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы менән тәьмин ителде. Йәштәргә уҡыу, карьера баҫҡысынан үрләү өсөн бөтә мөмкинлектәр булды. Ҡыҫҡаһы, кеше факторы иң тәүге урынға ҡуйылды һәм был үҙенең асыҡ һөҙөмтәләрен бирҙе. Халыҡтың әле булһа ул осорҙо һағынып хәтерләүе лә юҡҡа түгел.
Заманалар үҙгәреп, баҙар мөнәсәбәттәре осоронда йәшәй башлағас, күптәр баҙап ҡалды, кемдер бәхет эҙләп Себер яҡтарына юлланды, бәғзеләр иһә ата-әсәһенең елкәһендә йәшәүен дауам итте. Бик һирәктәр генә үҙ эшен асырға йөрьәт итте. Һөҙөмтәлә, ҡыйыуҙар, яңы эш башларға ҡурҡмағандар бөгөн инде уңышлы эшҡыуарҙар һәм фермерҙар булып танылды. Беҙҙең районда ла бәләкәй һәм урта бизнес йылдан-йыл үҫешә бара, ул райондың һәм ҡаланың үҫешенә тос өлөш индерә. Ваҡытында беҙ “Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа муниципаль ярҙам” район программаһын булдырып, яңы эш башлаусы йүнселдәргә аҡсалата ярҙам күрһәттек. Әйтергә кәрәк, был үҙ һөҙөмтәләрен бирҙе. Шуның ярҙамында ҡалала һәм районда икмәк изделиелары бешереү, билмән, ярымфабрикаттар, бишбармаҡ етештереү цехтары асылды һәм улар уңышлы эшләй. Бөгөн Баймаҡ магазиндарында күпләп үҙебеҙҙә етештерелгән продукцияның һатыуға сығарылыуы ла ошо хаҡта һөйләй түгелме?
Үҙең тырышмайынса, ниндәйҙер аныҡ фекергә килмәйенсә бөгөн етеш тормошта йәшәү мөмкин түгел. Кемдеңдер ярҙамын көтөп ултырыу заманы үтте хәҙер. Шуның өсөн барыһы ла үҙебеҙҙән тора. Ә район хакимиәте үҙ эшен асырға теләүселәргә, фермер хужалығы ойоштороусыларға һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер.
– Социализм осороноң ауыл хужалығы моделе барлыҡ ауылдарға ла тап килеп бөтмәйҙер. Бәлки, беҙгә хәҙерге ваҡытта тик бер төрлө эш менән генә шөғөлләнгән ауылдар ҙа кәрәк түгелдер. Әйтәйек, ялан яғында урмансылыҡ менән шөғөлләнеп булмағандай, урман араһында иген сәсеү ҙә мөмкин түгел. Был йәһәттән ниҙәр әйтерһегеҙ?
– Беҙҙең район ҙур, географик торошо буйынса ла төрлө. Ялан яғы – элекке “Йылайыр”, “Сибай” совхоздары биләмәләрендә беҙ күберәк сифатлы иген етештереүгә иғтибар бүләбеҙ, малсылыҡты ла рентабелле тармаҡ булараҡ үҫтерәбеҙ. Шул яҡтарҙа эшләгән фермер хужалыҡтары нигеҙҙә атап үтелгән тармаҡтар буйынса махсуслаша. Элекке “Сибай” совхозы биләмәләрендәге бүлексәләрҙә бөгөн ҡеүәтле фермер хужалыҡтары булдырылды, уларға бушап ҡалған малсылыҡ базаларын да бирҙек. Барыһы ла ошо ерҙә тыуып үҫкән егеттәр, һәм был үҙенең һөҙөмтәләрен бирә.
Урман яғында ағас эшкәртеү производстволары асыуға иғтибар йүнәлтәбеҙ. Бетерә ауылында Тимур һәм Илсур Нәбиуллиндарҙың ҡеүәтле производствоһы бар, улар әле заманса материалдар – евровагонка, блокхаус, плинтус, евро иҙән таҡтаһы етештерә. Ошоноң ише цех Баймаҡ ПМК-һының Темәс ауылында ла бар. Әйткәндәй, был цехтарҙа республика етәкселеге бер нисә тапҡыр булды һәм уларҙың эшмәкәрлегенә юғары баһа бирҙе. Был проекттарҙы беҙ артабан да дауам итәсәкбеҙ.
– Хәҙер акционер йәмғиәттәре, холдингтар, эреләтелгән ширҡәттәр, супермаркеттар заманы. Иҡтисад белгестәре киләсәктә тик шундай эре предприятиелар ғына һаҡланып ҡалырын күҙаллай. Был, ғөмүмән, донъяла барған глобалләшеүҙең, интеграцияның иҡтисадтағы, социаль өлкәләге сағылышы. Берләшеү, бер йәмғиәткә ойошоу, иртәме-һуңмы, барыбер талап ителәсәк. Фермерлыҡҡа килгәндә лә, һуңғы егерме йылғы тәжрибә шуны күрһәтте: ер бергәләп эшләгәнде ярата. Коммунистар колхоздар һәм совхоздар формаһын һайлап яңылышмаған. Ә бит бында эш уларҙың нисек аталыуында – колхозмы, совхозмы, артелмы, кооперативмы, крәҫтиән хужалығымы – түгел, йәғни берләшеүҙә, берләшеп эшләүҙә. Шулай түгелме?
– Бөгөнгө күҙлектән сығып ҡарағанда был бик тә актуаль мәсьәлә һәм уға үҙегеҙ үк дөрөҫ яуап бирҙегеҙ. Ысынлап та, бер үҙе 30 – 50 баш һыйыр малы аҫраған һәм 200 – 250 гектар ерҙе эшкәрткән фермерға бөгөнгө шарттарҙа үҫешеү бик ауыр. Әйтеп үткәнемсә, беҙҙең районда 307 фермер булып, шуның күбеһе яңы эш башлаусы йәки производствоһы бәләкәй булған эшҡыуарҙар. Билдәле, уларҙың береһенә лә бөгөн еңел түгел, күптәре заман ҡуйған ҡаты һынауҙарҙан йонсой. Шуның өсөн был тәңгәлдә бәләкәй фермер хужалыҡтарына берләшеү һәм уның нигеҙендә производстволарын киңәйтеү һәм үҫтереү зарур. Әйткәндәй, был йүнәлештә федераль программа ла эшләй, ул кооператив төҙөгәндәргә дәүләт ярҙамы күрһәтә. Иртәме-һуңмы беҙ барыбер ошо юлды һайлаясаҡбыҙ – заман үҙе талап итә. Кооперативтар төҙөү ярҙамында районда ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү производстволары асыу өлгөрөп еткән мәсьәлә.