Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Дауыт ЮЛТЫЙ

Башҡорт хәле

Борон заман башҡорттарҙың торған ере
Булған, тиҙәр, миҫле донъя йыһанылай1,
Ниһайәһеҙ2 сахраларҙа, урмандарҙа
Тирмә менән күсеп йөрөгән замандары.
Йәп-йәшел хәтфә төҫлө туғайҙарҙа
Өйөр-өйөр йылҡы әйҙәп йөрөгәндәр;
Мал тарпаны йүгерек, осҡор аттар менеп,
Урмандарҙа кейеккә ау ҡорғандары.
Әйткәндәр боронғо ғалим заттар:
“Һәр кәмалдың бер зәуалы бар”,3 – тигәндәр:
Шуның кеүек башҡорттар ҙа иркенлектән
Бер заман инҡиразға баш эйгәндәр.
Эй, заман, үҙгәрәһең икән һаман,
Бер көй тормай әйләнәһең икән һаман;
Башҡорттарҙы һәләкәтле юлға һалып,
Инҡиразға4 ҡыуаһың табан-табан.
Эй, башҡорттар, ер-һыуығыҙ, малдарығыҙ,
Ҡайҙа китте ер һелкеткән дандарығыҙ?
Арыҫландай йөрәкле батыр булып,
Дошмандарға яу сапҡан шандарығыҙ?
Аҙ ғына шул хәлдәрҙе иҫкә алып,
Ҡалай һеҙҙең ғазапланмай йәндәрегеҙ?
Беләһеҙме, башҡорттар, беләһеҙме,
Был хәлдәргә кем төшөргән, һиҙәһеҙме?
Наҙанлыҡ, ҡоллоҡ бауын билгә бәйләп,
Бөгөн һеҙҙе кемдәр иҙә, беләһеҙме?
Баҫҡан һеҙҙе наҙанлыҡ, эй наҙанлыҡ!
Белмәйһегеҙ ҡылған һеҙгә кем яманлыҡ,
Кемдәр булған сәбәпсе был хәлдәргә,
Кемдәр ҡылған һеҙҙең эшкә һыуыҡ ҡанлыҡ.
Әллә бер-бер гонаһ шомлоҡтарға ҡаршы
Төшөрҙө микән Хоҙай был хәлдәргә;
Әллә фәрештәләр “амин” тигән саҡта
Тура килдек микән хәйерһеҙ мәлдәргә.
Юҡ! Быларҙың береһе лә улай түгел,
Тик һеҙҙе алдағандар кәбәк баштар;
Һеҙҙәрҙе был хәлдәргә төшөрөргә
Сәбәп булған ҙур салмалы кәбән баштар!
Алдарында теҙләндереп, күҙ йомдороп,
Дин менән һеҙҙе алдағандар;
Ожмахҡа керетәбеҙ, тип малдар йыйып,
Мең төрлө ялғандарҙы ялғағандар,
“Насыйбекә”5 йосыйбек” тип вәғәзләп
Дәлаләт6 ҡылғандар ялҡаулыҡҡа;
Тәҡдирҙә яҙған нәмәләр килер, тип,
Башҡорттарҙы өйрәткәндәр аңҡаулыҡҡа.
“Фани донъя – эт ҡаны ул, ҡыумағыҙ”, – тип,
Байҙарҙан фәҡирҙәрҙе иҙҙергәндәр;
“Әхирәттә һеҙгә ожмахы әҙер”, – тип,
Һеҙ байғошто донъянан биҙҙергәндәр.
Ул етмәһә, ришүәтсе бей, түрәләр,
Баш булып, бөккәндәр билегеҙҙән,
Шулар инде ер һатып, йортто талап,
Бәрәкәтте ебәргәндәр илегеҙҙән;
Шулар инде һеҙҙең ергә мәъжуж7 булып,
Мироед намы илә аталмыштыр;
Йөҙ меңдәрсә дисәтинә ерҙе һатып,
Баярҙарға ярамһаҡлы аталмыштыр.
Уянығыҙ, башҡорттар, ҡуҙғалығыҙ!
Тоғро юлға, мәғарифҡа күҙ һалығыҙ!
Залимдарҙан, хәрифтәрҙән8 тапатмаҫҡа,
Хаҡлыҡ тыуын күтәрегеҙ, ҡулға алығыҙ!

1Миҫле донъя йыһанылай – донъя киңлеге төҫлө. 2Ниһайәһеҙ – сикһеҙ. 3Һәр кәмалдың бер зәуалы бар – һәр тулы нәмәнең сиге (бөтөүе) бар. 4Инҡираз – бөтөү, юҡҡа сығыу. 5Насыйбекә йосыйбек – өлөшөңә төшкән көмөшөң мәғәнәһендә. 6Дәлаләт – юлдар күрһәтеү. 7Мәъжуж – ҡыртыш кимереүсе. 8Хәриф – ваҡсыл, үҙ файҙаһын күҙәтеүсе, ике йөҙлө.